МАРК БӘЙӘН ИТКӘН ҺӨЙӨНӨСЛӨ ХӘБӘР

1

Һыуға сумдырыусы Яхъяның вәғәзләүе

1 Алла Улы Ғайса Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙең башы.

2 Ишағыя пәйғәмбәр китабында яҙылғанса:

«Мин Һинең алдыңдан

хәбәрсемде ебәрәм,

ул Һиңә юл әҙерләр.

3 Сүлдә тауыш яңғырай:

Раббыға юл әҙерләгеҙ,

Уға һуҡмаҡтарҙы турайтығыҙ».

4 Сүллеккә Сумдырыусы Яхъя килгәс, был һүҙҙәр бойомға ашты. Ул кешеләрҙе, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеп һыуға сумдырылырға өндәп йөрөгән. 5 Бөтә Йәһүҙиә халҡы һәм Иерусалимда йәшәүселәр уға килде һәм, гонаһтарын танып, уның тарафынан Иордан йылғаһына сумдырылды. 6 Яхъя дөйә йөнөнән туҡылған кейем кейгеп, биленә тиренән ҡайыш быуҙы. Сиңерткә һәм солоҡ балы менән туҡланды. 7 Вәғәзендә ул былай тине:

– Минән һуң ҡөҙрәтлерәк Берәү килә. Мин эйелеп Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡлы түгелмен. 8 Мин һеҙҙе һыуға сумдырҙым, ә Ул һеҙҙе Изге Рухҡа сумдырыр.

Ғайсаның һыуға сумдырылыуы һәм һынау үтеүе

9 Шул көндәрҙә Галилея өлкәһендәге Назара ҡалаһынан Ғайса килде һәм Иордан йылғаһында Яхъя тарафынан һыуға сумдырылды. 10 Һыуҙан сығыу менән Ғайса күктәрҙең асылып китеүен һәм Үҙенең өҫтөнә күгәрсен рәүешендә Алла Рухының төшкәнен күрҙе. 11 Күктән: «Һин – Минең ҡәҙерле Улым. Һин Минең ҡыуанысым!» – тигән тауыш ишетелде.

12 Рух шунда уҡ Ғайсаны сүлгә алып китте. 13 Ул сүлдә ҡырҡ көн булды һәм шул ваҡыт эсендә Иблис тарафынан һынау үтте. Ул ҡырағай йәнлектәр араһында йәшәне һәм фәрештәләр Уға хеҙмәт итте.

Ғайсаның беренсе шәкерттәре

14 Яхъя ҡулға алынғандан һуң Ғайса, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләп, Галилеяға килде.

15 – Ваҡыт етте, Алла Батшалығы яҡынлашты! Тәүбәгә килегеҙ һәм Һөйөнөслө Хәбәргә ышанығыҙ! – тине Ул.

16 Галилея күле буйынан үтеп барышлай, Ғайса балыҡ тоторға ау һалып йөрөгән ике балыҡсыны – Симон менән уның ҡустыһы Андрейҙы күрҙе.

17 – Миңә эйәрегеҙ! Мин һеҙҙе кеше аулаусылар итермен, – тине Ғайса уларға.

18 Тегеләр шунда уҡ, ауҙарын ташлап, Уға эйәрҙе. 19 Ғайса, бер аҙ барғас, Зеведейҙың улдары Яҡубты һәм уның ҡустыһы Яхъяны күрҙе – улар кәмәлә ауҙарын ямайҙар ине. 20 Шунда уҡ уларҙы янына саҡырып алды. Улар иһә, аталары Зеведейҙы ялсылары менән бергә кәмәлә ҡалдырып, Ғайса артынан киттеләр.

Ен эйәләшкән кешене һауыҡтырыу

21 Улар Капернаумға килде. Ғайса, шәмбе көнө тыуғас та, ғибәҙәтханаға инеп йыйылған халыҡты өйрәтә башланы. 22 Уның өйрәтеүҙәренә барыһы ла хайран ҡалды, сөнки Ул уларҙы ҡанун белгестәренсә түгел, ә хакимлыҡҡа эйә булған кеше кеүек өйрәтте. 23 Тап шул ваҡыт ғибәҙәтханаға шаҡшы рух эйәләшкән берәү килеп инде. Ул:

24 – Назаралы Ғайса, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Беҙҙе һәләк итергә килдеңме? Һинең кем икәнлегеңде беләм. Һин – Алланың Изгеһе! – тип ҡысҡырҙы. 25 Ғайса рухты:

– Шым! – тип тыйҙы. – Был кешенең эсенән сыҡ!

26 Шаҡшы рух, әлеге әҙәмде дер һелкетеп, көслө тауыш менән ҡысҡырып эсенән сығып китте. 27 Һәммәһе лә хайран ҡалды. Бер-береһенән:

– Нимә булды был? – тип һораша башланылар. – Ниндәйҙер өр-яңы тәғлимәт... Уның шаҡшы рухтарға ла бойороҡ бирерлек хакимлығы бар, ә тегеләре Уға буйһона!

28 Ғайса хаҡындағы хәбәр шунда уҡ Галилеяның тирә-яғындағы ерҙәргә таралды.

Ауырыуҙарҙы һауыҡтырыу

29 Ғибәҙәтхананан сыҡҡас та, Ғайса Яҡуб һәм Яхъя менән бергә Симон менән Андрейҙың өйөнә китте. 30 Симондың ҡәйнәһе тотош тәне ҡыҙып ауырып ята ине. Был хаҡта шунда уҡ Ғайсаға әйттеләр. 31 Ғайса ауырыу ҡатын янына килде лә, ҡулынан тотоп торғоҙҙо. Ҡатындың тән яныуы тулыһынса бөттө. Ул тороп уларға табын әҙерләй башланы. 32 Ә кис етеп, ҡояш байығас, Ғайса янына бөтә ауырыуҙарҙы, ен эйәләшкән кешеләрҙе килтерҙеләр. 33 Бөтөн ҡала халҡы Уның ишек алдына йыйылды. 34 Ғайса күптәрҙе төрлө сирҙәренән һауыҡтырҙы, күп ендәрҙе ҡыуып сығарҙы, әммә ендәргә һөйләргә рөхсәт итмәне, сөнки улар Ғайсаның кем икәнен белә ине.

35 Иртәгеһен Ғайса яҡтырғансы уҡ тороп ҡаланан сығып китте лә, аулаҡ урынға барып доға ҡылды. 36 Симон иптәштәре менән Уның артынан ашыҡты. 37 Килеп тапҡандан һуң:

– Бөтөн кеше Һине эҙләй, – тинеләр.

38 – Башҡа урындарға, яҡындағы бүтән ауылдарға барайыҡ. Миңә унда ла Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләргә кәрәк. Мин шуның өсөн килдем дә инде, – тине Ғайса. 39 Ул бөтә Галилея буйынса ғибәҙәтханаларҙа вәғәзләп, ендәрҙе ҡыуып йөрөнө.

Махаулыны таҙарындырыу

40 Бер көндө махау сирле кеше Ғайса янына килеп, Уның алдына тубыҡланды ла:

– Әгәр теләһәң, мине таҙарта алыр инең, – тип ялбарҙы.

41 Ғайса уны йәлләп, ҡулын һуҙып уға ҡағылды ла:

– Эйе, теләйем. Таҙарын! – тине.

42 Сирленең махауы шунда уҡ бөттө, ул таҙарынды. 43 Ғайса уны шунда уҡ янынан оҙатып:

– Ҡара уны, бер кемгә лә бер нәмә лә һөйләмә, – тип киҫәтте. – Руханиға барып күрен дә, һауығыуың өсөн Муса ҡанунында талап ителгән ҡорбанды килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булһын.

45 Әммә ул, бынан китеү менән, булған хәл тураһында бөтә ерҙә һөйләп йөрөй башланы. Шунлыҡтан Ғайса инде ҡалаларға асыҡтан-асыҡ инә алманы. Ул ҡалаларҙан ситтә, аулаҡ урындарҙа булды, әммә унда ла янына һәр тарафтан ағылдылар.

2

Паралич һуҡҡан кешене һауыҡтырыу

1 Бер нисә көндән һуң Ғайса ҡабат Капернаумға килгәс, Уның өйҙә булыуы хаҡында хәбәр таралды. 2 Шул тиклем күп кеше йыйылды, хатта ишек алдында урын да ҡалманы. Ғайса уларға Алла һүҙен вәғәзләне. 3 Шул ваҡыт дүрт кеше Уға паралич һуҡҡан берәүҙе күтәреп алып килде. 4 Ләкин, халыҡ араһынан үтә алмағанлыҡтан, улар Ғайса булған өйҙөң ҡыйығын һүтеп, паралич һуҡҡан кешене, ятҡан түшәге менән, шул тишектән төшөрҙөләр. 5 Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға:

– Улым, һинең гонаһтарың кисерелде! – тине.

6 Унда бер нисә ҡанун белгесе ултыра ине. Улар эстән генә:

7 – Нимә һөйләй Ул? Был бит көфөр һүҙ! Гонаһтарҙы бер Алланан башҡа кем кисерә ала? – тип уйланы.

8 Ғайса шунда уҡ Үҙ рухы менән уларҙың фекерен һиҙеп былай тине:

– Ни өсөн һеҙ эстән генә шулай уйлайһығыҙ? 9 Паралич һуҡҡан кешегә нимә тип әйтеү еңелерәк: «Һинең гонаһтарың кисерелде», – типме, әллә: «Тор, түшәгеңде ал да атлап кит», – типме? 10 Ләкин шуны белегеҙ: Әҙәм Улының ерҙә гонаһтарҙы кисерергә хакимлығы бар. 11 – Шунан Ғайса паралич һуҡҡан кешегә өндәште: – Һиңә әйтәм, тор, түшәгеңде ал да өйөңә ҡайт!

12 Теге шунда уҡ торҙо ла, түшәген алып, бөтөн кеше алдында сығып китте. Быға бөтәһе лә хайран ҡалды һәм Алланы данлап:

– Беҙҙең бының кеүекте бер ҡасан да күргәнебеҙ юҡ ине, – тиештеләр.

Ғайсаның Левийҙы Үҙ артынан саҡырыуы

13 Ғайса тағы күл буйына сыҡты. Бөтә кеше Уның янына килде һәм Ғайса уларҙы өйрәтте. 14 Үтеп барышлай Ул, һалым йыйыу урынында ултырған Алфей улы Левийҙы күреп:

– Миңә эйәр! – тине. Левий, тороп, Уның артынан китте.

15 Бына Ғайса Левийҙың өйөндә табында ултыра. Өҫтәл артында Ғайса һәм Уның шәкерттәре менән бергә күп кенә һалым йыйыусылар, башҡа гонаһлылар ҙа бар ине. Улар күпләп Ғайсаға эйәргәйне. 16 Фарисейҙар араһындағы ҡанун белгестәре, Ғайсаның шундай кешеләр менән бергә ашап ултырыуын күреп, Уның шәкерттәренә:

– Нисек Ул һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бер табындан ашай ала? – тинеләр.

17 Ғайса быны ишетеп:

– Табип сәләмәт кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк. Мин тәҡүә кешеләрҙе түгел, ә гонаһлыларҙы артымдан саҡырырға килдем, – тине.

Ураҙа тотоу һәм шәмбе көн тураһында һорауҙар

18 Бер көндө, Яхъяның шәкерттәре һәм фарисейҙар ураҙа тотҡанда, ҡайһы берәүҙәр Ғайсаға килеп:

– Ни өсөн Яхъяның да, фарисейҙарҙың да шәкерттәре ураҙа тота, ә Һинекеләр тотмай? – тип һоранылар. 19 Ғайса уларға былай яуап бирҙе:

– Кейәү үҙҙәре менән бергә булғанда, туйҙағы ҡунаҡтар ураҙа тотормо? Кейәү араларында икән, әлбиттә, ураҙа тотмаҫтар. 20 Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр, шул ваҡытта улар ураҙа тотор.

21 Бер кем дә иҫке кейемгә яңы туҡыманан ямау һалмай. Юғиһә, яңы ямаулыҡ ултырып, иҫке кейемде йыртып ебәрер ҙә, тишек тағы ла нығыраҡ ҙурайыр. 22 Шулай уҡ бер кем дә яңы шарапты иҫке турһыҡҡа һалмай. Юғиһә, шарап турһыҡты йыртыр ҙа, шарап та, турһыҡ та әрәм булыр. Яңы шарапты яңы турһыҡтарға тултыралар.

23 Бер мәл, шәмбе көндө, Ғайса иген баҫыуҙары аша үтеп бара ине. Шәкерттәре юл ыңғайында башаҡтарҙы өҙә башланы. 24 Фарисейҙар Ғайсанан:

– Ҡара, ни өсөн улар шәмбе көнө эшләргә ярамағанды эшләйҙәр? – тип һораны.

25 Ғайса уларҙан:

– Мохтаж сағында, үҙе лә, янындағылар ҙа асыҡҡас, Дауыттың нимә эшләгәне тураһында бер ваҡытта ла уҡыманығыҙмы ни? – тип һораны. 26 Ул, иң баш рухани Авиафар осоронда, Алла Йортона ингән. Руханиҙарҙан башҡа һис кемгә ашарға рөхсәт ителмәгән, Аллаға бағышланған икмәктәрҙе ашаған, янындағыларға ла биргән.

27 Шунан Ғайса уларға:

– Кеше шәмбе көн өсөн түгел, ә шәмбе көн кеше өсөн яратылған, – тине. – 28 Шуға күрә Әҙәм Улы шәмбе көнөнөң дә хужаһы.

3

Ҡулы ҡороған кешене һауыҡтырыу

1 Ғайса тағы ғибәҙәтханаға инде. Унда ҡулы ҡороған берәү бар ине. 2 Фарисейҙар, Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләп, шәмбе көнө Ул был кешене һауыҡтырмаҫмы икән тип, күҙәтеп торҙолар. 3 Ғайса ҡулы ҡороған кешегә:

– Уртаға сығып баҫ! – тине. 4 Ә тегеләрҙән:

– Шәмбе көндө яҡшылыҡ эшләү дөрөҫмө, әллә яманлыҡмы? Кешенең ғүмерен ҡотҡарыумы, әллә һәләк итеүме? – тип һораны.

Тегеләр өндәшмәне. 5 Ғайса, уларҙың ҡаты бәғерле булыуҙарына көйөнөп, асыулы ҡараш ташланы ла әлеге кешегә:

– Ҡулыңды һуҙ! – тине.

Ауырыу ҡулын һуҙыуға ҡулы һауыҡты. 6 Фарисейҙар иһә ғибәҙәтхананан сығып китеп, шунда уҡ Ирод батша яҡлылар менән бергә Ғайсаны нисек тә һәләк итеү тураһында кәңәшҡорҙо.

7 Ғайса шәкерттәре менән күлгә табан йүнәлде. Уға Галилеянан күп һанлы кеше эйәрҙе. Шулай уҡ Йәһүҙиәнән дә, 8 Иерусалимдан да, Идумеянан, Иордан аръяғынан, Тир һәм Сидон тирәләренән дә, Уның ҡылған эштәре тураһында ишетеп, әллә күпме халыҡ килде. 9 Ғайса, күмәк халыҡ араһында ҡыҫылып ҡуймаҫ өсөн, шәкерттәренә берәй кәмәне әҙер тоторға ҡушты. 10 Ул күптәрҙе һауыҡтырғанлыҡтан, барлыҡ сирлеләр ҙә этешеп-төртөшөп Уға ҡағылырға уҡталды. 11 Эстәренә ен эйәләшкән кешеләр ҙә, Уны күреү менән алдына йығылып:

– Һин – Алла Улы! – тип ҡысҡырҙы. 12 Әммә Ғайса уларҙы Үҙенең кемлеге хаҡында һөйләүҙән ҡаты итеп тыйҙы.

Ғайсаның Үҙенә шәкерттәр һайлап алыуы

13 Ул, тауға менеп, Үҙе теләгән кешеләрҙе янына саҡырҙы. Улар килгәс, 14 араларынан ун икеһен Үҙе менән бергә булһындар өсөн һайлап алды. Уларҙы илселәр тип атап, Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләргә сығарып ебәрҙе, 15 ендәрҙе ҡыуып сығарырға вәкәләт бирҙе. 16 Бына ул Ғайса тарафынан тәғәйенләнгән ун ике шәкерт: Ғайса Петр тип атаған Симон, 17 Зеведей улы Яҡуб һәм уның ҡустыһы Яхъя – Ғайса уларҙы Воанергес, йәғни «Күк күкрәү улдары» тип атаны, 18 Андрей, Филипп, Варфоломей, Матфей, Фома, Алфей улы Яҡуб, Фаддей, Көрәшеүсе Симон 19 һәм Ғайсаға аҙаҡ хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариот.

Ғайса һәм Веельзевул

20 Ғайса өйгә инде. Унда тағы күп кеше йыйылып китте, шунлыҡтан Ғайса менән шәкерттәре хатта тамаҡ та ялғай алманы. 21 Туғандары, был хәлдәрҙе ишеткәс, Ул аҡылдан яҙған икән, тип һөйләшеп, Уны көс менән алып китергә килделәр. 22 Иерусалимдан килгән ҡанун белгестәре:

– Уның эсендә Веельзевул бар! Ендәрҙе ендәр башлығының көсө менән ҡыуып сығара, – тинеләр.

23 Ғайса, уларҙы Үҙенең янына саҡырып алып, кинәйә менән һөйләй башланы:

– Нисек итеп Иблис үҙен үҙе ҡыуып сығара алһын? 24 Әгәр ҙә халҡы үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышһа, был батшалыҡ тороп ҡала алмаҫ, 25 кешеләре бер-береһенә ҡаршы торған һәр ғаилә лә тарҡалыр. 26 Иблис Иблисте ҡыуып сығара икән, тимәк, үҙ-үҙенә ҡаршы һуғыша һәм был уның ахыры булыр. 27 Көслө кешенең өйөнә инеп, тәүҙә уны бәйләмәһә, берәү ҙә уның мөлкәтен талап сыға алмаҫ. Тәүҙә бәйләр, шунан ғына талар. 28 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бөтәһе лә – кешеләрҙең гонаһтары ла, ниндәй ҙә булһа көфөр һүҙҙәре лә – кисерелер. 29 Әммә кемдер Изге Рухҡа ҡаршы хурлау һүҙе әйтһә, мәңге кисерелмәҫ, ул мәңгелек гонаһта ғәйепле.

30 Ғайса быларҙы тегеләрҙең, Уға ен эйәләшкән, тип әйткәненә күрә һөйләне.

Ғайсаның әсәһе һәм туғандары

31 Шул ваҡыт Ғайсаның әсәһе менән ҡустылары килде һәм, тышта торған килеш, Уны саҡырттылар. 32 Ғайсаның эргәһендә күп кеше ултыра ине, улар:

– Ана, тышта һине әсәйең менән ҡустыларың көтә, – тинеләр.

33 – Минең әсәйем менән туғандарым кем? – тине Ғайса, уларға яуап итеп. 34 Шунан Үҙе тирәләй ултырғандарға ҡарап былай тине:

– Бына былар Минең әсәйем менән Минең туғандарым! 35 Кем Алла ихтыярын үтәй, шул Минең ағай-энем дә, апай-һеңлем дә, әсәйем дә.

4

Сәсеүсе хаҡында ҡисса

1 Ғайса тағы Галилея күле буйында кешеләрҙе өйрәтә башланы. Уның янына бик күп халыҡ йыйылды. Шунлыҡтан Ул күлдәге кәмәгә инеп ултырҙы, ә бөтә халыҡ яр буйында баҫып торҙо. 2 Ғайса уларға күп нәмәләрҙе аңлатып, кинәйәле ҡиссалар менән былай тип өйрәтте:

3 – Тыңлағыҙ, бына бер кеше орлоҡ сәсергә сыҡҡан. 4 Сәскән сағында орлоҡтарҙың бер өлөшө юл буйына төшкән һәм, ҡоштар осоп килеп, уларҙы сүпләп бөтөргән. 5 Бәғзеләре тупрағы аҙ булған ташлы урынға төшкән. Ерҙә тәрән ятмағанлыҡтан, улар тиҙ арала шытып сыҡҡан. 6 Ә инде ҡояш сығып ҡыҙҙыра башлағас, тамырҙары булмағанлыҡтан, үҫентеләр ҡороған. 7 Орлоҡтарҙың башҡалары сәнскәк араһына төшкән. Сәнскәк үҫеп, уларҙы баҫып киткәнлектән, улар башаҡ бирмәгән. 8 Ә бүтән орлоҡтар уңдырышлы ергә төшкән, үҫеп күтәрелгән һәм утыҙлата, алтмышлата йә йөҙләтә күберәк уңыш биргән.

9 Ғайса былай тине:

– Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!

Сәсеүсе хаҡындағы ҡиссаның мәғәнәһе

10 Үҙҙәре генә ҡалғас, ун ике шәкерт һәм башҡа Уның артынан эйәреүселәр Ғайсанан ҡиссаларҙың мәғәнәһен һораны.

11 – Һеҙгә Алла Батшалығының серен аңлау бирелгән, тыштағыларға иһә:

«Аллаға табан боролмаһындар һәм шул рәүешле,

кисерелмәһендәр өсөн,

ҡарап та күрмәһендәр,

тыңлап та аңламаһындар» өсөн, ҡиссалар аша еткерелә.

13 – Һеҙ был ҡиссаның мәғәнәһен аңламайһығыҙмы? – тип һораны Ғайса уларҙан. – Улайһа башҡа ҡиссаларҙы нисек аңларһығыҙ һуң? 14 Сәсеүсе һүҙ сәсә. 15 Юл буйына төшкән орлоҡ шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, әммә шунда уҡ Иблис килеп, уларҙың күңелдәренә сәселгән һүҙҙе алып китә. 16 Ташлы урынға сәселгән орлоҡ шуны аңлата: һүҙҙе ишетеү менән, кешеләр уны шунда уҡ шатланып ҡабул итә, 17 әммә, үҙендә тамырҙары булмағанлыҡтан, һүҙҙе ваҡытлыса ғына тота. Аҙаҡ, һүҙ арҡаһында ҡайғыға ҡалһалар йәки эҙәрләүгә юлыҡһалар, улар тиҙ үк сигенә. 18 Сәнскәк араһына сәселгән орлоҡ иһә шуны аңлата: 19 кешеләр һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу һәм бүтән теләктәр кешеләрҙең күңелен биләп, һүҙҙе баҫып ала һәм ул уңыш бирмәй. 20 Ә уңдырышлы ергә сәселгәне иһә шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетеп, уны ҡабул итә. Ул утыҙлата, алтмышлата йә йөҙләтә уңыш килтерә.

Шәм яҡтылығы хаҡында ҡисса

21 Ғайса уларға былай тине:

– Шәмде һауыт менән ҡаплар йәки һике аҫтына ҡуйыр өсөн индерәләрме ни? Шәмдәлгә ултыртып ҡуйыу өсөн түгелме һуң? 22 Һәр йәшерен нәмә фаш итеү өсөн генә йәшерен һәм һәр сер асылыу өсөн генә сер. 23 Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!

24 Ғайса һүҙен дауам итте:

– Әйткәнемде иғтибарға алығыҙ: ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер һәм тағы өҫтәлер. 25 Кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, ә кемдеке юҡ, унан булғаны ла тартып алыныр.

Шытып сыҡҡан орлоҡ хаҡында ҡисса

26 Ғайса тағы ла былай тине:

– Алла Батшалығы бына ниндәй: әйтәйек, кеше ергә орлоҡ сәсә, 27 унан төндә йоҡлай, көндөҙөн тора, ә ул арала орлоҡ шытып сыға, үргә тартыла. Кеше бының нисек булыуын белмәҫ тә. 28 Ер үҙенән-үҙе уңыш бирә: тәүҙә һабаҡ, унан башаҡ үҫтерә, аҙаҡ башаҡ тулы орлоҡ ярала. 29 Ә инде ашлыҡ өлгөрөү менән, кеше ҡулына ураҡ ала, сөнки ашлыҡ урыр саҡ еткән була.

Горчица орлоғо хаҡында ҡисса

30 – Алла Батшалығын беҙгә нимә менән сағыштырырға һәм нисек итеп тасуирларға? – тине Ғайса. – 31 Ул горчица орлоғона оҡшаған. Ергә сәскән ваҡытта ул ер йөҙөндәге бөтә орлоҡтарҙан да вағыраҡ. 32 Ә инде сәселгәс, үҫеп күтәрелеп, баҡсалағы һәммә үҫемлектәрҙән дә ҙурыраҡҡа әүерелә, дәү ботаҡтар ебәрә һәм уның күләгәһендә ҡоштар оя ҡора.

33 Ғайса Алла һүҙен ошоға оҡшаш бик күп ҡиссалар ярҙамында халыҡ аңлаған тиклем һөйләне. 34 Ул ҡисса менән генә һөйләне, ә шәкерттәре менән яңғыҙ ҡалғанда, уларға бөтәһен дә аңлатып бирҙе.

Ғайсаның дауылды баҫылдырыуы

35 Шул көндө кисен Ғайса шәкерттәренә:

– Әйҙәгеҙ, теге яҡ ярға сығайыҡ, – тине.

36 Халыҡты ҡалдырып, шәкерттәр Уның янына кәмәгә инеп ултырҙы. Башҡа кәмәләр Уға эйәрҙе. 37 Ҡапыл көслө дауыл күтәрелде һәм тулҡындар бәрелеүҙән кәмә эсенә һыу тула башланы. 38 Ғайса иһә, кәмәнең артҡы осонда башын яҫтыҡҡа терәп, йоҡлай ине. Шәкерттәре Уны уятып:

– Остаз, батабыҙ бит! Был һине борсомаймы ни? – тине.

39 Ул, тороп, елде тыйҙы, күлгә лә:

– Шаулама, баҫыл! – тине.

Ел туҡтаны, тәрән тынлыҡ урынлашты.

40 – Һеҙ ниңә шулай ҡурҡаҡ? Әле һаман иманығыҙ юҡмы ни? – тине Ғайса. 41 Шәкерттәр иһә бик ныҡ ҡурҡып бер-береһенә:

– Кем һуң Ул? Уға ел дә, тулҡындар ҙа буйһона! – тиештеләр.

5

Ен эйәләшкән кешене һауыҡтырыу

1 Улар Галилея күле аръяғындағы Гераса еренә килде. 2 Ғайса кәмәнән төшөү менән, шаҡшы рух эйәләшкән бер кеше ҡәбер мәмерйәләренән сығып, Уға ҡаршы килде. 3 Ҡәберҙәр эсендә йәшәгән был кешене хатта сылбырҙар менән дә бәйләп тота алмағандар. 4 Уны әллә нисә тапҡыр тотоп, аяҡ-ҡулына бығау, сылбыр һалғандар, ә ул сылбырҙарҙы өҙгән, бығауҙарҙы ватҡан. Бер кемдең дә уны тыйырға хәленән килмәгән. 5 Бер туҡтауһыҙ, көнө-төнө ҡәбер мәмерйәләре араһында һәм тауҙарҙа ҡысҡырып йөрөгән, үҙ-үҙен таш менән һуғып яралай торған булған. 6 Ғайсаны алыҫтан уҡ күреп, йүгереп килеп аяғына йығылды.

7 – Эй, Ғайса, Аллаһы Тәғәләнең Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Алла хаҡы өсөн ялбарам, яфалама мине! – тип көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе.

8 Сөнки Ғайса шаҡшы рухҡа ул кешенең эсенән сығырға бойорғайны.

9 – Исемең кем? – тип һораны унан Ғайса.

– Исемем Ғәскәр, сөнки беҙ күмәк, – тип яуапланы теге 10 һәм уларҙы был ерҙән ҡыуып ебәрмәүен ялбарҙы.

11 Шул тирәләге тау битендә ҙур сусҡа көтөүе утлап йөрөй ине.

12 – Беҙҙе сусҡалар араһына ебәр, уларҙың эсенә инербеҙ, – тип ялынды ендәр.

13 Ғайса рөхсәт иткәс, шаҡшы рухтар кешенән сыҡтылар ҙа сусҡаларҙың эсенә барып инделәр. Ике меңгә яҡын сусҡанан торған көтөү текә ярға сабып барып, күлгә ташланып батты. 14 Сусҡа көтөүселәр йүгерешеп был хәбәрҙе ҡалала һәм тирә-яҡ ауылдарҙа таратты. Унда йәшәүселәр иһә ни булғанын күрергә барҙы. 15 Ғайса янына килгәс, эсендә ендәр ғәскәре булған кешенең кейенгән һәм аҡылына килгән хәлдә ултырыуын күреп, ҡурҡыуға ҡалдылар. 16 Ен эйәләшкән ир һәм сусҡалар менән ни булғанын күргән кешеләр барыһы тураһында ла һөйләп бирҙе. 17 Шунан һуң улар Ғайсаның үҙҙәренең еренән китеүен ялбара башланы. 18 Ул кәмәгә ултырған саҡта, элек ен эйәләшкән кеше Уның менән бергә барырға үтенеп һораны. 19 Әммә Ғайса рөхсәт итмәне.

– Бар, өйөңә, туғандарың янына ҡайт. Раббының һиңә ниҙәр эшләгәнен, һиңә ниндәй мәрхәмәт күрһәткәнен һөйлә, – тине Ғайса.

20 Теге кеше китеп, Ғайсаның уның өсөн нимә эшләгәнлеген Ун Ҡалала һөйләргә тотондо. Быға бөтәһе лә хайран ҡалды.

Яирҙың ҡыҙының терелеүе, ғазап сиккән ҡатындың һауығыуы

21 Ғайса кәмәлә икенсе ярға кире сыҡҡас, Уның янына күп халыҡ йыйылды. Ул күл янында булғанда, 22 ғибәҙәтхана башлыҡтарының береһе, Яир исемлеһе килде. Ғайсаны күреү менән Уның аяҡтарына йығылды 23 һәм ялбарып һораны:

– Минең бәләкәс ҡыҙым үлем хәлендә ята. Килеп, уға ҡулдарыңды ғына ҡуйһаң, ул һауығасаҡ һәм йәшәйәсәк!

24 Ғайса уның менән китте.

Уға, һәр яҡтан ҡыҫырыҡлап, күп халыҡ эйәреп барҙы. 25 Араларында ун ике йыл буйы ҡан китеүҙән яфаланған бер ҡатын бар ине. 26 Бар мөлкәтен исрафлап бөтөп, мең ғазап сигеп, күп табиптарҙа дауаланып ҡараһа ла, бер файҙаһын да күрмәгән, хәле хатта тағы ла насарайған. 27 Ул, Ғайса хаҡында ишеткәс, халыҡ араһына инде лә, арттан килеп Уның кейеменә ҡағылды. 28 Ҡатын: «Кейеменә генә ҡағылһам да, һауығасаҡмын», – тип уйлағайны. 29 Шунда уҡ ҡан ағыуы туҡтаны, ул һауыҡҡанын тойҙо. 30 Ғайса, шул мәлдә Үҙенән көс сыҡҡанын тойоп, халыҡҡа боролдо.

– Минең кейемемә кем ҡағылды? – тип һораны.

31 – Кешеләрҙең Һине нисек ҡыҫырыҡлағанын күреп тораһың бит! Ә Үҙең: «Миңә кем ҡағылды?» – тип һорайһың, – тине шәкерттәре.

32 Әммә Ул тирә-яғына ҡарап, Үҙенә ҡағылған кешене эҙләй ине. 33 Ҡурҡыуынан ҡалтырап төшкән ҡатын, үҙе менән ни булғанын аңлап, Ғайсаға яҡын килде һәм алдына йығылып Уға бөтә дөрөҫлөктө һөйләп бирҙе.

34 – Ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы. Бар, имен йөрө, сиреңдән һауыҡтың, – тине уға Ғайса.

35 Ул ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта, ғибәҙәтхана башлығы Яирҙың өйөнән килеүселәр башлыҡҡа:

– Ҡыҙың вафат булды. Ниңә Остазды мәшәҡәтләп торорға? – тинеләр.

36 Ғайса иһә был һүҙҙәрҙе ишетеү менән Яирға:

– Ҡурҡма, ышан ғына! – тине.

37 Ғайса Петрҙан, Яҡубтан һәм Яҡубтың ҡустыһы Яхъянан башҡа бер кемгә лә Үҙе менән бергә барырға рөхсәт итмәне. 38 Ғибәҙәтхана башлығының өйө янында Ғайса ығы-зығы килгән, сеңләп-сеңләп илашҡан кешеләрҙе күрҙе.

39 – Һеҙ ниңә ығы-зығы киләһегеҙ, ниңә илашаһығыҙ? Бала үлмәгән, йоҡлай ғына, – тине Ғайса уларға, өйгә ингәс.

40 Унан көлә башланылар. Ғайса, уларҙы тышҡа сығарғас, ҡыҙҙың атаһын, әсәһен, Үҙенең юлдаштарын алып, ҡыҙ ятҡан бүлмәгә инде. 41 Баланың ҡулынан тотто ла:

– Талифа, куми! (Тәржемәһе: «Ҡыҙым, һиңә әйтәм, тор!») – тине.

42 Ҡыҙ шунда уҡ урынынан торҙо ла йөрөй башланы. Ул ун ике йәштәрҙә ине. Барыһы ла тамам хайран ҡалды. 43 Ғайса был хаҡта һис кем белергә тейеш түгеллеген ҡәтғи рәүештә киҫәтте, ә ҡыҙ балаға ашарға бирергә ҡушты.

6

Назара халҡының Ғайсаны кире ҡағыуы

1 Ғайса унан китеп, Үҙе йәшәгән ҡалаға ҡайтты. Шәкерттәре лә Уға эйәрҙе. 2 Шәмбе көн еткәс, Ғайса ғибәҙәтханала өйрәтә башланы. Күптәр Уны таң ҡалып тыңлап ултырҙы.

– Был тиклемде Ул ҡайҙан белә? Ниндәй тәрән аҡыл бирелгән Уға! Уның ҡулдары менән шундай мөғжизәләр ҡылына бит! – тиеште улар. – 3 Ул балта оҫтаһы түгелме һуң? Мәрйәмдең улы, Яҡубтың, Иосияның, Йәһүҙәнең һәм Симондың ағаһы түгелме? Уның һеңлеләре лә бында, беҙҙең арабыҙҙа түгелме? – тиешеп, Унан йөҙ борҙолар.

4 – Пәйғәмбәр һәр ерҙә ихтирам ителә, бары тик үҙ ҡалаһында, үҙ туғандары араһында һәм үҙ ғаиләһендә генә хөрмәт күрмәй, – тине Ғайса уларға. 5 Шунлыҡтан Ул бында бер ниндәй ҙә мөғжизә ҡыла алманы, ҡулдарын ҡуйып, ҡайһы бер сирлеләрҙе генә һауыҡтырҙы. 6 Халыҡтың ышанмауы Уны ныҡ ғәжәпләндерҙе.

Ғайсаның ун ике шәкертен хеҙмәткә ебәреүе

Ғайса тирә-яҡтағы ауылдарҙы ҡыҙырып, өйрәтеп йөрөнө. 7 Ул ун ике шәкертен саҡырып алып, уларға шаҡшы рухтар өҫтөнән вәкәләт биреп, икешәрләп-икешәрләп кешеләр араһына сығарып ебәрҙе. 8 Сәфәргә үҙҙәре менән юл таяғынан башҡа бер нәмә лә: икмәк тә, биштәр ҙә алмаҫҡа, билбауҙарына аҡса ла төйнәмәҫкә ҡушты. 9 Бары тик аяҡтарына кейергә рөхсәт итте һәм ике ҡат күлдәк кеймәҫкә ҡушты.

10 – Ҡайһы өйгә инәһегеҙ, үҙегеҙ ул ерҙән киткәнгә тиклем шунда ҡалығыҙ, – тип һүҙен дауам итте Ул. – 11 Әгәр һеҙҙе берәй ерҙә ҡабул итмәһәләр һәм тыңлап та тормаһалар, киткән саҡта, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ .

12 Улар юлға сығып, кешеләрҙе тәүбә итергә өндәп йөрөнөләр, 13 күп ендәрҙе ҡыуып сығарҙылар һәм, зәйтүн майы һөртөп, байтаҡ ауырыуҙарҙы һауыҡтырҙылар.

Сумдырыусы Яхъяның үлеме

14 Ғайсаның исеме киң таралғас, был хаҡта Ирод батшаға ла барып ишетелде. Берәүҙәрҙең әйтеүенсә: «Сумдырыусы Яхъя үленән терелеп торған, шунлыҡтан Уның ҡөҙрәтле эштәр ҡылырға ҡеүәте бар». 15 Икенселәре: «Ул – Ильяс», – тине, бүтәндәре иһә: «Борон булған пәйғәмбәрҙәргә оҡшаған бер пәйғәмбәр Ул», – тип һөйләне. 16 Ә Ирод, был һүҙҙәрҙе ишеткәс:

– Мин башын киҫтергән Сумдырыусы Яхъя ул! – тине. – Ул үленән терелеп торған.

17 Ирод үҙенең ағаһы Филиптың ҡатыны Иродиада арҡаһында Яхъяны ҡулға алдырып, төрмәгә яптыртҡайны. Сөнки Ирод был ҡатынға өйләнгәндә Яхъя уға: «Һиңә ағайыңдың ҡатынын алырға ярамай», – тигәйне. 19 Шуның өсөн Иродиада, үпкә һаҡлап, Яхъяны үлтерергә теләй, тик ҡулынан ғына килмәй ине, сөнки 20 Яхъяның тәҡүә һәм изге кеше булғанын белгәнгә күрә, Ирод унан ҡурҡа һәм ҡурсалай торғайны. Яхъяның һүҙҙәренән ҙур хафаға төшһә лә, уны бик теләп тыңлай ине.

21 Әммә бына Иродиада өсөн уңайлы көн килде. Ирод үҙенең тыуған көнө айҡанлы юғары дәрәжәле түрәләрҙе, ғәскәриҙәр башлыҡтарын һәм Галилеяның мәртәбәле кешеләрен мәжлескә саҡырҙы. 22 Шул ваҡыт Иродиаданың ҡыҙы инеп бейене. Уның бейеүе Иродҡа ла, ҡунаҡтарына ла бик оҡшаны. Батша уға:

– Минән нимә теләһәң, шуны һора. Һорағаныңды бирермен, – тине. 23 – Һораһаң, хатта батшалығымдың яртыһын бирәм, – тип ант итте.

24 Ҡыҙ әсәһе янына сыҡты:

– Мин нимә һорайым икән?

– Сумдырыусы Яхъяның башын һора, – тип яуапланы әсәһе.

25 Ҡыҙы шунда уҡ ашығып батша янына инде лә:

– Сумдырыусы Яхъяның башын үк ҡоштабаҡҡа һалып, хәҙер миңә алып килеүеңде теләйем! – тип талап итте.

26 Батша ҙур ҡайғыға ҡалды, ләкин ҡунаҡтар алдында әйтелгән ант хаҡына ҡыҙҙың үтенесен кире ҡағырға ҡыйманы. 27 Ул шунда уҡ башкиҫәргә Яхъяның башын килтерергә бойорҙо. Һаҡсы төрмәгә барып Яхъяның башын киҫте. 28 Уны, ҡоштабаҡҡа һалып, ҡыҙға килтереп бирҙе, ә уныһы әсәһенә тапшырҙы. 29 Яхъяның шәкерттәре, был хаҡта ишетеп, уның кәүҙәһен килеп алдылар һәм ҡәбергә илтеп һалдылар.

Биш мең кешене туйҙырыу

30 Илселәр, Ғайса янына әйләнеп ҡайтҡас, ҡылған эштәре һәм ниҙәргә өйрәтеүҙәре хаҡында һөйләп бирҙе.

31 – Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, үҙегеҙ генә Минең менән берәй аулаҡ ергә барып, бер аҙ ял итеп алығыҙ, – тине Ғайса уларға.

Сөнки халыҡ бер килеп, бер китеп торғанлыҡтан, уларҙың хатта тамаҡ ялғарға ла ваҡыттары юҡ ине. 32 Улар, кәмәгә ултырып, үҙҙәре генә аулаҡ урынға китте. 33 Шулай ҙа кешеләрҙең күбеһе, ҡуҙғалып киткәндәрен күреп, уларҙы таныны. Һөҙөмтәлә бөтә ҡалаларҙан кешеләр улар бара торған урынға йүгерә-йүгерә алдан уҡ барып еттеләр. 34 Ярға сыҡҡас, Ғайса ҙур халыҡ төркөмөн күрҙе. Ул уларҙы, көтөүсеһеҙ һарыҡтарға оҡшатып, бик йәлләне һәм күп нәмәләргә өйрәтә башланы. 35 Ваҡыт һуң ине инде, шәкерттәре Уның янына килде:

– Был кеше йөрөмәй торған урын, ваҡыт та һуң инде. 36 Уларҙы ебәр, тирә-йүндәге утарҙарға, ауылдарға барып, үҙҙәренә ашарға һатып алһындар.

37 – Һеҙ уларҙы үҙегеҙ ашатығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса.

Шәкерттәр:

– Үҙебеҙ барып, уларҙы ашатырға ике йөҙ динарлыҡ икмәк һатып алайыҡмы ни? – тине.

38 – Һеҙҙең нисә икмәгегеҙ бар? Барып ҡарағыҙ әле, – тине Ул.

– Биш икмәк һәм ике балыҡ, – тип яуапланы шәкерттәр, ҡарап килгәс. 39 Ғайса уларға халыҡты төркөм-төркөм итеп йәшел сиҙәмгә ултыртырға бойорҙо.

40 Кешеләр йөҙәр, иллешәргә бүленеп, теҙелешеп ултырҙы.

41 Ғайса биш икмәкте һәм ике балыҡты алды ла күккә ҡарап шөкөрана ҡылды. Шунан икмәктәрҙе бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе. Ике балыҡты ла һәммәһенә бүлде. 42 Бөтәһе лә туйғансы ашаны. 43 Икмәктән һәм балыҡтан ҡалған һыныҡтарҙан тулы ун ике кәрзин йыйып алдылар. 44 Ә ашаусыларҙан ирҙәр генә лә биш мең кеше ине.

Ғайсаның күл өҫтөнән атлап килеүе

45 Бынан һуң шунда уҡ Ғайса шәкерттәренә, Ул халыҡ менән хушлашҡан арала кәмәгә ултырып, Үҙенән алдараҡ арғы ярҙағы Вифсаидаға барырға ҡушты. 46 Халыҡ менән хушлашҡас, Ул доға ҡылырға тип тауға менде. 47 Кис еткәндә кәмә – күл уртаһында, ә Ул яңғыҙы яр буйында ине. 48 Шәкерттәрҙең елгә ҡаршы көс-хәл менән ишеүҙәрен күреп, Ғайса таң атып килгән мәлдә күл өҫтөнән атлап улар янына китте. Уларҙы уҙып китергә теләгәйне, 49 шәкерттәре иһә, Уның күл өҫтөнән атлап килгәнен күреп, өрәктер был, тип уйлап ҡысҡырып ебәрҙеләр. 50 Уны күреп, барыһының да ҡото алынды.

– Тынысланығыҙ, был – Мин, ҡурҡмағыҙ! – тине уларға Ғайса. 51 Яндарына кәмәгә инеп ултырҙы. Ел шул мәлдә үк баҫылды. Шәкерттәр быға тағы ла нығыраҡ ғәжәпләнде. 52 Сөнки улар икмәк менән булған хәлдән һуң да бер ни ҙә аңламағайны; күңелдәре ҡатҡайны.

53 Улар, күлде аша сығып, Геннисаретҡа еттеләр һәм яр буйына килеп туҡтанылар. 54 Кәмәнән төшөүҙәре булды, кешеләр шунда уҡ Ғайсаны танып алды. 55 Тирә-яҡтан йүгерешеп, Уның ҡайһы ерҙә туҡталғанын ишетеп, шул урынға ауырыуҙарҙы түшәктәре менән күтәреп алып килә башланылар. 56 Ғайса ҡайҙа ғына бармаһын – берәй ауылғамы, ҡалаға йәки утарҙарғамы, ауырыуҙарҙы майҙандарға килтереп һалдылар. Уның һис юғы кейеменең сабыуына булһа ла ҡағылырға рөхсәт итеүен үтенделәр. Кем генә ҡағылмаһын, бөтәһе лә һауыҡты.

7

Ата-баба йолалары һәм Алла әмере

1 Иерусалимдан килгән фарисейҙар һәм ҡайһы бер ҡанун белгестәре Ғайса янына йыйылды. 2 Улар Уның ҡайһы бер шәкерттәренең икмәкте бысраҡ, йәғни йыуылмаған ҡул менән тотоп ашауын күргәйне. 3 Барлыҡ йәһүдтәр кеүек фарисейҙар ҙа, ата-бабаларҙан килгән дини йолаға таянып, ҡулдарын тейешле тәртип менән йыумайынса ашарға ултырмайҙар ине. 4 Баҙарҙан ҡайтҡас та, йыуынмайынса ашамайҙар. Улар үтәлергә тейеш тип ҡабул иткән тағы күп ҡағиҙәләр бар. Мәҫәлән, кәсәләрҙе, көршәктәрҙе һәм баҡыр һауыттарҙы йыуыу тәртибе.

5 Фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре Ғайсанан:

– Ниңә Һинең шәкерттәрең ата-бабаларҙан күсә килгән йолаларҙы үтәмәй, ризыҡты бысраҡ ҡул менән тотоп ашай? – тип һоранылар.

6 Ғайса уларға:

– Ишағыя пәйғәмбәрлек иткән ваҡытында һеҙ ике йөҙлөләр хаҡында ҡайһылай дөрөҫ әйткән, – тип яуапланы. – Изге Яҙмала яҙылғанса:

«Был халыҡ Мине теле менән хөрмәт итә,

әммә күңелдәре Минән йыраҡ.

7 Миңә бушҡа табыналар,

кеше уйлап сығарған ҡағиҙәләргә өйрәтәләр».

8 Алла әмерен ситтә ҡалдырып, һеҙ кеше урынлаштырған йоланы үтәйһегеҙ. 9 Үҙ йолағыҙҙы тотор өсөн, ҡайһылай оҫта итеп Алла әмерен кире ҡағаһығыҙ! – тип һүҙен дауам итте Ғайса. – 10 Муса: «Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» һәм: «Атаһын йәки әсәһен хурлаған кеше үлергә тейеш», – тип әйткән бит. 11 Ә һеҙ, әгәр ҙә кеше атаһына йәки әсәһенә: «Мин һиңә бирергә тейеш булған бүләкте ҡорбан (йәғни Аллаға бүләк) тип вәғәҙә иттем», – тип әйтә икән, 12 ул кешегә атаһы йәки әсәһе өсөн башҡа бер ни ҙә эшләргә рөхсәт ителмәй, тип өйрәтәһегеҙ. 13 Үҙегеҙ үк өйрәткән йолағыҙ менән һеҙ Алла һүҙен юҡҡа сығараһығыҙ. Бына шуға оҡшаған күп эштәр ҡылаһығыҙ.

14 Ул халыҡты ҡабат саҡырып алып:

– Бөтәгеҙ ҙә Мине тыңлағыҙ һәм шуны аңлағыҙ! 15 Кешене тыштан ингән һис нәмә бысрата алмай, әммә уны эсенән сыҡҡаны бысрата , – тине.

17 Ғайса халыҡты ҡалдырып өйгә ингәс, шәкерттәре Унан был һүҙҙәрҙе аңлатыуын һораны.

18 – Әллә һеҙ ҙә төшөнмәйһегеҙме? – тине Ул. – Кеше эсенә тыштан ингән бер нәмәнең дә уны бысрата алмауын аңламайһығыҙмы? 19 Сөнки ул уның йөрәгенә түгел, ә ҡарынына инә һәм сығарып ташлана! (Бының менән Ғайса бөтә ризыҡтың да хәләл булыуын белдерҙе.)

20 Ул һүҙен дауам итте:

– Кешенең эсенән нимә сыға, шул уны бысрата; 21 яуыз ниәттәр – фәхешлек, урлашыу, кеше үлтереү, 22 зинасылыҡ, ҡомһоҙлоҡ, ҡәбәхәтлек, мәкер-ялған, аҙғынлыҡ, көнсөллөк, яла яғыу, тәкәбберлек, ахмаҡлыҡ – кешенең эсенән, йөрәгенән сыға. 23 Бөтөн был яманлыҡтар кешенең эсенән сығып уны бысрата ла инде.

Мәжүси ҡатындың ышанысы

24 Бынан Ғайса Тир төбәгенә юл тотто. Бында бер өйгә инде. Был хаҡта бер кемдең дә белеүен теләмәгәйне, тик йәшенеп ҡала алманы. 25 Бәләкәс ҡыҙының эсенә ен эйәләшкән бер ҡатын Уның тураһында ишетеп ҡалды ла, килеп аяғына йығылды. 26 Тыумышы менән Сүриә Финикияһынан булған был ҡатын мәжүси ине. Ул Ғайсанан ҡыҙының эсендәге енде ҡыуып сығарыуын үтенде.

27 – Тәүҙә балалар ашап туйһын, – тине Ғайса уға. – Икмәкте балаларҙан алып эттәргә ырғытыу яҡшы түгел.

28 – Әфәндем, – тип яуап бирҙе ҡатын. – Эттәр ҙә бит балаларҙан өҫтәл аҫтына ҡойолған валсыҡтарҙы ашай.

29 – Шулай яуап биргәнеңә күрә, – тине Ғайса, – бар, өйөңә ҡайт: ҡыҙыңдың эсендәге ен сыҡты.

30 Ҡатын өйөнә әйләнеп ҡайтҡас, ҡыҙының иҫән-һау килеш түшәктә ятҡанын күрҙе. Ен уның эсенән сыҡҡайны инде.

Һаңғырау һәм тотлоҡҡан кешене һауыҡтырыу

31 Ғайса, Тир төбәгенән китеп, Сидон аша Галилея күленә, Ун Ҡала өлкәләренә сыҡты. 32 Уның янына һаңғырау һәм тотлоғоп һөйләшкән кешене алып килделәр, Ғайсаның уға ҡулдарын ҡуйыуын үтенделәр.

33 Ғайса уны халыҡ төркөмөнән ситкә алып китте. Икәүҙән-икәү ҡалғас, бармаҡтарын уның ҡолаҡтарына тыҡты ла, төкөрөп, теленә ҡағылды. 34 Күккә ҡарап көрһөндө лә:

– Еффафа! (Йәғни «Асыл!») – тине.

35 Шунда уҡ теге кешенең ҡолаҡтары асылды, теле сиселде, һәм ул асыҡ итеп һөйләшә башланы. 36 Ғайса бер кемгә лә был хаҡта һөйләмәҫкә ҡушты. Әммә Ул тыйған һайын, улар тағы ла күберәк һөйләне. 37 Кешеләрҙең ғәжәпләнеүҙәренең сиге юҡ ине.

– Ул барыһын да яҡшы эшләй: һаңғырауҙарҙы ишеттерә, телһеҙҙәрҙе һөйләштерә! – тине улар.

8

Дүрт мең кешене туйҙырыу

1 Ул көндәрҙә тағы күп кеше йыйылды, уларҙың ашар ризыҡтары юҡ ине. Ғайса шәкерттәрен саҡырып:

2 – Кешеләрҙе йәлләйем. Өс көн инде улар Минең янымда, ә ашарҙарына бер нәмәләре лә юҡ. 3 Әгәр Мин уларҙы ас килеш өйҙәренә ҡайтарып ебәрһәм, юлда хәлдәре бөтөр. Ҡайһы берҙәре алыҫтан килгән бит, – тине.

4 – Бынау ҡола ялан ерҙә уларҙы туйҙырырлыҡ икмәкте ҡайҙан алайыҡ? – тип яуап бирҙе шәкерттәре.

5 – Һеҙҙең нисә икмәгегеҙ бар? – тип һораны Ғайса.

– Ете, – тине улар.

6 Ғайса халыҡҡа ергә ултырырға ҡушты ла, ете икмәкте алып Аллаға шөкөрана ҡылғас, бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе, улары халыҡҡа таратты. 7 Бер аҙ балыҡтары ла бар ине. Ғайса, шөкөрана ҡылғас, уларҙы ла өләшергә ҡушты. 8 Кешеләр ашап туйҙы. Ҡалған һыныҡтарҙан ете кәрзин йыйып алдылар. 9 Ә ашаусылар дүрт мең самаһы кеше ине. Ғайса уларҙы өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙе. 10 Үҙе шунда уҡ шәкерттәре менән кәмәгә ултырып, Далмануфа ерҙәренә китте.

11 Фарисейҙар килеп, Ғайса менән бәхәсләшә башланы. Уны һынарға теләп, күктән илаһи билдә күрһәтеүен талап иттеләр. 12 Ғайса:

– Ниңә был заман кешеләре илаһи билдә талап итә икән? Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: уларға илаһи билдә күреү бирелмәйәсәк, – тине ауыр көрһөнөп.

13 Ғайса уларҙы ҡалдырҙы ла, тағы кәмәгә ултырып, икенсе яҡ ярға сығып китте.

Фарисейҙарҙың һәм Иродтың әсеткеһе

14 Шәкерттәр үҙҙәре менән икмәк алырға онотҡайны, кәмәлә бер генә икмәктәре бар ине. 15 Ғайса шәкерттәрен:

– Ҡарағыҙ уны, фарисейҙар әсеткеһенән дә, Ирод әсеткеһенән дә һаҡ булығыҙ! – тип киҫәтте.

16 Ә тегеләр икмәктәре юҡлығы тураһында һөйләшә бирҙе. 17 Ғайса быны белеп, уларға:

– Ниңә һеҙ икмәгегеҙ юҡлығы хаҡында һөйләшәһегеҙ? – тине. – Һаман бер нәмә лә аңламайһығыҙмы? Бер ни ҙә төшөнмәйһегеҙме? Күңелдәрегеҙ ҡатҡанмы? 18 Күҙҙәрегеҙ булып та, күрмәйһегеҙме? Ҡолаҡтарығыҙ булып та, ишетмәйһегеҙме? Хәтерләмәйһегеҙме ни: 19 Мин биш икмәкте биш мең кешегә бүлгеләп биргәндә, ҡалған һыныҡтарҙан һеҙ нисә тулы кәрзин йыйып алдығыҙ?

– Ун ике, – тинеләр Уға.

20 – Ә инде ете икмәкте дүрт меңгә бүлгәндә, ҡалған һыныҡтарҙан һеҙ нисә тулы кәрзин йыйып алдығыҙ?

– Ете, – тип яуапланы тегеләр.

21 – Әллә һаман төшөнмәйһегеҙме? – тине Ғайса.

Ғайсаның Вифсаидала һуҡырҙы һауыҡтырыуы

22 Улар Вифсаидаға килеп етте. Кешеләр, бер һуҡырҙы алып килделәр ҙә, Ғайсаның уға ҡул тейҙереүен үтенделәр. 23 Ғайса һуҡырҙы етәкләп ауылдан алып сыҡты, күҙҙәренә төкөрөп, ҡулдарын ҡуйҙы.

– Берәй нәмә күрәһеңме? – тип һораны.

24 – Мин кешеләрҙе күрәм, – тине теге өҫкә ҡарап. – Ләкин улар миңә ағастар йөрөгән төҫлө күренә.

25 Ғайса ҡулдарын уның күҙҙәренә ҡабат ҡуйып алғас, ул текләп ҡараны ла, һауығып, бөтә нәмәне асыҡ итеп күрҙе.

26 Ғайса уны:

– Бар, ауылға инеп торма, – тип өйөнә ҡайтарып ебәрҙе.

Петрҙың Ғайсаны Мәсих тип таныуы

27 Ғайса шәкерттәре менән Филипп Кесарияһы тирәһендә урынлашҡан ауылдарға китте. Юлда барғанда Ул шәкерттәренән:

– Кешеләр Мине кем тип иҫәпләй? – тип һораны.

28 – Берәүҙәр Һине Сумдырыусы Яхъя ти, икенселәре – Ильяс, ә ҡайһылары пәйғәмбәрҙәрҙең береһе тип уйлай, – тип яуап ҡайтарҙылар Уға.

29 – Ә һеҙ Мине кем тип иҫәпләйһегеҙ? – тип һораны Ул уларҙан.

– Һин – Мәсих, – тине Петр.

30 Ғайса Үҙе тураһында бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушты.

Ғайсаның Үҙенең үлеме һәм терелеүе хаҡында әйтеүе

31 Ғайса шәкерттәренә Әҙәм Улының күп ғазаптар кисерергә, аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағылырға һәм үлтерелергә, ә өс көндән һуң терелеп торорға тейешлеге тураһында аңлата башланы. 32 Был хаҡта Ул асыҡтан асыҡ һөйләне. Шул ваҡыт Петр, Уны ситкәрәк алып китеп, ризаһыҙлыҡ белдерергә тотондо. 33 Әммә Ғайса, шәкерттәренә боролоп ҡарап, Петрҙы шелтәләне:

– Кит янымдан, Иблис! Һиндә Алла уйҙары түгел, ә кешенеке.

34 Ғайса шәкерттәре менән бергә халыҡты саҡырып былай тине:

– Кем Минең артымдан барырға теләй, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, үҙенең арҡысағын алып, Миңә эйәрһен. 35 Сөнки кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға теләй, уны юғалтыр; ә кем үҙенең йәнен Минең хаҡҡа һәм Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына юғалта, уны һаҡлап ҡалыр. 36 Әгәр кеше бөтөн донъяға эйә булып, йәнен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа? 37 Ул, үҙ йәнен кире ҡайтарыр өсөн, нимә бирә алыр икән? 38 Аллаға имандары булмаған һәм гонаһлы был быуындан кем дә булһа Минән һәм Минең һүҙҙәремдән ояла икән, Әҙәм Улы ла Үҙенең Атаһының балҡып торған шөһрәте эсендә изге фәрештәләре менән килгән саҡта, ул кешенән оялыр.

9

1 – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Бында баҫып тороусыларҙың ҡайһы берҙәре, Алла Батшалығының ҡөҙрәт менән килеүен күргәнгә тиклем, үлем татымаясаҡ.

Ғайсаның йөҙ-ҡиәфәте үҙгәреүе

2 Алты көндән һуң Ғайса Петрҙы, Яҡубты һәм Яхъяны алып, бейек тауға менде. Улар унда үҙҙәре генә ине. Ғайсаның ҡиәфәте шәкерттәренең күҙ алдында үҙгәрҙе: 3 кейемдәре балҡып, ер йөҙөндә һис кем был тиклем ағарта алмаҫлыҡ ап-аҡ төҫкә инде. 4 Улар ҡаршыһында Ильяс менән Муса пәйғәмбәрҙәр пәйҙә булды һәм Ғайса менән һөйләшеп торҙолар. 5 Петр Ғайсаға:

– Остаз , беҙҙең бында булыуыбыҙ ҡайһылай яҡшы! Өс сатыр ҡорайыҡ: береһен Һиңә, береһен Мусаға, береһен Ильясҡа, – тине.

6 Был һүҙҙәрҙе ул нимә тип әйтергә белмәгәнлектән әйтте, сөнки улар өсөһө лә бик ҡурҡҡайны. 7 Шул мәлдә болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡаплап алды. Болот эсенән: «Был – Минең ҡәҙерле Улым, Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде. 8 Шәкерттәр ҡапыл тирә-яҡтарына ҡарап алдылар, әммә яндарында Ғайсанан башҡа бер кемде лә күрмәнеләр.

9 Тауҙан төшкәндә Ғайса уларға, Әҙәм Улы үленән терелеп торғанға тиклем, әле күргәндәрен берәүгә лә һөйләмәҫкә ҡушты. 10 Улар был һүҙҙәрҙе күңелдәренә һалып ҡуйҙы, ләкин үҙ-ара: «Уның „үленән терелеп тороу“ тигәне нимә аңлата икән?» – тип һөйләштеләр. 11 Ғайсанан иһә:

– Ниңә ҡанун белгестәре, тәүҙә Ильяс килергә тейеш, тиҙәр? – тип һоранылар.

12 – Ысынлап та, тәүҙә Ильяс килеп бөтөнөһөн үҙ урынына ҡуясаҡ, – тине Ғайса. – Ни өсөн Изге Яҙмала, Әҙәм Улына күп ғазаптар күрергә, кәмһетелергә тура киләсәк, тип яҙылған һуң? 13 Ләкин һеҙгә әйтәм: Ильяс килде инде һәм, уның тураһында яҙылғанса, уға ҡарата нимә теләһәләр, шуны ҡылдылар.

Ен эйәләшкән малайҙы һауыҡтырыу

14 Улар, бүтән шәкерттәр янына әйләнеп ҡайтҡас, эргәләрендә күп халыҡ йыйылғанын һәм ҡанун белгестәренең улар менән бәхәсләшеп торғанын күрҙе. 15 Ғайсаны күреү менән, бөтөн халыҡтың иҫе китте, йүгереп килеп, Уны сәләмләнеләр. 16 Ғайса шәкерттәренән:

– Улар менән нимә хаҡында бәхәсләшәһегеҙ? – тип һораны.

17 Халыҡ төркөмөнән берәү:

– Остаз! Мин Һиңә үҙемдең улымды алып килгәйнем. Эсенә шаҡшы рух эйәләшеп, баламды телһеҙ итте. 18 Ен уны теләһә ҡайҙа эләктереп ала ла, ергә атып бәрә. Малай, ауыҙынан күбек ағыҙып, тештәрен шығырлатып, тәне тартышып ҡата. Шәкерттәреңдән енде ҡыуып сығарыуҙарын үтенгәйнем, ләкин улар булдыра алманы, – тине.

19 – Эй, иманһыҙ быуын! – тине Ғайса уларға. – Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға һәм күпме түҙергә? Килтерегеҙ малайҙы Минең яныма!

20 Уны Ғайса янына алып килделәр. Ғайсаны күреү менән, шаҡшы рух малайҙың тәнен дер һелкетә башланы, бала ергә йығылып, ауыҙынан күбек ағыҙа-ағыҙа тәгәрәп йөрөнө. 21 Ғайса малайҙың атаһынан:

– Ул был хәлгә күптән тарынымы? – тип һораны.

– Бала сағынан шулай, – тип яуап бирҙе атаһы. – 22 Шаҡшы рух уны һәләк итергә тырышып, йыш ҡына әле утҡа, әле һыуға ташланы. Ҡулыңдан килһә, ярҙам ит, ҡыҙған беҙҙе!

23 – Һин: «Ҡулыңдан килһә», – тиһеңме? Ышанысы булған кешегә барыһы ла мөмкин, – тине Ғайса.

24 Малайҙың атаһы шунда уҡ ҡысҡырып ебәрҙе:

– Ышанам! Әммә ышанысым аҙ, уны нығытырға ярҙам ит миңә!

25 Ғайса иһә, халыҡ төркөмө йыйылыуын күреп, шаҡшы рухҡа:

– Телһеҙлек һәм һаңғыраулыҡ рухы! Мин һиңә бойорам: уның эсенән сыҡ та бүтәнсә инмә! – тине.

26 Шаҡшы рух, малайҙың тәнен бик ныҡ тартыштырып, һөрәнләп килеп сыҡты. Малай үлгәндәй булды. Шунлыҡтан күптәр уны «үлде» тине. 27 Ғайса ҡулынан тотоп торғоҙғас, малай аяғына баҫты.

28 Өйгә инеп, шәкерттәре Ғайса менән генә ҡалғас:

– Ни өсөн беҙ уны ҡыуып сығара алманыҡ икән? – тип һоранылар.

29 – Бындай ендәрҙе бүтән бер нисек тә түгел, бары тик доға менән генә ҡыуып сығарып була, – тине Ғайса.

Ғайсаның Үҙенең үлеме һәм терелеүе тураһында ҡабат әйтеүе

30 Бынан киткәс, улар Галилея ере аша үтте. Ә Ғайса был хаҡта бер кемдең дә белеүен теләмәне, 31 сөнки Үҙенең шәкерттәрен мөһим нәмәләргә өйрәтә ине.

– Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк һәм үлтереләсәк. Әммә үлтерелгәндән һуң өс көн үткәс, терелеп торасаҡ, – тине Ул.

32 Улар был һүҙҙәрҙең айышына төшөнмәне, әммә һорашырға ҡурҡтылар.

Кем иң бөйөгө?

33 Улар Капернаумға әйләнеп килде. Өйгә ингәс, Ғайса шәкерттәренән:

– Юлда саҡта һеҙ нимә тураһында һөйләштегеҙ? – тип һораны.

34 Тегеләр иһә өндәшмәне, сөнки юл буйынса араларында кемдең иң бөйөгө булыуы хаҡында бәхәс ҡорғайнылар. 35 Ғайса, ултырғас, ун ике шәкертен янына саҡырып:

– Беренсе булырға теләгән иң һуңғыһы булһын һәм бөтәһенә лә хеҙмәт итһен, – тине.

36 Ул бер баланы алып уларҙың уртаһына баҫтырҙы ла, уны ҡосаҡлап, шәкерттәренә:

37 – Ошондай балаларҙың береһен Минең хаҡыма ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә. Ә Мине ҡабул иткән кеше Мине түгел, ә Мине Ебәреүсене ҡабул итә, – тине.

«Кем беҙгә ҡаршы түгел, шул беҙҙең яҡлы»

38 – Остаз, – тине Яхъя, – беҙ бер кешенең Һинең исемең менән ендәрҙе ҡыуып сығарғанын күрҙек. Беҙҙең менән йөрөмәгәнгә, беҙ уны тыйҙыҡ.

39 Ғайса иһә былай яуап бирҙе:

– Тыймағыҙ уны. Минең исемем аша мөғжизәле эш ҡыла алған кеше тиҙ генә Миңә ҡарата яман һүҙ һөйләмәҫ. 40 Сөнки кем беҙгә ҡаршы түгел, шул беҙҙең яҡлы. 41 Кем Мәсихтеке булыуығыҙ өсөн һеҙгә бер сынаяҡ һыу эсерә, хаҡ һүҙ әйтәм: шул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ.

42 Әммә Миңә ышанған бынау түбән заттарҙың берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене, муйынына тирмән ташы аҫып диңгеҙгә ташлаһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине. 43 Әгәр ҙә ҡулың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны ҡырҡып ташла! Ике ҡулың менән йәһәннәмгә, һүнмәҫ утҡа барыуға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа бер ҡуллы килеш инеүең һинең өсөн хәйерлерәк . 45 Әгәр ҙә аяғың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны сабып ырғыт! Ике аяғың менән йәһәннәмгә ташланыуға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа аҡһаҡ килеш инеүең һинең өсөн хәйерлерәк . 47 Әгәр ҙә күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны һурып ырғыт! Ике күҙең менән йәһәннәмгә ташланыуға ҡарағанда, һыңар күҙле килеш Алла Батшалығына инеү һинең өсөн хәйерлерәк. 48 Йәһәннәмдә кешеләрҙе ашаусы ҡорттар үлмәй һәм ут һүнмәй. 49 Һәр кем ут менән «тоҙланыр» .

50 Тоҙ – яҡшы нәмә, ә тоҙ тоҙһоҙланһа, уның тәмен нисек ҡайтарырһығыҙ? Тоҙ һеҙҙең үҙегеҙҙә булһын һәм бер-берегеҙ менән татыу булығыҙ.

10

Ир менән ҡатындың айырылышыуы тураһында

1 Ғайса, бынан китеп, Йәһүҙиәнең Иордан аръяғындағы ерҙәренә килде. Йәнә янына халыҡ йыйылды һәм Ул, ғәҙәттәгесә, уларҙы өйрәтте. 2 Фарисейҙар килеп, Уны һынар өсөн:

– Ир кешегә ҡатынын айырырға рөхсәт ителәме? – тип һоранылар.

3 – Муса һеҙгә нимә ҡушҡан һуң? – тине Ғайса.

4 – Муса ир кешегә ҡатынын, айырылышыу ҡағыҙы яҙып, айырырға рөхсәт иткән, – тине фарисейҙар.

5 – Ул был әмерҙе күңелдәрегеҙ ҡаты булғанға күрә яҙған, – тине Ғайса. – 6 Тәүҙән үк, бөтөн нәмәне бар иткәндә, Алла «уларҙы ир һәм ҡатын итеп яратты». 7 «Шуға күрә ир кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр 8 һәм икеһе бер тән булырҙар». Тимәк, улар инде икәү түгел, ә бер бөтөн. 9 Шулай булғас, Алла ҡушҡанды кеше айырмаһын.

10 Өйҙә саҡта шәкерттәре был хаҡта Ғайсанан ҡабат һораны.

11 – Ҡатынын айырып, башҡаға өйләнгән ир ҡатынына ҡарата зина ҡыла, – тине Ғайса. – 12 Иренән айырылып, башҡаға кейәүгә сыҡҡан ҡатын да зина ҡыла.

Ғайсаның балаларға биргән фатихаһы

13 Ҡағылыуы менән Үҙ фатихаһын бирһен өсөн, Ғайса янына балаларын алып килделәр, шәкерттәре иһә, уларҙы шелтәләп, үткәрмәне. 14 Быны күргән Ғайса асыуланды:

– Балаларҙы Минең яныма үткәрегеҙ, уларға ҡамасауламағыҙ! Алла Батшалығы ошондайҙарҙыҡы. 15 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығын бала һымаҡ ҡабул итмәгән кеше унда инмәйәсәк.

16 Ул, балаларҙы ҡосаҡлап, уларға ҡулдарын ҡуйҙы һәм фатихаһын бирҙе.

Байлыҡ һәм ҡотҡарылыу

17 Ғайса юлға сыҡҡанда янына бер кеше йүгереп килде лә, Уның алдында тубыҡланып:

– Изгелекле Остаз, мәңгелек тормош алыр өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораны.

18 – Ниңә һин Мине изгелекле тип атайһың? – тине Ғайса. – Алланан башҡа бер кем дә изгелекле түгел. 19 Һин Уның әмерҙәрен беләһең: «Кеше үлтермә, зина ҡылма, урлашма, ялған шаһитлыҡ итмә, алдашма, атай-әсәйеңә хөрмәт күрһәт».

20 Теге иһә Уға:

– Остаз, мин быларҙың бөтәһен дә йәш сағымдан уҡ үтәп килдем, – тине.

21 Ғайса уға ҡарап алды. Был кеше Уның күңеленә хуш килде.

– Һиңә бер генә нәмә етмәй. Бар, булған мөлкәтеңде һат та, фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Унан һуң кил дә Миңә эйәр, – тине Ул уға.

22 Теге кеше иһә, был һүҙҙәрҙән ҡайғыға төшөп, китеп барҙы: бик бай ине ул.

23 Ғайса тирә-яғына ҡарап алды ла шәкерттәренә:

– Байлығы булған кешеләргә Алла Батшалығына инеү шул тиклем ҡыйын! – тине.

24 Уның был һүҙҙәренә шәкерттәр бик ныҡ ғәжәпләнде.

– Эй, балаларым, Алла Батшалығына инеү шул тиклем ҡыйын! – тип ҡабатланы Ғайса. – 25 Бай кешегә Алла Батшалығына инеүгә ҡарағанда, дөйәгә энә күҙе аша үтеү еңелерәк.

26 Улар, бик ныҡ аптырап, үҙ-ара:

– Улай булғас, кем генә ҡотола алыр һуң? – тип һөйләштеләр.

27 Ғайса уларға ҡарап:

– Кешеләргә был мөмкин түгел, ә Аллаға мөмкин. Аллаға бөтә нәмә лә мөмкин, – тине.

28 Петр һүҙ башланы:

– Бына беҙ, бөтөн нәмәбеҙҙе ҡалдырып, Һиңә эйәрҙек.

29 – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Йортон, ағай-энеләрен, апай-һеңлеләрен, ата-әсәһен, балаларын йә баҫыуҙарын Минең хаҡҡа һәм Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына ҡалдырып киткәндәре, 30 был тормошта йөҙ тапҡырға күберәк йорттар, ағай-эне, апай-һеңле, әсәйҙәр, балалар, баҫыуҙар ғына түгел, ә эҙәрлекләүҙәр ҙә алыр. Ә инде киләсәк донъяла мәңгелек тормошҡа эйә булырҙар. 31 Әммә беренсе булғандарҙың күбеһе һуңғы, ә һуңғылар иһә беренсе булыр.

Ғайсаның Үҙенең үлеме тураһында өсөнсө тапҡыр әйтеүе

32 Улар Иерусалимға китеп бара ине. Ғайса шом баҫҡан шәкерттәренең алдынан атланы, уларҙың артынан ғәжәпкә ҡалған халыҡ эйәрҙе. Ғайса ун ике шәкертен ҡабаттан ситкә саҡырып, Үҙ башына төшәсәк хәлдәр хаҡында һөйләй башланы:

33 – Әле беҙ Иерусалимға китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре ҡулына тотоп биреләсәк. Улар Уны үлемгә хөкөм итеп, мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ. 34 Тегеләр Уны мыҫҡыллар, өҫтөнә төкөрөр, ҡамсылар һәм үлтерер. Ләкин Ул, өс көн үткәс, терелеп торор.

Яҡуб менән Яхъяның үтенесе

35 Уның янына Зеведейҙың улдары Яҡуб менән Яхъя килде.

– Остаз, теләгебеҙҙе үтәһәң ине, – тине улар.

36 – Һеҙҙең өсөн нимә эшләйем һуң?

37 Улар былай тип яуапланы:

– Һин данлы бөйөклөккә өлгәшкәс, беҙҙе Үҙең менән йәнәшә ултыртһаң ине: беребеҙҙе – уң яғыңа, икенсебеҙҙе – һул яғыңа.

38 – Һеҙ нимә һорағанығыҙҙы үҙегеҙ ҙә аңламайһығыҙ, – тине Ғайса. – Мин эсәсәк ғазап кәсәһенән һеҙ ҙә эсә алырһығыҙмы, йәки Мин ҡабул итәһе сумдырылыуҙы һеҙ ҙә үтә алырһығыҙмы?

39 – Алырбыҙ, – тип яуап бирҙе улар.

– Мин эсәһе кәсәнән эсерһегеҙ, Мин ҡабул итәһе сумдырылыуҙы үтерһегеҙ. 40 Ә инде уң яғыма йәки һул яғыма ултыртыу Минән тормай. Унда был урындар кемдәргә әҙерләнгән, шулар ултырасаҡ, – тине Ғайса уларға.

41 Был һөйләшеүҙе ишеткәс, ҡалған ун шәкерттең Яҡуб менән Яхъяға асыуҙары килде. 42 Ә Ғайса уларҙы саҡырып былай тине:

– Беләһегеҙ, халыҡтарҙың етәкселәре тип һаналғандар улар өҫтөнән хакимлыҡ итә һәм башлыҡтар ҙа уларға баш була. 43 Ләкин һеҙҙең арала улай булмаһын! Арағыҙҙа бөйөк булырға теләүсе башҡаларға хеҙмәтсе булһын 44 һәм арағыҙҙа беренсе булырға теләүсе һәммәгеҙгә ҡол булһын. 45 Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм күптәрҙе йолоп алыр өсөн Үҙ ғүмерен йолом итеп бирергә килде.

Ғайсаның һуҡыр Вартимейҙы һауыҡтырыуы

46 Улар Иерихон ҡалаһына килде. Ғайса шәкерттәре һәм күп һанлы халыҡ төркөмө менән бергә Иерихондан сығып барғанда, юл ситендә Вартимей (йәки Тимей улы) тигән һуҡыр хәйерсе ултыра ине. 47 Үтеп барыусының назаралы Ғайса икәнен ишетеп, ул ҡысҡыра башланы:

– Дауыт Улы Ғайса, миңә мәрхәмәтле булһаңсы!

48 Күптәре уны әрләп, өндәшмәҫкә ҡушты, ләкин ул тағы ла көслөрәк итеп:

– Дауыт Улы, миңә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырҙы.

49 Ғайса туҡтап:

– Саҡырығыҙ уны! – тине.

– Ҡурҡма, тор, Ул һине саҡыра, – тип һуҡырҙы саҡырҙылар.

50 Һуҡыр кеше, өҫ кейемен сисеп ташлап, һикереп торҙо ла Ғайса янына килде.

51 – Һинең өсөн нимә эшләүемде теләйһең? – тип һораны Ғайса унан.

– Остаз, күҙҙәрем күрһен ине! – тине һуҡыр.

52 Ғайса уға:

– Бар, һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тине.

Был кеше шунда уҡ күрә башланы һәм юл буйлап Ғайсаға эйәрҙе.

11

Тантаналы рәүештә Иерусалимға инеү

1 Иерусалимға яҡынлашҡанда, Виффагиянан һәм Вифаниянан йыраҡ түгел, Зәйтүн тауы янында, Ғайса ике шәкертен алдан ебәрҙе.

2 – Ҡаршылағы анау ауылға барығыҙ, – тине уларға. – Унда инеү менән бәйҙә торған һәм бығаса һис кем атланмаған йәш ишәкте күрерһегеҙ. Уны ысҡындырып, бында алып килегеҙ. 3 Әгәр ҙә берәйһе: «Һеҙ нимә эшләйһегеҙ?» – тип һораһа, «Ул Хужаға кәрәк, Хужа уны тиҙ үк ҡайтарып бирер», – тип әйтегеҙ.

4 Шәкерттәре, урам буйында ишек алдына бәйләп ҡуйылған йәш ишәкте тапты. Улар уның бәйен сискәндә, 5 шунда торған кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре уларҙан:

– Ниңә һеҙ ишәкте бәйҙән ысҡындыраһығыҙ? – тип һораны.

6 Ғайса ҡушҡанса яуап ҡайтарғас, тегеләр уларҙы тотҡарламаны. 7 Ишәкте Ғайса янына алып килеп, өҫ кейемдәрен уның өҫтөнә һалдылар. Ғайса ишәккә атланды. 8 Кешеләрҙең күбеһе өҫ кейемдәрен сисеп юлға түшәне, башҡалары иһә яландағы хөрмә ботаҡтарын һындырып һалды. 9 Алдан барыусылар ҙа, Уның артынан килеүселәр ҙә:

– Осанна!

Раббы исеме менән Килеүсе мөбәрәк булһын!

10 Атабыҙ Дауыттың яҡынлашып килгән батшалығы мөбәрәк булһын!

Бейек күктәрҙә осанна! – тип ҡысҡырҙылар.

11 Ғайса, Иерусалимға инеп, Алла Йортона йүнәлде. Барыһын да ҡарап сыҡҡас, ваҡыт инде һуң булғанлыҡтан, ун ике шәкерте менән Вифанияға китте.

Ғайсаның инжир ағасын ҡарғауы

12 Иртәгәһе көндө, Вифаниянан сыҡҡан мәлдәрендә, Ғайса асыҡҡанын тойҙо. 13 Алыҫта япраҡҡа күмелеп ултырған инжир ағасын күреп, емеше булмаҫмы, тип уның янына килде, әммә япраҡтан башҡа бер нәмә лә тапманы: инжир ваҡыты етмәгәйне әле. 14 Ғайса ағасҡа:

– Һинең емешеңде бер ҡасан да һис кем ашамаһын! – тине.

Шәкерттәре быны ишетеп торҙо.

Алла Йортоноң таҙарыныуы

15 Улар Иерусалимға килде. Алла Йортона инеү менән, Ғайса ундағы һатыусылар менән һатып алыусыларҙы ҡыуа башланы, аҡса алмаштырыусыларҙың өҫтәлдәрен, күгәрсен һатыусыларҙың ултырғыстарын ауҙарып ташланы. 16 Алла Йорто аша үҙҙәре менән бер нәмә лә алып үтергә рөхсәт итмәне. 17 Ғайса уларҙы өйрәтеп:

– Изге Яҙмала: «Минең Йортом бар халыҡтар өсөн доға ҡылыу йорто тип аталасаҡ», – тип әйтелмәгәнме ни? Ә һеҙ уны юлбаҫарҙар ояһына әйләндергәнһегеҙ! – тине.

18 Был хаҡта ишеткәс, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре Уны һәләк итеү әмәлен эҙләне. Бөтә халыҡ Уның өйрәткәндәрен таң ҡалып тыңлағанға күрә, Унан ҡурҡтылар.

19 Кис еткәс, Ғайса шәкерттәре менән ҡаланан сығып китте.

Ҡороған инжир ағасынан алынған үрнәк

20 Икенсе көндө иртән инжир ағасы янынан үтеп барғанда, уның тамырына тиклем ҡороғанын күрҙеләр. 21 Петр иһә, кисә нимә булғанын хәтерләп, Ғайсаға:

– Остаз! Ҡара әле, Һин ҡарғаған инжир ағасы ҡороған, – тине.

22 Ғайса уларға былай яуап бирҙе:

– Аллаға ышанысығыҙ булһын! 23 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә кемдер бынау тауға: «Күтәрелеп, диңгеҙгә ташлан!» – тип әйтһә һәм күңеленән һүҙенең үтәләсәгенә икеләнеүһеҙ ышанһа, теләге бойомға ашасаҡ. 24 Шуға күрә һеҙгә әйтәм: доға ҡылғанда ни һораһағыҙ ҙа, алғанығыҙға ышанығыҙ – һәм һеҙгә бирелер. 25 Доға ҡылып торған саҡта, берәйһенә ҡарата үпкәгеҙ булһа, уны ғәфү итегеҙ. Шул ваҡытта Күктәге Атағыҙ ҙа һеҙҙең насар ғәмәлдәрегеҙҙе кисерер .

Ғайсаның вәкәләте тураһында һорау

27 Улар тағы Иерусалимға килде. Алла Йортонда йөрөгән сағында, Ғайса янына баш руханиҙар, ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар килде.

28 – Быларҙы эшләргә Һинең ни хаҡың бар? Был вәкәләтте Һиңә кем бирҙе? – тип һораны улар.

29 – Мин һеҙгә бер һорау бирәм, – тине Ғайса. – Әгәр ҙә яуап ҡайтарһағыҙ, Мин дә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарыуымды әйтермен. 30 Яхъяның һыуға сумдырыуы күктән инеме, әллә кешеләрҙәнме? Яуап бирегеҙ әле Миңә!

31 Тегеләр үҙ-ара:

– Әгәр: «Күктән», – тиһәк, Ул: «Ниңә һуң һеҙ уға ышанманығыҙ», – тип һораясаҡ; 32 «Кешеләрҙән», – тип әйтергәме әллә? – тиештеләр.

Ләкин халыҡтан ҡурҡтылар, сөнки барыһы ла Яхъяны ысынлап та пәйғәмбәр тип иҫәпләй ине.

33 Улар Ғайсаға:

– Белмәйбеҙ, – тип яуапланы.

– Улай булғас, Мин дә һеҙгә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарыуымды әйтмәйем, – тине Ғайса.

12

Йөҙөм үҫтереүселәр хаҡында ҡисса

1 Ғайса уларға ҡисса һөйләй башланы:

– Бер кеше йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан. Уны ҡойма менән уратып алған, йөҙөм иҙеү өсөн һыҡҡыс ҡаҙыған, ҡарауыл манараһы төҙөп ҡуйған һәм, баҡсаны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, үҙе сит яҡҡа китеп барған. 2 Емеш йыйыр ваҡыт еткәс, уңышынан үҙ өлөшөн алдырыр өсөн, хеҙмәтсеһен ебәргән. 3 Ә йөҙөм үҫтереүселәр, хеҙмәтсене тотоп туҡмап, буш ҡул ҡайтарған. 4 Хужа икенсе хеҙмәтсеһен ебәргән. Әммә быныһының башын йәрәхәтләгәндәр, мыҫҡыл иткәндәр. 5 Тағы береһен ебәргән – уны ла үлтергәндәр. Ул ебәргән башҡалар менән дә шулай эшләгәндәр: ҡайһыһын туҡмағандар, ҡайһыһын үлтергәндәр. 6 Хужа ахыр сиктә: «Улыма хөрмәт күрһәтерҙәр», – тип уйлап, ғәзиз улын ебәргән. 7 Әммә йөҙөм үҫтереүселәр үҙ-ара: «Был – вариҫ. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек тә, уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тиешкәндәр. 8 Улар уны тотоп алғандар, үлтергәндәр һәм йөҙөм баҡсаһынан сығарып ташлағандар.

9 Инде баҡса хужаһы нимә эшләр? Ул, килеп, йөҙөм үҫтереүселәрҙе үлтерер ҙә баҡсаны башҡаларға бирер. 10 Изге Яҙмала:

«Төҙөүселәр, яраҡһыҙ, тип кире ҡаҡҡан таш

иң мөһим мөйөш ташы булды.

11 Был Раббы тарафынан эшләнде

һәм беҙҙең өсөн ғәжәйеп хәл», –

тигәнде лә уҡыманығыҙмы әллә?

12 Ҡиссаның үҙҙәре тураһында икәнен аңлап, йәһүд башлыҡтары Ғайсаны ҡулға алырға теләне, ләкин халыҡтан ҡурҡып, баҙнат итмәне. Шунлыҡтан Уны ҡалдырып киттеләр.

Ҡайсарҙыҡы – ҡайсарға, Алланыҡы – Аллаға

13 Бәйләнерлек һүҙ әйтмәҫме тип, бер нисә фарисейҙы һәм Ирод батша яҡлыларҙы Ғайса янына ебәрҙеләр. 14 Улар килеп:

– Остаз, Һинең дөрөҫөн әйтеүеңде һәм бер кемгә лә ярарға тырышмауыңды беләбеҙ. Кешеләрҙең кемлегенә ҡарамайһың, әммә, дөрөҫлөктән ситкә китмәйенсә, Алла юлына өйрәтәһең. Әйтсе, ҡайсарға һалым түләргә рөхсәт ителәме, әллә юҡмы? Беҙгә түләргәме, юҡмы? – тинеләр.

15 Уларҙың ике йөҙлөлөгөн белеп, Ғайса:

– Ниңә һеҙ Миңә ау ҡораһығыҙ? Миңә динар алып килеп күрһәтегеҙ әле! – тине.

16 Уға динар бирҙеләр. Ғайса уларҙан:

– Бында кемдең һүрәте төшөрөлгән һәм кемдең исеме яҙылған? – тип һораны.

– Ҡайсарҙыҡы, – тине тегеләр.

17 – Ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, ә Алланыҡын – Аллаға бирегеҙ, – тине Ғайса.

Улар Ғайсаның яуабына хайран ҡалды.

Үленән терелеү хаҡында һорау

18 Үленән терелеүҙе инҡар иткән саддукейҙар Ғайса янына килеп, һорау бирҙеләр:

19 – Остаз, Муса ҡанунда беҙгә: «Әгәр ҙә кемдеңдер туғаны балаһы булмайынса үлеп китеп, ҡатыны яңғыҙ ҡалһа, ул был тол ҡатынға өйләнһен һәм үлгән туғанының нәҫелен дауам итһен», – тип яҙып ҡалдырған. 20 Ете бер туған булған. Беренсеһе өйләнгән һәм балаһы булмайынса үлеп киткән. 21 Уның ҡатынына икенсе туғаны өйләнгән һәм ул да бала күрмәйенсә үлгән. Өсөнсөһө менән дә тап шулай булған. 22 Ете бер туғандың береһе лә нәҫел ҡалдыра алмаған. Бөтәһенән аҙаҡ ҡатын да вафат булған. 23 Үлеләр терелгән ваҡытта ул ҡайһыныһының ҡатыны буласаҡ? Етеһе лә уның ире булған бит!

24 – Яңылышаһығыҙ, – тине уларға Ғайса. – Беләһегеҙме, ни өсөн улай? Сөнки һеҙ Изге Яҙманы ла, Алланың ҡөҙрәтен дә белмәйһегеҙ. 25 Үлгәндәр, терелеп торғас, өйләнмәҫтәр ҙә, кейәүгә лә сыҡмаҫтар. Улар күктәге фәрештәләр кеүек буласаҡ. 26 Ә үлгәндәрҙең терелеп тороуына килгәндә, Муса китабының янып торған күгән ҡыуағы тураһындағы өҙөгөндә Алланың уға: «Мин – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуб Аллаһы», тигәнен уҡыманығыҙмы ни? 27 Алла – үлеләр Аллаһы түгел, ә тереләрҙеке. Һеҙ бик ныҡ яңылышаһығыҙ.

Иң мөһим әмер

28 Уларҙың бәхәсләшкәнен ишеткән һәм Ғайсаның саддукейҙарға яҡшы итеп яуап биргәнен күргән бер ҡанун белгесе Уның янына килеп:

– Бөтә әмерҙәрҙең ҡайһыһы иң мөһиме? – тип һораны.

29 – Беренсе әмер, – тип яуапланы Ғайса. – «Тыңла, Израиль! Беҙҙең Аллабыҙ Раббы – берҙән-бер Алла! 30 Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең, бөтә аҡылың һәм бөтә көсөң менән ярат». 31 Ә икенсеһе былай: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат». Быларҙан да бөйөгөрәк әмер юҡ.

32 – Яҡшы әйттең, Остаз, – тине ҡанун белгесе. – «Алла берҙән-бер һәм Унан башҡаһы юҡ», – тип дөрөҫ әйтәһең. 33 «Уны бөтә йөрәгең, бөтә аҡылың һәм бөтә көсөң менән яратыу» һәм «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек яратыу» – тулыһынса яндырылған һәм башҡа ҡорбандарҙың барыһынан да мөһимерәк.

34 Ҡанун белгесенең аҡыллы яуап биреүенә Ғайса:

– Һин Алла Батшалығынан йыраҡ түгел, – тине.

Бынан һуң бер кем дә Ғайсаға һорау бирергә баҙнат итмәне.

Мәсих кемдең Улы?

35 Ул, Алла Йортонда өйрәтеүен дауам итеп, былай тип һораны:

– Мәсихте Дауыт Тоҡомо тип ҡанун белгестәре нисек әйтә ала? 36 Изге Рух тәьҫире аҫтында булып, Дауыт үҙе үк:

«Раббы-Аллам Хужама әйтте:

„Мин дошмандарыңды

аяҡтарың аҫтына һалғанға тиклем,

уң яғымда ултыр“», – тип әйткән бит.

37 Дауыт үҙе Мәсихте Хужам тип исемләй. Шулай булғас, Ул нисек итеп Дауыттың Тоҡомо була ала?

Ике йөҙлөлөктән киҫәтеү

Күмәк халыҡ төркөмө Ғайсаны рәхәтләнеп тыңланы.

38 Ул Үҙенең нәсихәтендә:

– Ҡанун белгестәренән һаҡ булығыҙ. Улар оҙон кейемдәр кейеп йөрөгәнде, баҙар майҙандарында үҙҙәрен ололап сәләмләгәнде, 39 ғибәҙәтханаларҙа алғы урындарҙа һәм мәжлестәрҙә иң түрҙә ултырырға ярата. 40 Улар тол ҡатындарҙың мөлкәтен үҙҙәренә ала, кешеләр күрһен өсөн оҙаҡ итеп доға ҡыла. Ундайҙар айырыуса ҡаты хөкөм ителәсәк, – тине.

Ярлы тол ҡатындың саҙаҡаһы

41 Ғайса, саҙаҡа һандығы алдында ултырған килеш, халыҡтың аҡса һалыуын күҙәтте. Байҙарҙың күбеһе мул итеп һалды. 42 Бына ярлы ғына бер тол ҡатын килеп, ике ваҡ баҡыр аҡса (бер кодрант ) һалды.

43 Ғайса шәкерттәрен саҡырып, уларға:

– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: был ярлы тол ҡатын саҙаҡа һандығына бөтәһенән дә күберәк һалды. 44 Тегеләрҙең барыһы ла үҙҙәренән артҡанын бирҙе, ә ул, ярлы булыуына ҡарамаҫтан, үҙендә булғандың бөтәһен – йәшәү өсөн күпме кәрәк, шуны һалды, – тине.

13

Ахырызаман билдәләре

1 Ғайса Алла Йортонан сығып барғанда, шәкерттәренең береһе Уға:

– Остаз! Ҡара әле, ниндәй таштар, ниндәй күркәм биналар! – тип өндәште.

2 – Бына был мөһабәт биналарҙы күрәһеңме? – тине Ғайса. – Улар барыһы ла ҡыйраласаҡ! Бында таш өҫтөндә таш ҡалмаясаҡ.

3 Ул Алла Йорто ҡаршыһындағы, Зәйтүн тауында ултырған саҡта, Петр, Яҡуб, Яхъя, Андрей Уның менән айырым ғына ҡалғас:

4 – Һөйлә әле беҙгә, әйткәндәрең ҡасан булыр? Уларҙың тиҙҙән ғәмәлгә ашасағын ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һоранылар.

5 Ғайса һөйләй башланы:

– Һаҡ булығыҙ, берәйһе һеҙҙе алдап ҡуймаһын! 6 Күптәр Мин булып килеп: «Мин – Ул», – тип әйтер һәм байтаҡ кешеләрҙе юлдан яҙҙырыр. 7 Яҡындағы һуғыш тауыштарын һәм алыҫтағы яу хәбәрҙәрен ишеткәндә ҡурҡмағыҙ! Шулай булырға тейеш, ләкин был әле ахыры түгел. 8 Халыҡ халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер, урыны-урыны менән ер тетрәп торор, аслыҡ та булыр. Былар – тулғаҡ тотоу ғазаптарының башланыуы ғына.

9 Һеҙ иһә һаҡ булығыҙ: һеҙҙе хөкөмгә тапшырырҙар һәм ғибәҙәтханаларҙа туҡмарҙар. Шаһитлыҡ ҡылыу өсөн, Минең арҡала һеҙҙе идарасылар, батшалар алдына баҫтырырҙар. 10 Әммә уға тиклем бөтә халыҡтарға Һөйөнөслө Хәбәр еткерелергә тейеш. 11 Һеҙҙе хөкөмгә алып барғанда иһә, нимә һөйләргә, тип алдан борсолмағыҙ: шул мәлдә телегеҙгә ни бирелһә, шуны һөйләгеҙ. Сөнки һеҙ түгел, һеҙҙең урынға Изге Рух һөйләр.

12 Туған туғанын, ата балаһын үлемгә тапшырыр. Балалар, ата-әсәләренә ҡаршы сығып, уларға үлем килтерер. 13 Минең арҡала бөтәһе лә һеҙҙе күрә алмаҫ. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотолор.

14 Ә инде һеҙ «ташландыҡ хәлдә ҡалдырыусы сирҡаныс нәмәнең » тейеш булмаған урында тороуын үҙегеҙ күргәс (был һүҙҙәрҙе уҡыған кеше аңлаһын!), Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын. 15 Өй ҡыйығында булған кеше ниҙер алырға тип аҫҡа төшөп, ваҡытын әрәм итмәһен, 16 баҫыуҙағы кеше лә өҫ кейемен алырға тип өйөнә ҡайтмаһын. 17 Ул көндәрҙә йөклө булған йәки бала имеҙгән ҡатындар ҡайғы күрер! 18 Былар ҡыш мәленә тап килмәһен ине, тип доға ҡылығыҙ. 19 Сөнки ул көндәрҙә, Алла донъяны яратҡандан алып бөгөнгө көнгә тиклем булмаған һәм бер ҡасан да булмаясаҡ ҙур афәт килер. 20 Әгәр ҙә Раббы ул көндәрҙе ҡыҫҡартмаһа, һис кем иҫән ҡала алмаҫ ине. Ләкин Раббы Үҙе һайлап алғандар хаҡына ул көндәрҙе ҡыҫҡартты.

21 Әгәр һеҙгә шул ваҡытта кемдер: «Ҡара, Мәсих бында!» йәки: «Ул ана унда!» – тиһә, ышанмағыҙ! 22 Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн төрлө хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер. 23 Шуға күрә һаҡ булығыҙ – барыһын да Мин һеҙгә алдан әйттем.

Әҙәм Улының килеүе

24 Ләкин ул көндәрҙә, афәттән һуң,

«Ҡояш ҡарайыр,

ай нурын сәсмәҫ,

25 күктән йондоҙҙар ҡойолор,

һәм күк көстәре тетрәр».

26 Шул мәлдә Әҙәм Улының болоттарҙа бөйөк ҡөҙрәт һәм балҡыш менән килгәнен күрерҙәр. 27 Шул ваҡыт Ул, фәрештәләрҙе ебәреп, ерҙең дүрт тарафынан – ер ситенән алып күк ситенә тиклем – Үҙе һайлағандарҙы йыйыр.

Инжир ағасынан ғибрәт алыу

28 Инжир ағасынан ғибрәт алығыҙ. Уның ботаҡтары бөрөләнеп, япраҡ ярған саҡта, һеҙ йәйҙең яҡын икәнлеген беләһегеҙ. 29 Шуның һымаҡ, ошоларҙың ғәмәлгә ашыуын күргәндә, Әҙәм Улының яҡын, ишек төбөндә генә булыуын белерһегеҙ. 30 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: быларҙың барыһы ла ғәмәлгә ашҡанға тиклем, был быуын алмашынып өлгөрмәйәсәк. 31 Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем юҡҡа сыҡмаясаҡ.

32 Ул көндөң һәм ул сәғәттең ҡасан килерен бер кем белмәй: күктәге фәрештәләр ҙә, Атаның Улы ла. Был хаҡта бары тик Ата ғына белә. 33 Һаҡ булығыҙ, уяу булығыҙ ! Һеҙ бит ул ваҡыттың ҡасан етәсәген белмәйһегеҙ. 34 Был сәфәргә сыҡҡан кешегә оҡшаш. Ул үҙ өйөн хеҙмәтселәренә ҡалдырып, уларҙың һәр ҡайһыһына тәғәйен эш ҡушып, ҡапҡа һаҡсыһына уяу торорға бойора. 35 Һеҙ ҙә уяу булығыҙ! Өй хужаһының ҡасан ҡайтырын белмәйһегеҙ бит: кис менәнме, төн уртаһындамы, тәүге әтәс ҡысҡырғандамы, йәиһә иртәнсәкме. 36 Көтмәгәндә ҡайтып инеп, үҙегеҙҙе йоҡлап ятҡан килеш күреп ҡалмаһын! 37 Һеҙгә әйткәндәремде бөтәһенә лә әйтәм: уяу булығыҙ!

14

Вифанияла Ғайсаға май һөртөү

1 Ике көндән һуң Ҡотҡарылыу һәм Сөсө күмәс байрамы булырға тейеш ине. Баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып, үлтереү әмәлен эҙләне. 2 «Халыҡ араһында фетнә килеп сыҡмаһын өсөн, байрам ваҡытында булмаһын», – тине улар.

3 Ғайса Вифанияла махаулы Симонда ашта саҡта, бик ҡиммәтле хуш еҫле саф нард майы һалынған алебастр һауыт тотоп, бер ҡатын килеп инде. Ул, һауытты ватып, майҙы Уның башына ҡойҙо. 4 Ҡайһы берәүҙәр, асыуланып, бер-береһенә:

– Ниңә был майҙы шулай әрәм итергә? 5 Уны өс йөҙҙән артыҡ динарға һатып, аҡсаһын фәҡирҙәргә өләшергә булыр ине бит, – тиешеп ҡатынды шелтәләнеләр.

6 Ғайса иһә уларға былай тине:

– Теймәгеҙ уға, ниңә уның хәтерен ҡалдыраһығыҙ? Минең өсөн яҡшылыҡ ҡылды бит ул. 7 Фәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән, теләгән мәлегеҙҙә уларға яҡшылыҡ күрһәтә алаһығыҙ, Мин иһә һәр ваҡыт янығыҙҙа булмам. 8 Ул хәленән килгәнде эшләне: Минең тәнемде алдан уҡ майлап, ерләргә әҙерләне. 9 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Һөйөнөслө Хәбәр донъяның ҡайһы ғына мөйөшөндә вәғәзләнмәһен, был ҡатынды ла иҫкә алып, уның нимә эшләгәне хаҡында һөйләйәсәктәр.

Йәһүҙәнең хыянаты

10 Шунда Йәһүҙә Искариот, ун ике шәкерттең береһе, Ғайсаны баш руханиҙар ҡулына тапшырырға ниәтләп, улар янына китте. 11 Тегеләр быны ишетеп шатланды, уға аҡса бирергә вәғәҙә итте. Йәһүҙә, Ғайсаны уларҙың ҡулына тапшырыр өсөн, уңайлы мәл эҙләй башланы.

Ҡотҡарылыу байрамы ашы

12 Сөсө күмәс байрамының Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсе салынған тәүге көнөндә шәкерттәре Ғайсанан:

– Ҡотҡарылыу байрамы ашын ҡайҙа ашағың килә? Беҙ барып әҙерләйек, – тип һоранылар.

13 – Ҡалаға барығыҙ, – тине Ул ике шәкертен ебәреп. – Унда һеҙгә һыулы көршәк күтәргән кеше осрар, уның артынан эйәрегеҙ. 14 Ул ингән өйҙөң хужаһына: «Остазыбыҙ һинән: „Шәкерттәрем менән Ҡотҡарылыу байрамы ашын ҡайһы бүлмәлә ашармын икән?“ – тип һорарға ҡушты», – тип әйтегеҙ. 15 Ул һеҙгә өҫкө ҡатта әҙерләнгән йыһазлы ҙур бүлмәне күрһәтер. Беҙгә ашты шунда яраштырығыҙ.

16 Шәкерттәр ҡалаға китте һәм, бөтөнөһөн Ғайса әйткәнсә табып, байрам ашын әҙерләне.

17 Кис еткәс, Ғайса ун ике шәкерте менән килде. 18 Ашап ултырған мәлдә Ул:

– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең менән бергә ашап ултырған берегеҙ Миңә хыянат итәсәк, – тине.

19 Шәкерттәре ҡайғырышып, бер-бер артлы Унан:

– Мин түгелдер бит? – тип һорай башланы.

20 Ғайса уларға былай яуап бирҙе:

– Ул ун икегеҙҙең береһе – икмәген Минең менән бер һауытҡа манып ашаусы. 21 Әҙәм Улы Изге Яҙмала яҙылғандағыса китә, әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине.

22 Ашаған саҡта Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, һындырып, шәкерттәренә өләште.

– Алығыҙ, был – Минең тәнем, – тине Ул.

23 Шунан кәсә алды ла, шөкөр иткәндән һуң, уны шәкерттәренә бирҙе. Барыһы ла шул кәсәнән эсте.

24 – Был – Минең күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Ул – Алланың кешеләр менән килешеүен раҫлаусы ҡан. 25 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығында яңы шарап эсер көн етмәй тороп, Мин йөҙөм шарабын башҡаса эсмәйәсәкмен, – тине Ғайса уларға.

26 Шөкөр мәҙхиәһен йырлағандан һуң, Зәйтүн тауына киттеләр.

27 – Һеҙ бөтәгеҙ ҙә Минән ситләшәсәкһегеҙ. Изге Яҙмала:

«Көтөүсене һәләк итермен,

һәм көтөүҙәге һарыҡтар таралышып бөтөр», –

тип яҙылған. 28 Әммә үленән терелеп торғандан һуң, Мин Галилеяға һеҙҙән алда барырмын, – тине Ғайса уларға.

29 – Бөтәһе лә Һинән ситләшһә лә, мин ситләшмәм! – тине Петр.

30 – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: бөгөн төндә әтәс ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең, – тине уға Ғайса.

31 Петр тағы ла ҡатыраҡ итеп:

– Һинең менән бергә үлергә тура килһә лә, һинән ваз кисмәйәсәкмен! – тине.

Шәкерттәренең бөтәһе лә шулай тине.

Ғайсаның Гефсимания баҡсаһында доға ҡылыуы

32 Улар Гефсимания тип аталған урынға килде. Унда Ғайса шәкерттәренә:

– Һеҙ ошонда ултырып тороғоҙ, Мин доға ҡылып алайым, – тине.

33 Ул Үҙе менән Петрҙы, Яҡубты һәм Яхъяны алды. Уны ҡурҡыу һәм хәүеф солғап алды. 34 Ғайса шәкерттәренә былай тине:

– Йәнем үлемесле әрней. Һеҙ ошонда тороп тороғоҙ һәм уяу булығыҙ!

35 Ул ситкәрәк китте лә, ергә йөҙтүбән йығылып, был ғазаплы сәғәт, мөмкин булһа, Үҙен урап үтһен ине, тип доға ҡыла башланы:

36 – Абба , Атам! Һинең өсөн мөмкин булмаған бер нәмә лә юҡ, был ғазаптар кәсәһен Минән үткәреп ебәрсе! Әммә Мин теләгәнсә түгел, ә Һинеңсә булһын.

37 Ғайса әйләнеп килгәндә, өс шәкерте лә йоҡлай ине.

– Симон, йоҡлап ятаһыңмы? Йоҡламайынса бер генә сәғәт тә тора алманыңмы ни? – тине Ул Петрға. – 38 Уяу булығыҙ, ҡотортолоуға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ. Рух ҡеүәтле, ә тән көсһөҙ!

39 Ғайса тағы ситкә китте, шул уҡ һүҙҙәрҙе әйтеп, доға ҡылды. 40 Ҡабат әйләнеп килгәндә, шәкерттәре йәнә йоҡлай ине: уларҙың күҙҙәрен йоҡо баҫҡайны. Улар Ғайсаға ни әйтергә лә белмәне. 41 Өсөнсө тапҡыр әйләнеп килгәс, уларға:

– Һеҙ һаман йоҡлайһығыҙ, ял итәһегеҙме? Етте! Ваҡыт килде: бына Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тапшырыла. 42 Тороғоҙ, китәйек! Ана, Миңә хыянат итеүсе килә, – тине.

Ғайсаны ҡулға алыу

43 Ул һүҙен әйтеп тә бөтөрмәне, ун ике шәкерттең береһе – Йәһүҙә килеп сыҡты. Уның менән бергә баш руханиҙар, ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар тарафынан ебәрелгән ҡылыс һәм суҡмарҙар тотҡан кешеләр төркөмө бар ине. 44 Хыянатсы: «Мин үпкән кеше Ул булыр. Уны тотоғоҙ ҙа ышаныслы һаҡ аҫтында алып китегеҙ», – тип әйтеп, улар менән алдан уҡ һүҙ ҡуйышҡайны. 45 Йәһүҙә йәһәт кенә Ғайса янына килде лә:

– Остаз! – тип Уны үбеп алды.

46 Ғайсаны шунда уҡ тотоп, ҡулға алдылар. 47 Ғайсаның эргәһендәгеләрҙең береһе ҡылысын һурып сығарҙы ла, иң баш руханиҙың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның ҡолағын сабып өҙҙө.

48 – Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыстар һәм суҡмарҙар күтәреп сыҡҡанһығыҙ? Юлбаҫармы ни Мин? 49 Көн һайын Алла Йортонда арағыҙҙа булдым, өйрәттем, ә һеҙ Мине тотманығыҙ. Әммә Изге Яҙмаларҙа әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын! – тине Ғайса.

50 Шул саҡ барыһы ла Уны ташлап ҡасып китте.

51 Яланғас тәненә япма бөркәнгән бер егет Ғайса артынан эйәрҙе. Уны тотоп алдылар, 52 ләкин ул, япмаһын тегеләрҙең ҡулында ҡалдырып, яланғас хәлдә ҡасып китте.

Ғайса Юғары кәңәшмә алдында

53 Ғайсаны иң баш рухани алдына алып килделәр. Унда бөтә баш руханиҙар, аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгестәре йыйылды. 54 Петр иһә, арттараҡ ҡалып, иң баш руханиҙың ихатаһына тиклем Ғайсаға эйәреп барҙы. Ул унда һаҡсылар менән бергә усаҡ янына ултырып йылына башланы. 55 Баш руханиҙар һәм бөтә Юғары кәңәшмә, Ғайсаны үлемгә хөкөм итеү өсөн, Уға ҡаршы шаһитлыҡ эҙләне, ләкин таба алманы. 56 Күптәр Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ ҡылды, әммә уларҙың дәлилдәре бер-береһенә тап килмәне. 57 Ҡайһы берәүҙәр, Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ биреп:

58 – Беҙ Уның: «Мин кеше ҡулы менән һалынған ошо Алла Йортон емереп, өс көн эсендә кеше ҡулы менән һалынмаған башҡаһын төҙөрмөн», – тигәнен ишеттек, – тинеләр.

59 Ләкин уларҙың был дәлилдәре лә бер-береһенә тап килмәне.

60 Шул мәлдә иң баш рухани уртаға сығып Ғайсанан:

– Һин быларҙың ғәйепләүенә бер нисек тә яуап ҡайтармайһыңмы ни? – тип һораны.

61 Әммә Ғайса өндәшмәне, бер ни тип тә яуап ҡайтарманы. Иң баш рухани Унан тағы:

– Һин мөбәрәк Алланың Улы Мәсихме? – тип һораны.

62 – Эйе, Мин, – тине Ғайса. – Һеҙ Әҙәм Улының Ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм күктәге болоттар араһында килгәнен күрерһегеҙ!

63 Иң баш рухани кейемен йыртып ебәрҙе:

– Ниңә беҙгә тағы шаһиттар кәрәк? 64 Уның Алланы хурлаған һүҙҙәрен үҙегеҙ ишеттегеҙ! Нимә уйлайһығыҙ был хаҡта?

Бөтәһе лә, Ул ғәйепле һәм үлергә тейеш, тигән фекер менән килеште. 65 Ҡайһы берәүҙәр Уға төкөрә, йөҙөн ҡаплап: «Әйҙә пәйғәмбәрлек ит инде!» – тип йоҙроҡлай башланы. Шунан уны һаҡсылар туҡмарға тотондо.

Петрҙың Ғайсанан ваз кисеүе

66 Был ваҡытта Петр аҫта, ихатала ине. Иң баш руханиҙың хеҙмәтсе ҡыҙҙарының береһе килде лә, 67 усаҡ янында йылынып ултырған Петрҙы күреп, уға текләп ҡараны:

– Һин дә назаралы Ғайса менән булдың бит, – тине.

68 Әммә Петр:

– Мин бер ни ҙә белмәйем, һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тип инҡар итте лә ихатанан тышҡа уҡ сығып китте. Ошо мәлдә әтәс ҡысҡырып ебәрҙе.

69 Хеҙмәтсе ҡыҙ уны тағы күреп ҡалды һәм үҙ янында торғандарға:

– Был кеше – уларҙың береһе, – тине.

70 Петр тағы ваз кисте. Бер аҙҙан шунда торғандар уға:

– Һин ысынлап та уларҙың береһе. Һин дә Галилеянан бит! – тинеләр.

71 Ә Петр:

– Мин һеҙ һөйләгән ул Кешене белмәйем! – тип ныҡышып ант итә башланы.

72 Тап ошо ваҡытта әтәс икенсе тапҡыр ҡысҡырҙы. Петр Ғайсаның: «Әтәс ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, илап ебәрҙе.

15

Ғайса Пилат алдында

1 Иртән үк баш руханиҙар менән аҡһаҡалдар, ҡанун белгестәре һәм бөтә Юғары кәңәшмә бергә йыйылышып кәңәш ҡорҙолар ҙа, Ғайсаны бәйләп, Пилатҡа алып барып тапшырҙылар.

2 – Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны Унан Пилат.

– Быны һин үҙең әйтеп тораһың, – тип яуап бирҙе Ғайса.

3 Баш руханиҙар Уны күп нәмәләрҙә ғәйепләне. 4 Пилат Унан тағы:

– Бер нисек тә яуап ҡайтармайһыңмы ни? – тип һораны. – Ҡара, нисек ғәйепләйҙәр Һине!

5 Ләкин Ғайса яуап итеп бер ни өндәшмәне. Быға Пилат бик ныҡ ғәжәпләнде.

Ғайсаны үлемгә хөкөм итеү

6 Пилат, байрам айҡанлы, халыҡ һораған бер тотҡондо азат итә торғайны. 7 Ул саҡта ихтилал ваҡытында кеше үлтергән фетнәселәр төрмәгә ябылғайны. Улар араһында Варавва тигән тотҡон да бар ине. 8 Халыҡ төркөмө, Пилат янына килеп, уның ғәҙәттәгесә эш итеүен һорай башланы.

9 – Һеҙгә йәһүдтәр Батшаһын азат итеп биреүемде теләйһегеҙме? – тип һораны Пилат уларҙан, 10 сөнки ул баш руханиҙарҙың Ғайсаны көнсөллөк арҡаһында тотоп биреүҙәрен белә ине. 11 Әммә баш руханиҙар, Ғайсаны түгел, Варавваны азат итеүен талап итегеҙ, тип халыҡты ҡотортоп ҡуйғайны.

12 – Ә һеҙ йәһүдтәр Батшаһы тип атаған кешене нимә эшләтәйем? – тип һораны Пилат йәнә.

13 – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип ҡысҡырҙылар.

14 – Ул ниндәй яуызлыҡ эшләгән һуң? – тип һораны уларҙан Пилат.

Әммә улар тағы ла нығыраҡ ҡысҡырышты:

– Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат!

15 Пилат, халыҡҡа ярарға тырышып, уларға Варавваны азат итте, ә Ғайсаны, ҡамсылатҡандан һуң, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатырға тапшырҙы.

Ғайсаны мыҫҡыллау

16 Ғәскәриҙәр, Уны идарасы һарайының, йәғни преториумдың ихатаһына индереп, барлыҡ ғәскәрҙе шунда саҡырҙы. 17 Улар Ғайсаға ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге кейем кейҙереп, башына сәнскәк ботаҡтарынан үрелгән таж һалдылар ҙа:

18 – Йәшәһен йәһүдтәр Батшаһы! – тип тәбрикләргә керештеләр.

19 Уның башын таяҡ менән туҡманылар, өҫтөнә төкөрҙөләр, алдына тубыҡланып, Уға баш эйҙеләр. 20 Шулай мыҫҡыллағандан һуң, Ғайсаның өҫтөндәге ҡуйы ҡыҙыл кейемде систереп, Үҙенең кейемдәрен кейҙерҙеләр ҙә, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларға алып киттеләр.

Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлау

21 Улар баҫыуҙан ҡайтып килгән Киринея кешеһе Симонды – Искәндәр менән Руфтың атаһын – Ғайсаның арҡысағын күтәреп барырға мәжбүр итте. 22 Ғайсаны Голгофа, йәғни тәржемәлә «Баш һөйәге урыны» тип аталған урынға алып килделәр. 23 Уға мирра ҡатыш шарап бирҙеләр, ләкин Ул эсмәне. 24 Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар һәм, кемгә нимә тейер, тип йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлештеләр.

25 Уны ҡаҙаҡлағанда иртәнге сәғәт туғыҙ ине. 26 Ғайсаның ғәйебен күрһәтеүсе яҙыуҙа: «Йәһүдтәр Батшаһы» тип яҙылғайны. 27 Ғайса менән бергә ике юлбаҫарҙы ла – береһен Уның уң яғына, икенсеһен һул яғына – ҡаҙаҡланылар .

29 Үтеп-һүтеп йөрөүселәр иһә, баштарын сайҡап, Уны мыҫҡыл итеп:

– Эй Һин, Алла Йортон емереп, уны өс көндә яңынан Төҙөүсе! 30 Үҙеңде Үҙең ҡотҡар, төш арҡысаҡтан! – тинеләр.

31 Шулай уҡ ҡанун белгестәре менән баш руханиҙар ҙа Уны мыҫҡыллап, бер-береһенә:

– Башҡаларҙы ҡотҡарҙы, ә Үҙен ҡотҡара алмай. 32 Мәсих, имеш, Израиль Батшаһы! Хәҙер күҙ алдыбыҙҙа арҡысаҡтан төшһөн, ана шунда ғына беҙ Уға ышанырбыҙ! – тинеләр.

Хатта Уның менән бергә ҡаҙаҡланғандар ҙа Уны мәсхәрә итте.

Ғайсаның үлеме

33 Көн үҙәгендә бөтә ер йөҙөн ҡараңғылыҡ ҡаплап алды һәм ул көндөҙгө сәғәт өскә тиклем дауам итте. 34 Ә сәғәт өстә Ғайса көслө тауыш менән:

– Элои, Элои, лама савахфани? – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Был «Эй, Аллам, Аллам! Ниңә Һин Мине ташланың?» тигәнде аңлата.

35 Бында тороусыларҙың ҡайһы берҙәре, Уның һүҙҙәрен ишетеп:

– Ана, Ильясты саҡыра! – тиеште. 36 Ә береһе, йүгереп килеп һыу һеңдергесте әсе шарапҡа манды ла, уны таяҡҡа элеп, Ғайсаға эсергә бирҙе.

– Туҡтағыҙ! Әйҙә ҡарайыҡ: Ильяс Уны арҡысаҡтан төшөрөргә килерме икән? – тине.

37 Ғайса көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе лә, йән бирҙе. 38 Алла Йортондағы шаршау өҫтән аҫҡаса урталай йыртылып китте. 39 Арҡысаҡ ҡаршыһында торған йөҙбашы, Ғайсаның шулай йән биреүен күргәс:

– Был Кеше ысынлап та Алла Улы булған икән! – тине.

40 Был хәлдәргә йыраҡтан ғына ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡарап торҙо. Улар араһында Магдала ҡалаһынан Мәрйәм, шулай уҡ кесе Яҡуб менән Иосияның әсәһе Мәрйәм һәм Саломия ла бар ине. 41 Ғайса Галилеяла булған саҡта, был ҡатындар Уға эйәреп йөрөгәйне һәм хеҙмәт иткәйне. Бында Уның менән бергә Иерусалимға килгән күп кенә бүтән ҡатын-ҡыҙ ҙа бар ине.

Ғайсаны ҡәбергә һалыу

42 Кис етеп килә ине. Ул көн байрамға әҙерлек көнө, йәғни шәмбе алды булды. 43 Юғары кәңәшмәнең арҙаҡлы ағзаһы, Аримафейҙан Йософ – ул да Алла Батшалығы килеүен көтә ине – Пилат алдына инергә баҙнат итеп, Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт һораны. 44 Пилат Ғайсаның шулай тиҙ үлгәненә аптыраны. Йөҙбашын саҡырып:

– Күптән үлдеме? – тип һораны. 45 Йөҙбашы быны раҫлағас, Пилат Йософҡа Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт итте. 46 Йософ етен туҡыма һатып алды, кәүҙәне, арҡысаҡтан төшөрөп, уға ураны һәм таш ҡаяны өңөп яһалған ҡәбергә алып барып һалды. Шунан ул ҡәбер ауыҙына бер таш терәп ҡуйҙы. 47 Ә магдалалы Мәрйәм менән Иосияның әсәһе Мәрйәм Ғайсаның ҡайҙа һалынғанын күҙәтеп торҙо.

16

Ғайсаның үленән терелеүе

1 Шәмбе көнө уҙғас, магдалалы Мәрйәм, Яҡубтың әсәһе Мәрйәм һәм Саломия, Ғайсаның кәүҙәһен майлау өсөн хуш еҫле майҙар һатып алды. 2 Аҙнаның беренсе көнөндә иртән иртүк, ҡояш сығыу менән улар ҡәбер янына килде. 3 Юлда бер-береһенә:

– Ҡәбер ауыҙына терәп ҡуйылған ташты беҙгә кем шылдырып бирер икән? – тиештеләр.

4 Килеп еткәс ҡараһалар – таш ситкә ауҙарылғайны. Ә ул таш бик ҙур ине. 5 Ҡәбер эсенә инеү менән, уң яҡта ултырған аҡ кейемле бер егетте күреп, ҡоттары осто.

6 – Ҡурҡмағыҙ! – тине егет уларға. – Һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған назаралы Ғайсаны эҙләйһегеҙ. Ул терелде, Ул бында юҡ. Бына Ул ятҡан урын. 7 Һеҙ барып Уның шәкерттәренә һәм Петрға: «Ул һеҙҙән алда Галилеяға бара. Үҙе әйткәнсә, Уны шунда күрерһегеҙ», – тип әйтегеҙ.

8 Ҡатындар, ҡәбер эсенән сыҡҡас, аптырауҙан ҡалтырана-ҡалтырана тороп йүгерҙеләр, бер кемгә бер ни әйтмәнеләр, сөнки улар бик ныҡ ҡурҡҡайны .

Ғайсаның магдалалы Мәрйәмгә күренеүе

9 Аҙнаның беренсе көнөндә, иртән иртүк, үленән терелеп торғас, Ғайса иң тәүҙә магдалалы Мәрйәмгә күренде. Ул был ҡатындың эсенән ете енде ҡыуып сығарғайны. 10 Мәрйәм Ғайсаны күреүе тураһында элек Уның менән бергә булғандарға хәбәр итте. Улар, хәсрәткә төшөп, илай инеләр, 11 Ғайсаның иҫән булыуын һәм Мәрйәмдең Уны күреүен ишетһәләр ҙә, ышанманылар.

12 Бынан һуң шәкерттәрҙең икеһенә, ауылға китеп барғандарында, Ғайса башҡа ҡиәфәттә күренде. 13 Улар, ҡайтҡас, был турала бүтәндәргә хәбәр итте, ләкин уларға ла ышанманылар.

14 Ниһайәт, Ғайса ашап ултырған ун бер шәкертенә күренде. Уларҙы ышанмағандары, күңелдәренең ҡаты булғаны өсөн шелтәләне, сөнки улар үленән терелеп торған Ғайсаны күргән кешеләргә ышанманы.

Ғайсаның шәкерттәренә йомошо

15 Ғайса уларға:

– Барығыҙ, донъяның һәр тарафына юлланығыҙ, бөтә йән эйәләренә лә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгеҙ. 16 Иманға килеп, һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгән кеше ҡотҡарыласаҡ, ә ышанмаған иһә хөкөм ителәсәк. 17 Иманға килгәндәрҙе ошо билдәләр оҙатып йөрөр: улар Минең исемемде әйтеп, ендәрҙе ҡыуып сығарыр, яңы телдәрҙә һөйләшер, 18 ҡулдарына йылан алһалар ҙа, ағыулы нәмә эсһәләр ҙә, зарарын күрмәҫтәр; ауырыу кешеләргә ҡулдарын ҡуйһалар, улар һауығыр.

19 Шулай тигәндән һуң, Раббы Ғайса күккә алынып, Алланың уң яғына ултырҙы. 20 Ә шәкерттәре, юлға сығып, бөтә ерҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө. Раббы уларға ярҙам итеп торҙо, һөйләгәндәрен илаһи билдәләр менән раҫланы.