Яхъяға килгән асылыш

1

1 Был, күпмелер ваҡыттан ниҙәр булырға тейешлеген үҙенең ҡолдарына күрһәтеү өсөн, Алланың Ғайса Мәсихкә биргән асылышы. Ул, быларҙың барыһын да хәбәр итергә, фәрештәһен Үҙенең ҡоло Яхъяға ебәрҙе. 2 Яхъя, Алла һүҙе һәм Ғайса Мәсих биргән шаһитлыҡ хаҡында – үҙе күргәндәрҙең барыһы тураһында шаһитлыҡ ҡыла. 3 Был пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен уҡыған һәм уларҙы тыңлап, унда яҙылғандарҙы үтәгән кешеләр бәхетле, сөнки ул һүҙҙәрҙең ғәмәлгә ашыу ваҡыты яҡын.

Имандаштарҙың ете берҙәмлеген сәләмләү

4 Яхъянан имандаштарҙың Асия өлкәһендәге ете берҙәмлегенә: Бар, Булған һәм Киләсәк Зат – Алланан, Уның тәхете алдында тороусы ете рухтан һәм тоғро Шаһит – үленән терелгәндәрҙең иң тәүгеһе булған, ерҙәге батшаларҙың Башлығы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын. Беҙҙе яратҡан, Үҙенең ҡаны аша гонаһтарыбыҙҙан ҡотолдорған 6 һәм беҙҙе батшалыҡ итергә һәм руханиҙар булып Аллаға – Үҙенең Атаһына хеҙмәт итергә ҡуйған Ғайсаға мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын. Амин.

7 Бына Ул болоттарҙа килә,

һәм Уны һәр кем,

хатта Үҙен сәнскән кешеләр ҙә күрер.

Ерҙәге бар халыҡтар

уның алдында үкһеп илар.

Шулай булыр. Амин.

8 «Мин – Альфа һәм Омега », –

ти Раббы Аллабыҙ, Бар, Булған һәм Киләсәк Зат, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе.

Әҙәм улына оҡшаған Берәүҙең Яхъяға күренеүе

9 Мин, Яхъя, Ғайсаныҡы булып һеҙҙең менән бергә ғазап сигеүҙәрҙе, Батшалыҡты һәм сыҙамлыҡты уртаҡлашыусы имандашығыҙ, Алла һүҙе һәм Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәнем өсөн Патмос тип аталған утрауҙа булдым. 10 Раббы көнөндә мине Изге Рух солғап алды һәм артымда борғонан сыҡҡандай көслө тауыш ишеттем .

11 – Күргәндәреңдең барыһын да китап итеп яҙып, имандаштарҙың ете берҙәмлегенә ебәр: Ефесҡа ла, Смирнаға ла, Пергамға ла, Фиатираға ла, Сардисҡа ла, Филадельфияға ла, Лаодикияға ла, – тине ул.

12 Миңә өндәшеүсене күрергә тип артыма боролғас, ете алтын шәмдәл тороуын күрҙем. 13 Шәмдәлдәр араһында оҙон кейем кейгән һәм күкрәгенә тиклем алтын билбау быуған әҙәм улына оҡшаған Берәүҙе күреп ҡалдым. 14 Уның башындағы сәстәре хәс тә аҡ йөн, аҡ ҡар. Ә күҙҙәре, гүйә, утлы ялҡын, 15 аяҡтары, әйтерһең, мейестә ҡыҙҙырылған ялтырап торған бронза, тауышы – шарлауыҡ шауы. 16 Уң ҡулында уның ете йондоҙ, ә ауыҙынан ике яғы ла үткерләнгән ҡылыс сығып тора. Йөҙө иһә бар ҡөҙрәтендә балҡып торған ҡояштай.

17 Мин, Уны күргәс, йәнһеҙ кеше һымаҡ аяҡтарына йығылдым. Ә Ул уң ҡулын миңә ҡуйҙы ла былай тине:

– Ҡурҡма! Мин – Тәүгеһе һәм Һуңғыһы, 18 һәм Теремен. Үлгәйнем, әле бына мәңгенән-мәңгегә йәшәйем. Үлем һәм үлеләр донъяһы асҡыстары Минең ҡулымда. 19 Шулай итеп, ниҙәр күргәнеңде, хәҙер ниҙәр барлығын һәм бынан һуң ниҙәр буласағы тураһында яҙ. 20 Һин күргән ете алтын шәмдәлдең һәм уң ҡулымда күргән ете йондоҙҙоң сере шунда: ете йондоҙ – имандаштарҙың ете берҙәмлегенең фәрештәләре, ә ете шәмдәл – имандаштарҙың ете берҙәмлеге ул.

2

Ефестағы имандаштар берҙәмлегенә хат

1 Ефестағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ:

«Уң ҡулында ете йондоҙ Тотоусы һәм ете алтын шәмдәл араһында Йөрөүсе былай ти:

2 Эштәреңде, ауыр хеҙмәтеңде, сыҙамлылығыңды һәм яуыз әҙәмдәрҙе яратмағаныңды беләм. Һин, Мәсих илсеһе булмаһалар ҙа, үҙҙәрен илсе тип атағандарҙы һынап, уларҙы ялғансы тип таптың. 3 Һинең сыҙам икәнлегеңде беләм, Минең исемем хаҡына күпте кисерһәң дә, аяҡтан йығылманың. 4 Әммә һиңә ҡарата ризаһыҙлығым бар: һин башта булған һөйөүеңде оноттоң. 5 Шуға ла ниндәй бейеклектән түбән төшөүеңде иҫеңә төшөр һәм, тәүбә итеп, элекке эштәреңде башҡар. Тәүбә итмәһәң, яныңа килермен һәм шәмдәлеңде урынынан ҡуҙғатырмын. 6 Ә инде Николай яҡлыларҙың эштәренә нәфрәтләнеүең яҡшы, ул эштәргә Мин дә нәфрәтлемен. 7 Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңеүсегә Мин Алла ожмахында булған тереклек ағасынан ауыҙ итергә мөмкинлек бирәсәкмен».

Смирналағы имандаштар берҙәмлегенә хат

8 Смирналағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ:

«Тәүгеһе һәм Һуңғыһы, Үлгән һәм терелеп Торған былай ти:

9 Һинең хәсрәттәреңде һәм фәҡирлегеңде беләм, әммә һин бай! Үҙҙәрен йәһүд тип атаусыларҙың һине хурлауҙарын да беләм. Улар йәһүдтәр түгел, ә Иблис йыйыны. 10 Алда үҙең кисерәсәк бер нәмәнән дә ҡурҡма. Һеҙҙе һынар өсөн арағыҙҙан ҡайһы берҙәрегеҙҙе Иблис төрмәгә ырғытасаҡ һәм ун көн буйы һеҙ хәсрәт күрәсәкһегеҙ. Үлгәнгә тиклем тоғро бул һәм һиңә тормош тажы бирермен. 11 Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңеүсе икенсе үлемдән бер ниндәй ҙә зыян күрмәҫ».

Пергамдағы имандаштар берҙәмлегенә хат

12 Пергамдағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ:

«Ике яғы ла үткерләнгән ҡылысы булған Зат былай ти:

13 Һинең ҡайҙа йәшәүеңде беләм – унда Иблис тәхете тора. Һин Миңә булған иманыңда ныҡ тораһың. Һеҙҙә, Иблис йәшәгән ерҙә, тоғро шаһитым Антипа үлтерелгән көндәрҙә лә Миңә булған иманыңдан ваз кисмәнең. 14 Әммә һиңә ҡарата ҡайһы бер ҡаршылығым бар: һеҙҙең арала Валаам тәғлимәте яҡлылар бар, ә ул иһә үҙ мәлендә, ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡты ашаһындар һәм фәхешлек ҡылһындар өсөн, Валакты израилдәрҙе гонаһ юлына этәрергә өйрәткән. 15 Шулай уҡ һиндә Николай яҡлыларҙың тәғлимәтен тотоусылар ҙа бар. 16 Тәүбә ит. Юғиһә тиҙҙән яныңа килермен һәм ауыҙымдағы ҡылыс менән уларға ҡаршы көрәшермен.

17 Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңеүсегә серле манна һәм аҡ таш бирәсәкмен. Ул ташта иһә уны алыусынан башҡа һис кем белмәгән яңы исем яҙылған булыр».

Фиатиралағы имандаштар берҙәмлегенә хат

18 Фиатиралағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ:

«Күҙҙәре ут ялҡыны кеүек һәм аяҡтары ялтырап торған бронза һымаҡ булған Алла Улы былай ти:

19 Һинең эштәреңде лә, мөхәббәтеңде, хеҙмәтеңде, иманыңды һәм сыҙамлылығыңды ла беләм. Һуңғы башҡарған эштәреңдең тәүгеләренә ҡарағанда яҡшыраҡ икәнлеген дә беләм. 20 Әммә һиңә ҡарата ризаһыҙлығым бар: үҙен пәйғәмбәр тип атап, фәхешлеккә һәм ялған илаһтарға ҡорбан ителгән ризыҡты ашарға өйрәтеп йөрөгән Иезавель исемле ҡатынға Минең ҡолдарымды гонаһҡа этәреүгә юл ҡуяһың. 21 Мин уға фәхешлегенән тәүбә ҡылырға тип ваҡыт бирҙем, әммә ул тәүбә итергә теләмәй. 22 Бына Мин уны ҡаты ауырыу түшәгенә һаласаҡмын һәм уның ҡылыҡтарынан баш тартмаһалар, ул ҡатын менән бергә фәхешлек итеүселәрҙе ҙур ҡайғыға дусар итәсәкмен. 23 Уның балаларын үлем менән юҡҡа сығарасаҡмын. Шул саҡта уй-тойғоларымды һынап, Белеүсе булыуымды бөтөн берҙәмлектәрҙә лә белерҙәр. Барығыҙға ла эшегеҙгә ҡарата тейешлеһен бирермен.

24 Фиатирала йәшәгән башҡаларға иһә шуны әйтәм: һеҙгә, был тәғлимәтте тотмаған һәм „Иблистең тәрән серҙәре“ тип аталған нәмәләргә төшөнөп тормағандарға, бынан башҡа ауырлыҡ һалмам. 25 Тик Мин килгәнгә тиклем үҙегеҙҙә булғанды һаҡлағыҙ. 26 Еңеүсегә һәм Минең эштәремде аҙағына тиклем үтәүсегә, Үҙем Атамдан хакимлыҡ алған кеүек, халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ бирермен.

Был кеше халыҡтар өҫтөнән тимер таяҡ менән

хакимлыҡ итер –

уларҙы балсыҡ һауыт ватҡан һымаҡ ватыр.

Ул кешегә Мин таң йондоҙо бирермен.

29 Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен».

3

Сардистағы имандаштар берҙәмлегенә хат

1 Сардистағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ:

«Үҙендә ете йондоҙ һәм Алланың ете Рухы булған Зат былай ти:

Һинең эштәреңде беләм – һинең турала тереһең тип әйтәләр, ләкин һин үле. 2 Уяу бул һәм үлем сигенә еткән, әммә әлегә үҙеңдә ҡалған нәмәләрҙе нығыт, сөнки Аллам алдында тамамланған эштәреңде күрмәйем. 3 Нимә ҡабул иткәнеңде һәм нимә ишеткәнеңде иҫеңә төшөр, уларҙы үтә һәм тәүбә ит. Әгәр уяу булмаһаң, Мин һине ҡараҡ кеүек көтмәгәндә килеп табырмын, ә һин ҡайһы сәғәттә килеремде белмәҫһең. 4 Әйткәндәй, һинең Сардиста кейемдәрен бысратмаған бер нисә кешең бар, улар Минең менән аҡ кейем кейеп йөрөйәсәк, сөнки быға лайыҡтар. 5 Еңгән һәр кеше аҡ кейем кейәсәк һәм Мин уның исемен тормош китабынан һыҙмаясаҡмын, Атам һәм Уның фәрештәләре алдында уның исемен танырмын. 6 Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен».

Филадельфиялағы имандаштар берҙәмлегенә хат

7 Филадельфиялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ:

«Изге һәм Хаҡ, ҡулында Дауыт батша асҡысы булған Зат – Ул асһа, бер кем яба алмаясаҡ, япһа, бер кем аса алмаясаҡ – былай ти:

8 Һинең эштәреңде беләм, бына Мин һинең алдыңда ишек астым һәм уны һис кем яба алмаясаҡ. Беләм, һинең көсөң аҙ, әммә Минең һүҙемде тоттоң, исемемдән ваз кисмәнең. 9 Иблис йыйынынан булғандар, үҙҙәрен йәһүд тип атағандар менән – асылда улар йәһүд түгел, ә ялғансылар – Мин уларҙы аяғыңа йығылырға мәжбүр итермен һәм шул саҡта улар һине һөйгәнемде белерҙәр. 10 Сыҙамлыҡ кәрәклеге тураһында Минең әйткән һүҙҙәремде һаҡлап тотҡанға күрә, ерҙә йәшәүселәрҙе һынар өсөн бөтөн Йыһанға киләсәк һынауҙан Мин дә һине һаҡлап ҡалырмын.

11 Тиҙҙән килермен. Тажыңды бер кем дә тартып алмаһын өсөн, үҙеңдә булғанды ныҡ тот. 12 Еңеүсене Мин Аллам йортоноң бағанаһы итеп ҡуйырмын һәм ул инде унан сыҡмаҫ. Уның өҫтөнә Алламдың исемен һәм күктән, Алламдан төшәсәк ҡаланың – Иерусалимдың яңы исемен һәм Үҙемдең яңы исемемде яҙырмын.

13 Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен».

Лаодикиялағы имандаштар берҙәмлегенә хат

14 Лаодикиялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ:

«Амин тип аталған Зат, тоғро һәм хаҡ Шаһит, Алла булдырған нәмәләрҙең Сығанағы, былай ти:

15 Эштәреңде беләм, һин һалҡын да, ҡайнар ҙа түгел, их, әгәр һин һалҡын йәки ҡайнар булһаң! 16 Һин ҡайнар ҙа, һалҡын да түгел, ә йылымыс ҡына булғанлыҡтан, һине ауыҙымдан төкөрөп сығарам. 17 Һин: „Мин – бай, күп байлыҡ тупланым, бер нәмәгә лә мохтажлығым юҡ“, – тиһең. Әммә үҙеңдең ни тиклем бәхетһеҙ, меҫкен, фәҡир, һуҡыр һәм яланғас булыуыңды аңламайһың. 18 Һиңә Минән байыр өсөн утта таҙартылған алтын, яланғаслығыңдың мәсхәрәһе асылмаһын өсөн кейергә аҡ кейем һәм күҙҙәрең күрһен өсөн һөртөргә күҙ майы һатып алырға кәңәш итәм. 19 Мин Үҙем яратҡан һәр кемгә үпкә белдерәм һәм тәртипкә өйрәтәм. Шуға күрә сәмсел бул һәм тәүбә ит. 20 Бына Мин ишек төбөндә шаҡып торам. Берәйһе тауышымды ишетеп ишек асһа, уның янына инермен һәм беҙ бергә ашарбыҙ: Мин уның менән, ә ул Минең менән. 21 Мин дә еңдем һәм Атам менән бергә Уның тәхетенә ултырҙым, шуның кеүек, еңгән кешегә Үҙем янынан тәхеттән урын бирермен.

22 Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен».

4

Күктәге тәхет

1 Шунан һуң күрәм: ана күктә ишек асыҡ һәм унан әлеге борғонан сыҡҡандай көслө тауыш миңә былай тине:

– Бында күтәрел. Мин һиңә ошоларҙан һуң булырға тейешле нәмәләрҙе күрһәтермен.

2 Шул мәлдә үк мине рух солғап алды. Һәм бына мин күктә торған тәхетте һәм тәхеттә Ултырыусыны күрҙем. 3 Ул йәшмә һәм сердолик ташы кеүек балҡый ине, тәхетте зөбәржәт төҫөндәге йәйғор уратып алған. 4 Тәхетте уратып егерме дүрт тәхет тора, ул тәхеттәрҙә аҡ кейемле, баштарына алтын таж кейгән егерме дүрт аҡһаҡал ултыра. 5 Тәхет яғынан йәшен йәшнәй, гөрһөлдәгән һәм күк күкрәгән тауыштар килә. Ә тәхет алдында Алланың ете рухы булған ете яҡтыртҡыс янып тора.

6 Тәхет ҡаршыһында кристаллға оҡшаған быяла диңгеҙ һымаҡ нәмә бар.

Тәхеттең тирә-яғында дүрт йән эйәһе тора. Уларҙы алдан да, арттан да бик күп күҙҙәр ҡаплап алғайны. 7 Йән эйәләренең беренсеһе – арыҫланға, икенсеһе үгеҙ быҙауға оҡшаған, өсөнсөһөнөң йөҙө кешенеке һымаҡ, һәм дүртенсеһе осоп барыусы бөркөт кеүек ине. 8 Һәр йән эйәһенең дә алтышар ҡанаты бар, бөтөн яғынан да – эсенән дә, тышынан да күҙҙәр менән ҡапланған.

Улар көнөн дә, төнөн дә тынғы белмәй:

– Изге, изге, изге!

Булған, Бар һәм Киләсәк

сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла! –

тип ҡабатлайҙар.

9 Йән эйәләре тәхеттә Ултырыусыға, мәңгенән-мәңгегә Йәшәүсегә дан, хөрмәт һәм рәхмәт белдергән һайын, 10 егерме дүрт аҡһаҡал, тәхет алдына йөҙтүбән ҡапланып, мәңгенән-мәңгегә Йәшәүсегә табыналар һәм, таждарын тәхет алдына һалып ҡуйып, былай тиҙәр:

11 – Раббы Аллабыҙ,

Һин дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт ҡабул итергә лайыҡлыһың,

сөнки бар нәмәне Һин яраттың,

барыһы ла Һинең ихтыярың менән бар ителде

һәм булды.

5

Яҙыу төргәге менән Бәрәс

1 Унан һуң мин тәхеттә Ултырыусының уң ҡулында эске яҡтан да, тышҡы яҡтан да яҙылған, ете мисәт һуғылған яҙыу төргәге күрҙем. 2 Шулай уҡ:

– Мисәттәрен алып яҙыу төргәген асырға кем лайыҡлы? – тип яңғырауыҡлы тауыш менән ҡысҡырған ҡөҙрәтле фәрештәне күрҙем.

3 Әммә күктә лә, ерҙә лә, ер аҫтында ла был яҙыу төргәген бер кем дә аса һәм эсен ҡарай алманы. 4 Яҙыу төргәген асырға һәм эсен ҡарарға лайыҡлы кеше табылмағанға мин бик ныҡ иланым.

5 Шунда аҡһаҡалдарҙың береһе миңә былай тине:

– Илама. Бына, Йәһүҙә нәҫеленән булған Арыҫлан, Дауыт тамырынан үҫеп сыҡҡан Һабаҡ еңеп сыҡты, яҙыу төргәгенең ете мисәтен ҡуптарып, уны аса алыр.

6 Шунан һуң мин дүрт йән эйәһе уратып алған тәхет һәм аҡһаҡалдар араһында торған Бәрәсте күрҙем. Ул салынған һымаҡ ине. Уның ете мөгөҙө һәм ете күҙе бар. Былары иһә – Алланың бөтөн ергә ебәрелгән ете рухы. 7 Бәрәс килеп, тәхеттә ултырыусының уң ҡулындағы яҙыу төргәген алды. 8 Ул яҙыу төргәген алғас, дүрт йән эйәһе һәм егерме дүрт аҡһаҡал Бәрәс алдына йөҙтүбән ҡоланы. Уларҙың һәр береһендә арфа һәм хуш еҫтәр ҡушылмаһы – йәғни изгеләрҙең доғалары тултырылған алтын кәсә ине.

9 Улар яңы йыр йырланы:

– Һин яҙыу төргәген алырға,

уның мисәттәрен ҡуптарырға лайыҡлыһың.

Сөнки Һин ҡорбан итеп салындың,

Үҙеңдең ҡаның менән

һәр ҡәбиләнән һәм телдән, халыҡтан һәм милләттән

кешеләрҙе Алла өсөн һатып алдың.

10 Уларҙы, Аллабыҙға хеҙмәт итеү өсөн,

батшалыҡ һәм руханиҙар иттең,

һәм улар ерҙә хакимлыҡ итәсәк.

11 Мин йән эйәләре һәм аҡһаҡалдар тәхете тирәһендә бик күп фәрештәләр күрҙем. Улар меңәр тапҡыр меңәр, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ күп ине. 12 Улар яңғырауыҡлы тауыш менән былай тине:

– Салынған Бәрәс ҡөҙрәт һәм байлыҡ,

тәрән аҡыл һәм ҡеүәт, хөрмәт һәм дан,

һәм дә маҡтау алырға лайыҡлы.

13 Күктә һәм ерҙә, ер аҫтында һәм диңгеҙҙә барлыҡ яратылғандарҙы курзем һәм унда булған бөтөн нәмәнең:

– Тәхеттә Ултырыусыға һәм Бәрәскә маҡтау, хөрмәт, дан һәм ҡөҙрәт мәңгенән-мәңгегә булһын, – тип әйтеүҙәрен ишеттем.

14 Дүрт йән эйәһе:

– Амин, – тиҙәр ине, аҡһаҡалдар иһә йөҙтүбән ҡапланып сәждә ҡылдылар.

6

Бәрәстең алты мисәтте ҡуптарып алыуы

1 Унан һуң мин Бәрәстең мисәттәрҙең береһен ҡуптарыуын күрҙем һәм йән эйәләренең береһенең күк күкрәгәндәй тауыш менән:

– Кил! – тип әйтеүен ишеттем. 2 Ҡараным да аҡ ат күрҙем. Атҡа ҡулына йәйә тотҡан һыбайлы атланғайны, уға таж бирелде. Һыбайлы еңеүсе булараҡ, еңеү өсөн сыҡты. 3 Бәрәс икенсе мисәтте ҡуптарып алғас, икенсе йән эйәһенең:

– Кил! – тип әйтеүен ишеттем. 4 Хәҙер инде икенсе бер ерән ат килеп сыҡты. Уның һыбайлыһына, бер-береһен үлтерһендәр өсөн, ерҙәге тыныслыҡты алырға вәкәләт бирелде. Уға ҙур ҡылыс тотторолдо. 5 Бәрәс өсөнсө мисәтте ҡуптарғас, мин өсөнсө йән эйәһенең:

– Кил! – тип әйтеүен ишеттем.

Ҡараным да ҡара ат күрҙем. Өҫтөндәге һыбайлы ҡулына үлсәү тотҡайны. 6 Дүрт йән эйәһе араһынан уға өндәшкән тауыш ишеткәндәй булдым:

– Бер үлсәм бойҙай өсөн бер көнлөк эш хаҡы, шулай уҡ өс үлсәм арпа өсөн дә бер көнлөк эш хаҡы . Әммә зәйтүн майына һәм шарапҡа зыян итмә.

7 Бәрәс дүртенсе мисәтте ҡуптарып алғас, дүртенсе йән эйәһенең:

– Кил! – тигән тауышын ишеттем. 8 Ҡараным да күкһел төҫтәге ат күрҙем. Уның һыбайлыһының исеме «Үлем» ине, артынан үлеләр донъяһы эйәргәйне. Уларға кешеләрҙе ҡылыс һәм аслыҡ, үләт һәм йыртҡыстар менән үлтерер өсөн ерҙең дүрттән бер өлөшөнә хакимлыҡ бирелде.

9 Бәрәс бишенсе мисәтте ҡуптарып алғас, ҡорбан килтереү урыны аҫтында Алла һүҙе һәм дә биргән шаһитлыҡтары өсөн үлтерелгәндәрҙең йәндәрен күрҙем. 10 Улар яңғырауыҡлы тауыш менән:

– Һин, изге һәм хаҡ Хаким, ерҙә йәшәүселәрҙе хөкөм итмәүең һәм ҡаныбыҙ өсөн үс алмауың ҡасанға ҡәҙәр дауам итер икән? – тинеләр.

11 Шунан уларҙың һәр береһенә аҡ кейем бирелде һәм улар кеүек үк үлтереләсәк хеҙмәттәштәренең һәм имандаштарының һаны тулғанға тиклем тағы бер аҙ тыныс ҡына көтөргә ҡушылды.

12 Аҙаҡ мин Бәрәстең алтынсы мисәтте ҡуптарып алыуын күрҙем: көслө итеп ер тетрәне, ҡояш матәм кейеме кеүек, ҡарайҙы, ай ҡан кеүек ҡыҙарҙы. 13 Күктәге йондоҙҙар, инжир ағасының өлгөрмәгән емештәре, көслө елдән ҡойолған кеүек ергә атылды. 14 Күк йөҙө яҙыу төргәге кеүек йомарланып юҡҡа сыҡты. Бөтөн тауҙар һәм утрауҙар урындарынан ҡуҙғатылды. 15 Ерҙәге батшалар, түрәләр, ғәскәриҙәрҙең башлыҡтары, байҙар, ҡеүәтлеләр, барыһы ла – ҡолдар ҙа, иреклеләр ҙә мәмерйәләрҙә һәм тауҙарҙағы ҡаялар араһында йәшеренде. 16 Улар ҡаяларға һәм таштарға былай тип өндәштеләр:

– Өҫтөбөҙгә ауып төшөгөҙ һәм беҙҙе тәхеттә Ултырыусының йөҙөнән һәм Бәрәстең нәфрәтенән йәшерегеҙ! 17 Уларҙың бөйөк нәфрәт көнө килде. Быға кем ҡаршы тора алһын?

7

Мисәт һуғылған йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт мең кеше

1 Шунан һуң мин ерҙең дүрт мөйөшөндә тороусы дүрт фәрештәне күрҙем. Улар, ергә лә, диңгеҙгә лә, бер генә ағасҡа ла иҫмәһен өсөн, ерҙең дүрт елен тотоп торалар ине. 2 Мин тағы көнсығыштан күтәрелгән һәм ҡулында Алла мисәте тотҡан икенсе фәрештәне лә күрҙем. Ул ергә һәм диңгеҙгә зыян килтерергә вәкәләт бирелгән дүрт фәрештәгә көслө тауыш менән былай тине:

3 – Беҙ Алла ҡолдарының маңлайҙарына мисәт һуҡҡанға тиклем ергә лә, диңгеҙгә лә, ағастарға ла зыян килтермәгеҙ.

4 Мин мисәт һуғылған кешеләрҙең һанын ишеттем. Йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт мең кешегә мисәт һуғылғайны; улар бөтөн Израиль ҡәбиләләре араһынан ине:

5 Йәһүҙә нәҫеленән мисәт һуғылған ун ике мең кеше;

Рувим нәҫеленән ун ике мең;

Ғәд нәҫеленән ун ике мең;

6 Асир нәҫеленән ун ике мең;

Неффалим нәҫеленән ун ике мең;

Манассия нәҫеленән ун ике мең;

7 Симеон нәҫеленән ун ике мең;

Левий нәҫеленән ун ике мең;

Иссахар нәҫеленән ун ике мең;

8 Завулон нәҫеленән ун ике мең;

Йософ нәҫеленән ун ике мең;

Вениамин нәҫеленән ун ике мең кеше.

Аҡ кейемле халыҡ төркөмө

9 Шунан һуң ҡараным да бихисап күп халыҡты күрҙем. Уларҙы һис кем һанап сыға алмаҫ ине. Һәр милләттән һәм ҡәбиләнән, һәр халыҡтан һәм телдән сыҡҡан был кешеләр аҡ кейем кейеп, ҡулдарына хөрмә ботаҡтары тотоп, тәхет һәм Бәрәс алдында баҫып торалар ине.

10 Улар көслө тауыш менән:

– Ҡотолоу тәхеттә ултырған Алланан һәм Бәрәстән килә! – тип әйтә ине.

11 Тәхет, аҡһаҡалдар, шулай уҡ дүрт йән эйәһе тирәһендәге бөтөн фәрештәләр ҙә тәхет алдына йөҙтүбән ҡапланып, Аллаға сәждә ҡылдылар. 12 Улар:

– Амин! Аллабыҙға маҡтау һәм дан,

тәрән аҡыл һәм рәхмәт, хөрмәт,

ҡөҙрәт һәм ҡеүәт мәңгенән-мәңгегә булһын! Амин, – тинеләр.

13 Ошо мәлдә аҡһаҡалдарҙың береһе минән:

– Аҡ кейемле был кешеләр кемдәр һәм ҡайҙан килгәндәр? – тип һораны.

14 Мин уға:

– Һин беләһең, әфәндем, – тинем.

Ул миңә былай тине:

– Улар оло ҡайғы-хәсрәт кисереп килгәндәр. Кейемдәрен Бәрәстең ҡаны менән йыуып ағартҡандар.

15 Шуға күрә улар Алла тәхете алдында тора,

көнө-төнө Уның йортонда Уға хеҙмәт итә.

Тәхеттә Ултырыусы улар өҫтөндә

Үҙенең һаҡлаусы сатырын ҡороп ҡуясаҡ.

16 Улар инде бер ҡасан да асыҡмаҫ та, һыуһамаҫ та,

бүтән үҙҙәрен ҡояш та, эҫелек тә көйҙөрмәҫ.

17 Тәхет уртаһындағы Бәрәс уларға Көтөүсе булыр,

тереклек һыуы булған шишмәләргә алып барыр,

Алла иһә уларҙың күҙендәге һәр йәш

бөртөгөн һөртөр.

8

Етенсе мисәтте ҡуптарып алыу

1 Бәрәс етенсе мисәтте ҡуптарып алғас, күктә ярты сәғәт самаһы тынлыҡ урынлашты. 2 Мин Алла алдында баҫып торған ете фәрештәне күрҙем: уларға ете борғо бирелде.

3 Тағы бер фәрештә ҡулына хуш еҫле сайыр һалынған алтындан яһалған төтәҫләү һауыты тотоп, тәхет алдындағы төтәҫләү урынына килеп баҫты. Унда, Алланың бөтөн изгеләренең доғалары менән бергә хуш еҫле сайырҙы һалды. 4 Аллаға изгеләрҙең доғалары менән бергә фәрештә һалған сайыр төтөнө күтәрелде. 5 Фәрештә, төтәҫләү һауытын алды ла, уға төтәҫләү урынынан ут тултырып, ергә ташланы. Шул ваҡыт күк күкрәне, гөрһөлдәгән тауыштар ишетелде, йәшен йәшнәне, ер тетрәне.

Алты борғо

6 Ете борғоһо булған ете фәрештә борғо ҡысҡыртырға әҙерләнде. 7 Беренсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты – ҡан ҡатыш боҙ һәм ут хасил булды һәм улар ергә ырғытылды. Ерҙең өстән бер, ағастарҙың өстән бер өлөшө һәм барлыҡ йәшел үлән янып бөттө.

8 Икенсе фәрештә борғо ҡысҡыртты – ялҡынланып торған ҙур тауға оҡшаған нәмә диңгеҙгә ырғытылды. Диңгеҙҙең өстән бер өлөшө ҡанға әүерелде һәм 9 диңгеҙҙә йәшәүсе йән эйәләренең өстән бер өлөшө һәләк булды, шулай уҡ караптарҙың да өстән бер өлөшө ҡырылды.

10 Өсөнсө фәрештә борғо ҡысҡыртты – йылғаларҙың өстән бер өлөшөнә һәм һыу сығанаҡтарына күктән, янып торған яҡтыртҡыстай, ҙур йондоҙ төштө. 11 Ул йондоҙҙоң исеме – Әрем. Һыуҙың өстән бер өлөшө әрем кеүек әсегә әйләнде. Һыу әсе булғанлыҡтан, күптәр үлде.

12 Дүртенсе фәрештә борғо ҡысҡыртты – ҡояштың өстән бер өлөшө, айҙың өстән бер өлөшө, йондоҙҙарҙың өстән бер өлөшө зарарланды, шунлыҡтан улар өстән бер өлөшкә ҡараңғыланды, көндөң өстән бер өлөшө лә төндөң өстән бер өлөшө кеүек үк яҡтылыҡһыҙ ҡалды.

13 Шунан мин күк йөҙөндә осоп барған бөркөттө күрҙем. Ул көслө тауыш менән:

– Ҡалған өс фәрештә тиҙҙән ҡысҡыртасаҡ борғо тауышынан ерҙә йәшәүселәргә ҡайғы, ҡайғы, ҡайғы! – тип ҡысҡырҙы.

9

1 Бишенсе фәрештә борғо ҡысҡыртты – һәм мин күктән ергә атылған йондоҙҙо күрҙем. Уға упҡын ҡоҙоғона асҡыс бирелде. 2 Йондоҙ упҡын ҡоҙоғон асып ебәрҙе, унан бик ҙур мейестән сыҡҡан кеүек төтөн күтәрелде. Был төтөндән ҡояш менән һауа ҡараңғыланды. 3 Төтөндән ергә саранчалар сыҡты, һәм уларға ерҙәге саяндарҙың сағыу вәкәләте бирелде. 4 Уларға ер өҫтөндәге үләнгә, бер ниндәй ҙә йәшеллеккә, ағастарға зыян килтермәҫкә, фәҡәт маңлайҙарына Алла мисәте һуғылмаған кешеләргә генә зарар эшләргә ҡушылды. 5 Уларға кешеләрҙе үлтермәҫкә, ә биш ай буйы бары тик ғазапларға рөхсәт бирелде, һәм был ғазап саян саҡҡандағы кеүек була. 6 Ул көндәрҙә кешеләр үлем эҙләр, әммә тапмаҫ. Бик ныҡ үлергә теләрҙәр, тик үлем уларҙан ҡасыр.

7 Саранчалар иһә ҡиәфәте буйынса яуға әҙерләнгән атҡа оҡшаған. Уларҙың баштарында алтын тажға оҡшаған нәмә бар, ә йөҙҙәре кешенекеләй, 8 сәстәре – ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы һымаҡ, ә тештәре – арыҫлан тешендәй. 9 Өҫтәрендә тимер кейемгә оҡшаған күкрәксәләре бар, ә ҡанаттарының тауышы, әйтерһең, һуғыш арбалары егелгән бик күп аттарҙың тояҡ тауышы. 10 Уның саяндыҡы һымаҡ ҡойроҡтары ла, ҡойроҡтарында ҡаяуҙары ла бар. Был ҡойроҡтарҙа биш ай буйы кешеләргә зыян килтереү көсө тупланғайны. 11 Саранчаларҙың батшаһы иһә – упҡын фәрештәһе. Уның йәһүдсә исеме – Аваддон, ә грекса – Аполлион .

12 Беренсе ҡайғы үтте. Бына уның артынан тағы ике ҡайғы килә.

13 Алтынсы фәрештә борғо ҡысҡыртты – Алла алдында торған, алтындан яһалған ҡорбан килтереү урынының дүрт мөгөҙөнән сыҡҡан бер тауыш ишеттем. 14 Ул тауыш борғоһо булған алтынсы фәрештәгә:

– Бөйөк Ефрат йылғаһы буйында бәйле торған дүрт фәрештәне азат ит, – тине.

15 Шунан һуң кешеләрҙең өстән бер өлөшөн үлтерер өсөн ошо сәғәткә һәм көнгә, айына һәм йылына тиклем әҙерләп ҡуйылған дүрт фәрештә азат ителде. 16 Уларҙың атлы ғәскәренең һаны ике йөҙ миллион ине, мин уларҙың иҫәбен ишеттем. 17 Мин аттарҙы һәм һыбайлыларҙы ошолай күрҙем: өҫтәренә уттай ҡыҙыл, ҡуйы зәңгәр һәм көкөрт кеүек һарғылт төҫтәге күкрәксәләр кейгәйнеләр. Аттарҙың башы арыҫлан башына оҡшағайны, ауыҙҙарынан иһә ут, төтөн һәм көкөрт бөркөлөп тора ине. 18 Кешеләрҙең өстән бер өлөшө уларҙың ауыҙынан сыҡҡан ошо өс бәлә-ҡазанан: уттан, төтөндән һәм көкөрттән үлтерелде. 19 Аттарҙың көсө уларҙың ауыҙҙарында һәм ҡойроҡтарында ине, ҡойроҡтары иһә йыландарға оҡшаш һәм баштары ла бар ине, улар ошо баштары менән кешеләргә зыян килтерҙе.

20 Ошо бәлә-ҡазаларҙан үлмәй ҡалған кешеләр иһә үҙҙәре ҡылған эштәргә тәүбә итмәне. Улар шаҡшы рухтарға һәм күрә лә, ишетә лә, йөрөй ҙә алмаған алтын, көмөш, баҡыр, таш һәм ағас һындарға табыныуҙан ваз кисмәне. 21 Был кешеләр үлтереү, сихырсылыҡ, фәхешлек, урлашыуҙан тәүбәгә килмәнеләр.

10

Яҙыу төргәге тотҡан фәрештә

1 Шунан һуң мин күктән төшкән икенсе ҡөҙрәтле фәрештәне күрҙем. Ул болотҡа төрөнгәйне. Уның баш өҫтөндә йәйғор һуҙылғайны, йөҙө ҡояш кеүек, аяҡтары – утлы бағана һымаҡ ине. 2 Ҡулында бәләкәй асыҡ яҙыу төргәге бар. Ул уң аяғы менән диңгеҙгә, һул аяғы менән ергә баҫып, 3 арыҫландыҡылай көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе. Ул ҡысҡырғас, ете күк күкрәү тауыш биреп, һөйләй башланылар. 4 Ете күк күкрәү һөйләп туҡтағас, мин уларҙың һөйләүен яҙып алырға уйланым, әммә күктән үҙемә өндәшкән тауыш ишеттем:

– Ете күк күкрәүенең нимәләр һөйләүен сер итеп һаҡла һәм яҙма.

5 Диңгеҙҙә һәм ерҙә баҫып торған мин күргән фәрештә уң ҡулын күккә күтәрҙе лә 6 күкте һәм унда булған һәр нәмәне, ерҙе һәм унда булған һәр нәмәне, диңгеҙҙе һәм унда булған һәр нәмәне булдырған мәңге Йәшәүсе менән ант итте:

– Тотҡарлау башҡа булмаясаҡ. 7 Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртырға әҙер булған мәлдә, Алла Үҙ ҡолдарына – пәйғәмбәрҙәргә иғлан иткәнсә, Уның сере ғәмәлгә ашҡан булыр.

8 Унан һуң мин күктән ишеткән тауыш миңә тағы былай тип өндәште:

– Бар, диңгеҙҙә һәм ерҙә торған фәрештәнең ҡулынан асылған яҙыу төргәген ал.

9 Фәрештә янына килдем дә уның миңә шул ҙур булмаған яҙыу төргәген биреүен һораным. Фәрештә миңә:

– Ал да уны аша. Ашҡаҙаныңа бик әсе булыр, әммә ауыҙыңда бал кеүек татлы булыр, – тине.

10 Мин фәрештәнең ҡулынан шул бәләкәй генә яҙыу төргәген алып ашаным. Ауыҙымда ул бал кеүек татлы ине, әммә ашап бөтөүгә ашҡаҙаным әсетеп янды. 11 Унан һуң миңә:

– Һин күп халыҡтар, милләттәр, телдәр һәм батшалар тураһында тағы пәйғәмбәрлек итергә тейешһең, – тинеләр.

11

Ике шаһит

1 Миңә үлсәү таяғы һымаҡ ҡамыш бирелде һәм былай тип әйтелде:

– Бар ҙа Алла Йортон һәм ҡорбан килтереү урынын үлсә, ундағы табыныусыларҙы һанап сыҡ. 2 Әммә Алла Йортоноң тышҡы ихатаһын хисапҡа индермә һәм үлсәмә, сөнки ул мәжүсиҙәргә бирелгән. Улар изге ҡаланың урамдарын ҡырҡ ике ай буйы тапап йөрөрҙәр.

3 Мин Үҙемдең ике шаһитыма шундай вәкәләт бирермен: улар, матәм кейемдәре кейеп, бер мең ике йөҙ алтмыш көн буйы пәйғәмбәрлек итерҙәр. 4 Был шаһиттар – бөтөн ер Хужаһы алдында торған ике зәйтүн ағасы һәм ике яҡтыртҡыс. 5 Кем булһа ла уларға яуызлыҡ ҡылырға ниәтләһә, ауыҙҙарынан ут сығып, дошмандарын йотор. Уларға зыян килтерергә ниәтләгән һәр кеше шулай һәләк булырға тейеш. 6 Уларҙың, пәйғәмбәрлек иткән ваҡытта ергә ямғыр яумаһын тип, күкте ҡаплап ҡуйырға вәкәләттәре бар. Һыуҙы ҡанға әйләндерергә лә, үҙҙәре теләгән ваҡытта ергә һәр төрлө бәлә-ҡазалар ебәреп зыян килтерергә лә вәкәләттәре бар.

7 Шаһитлыҡ итеүҙәрен тамамлағас, упҡындан януар күтәрелеп сығып, улар менән алышыр, уларҙы еңер һәм үлтерер. 8 Был ике шаһиттың кәүҙәһе исеме кинәйәләп аталған Содом һәм Мысыр тип аталған бөйөк ҡала урамдарында ятыр. Уларҙың Раббыһы шунда арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған булған да инде. 9 Был мәйеттәргә өс көн ярым буйы төрлө халыҡтарҙан, нәҫелдәрҙән, телдәрҙән һәм милләттәрҙән булған кешеләр ҡараясаҡ. Ул мәйеттәрҙе ҡәбергә һалырға рөхсәт итмәҫтәр. 10 Был ике пәйғәмбәр ерҙә йәшәүселәрҙе ыҙалатҡанлыҡтан, ерҙә йәшәүселәр уларҙың һәләкәтенә шатланасаҡ, күңел асасаҡтар һәм бер-береһенә бүләктәр ебәрәсәк.

11 Әммә өс көн ярымдан һуң уларға Алланан йәшәү рухы инде һәм улар аяҡтарына баҫты. Уларҙы күргәндәрҙе оло ҡурҡыу алды. 12 Шаһиттар күктән көслө тауыштың:

– Бында күтәрелегеҙ, – тип әйтеүен ишеттеләр.

Улар болотта күккә күтәрелде, ә дошмандары уларға ҡарап торҙо. 13 Шул уҡ мәлдә бик көслө итеп ер тетрәне, ҡаланың ундан бер өлөшө емерелде, ер тетрәүҙән ете мең кеше үлде, ә ҡалғандары бик ныҡ ҡурҡып, күктәр Аллаһын данланы.

14 Икенсе ҡайғы үтте, тиҙҙән өсөнсөһө килер.

Етенсе борғо

15 Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты һәм күктә:

– Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәм

Уның Мәсихе батшалыҡ итә башланы.

Ул мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк! –

тигән көслө тауыштар яңғыраны.

16 Шунда үҙ тәхеттәрендә Алла алдында ултырған егерме дүрт аҡһаҡал, йөҙтүбән ҡапланып, Аллаға табынды һәм 17 былай тине:

– Бар, Булған, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла,

Һиңә шөкөр итәбеҙ, сөнки

Һин Үҙеңдең бөйөк ҡөҙрәтеңде ғәмәлгә ашырҙың

һәм батшалыҡ итә башланың.

18 Халыҡтар ярһыны.

Әммә Һинең нәфрәт көнөң килде һәм

үлеләрҙе хөкөм итеү ваҡыты етте.

Ҡолдарыңа – пәйғәмбәрҙәреңә,

изге кешеләреңә һәм

исемеңдән ҡурҡыусы кесеһенән алып

өлкәндәренә тиклем әжер биреү,

ерҙе һәләк итеүселәрҙең үҙҙәрен

һәләк итеү ваҡыты етте.

19 Шунан һуң күктә Алла Йорто асылды һәм унда килешеү һандығы күренде. Шул мәл йәшен йәшнәне, гөрһөлдәгән тауыштар ишетелде, күк күкрәне, ер тетрәне һәм бик көслө боҙлауыҡ яуҙы.

12

Ҡатын һәм аждаһа

1 Күктә бөйөк илаһи билдә күренде: был – ҡояшҡа төрөнгән ҡатын ине. Уның аяҡтары аҫтында – ай, башында – ун ике йондоҙҙан үрелгән таж. 2 Ҡатын ғоманлы булып, бала тыуҙырыу ғазаптарынан һәм һыҙланыуҙан ҡысҡыра ине. 3 Күктә тағы бер илаһи билдә күренде: был ете башлы һәм ун мөгөҙлө ҡыҙыл төҫтәге ҙур аждаһа ине, башының һәр береһендә – бәләкәй генә таж. 4 Ҡойроғо менән күктәге йондоҙҙарҙың өстән бер өлөшөн ергә һепереп алып ташланы. Шунан һуң, сабый тыуғас та уны ашар өсөн, балаһын бына-бына тыуҙырасаҡ ҡатын янына килеп баҫты. 5 Ҡатын бөтөн халыҡтар өҫтөнән тимер таяҡ менән хакимлыҡ итергә тейешле ир бала тыуҙырҙы. Баланы тартып алып Аллаға һәм Уның тәхете янына алып киттеләр. 6 Ә ҡатын сүллеккә ҡасып йәшеренде. Унда Алла тарафынан урын әҙерләнеп ҡуйылғайны һәм уға мең ике йөҙ алтмыш көн буйы хәстәрлек күрһәтергә тейеш инеләр.

7 Күктә һуғыш башланды: Михаил үҙенең фәрештәләре менән аждаһаға ҡаршы һуғышты. Аждаһа иһә үҙенең яуыз фәрештәләре менән уларға ҡаршы торҙо. 8 Әммә ул еңелде һәм фәрештәләре менән бергә үҙенең күктәге урынын юғалтты. 9 Был ҙур аждаһа, Иблис йәки Шайтан тип аталған бөтөн донъяны алдаусы боронғо йылан, ергә бәреп төшөрөлдө, уның менән бергә фәрештәләре лә ырғытылды. 10 Шунан һуң мин күктән килгән көслө тауыш ишеттем. Ул былай тине:

– Бына Аллабыҙҙың ҡотҡарыуы, ҡөҙрәте,

батшалығы һәм Уның Мәсихенең

хакимлығы урынлашты,

сөнки көнө-төнө Аллабыҙ алдында

имандаштарыбыҙҙы ғәйепләүсе

бәреп төшөрөлдө.

11 Имандаштарыбыҙ уны Бәрәс ҡаны һәм

Уның хаҡындағы шаһитлыҡ һүҙҙәре менән еңде,

хатта үлемдән дә ҡурҡмайынса,

үҙҙәренең йәндәрен аяманы.

12 Шуға күрә, күктәр һәм унда йәшәүселәр,

ҡыуанығыҙ!

Әммә ергә һәм диңгеҙгә ҡайғы,

сөнки Иблис, ваҡытының аҙ ҡалыуын белеп,

асыуҙан ярһып янығыҙға төштө.

13 Аждаһа, үҙенең ергә бәреп төшөрөлгәнен күргәс, ир бала тапҡан ҡатынды ҡыуа башланы. 14 Ҡатынға иһә, уға тип сүллектә әҙерләнгән урынға осһон өсөн, ҙур бөркөттөң ҡанаттары бирелде. Йыландың буйы етмәгән был урында ҡатынға бер йыл, ике йыл һәм ярты йыл буйы хәстәрлек күрһәтеләсәк. 15 Йылан, ҡатынды һыу ағыҙып алып китһен өсөн, ауыҙынан тотош йылға ағыҙып сығарҙы. 16 Әммә ер ҡатынға ярҙам итте: ул, асылып китте лә, аждаһа кикереп сығарған йылғаны йотто. 17 Аждаһаның ҡатынға асыуы ҡабарҙы, һәм уның Алла әмерҙәрен үтәүсе, Ғайса хаҡында шаһитлыҡ биреүсе ҡалған балаларына ҡаршы һуғышырға китте.

13

Диңгеҙ януары

1 Аждаһа диңгеҙ ярындағы ҡомлоҡҡа килеп баҫты.

Шунда мин диңгеҙҙән сығып килеүсе януарҙы күрҙем. Уның ете башы һәм ун мөгөҙө булып, мөгөҙҙәрендә ун таж бар ине; баштарында иһә Алланы хурлаусы исемдәр яҙылғайны. 2 Мин күргән януар ҡапланға оҡшағайны, уның аяҡтары – айыуҙыҡы һымаҡ, ауыҙы арыҫландыҡы кеүек ине. Аждаһа уға үҙенең көсөн, тәхетен һәм ҙур хакимлығын бирҙе. 3 Мин был януарҙың баштарының береһе үлемесле дәрәжәлә яраланғанын күрҙем, әммә был яра уңалды. Бөтөн ер, ғәжәпкә ҡалып, уның артынан китте һәм, януарға хакимлығын биргән өсөн, аждаһаға баш эйҙе. 4 Шулай уҡ:

– Кем януар кеүек була алһын? Кем уның менән алыша алһын? – тип януарға ла баш эйҙеләр.

5 Януарға тәкәббер һөйләшергә һәм Алланы хурлаған һүҙҙәр әйтергә хоҡуҡ ҡуйылды. Уға ҡырҡ ике ай буйы хакимлыҡ итергә мөмкинлек бирелде. 6 Ул Алланы хурлаған һүҙҙәр һөйләй башланы, Уның исемен дә, Ул йәшәгән торлаҡты ла, күктә йәшәүселәрҙе лә хурлаған һүҙҙәр әйтте. 7 Януарға Алланың изге кешеләренә ҡаршы һуғышырға һәм уларҙы еңергә рөхсәт бирелде. Уға һәр нәҫел һәм халыҡ, һәр тел һәм милләт өҫтөнән хакимлыҡ бирелде. 8 Салынған Бәрәстең Тормош китабына донъя яратылғанға тиклем исемдәре яҙылған ерҙә йәшәгәндәрҙең һәммәһе лә ошо януарға баш эйәсәк.

9 Ҡолаҡтары барҙар – ишетһен!

10 Кемгә әсир төшөргә яҙған,

ул әсир төшөр.

Кемгә үлемен ҡылыста табырға яҙған,

ул ҡылыстан үлер.

Бында изгеләрҙән сыҙамлыҡ һәм иман

талап ителә.

Ер януары

11 Аҙаҡ мин ерҙән сығыусы икенсе януарҙы күрҙем. Уның бәрәстеке һымаҡ ике мөгөҙө бар ине һәм ул аждаһа кеүек һөйләй ине. 12 Ул беренсе януар исеменән уның бар хакимлығында эш итте. Бөтөн ерҙе һәм унда йәшәүселәрҙе үлемесле яраһы уңалған беренсе януарға табынырға мәжбүр итте. 13 Был януар бөйөк мөғжизәләр башҡарҙы, хатта кешеләр алдында күктән ергә ут яуҙырҙы. 14 Ул беренсе януар исеменән ҡылырға бирелгән мөғжизәләр менән ерҙә йәшәүселәрҙе алдаштырып, уларға ҡылыстан яраланған, әммә тере ҡалған януар һынын яһарға ҡушты. 15 Беренсе януарҙың һыны хатта һөйләй алһын һәм уға табынмаған һәр кем үлемгә дусар ителһен өсөн, икенсе януарға ошо һынға йән индерергә рөхсәт ителде. 16 Икенсе януар барыһының да: ябай халыҡтың һәм бөйөктәрҙең, байҙарҙың һәм фәҡирҙәрҙең, иреклеләрҙең һәм ҡолдарҙың уң ҡулдарына йәки маңлайҙарына тамға һалдырҙы. 17 Ошо тамғаһы, йәғни януар исеме, йәки исеменең һаны булмаған бер кем дә бер нәмә лә һатып та ала алманы, һата ла алманы.

18 Бында зирәклек кәрәк. Аҡылы булған кеше януарҙың һанын иҫәпләп сығарһын, сөнки ул – кеше һаны. Был һан – алты йөҙ алтмыш алты.

14

Бәрәс һәм йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт мең кеше

1 Шул саҡ мин ҡараным да, Сион тауында Бәрәс, уның менән бергә маңлайҙарында Бәрәстең исеме һәм Уның Атаһының исеме яҙылған йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт мең кеше торғанлығын күрҙем. 2 Мин күктән шарлауыҡ тауышына һәм көслө күк күкрәүенә оҡшаған тауыш ишеттем. Был тауыш арфасыларҙың арфала уйнаған тауышы кеүек ине. 3 Тәхет, дүрт йән эйәһе һәм аҡһаҡалдар алдында яңы йыр йырланды. Ул йырҙы ерҙән ҡотҡарып алынған йөҙ ҡырҡ дүрт мең кешенән башҡа бер кем дә өйрәнә алманы. 4 Улар – бер тапҡыр ҙа ҡатын-ҡыҙ менән булмаған, шул арҡала сафлыҡтарын һаҡлап ҡалған кешеләр. Улар Бәрәс ҡайҙа барһа, Уның артынан шунда барыусылар. Улар барлыҡ кешелек араһынан ҡотҡарып алынды һәм Аллаға һәм Бәрәскә беренселәрҙән булып бағышланды, 5 уларҙың телдәрендә ялған булманы, улар саф булды .

Өс фәрештә

6 Унан һуң мин күк йөҙөндә осоп барған тағы бер фәрештәне күрҙем. Уның ерҙә йәшәүсе һәр милләткә һәм нәҫелгә, телгә һәм халыҡҡа еткереү өсөн мәңгелек Һөйөнөслө Хәбәре бар ине. 7 Ул көслө тауыш менән:

– Алланан ҡурҡығыҙ һәм Уны данлағыҙ, сөнки Уның хөкөм сәғәте килде. Күкте лә, ерҙе, диңгеҙҙе, һыу сығанаҡтарын да Булдырыусыға табынығыҙ! – тине.

8 Уның артынан килгән икенсе фәрештә былай тине:

– Бөйөк Вавилон емерелде, емерелде, сөнки ул бөтөн халыҡтарҙы ла үҙенең ялҡынлы фәхешлегенең шарабын эсергә мәжбүр иткән.

9 Уларҙың артынан килгән өсөнсө фәрештә көслө тауыш менән былай тине:

– Кем януарға һәм уның һынына табына, үҙенең маңлайына йәки ҡулына януар тамғаһы ҡабул итә, 10 Алланың нәфрәт кәсәһендә әҙерләнгән шыйыҡлатылмаған ярһыу шарабын эсәсәк, изге фәрештәләр һәм Бәрәс алдында ут һәм көкөрт эсендә ғазапландырыласаҡ. 11 Уларҙың ғазап төтөнө мәңгенән-мәңгегә күтәреләсәк. Януарға һәм уның һынына табыныусы, уның исем тамғаһын ҡабул итеүсе һәр кем көндөҙ ҙә, төндә лә ғазаптан тынғы күрмәйәсәк.

12 Бында Алла әмерен үтәгән һәм Ғайсаға инанған изге кешеләрҙең түҙемле булыуы кәрәк.

13 Мин күктән үҙемә өндәшкән тауыш ишеттем:

– Яҙып ҡуй: «әлеге мәлдән башлап Раббыныҡы булып үлгәндәр бәхетле». Эйе, улар үҙҙәренең ауыр хеҙмәттәренән ял итһендәр, сөнки эштәре уларҙан ҡалмай арттарынан барасаҡ, ти Рух.

Ерҙә уңыш йыйыу

14 Мин ҡараным да аҡ болот һәм болот өҫтөндә әҙәм улына оҡшаған Зат ултырғанын күрҙем. Уның башында алтын таж ине, ә ҡулына үткер ураҡ тотҡайны. 15 Алла Йортонан тағы бер фәрештә сығып, болот өҫтөндә Ултырыусыға көслө тауыш менән:

– Урағыңды ал да ур, сөнки ураҡ ваҡыты етте, ерҙә уңыш өлгөрҙө, – тип ҡысҡырҙы. 16 Шул саҡ болотта Ултырыусы Үҙенең урағын ер өҫтөнә ырғытты һәм ерҙә уңыш урылды.

17 Күктәге Алла Йортонан икенсе фәрештә сыҡты. Уның да үткер урағы бар ине. 18 Ут өҫтөнән хакимлығы булған тағы бер фәрештә ҡорбан килтереү урынынан сыҡты. Ул үткер урағы булған фәрештәгә көслө тауыш менән:

– Үҙеңдең үткер урағыңды ал да ер өҫтөндәге йөҙөм тәлгәштәрен йый, сөнки уның емештәре өлгөрҙө, – тип ҡысҡырҙы. 19 Фәрештә үҙенең урағын ергә ырғытты ла ер өҫтөндәге йөҙөмдө йыйып, Алланың ярһыулы иҙгесенә ташланы. 20 Ул йөҙөм ҡала эргәһендәге иҙгестә тапатылды. Иҙгестән аттың йүгәненә тиклем тәрәнлектәге бер мең алты йөҙ стадия алыҫлығында ҡан аҡты.

15

Бәлә-ҡазалы ете фәрештә

1 Тағы ла мин күктә бөйөк һәм иҫ киткес илаһи билдә – һуңғы ете бәлә-ҡазалы ете фәрештәне күреп ҡалдым. Былар иң аҙаҡҡы бәлә-ҡазалар. Улар менән Алла ярһыуы тамамланасаҡ. 2 Мин ут менән быяла ҡатнашҡан диңгеҙ һымаҡ нәмәне күрҙем. Быяла диңгеҙ өҫтөндә януарҙың үҙен, уның һынын һәм исеменең һанын еңеп сығыусылар тора ине, ҡулдарына Алланың арфаларын тотҡайнылар. 3 Улар Алла ҡоло Мусаның һәм Бәрәстең йырын йырлайҙар ине:

– Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла!

Һинең эштәрең бөйөк һәм ғәжәп.

Халыҡтар Батшаһы ,

Һинең юлдарың ғәҙел һәм хаҡ.

4 Раббы! Һинән кем ҡурҡмаҫ та,

исемеңде кем данламаҫ?

Тик Һин генә изгеһең,

бөтөн халыҡтар килерҙәр ҙә

Һинең алдыңда табынырҙар.

Һинең ғәҙел эштәрең асылды.

5 Бынан һуң мин күктә Алла Йорто – шаһитлыҡ сатыры асылғанын күрҙем. 6 Алла Йортонан ете бәлә-ҡазаһы булған ете фәрештә сыҡты. Улар тап-таҙа ялтырап торған етен кейем кейгән һәм күкрәктәренән алтын билбау ураған. 7 Дүрт йән эйәһенең береһе ете фәрештәгә мәңгенән-мәңгегә йәшәүсе Алланың ярһыуы тулы ете алтын кәсә бирҙе. 8 Алла Йорто Алланың данынан һәм ҡөҙрәтенән төтөн менән тулды, һәм ете фәрештәнең ете бәлә-ҡазаһы тамамланмайынса, унда бер кем инә алманы.

16

Алла нәфрәте кәсәләре

1 Шунан һуң Алла Йортонан ете фәрештәгә:

– Барығыҙ һәм Алланың ете нәфрәт кәсәһен ергә түгегеҙ, – тип өндәшкән көслө тауыш ишеттем.

2 Беренсе фәрештә барҙы ла кәсәһен ер өҫтөнә түкте. Януар тамғаһы һалынған һәм уның һынына табынған кешеләрҙә ерәнгес һәм яман эренле йәрәхәттәр хасил булды.

3 Икенсе фәрештә кәсәһен диңгеҙгә түкте: диңгеҙ һыуы үлек ҡаны кеүек булды һәм диңгеҙҙәге бөтөн тереклек һәләк булды.

4 Өсөнсө фәрештә кәсәһен йылғаларға һәм һыу сығанаҡтарына түкте: уларҙың һыуы ҡанға әйләнде. 5 Мин һыу фәрештәһенең былай тип әйткәнен ишеттем:

– Бар, Булған һәм Изге,

шулай хөкөм итеүең менән

Һин ғәҙел.

6 Изгеләрҙең һәм пәйғәмбәрҙәрҙең

ҡанын ҡойғандары өсөн,

Һин уларҙың үҙҙәренә ҡан эсерҙең.

Улар быға лайыҡлы.

7 Мин ҡорбан килтереү урыны яғынан тауыш ишеттем:

– Эйе, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла,

Һинең хөкөмдәрең хаҡ һәм ғәҙел.

8 Дүртенсе фәрештә кәсәһен ҡояш өҫтөнә түкте: ҡояшҡа кешеләрҙе көйҙөрөү көсө бирелде. 9 Кешеләрҙе көслө селлә эҫелеге көйҙөрҙө һәм улар был бәлә-ҡазалар өҫтөнән хакимлығы булған Алла исемен хурланылар, әммә тәүбә итмәнеләр, Алланы данламанылар.

10 Бишенсе фәрештә кәсәһен януар тәхете өҫтөнә түкте: уның батшалығы ҡараңғылыҡҡа сумды, кешеләр ғазаптарҙан телдәрен тешләне, 11 ғазаптарынан һәм йәрәхәттәренән күк Аллаһын хурланылар, әммә ҡылған эштәренән тәүбә итмәнеләр.

12 Алтынсы фәрештә кәсәһен бөйөк Ефрат йылғаһына түкте: уның һыуы ҡояш ҡалҡҡан яҡтан киләсәк батшаларға юл әҙер булһын өсөн кипте. 13 Мин аждаһаның да, януарҙың да, ялған пәйғәмбәрҙең дә ауыҙынан баҡаға оҡшаған өс шаҡшы рух сығыуын күрҙем. 14 Улар – мөғжизәләр күрһәтеүсе шаҡшы рухтар. Улар бөтөн донъя батшаларын сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың бөйөк көнөндә һуғышҡа йыйыр өсөн сыҡты.

15 «Бына ҡараҡ кеүек көтмәгәндә киләм: яланғас йөрөмәҫ һәм хурлығы күренмәһен өсөн уяу торған һәм кейемдәрен тәртиптә тотҡан кеше бәхетле!»

16 Шаҡшы рухтар батшаларҙы йәһүд телендә «Армагеддон» тип аталған урынға йыйҙы.

17 Етенсе фәрештә кәсәһен һауаға түкте: Алла Йортонан, тәхеттән:

– Тамамланды! – тигән көслө тауыш яңғыраны.

18 Йәшен йәшнәне, тауыштар, күк күкрәүе ишетелде, көслө итеп ер тетрәй башланы, кешеләр ерҙә йәшәй башлағандан алып ундай көслө ер тетрәү булмағайны әле. Шул тиклем көслө ер тетрәү! 19 Бөйөк ҡала өс өлөшкә бүленде һәм халыҡтарҙың ҡалалары емерелде. Шулай итеп, Алла бөйөк Вавилон ҡалаһын иҫенә төшөрҙө һәм уға Үҙенең ярһыу нәфрәт кәсәһенән шарап эсергә бирҙе. 20 Һәр утрау юҡҡа сыҡты, тауҙар юҡ булды, 21 күктән кешеләр өҫтөнә ҙур-ҙур боҙ киҫәктәре яуҙы. Кешеләр был бәлә-ҡаза өсөн Алланы хурланы, сөнки ул ифрат ауыр ине.

17

Януар өҫтөндә ултырған ҡатын

1 Ҡулдарында ете кәсә булған фәрештәләрҙең береһе яныма килде һәм былай тине:

– Бында кил, мин һиңә ҙур һыуҙарҙа ултырған бөйөк фәхишәгә буласаҡ хөкөм язаһын күрһәтәм, 2 уның менән ерҙәге батшалар фәхешлек итте, уның фәхешлек шарабын ерҙә йәшәүселәр иҫергәнсе эсеп ләззәтләнде.

3 Мине Рух солғап алды, һәм фәрештә мине сүллеккә күсерҙе. Унда мин ҡып-ҡыҙыл януар өҫтөндә ултырған ҡатынды күрҙем. Януар ете башлы һәм ун мөгөҙлө ине һәм Алланы хурлаған исемдәр менән ҡапланғайны. 4 Ҡатын шәмәхә һәм ҡып-ҡыҙыл төҫтәге кейемдәр кейгәйне, алтын, аҫылташтар һәм ынйы менән биҙәнгәйне, ҡулына үҙенең фәхишәлегенең ерәнгес һәм бысраҡлығы тулы алтын кәсә тотҡайны. 5 Уның маңлайына «Бөйөк Вавилон – ерҙәге фәхишәләрҙең һәм ерәнгес нәмәләрҙең әсәһе» тигән серле исем яҙылғайны. 6 Мин ҡатындың изгеләр ҡанынан һәм Ғайсаның шаһиттары ҡанынан иҫергәнлеген күрҙем. Был күренешкә мин ныҡ ғәжәпләндем. 7 Фәрештә миңә былай тине:

– Нимәгә шулай ғәжәпләнәһең? Мин һиңә ҡатындың һәм уны йөрөтөүсе ете башлы һәм ун мөгөҙлө януарҙың серен аңлатып бирәм. 8 Һин күргән януар бар ине, хәҙер ул юҡ. Әммә ул тиҙҙән упҡындан күтәрелеп сығасаҡ һәм һәләкәткә барасаҡ. Донъя яратылғандан бирле исемдәре тормош китабына яҙылмаған кешеләр, януарҙы күреп ғәжәпләнәсәктәр, сөнки ул бар ине, хәҙер юҡ һәм йәнә буласаҡ.

9 Бында зирәк аҡыл кәрәк. Ете баш – ҡатын ултырған ете тау, шулай уҡ ете батша ул. 10 Ул батшаларҙың бишәүһе һәләк булды, береһе бар, етенсеһе әле килмәгән. Килгәс тә ул оҙаҡ булмаясаҡ. 11 Булған һәм хәҙер булмаған януар – ул һигеҙенсе батша. Ул шулай уҡ ете батшаның берәүһе, һәм ул һәләкәткә бара.

12 Һин күргән ун мөгөҙ – ун батша ул. Улар батшалыҡтарын әле алманы. Әммә януар менән бергә бер сәғәткә батшалар дәрәжәһендә хакимлыҡ аласаҡтар. 13 Уларҙың уйҙары бер һәм януарға үҙҙәренең көстәрен һәм хакимлыҡтарын тапшырасаҡтар. 14 Улар Бәрәс менән һуғышасаҡ, һәм Бәрәс уларҙы еңәсәк, сөнки Ул – хакимдарҙың Хакимы һәм батшаларҙың Батшаһы. Уның менән бергә булғандар иһә саҡырылғандар, һайланып алынғандар һәм тоғролар.

15 Фәрештә миңә тағы былай тип һөйләне:

– Һин күргән фәхишә ултырған һыуҙар – халыҡтар һәм төркөмдәр, милләттәр һәм телдәр. 16 Һин күргән ун мөгөҙ һәм януар фәхишәгә нәфрәт менән ҡараясаҡ һәм уны бөлгөнлөккә төшөрәсәк, яланғас ҡалдырасаҡ, уның тәнен ашаясаҡ һәм утта яндырасаҡ. 17 Сөнки Алла был ун мөгөҙгә Үҙенең ихтыярын үтәү теләген күңеленә һеңдергән, шуға күрә, Алла һүҙе тормошҡа ашҡанға тиклем, улар януарға батшалыҡ хакимлығын берҙәм бирә. 18 Һин күргән ҡатын – ерҙәге батшалар өҫтөнән батшалыҡ итеүсе бөйөк ҡала ул.

18

Вавилондың емерелеүе

1 Бынан һуң мин тағы бер фәрештәнең күктән төшөүен күрҙем. Уның хакимлығы бөйөк ине: данынан ер яҡтырҙы. 2 Ул көслө тауыш менән былай тип ҡысҡырҙы:

– Бөйөк Вавилон емерелде, емерелде!

Ул ендәр төйәгенә һәм төрлө шаҡшы рух торлағына,

төрлө бысраҡ һәм ерәнгес ҡоштар ояһына әйләнде.

Сөнки ул үҙенең ялҡынлы фәхешлек шарабын

бөтөн халыҡтарға эсерҙе,

3 ерҙәге батшалар уның менән зина ҡылды,

сауҙагәрҙәр уның самаһыҙ зиннәт-байлығынан

байыны.

4 Күктән мин тағы бер тауыш ишеттем:

– Халҡым минең,

Вавилондың гонаһтарында ҡатнашмаҫ һәм

уның бәлә-ҡазаларына дусар булмаҫ өсөн,

унан сыҡ.

5 Уның гонаһтары инде өйкәлешеп күккә тиклем

ашты һәм

Алла уның енәйәттәрен иҫенә төшөрҙө.

6 Ул бүтәндәргә нисек булған булһа,

һеҙ ҙә уға шулай яуап ҡайтарығыҙ,

уның ҡылған эштәренә хаҡты икеләтә ҡайтарығыҙ,

уның бүтәндәргә тип эсемлек әҙерләгән кәсәһендә

үҙенә икеләтә ҡеүәтле эсемлек әҙерләгеҙ.

7 Ул үҙен күпме данлаһа һәм зиннәттә йәшәһә,

уға шул тиклем ғазап һәм ҡайғы бирегеҙ,

ул бит күңеленән генә:

«Батшабикә булып ултырам, мин тол ҡатын түгел,

ҡайғы күрмәйәсәкмен!» – ти.

8 Шуның өсөн уға яза, үлем, илау, яланғаслыҡ

бер көн эсендә киләсәк һәм ул утта яндырыласаҡ,

сөнки уны хөкөм итеүсе Раббы Алла ҡөҙрәтле.

9 Уның менән ләззәттә йәшәгән ерҙәге батшалар, уның яныуынан сыҡҡан төтөндө күреп, үкереп илаясаҡ һәм ҡайғырасаҡ. 10 Уның ғазаптарынан ҡурҡып ситтәрәк баҫып торасаҡтар һәм:

– Ҡайғы, ҡайғы һиңә, бөйөк ҡала!

Эй Вавилон, ҡеүәтле ҡала!

Һиңә бер сәғәт эсендә хөкөм килде, –

тип әйтәсәктәр.

11 Ерҙәге сауҙагәрҙәр уның хаҡында ҡайғырып илаясаҡ, сөнки уларҙың тауарҙарын бер кем дә һатып алмаҫ, 12 алтын һәм көмөш әйберҙәрен, аҫылташтарын һәм ынйыларын, нәфис етен һәм ебәк, ҡуйы ҡыҙыл һәм алһыу төҫтәге туҡымаларын, хуш еҫле ағас төрөн, фил һөйәгенән яһалған әйберҙәрен, ҡиммәтле ағастан, баҡырҙан, тимерҙән һәм мәрмәрҙән эшләнгән төрлө нәмәләрен, 13 баҙыяндарын һәм аш тәмләткестәрен, хуш еҫтәр ҡушылмаһын, ладандарын, шараптарын һәм зәйтүн майҙарын, иң яҡшы ондарын һәм бойҙайҙарын, мал-тыуарын һәм һарыҡтарын, аттарын һәм арбаларын, тәндәре һәм йәндәре менән бергә ҡолдарын да алмаҫ.

14 – Йәнең көҫәгән емештәрең юҡ хәҙер.

Бөтөн зиннәтлегең һәм ҡупшылығың

һине ташланы,

улар бер ҡасан да табылмаҫ.

15 Был тауарҙарҙың бөтөнөһө менән сауҙа итеүселәр һәм байыусылар, уның ғазаптарынан ҡурҡып, ҡайғырып илап ситтәрәк баҫып торасаҡ. 16 Улар:

– Ҡайғы, ҡайғы уға, эй бөйөк ҡала!

Ул нәфис етен, ҡуйы ҡыҙыл һәм алһыу төҫтәге

туҡымаларға төрөнгән, алтын һәм аҫылташтар,

ынйылар менән биҙәлгән булған.

17 Шундай ҙур байлыҡ бер сәғәт эсендә

юҡ булды! – тип әйтәсәктәр.

Диңгеҙҙә карап йөрөтөүселәр ҙә, караптарҙа йөҙөүселәрҙең бөтөнөһө лә, диңгеҙселәр ҙә һәм диңгеҙ кәсебенән файҙа күреүселәр ҙә ситтәрәк баҫып торҙо. 18 Улар, ҡаланың яныуынан сыҡҡан дымды күреп: «Был бөйөк ҡалаға башҡа бер ҡала ла тиң түгел!» – тип ҡысҡырҙылар. 19 Улар баштарына туҙан һибеп һәм ҡайғырып илап:

– Ҡайғы, ҡайғы уға, эй бөйөк ҡала!

Диңгеҙҙә караптары булған бөтөнөһө лә

уның байлығынан байыны,

бер сәғәт эсендә бушлыҡҡа әйләнде! – тинеләр. –

20 Күк, уның хаҡында шатлан,

изгеләр, илселәр, пәйғәмбәрҙәр, шатланығыҙ,

сөнки Алла уны һеҙҙе хөкөм иткән

яза менән хөкөм итте.

21 Бынан һуң бер көслө фәрештә ҙур тирмән хәтле таш алып диңгеҙгә ташланы ла былай тине:

– Бөйөк Вавилон ҡалаһы

шундай көс менән алып ташланасаҡ

һәм башҡаса табылмаясаҡ.

22 Арфала уйнаусылар ҙа, йырлаусылар ҙа,

һыбыҙғысылар ҙа, борғо ҡысҡыртыусылар ҙа

ишетелмәҫ инде һиндә.

Бүтәнсә бер генә һөнәрсе лә,

бер генә һөнәр ҙә булмаҫ,

тирмән ташы тауышы ла ишетелмәҫ.

23 Яҡтыртҡыстың яҡтылығы ла һиндә күренмәҫ,

кейәү менән кәләш тауыштары ла

бынан ары ишетелмәҫ.

Сауҙагәрҙәрең ерҙә бөйөк булды,

һинең тылсымың менән

бөтөн халыҡтар ҙа алданды.

24 Ул ҡалала пәйғәмбәрҙәрҙең һәм

изгеләрҙең ҡаны,

ерҙәге барлыҡ үлтерелгәндәрҙең

ҡаны табылды. 18

19

Раббыны маҡтағыҙ

1 Бынан һуң мин күктән өндәшкән бик ҙур халыҡ төркөмөнән сыҡҡандай көслө тауыш ишеттем. Тауыш былай тине:

– Раббыны маҡтағыҙ!

Ҡотолоу ҙа, дан да, ҡөҙрәт тә Аллабыҙҙыҡы!

2 Уның хөкөмдәре хаҡ һәм ғәҙел,

сөнки Ул үҙенең фәхешлеге менән

ерҙе боҙоҡлоҡҡа килтергән

бөйөк фәхишәне хөкөм итте һәм

Үҙ ҡолдарының ҡаны өсөн унан үс алды.

3 Бынан һуң күктән йәнә:

– Раббыны маҡтағыҙ! – тип әйтелде. –

Фәхишәнең яныуынан сыҡҡан төтөн

мәңгенән-мәңгегә күтәрелә.

4 Шул ваҡыт егерме дүрт аҡһаҡал һәм дүрт йән эйәһе йөҙтүбән ҡапланып:

– Амин! Раббыны маҡтағыҙ! –

тип, тәхеттә ултырыусы Аллаға баш эйҙеләр.

5 Тәхеттән былай тип өндәшкән тауыш килде:

– Алланың бөтөн ҡолдары,

Унан ҡурҡыусылар, ябайҙар һәм бөйөктәр,

Аллабыҙҙы маҡтағыҙ!

6 Мин бик күп халыҡтан сыҡҡан кеүек, шарлауыҡ тауышылай, көслө күк күкрәүендәй тауыш ишеттем. Ул былай тине:

– Раббыны маҡтағыҙ!

Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Аллабыҙ

батшалыҡ итә башланы!

7 Ҡыуанайыҡ һәм шатланайыҡ, Уға дан йырлайык.

Бәрәстең туйы килде, Уның кәләше әҙерләнеп

бөттө.

8 Кәләшкә кейер өсөн ялтырап торған нәфис

аҡ етен туҡыманан таҙа кейем бирелде.

Аҡ етен – изге кешеләрҙең тәҡүә эштәре ул.

9 Фәрештә миңә былай тине:

– Яҙып ҡуй: Бәрәстең туй мәжлесенә саҡырылғандар бәхетле.

Тағы былай тине:

– Был һүҙҙәр – Алланың хаҡ һүҙҙәре.

10 Шунан һуң мин, баш эйер өсөн, уның аяҡтарына йығылдым, әммә ул миңә былай тине:

– Ҡара уны, улай эшләмә! Мин һинең һәм Ғайса тураһында шаһитлыҡ ҡылған имандаштарыңдың хеҙмәттәше. Аллаға баш эй! Ғайса хаҡындағы шаһитлыҡ Алла хәбәрен иғлан итеүселәрҙе рухландыра бит.

Аҡ ат өҫтөндәге һыбайлы

11 Мин күктең асылыуын күрҙем. Унда аҡ ат бар ине һәм уның өҫтөндәге һыбайлыһын Тоғро һәм Хаҡ тип атайҙар ине. Уның хөкөм итеүе һәм һуғыш алып барыуы ғәҙел. 12 Уның күҙҙәре ут ялҡыны кеүек, ә башында – бик күп таждар. Уға Үҙенән башҡа бер кем белмәй торған исем яҙылған. 13 Ул ҡанға батҡан кейем кейгән һәм Уның исеме – Алла һүҙе. 14 Уның артынан аҡ аттарға атланған аҡ, таҙа, нәфис етендән кейем кейгән күк ғәскәрҙәре эйәргән. 15 Уның ауыҙынан, халыҡтарға һуғыр өсөн үткер ҡылыс сығып тора, һәм улар өҫтөнән тимер таяҡ менән Ул Үҙе хакимлыҡ итәсәк. Ул сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың ярһыулы нәфрәт шарабын әҙерләп, иҙгестә йөҙөм иҙәсәк. 16 Уның кейемендә һәм янбашында: «Батшаларҙың батшаһы һәм Хакимдарҙың Хакимы» тигән исем яҙылған.

17 Шунан һуң мин ҡояшта тороусы бер фәрештәне күрҙем. Ул күк йөҙө буйлап осоусы бөтөн ҡоштарға мөрәжәғәт итеп көслө тауыш менән ҡысҡырҙы:

– Осоп килегеҙ, Алланың бөйөк мәжлесенә йыйылығыҙ! 18 Батшаларҙың һәм ғәскәр башлыҡтарының, көслөләрҙең, аттарҙың һәм уларҙың һыбайлыларының мәйеттәрен, бөтөн иреклеләрҙең дә, ҡолдарҙың да, ябай кешеләрҙең дә, бөйөктәрҙең дә мәйеттәрен ашағыҙ.

19 Шунда мин януарҙы, ерҙәге батшаларҙы һәм уларҙың ғәскәрҙәрен, атта Ултырыусыға һәм Уның ғәскәренә ҡаршы һуғышырға тип йыйылғандарын күрҙем. 20 Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды. 21 Ә ҡалғандары атта Ултырыусының ауыҙынан сығып торған ҡылыс менән үлтерелде һәм барлыҡ ҡоштар уларҙың мәйетен ашап туйынды.

20

Мең йыл буйы батшалыҡ итеү

1 Шунан һуң мин күктән төшөп килгән фәрештәне күрҙем. Уның ҡулында упҡын асҡысы менән ҙур сылбыр бар ине. 2 Ул – аждаһаны – Иблис-Шайтан тигән ул боронғо йыланды – тотоп алды ла, мең йылға сылбырлап ҡуйҙы. 3 Мең йыл үткәнгә тиклем, халыҡтарҙы алдамаһын өсөн, уны упҡынға ташланы, упҡынды бикләп ҡуйҙы һәм өҫтөнә мисәт һалды. Мең йылдан һуң ул аҙ ғына ваҡытҡа азат ителергә тейеш.

4 Унан һуң мин тәхеттәр һәм унда ултырыусыларҙы күрҙем. Уларға хөкөм итергә хоҡуҡ бирелгәйне. Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәндәре һәм Алла һүҙе өсөн баштары киҫелгән, януарға һәм уның һынына табынмаған, маңлайҙарына һәм ҡулдарына уның тамғаһын һалдырмаған кешеләрҙең йәндәрен күрҙем. Улар үленән терелеп торҙолар ҙа, мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ иттеләр. 5 Үлгәндәрҙең ҡалғандары иһә мең йыл үтмәйенсә терелмәне. Был – беренсе терелеү булды. 6 Беренсе терелеүҙә ҡатнашыусылар – бәхетлеләр һәм изгеләр: икенсе үлемдең улар өҫтөнән хакимлығы юҡ, әммә улар Алланың һәм Мәсихтең руханиҙары булып, мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ итәсәктәр.

Иблистең еңелеүе

7 Мең йыл үткәс, Иблис үҙ төрмәһенән азат ителәсәк һәм ерҙең һәр мөйөшөндәге халыҡтарҙы, йәғни Гог һәм Магогты алдап, уларҙы һуғышҡа барыр өсөн йыя башлар. Һандары диңгеҙҙәге ҡом бөртөгө иҫәбендә булыр. 8 Мин уларҙың ер киңлегенә сыҡҡанын һәм изге кешеләр йәшәгән урын менән яратҡан ҡаланы ҡамап алғанын күрҙем. 9 Әммә күктән ут ҡабынып, уларҙы яндырып бөтөрҙө. 10 Уларҙы алдаған Иблис иһә януар менән ялған пәйғәмбәр ташланылған утлы һәм көкөртлө күлгә ырғытылды. Улар унда мәңгенән-мәңгегә көнө-төнө ғазапланыр.

Үлеләр өҫтөнән хөкөм

11 Унан һуң мин ҙур аҡ тәхетте һәм унда Ултырыусыны күрҙем. Уның ҡарашынан ер менән күк ҡасты, уларға урын табылманы. 12 Мин тәхет ҡаршыһында тороусы үлгәндәрҙе, бөйөк һәм ябай кешеләрҙе күрҙем. Китаптарҙы астылар. Аҙаҡтағы бер китап – тормош китабы – асылды. Китаптарҙа яҙылғанса, үлгәндәр үҙ эштәренә ҡарап хөкөм ителде. 13 Диңгеҙ үҙендә булған үлгәндәрҙе бирҙе. Үлем һәм үлеләр донъяһы ла үҙендә булған үлгәндәрҙе бирҙе. Был үлгән кешеләрҙең һәр береһе үҙ эштәренә ҡарата хөкөм ителде. 14 Шунан һуң үлем һәм үлеләр донъяһы утлы күлгә ырғытылды. Был – икенсе үлем: утлы күл. 15 Исеме тормош китабында табылмаған һәр кем шул утлы күлгә ырғытылды.

21

Яңы күк һәм яңы ер

1 Шунан һуң мин яңы күкте һәм яңы ерҙе күрҙем, элекке күк һәм элекке ер юҡҡа сыҡҡайны, дингеҙ ҙә бүтәнсә юҡ ине. 2 Мин, кейәүе өсөн әҙерләнеп биҙәнгән кәләш кеүек, күктән, Алланан төшөүсе изге ҡала – яңы Иерусалимды күрҙем. 3 Шул саҡ тәхеттән килгән көслө тауыш ишеттем. Ул былай тине:

– Бына, Алланың кешеләр менән бергә йәшәү урыны. Ул кешеләр менән бергә йәшәйәсәк. Кешеләр Уның халҡы буласаҡ һәм Алла Үҙе улар менән буласаҡ . 4 Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ, сөнки элеккеләр үтте инде.

5 Тәхеттә Ултырыусы былай тине:

– Бына, Мин бар нәмәне лә яңы итеп яһайым.

Шунан миңә өндәште:

– Яҙып ҡуй, сөнки был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ.

6 Ул миңә тағы былай тине:

– Ғәмәлгә ашты! Мин – Альфа һәм Омега, Башы һәм Аҙағы. Мин һыуһағанға тереклек һыуы шишмәһенән бушлай һыу эсерәм. 7 Еңеүсе бының барыһына ла эйә буласаҡ һәм Мин уның Аллаһы буласаҡмын, ә ул Минең балам буласаҡ. 8 Әммә ҡурҡаҡтарҙың да, имандан баш тартҡандарҙың да, әшәкеләрҙең дә, кеше үлтереүселәрҙең дә, фәхешлек ҡылыусыларҙың да, сихырсыларҙың да, ялған илаһтарға табыныусыларҙың да, бөтөн ялғансыларҙың да өлөшө ут һәм көкөрт ялҡынланып торған күлдә булыр. Был – икенсе үлем.

Яңы Иерусалим

9 Минең эргәмә һуңғы ете бәлә-ҡаза менән тулы ете кәсә тотҡан ете фәрештәнең береһе килде лә: «Кил, мин һиңә кәләште, Бәрәстең ҡатынын күрһәтәм», – тине. 10 Мине рух солғап алды, һәм фәрештә үҙемде ҙур һәм бейек тауға күсерҙе. Шунда миңә күктән, Алланан төшөүсе ҡаланы, изге Иерусалимды күрһәтте. 11 Ул ҡала Алла данынан балҡып тора ине. Уның балҡыуы аҫыл таш һәм кристалл кеүек сағыу йәшмәгә оҡшағайны. 12 Диуарҙары ҙур һәм бейек, ун ике ҡапҡаһы бар, ҡапҡалары янында ун ике фәрештә тора. Ҡапҡаларында Израиль халҡының ун ике нәҫеленең исеме яҙылған. 13 Көнсығыштан өс ҡапҡа, төньяҡтан өс ҡапҡа, көньяҡтан өс ҡапҡа, көнбайыштан өс ҡапҡа бар. 14 Ҡала диуарының ун ике нигеҙ ташы бар. Ул нигеҙҙәрҙә Бәрәстең ун ике илсеһенең исеме яҙылған.

15 Миңә һөйләгән фәрештәнең ҡаланы, уның ҡапҡаларын, диуарын үлсәр өсөн алтын үлсәү таяғы бар ине. 16 Ҡала тигеҙ яҡлы дүртмөйөш булып урынлашҡан, уның оҙонлоғо ла, киңлеге лә тигеҙ. Фәрештә ҡаланы таяҡ менән үлсәне. Ул ун ике мең стадия булды. Уның оҙонлоғо ла, киңлеге лә, бейеклеге лә бер тигеҙ ине. 17 Фәрештә ҡала диуарын үлсәп сыҡты. Диуар фәрештә ҡулланған кеше үлсәме менән йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт аршин булды. 18 Уның диуары йәшмәнән төҙөлгәйне, ә ҡала иһә таҙа, үтә күренмәле быяла һымаҡ саф алтындан ине. 19 Ҡала диуарының нигеҙ ташы төрлө аҫылташтар менән биҙәлгәйне: беренсе нигеҙе – йәшмә, икенсеһе – зәңгәр яҡут, өсөнсөһө – халцедон, дүртенсеһе – зөбәржәт, 20 бишенсеһе – сардоникс, алтынсыһы – сердолик, етенсеһе – хризолит, һигеҙенсеһе – берилл, туғыҙынсыһы – топаз, унынсыһы – хризопраз, ун беренсеһе – гиацинт, ун икенсеһе – аметист. 21 Ун ике ҡапҡа – ун ике ынйы, ҡапҡаларҙың һәр береһе бер ынйынан. Үҙәк урам үтә күренмәле быяла һымаҡ саф алтындан ине.

22 Ҡалала мин Алла Йортон күрмәнем, сөнки был ҡаланың Алла Йорто – сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла Үҙе һәм Бәрәс. 23 Ҡала ҡояштың һәм айҙың яҡтыртыуына мохтаж түгел, сөнки Алланың даны уны яҡтырта һәм уның яҡтыртҡысы – Бәрәс. 24 Халыҡтар был ҡаланың яҡтыһы эсендә йөрөр, ерҙәге батшалар уға үҙҙәренең зиннәтле байлығын килтерер. 25 Ҡаланың ҡапҡалары көндөҙ бикләнмәҫ, ә төн унда булмаҫ. 26 Был ҡалаға халыҡтарҙың зиннәтле хазинаһын, байлығын килтерәсәктәр. 27 Ҡалаға һис бер бысраҡлыҡ та, әшәкелек, ялғанлыҡ ҡылыусылар ҙа инмәйәсәк, унда исемдәре Бәрәстең тормош китабында яҙылғандар ғына инәсәк.

22

Тереклек һыуы йылғаһы

1 Шунан һуң фәрештә миңә Алланың һәм Бәрәстең тәхетенән ағып сыҡҡан, кристалл һымаҡ ялтырап торған тереклек һыуы йылғаһын күрһәтте. 2 Ул йылға урамдың уртаһынан аға, йылғаның теге яҡ ярында ла, был яҡ ярында ла йылына ун ике тапҡыр емеш биреүсе, ай һайын үҙ емешен биреп тороусы тереклек ағасы бар. Ағас япраҡтары – халыҡтарҙы һауыҡтырыу өсөн. 3 Ҡалала ҡәһәрләнгән бер генә нәмә лә булмаясаҡ, унда Алланың һәм Бәрәстең тәхете торасаҡ, ә Уның ҡолдары Уға хеҙмәт итәсәк. 4 Улар Уның йөҙөн күрәсәктәр, һәм Уның исеме уларҙың маңлайҙарында буласаҡ. 5 Унда төн булмаясаҡ, уларҙың яҡтыртҡыс менән ҡояш яҡтылығына мохтажлыҡтары ла булмаясаҡ, сөнки уларға Раббы Алла яҡтылыҡ бирәсәк. Улар мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк.

6 Артабан фәрештә миңә былай тине:

– Был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ. Пәйғәмбәрҙәренә Изге Рух биреүсе Раббы Аллаһы, тиҙҙән ни булырын күрһәтеү өсөн, ҡолдарына Үҙенең фәрештәһен ебәрҙе.

Раббы Ғайсаның килеүе

7 «Тиҙҙән Мин киләсәкмен! Был китаптың пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен тотоусы бәхетле».

8 Мин, Яхъя, быларҙы күрҙем һәм ишеттем. Ишеткәс һәм күргәс, баш эйер өсөн быларҙы күрһәтеүсе фәрештәнең аяҡтарына йығылдым. 9 Әммә ул миңә былай тине:

– Ҡара уны, былай эшләмә. Мин һинең, пәйғәмбәр имандаштарыңдың һәм был китап һүҙҙәрен тотоусыларҙың хеҙмәттәшемен. Һин Аллаға баш эйергә тейешһең.

10 Шунан ул миңә былай тине:

– Был китаптың пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен мисәт аҫтына йәшермә, сөнки ваҡыт яҡын. 11 Яманлыҡ ҡылыусы үҙ ҡылығын дауам итһен. Боҙоҡ кеше боҙоҡлоҡтар атҡарһын. Тәҡүә кешеләр хаҡ эштәрен, изгеләр изгелек эшләүен дауам итһен.

12 «Тиҙҙән Мин киләсәкмен. Һәр кемгә үҙ эштәренә ҡарап бирер өсөн әжерҙе Үҙем менән алып килермен. 13 Мин – Альфа һәм Омега, Тәүгеһе һәм Һуңғыһы, Башы һәм Аҙағы.

14 Үҙенең кейемен йыуғандар бәхетле. Уларҙың тереклек ағасынан туҡланырға һәм ҡапҡалар аша ҡалаға инергә хоҡуҡтары булыр. 15 Ә эттәр ҙә, сихырсылар ҙа, фәхешлек ҡылыусылар ҙа, кеше үлтереүселәр ҙә, ялған илаһтарға табыныусылар ҙа, барлыҡ ялғанлыҡ яратыусылар һәм уны ҡылыусылар ҙа тыш яҡта ҡаласаҡ.

16 Мин, Ғайса, былар хаҡында Алла берҙәмлектәренә шаһитлыҡ итер өсөн һеҙгә Үҙемдең фәрештәмде ебәрҙем. Мин – Дауыт тамырынан һәм нәҫеленән үҫеп сыҡҡан Һабаҡ, яҡты таң йондоҙомон».

17 Рух та, кәләш тә: «Кил!» – тиҙәр. Быларҙы ишетеүсе лә: «Кил!» – тип әйтһен. Һыуһаған да килһен, теләгән кеше тереклек һыуын бушлай алһын.

18 Был пәйғәмбәрлек китабының һүҙҙәрен ишетеүсегә шаһитлыҡ ҡылам: әгәр берәйһе берәй нәмә өҫтәһә, Алла ул кешегә был китапта яҙылған бәлә-ҡазаларҙы өҫтәр. 19 Әгәр берәйһе был пәйғәмбәрлек китабының һүҙҙәренең берәйһен төшөрөп ҡалдырһа, Алла был китапта яҙылған тереклек ағасынан һәм изге ҡаланан ул кешенең өлөшөн төшөрөп ҡалдырыр.

20 Быларҙың барыһы тураһында шаһитлыҡ биреүсе былай ти:

– Эйе, тиҙҙән киләм.

Амин. Эйе, Раббы Ғайса, кил!

21 Раббы Ғайсаның мәрхәмәте барыһы менән булһын .