Павелдың Филиптағы имандаштарға яҙған хаты

1

Сәләмләү

1 Ғайса Мәсихкә хеҙмәт итеүсе Павел менән Тимофейҙан Филиптағы имандаштар берҙәмлегенең етәкселәре һәм ярҙамсыларына, Ғайса Мәсихтеке булған бар изгеләргә сәләм. 2 Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын!

Доға ҡылыу

3 Һеҙҙе иҫкә төшөргән һайын, мин Аллама рәхмәттәр уҡыйым, 4 бөтөнөгөҙ өсөн ҡылған доғаларымды һәр ваҡыт ҙур шатлыҡ менән башҡарам, 5 сөнки тәүге көндән башлап бөгөнгә тиклем Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа ҡатнашаһығыҙ. 6 Тормошоғоҙҙа изгелекле эш башлаған Алла уны Ғайса Мәсих килгән көнгә тиклем тамамлар, тип ышанам. 7 Миңә һеҙҙең бөтөнөгөҙ тураһында ла шулай тип уйларға нигеҙ бар, сөнки һеҙ минең йөрәгемдә урын алдығыҙ. Төрмәлә булған ваҡытта ла, Һөйөнөслө Хәбәрҙе яҡлағанда һәм раҫлағанда ла, барығыҙ ҙа минең менән Алла мәрхәмәтен бүлешәһегеҙ. 8 Барығыҙҙы ла Ғайса Мәсих һөйөүе менән яратыуыма һәм һағыныуыма Алла шаһит. 9 Мөхәббәтегеҙ белемдә лә, тәрән аң-зиһендә лә артҡандан-арта барһын тип доға ҡылам. 10 Һеҙҙең иң яҡшыларҙы һайлап ала белеүегеҙ, Мәсих килер көнгә саф һәм кәмселекһеҙ булыуығыҙ, 11 Алланы данлау һәм маҡтау өсөн Ғайса Мәсих аша килгән хаҡлыҡ емештәрен мул килтерегеҙ, тип доға ҡылам.

Мәсих – ул йәшәү

12 Имандаштар, минең менән булған хәлдәрҙең дә Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа файҙа килтергәнен белеүегеҙҙе теләйем. 13 Һөҙөмтәлә Мәсих хаҡына тотҡонда булыуым ҡайсар һаҡсыларына ла, башҡаларға ла мәғлүм булды. 14 Ә имандаштарыбыҙҙың күбеһе, тотҡонда булыуымды белеп, Раббыға ҡарата ышаныстары нығынды, Алла һүҙен тағы ла ҡыйыуыраҡ, ҡурҡмайынса вәғәзләй башланылар.

15 Әйтергә кәрәк, ҡайһы берәүҙәр Мәсихте көнләшеү һәм сәм арҡаһында вәғәзләһә, икенселәре иһә был эште яҡшылыҡ ҡылыу ниәте менән башҡара. 16 Былары, минең Һөйөнөслө Хәбәрҙе яҡлау өсөн Алла тарафынан төрмәгә бикләнгәнемде белеп, мөхәббәткә таянып эш итә. 17 Тәүгеләре иһә ысын күңелдән түгел, ә көнләшеп, төрмәләге хәлемде ауырайтыу өсөн Мәсихте вәғәзләй. 18 Әммә уның әһәмиәте юҡ. Мәсихте нисек кенә вәғәзләмәһендәр, ике йөҙлөлөк менәнме, ихласмы – мин быға ҡыуанам һәм ҡыуанасаҡмын ғына, 19 сөнки беләм: әлеге хәлем һеҙҙең доғаларығыҙ һәм Ғайса Мәсих Рухының ярҙамы менән миңә ҡотолорға булышлыҡ итер. 20 Бер ниндәй хәл дә мине хурлыҡҡа төшөрә алмауына, һәр ваҡыттағыса хәҙер ҙә ҡыйыу булырыма һәм тормошомда ла, үлемемдә лә, һәм, ғөмүмән, минең менән нимә генә булмаһын, Мәсихте данларыма өмөтләнәм һәм шул ваҡытты ашҡынып көтәм. 21 Минең өсөн йәшәү – ул Мәсих, ә үлем – табыш. 22 Әгәр ҙә йәшәүем менән емештәрҙе мулыраҡ биреүемде дауам итә алам икән, был осраҡта ҡайһыныһын һайлаясағымды белмәйем. 23 Мин ике юл сатында торам. Был донъяны ҡалдырып, Мәсих менән бергә булырға тигән теләгем бар, һәм был күпкә яҡшыраҡ. 24 Әммә һеҙҙең өсөн минең был донъяла ҡалыуым мөһимерәк. 25 Быға ныҡ инанғанлыҡтан, һеҙҙең менән ҡалып, имандағы уңышығыҙ һәм ҡыуанысығыҙ хаҡына барығыҙ менән бергә булырмын. 26 Янығыҙға ҡабат килгәндә, һеҙ минең өсөн Ғайса Мәсихтә тағы ла нығыраҡ ғорурлана аласаҡһығыҙ.

27 Нисек кенә булмаһын, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәргә лайыҡлы йәшәгеҙ. Мин киләмме, яңынан һеҙҙе күрәмме, әллә килмәйемме – берҙәм булыуығыҙҙы һәм иңгә-иң терәп, Һөйөнөслө Хәбәргә иман хаҡына көрәшеүегеҙҙе ишетеп торорға яҙһын. 28 Бер ниндәй осраҡта ла үҙегеҙгә ҡаршы булған кешеләрҙән ҡурҡмағыҙ: был – уларға һәләкәт, ә һеҙҙең өсөн ҡотолоу билдәһе. Был – Алла эше, 29 сөнки һеҙгә Мәсих хаҡына иман тотоу ғына түгел, ә Уның өсөн ғазаптар сигеү ҙә бирелде. 30 Һеҙ мин алып барған көрәште үҙегеҙ ҙә күрҙегеҙ, ишетеп тә тораһығыҙ һәм, шулай уҡ, көрәшәһегеҙ.

2

Мәсихкә оҡшап күндәм булыу

1 Әгәр Мәсих аша күңел күтәренкелеге табаһығыҙ икән, әгәр Уның мөхәббәте шатлыҡ килтерә икән, әгәр һеҙҙә Рух уртаҡлығы, шәфҡәтлелек һәм миһырбанлылыҡ бар икән, 2 минең ҡыуанысымды тулыландырығыҙ: бер фекерҙә булығыҙ, мөхәббәтегеҙҙе уртаҡ итеп, бер маҡсат һәм бер ниәт менән йәшәгеҙ. 3 Бер-берегеҙҙе уҙырға тырышып, дан артынан ҡыумағыҙ, киреһенсә, күндәм булып, башҡаларҙы өҫтөн күрегеҙ. 4 Һәр кем үҙ мәнфәғәтен генә түгел, башҡалар хаҡында ла хәстәрлек күрһен. 5 Бер-берегеҙгә ҡарата уй-фекерҙәрегеҙ Ғайса Мәсихтеке кеүек булһын.

6 Ул булмышы менән илаһи булһа ла,

Аллаға тиң булырға ынтылманы,

7 бар өҫтөнлөктәренән Үҙ теләге менән баш тартып,

ҡол рәүешендә, беҙҙең кеүек булып,

кеше ҡиәфәтендә йәшәне.

8 Үҙенең үлеменә тиклем,

ул ғына ла түгел, арҡысаҡтағы үлемендә лә

Үҙ-Үҙен түбән ҡуйҙы һәм тыңлаусан булды.

9 Шуға күрә Алла тарафынан

Ул барыһынан да юғары күтәрелде,

Уға бөтөн исемдәрҙән бөйөгөрәк исем бирелде:

10 Ғайса исеме алдында

күктәгеләрҙең, ерҙәгеләрҙең һәм

ер аҫтындағыларҙың бөтөнөһө лә теҙләнһен,

11 Атабыҙ Алланың даны хаҡына

һәр тел Ғайса Мәсихте Раббы тип таныһын.

«Донъялағы яҡтыртҡыс кеүек балҡырһығыҙ»

12 Ҡәҙерлеләрем, һеҙ мине янығыҙҙа булғанда ғына түгел, янығыҙҙа булмағанда ла һәр саҡ тыңланығыҙ. Хәҙер иһә, бигерәк тә үҙегеҙҙең ҡотолоу хаҡына, ҡурҡыу һәм ҡалтырау аша хеҙмәтегеҙҙе аҙағына тиклем дауам итегеҙ. 13 Эшмәкәрлегегеҙ өсөн Алла Үҙенең ихтыяры менән һеҙҙә теләк тә, һәләт тә тыуҙыра. 14 Һәр нәмәне зарланмай һәм бәхәсләшмәй генә башҡарығыҙ. 15 Шул саҡта ғына аҙғын һәм боҙоҡ кешеләр араһында ғәйепһеҙ, Алланың саф һәм кәмселекһеҙ балалары булып, донъяла яҡтыртҡыс кеүек балҡырһығыҙ. 16 Мәсих килер көндә көс һалыуым һәм хеҙмәтем юҡҡа булмаған икән тип ғорурлана алыуым өсөн тормош һүҙен вәғәзләгеҙ. 17 Ҡорбан булараҡ Аллаға тәҡдим ителгән иманығыҙға һәм хеҙмәтегеҙгә өҫтәп хатта үҙ йәнемде бирһәм дә, мин ҡыуанам һәм бөтөнөгөҙ менән дә ҡыуанысымды уртаҡлашам. 18 Һеҙ ҙә шулай уҡ ҡыуанығыҙ һәм ҡыуанысымды уртаҡлашығыҙ.

Тимофей менән Епафродит

19 Раббы Ғайса ярҙамы менән тиҙҙән һеҙгә Тимофейҙы ебәрермен тип өмөт итәм. Уның аша хәлдәрегеҙҙе белешеп, мин дә һеҙҙең кеүек үк күңелемде тынысландырыр инем. 20 Һеҙҙең хаҡта уның кеүек ихлас күңелдән хәстәрлек күреүсе башҡа бер кемем дә юҡ. 21 Башҡалар, Ғайса Мәсихкә инаныуға ҡарағанда, үҙ яғын нығыраҡ ҡайыра. 22 Тимофейҙың тоғролоғо иһә һеҙгә билдәле: ул Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа миңә үҙ атаһына хеҙмәт иткән кеүек хеҙмәт итте. 23 Шуға күрә, әлеге хәлемдең нисек булырын белгәс тә, уны шунда уҡ һеҙҙең янға ебәрермен тип өмөтләнәм. 24 Үҙемдең дә тиҙҙән янығыҙға барып етеүемдә Раббының мөмкинлек биреренә ышанам.

25 Мин мохтажлыҡ кисергәндә һеҙ ярҙамға ебәргән имандашым һәм хеҙмәттәшем, көрәштәшем Епафродитты кире ҡайтарыуҙы кәрәкле тип табам. 26 Сөнки ул барығыҙҙы ла һағына, һәм, ҡаты ауырыуы тураһында ишетеүегеҙҙе белгәс, ныҡ күңелһеҙләнде. 27 Епафродит, ысынлап та, ныҡ ауырып китте, хатта үлем хәлендә ине. Тик, ҡайғы өҫтөнә ҡайғы булһын тип, Алла тарафынан уға ғына түгел, миңә лә мәрхәмәт күрһәтелде. 28 Шуға ла мөмкин тиклем тиҙерәк ҡайтарып ебәрәм, уны яңынан күреп һеҙ ҙә ҡыуанырһығыҙ, минең дә ҡайғым кәмер. 29 Һеҙ уны, Раббылағы имандашығыҙ булараҡ, оло шатлыҡ менән ҡабул итегеҙ һәм уның кеүектәргә хөрмәт күрһәтегеҙ. 30 Ул, хеҙмәтегеҙҙең етешмәгән яҡтарын еренә еткереү өсөн, үҙ ғүмерен Мәсих эше хаҡына ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, үлемдән саҡ тороп ҡалды.

3

Саф иман

1 Имандаштарым, инде шуны әйтәм, Раббыныҡы булғанығыҙ өсөн ҡыуанығыҙ. Бер үк нәмәләр тураһында яҙыу миңә мәшәҡәт тыуҙырмай, ә һеҙҙе был күп бәләләрҙән һаҡлар. 2 Эт кеүектәрҙән һаҡланығыҙ! Яуызлыҡ ҡылыусыларҙан һаҡланығыҙ! Дөрөҫ булмаған сөннәтләүҙе талап итеүселәрҙән һаҡланығыҙ! 3 Ысын сөннәтлеләр – беҙ, тән йолаларына таяныусылар түгел, ә Аллаға Уның Рухы менән ғибәҙәт ҡылыусылар һәм Мәсих менән ғорурланыусылар. 4 Мин үҙем дә ундай йолаларға таяна алыр инем. Әгәр башҡа берәү тән йолаларына таянырға теләй икән, минең быға нигеҙем нығыраҡ. 5 Мин тыуғас, һигеҙенсе көндә үк сөннәткә ултыртылғанмын, Израиль халҡынанмын, Вениамин нәҫеленәнмен, еврейҙарҙан тыуған евреймын, ҡанун буйынса фарисей , 6 ашҡынып Мәсих берҙәмлеген эҙәрлекләнем, ҡанун талаптарын үтәү буйынса намыҫым да таҙа булды.

7 Элек үҙем өсөн табыш тип һанаған нәмәләрҙең, Мәсих аша, юғалтыу икәнлеген аңланым хәҙер. 8 Улай ғына ла түгел, Раббым Ғайса Мәсихте танып белеүҙе мин берҙән-бер табыш тип һанайым һәм башҡа бөтөн нәмәләрҙе лә юғалтыу тип уйлайым. Мәсихкә эйә булыу һәм Унда үҙемде табыу өсөн, мин бар нәмәне лә сүп-сарға иҫәпләп, уларҙан Мәсих хаҡына баш тарттым. Минең хаҡлығым ҡанунды үтәүгә түгел, ә Мәсихкә булған иманым, Алланан килгән хаҡлығыма нигеҙләнгән. 10 Мин Мәсихтең Үҙен танырға, Уның үленән терелеү ҡөҙрәтен белергә, ғазаптарын уртаҡлашырға һәм үлем мәленә тиклемге Мәсихкә оҡшарға, 11 һәм нисек тә булһа үленән терелеүгә өлгәшергә өмөтләнәм.

Маҡсатҡа ынтылыу

12 Барыһына ла өлгәштем йәки камиллаштым тип әйтмәйем, әммә Ғайса Мәсих миңә эйә булған һымаҡ, мин дә быларҙың барыһына ла эйә булырға тырышам. 13 Имандаштар, мин маҡсатыма өлгәштем тип һанамайым. Ә бары тик үткәнемде онотоп алға ынтылам, 14 бүләк алыу өсөн маҡсатыма – күктәге тормошҡа ашҡынам. Унда Алла беҙҙе Ғайса Мәсих аша саҡырҙы. 15 Шуға ла, арабыҙҙан рухи яҡтан үҫешкәндәр, шундай уҡ фекерҙә булайыҡ. Әгәр берәй нәмә тураһында башҡаса фекер йөрөтһәгеҙ, Алла уны һеҙгә асып бирер. 16 Беҙ өлгәшкәндәребеҙ буйынса фекер йөрөтөргә һәм шулар буйынса артабан йәшәргә тейешбеҙ.

17 Имандаштар, минән өлгө алығыҙ һәм беҙ күрһәткән өлгө буйынса йәшәүселәргә иғтибар итегеҙ. 18 Күптәр Мәсихтең арҡысағына дошман булып йәшәйҙәр бит. Был хаҡта мин һеҙгә байтаҡ һөйләнем, хәҙер хатта күҙ йәштәрем аша әйтәм. 19 Уларҙың аҙағы – һәләкәт, уларҙың аллаһы – тамаҡ, улар ояла торған урында маҡтана. Улар бары тик донъя мәшәҡәттәре тураһында ғына уйлай. 20 Беҙҙең төйәгебеҙ иһә күктә. Ҡотҡарыусыны, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте беҙ күктән көтәбеҙ. 21 Ул беҙҙең көсһөҙ тәнебеҙҙе үҙгәртер һәм, Үҙенә бөтөн нәмәне буйһондора алырлыҡ ҡеүәте менән Үҙенең шөһрәтле тәненә оҡшаш итер.

4

Өгөт-нәсихәттәр

1 Шулай итеп, ҡәҙерле һәм һағынған имандаштарым, шатлығым һәм дан тажым, Раббыла ныҡ тороғоҙ, ҡәҙерлеләрем! 2 Еводия менән Синтихияның – икеһенең дә Раббыныҡы булыуҙары хаҡына татыулашыуҙарын теләйем. 3 Тоғро көрәштәшем, һинән дә үтенеп һорайым, минең менән, шулай уҡ Климент һәм исемдәре тормош китабына яҙылған башҡа хеҙмәттәштәрем менән Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләү хаҡына көрәшкән ошо ҡатындарға ярҙам ит. 4 Раббыла һәр нәмәнән ҡыуаныс табығыҙ. Ҡабатлап әйтәм, ҡыуаныс табығыҙ! 5 Башҡаларға яғымлы булыуығыҙ бөтөн кешеләргә лә билдәле булһын. Раббы яҡынлаша. 6 Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә, Алла алдында теләктәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ. 7 Шулай булһа, һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе Ғайса Мәсих менән берлектә һаҡлар. 8 Тағы ла, имандаштарым, уйҙарығыҙҙы хәҡиҡәткә, ихтирамға, ғәҙеллеккә, сафлыҡҡа, мөхәббәткә, һоҡланыуға, ҡыҫҡаһы, әҙәпкә һәм маҡтауға лайыҡлы эштәргә йүнәлтегеҙ. 9 Минән өйрәнгән, отоп алған һәм ишетеп-күргәндәрегеҙҙең барыһын да башҡарығыҙ, шул ваҡытта именлек Аллаһы һеҙҙең менән булыр.

Бүләктәр өсөн рәхмәт белдереү

10 Һеҙҙең минең хаҡта яңынан ҡайғырта башлауығыҙға мөмкинлек тыуғанға Раббыға рәхмәтлемен. Әлбиттә, һеҙ элек тә минең хаҡта хәстәрлек күрергә теләнегеҙ, әммә мөмкинлегегеҙ сикле ине. 11 Был хаҡта мин мохтажлығым булғандан әйтмәйем, сөнки булғаны менән ҡәнәғәтләнергә өйрәндем. 12 Мин фәҡирлектә лә, муллыҡта ла йәшәй беләм: туҡмынмы йәки асмынмы, баймынмы, ярлымынмы – һәр ваҡыт һәм төрлө хәлдәрҙә лә ҡәнәғәт булырға өйрәндем. 13 Мин үҙемә ҡеүәт биреүсе Ғайса Мәсих аша барыһын да булдыра алам. 14 Шулай ҙа минең хәсрәттәремде уртаҡлашып һеҙ яҡшы эшләнегеҙ.

15 Һеҙ үҙегеҙ, Филипта йәшәүселәр, беләһегеҙ, Һөйөнөслө Хәбәр таратып Македониянан киткәс, һеҙҙән башҡа бер генә имандаштар берҙәмлегенән дә хеҙмәтем өсөн матди ярҙам алманым. 16 Һеҙ иһә, ихтыяжымды ҡәнәғәтләндереү өсөн, хатта Фессалоникала булған сағымда ла бер нисә тапҡыр ярҙам ебәрҙегеҙ. 17 Быны мин бүләк өмөт иткәндән әйтмәйем, ә Алла алдында табыштарығыҙҙың һеҙҙең файҙаға ишәйеүен генә теләйем. 18 Мин бөтөнөһөн дә, хатта артығы менән алдым. Епафродит аша һеҙ ебәргәндәрҙең барыһын да алдым һәм тулыһынса тәьмин ителдем. Улар хуш еҫле, Алла күңеленә ятышлы, Уға яраҡлы ҡорбан. 19 Аллам һеҙҙең бар ихтыяждарығыҙҙы Ғайса Мәсих аша данлы байлығынан ҡәнәғәтләндерәсәк! 20 Атабыҙ Аллаға мәңгенән мәңгегә дан булһын! Амин.

Сәләмләүҙәр

21 Ғайса Мәсих аша Алланың изге халҡының һәр береһен сәләмләгеҙ. Минең менән бергә булған имандаштарыбыҙ һеҙҙе сәләмләй. 22 Һеҙҙе бөтөн имандаштар, бигерәк тә ҡайсар һарайында хеҙмәт итеүселәр сәләмләй. 23 Раббы Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.