Павелдың Римдағы имандаштарға яҙған хаты
11 Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләү өсөн һайлап ҡуйылған һәм Ғайса Мәсихтең илсеһе булырға саҡырылған ҡоло Павелдан сәләм. 2 Алла был Һөйөнөслө Хәбәрҙе Үҙенең пәйғәмбәрҙәре аша Изге Яҙмаларҙа алдан уҡ вәғәҙә иткән. 3 Унда һүҙ Уның Улы – Раббыбыҙ Ғайса Мәсих тураһында бара. Ул сығышы менән Дауыт нәҫеленән булған. Изгелек Рухы буйынса иһә ҡөҙрәткә эйә Алланың Улы тип танылған, сөнки үленән терелтелгән. 5 Уның исемен данлау хаҡына барлыҡ халыҡтар араһынан Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итһендәр һәм Мәсихкә инанһындар өсөн, мин Мәсихтән мәрхәмәт алдым һәм илсе итеп тәғәйенләндем. 6 Ғайса Мәсихтеке булырға саҡырылғандар араһында һеҙ ҙә бар. 7 Алланың Рим ҡалаһында йәшәгән бөтөн ҡәҙерлеләренә, Уның изге халҡы булырға саҡырылғандарға Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек булһын.
Рәхмәт доғаһы
8 Иң элек Ғайса Мәсих аша һәммәгеҙ өсөн Аллама рәхмәттәр күндерәм, сөнки иманығыҙ тураһында бөтөн донъяла һөйләйҙәр. 9 Һеҙҙе доғаларымда туҡтауһыҙ иҫкә алыуыма Алла шаһит: Уның Улы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән итеп, Уға бөтөн рухым менән хеҙмәт итәм. 10 Алла ихтыяры менән барып хәлегеҙҙе белергә мөмкинлек бирелһен ине, тип һәр ваҡыт ялбарам. 11 Изге Рухтан алғандарым менән уртаҡлашып, дөрөҫөрәге, һеҙҙе нығытыу маҡсатында, йәғни һеҙҙең һәм минең уртаҡ иманыбыҙ нигеҙендә бер-беребеҙҙе дәртләндереү өсөн, үҙегеҙҙе бик ныҡ күргем килә. 13 Имандаштар, һеҙҙең белеүегеҙҙе теләйем: күп тапҡырҙар янығыҙға барырға ниәтләһәм дә, әлегәсә тотҡарлыҡтарға осрай килдем. Минең, башҡа халыҡтар араһындағы кеүек, һеҙҙә лә хеҙмәтемдең уңышын йыйғым килә. 14 Мин мәҙәниәтлеләр һәм вәхшиҙәр, зирәктәр һәм наҙандар алдында берҙәй үк бурыслымын. 15 Шуға күрә һеҙгә, Рим ҡалаһында йәшәүселәргә, Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән итергә йән атам. 16 Уны вәғәзләргә оялмайым, сөнки Һөйөнөслө Хәбәр – иман тотоусыларҙың һәр береһенә, иң элек йәһүдтәргә, унан һуң йәһүд булмағандарға ла ҡотолоу өсөн Алла ҡөҙрәте. 17 Һөйөнөслө Хәбәрҙә Алланың кешеләрҙе иман һәм бары тик иман аша ғына аҡлауы асыла. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Хаҡлы кешегә йәшәү биргән нәмә – уның иманы».
Кешеләрҙең гонаһҡа төшөүе
18 Яманлыҡ ҡылып хәҡиҡәткә ҡаршы торорға теләгән кешеләрҙең һәр төрлө динһеҙлегенә һәм яуызлығына күктән Алланың ярһыуы асыла бара. 19 Алла хаҡында белергә мөмкин булғандың һәммәһе уларға билдәле, сөнки Алла уны күҙ алдарына баҫтырҙы. 20 Ғаләм барлыҡҡа килтерелгәндән башлап Уның күренмәгән сифаттары – мәңгелек ҡөҙрәте һәм илаһилығы – Ул барлыҡҡа килтергән нәмәләр аша асыҡ күренә һәм аңлашыла. Шулай булғас, кешеләрҙе ғәфү итергә сәбәп юҡ. 21 Кешеләр, Алла тураһында белһәләр ҙә, Уны Алла итеп тейешенсә данламаны, ҡәҙерен белмәне, киреһенсә, буш уйҙарға бирелде, аңларға теләмәгән йөрәктәрен ҡараңғылыҡ солғаны. 22 Үҙҙәрен аҡыллы һанап, аҡылһыҙға әйләнделәр. 23 Мәңге үлемһеҙ Алланың данын фани кешеләргә, ҡоштарға, дүрт аяҡлыларға һәм һөйрәлеүселәргә оҡшаған һындарға алмаштырҙылар. 24 Шуның өсөн дә Алла кешеләрҙе үҙҙәренең аҙғын теләктәре һәм боҙоҡлоҡтары ҡарамағына тапшырҙы, һәм улар үҙ тәндәрен бер-береһе менән мәсхәрәләүгә дусар итте. 25 Улар Алла хәҡиҡәтен ялғанға алмаштырып, Булдырыусыға түгел, ә Ул булдырған нәмәләргә табынды һәм хеҙмәт итте. Булдырыусыға иһә мәңгегә дан булһын. Амин.
26 Шул сәбәпле Алла кешеләрҙе хурлыҡлы нәфселәренә тапшырҙы: ҡатындар тәбиғи яҡынлыҡ ҡылыуҙы тәбиғи булмағанына алмаштырҙы. 27 Шулай уҡ ирҙәр ҙә, ҡатындар менән тәбиғи яҡынлыҡ ҡылыуҙы ташлап, бер-береһенә ҡарата аҙғын теләк менән янды, бер-береһе менән оятһыҙлыҡ ҡылды һәм, хәҡиҡәттән тайпылғандары өсөн, үҙҙәренең тәндәрендә тейешле язаһын алды.
28 Алланы таныуҙы мөһим тип иҫәпләмәгәнлектән, Алла уларҙы, эшләнергә тейеш булмағанды ҡылһындар өсөн, боҙоҡ аҡылдарына тапшырҙы. 29 Уларҙың күңелдәре һәр төрлө яманлыҡ, мәкер, ҡомһоҙлоҡ, яуызлыҡ, көнсөллөк, шулай уҡ кеше үлтереү, ыҙғыш-талаш, алдау, насар уйҙар менән тулы. Улар ғәйбәтселәр, 30 яла яғыусылар, Аллаға нәфрәтлеләр, холоҡһоҙҙар, маҡтансыҡтар, тәкәбберҙәр, яуызлыҡ тыуҙырыусылар, ата-әсәләргә ҡарата итәғәтһеҙҙәр, 31 аҡылһыҙҙар, үҙ һүҙендә тормаусылар, ҡаты бәғерлеләр, мәрхәмәтһеҙҙәр. 32 Улар Алланың ғәҙел хөкөмө буйынса үлемгә лайыҡлы икәнлектәрен белә, әммә үҙҙәре гонаһ ҡылып ҡына ҡалмай, хатта ундай эш ҡылыусыларҙы хуплайҙар.
2Алла хөкөмө
1 Шуға күрә, дуҫым, бүтәндәрҙе хөкөм итеүең менән генә үҙеңде аҡлай алмаҫһың, башҡаларҙың ҡылғанын хөкөм итеүең менән үҙеңде лә хөкөмгә дусар итәһең, сөнки үҙең дә шул уҡ эштәрҙе башҡараһың. 2 Беҙ иһә беләбеҙ: ундай эштәрҙе ҡылыусыларға Алла хаҡлы хөкөмөн бирә. 3 Һин уларҙы, дуҫым, хөкөм итеп, үҙең дә шуны уҡ эшләйһең, Алла хөкөмөнән ҡотолоп ҡалырмын, тип уйлайһыңмы? 4 Әллә, Алланың яҡшылығы һине тәүбәгә йүнәлткәнен аңламайынса, Уның оло яҡшылығын, түҙемлеген һәм сабырлығын һанға һуҡмайһыңмы? 5 Әммә тиҫкәрелегең һәм тәүбә итергә теләмәгән йөрәгең арҡаһында Алланың ғәҙел хөкөмө асыласаҡ асыу көнөнә Уның нәфрәтен үҙеңдә туплайһың. 6 Ул һәр кемгә ҡылған эшенә ҡарап өлөш сығарасаҡ: 7 сабырлыҡ менән изге эш башҡарып данға, хөрмәткә һәм үлемһеҙлеккә ынтылыусыларға мәңгелек тормош бирәсәк, 8 үҙен генә хәстәрләп, хәҡиҡәткә буйһонмайынса яуызлыҡ юлынан барыусыларға иһә Алла Үҙ ярһыуын һәм асыуын төшөрәсәк. 9 Эйе, яуызлыҡ ҡылыусы һәр кемгә – тәүҙә йәһүдкә, унан һуң йәһүд булмағанға – михнәт һәм ҡайғы. 10 Ә изгелек ҡылыусы һәр кемгә, иң тәүҙә йәһүдкә, унан һуң йәһүд булмағанға – дан, хөрмәт һәм именлек. 11 Сөнки Алла алдында барыһы ла бер тигеҙ.
12 Алла ҡанунын белмәйенсә гонаһ ҡылыусылар ҡанундан тыш һәләк буласаҡ, ә уны белә тороп та гонаһ ҡылғандар ҡанун буйынса хөкөм ителәсәк. 13 Алла ҡанунды ишетеүселәрҙе түгел, ә уны үтәүселәрҙе аҡлаясаҡ. 14 Ҡануны булмаған халыҡтар, тәбиғи тойомдары менән ҡанун талаптарын башҡарғанлыҡтан, ҡанунһыҙ булһалар ҙа, нимә эшләргә ярай, нимә юҡ икәнен беләләр. 15 Был иһә ҡанун талаптарының уларҙың йөрәктәренә яҙылғанлығын күрһәтә, быны выждандары һәм ҡайһы саҡта ғәйепләгән, ә ҡайһы ваҡыт аҡлаған уй-фекерҙәре раҫлай. 16 Был, мин вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәргә ярашлы, Алла кешеләрҙең йәшерен эштәрен һәм уйҙарын Ғайса Мәсих аша хөкөм итәсәк көндә билдәле буласаҡ.
Йәһүдтәр һәм ҡанун
17 Бына һин үҙеңде йәһүд тип атайһың, ҡанунға таянаһың һәм Алланы таныуың менән маҡтанаһың, 18 ҡанунды өйрәнеп, Алланың ихтыярын беләһең һәм яманды яҡшынан айыра алаһың. 19 Һин үҙеңде һуҡырҙарға юл күрһәтеүсе, ҡараңғылыҡтағылар өсөн яҡтылыҡ, 20 аңһыҙҙарҙың тәрбиәсеһе, наҙандарҙың уҡытыусыһы тип һанайһың, сөнки белем менән хәҡиҡәт тупланмаһы булған ҡанунға эйәһең. 21 Шулай булғас, ни өсөн һуң башҡаларҙы өйрәтәһең, ә үҙеңде үҙең өйрәтмәйһең? Урлашмауҙы вәғәзләйһең, ә үҙең урлайһың? 22 «Зина ҡылма» тиһең, ә үҙең зина ҡылаһың? Ялған илаһтарҙан ерәнәһең, ә уларға табына торған йорттарҙы талайһың? 23 Алла ҡануны менән маҡтанаһың, ә үҙең уны боҙоп, Алланы мәсхәрәләйһең? 24 Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Мәжүсиҙәр һеҙҙең кеүектәр арҡаһында Алла исемен мәсхәрәләй».
25 Сөннәтле булыуың ҡанунды үтәгән осраҡта ғына файҙалы, ә инде ҡанунды боҙаһың икән, ул саҡта һинең сөннәткә ултыртылыуыңдың мәғәнәһе юҡ. 26 Шулай булғас, сөннәтһеҙ кеше ҡанун ҡағиҙәләрен үтәй икән, ул сөннәткә ултыртылған булып һаналмаймы? 27 Шулай итеп, тән сөннәте үтмәһә лә, ҡанун талаптарын үтәүсе, һин яҙылған ҡанунға һәм сөннәтлеккә эйә булһаң да, ҡанунды боҙғаның өсөн һине хөкөм итер. 28 Тышҡы яҡтан ғына йәһүд булған ысын йәһүд түгел әле, тән сөннәтен үтеү генә лә ысын сөннәт түгел. 29 Күңеле менән йәһүд булған ғына ысын йәһүд; шулай уҡ йөрәккә үткән сөннәт кенә ысын сөннәт. Был яҙылған ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Рух аша ҡылына. Бындай йәһүдкә маҡтау кешеләрҙән түгел, ә Алланан килә.
3Алланың тоғролоғо
1 Шулай итеп, йәһүд булыуҙың өҫтөнлөгө һәм сөннәтлелектең файҙаһы нимәлә һуң? 2 Өҫтөнлөгө бөтөн яҡлап та ҙур, Алла һүҙе иң элек уларға ышанып тапшырылған. 3 Шулай булғас, ҡайһы берәүҙәр Аллаға тоғролоҡ һаҡламаған икән, ул ваҡытта ни булыр? Тоғро түгеллектәре Алланың тоғролоғон юҡҡа сығарырмы? 4 Әлбиттә, юҡ. Һәр береһе алдаҡсы булһа ла, Алла Үҙ һүҙенә тоғро. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән:
«Һүҙҙәрең хаҡ тип танылыр,
һәм хөкөм иткәндә Һин еңерһең».
5 Әгәр ҙә ғәҙелһеҙлегебеҙ Алла ғәҙеллеген асығыраҡ күрһәтә икән, ни тип әйтербеҙ? Алла асыуын яуҙырһа, Ул ғәҙел булмай сығамы? (Мин әҙәмсә фекер йөрөтәм.) 6 Әлбиттә, юҡ. Юғиһә Алла донъяны хөкөм итә алмаҫ ине. 7 Ә минең ялғанлауым арҡаһында Алланың хәҡиҡәте асығыраҡ күренеп, Уның даны һаман арта бара икән, ни өсөн һуң әле мин гонаһлы тип хөкөм ителәм? 8 Улай булғас, яҡшылыҡ килһен өсөн яманлыҡ ҡылырға тейеш булып сығабыҙмы? Ҡайһы бер яман һүҙле кешеләр беҙҙе нәҡ шулай әйтә тип тә һөйләй. Ундайҙар үҙҙәренә тәғәйен хөкөмдө алырҙар.
Хаҡ кеше юҡ
9 Нисек килеп сыға һуң? Беҙҙең хәлебеҙ йәһүд булмағандарҙыҡынан яҡшыраҡмы? Һис тә юҡ. Йәһүдтәрҙең дә, йәһүд булмағандарҙың да – бөтөнөһөнөң дә гонаһ хакимлығы аҫтында икәнлеген асыҡланыҡ бит инде. 10 Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Хаҡ бер кеше лә юҡ,
бер генә лә.
11 Аңлы бер кем дә юҡ,
Алланы эҙләмәй бер кем дә.
12 Бөтөнөһө лә Алланан ситләште һәм Уға яраҡһыҙ булды;
яҡшылыҡ эшләүсе юҡ,
бер кем дә юҡ.
13 Боғаҙҙары – асыҡ ҡәбер,
телдәре менән алдайҙар,
ирендәрендә – йылан ағыуы.
14 Ауыҙҙары ҡарғыш һәм рәнйеш менән тулған.
15 Аяҡтары ҡан ҡойошҡа йәһәттәр,
16 улар булып үткән ерҙә емереклек менән ҡайғы ҡала,
17 именлек юлын белмәйҙәр.
18 Алланан ҡурҡыу – улар өсөн ят төшөнсә».
19 Әммә беҙ ҡанунда әйтелгәндәр уға буйһоноусылар өсөн икәнен беләбеҙ, тимәк, үҙҙәрен аҡлау маҡсатында бер кем дә ауыҙын да аса алмай һәм бөтөн донъя Алла ҡаршыһында ғәйепле булып ҡала. 20 Ҡанун ҡушҡандарҙы үтәп кенә Алла алдында бер кем дә аҡлана алмай бит. Ҡанун гонаһтың ни икәнлеген генә аңлата.
Иман аша аҡланыу
21 Әммә хәҙер ҡанундан тыш та Алланың кешеләрҙе аҡлауы асылды, быны ҡанун да, пәйғәмбәрҙәр ҙә раҫлай. 22 Алланың кешеләрҙе аҡлауы Ғайса Мәсихкә ышанған һәр кемгә иман аша бирелә, сөнки кешеләр араһында айырма юҡ. 23 Бөтөнөһө лә гонаһ ҡылып, Алла данынан мәхрүм ҡалдылар бит. 24 Шулай ҙа Алла мәрхәмәте менән улар үҙҙәрен гонаһтан йолоп алып ҡалыусы Ғайса Мәсих аша бушҡа аҡланды. 25 Алла Ғайса Мәсихте, Уның ҡаны аша Ғайсаға инаныусыларҙың гонаһтары кисерелһен өсөн, ҡорбан итеп билдәләп ҡуйҙы. Шулай эшләп, элек ҡылынған гонаһтар өсөн яза бирмәйенсә, Ул Үҙенең хаҡлығын иҫбатланы. Оҙаҡ түҙемлек һаҡлап, 26 Ул хәҙер ҙә, беҙҙең ваҡытта ла, Үҙенең хаҡ булыуын күрһәтә: Ул Үҙе хаҡ һәм Ғайсаға инаныусыларҙы аҡлай.
27 Ни менән ғорурлана алабыҙ һуң? Бер ни менән дә. Был ниндәй ҡанун менән башҡарылды? Хеҙмәт талап иткән ҡанун менәнме? Юҡ, иман ҡануны менән. 28 Беҙ кешенең ҡанун талаптарын үтәүе менән түгел, ә иман аша аҡланғанлығын таныйбыҙ. 29 Алла – йәһүдтәрҙең Аллаһы ғынамы? Башҡа халыҡтарҙыҡы ла түгелме ни? Әлбиттә, башҡа халыҡтарҙыҡы ла, 30 сөнки Алла бер. Ул сөннәтлеләрҙе аҡлаған кеүек, сөннәтһеҙҙәрҙе лә иман аша аҡлай. 31 Шулай итеп, беҙ иманыбыҙ менән ҡанунды юҡҡа сығарабыҙмы? Әлбиттә, юҡ. Киреһенсә, беҙ ҡанунды раҫлайбыҙ.
4Ибраһим өлгөһө
1 Халҡыбыҙҙың нәҫел башлығы Ибраһим тураһында нимә әйтә алабыҙ? Ул нимәгә өлгәште? 2 Ибраһим үҙенең эштәре менән аҡланғанмы һуң? Шулай икән, уның маҡтанырға хаҡы булған, әммә Алла алдында түгел. 3 Изге Яҙмала нимә тип әйтелгән? «Ибраһим Аллаға ышанды һәм бының менән ул хаҡ һаналды». 4 Эшләгән кешегә түләнгән хеҙмәт хаҡы бүләк һымаҡ түгел, ә бирелергә тейешле әжер һанала. 5 Әгәр ҙә кеше үҙенең эштәренә таянмайынса, динһеҙҙәрҙе аҡлаусы Аллаға инана икән, ул иманы менән хаҡ һанала. 6 Шулай уҡ эш-ғәмәлдәренә ҡарамайынса Алла тарафынан хаҡ тип иҫәпләнгән кешенең бәхетле булыуы тураһында Дауыт былай ти:
7 «Яуыз эштәре кисерелгән,
гонаһтары бөтөрөлгән кешеләр бәхетле.
8 Раббы тарафынан гонаһтары иҫәпкә алынмағандар бәхетле».
9 Шулай итеп, бәхетле булыу сөннәтлеләргә генә ҡағыламы, әллә сөннәтһеҙҙәргәләме? Беҙ: «Ибраһим үҙенең иманы менән хаҡ һаналды», – тинек. 10 Ҡасан һаналды? Сөннәтле булғасмы, әллә уға тиклемме? Сөннәтләнгәнгә тиклем, ә һуңынан түгел. 11 Уның сөннәткә ултыртылыуы сөннәтһеҙ саҡта уҡ иман менән хаҡ һаналыуҙы раҫлаусы билдә булды. Шуға ла ул сөннәтләнмәгән көйөнсә иман тотоп, хаҡ һаналыусы бөтөн кешеләрҙең рухи атаһы булды. 12 Ибраһим – шулай уҡ сөннәтлеләрҙең дә атаһы, йәғни был йоланы үтәгән генә түгел, ә Ибраһимдың сөннәтләнгәнгә тиклем тотҡан иманы юлынан барыусыларҙың атаһы.
Алла вәғәҙәһе иман аша ҡабул ителә
13 Ибраһимға һәм уның тоҡомона донъя вариҫы булыу тураһындағы вәғәҙә ҡанун аша түгел, ә имандан килгән хаҡлыҡ аша бирелде. 14 Әгәр ҙә ҡанун тотоуға таяныусылар Алла вәғәҙә иткән мираҫты алһа, ул саҡта иман мәғәнәһен юғалтыр, вәғәҙә үҙе лә юҡҡа сығыр ине. 15 Ҡанун боҙолоуы Алланың асыуын тыуҙыра. Ҡанун булмаған ерҙә генә енәйәт тә булмай. 16 Шуға күрә Алланың вәғәҙәһе, мәрхәмәт буйынса булһын өсөн, иманға нигеҙләнгән. Шулай итеп, вәғәҙә Ибраһим тоҡомоноң һәммәһе өсөн дә көскә эйә булып тора: ҡанунға таяныусылар өсөн генә түгел, ә уның кеүек иман тотоусылар өсөн дә. Изге Яҙмала: «Мин һине күп халыҡтарҙың атаһы итеп ҡуйҙым», – тип әйтелгәнсә, Ибраһим барыбыҙға ла ата. Ул үлеләрҙе терелтеүсе, булмаған нәмәләрҙе бар итеүсе Аллаға ышанды һәм Алла алдында бөтөнөбөҙ өсөн дә – ата. 18 Ибраһим өмөтһөҙлөктә лә өмөт менән ышанды һәм: «Һинең тоҡомоң бихисап һанлы буласаҡ», – тип әйтелгән һүҙҙәр буйынса күп халыҡтарҙың атаһы булды. 19 Йөҙ йәш тирәһендә тәненең инде үлеп барыуын һәм Сараның бала тыуҙырырға һәләтен юғалтыуын аңлаһа ла, иманда зәғифләнмәне. 20 Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәгә ул шикләнмәне, киреһенсә, иманда ныҡ булып, Алланы данланы. 21 Алланың биргән вәғәҙәһен үтәй алырына ныҡ ышанды. 22 Бына ни өсөн Ибраһим «хаҡ һаналды». 23 «Хаҡ һаналды» тигән һүҙ уға ҡарата ғына түгел, 24 беҙҙең өсөн дә яҙылған. Раббыбыҙ Ғайсаны үленән терелткән Аллаға инанғанлыҡтан, Алла беҙҙе лә хаҡ һанар. 25 Ғайса иһә беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн үлемгә тапшырылды һәм аҡланыуыбыҙ хаҡына үленән терелтелде.
5Ғайса ҡаны менән аҡланыу
1 Шулай итеп, беҙ иман аша аҡланыу алғас, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Алла менән беҙҙең арабыҙҙа тыныслыҡ урынлаша. 2 Мәсих беҙгә мәрхәмәт алырға мөмкинлек бирҙе. Иманыбыҙ аша ошо мәрхәмәттә торабыҙ һәм, Алла данын уртаҡлашырбыҙ, тигән өмөт менән ғорурланабыҙ һәм шатланабыҙ. 3 Бының менән генә түгел, кисергән михнәттәребеҙ өсөн дә ғорурланабыҙ, сөнки михнәттең сыҙамлыҡ тыуҙырғанын беләбеҙ. 4 Сыҙамлыҡтан – ныҡлыҡ, ныҡлыҡтан өмөт барлыҡҡа килә. 5 Өмөт иһә алдамай, сөнки Алла Үҙенең мөхәббәтен беҙгә бирелгән Изге Рух аша йөрәктәребеҙгә мул итеп яуҙырған.
6 Беҙ бер ярҙамһыҙ булған саҡта, Мәсих беҙҙең – Алланы һанға һуҡмаусылар өсөн, үлде. 7 Берәүҙең тәҡүә кеше хаҡына ғүмерен бирере икеле, шулай ҙа бәғзе берәүҙең яҡшы әҙәм өсөн үлергә лә әҙер булыуы ихтимал. 8 Әммә Алла беҙгә Үҙ мөхәббәтен шулай иҫбат итте: Мәсих, гонаһлы булған сағыбыҙҙа уҡ, беҙҙең өсөн үлде. 9 Шулай итеп, Уның түгелгән ҡаны аша аҡланыуыбыҙ айҡанлы, Алланың асыуынан һис һүҙһеҙ ҡотоласаҡбыҙ. 10 Алланың дошмандары булған сағыбыҙҙа Улының үлеме аша Уның менән килешкәс, инде хәҙер татыулашҡан килеш, Мәсих тормошо аша бигерәк тә ҡотоласаҡбыҙ. 11 Был ғына ла түгел әле, Мәсих аша татыулашыу алғас, Алла өсөн шатлығыбыҙ ҙа Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша.
Атабыҙ Әҙәм һәм Мәсих
12 Тәүге кеше – Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ үтеп ингән, ә был үлем килтергән һәм үлем бөтөн кешеләр араһында таралған, сөнки бөтөнөһө лә гонаһ ҡылған. 13 Донъяла ҡанунға тиклем үк гонаһ булған, әммә ҡанунһыҙ ерҙә гонаһ иҫәпкә алынмай. 14 Шулай ҙа, Әҙәмдән алып Муса пәйғәмбәр ваҡытына тиклем, Алланың туранан-тура бойороғон боҙоп, Әҙәм кеүек гонаһ ҡылмағандар өҫтөнән дә үлем хакимлыҡ иткән.
Әҙәм, ниндәйҙер кимәлдә, килергә тейешле Заттың өлгөһө булып торған. 15 Тик Алланың мәрхәмәт бүләген гонаһ менән сағыштырып булмай. Берәүҙең гонаһы күптәрҙе үлемгә дусар итә икән, ул саҡта Алланың мәрхәмәте лә, бер Кешенең – Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте менән бирелгән бүләк күптәр өсөн бигерәк тә сағыштырғыһыҙ дәрәжәлә ҙур була. 16 Алла бүләген бер кешенең гонаһы менән сағыштырып булмай: бер енәйәт һөҙөмтәһендә ғәйепле тигән хөкөм ҡарары сығарылды, ә күп енәйәттәрҙән һуң Алла, ғәйеплеләрҙе аҡлап, Үҙенең мәрхәмәтен күрһәтә. 17 Берәүҙең енәйәте арҡаһында шул кеше аша үлем хакимлыҡ итә башлаған икән, мәрхәмәт муллығы һәм аҡланыу бүләге байтаҡҡа ҙурыраҡ. Уны ҡабул иткәндәр бер Кеше – Ғайса Мәсих аша йәшәйәсәк һәм хакимлыҡ итәсәк. 18 Шулай итеп, берәүҙең енәйәте бөтөн кешеләргә хөкөм килтергән кеүек, Берәүҙең хаҡ эше барлыҡ кешеләргә аҡланыу һәм тормош килтерә. 19 Берәүҙең тыңлашмаусанлығы арҡаһында күптәр гонаһҡа төшкән кеүек, бер Кешенең тыңлаусанлығы арҡаһында күптәр аҡлана. 20 Кеше ҡылған енәйәттәрҙең күплеген күрһәтеү өсөн ҡанун индерелгән, әммә гонаһ күп булған ерҙә Алла мәрхәмәте тағы ла нығыраҡ артҡан. 21 Шулай итеп, үҙ ваҡытында кешеләрҙе үлемгә дусар итеп, улар өҫтөнән гонаһ хакимлыҡ иткән. Хәҙер иһә Алланың мәрхәмәте кешеләрҙе аҡлап хакимлыҡ итә һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша мәңгелек тормошҡа килтерә.
6Гонаһҡа ҡарата үлебеҙ, Мәсих менән теребеҙ
1 Нимә тип әйтергә һуң? Мәрхәмәт артһын өсөн гонаһ ҡылыуҙы дауам итергәме? 2 Әлбиттә, юҡ. Гонаһҡа ҡарата беҙ үлгәнбеҙ. Шулай булғас, нисек артабан да гонаһ ҡыла алабыҙ? 3 Һыуға сумдырылыу йолаһын үтәп, Ғайса Мәсихкә сумдырылған бөтөнөбөҙҙөң дә Уның үлеменә сумдырылыуы тураһында белмәйһегеҙме ни? 4 Шулай булғас, Атабыҙҙың данлы ҡөҙрәте менән Мәсих үленән терелтелгән кеүек, яңы тормош менән йәшәү өсөн, сумдырылыу йолаһы аша Уның үлемен уртаҡлаштыҡ һәм Уның менән бергә ерләндек. 5 Мәсих менән үлемдә берҙәй үк берләшкәнбеҙ икән, үленән терелеүҙә лә Уның менән берләшкән буласаҡбыҙ. 6 Белеүебеҙсә, тормошобоҙҙо гонаһ хакимлығынан ҡотҡарыу һәм бүтәнсә гонаһ ҡоло булмауыбыҙ өсөн, беҙҙең элекке, гонаһлы асылыбыҙ Ғайса Мәсих менән бергә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, 7 үлгән кеше гонаһтан азат ителде бит. 8 Беҙ Мәсих менән үлгәнбеҙ икән, Уның менән йәшәрбеҙ ҙә, тип ышанабыҙ. 9 Мәсихтең үленән терелтелгәндән һуң ҡабат үлмәйәсәген беләбеҙ бит, инде үлем Уның өстөнән хакимлыҡ итмәй. 10 Ул үлгәйне, Үҙен бер тапҡыр һәм мәңгегә ҡорбан итеп, гонаһ өсөн үлгәйне, ә хәҙер Ул тере һәм Алла өсөн йәшәй. 11 Шулай уҡ һеҙ ҙә үҙегеҙҙе гонаһҡа ҡарата үле, ә Ғайса Мәсих аша Алла өсөн теребеҙ тип иҫәпләгеҙ.
12 Шуға күрә, фани тәнегеҙ өҫтөнән гонаһ хакимлыҡ итмәһен, шул ваҡытта һеҙ төрлө нәфселәргә буйһонмаҫһығыҙ. 13 Тәнегеҙҙең бер ағзаһының да ялғанлыҡ ҡоралы булып гонаһҡа хеҙмәт итеүенә юл ҡуймағыҙ, киреһенсә, үлемдән тормошҡа күсерелгән булараҡ, үҙегеҙҙе Аллаға һәм ағзаларығыҙҙы хаҡлыҡ ҡоралы итеп Уға тапшырығыҙ. 14 Гонаһ өҫтөгөҙҙән хакимлыҡ итмәҫ инде, сөнки һеҙ ҡанун аҫтында түгел, ә Алла мәрхәмәте аҫтында йәшәйһегеҙ.
Хаҡлыҡ ҡолдары
15 Ниндәй һығымта яһарға мөмкин? Ҡанун аҫтында түгел, ә Алла мәрхәмәте аҫтында йәшәгәнгә күрә, гонаһ ҡылһаҡ та ярай типме ни? Әлбиттә, юҡ! 16 Үҙегеҙҙе күндәм ҡолдар итеп кемгә тапшырһағыҙ, шуның ҡолдары булғанығыҙҙы беләһегеҙ бит: гонаһ ҡолдары булһағыҙ, был һеҙҙе үлемгә килтерер, Алланың тыңлаусан ҡолдары булһағыҙ, был һеҙҙе Алла алдында хаҡ һаналыуға алып килер. 17 Аллаға шөкөр, гонаһ ҡолдары булған мәлдәр артта ҡалды, хәҙер һеҙ үҙегеҙгә бирелгән тәғлимәтте ихлас тотаһығыҙ. 18 Гонаһтан азат ителеп, хаҡлыҡ ҡолдары булдығыҙ. 19 Быны мин, был эштәрҙә аңлау кимәлегеҙ әлегә самалы булыу сәбәпле, ҡоллоҡ миҫалын килтереп әйтәм. Элек тәнегеҙҙе боҙоҡлоҡҡа һәм яманлыҡҡа ҡол итеп тапшырып, яуыз эштәргә юл ҡуйғанһығыҙ икән, хәҙер иһә уны изге тормош өсөн хаҡлыҡҡа ҡол итеп тапшырығыҙ.
20 Гонаһ ҡолдары булған саҡта, һеҙ хаҡлыҡ ғәмәлдәренән азат инегеҙ. 21 Элек ҡылған яман эштәрегеҙҙән берәй файҙа алдығыҙмы? Ул саҡтағы ҡылыҡтарығыҙҙан хәҙер үҙегеҙ үк оялаһығыҙ, сөнки уларҙың аҙағы – үлем. 22 Ләкин әле, гонаһ хакимлығынан азат ителгәс һәм Алла ҡолдары булғас, изге тормошҡа алып барыусы уңышҡа эйәһегеҙ, ә уның аҙағы – мәңгелек тормош. 23 Гонаһ әжере – үлем, ә Алла бүләге – Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтәге мәңгелек тормош.
7Ҡанун өсөн үлеләр
1 Имандаштар, ҡанунды белгән кешеләр булараҡ, һеҙгә мөрәжәғәт итәм: әҙәм иҫән ваҡытта ғына ҡанун уның өҫтөнән хакимлыҡ итә. 2 Мәҫәлән, кейәүҙәге ҡатын ире иҫән саҡта ҡанун аша уға бәйле, әммә ире үлһә – иренә бәйләп торған ҡанундан азат ителә. 3 Шуға күрә ире иҫән саҡта башҡа ирҙеке лә булһа, зина ҡылыу тип иҫәпләнә, ә инде ире үлһә, ҡатын әлеге ҡанундан азат, ул бүтәнгә кейәүгә сыға ала һәм был зина ҡылыуға һаналмай. 4 Шуның кеүек һеҙ ҙә, имандаштарым, Аллаға файҙалы хеҙмәт итеү өсөн башҡа Берәүҙеке, йәғни үленән терелтелгән Мәсихтеке булырға, Мәсих тәне арҡылы ҡанунға ҡарата үлдегеҙ. 5 Гонаһлы тәбиғәтебеҙ хакимлығы аҫтында сағыбыҙҙа, ҡанун тәнебеҙҙәге гонаһлы нәфселәрҙе уятты һәм ҡылған бар нәмәләребеҙҙең аҙағы үлем менән тамамланды. 6 Әммә элек беҙҙе бәйләп торған ҡанунға ҡарата үлгәс, был ҡанундан азат булдыҡ һәм хәҙер Аллаға элеккесә – яҙылған ҡанун буйынса түгел, ә яңыса – Рух буйынса хеҙмәт итәбеҙ.
Ҡанун һәм гонаһ
7 Ни тип әйтергә һуң? Ҡанун гонаһ буламы ни? Әлбиттә, юҡ! Ҡанун булмаһа, гонаһтың нимә икәнен дә белмәҫ инем. Әгәр ҡанунда: «Башҡаныҡына нәфсеңде һуҙма» тигән тыйыу булмаһа, нәфсенең нимә икәнлеген белмәҫ тә инем. 8 Әммә гонаһ, ошо әмерҙән файҙаланып, миндә һәр төрлө нәфсе теләктәр уятып ебәрҙе, әммә гонаһ ҡанундан башҡа – үле. 9 Ҡасандыр мин ҡанунһыҙ йәшәй инем, ләкин Алланың әмере мәғлүм булғас, гонаһ терелде, 10 һәм мин үлдем. Шулай итеп, йәшәү бирергә тейешле әмер үлем алып килде. 11 Сөнки гонаһ, ошо әмерҙән файҙаланып, мине алдап, уның аша үлемгә килтерҙе. 12 Әммә ҡанун үҙе – изге, әмер ҙә шулай уҡ изге лә, ғәҙел дә, яҡшы ла.
13 Шулай итеп, был яҡшы нәмә миңә үлем килтерҙеме ни? Әлбиттә, юҡ! Әммә гонаһ гонаһ рәүешендә танылһын өсөн, ошо ниндәйҙер яҡшы нәмә миңә үлем килтерҙе. Тимәк, әмер аша гонаһтың сикһеҙ яманлығы күренде.
Гонаһ менән көрәшеү
14 Ҡанундың Рух аша бирелгәнлеген беләбеҙ, ә мин иһә гонаһлы тәбиғәтем хакимлығындамын һәм гонаһҡа ҡол итеп һатылғанмын. 15 Үҙемдең ни эшләгәнемде аңламайым, сөнки теләгәнемде түгел, ә күрә алмаған нәмәләрҙе ҡылам. 16 Әгәр ҙә мин үҙем теләмәгәнде эшләйем икән, ҡанун яҡшы тип, уның менән килешәм. 17 Шулай булғас, быларҙы мин түгел, ә миндә йәшәүсе гонаһ ҡыла. 18 Миндә, йәғни гонаһлы тәбиғәтемдә, бер генә изгелек тә йәшәмәгәнлеген беләм. Миндә яҡшылыҡ эшләү теләге булһа ла, башҡара алмайым. 19 Эшләргә теләгән изгелекте түгел, ә теләмәгән яуызлыҡты ҡылам. 20 Теләмәгән нәмәне эшләйем икән, мин түгел, ә миндә йәшәүсе гонаһ ҡыла.
21 Шулай итеп, үҙем өсөн бына шундай ҡанундың эш итеүен белеп ҡалдым: мин яҡшылыҡ эшләргә теләйем, әммә яманлыҡ ҡылыуҙан арына алмайым. 22 Күңелемдә Алла ҡанунын ихлас хуплайым, 23 әммә тәнемдә башҡа бер ҡанундың эш итеүен күрәм. Ул иһә аҡылым хуплаған ҡанунға ҡаршы көрәшә һәм мине үҙемдәге гонаһ ҡанунына буйһондора. 24 Бәхетһеҙ кешемен мин! Үлемгә дусар иткән был аяныслы хәлемдән берәйһе ҡотҡарырмы? 25 Эйе, һәм шуның өсөн дә мин Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Аллаға рәхмәтлемен. Шулай итеп, аҡылым менән Алла ҡанунына, ә гонаһлы тәбиғәтем менән гонаһ ҡанунына хеҙмәт итәм.
8Рух буйынса йәшәү
1 Шулай итеп, Ғайса Мәсихтеке булғандарға хәҙер бер ниндәй ҙә хөкөм юҡ. 2 Сөнки тормош биреүсе Рух ҡануны һине Ғайса Мәсих аша гонаһ һәм үлем ҡанунынан азат итте. 3 Гонаһлы тәбиғәтебеҙҙең көсһөҙлөгө арҡаһында ҡанун башҡара алмағанды Алла Үҙе башҡарҙы. Ул Үҙенең Улын гонаһлы кешегә оҡшатып ебәрҙе һәм, Уны гонаһ өсөн ҡорбан итеү аша, кешелә гонаһты хөкөм итте. 4 Алла быны ҡанундың ғәҙел талаптары беҙҙә гонаһлы тәбиғәтебеҙ буйынса түгел, ә Рух буйынса йәшәгәндәрҙә ғәмәлгә ашһын өсөн эшләне. 5 Гонаһлы тәбиғәте буйынса йәшәүселәр шул тәбиғәт теләктәре буйынса ғына фекер йөрөтә, Изге Рух буйынса йәшәүселәр иһә Рух теләге тураһында хәстәрләй. 6 Гонаһлы тәбиғәт буйынса уйлау – үлемгә, ә Рух буйынса уйлау тормошҡа һәм именлеккә килтерә, 7 сөнки гонаһлы тәбиғәте буйынса фекер йөрөткән кеше – Аллаға дошман, ул Алла ҡанунына буйһонмай ҙа, буйһона ла алмай. 8 Гонаһлы тәбиғәте буйынса йәшәүселәр Аллаға ярай ҙа алмай.
9 Әммә һеҙҙә Алла Рухы йәшәй икән, тимәк, һеҙ гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса түгел, ә Рух буйынса йәшәйһегеҙ. Әгәр берәйһендә Мәсих Рухы юҡ икән, тимәк, ул кеше Мәсихтеке түгел. 10 Мәсих һеҙҙә булһа инде, тәнегеҙ гонаһ арҡаһында үле, әммә, Алла һеҙҙе аҡлағанға күрә, Рух һеҙгә тормош бирә. 11 Әгәр Ғайсаны үленән терелткән Алланың Рухы һеҙҙә йәшәй икән, Мәсихте үленән терелткән Алла, Үҙенең һеҙҙә йәшәүсе Рухы менән, фани тәнегеҙгә лә тормош бирәсәк.
12 Шулай булғас, имандаштар, беҙҙең гонаһлы тәбиғәтебеҙ алдында бурысыбыҙ юҡ һәм уның буйынса йәшәргә тейеш түгелбеҙ. 13 Гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса йәшәһәгеҙ, үләсәкһегеҙ. Алла Рухының көсө менән гонаһлы эштәрегеҙҙе үлтерһәгеҙ инде, ул саҡта йәшәйәсәкһегеҙ. 14 Алла Рухын йөрөтөүселәрҙең бөтөнөһө лә – Алла балалары. 15 Һеҙ, үҙегеҙҙе ҡоллоҡҡа төшөрөп, яңынан ҡурҡып йәшәргә дусар итеүсе рухты түгел, ә үҙегеҙҙе Алла балалары итеүсе Рухты алдығыҙ. Шуға ла: «Абба! Атам!» – тип Аллаға мөрәжәғәт итәбеҙ. 16 Алла Рухы Үҙе рухыбыҙға беҙҙең Алла балалары булыуыбыҙҙы раҫлай. 17 Алла балалары булғас, беҙ – вариҫтар. Тимәк, Алланың вариҫтары һәм Мәсихтең вариҫташтары. Мәсих менән бергә михнәт кисерәбеҙ икән, Уның данын да уртаҡлашасаҡбыҙ.
Киләсәк дан
18 Әлеге ваҡытлы ғазаптарыбыҙҙың, беҙҙең өсөн тәғәйенләнгән һәм киләсәктә асыласаҡ дан менән сағыштырғанда, бер ни ҙә түгел икәнлегенә ышанам. 19 Алла тарафынан яратылғандарҙың барыһы ла Уның Үҙ балаларын күрһәтеүен түҙемһеҙлек менән көтә. 20 Алла бар иткәндәрҙең һәммәһе лә мәғәнәһеҙ тереклек итеүгә буйһондоролдо. Был уларҙың теләге менән түгел, ә Буйһондороусының ихтыяры буйынса башҡарылды. Алла яратҡандарҙың барыһы ла фанилыҡ ҡоллоғонан ҡотолдоролоп, Алла балаларының данлы азатлығын уртаҡлашасаҡ, тигән өмөт бар. 22 Алла яратҡандарҙың барыһының да, тулғаҡ ғазабы кисергән ҡатын кеүек, әлегә тиклем ыңғырашҡанын һәм ғазапланғанын беләбеҙ бит. 23 Улар ғына түгел, Алла бүләктәренең тәүгеһе булған Изге Рухҡа эйә булып беҙ ҙә, Алланың беҙҙе Үҙ балалары итеп, тәнебеҙҙе азат итеүен түҙемһеҙлек менән көтөп, эстән генә ыңғырашабыҙ. 24 Беҙ ҡотолдоҡ, әммә был әлегә өмөт кенә. Тик өмөт иткән нәмәне күрергә өлгәшһәк, ул инде өмөт булмай. Сөнки үҙе күргән нәмәгә кем өмөтләнһен? 25 Ә инде үҙебеҙ күрмәгән нәмәгә өмөтләнәбеҙ икән, уны сабырлыҡ менән көтәбеҙ. 26 Шулай уҡ Рух та беҙгә ярҙам итә, сөнки беҙ көсһөҙ, нимә тураһында доға ҡылырға кәрәклеген дә белмәйбеҙ, ә Рух Үҙе һүҙ аша әйтеп булмаҫлыҡ көрһөнөү менән беҙҙең өсөн Аллаға ялбара. 27 Йөрәктәрҙе үтә күреүсе Алла өсөн Рухтың уйҙары асыҡ, сөнки Рух, Алла ихтыяры буйынса, Уның изге халҡы өсөн Уға үтенә.
28 Алланы яратыусыларға, Уның ниәте буйынса саҡырып алынғандарға бөтөн нәмә файҙаға ғына. 29 Алла кемде алдан һайлап алған, шуларҙы Үҙ Улына оҡшаш булырға алдан билдәләп ҡуйған. Шулай Ғайса күп һанлы туғандары араһында тыуған Баш бала булған да инде. 30 Алла кемдәрҙе алдан билдәләп ҡуйған, шуларҙы саҡырып алған. Кемдәрҙе саҡырып алған, шуларҙы иһә аҡлаған. Аҡланғандар менән иһә Ул Үҙенең даны менән уртаҡлашты.
Алланың Ғайса Мәсих аша күрһәткән мөхәббәте
31 Быларға өҫтәп тағы нимә әйтергә? Алла беҙҙең яҡлы булғас, кем беҙгә ҡаршы һуң? 32 Үҙ Улын йәлләмәйенсә, Уны бөтөнөбөҙ өсөн биргән Алла, Улы менән бергә башҡа бөтөн нәмәләрҙе лә беҙгә бүләк итмәҫме? 33 Алла тарафынан һайлап алынғандарҙы кем ғәйепләр? Алла уларҙың ғәйепһеҙ булыуын таный бит! 34 Уларҙы кем хөкөм итә алыр? Ғайса Мәсих улар хаҡына үлде, ул ғына ла түгел, үленән терелтелде. Ул Алланың уң яғына ултырҙы һәм беҙҙең өсөн Аллаға ялбара. 35 Мәсих мөхәббәтенән беҙҙе нимә айыра ала? Ҡайғымы әллә ҡыҫырыҡлауҙар, эҙәрлекләүҙәрме, аслыҡмы әллә яланғаслыҡмы, хәүефме әллә ҡылысмы? 36 Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Һинең өсөн үлем ҡурҡынысы аҫтындабыҙ,
беҙҙе салырға тәғәйенләнгән һарыҡ кеүек күрәләр».
37 Ләкин быларҙың барыһында ла беҙҙе Яратыусы ярҙамында тулыһынса еңеп сығабыҙ. 38 Үлем һәм йәшәү ҙә, фәрештәләр, күренмәгән етәкселәр һәм көстәр ҙә, хәҙерге һәм киләсәктәге нәмәләр ҙә, 39 бейеклек һәм тәрәнлек тә, бар ителгән бер нәмә лә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша күрһәткән Алла мөхәббәтенән беҙҙе айыра алмаясағына ышанам.
9Алла һәм Уның халҡы
1 Мәсихтеке булғанға күрә хәҡиҡәт һөйләйем, һөйләгәндәрем ялған түгел, был турала Изге Рух аша намыҫым раҫлай. 2 Йөрәгем халҡым өсөн оло ҡайғы һәм өҙлөкһөҙ ғазап менән тулы. 3 Әгәр үҙ халҡыма, ҡан-ҡәрҙәштәремә был ярҙам итә алһа, Мәсихтән айырылып, ҡәһәрләнгән килеш ҡалыуҙы хуп күрер инем. 4 Улар – израилдәр, Алла уларҙы Үҙ балалары итеп һайлап алды, уларға данын асты, улар менән килешеүҙәр төҙөлдө, ҡанун, ғибәҙәт ҡылыу тәртибе өйрәтелде, вәғәҙәләр бирелде. 5 Улар беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙҙың тоҡомо, Мәсих – сығышы менән улар араһынан, Ул – һәр нәмәнән өҫтөн Алла, Уға мәңгелек дан булһын! Амин.
6 Әммә Алла һүҙе ғәмәлгә ашмай ҡалды тигәнде аңлатмай, сөнки Израилдәгеләрҙең бөтөнөһө лә ысын Израиль кешеһе түгел. 7 Ибраһим нәҫеленән булғандарҙың һәммәһе лә уның ысын балалары түгел. «Һинең нәҫелең Исхаҡ аша килер», – тигән бит Алла. 8 Йәғни Ибраһимдың барлыҡ балалары ла Алланыҡы тигәнде аңлатмай, Алла вәғәҙәһе буйынса тыуғандар ғына Уның балалары һанала. 9 Вәғәҙә һүҙе былай: «Бер йылдан ошо ваҡытта ҡайтырмын, ул мәлдә Сараның улы тыуған булыр». 10 Ул ғына ла түгел, Рабиға ла атабыҙ Исхаҡтан игеҙәк ир балаларға ауырлы булған. 11 Балалар тыумаҫ элек һәм бер ниндәй яҡшылыҡ та, яманлыҡ та ҡылырға өлгөрмәгән саҡтарында уҡ Алла Рабиғаға: «Өлкәне кесеһенә хеҙмәт итәсәк», – тип белдергән. Ул бының менән Үҙенең һайлап алыу ниәте уларҙың эштәренә түгел, ә Саҡырыусыға бәйле икәнлеген күрһәткән. 13 Был турала Изге Яҙмала: «Мин Яҡубты яраттым, ә Исавтан баш тарттым», – тип әйтелгән.
14 Ни тиергә һуң? Әллә Алла ғәҙел түгелме? Улай түгел, әлбиттә! 15 Мусаға Ул: «Шәфҡәт күрһәтергә теләгәнемә шәфҡәт күрһәтермен, йәлләргә теләгәнемде йәлләрмен», – тигән. 16 Тимәк, бөтөн нәмә кеше теләгенә йәки тырышлығына түгел, ә шәфҡәт күрһәтеүсе Аллаға бәйле. 17 Изге Яҙмала Алла фирғәүенгә былай тигән: «Үҙемдең ҡөҙрәтемде һинең аша күрһәтергә һәм тотош Ер йөҙөндә исемем иғлан ителһен өсөн Мин һине батша дәрәжәһенә күтәрҙем». 18 Шулай итеп, Алла Үҙе теләгән кешегә шәфҡәт күрһәтә һәм теләгән кешеләрен тиҫкәре, Үҙ тауышына ҡарата һаңғырау итә.
Алланың асыуы һәм шәфҡәте
19 Берәйегеҙ минән: «Шулай булғас ниңә беҙҙе ғәйепләй һуң? Уның ихтыярына берәйһе ҡаршы килә аламы ни?» – тип һорар. 20 Эй һин, әҙәм балаһы, Алла менән бәхәсләшергә кем һуң һин? Көршәк үҙен яһаусыға: «Ни эшләп һин мине былай итеп яһаның?» – тип әйтерме? 21 Көршәксенең бер үк балсыҡтан бер һауытты – биҙәүестәр өсөн ҡиммәтле, ә икенсеһен сүп-сар өсөн ябай итеп яһарға хоҡуғы юҡмы ни? 22 Алла ла шулай уҡ эшләне түгелме һуң? Әгәр Ул Үҙенең асыуын һәм ҡөҙрәтен күрһәтергә теләп, һәләкәткә дусар ителгән «нәфрәт көршәктәре»нә ҡарата ҙур сабырлыҡ күрһәткән булһа? Быны Ул Үҙенең даны хаҡына алдан уҡ Үҙе әҙерләгән «шәфҡәт көршәктәре»нә Үҙенең данының байлығын асыу өсөн дә эшләне. 24 Әлеге «шәфҡәт көршәктәре» – беҙ, Алла беҙҙе саҡырҙы – йәһүдтәрҙе генә түгел, йәһүд булмағандарҙы ла. 25 Осия китабында Алла былай тип әйткән:
«Минең халҡым булмағанды – Үҙ халҡым,
ҡәҙерле булмағанды ҡәҙерлем тип атармын.
26 „Һеҙ Минең халҡым түгел“, – тип әйтелгән урында
улар мәңге тере Алланың балалары тип аталырҙар».
27 Ишағыя пәйғәмбәр иһә Израиль тураһында былай тип иғлан иткән:
«Израилдәрҙең һаны диңгеҙ ярындағы ҡом бөртөктәре хәтлем булһа ла,
уларҙың аҙҙары ғына ҡотолор.
28 Сөнки Раббы, ер йөҙөндә хөкөмөн тиҙ арала тамамлап,
тәүәккәл эш башҡарыр».
29 Ишағыя алдан уҡ әйткәнсә:
«Әгәр сикһеҙ Ҡөҙрәтле Раббы нәҫел ҡалдырмаһа,
беҙ Содом кеүек булыр һәм Гоморраға оҡшар инек».
30 Ни тип әйтергә һуң? Аҡланыуға ынтылмаған бүтән халыҡтар аҡланыу алды. Был аҡланыу иман аша булды. 31 Израиль иһә ҡанун үтәү юлы аша аҡланыу табырға ынтылды, әммә быға өлгәшә алманы. 32 Ни өсөн? Сөнки аҡланыуҙы иман нигеҙендә түгел, ә ҡанун нигеҙендә эҙләнеләр. Шуға ла улар «ташҡа» абынды. 33 Изге Яҙмала был таш тураһында былай тип әйтелгән:
«Бына, Сионда кешеләрҙе абындырасаҡ бер таш
һәм улар абынып йығыласаҡ бер ҡая ҡуям.
Әммә Уға инаныусы һис кем оятҡа ҡалмаҫ».
10Израиль өсөн доға ҡылыу
1 Имандаштар, мин ихлас күңелдән Израилдең ҡотолоуын теләйем һәм Аллаға доға ҡылам. 2 Улар тураһында шаһитлыҡ ҡылам: үҙҙәрен Аллаға бик тырышып бағышлаһалар ҙа, был хаҡ белемгә нигеҙләнмәгән. 3 Алланың кешеләрҙе нисек аҡлауын аңлап етмәйенсә, үҙҙәренең аҡланыу юлын урынлаштырырға ынтылып, улар Алланың аҡлау юлына буйһонманы. 4 Мәсих иһә ҡанун ҡуйған маҡсатҡа өлгәште һәм Үҙенә инанған һәр кемде хаҡ тип иғлан итте.
Ҡотолоу – бөтөнөһө өсөн дә
5 Муса ҡанунды үтәү аша килгән хаҡлыҡ тураһында былай тип яҙа: «Ҡанун талаптарын үтәүсе шул талаптар менән йәшәйәсәк». 6 Ә иман аша килгән хаҡлыҡ тураһында былай тиелә: «Күккә беҙҙең өсөн кем күтәрелер?» (йәғни Мәсихте төшөрөү өсөн) 7 Йәки: «Упҡынға беҙҙең өсөн кем төшөр? (йәғни Мәсихте үленән алып сығыу өсөн), – тип үҙ-үҙеңдән һорама». 8 Изге Яҙмала ни тип әйтелә һуң? «Алла һүҙе һинең яныңда, телеңдә һәм йөрәгеңдә». Был һүҙ – беҙ хәбәр итә торған иман һүҙе ул. 9 Әгәр Ғайсаны Раббы тип таныһаң һәм Алланың Уны үленән терелтеүенә ихлас ышанһаң, ҡотоласаҡһың. 10 Ихлас ышаныу хаҡ булыуға алып килә, ә тел ярҙамында иманды таныу ҡотолоу килтерә. 11 Изге Яҙмала былай тип әйтелә: «Уға инаныусы һис кем оятҡа ҡалмаҫ». 12 Бында иһә йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар араһында айырма юҡ, сөнки бөтөнөһө өсөн дә Раббы бер үк, Уға үтенеп мөрәжәғәт итеүселәргә Ул йомартлыҡ күрһәтә. 13 «Раббыға мөрәжәғәт иткән һәр кем ҡотолор».
14 Әммә Раббыға инанмағандар Уға нисек мөрәжәғәт итер? Уның тураһында ишетмәгәндәр Уға нисек инана алыр? Уларға бер кем дә иғлан итмәгәс, нисек ишетерҙәр? 15 Ебәрелмәгән булһа, нисек итеп берәйһе иғлан итә алыр? Изге Яҙмала: «Һөйөнөслө хәбәр килтереүселәрҙең килеүе ҡайһылай күңелле!» – тип әйтелә. 16 Әммә Һөйөнөслө Хәбәрҙе бөтөнөһө лә ҡабул итмәне, Ишағыя былай ти бит: «Раббым! Беҙ һөйләгән хәбәргә кем ышанды?» 17 Шулай итеп, иман – ишетеү, йәғни Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетеү аша килә. 18 Әммә мин, әллә Израиль халҡы был хәбәрҙе ишетмәнеме икән, тип һорайым. Әлбиттә, ишеткәндәр:
«Вәғәзләүселәрҙең тауышы бөтөн донъя буйлап үтте,
һәм уларҙың һүҙҙәре йыһан сиктәренә барып етте».
19 Тағы ла, Израиль халҡы быны аңламанымы ни, тип һорайым. Быға Алла һүҙҙәре менән тәүге булып Муса яуап бирә:
«Мин һеҙҙә халыҡ тип атап булмаған халыҡ аша көнсөллөк уятасаҡмын,
Минең турала белмәгән халыҡ аша асыу тыуҙырасаҡмын».
20 Ә Ишағыя Алла һүҙҙәре менән ҡыйыу рәүештә былай ти:
«Мине эҙләмәгән кешеләр Мине тапты.
Минең турала һорамағандарға Мин асылдым».
21 Израиль халҡы тураһында иһә Алла былай тип әйтә:
«Мин тыңлауһыҙ һәм үҙһүҙле халыҡҡа
көнө буйы ҡулдарымды һуҙып торҙом».
11Алланың Израилгә ҡарата мәрхәмәте
1 Шуға ла мин, Алла Үҙ халҡын кире ҡаҡҡанмы ни, тип һорайым. Әлбиттә, юҡ! Мин үҙем дә Израиль кешеһе. Ибраһим нәҫеленән, Вениамин тоҡомонанмын. 2 Алла Үҙ халҡын кире ҡаҡманы, Ул уларҙы алдан уҡ һайлап алды. Һеҙ Изге Яҙмала Ильяс тураһында нимә тиелгәнен белмәйһегеҙме ни? Ул, Израиль халҡына зарланып, Аллаға: 3 «Йә Раббым! Пәйғәмбәрҙәреңде үлтерҙеләр, ҡорбан килтереү урындарыңды емерҙеләр, мин бер үҙем ҡалдым, инде мине лә үлтерергә теләйҙәр», – тигән. 4 Уға Алла нимә тип яуап бирә һуң? «Мин ялған илаһ Ваал алдында теҙләнеп, уға табынмаған ете мең кешене Үҙем өсөн һаҡлап алып ҡалдым». 5 Алла Үҙенең мәрхәмәте буйынса һайлап алған кешеләр әле лә бар, әммә улар күп түгел. 6 Әммә Алланың һайлауы Үҙенең мәрхәмәте буйынса икән, тимәк, кешеләрҙең эштәренә ҡарап түгел; юғиһә, мәрхәмәт ысын мәрхәмәт булмаҫ ине.
7 Ни тиергә һуң? Израиль халҡы маҡсатына өлгәшмәне, ә һайланған өлөшө генә өлгәште. Башҡалар иһә тиҫкәреләнеп Алла һүҙен ишетергә теләмәне. 8 Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Алла уларҙы күҙҙәре булһа ла күрмәй,
ҡолаҡтары булһа ла ишетмәй торған итеп,
әлеге көнгә тиклем тәрән йоҡоға талдырҙы».
9 Дауыт та былай ти:
«Уларҙың табыны ҡорбан килтереү мәлендә
үҙҙәре өсөн йәтмәгә лә, тоҙаҡҡа ла,
абындырыусы нәмәгә лә әйләнһен һәм яза булһын.
10 Уларҙың күҙҙәре күрмәҫ өсөн томаланһын,
арҡалары ғүмер буйы бөкөрәйгән хәлдә ҡалһын».
11 Шулай итеп, һеҙҙән, Израиль халҡы абынған саҡта бөтөнләйгә йығылдымы әллә, тип һорайым. Әлбиттә, юҡ! Тик уларҙың абыныуҙары арҡаһында бүтән халыҡтарға ҡотолоу килде, был иһә Израиль халҡында көнсөллөк уятты. 12 Әгәр уларҙың абыныуҙары донъяға, ә юғалтыуҙары бүтән халыҡтарға байлыҡ килтерә икән, Израиль халҡының Мәсихте ҡабул иткән өлөшө тулы һанға еткәндән һуң, байлыҡ ни тиклемгә күберәк артыр!
Йәһүд булмағандарҙың ҡотолоуы
13 Йәһүд булмағандар, һеҙгә әйтәм: мин, йәһүд булмағандарҙың илсеһе булараҡ, үҙ хеҙмәтемде ихтирам итәм. 14 Ошоноң менән милләттәштәремдең көнсөллөгөн уятып, ҡайһы берҙәрен ҡотҡара алмаммы икән? 15 Әгәр уларҙың кире ҡағылыуы донъяны Алла менән дуҫлашыуға килтерә икән, Алла тарафынан ҡабул ителеүҙәре нисек булыр һуң? Был бит үлеләр өсөн терелеү. 16 Аллаға бүләк ителгән беренсе икмәк изге булһа, шул ҡамырҙан бешерелгән башҡа икмәктәр ҙә изге; ағастың тамыры изге булһа инде, ботаҡтары ла изге. 17 Әгәр зәйтүн ағасы ботаҡтарының ҡайһы берҙәре һындырылһа, һәм һин, ҡырағай зәйтүн ағасының ботағы, улар урынына ялғанып, зәйтүн тамырының һуты менән туйынаһың икән, ул саҡта 18 һындырылған ботаҡтар алдында маһайма. Маһайһаң, иҫеңдә тот: һин тамырҙы түгел, ә тамыр һине тотоп тора. 19 Бәлки һин: «Ҡайһы бер ботаҡтар мине ялғап ҡуйыу өсөн һындырылды бит», – тип әйтерһең. 20 Дөрөҫ, улар иман тотмағанға күрә һындырылды, ә һин иман арҡаһында ялғанып тораһың: мороноңдо күтәрмә, киреһенсә, һаҡ бул. 21 Әгәр Алла тәбиғи ботаҡтарҙы аямаған икән, һине лә аямаҫ. 22 Шулай итеп, Алланың изгелеге лә, ҡырыҫлығы ла күҙ алдыңда. Ул иман юлынан тайпылғандарға ҡарата ҡырыҫ, ә һиңә, әгәр Алла изгелегенә өмөт бағлауыңды дауам итһәң, изгелекле булыр. Киреһенсә икән, һин дә киҫеп ташланырһың. 23 Әммә юлдан тайпылғандар ҙа, иманһыҙ булыуҙарын дауам итмәһәләр, кире ялғанырҙар. Уларҙы кире ялғарға Алланың ҡеүәте етә. 24 Әгәр һин ҡырағай зәйтүн ағасынан киҫелеп, баҡсала үҫкән зәйтүн ағасына тәбиғи булмағанса ялғанғанһың икән, ул саҡта һындырылған тәбиғи ботаҡтар үҙ ағасына яңынан бигерәк тә еңелерәк ялғаныр.
Алланың бөтөн халыҡтарға мәрхәмәтле булыуы
25 Имандаштар, үҙегеҙҙе булғанынан аҡыллыраҡ һанамаһын өсөн, был серҙең һеҙҙән йәшерен ҡалыуын теләмәйем. Йәһүд булмағандарҙың Алланы ҡабул иткән өлөшө тулы һанға еткәнгә тиклем Израилдең бер өлөшө тиҫкәреләнеүен дауам итер. 26 Шул рәүешле бөтөн Израиль ҡотҡарылыр, Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Сиондан Ҡотҡарыусы килер
һәм Яҡуб тоҡомонан иманһыҙлыҡты алыр,
27 Мин уларҙың гонаһтарын алып ташлармын
– улар менән төҙөгән килешеүем бына шул булыр».
28 Һөйөнөслө Хәбәргә килгәндә, улар һеҙҙең хаҡҡа Алланың дошмандары, әммә Алланың һайлауына килгәндә, улар ата-бабалары хаҡына Алланың ҡәҙерлеләре булып ҡала. 29 Сөнки Алланың бүләктәре лә, саҡырыуы ла кире алынмай. 30 Ҡасандыр һеҙ Аллаға ҡарата итәғәтһеҙ инегеҙ, ә хәҙер, Израилдең буйһонмауы арҡаһында, шәфҡәт алдығыҙ. 31 Шуның һымаҡ хәҙер улар ҙа һеҙгә күрһәтелгән шәфҡәт өсөн Аллаға буйһонмайҙар, был иһә уларға ла шәфҡәт күрһәтелһен өсөн эшләнелә. 32 Сөнки Алла барыһына ла шәфҡәт күрһәтһен өсөн, һәммәһен дә итәғәтһеҙлек тотҡоно итте.
Аллаға дан һүҙҙәре
33 Алланың байлығы, зирәклеге һәм белеме ни тиклем тәрән!
Уның ҡарарҙары аҡылға һыймаҫлыҡ һәм юлдары аңламаҫлыҡ!
34 Раббының аңына кем төшөнгән?
Уға кем кәңәшсе булған?
35 Йәки берәйһе Уның тарафынан кире ҡайтарылырға тейешле
нәмәне биргәне бармы ни?
36 Бар нәмә Унан, Уның аша һәм Уға табан йүнәлгән. Уға мәңгегә дан! Амин.
12Ғайса Мәсихтә яңы тормош
1 Шулай итеп, имандаштар, Алла шәфҡәте хаҡына һеҙгә мөрәжәғәт итәм: үҙегеҙҙе Аллаға яраҡлы тере изге ҡорбан итеп тәҡдим итегеҙ, был Аллаға һеҙҙең ихлас ғибәҙәтегеҙ булыр. 2 Был донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ, ә зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Шулай итеп һеҙ Алланың ихтыярын – нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил икәнлеген асыҡлай алырһығыҙ. 3 Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт менән һәр берегеҙгә әйтәм: үҙегеҙ тураһында тейешенән юғарыраҡ фекерҙә булмайынса, һәр кемегеҙ Алла биргән иман миҡдарынан сығып айыҡ фекер йөрөтөгөҙ. 4 Тәнебеҙҙә ағзалар күп, бөтөн ағзалар ҙа бер үк эш башҡармаған кеүек, 5 беҙ ҙә, күп булһаҡ та, Мәсихтә бер тән тәшкил итәбеҙ, тик һәр беребеҙ айырым-айырым бер-беребеҙҙең ағзалары булып торабыҙ. 6 Алланың мәрхәмәте буйынса алған рухи һәләттәребеҙ төрлө, шулай булғас, кемгәлер пәйғәмбәрлек итеү һәләте бирелгән икән, уны ышанысы буйынса файҙаланһын. 7 Имандаштарына хеҙмәт итеү һәләте бирелһә иһә, хеҙмәт итһен, өйрәтеү һәләте бирелһә, өйрәтһен. 8 Күңел күтәреү һәләте бирелә икән, күтәрһен, үҙенекен башҡалар менән уртаҡлашһа, эскерһеҙ уртаҡлашһын; етәксе һәләтенә эйә икән, эшендә тырышлыҡ күрһәтһен, шәфҡәткә эйә булһа, шатланып шәфҡәтлек итһен.
9 Мөхәббәтегеҙ саф күңелдән булһын, яманлыҡҡа нәфрәтле, яҡшылыҡҡа тоғро булығыҙ. 10 Бер-берегеҙҙе туғандарса эскерһеҙ яратығыҙ, бер-берегеҙҙе үҙегеҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ хөрмәт итегеҙ. 11 Тырышлығығыҙҙы һүлпәнәйтмәгеҙ, Изге Рух менән янып тороғоҙ, Раббыға хеҙмәт итегеҙ. 12 Үҙегеҙҙә булған өмөткә ҡыуанығыҙ, ҡайғыларҙа ныҡ булығыҙ, арымай-талмай доға ҡылығыҙ. 13 Мохтажлыҡ кисергән имандашығыҙ менән үҙегеҙҙекен бүлешегеҙ, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтегеҙ. 14 Һеҙҙе эҙәрлекләүселәргә Алланан фатиха һорағыҙ. Фатиха һорағыҙ, ҡарғамағыҙ. 15 Ҡыуанғандар менән бергә ҡыуанығыҙ, илағандар менән бергә илағыҙ. 16 Бер-берегеҙ менән килешеп йәшәгеҙ, тәкәббер булмағыҙ, шулай уҡ ябай кешеләр менән аралашығыҙ, үҙегеҙҙе булғанынан аҡыллыраҡ һанамағыҙ. 17 Бер кемгә лә яманлыҡҡа ҡаршы яманлыҡ ҡылмағыҙ, киреһенсә, тормош рәүешегеҙ бөтөнөһө өсөн дә өлгө булып торһон. 18 Әгәр мөмкинлегегеҙ бар икән, барыһы менән дә хәлегеҙҙән килгәнсә татыу йәшәгеҙ. 19 Ҡәҙерлеләрем, үҙегеҙ өсөн үс алмағыҙ, Алла асыуына урын ҡалдырығыҙ. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Үс алыу – Минең эшем. Әжерен Үҙем ҡайтарырмын, ти Раббы». 20 Киреһенсә, «дошманың ас булһа, тамағын туйҙыр, һыуһаған булһа, һыуһынын ҡандыр. Был изгелекте ҡылып, һин уны шул тиклем оялтасаҡһың, оятынан „янып үлерҙәй“ буласаҡ ». 21 Яманлыҡтан еңелмә, ә яманлыҡты яҡшылыҡ менән ең.
13Хакимлыҡ тураһында
1 Һәр кем хакимлыҡ иткән етәкселәргә буйһонһон, сөнки Алла урынлаштырған хакимлыҡтан башҡа хакимлыҡ юҡ. Ғәмәлдәге хакимлыҡтар Алла тарафынан урынлаштырылған. 2 Шуға күрә хакимлыҡҡа ҡаршы килеүсе Алла урынлаштырған тәртипкә ҡаршы килә. Ундайҙар иһә үҙҙәрен хөкөмгә дусар итә. 3 Етәкселәр яҡшылыҡ ҡылыусылар өсөн түгел, яманлыҡ ҡылыусылар өсөн ҡурҡыныс. Хакимлыҡтан ҡурҡмаҫҡа теләһәң, яҡшылыҡ эшлә һәм маҡтау алырһың. 4 Хакимлыҡ итеүсе һинең мәнфәғәтең өсөн Аллаға хеҙмәт итә. Әгәр яуызлыҡ ҡылаһың икән – унан ҡурҡ, юҡҡа ғына ҡылыс тағып йөрөмәй бит. Ул, Алла хеҙмәтсеһе булараҡ, яуызлыҡ ҡылыусыларҙы Алланың асыуына дусар итеп, яза бирә. 5 Шуға күрә хакимлыҡ итеүселәргә яза алыуҙан ҡурҡып ҡына түгел, ә выжданың ҡушыуы буйынса буйһонорға кәрәк. 6 Шуның өсөн һеҙ һалым түләйһегеҙ ҙә инде, сөнки улар үҙҙәрен үҙ вазифаларына бағышлап, Аллаға хеҙмәт итә. 7 Шулай булғас, һәр кемгә тейешлеһен бирегеҙ: кемгә һалым түләргә тейешһегеҙ – һалым, кемгә яһаҡ – яһаҡ түләгеҙ, ҡурҡырға тейеш булғандан ҡурҡығыҙ, хөрмәткә лайыҡлыларҙы хөрмәт итегеҙ.
Бер-берегеҙгә булған бурыстарығыҙ
8 Бер-берегеҙгә булған мөхәббәттән башҡа бер кемгә лә бер нәмә менән дә бурыслы булмағыҙ. Икенсе кешегә ҡарата мөхәббәт ҡанун талаптарын үтәй. 9 «Зина ҡылма, кеше үлтермә, урлашма, башҡаныҡына нәфсеңде һуҙма» һәм башҡа төрлө әмерҙәр, бер һүҙ менән әйткәндә, «яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат» тигәнде аңлата. 10 Мөхәббәт бүтән кешегә яуызлыҡ килтермәй, тимәк, мөхәббәт ҡанун талаптарын үтәү булып тора.
11 Ошоларҙы үтәгеҙ, сөнки ниндәй заманда йәшәүегеҙҙе беләһегеҙ, беҙгә йоҡонан уяныу сәғәте килеп тә етте. Беҙ иманға килгән ваҡытҡа ҡарағанда, ҡотолоу мәле хәҙер яҡыныраҡ. 12 Төн үтеп бара, көн тыуа. Әйҙәгеҙ, ҡараңғылыҡ эштәренән ситләшеп, яҡтылыҡ ҡоралдарын алайыҡ. 13 Ҡоторонҡо мәжлес һәм эскелек, фәхешлек һәм аҙғынлыҡ, ыҙғыш-талаш һәм көнсөллөккә бирелмәйенсә, үҙебеҙҙе көн яҡтылығындағы кеүек әҙәпле тотайыҡ. 14 Тормошоғоҙ менән Раббы Ғайса Мәсих идара итһен. Гонаһлы тәбиғәтегеҙҙең аҙғын теләктәрен ҡәнәғәтләндереү тураһында уйлауҙан туҡтағыҙ.
14Имандашыңды хөкөм итмә
1 Иманы көсһөҙ кешене ҡабул итегеҙ, әммә фекерҙәре тураһында бәхәсләшмәгеҙ. 2 Кемдер, иманы буйынса, һәр төрлө ризыҡ хәләл тип уйлай, ә иманы көсһөҙ булғаны гонаһ ҡылыуҙан ҡурҡып, йәшелсә генә ашай. 3 Бөтөн нәмәне ашаған ашамаусыға ерәнеп ҡарамаһын, ашамаған иһә ашаусыны хөкөм итмәһен, сөнки Алла уны Үҙенә ҡабул иткән. 4 Башҡа кешеләрҙең хеҙмәтсеһен хөкөм итергә һин кем? Ул баҫып торамы, йығылып ятамы, уны үҙ хужаһы ғына хәл итер. Ул иһә баҫып торасаҡ, сөнки уны баҫтырып ҡуйырға Раббының ҡөҙрәте етерлек.
5 Кемдер ҡайһылыр көндәрҙең береһен башҡаларына ҡарағанда мөһимерәк тип иҫәпләй, ә икенсе берәү һәммә көндәр ҙә бер төрлө тип һанай. Һәр кем үҙ ҡарашы буйынса эш итә. 6 Кем бер көн икенсеһенән мөһимерәк тип һанай, ул Раббы хөрмәтенә шулай тип иҫәпләй. Һәр төрлө ризыҡты ашаусы ла быны Раббы хөрмәтенә эшләй, сөнки Аллаға шөкөр итә. Ашамаған да быны Раббы хаҡына эшләй, ул да Аллаға шөкөр итә. 7 Беҙҙең беребеҙ ҙә үҙе өсөн йәшәмәй һәм беребеҙ ҙә үҙе өсөн үлмәй. 8 Йәшәйбеҙ икән – Раббы өсөн йәшәйбеҙ, үләбеҙ икән – Раббы өсөн үләбеҙ. Шуға күрә йәшәһәк тә, үлһәк тә – Раббыныҡыбыҙ. 9 Мәсих үлеләр һәм тереләр өҫтөнән Хужа булып хакимлыҡ итеү өсөн үлде һәм терелде. 10 Шулай булғас, һин ни өсөн имандашыңды хөкөм итәһең? Йәки ерәнеп ҡарайһың? Беҙ бит бөтөнөбөҙ ҙә Аллабыҙ хөкөмө алдына баҫасаҡбыҙ. 11 Изге Яҙмала былай тип әйтелгән:
«Мәңге тере булыуым хаҡ булған кеүек,
Минең алдымда һәр береһе теҙләнәсәк һәм
һәр тел Минең Алла икәнемде таныясаҡ, –
ти Раббы».
12 Шулай итеп, һәр беребеҙ үҙе тураһында Алла алдында хисап тотасаҡ.
Имандашыңды гонаһҡа ҡотортма
13 Шуға күрә бер-беребеҙҙе хөкөм итеүҙән туҡтайыҡ. Уның урынына әйҙәгеҙ имандаштарыбыҙҙы юлдан яҙҙырмаҫлыҡ һәм гонаһҡа ҡотортмаҫлыҡ бер нәмә лә ҡылмау тураһында ҡарар ҡылайыҡ. 14 Мин ышанам һәм бының өсөн Раббы Ғайсаға һылтана алам: бер нәмә лә үҙенән-үҙе харам түгел, ә берәйһе берәй нәмәне харам тип уйлаһа, шул нәмә уның өсөн харам була. 15 Ашаған ризығың имандашыңды борсоуға һала икән, һин яратып эш итмәйһең. Үҙ ризығың менән уға һәләкәт килтермә, Мәсих уның хаҡына ла үлде бит. 16 Алла һеҙгә биргән яҡшы нәмә хурланмаһын. 17 Алла батшалығы ризыҡ менән эсемлектән түгел, ә Изге Рух биргән хаҡлыҡ, именлек һәм шатлыҡтан тора. 18 Бының менән Мәсихкә хеҙмәт итеүсе Алланы ҡыуандыра һәм кешеләр тарафынан хуплана. 19 Шулай булғас, именлеккә һәм иманда бер-беребеҙгә ярҙам итергә ынтылайыҡ. 20 Ризыҡ арҡаһында Алланың эшен юҡҡа сығарма. Һәр ризыҡ саф, әммә ашаған аҙығың менән берәйһен гонаһҡа ҡотортһаң, дөрөҫ булмай. 21 Ит ашамауың, шарап эсмәүең, имандашыңдың абыныуына килтерерлек башҡа нәмәләр эшләмәүең яҡшы. 22 Быға ҡарата булған фекереңде үҙең менән Алла араһында ғына һаҡлап тот. Үҙе хаҡлы тип һанаған нәмә өсөн үҙен хөкөм итерлек ғәйеп тапмаған кеше бәхетле. 23 Кеше берәй ризыҡты ашарға яраймы, юҡмы тип шикләнеп ашаһа, Алла хөкөм итер, сөнки ул иман буйынса эшләмәй, ә иман буйынса эшләнмәгән бөтөн нәмә – гонаһ.
15Үҙеңде түгел, башҡаларҙы ҡайғырт
1 Беҙ, көслөләр, үҙебеҙҙе генә ҡайғыртырға түгел, ә көсһөҙҙәрҙең йөктәрен дә күтәреп йөрөргә тейешбеҙ. 2 Һәр беребеҙ башҡаларҙың иманын нығытыу өсөн, уға яҡшы булһын тип, уның хаҡында ҡайғыртайыҡ. 3 Мәсих тә Үҙе тураһында уйламаны. Изге Яҙмала яҙылғанса: «Һине яманлаусыларҙың хурлау һүҙҙәре, Аллам, Минең өҫтөмә төштө». 4 Элек Изге Яҙмала яҙылғандарҙың барыһы ла, улар биргән сабырлыҡ һәм йыуаныу аша өмөтөбөҙ булһын өсөн, нәсихәт итеп яҙылған. 5 Сабырлыҡ һәм йыуаныу сығанағы булған Алла һеҙгә, Ғайса Мәсих юлынан барыусыларға тейеш булғанса, бер-берегеҙ менән аңлашып йәшәү бирһен. 6 Шулай итеп, һеҙ берҙәм рәүештә, бер һүҙҙән Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһын һәм Атаһын данларһығыҙ.
Йәһүд булмағандарға Һөйөнөслө Хәбәр
7 Шуға күрә, Аллаға дан булһын өсөн Мәсих һеҙҙе ҡабул иткән кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе ҡабул итегеҙ. 8 Шуны әйтәм: ата-бабаларға бирелгән вәғәҙәләрҙе раҫлау өсөн, Алланың тоғролоғон күрһәтеү өсөн, Мәсих сөннәтлеләргә хеҙмәт итергә килде. 9 Мәсих Алланы шәфҡәтлелеге өсөн башҡа халыҡтар ҙа данлаһын өсөн килде. Изге Яҙмала яҙылғанса:
«Шуға ла Һине бүтән халыҡтар араһында данлармын,
Һинең исемеңде маҡтап йырлармын».
10 Былай тип тә әйтелгән:
«Халыҡтар, Уның халҡы менән бергә шатланығыҙ».
11 Һәм тағы ла:
«Барлыҡ милләттәр, Раббыны маҡтағыҙ,
бөтөн халыҡтар, Уны данлағыҙ».
12 Ишағыя ла былай ти:
«Иессей нәҫеленән Берәү килер
һәм халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итергә күтәрелер.
Улар Уға өмөт бағлар».
13 Изге Рухтың ҡөҙрәте менән өмөтөгөҙ артһын өсөн, өмөт биреүсе Алла һеҙҙе Уға инаныу аша бөтөн шатлыҡ һәм именлек менән һуғарһын.
Йәһүд булмағандар араһында хеҙмәт
14 Имандаштарым, мин үҙем һеҙҙең изгелек менән һуғарылған булыуығыҙға, һәр төрлө белемгә эйә икәнлегегеҙгә һәм бер-берегеҙгә өгөт-нәсихәт бирә алыуығыҙға ышанам. 15 Шуға ҡарамаҫтан, имандаштар, ҡайһы бер мәсьәләләр тураһында иҫегеҙгә төшөрөп ҡыйыу рәүештә яҙҙым, сөнки мин, Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт аша, 16 йәһүд булмағандар араһында Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһемен. Йәһүд булмағандар Аллаға яраҡлы, Изге Рух тарафынан изгеләндерелгән ҡорбан булһын өсөн, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләп, рухани хеҙмәтен башҡарам. 17 Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша Аллаға хеҙмәт итеүем менән ғорурлана алам. 18 Йәһүд булмағандарҙы Аллаға буйһондорорға теләп, Мәсихтең минең аша ҡылған ғәмәлдәренән башҡа нәмә тураһында һөйләргә батырсылыҡ итмәйем. Ул быларҙы минең һүҙем һәм эшем менән, 19 мөғжизәләр һәм хикмәттәр көсө ярҙамында, Алла рухының ҡөҙрәте менән башҡарҙы. Мин, Иерусалимдан алып Иллирик яҡтарына тиклем урау юлдарҙан барып, Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе тулыһынса бәйән иттем. 20 Башҡалар нигеҙ һалған урында ҡормаҫ өсөн, мин Һөйөнөслө Хәбәрҙе Мәсихтең исеме билдәле булмаған урындарҙа вәғәзләргә тырыша инем. 21 Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Уның тураһында кемгә әйтелмәгән, шулар күрерҙәр,
кем ишетмәгән, аңларҙар».
22 Шуның өсөн, күп тапҡырҙар янығыҙға барырға ниәтләп тә, хеҙмәтем арҡаһында бара алманым да инде. 23 Хәҙер иһә был төбәктәрҙә эштәремде тамамлағанға һәм оҙаҡ йылдар буйы янығыҙға барырға теләгәнгә күрә, 24 Испанияға китеп барышлай һеҙгә лә һуғылырға йыйынам. Һеҙҙең менән аралашыуҙан бер ни тиклем ләззәт алғандан һуң, миңә унда тиклем барып етергә ярҙам итерһегеҙ, тип өмөтләнәм. 25 Ә хәҙер, имандаштарға хеҙмәт итеү өсөн, Иерусалимға юлланам, 26 сөнки Македония менән Ахаиялағы берҙәмлектәр Иерусалимдағы имандаштар араһындағы ярлыларға аҡсалата ярҙам күрһәтергә ҡарар итте. 27 Улар үҙҙәре шундай ҡарарға килде; һәм, ысынлап та, элекке мәжүсиҙәрҙең хәҙерге имандаш йәһүд туғандары алдында бурысы бар. Иерусалимдағы иман тотоусыларҙың рухи байлығын уртаҡлашҡанға күрә, уларға матди яҡтан ярҙам күрһәтергә тейештәр. 28 Мин, ошо эште башҡарғас һәм йыйылған аҡсаны тейешенсә тапшырғас, Испанияға юлланырмын һәм, унда барышлай, янығыҙҙа туҡталырмын. 29 Янығыҙға килгәндә, Мәсихтән тулы фатиха алып килеремде беләм.
30 Имандаштарым, беҙ бер-беребеҙгә Изге Рухтан килгән һөйөү менән бәйләнгәнбеҙ, шуға күрә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих хаҡына саҡырам: минең менән бергә көрәшеп, минең өсөн Аллаға доға ҡылығыҙ. 31 Йәһүҙиәләге иманһыҙҙарҙың миңә зыяны теймәһен һәм Иерусалимдағы имандаштар мин алып барған аҡсалата ярҙамды яҡшы ҡабул итһен өсөн доға ҡылығыҙ. 32 Шулай итеп, Алла насип итһә, мин янығыҙға ҡыуанып килермен һәм, һеҙҙең менән аралашып, көс туплай алырмын. 33 Именлек Аллаһы һеҙҙең бөтөнөгөҙ менән бергә булһын. Амин.
16Сәләмдәр
1 Һеҙгә Кенхрейҙағы берҙәмлектең ярҙамсыһы ҡыҙ имандашыбыҙ Фиваны тәҡдим итәм. 2 Ул Раббыныҡы булғанға күрә, уны изгеләргә лайыҡлы булғанса ҡабул итегеҙ һәм тейешле ярҙам күрһәтегеҙ, сөнки ул күптәрҙе, минең үҙемде лә ҡурсаланы. 3 Минең менән бергә Ғайса Мәсихкә хеҙмәт итеүсе Прискилла менән Акилаға сәләм әйтегеҙ. 4 Улар минең тормошом хаҡына ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙы, ул икәүгә мин генә түгел, иманға килгән мәжүсиҙәрҙең бөтөн берҙәмлектәре лә рәхмәтле. 5 Уларҙың йортонда йыйылыусы берҙәмлеккә лә сәләмдәремде еткерегеҙ. Асия өлкәһендә Мәсихкә беренсе булып инаныусы ҡәҙерле дуҫым Епенетҡа сәләм тапшырығыҙ. 6 Һеҙҙең өсөн күп тырышлыҡтар һалған Мәрйәмгә сәләм әйтегеҙ. 7 Минең менән бергә тотҡонлоҡта булған яҡташтарым Андроник менән Юнияға сәләм тапшырығыҙ. Улар илселәр араһында мөһим урын алып тора, һәм Мәсихкә миңә тиклем үк инанғандар. 8 Раббы мине мөхәббәт ептәре менән бәйләгән ҡәҙерле дуҫым Амплийға сәләм әйтегеҙ. 9 Беҙҙең менән Мәсихкә хеҙмәт итеүсе Урбанға һәм ҡәҙерле дуҫым Стахийға сәләм белдерегеҙ. 10 Мәсихкә тоғролоғо һыналған Апеллесҡа, Аристовул йортондағыларға сәләм еткерегеҙ. 11 Яҡташым Иродионға сәләм әйтегеҙ, Наркисс йортондағыларҙың Раббыға инаныусыларына сәләм күндерегеҙ. 12 Раббы хаҡына тырышып хеҙмәт итеүсе Трифен менән Трифосҡа ла сәләм. Раббы хаҡына күп тырышлыҡ һалған ҡәҙерле Персидаға сәләмдәремде әйтегеҙ. 13 Раббы тарафынан һайланған Руфты һәм уның әсәһен сәләмләгеҙ. Уның әсәһе миңә лә әсәй кеүек. 14 Асинкрит, Флегонт, Ером, Патров, Ермийға һәм улар менән булған имандаштарға сәләм әйтегеҙ. 15 Филолог менән Юлияға, Нирей менән уның һеңлеһенә, Олимпанға һәм улар менән бергә булған бөтөн изгеләргә сәләм. 16 Бер-берегеҙҙе изге үбеү менән сәләмләгеҙ. Мәсихтең бөтөн берҙәмлектәре һеҙгә сәләм тапшыра.
Һуңғы нәсихәттәр
17 Имандаштар, һеҙгә мөрәжәғәт итәм: үҙегеҙ өйрәнгән тәғлимәткә ҡаршы сығып, шул рәүешле бүленеш килтереп сығарыусы һәм тоғро юлдан яҙҙырыуға сәбәп тыуҙырыусыларҙан һаҡ булығыҙ һәм ундайҙарҙан ситләшегеҙ. 18 Ундай кешеләр Раббыбыҙ Мәсихкә түгел, ә үҙҙәренең ҡарындарына хеҙмәт итә. Ышандырырлыҡ һүҙҙәр һөйләп, ялағайланып, ихлас күңеллеләрҙе алдай. 19 Һеҙҙең Һөйөнөслө Хәбәр буйынса йәшәүегеҙ һәммәһенә лә мәғлүм. Шуға күрә мин һеҙҙең өсөн шатланам һәм яҡшылыҡҡа ҡарата зирәк, яманлыҡҡа ҡарата хәйләһеҙ булыуығыҙҙы теләйем. 20 Именлек Аллаһы Иблисте тиҙҙән аяҡтарығыҙ аҫтында иҙәсәк. Раббыбыҙ Ғайсаның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.
21 Хеҙмәттәшем Тимофей һәм яҡташтарым Луций, Иасон менән Сосипатр һеҙгә сәләм ебәрә. 22 Ошо хатты Павел һүҙҙәренән яҙыусы мин, Тертий ҙа, һеҙҙең менән Раббы аша бәйләнгән кеше булараҡ, һеҙҙе сәләмләйем. 23 Мине өйөндә һәр саҡ ихлас ҡабул иткән һәм уның йортонда йыйылған имандаштарҙың барыһы өсөн дә ишеге асыҡ булған Гай һеҙҙе сәләмләй. Ҡала милке менән идара итеүсе Ераст, имандашыбыҙ Кварт һеҙгә сәләм ебәрә . 25 Аллаға дан! Ғайса Мәсих тураһында мин һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәр буйынса, Ул һеҙҙе иманда нығытырға ҡөҙрәтле. Был Хәбәр – боронғо замандарҙан бирле йәшереп тотолған, әммә хәҙер асылған сер. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмалары аша кешеләр Мәсихкә иман итһен һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итһен өсөн, мәңгелек Алланың әмере менән был сер бөтөн халыҡтарға белдерелде. 27 Берҙән-бер зирәк Аллаға Ғайса Мәсих аша мәңгелек дан булһын! Амин .