ЛУКА БӘЙӘН ИТКӘН ҺӨЙӨНӨСЛӨ ХӘБӘР
11 Арабыҙҙа булып үткән ваҡиғаларҙы күптәр хикәйәләй башланы. 2 Был хәлдәрҙе улар тәүге көндәрҙән үк шаһит һәм һүҙ хеҙмәтселәре булған кешеләрҙең һөйләгәндәренән сығып яҙҙы. 3 Шуға күрә мин дә, хөрмәтле Феофил, бөтәһен дә баштан алып ентекләп өйрәнгәндән һуң, эҙмә-эҙлекле итеп бәйән итергә булдым. 4 Был һиңә үҙеңә өйрәтелгәндәрҙең ышаныслы булыуын күрһәтеп бирер.
Сумдырыусы Яхъяның тыуасағы тураһындағы хәбәр
5 Йәһүҙиәлә, Ирод батша заманында, руханиҙарҙың Авия төркөмөнән Зәкәриә исемле бер рухани йәшәгән. Уның Елизавета исемле ҡатыны ла, шулай уҡ, Һарун руханиҙың нәҫеленән булған. 6 Улар икеһе лә Раббының әмерҙәрен дә, Ул ҡушҡан башҡа күрһәтмәләрҙең барыһын да теүәл үтәп, Алла алдында тәҡүә һаналған. 7 Елизаветаның түлһеҙлеге арҡаһында уларҙың балалары булмаған һәм улар икеһе лә оло йәшкә еткән.
8 Бер ваҡыт, Зәкәриә үҙ төркөмөнөң сираты буйынса Алла Йортонда рухани хеҙмәтен башҡарғанда, 9 руханиҙар араһындағы ғәҙәткә таянып йәрәбә һалынған һәм Раббы Йортона инеп хуш еҫле сайыр яндырыу йолаһын башҡарыу Зәкәриәгә төшкән. 10 Ул хуш еҫле сайыр яндырған саҡта халыҡ Алла Йортоноң тыш яғында доға ҡылған. 11 Шул ваҡыт Зәкәриә алдында, хуш еҫле сайыр яндырыла торған урындың уң яғында, Раббының фәрештәһе пәйҙә булған. 12 Уны күргәс, Зәкәриә ҡаушап ҡалған һәм уны ҡурҡыу солғап алған. 13 Фәрештә уға былай тигән:
– Ҡурҡма, Зәкәриә! Һинең доғаң ишетелде, ҡатының Елизавета һиңә ир бала табыр, уға Яхъя тип исем ҡуш. 14 Йөрәгең һөйөнөс һәм шатлыҡ менән тулыр, күптәр уның тыуыуына ҡыуаныр. 15 Ул Раббы алдында бөйөк булыр, шарап һәм иҫерткес эсемлектәр эсмәҫ, әсәһенең ҡарынында ятҡанда уҡ Изге Рух менән һуғарылыр. 16 Ул Израиль халҡының күбеһен Раббыға, үҙҙәренең Аллаһына, кире ҡайтарыр. 17 Ильястыҡы кеүек үк рухҡа һәм ҡөҙрәткә эйә булып, Раббының алдынан барыр. Аталарҙы һәм балаларҙы татыулаштырыр, Аллаға буйһонмаусыларҙы, фекерҙәрен үҙгәрттереп, тәҡүә кешеләрҙең юлына борор һәм, шулай итеп, халыҡты Раббыға тап килерлек итеп әҙерләр.
18 Зәкәриә фәрештәнән:
– Мин бының шулай булырын нисек белә алам? – тип һораған. – Ҡартмын бит инде, ҡатыным да оло йәштә.
19 Фәрештә уға:
– Мин – Алла тәхете алдында тороусы Ябраил. Һиңә ошо ҡыуаныслы хәбәрҙе белдереү өсөн ебәрелдем. 20 Әйткәндәрем үҙ мәлендә тормошҡа ашасаҡ, ә бына миңә ышанмағаның өсөн, һүҙҙәрем бойомға ашҡанға тиклем, һин телдән яҙырһың һәм һөйләшә алмаҫһың, – тип яуаплаған.
21 Халыҡ Зәкәриәне көтөп торған һәм уның Алла Йортонда оҙаҡлауына аптыраған. 22 Ул иһә, Алла Йортонан сыҡҡас, улар менән һөйләшә алмаған. Халыҡ уның Алла Йортонда илаһи күренмешкә тап булыуын аңлаған. Зәкәриә, телдән яҙып торғанлыҡтан, улар менән ым-ишара аша ғына аңлашҡан.
23 Хеҙмәт итеү көндәре тамамланғас, үҙ өйөнә ҡайтҡан. 24 Күпмелер ваҡыттан һуң ҡатыны Елизавета ауырға ҡалған, биш ай буйы өйөнән сыҡмаған.
25 – Раббы быны минең өсөн, минең турала хәстәрлек күреп эшләне. Бының менән Ул кешеләр алдындағы хурлығымды бөтөрҙө, – тигән ул.
Ғайса Мәсихтең тыуасағы тураһындағы хәбәр
26 Елизаветаның ауырға ҡалыуына алтынсы ай киткәс, Алла Ябраил фәрештәне Галилея өлкәһендәге Назара ҡалаһына, 27 Мәрйәм исемле ҡыҙ янына ебәргән. Мәрйәм Дауыт нәҫеленән булған Йософ атлы ир менән йәрәшелгән булған. 28 Фәрештә Мәрйәм янына килеп:
– Именлек һиңә, Алланың мәрхәмәтен алыусы! Раббы һинең менән! – тип өндәшкән.
29 Мәрйәм, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, аптырап ҡалған һәм уларҙың мәғәнәһенә төшөнөргә тырышҡан. 30 Фәрештә һүҙен дауам иткән:
– Ҡурҡма, Мәрйәм! Алла һиңә мәрхәмәт күрһәтте. 31 Ауырға ҡалырһың һәм Ул табырһың. Уға Ғайса тип исем ҡуш. 32 Ул бик бөйөк булыр һәм Аллаһы Тәғәләнең Улы тип аталыр. Раббы Алла Уға ата-бабаһы Дауыттың тәхетен бирер. 33 Ул Яҡуб нәҫеле өҫтөнән мәңгелек батшалыҡ итер һәм Уның батшалығының аҙағы булмаҫ.
34 – Нисек инде, минең ирҙәр менән яҡын мөнәсәбәттә булғаным да юҡ бит? – тигән Мәрйәм.
35 – Һиңә Изге Рух төшөр һәм Аллаһы Тәғәлә һине ҡөҙрәтенең күләгәһе менән солғап алыр, шуның өсөн дә һин тыуҙырыр Бала изге булыр һәм Алла Улы тип аталыр, – тип яуап биргән уға фәрештә. – 36 Бына Елизавета туғаның да, ауырға ҡала алмай тип әйтһәләр ҙә, ҡарт көнөндә ир балаға ауырға уҙҙы, хәҙер алтынсы айға китте, 37 сөнки Алла булдыра алмаҫлыҡ бер нәмә лә юҡ.
38 – Мин – Раббының хеҙмәтсеһе, нисек әйтһәң, шулай булһын! – тигән Мәрйәм.
Шунан һуң фәрештә уның янынан киткән.
Мәрйәмдең Елизавета менән осрашыуы
39 Күп тә үтмәгән, Мәрйәм ашығыс рәүештә таулы Йәһүҙиәлә урынлашҡан бер ҡалаға киткән. 40 Унда Зәкәриә йәшәгән. Мәрйәм, уның өйөнә инеп, Елизавета менән иҫәнләшкән. 41 Мәрйәмдең сәләмләүен ишеткәс, Елизаветаның ҡарынындағы балаһы тулғанып ҡуйған. Елизавета Изге Рух менән һуғарылған.
42 – Ҡатын-ҡыҙҙар араһында һин иң фатихалыһы, һинең тыуасаҡ балаң да фатихалы! – тип өндәшкән Елизавета көслө тауыш менән. – 43 Ҡайҙан килә миңә бындай хөрмәт – Хужамдың әсәһе үҙе яныма килгән! 44 Һинең сәләмләүеңде ишетеүгә, ҡарынымдағы балам да шатлығынан тулғанып ҡуйҙы. 45 Һин бәхетле ҡатын, сөнки Раббы тарафынан һиңә әйтелгән һүҙҙәрҙең бойомға ашасағына ышанғанһың!
Мәрйәмдең мәҙхиә һүҙҙәре
46 Мәрйәм былай тип әйткән:
– Күңелем минең Раббыны данлай,
47 Рухым Алланы, Ҡотҡарыусымды уйлап шатлана,
48 Ул Үҙенең күндәм хеҙмәтсеһенә иғтибар итте.
Бынан һуң барлыҡ быуындар ҙа мине бәхетле тип атар,
49 сөнки ҡөҙрәт Эйәһе минең өсөн бөйөклөк ҡылды –
Уның исеме изге.
50 Ул Үҙен ихтирам итеүселәргә
быуындан-быуынға шәфҡәт күрһәтеп килә.
51 Ул Үҙенең ҡулы менән бөйөк эштәр башҡарҙы,
тәкәббер уй йөрөткән кешеләрҙе тарҡатты.
52 Ул түрәләрҙе тәхеттәренән төшөрҙө,
түбән заттарҙы күтәрҙе.
53 Астарҙы яҡшы нәмәләр менән туйындырҙы,
байҙарҙы буш ҡул ебәрҙе.
54 Ата-бабаларыбыҙға – Ибраһимға һәм уның нәҫеленә
мәңгелеккә биргән вәғәҙәһе буйынса,
Ул Үҙенең хеҙмәтсеһе Израилгә ярҙам иткән
һәм мәрхәмәт күрһәткән.
56 Мәрйәм өс айға яҡын Елизавета янында булғандан һуң, өйөнә ҡайтҡан.
Сумдырыусы Яхъяның тыуыуы
57 Елизаветаның бала табыр ваҡыты еткән һәм ул ир бала тыуҙырған. 58 Күршеләре менән туғандары, Раббының Елизаветаға оло шәфҡәт күрһәткәнен ишетеп, уның менән бергә ҡыуанған. 59 Һигеҙенсе көндә улар баланы сөннәткә ултыртырға килгән һәм атаһының исеме менән Зәкәриә тип атарға уйлаған. 60 Әммә баланың әсәһе ҡаршы төшкән:
– Юҡ, уның исеме Яхъя булырға тейеш.
61 – Һинең туғандарың араһында ундай исемле бер кем дә юҡ бит, – тигән улар Елизаветаға. 62 Ым-ишара менән баланың атаһынан ниндәй исем ҡушырға теләүен һорағандар. 63 Зәкәриә яҙыу таҡтаһы һорап алған да: «Уның исеме – Яхъя» тип яҙған. Быға барыһы ла аптырашта ҡалған. 64 Шул мәлдә үк Зәкәриәнең теле асылған һәм ул, Алланы данлап, һөйләшә башлаған. 65 Зәкәриә менән Елизаветаның бар күрше-күләне ҡурҡыуға төшкән, ә Йәһүҙиәнең таулы ерҙәре буйлап ошо ваҡиғаларҙың барыһы тураһында хәбәр таралған. 66 Был хаҡта ишеткән һәр береһе: «Был бала кем булыр икән?» – тигән уйға килгән.
Сөнки Раббы ҡөҙрәтенең бала менән булыуы күренеп торған.
Зәкәриәнең пәйғәмбәрлеге
67 Яхъяның атаһы Зәкәриә, Изге Рух менән һуғарылып, пәйғәмбәрлек итеп былай тигән:
68 – Раббыны, Израилдең Аллаһын данлайыҡ!
Ул халҡына ярҙамға килде һәм уны азат итте,
69 Үҙенә хеҙмәт итеүсе Дауыт нәҫеленән булған
ҡеүәтле Ҡотҡарыусыны ебәрҙе.
70 Был турала Ул бик күп йылдар элек
Үҙенең изге пәйғәмбәрҙәре аша әйткәйне.
71 Хәҙер беҙ дошмандарыбыҙҙан һәм беҙгә ҡарата
нәфрәт йөрөтөүселәрҙән ҡотҡарыласаҡбыҙ.
72 Шулай Алла атай-олатайҙарыбыҙға шәфҡәт күрһәтә,
Үҙе төҙөгән изге килешеүҙе –
73 атабыҙ Ибраһимға биргән антын – иҫендә тота:
74 Ул беҙҙе дошмандарыбыҙ ҡулынан ҡотолдорғас,
бер нәмәнән дә ҡурҡмайынса,
75 ғүмеребеҙҙең бар көндәрендә Уның алдында
изге һәм тәҡүә булып хеҙмәт итә аласағыбыҙҙы вәғәҙәләне.
76 Ә һин, Сабый, Аллаһы Тәғәләнең пәйғәмбәре тип аталырһың,
сөнки Раббыға юл әҙерләп, Уның алдынан барырһың.
77 һин Уның халҡына гонаһтары кисерелеүе аша
ҡотолоуҙары хаҡында белдерерһең.
78 Алланың шәфҡәте мул,
шуның өсөн беҙгә юғарынан таң ҡояшы ҡалҡасаҡ.
79 Был ут ҡараңғыла һәм үлем күләгәһендә ултырғандарға
яҡтылыҡ нуры һибәсәк һәм беҙҙе тыныслыҡ юлына йүнәлтәсәк.
80 Бала иһә үҫкән һәм рухи яҡтан нығынған. Израиль халҡына күренер ваҡыты еткәнгә тиклем, ул сүллектә йәшәгән.
2Ғайсаның тыуыуы
1 Ул көндәрҙә Август ҡайсар тарафынан тотош Рим империяһында халыҡ иҫәбен алырға тигән бойороҡ бирелгән. 2 Был халыҡ иҫәбен алыу тәүге тапҡыр, Сүриә менән Квириний идара иткән мәлдә үткәрелгән. 3 Иҫәпкә алыныр өсөн һәр береһе үҙ ҡалаһына киткән.
4 Йософ та Галилеялағы Назара ҡалаһынан Йәһүҙиәләге Вифлеемға – Дауыттың тыуған ҡалаһына юлланған, сөнки Дауыт нәҫеленән булған. 5 Ул исемлеккә теркәлергә үҙенә йәрәшелгән Мәрйәм менән бергә барған. Мәрйәм ауырлы булған. 6 Улар Вифлеемда саҡта Мәрйәмдең бала табыр мәле еткән. 7 Мәрйәм үҙенең беренсе балаһын – Улын тыуҙырған. Ул Уны, йүргәккә төрөп, мал утлыҡсаһына һалған, сөнки ҡунаҡханала урын булмаған.
Көтөүселәр һәм фәрештәләр
8 Бер нисә көтөүсе ошо төндә шул тирәләге яланда һарыҡ көткән. 9 Ҡапыл улар алдында Раббының бер фәрештәһе пәйҙә булған һәм уларҙы Раббының данлы балҡыуы солғап алған. Көтөүселәр бик ныҡ ҡурҡҡан.
10 – Ҡурҡмағыҙ! – тигән уларға фәрештә. – Мин һеҙгә бөтә халыҡ өсөн ҙур шатлыҡ булырлыҡ ҡыуаныслы хәбәр килтерҙем: 11 Бөгөн Дауыттың ҡалаһында һеҙҙең өсөн Ҡотҡарыусы тыуҙы, Ул – Мәсих, Раббы. 12 Бына ошо билдә аша һеҙ Баланы танырһығыҙ: Ул мал утлыҡсаһында биләүле ятыр.
13 Ҡапыл фәрештә янында бик күп фәрештәләр – күк ғәскәре – пәйҙә булған, улар Алланы данлаған:
14 – Бейек күктәрҙәге Аллаға дан!
Алланың Үҙе һайлап алған һәм яратҡан кешеләренә
ерҙә именлек булһын!
15 Фәрештәләр күккә күтәрелгәндән һуң, көтөүселәр бер-береһенә:
– Әйҙәгеҙ, Вифлеемға барайыҡ, Раббы әйткән урында булып, был хәлде күрәйек, – тигәндәр.
16 Улар ашығып Вифлеемға килгән, унда Мәрйәм менән Йософто һәм мал утлыҡсаһында ятҡан Баланы тапҡан. 17 Сабыйҙы күргәс, Уның тураһында үҙҙәренә хәбәр ителгәнде һөйләп биргәндәр. 18 Көтөүселәрҙең һөйләгәнен тыңлап тороусыларҙың барыһы ла хайран ҡалған. 19 Мәрйәм иһә быларҙың бөтәһен дә йөрәгенә һалып ҡуйған һәм шул хаҡта уйлап йөрөгән.
20 Көтөүселәр, ишеткән һәм күргәндәренең барыһы өсөн дә Алланы данлап һәм маҡтап, көтөүҙәре янына ҡайтҡан. Барыһы ла фәрештә әйткәнсә булған.
Ғайсаны Раббы алдына килтереү
21 Һигеҙ көн үтеп, Баланы сөннәткә ултыртыу ваҡыты еткәс, уға Ғайса тип исем ҡушҡандар. Мәрйәм балаға уҙғанға тиклем үк фәрештә Уға ошо исемде биргән булған.
22 Муса ҡануны буйынса таҙарыныу йолаһын үтәү ваҡыты еткәс, Раббы алдына килтереү өсөн, Мәрйәм менән Йософ Баланы Иерусалимға алып барған, 23 сөнки Раббының ҡанунында: «Һәр беренсе тыуған ир бала Раббыға бағышланырға тейеш», – тип яҙылған. 24 Шулай уҡ, Раббы ҡанунында әйтелгәнсә, ике урман күгәрсенен йәки ике күгәрсен балаһын ҡорбан итеп килтерергә тейеш булғандар.
Симеон менән Аннаның фатихаһы һәм вәғәзе
25 Ошо ваҡытта Иерусалимда Симеон исемле тәҡүә һәм Алланы ололаусы бер кеше йәшәгән. Ул Израилгә йыуаныс килерен көтөп ғүмер иткән, Изге Рух менән һуғарылған булған. 26 Изге Рух уға: «Раббы тарафынан ебәрелгән Мәсихте күрмәйенсә, үлмәйәсәкһең», – тип әйткән. 27 Симеон Изге Рухтың ҡушыуы буйынса Алла Йортона килгән. Атаһы менән әсәһе Муса ҡанунында бойоролғанды үтәү өсөн Баланы Алла Йортона алып килгәс, Ул 28 Сабыйҙы ҡулдарына алған да, Алланы данлап былай тигән:
29 – Хәҙер инде, Хаким, Һиңә хеҙмәт итеүсе был донъянан именлек менән китә ала, сөнки вәғәҙәңде үтәнең.
30 Мин Һинең ҡотолоуыңды
үҙ күҙҙәрем менән күрҙем,
31 уны Һин бөтә халыҡтар алдында әҙерләнең.
32 Ул – мәжүсиҙәргә асылыш алып килеүсе яҡтылыҡ һәм Һинең Израиль халҡыңдың Даны.
33 Ғайсаның атаһы менән әсәһе Симеондың Бала тураһында әйткән һүҙҙәренә ғәжәпкә ҡалған. 34 Симеон уларҙы фатихалап, Баланың әсәһе Мәрйәмгә:
– Был Бала, Израилдә күптәрҙең түбән төшөүенә һәм күтәрелеүенә сәбәп булһын өсөн, илаһи билдә итеп һайланған. Был билдәне кире ҡағырҙар, 35 шул сәбәпле күптәрҙең йөрәктәрендәге уй-фекерҙәре асылыр. Ә һинең үҙеңдең күңелең аша ҡылыс үткәндәй булыр, – тигән.
36 Унда Асир нәҫеленән Фануилдың Анна исемле пәйғәмбәр ҡыҙы ла булған. Инде өлкән йәштәге был ҡатын, кейәүгә сыҡҡас, ире менән ете йыл ғына йәшәп 37 тол ҡалған һәм уға әле һикһән дүрт йәш булған. Анна һәр ваҡыт ураҙа тотоп, доға ҡылып, Алла Йортонда көнө-төнө Аллаға хеҙмәт иткән. 38 Ошо ваҡытта Анна, улар янына килеп, Алланы данлап, Иерусалимдың ҡотҡарылыуын көткән кешеләрҙең бөтәһенә лә Бала тураһында һөйләп биргән.
39 Мәрйәм менән Йософ, Раббы ҡануны талаптарының бөтәһен дә үтәгәс, Галилеялағы үҙҙәре йәшәгән Назара ҡалаһына ҡайтып киткән. 40 Бала иһә үҫкән, нығынған һәм зирәк аҡыл туплаған. Уға Алла Үҙенең фатихаһын биргән.
Ун ике йәшлек Ғайса Алла Йортонда
41 Ғайсаның атаһы менән әсәһе йыл һайын Иерусалимға Ҡотҡарылыу байрамына йөрөгән. 42 Ғайсаға ун ике йәш булғанда улар, ғәҙәттәгесә, байрамға киткән. 43 Байрам көндәре тамамланғас, Йософ менән Мәрйәм ҡайтыр юлға сыҡҡан, ә үҫмер Ғайса Иерусалимда тороп ҡалған. Атаһы менән әсәһе быны һиҙмәгән, 44 башҡалар менән бергә ҡайтып киләлер, тип уйлаған. Бер көнлөк юл үткәндән һуң, Уны туғандары һәм таныш-белештәре араһынан эҙләй башлағандар. 45 Таба алмағас, Ғайсаны эҙләп Иерусалимға кире килгәндәр. 46 Өс көндән һуң Уны Алла Йортонда тапҡандар. Ул ҡанун уҡытыусылары араһында, уларҙы тыңлап, һорауҙарын биреп ултырған. 47 Ғайсаны ишеткәндәрҙең бөтәһе лә Уның аҡыллы яуаптарына хайран ҡалған. 48 Атаһы менән әсәһе Уны күреп аптыраған.
– Улым! – тигән әсәһе. – Ни өсөн беҙҙең менән улай иттең? Атайың менән борсолоп, һине эҙләп бөттөк.
49 – Мине ниңә эҙләнегеҙ? Атайым Йортонда булырға тейешлегемде белмәнегеҙме ни? – тип яуап биргән Ғайса.
50 Ләкин атаһы менән әсәһе Уның әйткән һүҙҙәрен аңламаған.
51 Ғайса улар менән бергә Назараға ҡайтҡан һәм бар нәмәлә уларҙы тыңлаған. Ә Мәрйәм быларҙың бөтәһен дә йөрәгендә һаҡлаған. 52 Ғайса иһә үҫкән, аҡыл туплаған, Алланы ла, кешеләрҙе лә ҡыуандырған.
3Сумдырыусы Яхъяның вәғәзләүе
1 Тиверий ҡайсар хакимлығының ун бишенсе йылында, Йәһүҙиәлә Понтий Пилат идара иткәндә, Галилеяның башлығы – Ирод, уның ир туғаны Филипп Итурея һәм Трахонитис өлкәләренең башлығы, ә Лисаний Авилинея өлкәһе башлығы булғанда, 2 Аннас менән Каиафа иң баш руханиҙар булған осорҙа, сүллектә көн күргән Яхъяға – Зәкәриәнең улына, Алланан хәбәр килгән. 3 Шунан һуң Яхъя Иордан йылғаһының тирә-яғындағы ерҙәрҙе йөрөп сыҡҡан. Ул кешеләрҙе, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеп һыуға сумдырылырға өндәп йөрөгән. 4 Ишағыя пәйғәмбәр китабында яҙылғанса:
«Сүлдә тауыш яңғырай:
„Раббыға юл әҙерләгеҙ, уға һуҡмаҡтарҙы турайтығыҙ,
5 һәр йырын күмелһен,
һәр тау, һәр ҡалҡыулыҡ ер менән тигеҙләнһен;
борма юлдар турайһын,
һикәлтәле юлдар шымарһын;
6 һәм кешеләрҙең бөтәһе лә Алла ҡотҡарыуын күрер“».
7 Яхъя янына һыуға сумдырылырға тип күп халыҡ килгән. Яхъя уларға:
– Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Кем һеҙгә, Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡаса алырһығыҙ, тине? 8 Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ! «Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим!» – тип уйлай башламағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар булдыра ала. 9 Балта ағастар төбөндә ята инде: һәйбәт емеш бирмәгән һәр ағас ҡырҡылып утҡа ташланыр, – тигән.
10 Халыҡ унан:
– Беҙ нимә эшләйек һуң? – тип һораған.
11 Яхъя:
– Ике күлдәге булған кеше береһен күлдәге бөтөнләй булмағанына бирһен. Ризығы булғаны ашарына булмаған кеше менән ризығын уртаҡлашһын, – тип яуаплаған.
12 Һыуға сумдырылыр өсөн һалым йыйыусылар ҙа килгән:
– Остаз! Ә беҙгә нимә эшләргә?
13 Яхъя уларға:
– Тейешенән артығын талап итмәгеҙ, – тигән.
14 Ғәскәриҙәр ҙә унан:
– Ә беҙгә нимә эшләргә? – тип һорағандар.
– Бер кемдән дә көсләп, ялған шаһитлыҡ ҡылып әйбер алмағыҙ. Хеҙмәт хаҡы менән ҡәнәғәт булығыҙ, – тигән Яхъя.
15 Халыҡ көсөргәнеш менән көткән һәм барыһы ла уның тураһында эстән генә: «Был Мәсих түгелме икән?» – тип уйлаған. 16 Яхъя уларҙың бөтәһе лә былай тип яуап биргән:
– Мин һеҙҙе һыуға сумдырам, әммә минән һуң ҡөҙрәтлерәк Берәү килә, мин Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡлы түгелмен. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр. 17 Ашлыҡты ырҙында елгәрер өсөн, Ул ҡулына елгәргес көрәк тотҡан. Бойҙайын Үҙенең бураһына һалыр, ә кәбәген һүнмәҫ утта яндырыр.
18 Яхъя, халыҡҡа башҡа күп төрлө өгөт-нәсихәттәр биреп, Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөгән. 19 Әммә ул, ағаһының ҡатыны Иродиаданы ҡатынлыҡҡа алғаны һәм башҡа яуызлыҡтары өсөн, өлкә идарасыһы Иродты шелтәләгән. 20 Шунлыҡтан Ирод, бығаса ҡылған яуызлыҡтарына тағы берәүҙе өҫтәп, Яхъяны төрмәгә ултыртҡан.
Ғайсаның һыуға сумдырылыуы
21 Бик күп халыҡ һыуға сумдырылған, улар менән бергә Ғайса ла сумдырылған. Ул доға ҡылған ваҡытта күк йөҙө асылып киткән 22 һәм Уға күгәрсен рәүешендә Изге Рух төшкән. Күктән:
«Һин – Минең ҡәҙерле Улым. Һин Минең ҡыуанысым!» – тигән тауыш яңғыраған.
Ғайсаның нәҫел шәжәрәһе
23 Үҙенең хеҙмәтен башлағанда, Ғайсаға утыҙ йәштәр самаһы булған. Кешеләр Уны Йософ улы тип уйлаған. Ә Йософ – Илий улы, 24 Илий – Матфат улы, Матфат – Левий улы, Левий – Мелхий улы, Мелхий – Ианнай улы, Ианнай – Йософ улы, 25 Йософ – Маттафий улы, Маттафий – Амос улы, Амос – Наум улы, Наум – Еслий улы, Еслий – Наггей улы, 26 Наггей – Мааф улы, Мааф – Маттафий улы, Маттафий – Семей улы, Семей – Иосих улы, Иосих – Иодай улы, 27 Йодай – Яхъя улы, Яхъя – Рисай улы, Рисай – Зоровавель улы, Зоровавель – Салафииль улы, Салафииль – Нирий улы, 28 Нирий – Мелхий улы, Мелхий – Аддий улы, Аддий – Косам улы, Косам – Елмодам улы, Елмодам – Ир улы, 29 Ир – Ешуа улы, Ешуа – Елиезер улы, Елиезер – Иорим улы, Иорим – Матфат улы, Матфат – Левий улы, 30 Левий – Симеон улы, Симеон – Йәһүҙә улы, Йәһүҙә – Йософ улы, Йософ – Ионам улы, Ионам – Елиаким улы, 31 Елиаким – Мелеай улы, Мелеай – Меннай улы, Меннай – Маттафай улы, Маттафай – Нафан улы, Нафан – Дауыт улы, 32 Дауыт – Иессей улы, Иессей – Овид улы, Овид – Вооз улы, Вооз – Салмон улы, Салмон – Наассон улы, 33 Наассон – Аминадав улы, Аминадав – Админ улы, Админ – Арний улы, Арний – Есром улы, Есром – Фарес улы, Фарес – Йәһүҙә улы, 34 Йәһүҙә – Яҡуб улы, Яҡуб – Исхаҡ улы, Исхаҡ – Ибраһим улы, Ибраһим – Фарра улы, Фарра – Нахор улы, 35 Нахор – Серух улы, Серух – Рагав улы, Рагав – Фалек улы, Фалек – Евер улы, Евер – Сала улы, 36 Сала – Каинан улы, Каинан – Арфаксад улы, Арфаксад – Сим улы, Сим – Нух улы, Нух – Ламех улы, 37 Ламех – Мафусал улы, Мафусал – Енох улы, Енох – Иаред улы, Иаред – Малелеил улы, Малелеил – Каинан улы, 38 Каинан – Енос улы, Енос – Сиф улы, Сиф – Әҙәм улы, Әҙәм – Алланан.
4Ғайсаның сүлдә һынау үтеүе
1 Изге Рух менән һуғарылған Ғайса Иордан йылғаһы буйынан ҡайтҡас, Рух Уны сүлгә алып киткән. 2 Ғайса унда ҡырҡ көн буйы Иблис тарафынан һынау үткән, был көндәрҙә Ул бер нәмә лә ашамаған һәм ахырҙа бик ныҡ асыҡҡан.
3 – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, бынау ташҡа икмәккә әйләнергә ҡуш, – тигән Иблис.
4 Ғайса:
– «Кеше икмәк менән генә йәшәмәҫ», – тип яҙылған Изге Яҙмала, – тип яуаплаған.
5 Шунан һуң Иблис Ғайсаны бейек урынға алып менгән. Донъялағы бөтөн батшалыҡтарҙы күҙ асып йомғансы күрһәтеп сыҡҡан.
6 – Ошо батшалыҡтарҙың бөтөнөһө өҫтөнән хакимлыҡ итеүҙе лә, уларҙың гүзәллеген дә Һиңә бирермен. Уларҙың барыһы ла миңә бирелгән һәм мин кемгә теләйем, шуға бирә алам. 7 Шулай итеп, әгәр Һин миңә табынһаң, барыһы ла Һинеке булыр, – тигән ул.
8 – Изге Яҙмала: «Раббы Аллаңа табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», – тип яҙылған, – тип яуаплаған Ғайса.
9 Шунан һуң Иблис Ғайсаны Иерусалимға алып килеп Алла Йортоноң иң бейек урынына баҫтырған да:
– Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, ошо урындан түбәнгә ташлан, – тигән. – 10 Изге Яҙмала әйтелгән бит:
«Алла Үҙенең фәрештәләрен
Һине ҡурсалар өсөн ебәрер.
11 Аяҡтарың ташҡа бәрелмәһен тип,
Һине ҡулдарында йөрөтөрҙәр».
12 Ғайса уға:
– Изге Яҙмала: «Раббы Аллаңды һынама», – тип әйтелгән, – тип яуап ҡайтарған.
13 Иблис, Ғайсаны һынауҙан туҡтағандан һуң, икенсе берәй уңайлы мәлгә тиклем Уны ҡалдырып киткән.
Ғайсаның Галилеяла хеҙмәт башлауы
14 Рух ҡөҙрәте менән һуғарылған Ғайса Галилеяға ҡайтҡан. Уның хаҡындағы хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралған. 15 Ул ғибәҙәтханаларҙа өйрәткән һәм барыһы ла Уны данлаған.
Назара халҡының Ғайсаны кире ҡағыуы
16 Ғайса Үҙе үҫкән ҡалаға – Назараға килгән һәм, ғәҙәте буйынса, шәмбе көнө ғибәҙәтханаға ингән. Изге Яҙманы уҡырға тип урынынан торғас, 17 Уға Ишағыя пәйғәмбәрҙең китабын биргәндәр. Ҡулъяҙма төргәген сисеп, Ғайса ошондай һүҙҙәр яҙылған урынды тапҡан:
18 «Раббының Рухы Минең өҫтөмдә,
сөнки Ул Мине майлап,
фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткереү өсөн һайланы.
Ул Мине әсирҙәргә – азатлыҡ,
һуҡырҙарға – күҙе күрә башлауын иғлан итергә,
йәберләнгәндәрҙе иреккә сығарырға
19 һәм Раббының шәфҡәт күрһәтә торған йылын хәбәр итергә ебәрҙе».
20 Ғайса, ҡулъяҙманы төрөп хеҙмәтсегә кире биргән дә, урынына ултырған. Ғибәҙәтханалағыларҙың һәммәһенең ҡарашы Уға төбәлгән.
21 – Бөгөн, һеҙ быларҙы тыңлаған саҡта, Яҙманың ошо һүҙҙәре тормошҡа ашты, – тип һөйләй башлаған уларға Ғайса.
22 Барыһы ла Уны маҡтаған һәм мәрхәмәт тулы һүҙҙәренә таң ҡалып:
– Был Йософтоң Улы түгелме һуң? – тиешкәндәр.
23 Ғайса:
– Әлбиттә, һеҙ: «Табип! Үҙеңде Үҙең дауала», – тигән әйтемде иҫемә төшөрөрһөгөҙ һәм: «Капернаумдағы эштәрең тураһында ишеттек, бында ла, Үҙең йәшәгән ҡалала, шуларҙы уҡ башҡар», – тип әйтерһегеҙ, – тигән.
24 Шунан һүҙен дауам иткән:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бер пәйғәмбәр ҙә үҙ ерендә ҡабул ителмәй. 25 Һеҙҙе ышандырып әйтә алам: Ильяс пәйғәмбәр көндәрендә өс йыл һәм алты ай буйы, күк йөҙө ябылып, ямғыр яуманы, бөтөн Израиль иле ҡот осҡос аслыҡтан интекте. Израилдә тол ҡатындар күп ине, 26 ләкин Ильяс Алла тарафынан уларҙың береһе янына ла түгел, ә Сидон илендәге Сарепта ҡалаһында йәшәгән тол ҡатын янына ғына ебәрелде. 27 Шулай уҡ, Елисей пәйғәмбәр ваҡытында, Израилдә махау сире менән ауырығандар күп булды, әммә Сүриә кешеһе Неемандан башҡа берәү ҙә был сирҙән таҙарынманы.
28 Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ғибәҙәтханалағы кешеләрҙең бөтәһе лә асыуҙарынан ярһыған. 29 Улар, урындарынан һикереп тороп, Ғайсаны ҡаланан ҡыуып алып сығып, ҡала төҙөлгән тауҙың башынан упҡынға ырғытырға уйлаған. 30 Әммә Ғайса, халыҡ араһынан үтеп, үҙ юлы менән киткән.
Шаҡшы рухты ҡыуып сығарыу
31 Ғайса Галилеяның Капернаум ҡалаһына килгән һәм шәмбе көнө халыҡты өйрәткән. 32 Уның өйрәтеүҙәренә хайран ҡалғандар, сөнки Ул хакимдарса һөйләгән.
33 Ғибәҙәтханала шаҡшы рух эйәләгән бер кеше булған. Ул көслө тауыш менән:
34 – Эй, назаралы Ғайса, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Беҙҙе һәләк итергә килдеңме? Һинең кем икәнлегеңде беләм. Һин – Алланың Изгеһе! – тип ҡысҡырған.
35 Ғайса рухты:
– Шым! – тип тыйған. – Был кешенең эсенән сыҡ!
Ен, әлеге әҙәмде халыҡ алдында ҡолатып, уға бер зыян да килтермәйенсә, эсенән сығып киткән. 36 Был хәлгә бөтөнөһө лә таң ҡалған һәм:
– Был ни хәл? Ул хакимлыҡ һәм ҡөҙрәт менән шаҡшы рухтарға бойороҡ бирә, ә улар кешенең эсенән сыға, – тип һөйләшкәндәр.
37 Уның хаҡында хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралған.
Ғайса Симон өйөндә
38 Ғайса, ғибәҙәтхананан сыҡҡас, Симондың өйөнә барған. Симондың ҡәйнәһе, бөтә тәне янып, тапма менән ауырып ятҡан. Ғайсаның уға ярҙам итеүен һорағандар. 39 Ул, ҡатын өҫтөнә эйелеп, сиргә туҡтарға ҡушҡан. Тән яныуы тулыһынса бөткән. Ҡатын шунда уҡ торған да уларға табын әҙерләй башлаған.
40 Ҡояш байыған мәлдә бөтәһе лә төрлө сирҙәрҙән ғазапланыусы яҡындарын Ғайса янына алып килгән. Ғайса, һәр береһенә ҡулдарын ҡуйып, уларҙы һауыҡтырған. 41 «Һин – Алла Улы!» – тип ҡысҡырышып, күптәрҙең эсенән ен сыҡҡан. Ә Ғайса, ҡаты киҫәтеп, был турала һөйләп йөрөүҙән тыйған, сөнки улар Уның Мәсих икәнлеген белгән.
42 Яңы көн тыуғас, Ул ҡаланан сығып аулаҡ урынға киткән. Халыҡ Уны эҙләгән, тапҡас, үҙҙәре янында тотоп ҡалырға тырышҡан. 43 Әммә Ғайса уларға:
– Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе башҡа ҡалаларға ла еткерергә тейешмен. Мин шуның өсөн ебәрелдем бит, – тигән.
44 Ул Йәһүҙиәләге ғибәҙәтханаларҙа вәғәзләүен дауам иткән.
5Ғайсаның тәүге шәкерттәре
1 Бер ваҡыт, Геннисарет күле буйында, Алла һүҙен тыңларға тип халыҡ Ғайса янына тупланғанда, 2 Ғайса күл ярына килеп туҡтаған ике кәмәне күргән. Балыҡсылар, кәмәләрҙән төшөп, ауҙарын йыуып йөрөгән. 3 Ғайса уларҙың береһенә ултырып, ә ул кәмә Симондыҡы булған, ярҙан бер аҙ алыҫлашыуын һораған һәм кәмәлә ултырған көйө халыҡҡа вәғәз әйтә башлаған. 4 Һүҙен тамамлағас, Симонға:
– Тәрәнгәрәк барып, иптәштәрең менән ау һалығыҙ! – тигән.
5 – Остаз! Беҙ төнө буйы тырыштыҡ, әммә бер нәмә лә тота алманыҡ. Шулай ҙа, Һин ҡушаһың икән, ау һалам, – тип яуап ҡайтарған Симон.
6 Шулай эшләгәндәр һәм уларға бик күп балыҡ эләккән, хатта ауҙары бүҫелә башлаған. 7 Ҡул болғап, балыҡсылар иптәштәрен ярҙамға саҡырған. Иптәштәре килеп, ике кәмәне лә балыҡ менән тултырғас, кәмәләр бата яҙған. 8 Симон Петр был хәлде күреп:
– Хужам, кит минең янымдан! Мин – гонаһлы, – тип Ғайсаның тубыҡтарына йығылған. 9 Балыҡтың күп эләгеүе Симон Петрҙы ла, уның менән булған бөтәһен дә ҡурҡыуға һалған. 10 Шулай уҡ Симондың иптәштәре – Зеведейҙың улдары Яҡуб менән Яхъяның да ҡото алынған.
Ғайса Симонға:
– Ҡурҡма, ошо ваҡыттан башлап кешеләр ауларһың, – тигән.
11 Балыҡсылар, кәмәләрен ярға сығарғас, бөтә нәмәләрен шунда ҡалдырып, Ғайсаға эйәреп киткән.
Ауырыуҙарҙы һауыҡтырыу
12 Ғайса бер ҡалала булған саҡта, Уның эргәһенә тотош тәнен махау баҫҡан бер кеше килгән. Ғайсаны күргәс, йөҙтүбән ятып:
– Әфәндем! Әгәр теләһәң, мине таҙарта алыр инең, – тип үтенгән.
13 Ғайса ҡулын һуҙып уға ҡағылған:
– Эйе, теләйем. Таҙарын!
Шунда уҡ уның махауы юҡҡа сыҡҡан.
14 Ғайса был турала берәүгә лә һөйләмәҫкә ҡушҡан:
– Руханиға барып күрен һәм һауығыуың өсөн, Муса ҡушҡанса, ҡорбан килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булһын.
15 Ғайса тураһындағы хәбәр тағы ла нығыраҡ таралған. Уны тыңлау һәм ауырыуҙарынан һауығыу өсөн янына бик күп кеше ағылған. 16 Ғайса иһә аулаҡ урындарға барып доға ҡылыр булған.
Паралич һуҡҡан кешене һауыҡтырыу
17 Бер тапҡыр, Ғайса өйрәткән саҡта, тыңлаусылар араһында Галилеяның һәм Йәһүҙиәнең барлыҡ ауылдарынан, шулай уҡ Иерусалимдан килгән фарисейҙар менән ҡанун өйрәтеүселәр ҙә ултырған. Раббы ҡөҙрәте Ғайса аша эш иткән һәм Ул ауырыуҙарҙы һауыҡтырған.
18 Бер нисә кеше паралич һуҡҡан берәүҙе ятҡан түшәге менән бергә күтәреп алып килгән һәм уны, Ғайса алдына һалыр өсөн, өйгә алып инергә тырышҡан. 19 Ләкин, халыҡ араһынан үтергә юл таба алмағанлыҡтан, өй башына менеп, ҡыйығын һүтеп, ауырыуҙы түшәге менән бергә төркөм уртаһына, Ғайсаның алдына төшөргәндәр. 20 Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға:
– Дуҫым, һинең гонаһтарың кисерелде! – тигән.
21 Ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар үҙ-ара фекер алыша башлаған:
– Көфөр һүҙ һөйләүсе был Кеше кем һуң? Гонаһтарҙы бер Алланан башҡа кем кисерә ала?
22 Ғайса, уларҙың уй-фекерҙәрен белеп:
– Ни өсөн һеҙ эстән генә шулай уйлайһығыҙ? – тип һораған. – 23 Нимә тип әйтеү еңелерәк? «Һинең гонаһтарың кисерелде», – типме, әллә: «Тор ҙа атлап кит», – типме? 24 Ләкин шуны белегеҙ: Әҙәм Улының ерҙә гонаһтарҙы кисерергә хакимлығы бар. – Ул паралич һуҡҡан кешегә өндәшкән: – Мин һиңә бойорам: тор ҙа, түшәгеңде алып, өйөңә ҡайт!
25 Теге шунда уҡ барыһының күҙ алдында торған да, ятҡан түшәген алып, Алланы данлап, ҡайтып киткән.
26 Барыһы ла таң ҡалған, Алланы данлағандар һәм ҡоттары алынып:
– Беҙ бөгөн иҫ киткес нәмәләр күрҙек, – тигәндәр.
Ғайсаның Левийҙы Үҙ артынан саҡырыуы
27 Ошонан һуң Ғайса был урындан киткән, һалым йыйыу урынында ултырған Левий исемле һалым йыйыусыны күреп, уға:
– Миңә эйәр, – тигән.
28 Левий тороп, бөтөн нәмәһен ҡалдырып, Уның артынан киткән.
29 Үҙенең өйөндә Левий Ғайса хөрмәтенә оло табын әҙерләгән. Табында һалым йыйыусылар һәм байтаҡ башҡа кешеләр ҙә ултырған. 30 Фарисейҙар һәм улар араһындағы ҡанун белгестәре асыуланып, Ғайсаның шәкерттәренә ризаһыҙлыҡ белдергән:
– Ни өсөн һеҙ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бергә ашап-эсеп ултыраһығыҙ?
31 – Табип сәләмәт кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк, – тип яуап биргән Ғайса уларға. – 32 Мин тәҡүә кешеләрҙе түгел, ә гонаһлыларҙы тәүбәгә саҡырырға килдем.
Ураҙа тотоу тураһында һорау
33 Ҡайһы бер кешеләр Ғайсаға:
– Яхъяның шәкерттәре лә, фарисейҙыҡылар ҙа ураҙаны йыш тота һәм доға ҡыла, ә Һинең шәкерттәрең ашай һәм эсә! – тигән.
34 – Кейәү туйҙағы ҡунаҡтар менән бергә булғанда, уларҙы ураҙа тоторға мәжбүр итеү мөмкинме? 35 Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр һәм шул көндәрҙә улар ураҙа тотор, – тигән Ғайса һәм 36 кинәйә менән һүҙен дауам иткән:
– Бер кем дә иҫке кейемгә яңы кейемдән йыртып алынған ямаулыҡ һалмай, юғиһә яңыһы ла әрәм була, иҫкеһенә лә яңы туҡыманан ямаулыҡ бармай. 37 Шулай уҡ бер кем дә яңы шарапты иҫке турһыҡҡа һалмай. Юғиһә яңы шарап турһыҡты йыртыр һәм шарап ағып бөтөр, турһыҡ әрәм булыр. 38 Яңы шарап яңы турһыҡҡа тултырылырға тейеш. 39 Бер кемдең дә иҫке шарапты эскәндән һуң, яңыһын эскеһе килмәҫ. «Иҫкеһе яҡшыраҡ шул», – тип әйтер.
6Шәмбе көнө тураһында
1 Бер тапҡыр, шәмбе көндө, Ғайса шәкерттәре менән иген баҫыуҙары аша үткәндә, өҙөп алған башаҡтарҙы устарында ыуып, шәкерттәре бойҙай бөртөктәре ашап барған. 2 Фарисейҙарҙың ҡайһы берәүҙәре уларҙан:
– Ни өсөн һеҙ шәмбе көнө эшләргә ярамағанды эшләйһегеҙ? – тип һораған.
3 – Дауыт һәм уның менән булған кешеләр асыҡҡас, уның нимә эшләүе тураһында уҡыманығыҙмы ни? 4 Ул, Алла Йортона инеп, Аллаға бағышланған икмәктәрҙе алып үҙе лә ашаған, үҙе менән булған кешеләргә лә биргән, ә ҡанун буйынса уларҙы руханиҙарҙан башҡа һис кемгә ашарға рөхсәт ителмәгән, – тип яуаплаған Ғайса 5 һәм:
– Әҙәм Улы шәмбе көнөнөң хужаһы, – тип өҫтәп ҡуйған.
Ҡулы ҡороған кешене һауыҡтырыу
6 Икенсе бер шәмбелә Ғайса ғибәҙәтханаға инеп өйрәткән. Унда уң ҡулы ҡороған берәү булған. 7 Ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар, Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләп, шәмбе көнө берәйһен һауыҡтырмаҫмы икән тип, Уны күҙәткән. 8 Әммә Ғайса, уларҙың уйҙарын белеп, ҡулы ҡороған кешегә:
– Уртаға тороп баҫ! – тигән.
Теге кеше тороп баҫҡан.
9 Шул саҡ Ғайса ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙан:
– Мин һеҙгә шундай һорау бирәм: шәмбе көнө яҡшылыҡ эшләү дөрөҫмө, әллә яманлыҡмы? Кешенең ғүмерен ҡотҡарыумы, әллә һәләк итеүме? – тип һораған.
10 Ғайса бөтөнөһөнә күҙ йөрөтөп сыҡҡан да теге кешегә:
– Ҡулыңды һуҙ! – тип бойорған.
Теге кеше ул ҡушҡанды үтәгән һәм ҡулы һауыҡҡан. 11 Ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙың асыуҙары ныҡ ҡабарған, улар, Ғайсаға ҡаршы ни эшләргә икән, тип кәңәш ҡорған.
Ун ике илсене һайлап алыу
12 Шул көндәрҙә Ғайса, доға ҡылыу өсөн, тауға артылған һәм төнө буйы Аллаға доға ҡылып сыҡҡан. 13 Иртәгеһен шәкерттәрен Үҙе янына саҡырған, араларынан ун икеһен һайлап алып, уларҙы илселәр тип атаған. 14 Улар – Ғайса тарафынан Петр тип аталған Симон, уның ҡустыһы Андрей, Яҡуб һәм Яхъя, Филипп һәм Варфоломей, 15 Матфей һәм Фома, Алфей улы Яҡуб һәм Көрәшеүсе ҡушаматлы Симон , 16 Яҡуб улы Йәһүҙә һәм аҙаҡ хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариот.
Ғайсаның ауырыуҙарҙы һауыҡтырыуы
17 Ғайса илселәр менән бергә тауҙан тигеҙлеккә төшкән. Унда Уның күп кенә шәкерттәре һәм бөтөн Йәһүҙиәнән дә, Иерусалимдан да, диңгеҙ буйындағы Тир һәм Сидон яҡтарынан да бик күп халыҡ йыйылған. 18 Улар Ғайсаны тыңларға, ауырыуҙарынан арынырға килгән. Шаҡшы рухтарҙан ғазап сиккән кешеләр ҙә һауыҡҡан. 19 Бөтә халыҡ Ғайсаға ҡағылырға тырышҡан, сөнки Унан сыҡҡан ҡөҙрәт һәммәһен дә һауыҡтырған.
Кемгә – бәхет, кемгә – ҡайғы
20 Ғайса Үҙенең шәкерттәренә ҡарап былай тигән:
– Ярлылар, һеҙ бәхетле,
сөнки Алла батшалығы һеҙҙеке,
21 Әле ас кешеләр, һеҙ бәхетле,
сөнки туясаҡһығыҙ,
Әле илаусылар, һеҙ бәхетле,
сөнки көләсәкһегеҙ.
22 Әҙәм Улы өсөн кешеләр һеҙгә нәфрәтләнгәндә лә, һеҙҙе ҡыуып ебәргәндә, хурлағанда, исемегеҙгә ҡара яҡҡанда ла һеҙ бәхетле. 23 Шул көндә шатланығыҙ һәм ҡыуаныстан һикерегеҙ, сөнки күктә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Ул кешеләрҙең атай-олатайҙары пәйғәмбәрҙәр менән дә шулай уҡ эшләгән.
24 Байҙар, һеҙгә ҡайғы,
сөнки етерлек йыуандығыҙ.
25 Әлеге мәлдә туҡ булғандар, һеҙгә ҡайғы,
сөнки асығырһығыҙ.
Әлеге мәлдә көлөүселәр, һеҙгә ҡайғы,
сөнки хәсрәтләнерһегеҙ һәм иларһығыҙ.
26 Бар кешеләр ҙә һеҙҙе маҡтай икән, һеҙгә ҡайғы! Ул кешеләрҙең атай-олатайҙары ла ялған пәйғәмбәрҙәрҙе шулай маҡтаған!
«Дошмандарығыҙҙы яратығыҙ»
27 Һеҙгә, Мине тыңлаусыларға әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, һеҙҙе күрә алмаусыларға яҡшылыҡ ҡылығыҙ, 28 үҙегеҙҙе ҡарғаған кешеләргә фатихағыҙҙы бирегеҙ һәм рәнйетеүселәр өсөн доға ҡылығыҙ. 29 Бер яңағыңа һуҡҡан кешегә икенсе яңағыңды ла ҡуй, өҫ кейемеңде тартып алыусыға күлдәгеңде лә тартып алырға ҡамасаулама. 30 Һораған һәр кешегә һорағанын бир, үҙеңдекен алған кешенән кире һорама.
31 Башҡаларҙың һеҙгә нимә эшләүен теләһәгеҙ, уларға шуны уҡ эшләгеҙ. 32 Үҙегеҙҙе яратҡандарҙы ғына яратһағыҙ, һеҙгә нимә өсөн рәхмәт әйтергә һуң? Гонаһлылар ҙа үҙҙәрен яратҡан кешеләрҙе ярата. 33 Үҙегеҙгә яҡшылыҡ эшләүселәргә генә яҡшылыҡ ҡылһағыҙ, һеҙгә ни өсөн рәхмәт әйтергә? Гонаһлылар ҙа шулай эшләй. 34 Бурысҡа биргәндә, кире алырмын, тип уйлап бирһәгеҙ, һеҙгә ни өсөн рәхмәт әйтергә? Гонаһлылар ҙа бер-береһенә бурысҡа биргәндә шул уҡ кимәлдә кире ҡайтарыуға иҫәп тота. 35 Ә һеҙ дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, кешеләргә яҡшылыҡ эшләгеҙ, кире алырға өмөт итмәйенсә, бурысҡа бирегеҙ. Шулай итһәгеҙ, һеҙгә әжер мул төшөр һәм Аллаһы Тәғәләнең балалары булырһығыҙ. Сөнки Ул яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәгәндәргә лә, яуыздарға ла миһырбанлы. 36 Атағыҙ шәфҡәтле булған кеүек, һеҙ ҙә шәфҡәтле булығыҙ.
Кешеләргә булған мөнәсәбәт тураһында
37 Хөкөм итмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә хөкөм ителмәҫһегеҙ. Ғәйепләмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә ғәйепләнмәҫһегеҙ. Кисерегеҙ, үҙегеҙ ҙә кисерелерһегеҙ. 38 Бирегеҙ, һеҙгә лә бирелер. Итәктәрегеҙгә һәм салғыйҙарығыҙға мул итеп, үлсәү һауытын һелкетеп, тығыҙлап, өймәләмә тултырып һалып бирерҙәр. Ниндәй үлсәм менән үлсәп бирһәгеҙ, һеҙгә лә шундай уҡ үлсәм менән үлсәп ҡайтарырҙар.
39 Ғайса Үҙен тыңлаусыларға кинәйәләп һөйләгән:
– Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара аламы? Икеһе лә соҡорға ҡолап төшмәҫме? 40 Шәкерт үҙенең остазынан өҫтөн булмай, ләкин, өйрәнеп алғандан һуң, һәр береһе остазы кеүек була.
41 Нисек һин туғаныңдың күҙендәге сүпте күрәһең, ә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне тоймайһың? 42 Үҙ күҙеңдәге бүрәнәне күрмәй тороп, туғаныңа: «Ағай, күҙеңдәге сүпте алайым әле!» – тип нисек әйтә алаһың? Ике йөҙлө! Тәүҙә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне сығар, унан һуң асыҡ күрерһең һәм туғаныңдың күҙендәге сүпте ала алырһың.
Ағас һәм уның емештәре
43 Бер яҡшы ағас та насар емеш бирмәй, һәм, киһеренсә, бер насар ағас та яҡшы емеш бирмәй. 44 Һәр ағасты үҙ емешенә ҡарап таныйҙар. Шайтан таяғынан инжир, ә сәнскәктән йөҙөм йыймайҙар. 45 Яҡшы кеше яҡшылыҡ тулы күңеленән яҡшылыҡ алып сыға, ә яман кеше яманлыҡ тулы күңеленән яманлыҡ алып сыға. Сөнки кеше күңелендә ни йөрөй, телендә лә шул була.
Ике төҙөүсе
46 Ни өсөн һеҙ Миңә: «Хужам, Хужам», – тип өндәшәһегеҙ, ә үҙегеҙ әйткәндәремде үтәмәйһегеҙ? 47 Минең яныма килеп, һүҙҙәремде ишетеп, уларҙы үтәүсене кемгә тиңләп була? Һеҙгә әйтәм: 48 ул, өй төҙөгән саҡта, ерҙе тәрән итеп ҡаҙып, өйөн таш нигеҙ өҫтөнә һалған кеше һымаҡ. Ташҡын ваҡытында ярҙарынан сыҡҡан һыу шул өйгә килеп бәрелеп тә, уны ҡаҡшата алмай, сөнки ныҡ итеп төҙөлгән. 49 Ә инде Мине ишетеп тә, һүҙҙәремде үтәмәгән кеше – нигеҙ ҡормайынса ғына ер өҫтөнә өй һалған кеше һымаҡ. Ташҡын һыу өйгә килеп бәрелгән, өй шунда уҡ ауған һәм тулыһынса емерелгән.
7Йөҙбашының хеҙмәтсеһен һауыҡтырыу
1 Халыҡҡа әйтә торған һүҙҙәрен һөйләп бөткәндән һуң, Ғайса Капернаумға килгән. 2 Бер йөҙбашының бик ихтирам иткән хеҙмәтсеһе ауырып, үлем хәлендә ятҡан. 3 Йөҙбашы, Ғайса тураһында ишетеп, хеҙмәтсеһен ҡотҡарыу үтенесе менән йәһүд аҡһаҡалдарын Уға ебәргән. 4 Улар, Ғайса янына килеп, ихлас үтенеп һораған:
– Йөҙбашы Һинең ярҙамыңа лайыҡ, 5 сөнки ул халҡыбыҙҙы ярата һәм беҙгә ғибәҙәтхана һалдырҙы.
6 Ғайса аҡһаҡалдар менән киткән. Өйөнә етеп килгән саҡтарында, йөҙбашы Ғайсаға үҙенең дуҫтарын ебәргән һәм:
– Мәшәҡәтләнмә, Әфәндем! Һине үҙ өйөмдә ҡабул итергә лайыҡ түгелмен, – тип әйтергә ҡушҡан. – 7 Шуға күрә ҡаршыңа барырға үҙемде лайыҡлы һанаманым. Һүҙ генә әйт һәм хеҙмәтсем һауығасаҡ. 8 Мин үҙем дә башҡа берәүгә буйһонам һәм ҡул аҫтымда ғәскәриҙәр бар. Уларҙың берәйһенә: «Кит» тиһәм, китә, икенсеһенә «Кил» тиһәм, килә, хеҙмәтсемә: «Ошоно эшлә» тиһәм, эшләй.
9 Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ғайса хайран ҡалған һәм Үҙе артынан килгән халыҡҡа боролоп:
– Һеҙгә шуны әйтәм: хатта Израиль халҡында был тиклем ышаныуҙы күрмәгәйнем, – тигән.
10 Ебәрелгән кешеләр әйләнеп ҡайтҡас, ауырыу хеҙмәтсенең һауыҡҡанлығын күргәндәр.
Тол ҡатындың үлгән улын терелтеү
11 Күп тә үтмәҫтән Ғайса Наин тип аталған ҡалаға киткән. Шәкерттәре һәм бик күп халыҡ Уға эйәреп барған. 12 Ғайса ҡала ҡапҡаһына яҡынлашҡанда, ҡаланан мәйет күтәреп сығып килгәндәр. Бер тол ҡатындың берҙән-бер улы үлгән икән. Уны ҡаланан бик күп кеше оҙатып килгән. 13 Раббы Ғайса, ҡатынды күргәс, уны йәлләп:
– Илама, – тигән.
14 Шунан Ғайса, эргәләренә барып, табутҡа ҡулы менән ҡағылған. Табутты күтәреп барыусылар туҡтаған.
– Егет! Һиңә әйтәм, тор! – тип бойорған Ғайса.
15 Үлгән егет тороп ултырған һәм һөйләшә башлаған. Ғайса әсәһенә улын ҡайтарып биргән. 16 Бөтәһе лә ҡурҡып ҡалған һәм:
– Арабыҙҙан бөйөк пәйғәмбәр сыҡты. Алла үҙ халҡына ярҙамға килде, – тип Алланы данлаған.
17 Ғайса тураһындағы бындай хәбәр бөтөн Йәһүҙиәгә һәм тирә-яҡҡа таралған.
Ғайса һәм Сумдырыусы Яхъя
18 Яхъяның шәкерттәре был хәлдәрҙең барыһы тураһында ла остаздарына һөйләп биргән. Яхъя ике шәкертен янына саҡырып алған да, 19 уларҙы Раббыға ебәргән:
– Килергә тейеш булған Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме? – тип һорарға ҡушҡан.
20 Улар Ғайса янына килгәс:
– Сумдырыусы Яхъя Һинән: «Килергә тейеш Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме?» – тип һорарға ебәрҙе, – тигәндәр.
21 Тап шул ваҡытта Ғайса күптәрҙе сирҙәренән, көслө ауырыуҙарынан, шаҡшы рухтарҙан һауыҡтырған һәм байтаҡ ҡына һуҡырҙарҙы күҙле иткән. 22 Ғайса Яхъяның шәкерттәренә:
– Барығыҙ, күргән һәм ишеткәндәрегеҙҙе Яхъяға ҡайтып һөйләгеҙ: һуҡырҙар йәнә күрә, аҡһаҡтар йөрөй, махаулылар таҙарына, һаңғырауҙар ишетә, үлгәндәр терелеп тора, фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәр иғлан ителә. 23 Кем Мине кире ҡаҡмай, шул бәхетле, – тип яуап биргән.
24 Килгән кешеләр киткәс, Ғайса халыҡҡа Яхъя тураһында һөйләй башлаған:
– Һеҙ сүлгә нимә ҡарарға барҙығыҙ? Елгә тирбәлеп ултырған ҡамышты ҡарарғамы? 25 Юҡмы ни? Нимә күрергә теләнегеҙ һуң? Ҡупшы кейем кейгән кешенеме? Ә бит ҡиммәтле кейенеп йөрөгән һәм зиннәттә йәшәгән кешеләр батша һарайҙарында йәшәй. 26 Улайһа, нимә ҡарарға барҙығыҙ? Пәйғәмбәрҙеме? Эйе, Мин һеҙгә әйтәм, Яхъя – пәйғәмбәрҙән дә бөйөгөрәк. 27 Уның тураһында Изге Яҙмала:
«Мин Һинең алдыңдан
хәбәрсемде ебәрәм,
ул Һинең алдыңдан юл әҙерләр», –
тип яҙылған. 28 Мин һеҙгә шуны әйтәм: ҡасан булһа ла тыуған кешеләр араһында Яхъянан бөйөгөрәк берәү ҙә юҡ. Әммә Алла батшалығында иң кесеһе лә унан бөйөгөрәк.
29 Был һүҙҙәрҙе ишеткән бөтә халыҡ, хатта һалым йыйыусылар ҙа, Алланың хаҡ икәнлеген таныған. Улар Яхъя тарафынан һыуға сумдырылғайны. 30 Фарисейҙар менән ҡанун белгестәре иһә Яхъяның һыуға сумдырыуынан баш тартҡан. Бының менән улар Алла ихтыярын кире ҡаҡҡан.
31 Ғайса тағы былай тигән:
– Шулай итеп, был быуын кешеләрен кемгә оҡшатайым икән? Уларҙы нимәгә тиңләп була? 32 Улар:
«Беҙ һеҙгә күңелле көйҙәр уйнаныҡ,
ә һеҙ бейемәнегеҙ.
Беҙ һеҙгә моңһоу йырҙар йырланыҡ,
ә һеҙ иламанығыҙ», –
тип баҙар майҙанында бер-береһенә ҡысҡырып ултырған балаларға оҡшаған. 33 Сумдырыусы Яхъя килде, икмәк тә ашамай, шарап та эсмәй, ә һеҙ: «Уға ен эйәләшкән», – тиһегеҙ. 34 Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә һеҙ: «Бына, күрегеҙ, ул ашамһаҡ һәм эскесе, һалым йыйыусыларҙың һәм гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы», – тиһегеҙ.
35 Әммә Алла зирәклеге уны ҡабул иткән бөтөн кешеләр тарафынан хаҡ тип раҫлана.
Ғайса фарисей Симондың өйөндә
36 Фарисейҙарҙың береһе Ғайсаны ашҡа саҡырған. Ғайса, фарисейҙың өйөнә инеп, табынға ултырған. 37 Шул ҡалала йәшәүсе әхлаҡһыҙ бер ҡатын Ғайсаның фарисей өйөндә ашап ултырғанын белеп ҡалып, хуш еҫле май һалынған алебастр һауыт тотоп, шунда барған. 38 Ул илай-илай Ғайсаның артында баҫып торған, күҙ йәштәре Уның аяҡтарына тамған . Ҡатын Ғайсаның аяҡтарына тамған күҙ йәштәрен сәстәре менән һөртөп, аяҡтарын үбә-үбә майлаған.
39 Ғайсаны ашҡа саҡырған фарисей быны күреп: «Әгәр ул пәйғәмбәр булһа, үҙенә ҡағылған ҡатындың ниндәй икәнлеген белер ине. Ул бит әхлаҡһыҙ», – тип уйлаған.
40 Ғайса уға:
– Симон, Минең һиңә әйтергә теләгән бер һүҙем бар, – тигән.
– Әйт, Остаз, – тигән фарисей.
41 – Ике кешенең бурысҡа биргән берәүгә бурыстары бар икән: береһенең бирәсәге биш йөҙ динар , ә икенсеһенеке илле динар. 42 Түләй алмағастары, ул икеһен дә бәхилләй. Нисек уйлайһың, уларҙың ҡайһыныһы уны нығыраҡ яратыр?
43 – Бурысы күберәк бәхилләнгәнелер, тип фараз итәм, – тип яуап биргән Симон.
Ғайса уға:
– Һин дөрөҫ уйлайһың, – тигән.
44 Унан ҡатынға табан борола биреп һүҙен дауам иткән:
– Был ҡатынды күрәһеңме? Мин һинең өйөңә килдем, һин аяҡ йыуырға һыу бирмәнең. Ә ул аяҡтарымды күҙ йәштәре менән сылатты, сәстәре менән һөртөп алды. 45 Һин Мине үпмәнең, ә ул Мин бында килгәндән бирле аяҡтарымды үбеүҙән туҡтамай. 46 Һин Минең башыма хатта ябай май ҙа һөртмәнең, ә ул Минең аяҡтарымды хуш еҫле май менән майланы . 47 Һиңә ни өсөн икәнлеген әйтәм: уның күп гонаһтары кисерелде, шуның өсөн Миңә ҡарата уның мөхәббәте ҙур. Аҙ ғәфү ителгән кешенең мөхәббәте лә аҙ.
48 Ә ҡатынға иһә:
– Гонаһтарың кисерелде, – тигән.
49 Табын артындағылар бер-береһе менән:
– Кем Ул? Ул хатта гонаһтарҙы кисерә, – тип һөйләшә башлағандар.
50 Ғайса ҡатынға тағы ла:
– Һине ышаныуың ҡотҡарҙы, имен йөрө, – тигән.
8Ғайса менән бергә йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар
1 Шунан һуң Ғайса ҡалалар һәм ауылдар буйлап йөрөп, Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгән. Ун ике шәкерте Уның менән булған. 2 Ғайса шаҡшы рухтарҙан һәм ауырыуҙарҙан һауыҡтырған ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер нисәүһе: эсенән ете шаҡшы рух ҡыуып сығарылған Мәрйәм, ул Магдалина тип йөрөтөлгән, 3 Ирод йортонда идара итеүсе Хузаның ҡатыны Иоанна, Сусанна һәм байтаҡ башҡа ҡатындар ҙа Уның менән бергә булған. Был ҡатындар Ғайсаға һәм Уның шәкерттәренә үҙ иҫәптәренән ярҙам иткән.
Сәсеүсе хаҡында ҡисса
4 Төрлө ҡалаларҙан Үҙенең янына бик күп халыҡ йыйылғас, Ғайса уларға кинәйәле ҡисса һөйләгән:
5 – Бер кеше орлоҡ сәсергә сыҡҡан. Сәскән сағында орлоҡтарҙың бер өлөшө юл буйына төшкән һәм тапалған, уларҙы ҡоштар сүпләп бөтөргән. 6 Башҡа бер өлөшө ташлы урынға төшкән һәм, шытып сыҡһалар ҙа, дым булмағанлыҡтан, ҡороған. 7 Ҡайһы бер орлоҡтар сәнскәк араһына төшкән. Улар, сәнскәк менән бергә үҫеп, баҫылып ҡалған. 8 Ә инде башҡа орлоҡтар уңдырышлы ергә төшөп шытҡан һәм йөҙләтә күберәк уңыш биргән.
Ошоларҙы һөйләп бөткәс, Ғайса:
– Ҡолаҡтары барҙар ишетһен! – тип ҡысҡырған.
9 Шәкерттәре Унан:
– Был кинәйәле ҡиссаның асылы нимәлә? – тип һораған.
10 Ғайса былай тип аңлатып биргән:
– Һеҙгә Алла Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә башҡаларға, улар «ҡарап та күрмәһендәр, тыңлап та аңламаһындар» өсөн, ул ҡиссалар аша еткерелә.
11 Был ҡиссаның асылы шунда: орлоҡ – Алла һүҙе. 12 Юл буйына төшкән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, әммә Иблис килеп, улар иманға килеп ҡотолмаһын өсөн, йөрәктәрендәге һүҙҙе алып китә. 13 Ташлы урынға сәселгән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, уны шатланып ҡабул итә, әммә, тамырҙары булмағанлыҡтан, ышаныстары ла ваҡытлыса ғына була һәм улар һынау ваҡытында сигенә. 14 Сәнскәк араһына төшкән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, ләкин тормош мәшәҡәттәре, байлыҡ һәм ләззәт, ваҡыт үтеү менән, һүҙҙе баҫып ала. Ундай кешеләрҙең емештәре өлгөрмәй. 15 Ә уңдырышлы ергә төшкән орлоҡ иһә шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетеп, уны ихлас һәм саф күңел менән һаҡлай. Ундайҙар түҙемлек күрһәтеп уңыш килтерә.
Шәм яҡтылығы хаҡында ҡисса
16 Бер кем дә шәм тоҡандырып, уны көршәк менән ҡапламай, һике аҫтына ла ҡуймай. Киреһенсә, өйгә килеп инеүселәр яҡтылыҡты күрһен өсөн, шәмдәлгә ултырталар. 17 Сөнки фаш ителмәҫ бер сер ҙә, беленмәҫ һәм асылмаҫ бер йәшерен нәмә лә булмаясаҡ. 18 Шулай итеп, нисек тыңлауығыҙға иғтибар итегеҙ: кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, ә кемдеке юҡ, уның бар тип уйлағаны ла тартып алыныр.
Ғайсаның әсәһе һәм туғандары
19 Ғайсаның әсәһе һәм ҡустылары килгәс, халыҡ күп булғанлыҡтан, Уның эргәһенә үтә алмағандар. 20 Ғайсаға:
– Әсәйең менән ҡустыларың тышта тора. Улар һине күрергә теләй, – тип хәбәр еткергәндәр.
21 Ғайса хәбәр еткереүселәргә:
– Минең әсәйем менән Минең туғандарым – Алла һүҙен тыңлаусылар һәм уны үтәүселәр, – тип яуап биргән.
Дауылды баҫылдырыу
22 Бер көндө Ғайса шәкерттәре менән кәмәгә ултырған да:
– Әйҙәгеҙ, күлдең теге яҡ ярына сығайыҡ, – тигән.
Улар ҡуҙғалған. 23 Кәмәлә барған саҡта Ғайса йоҡлап киткән. Күл өҫтөндә көслө дауыл күтәрелгән һәм кәмәгә һыу тула башлаған, кәмәләгеләргә хәүеф янаған. 24 Шәкерттәре Ғайса янына килеп:
– Остаз, остаз! Батабыҙ бит! – тип ҡысҡырып Уны уятҡандар.
Ғайса иһә тороп елде лә, ҡоторонған тулҡындарҙы ла тыйған. Улары туҡтаған, тынлыҡ урынлашҡан. 25 Ул шәкерттәренән:
– Ышанысығыҙ ҡайҙа һуң һеҙҙең? – тип һораған.
Шәкерттәр иһә ҡурҡып һәм таң ҡалып бер-береһенә:
– Кем һуң Ул? Елгә лә, һыуға ла бойора, ә улары буйһона, – тиешкәндәр.
Ен эйәләшкән кешене һауыҡтырыу
26 Улар күлдең арғы яҡ ярына, Галилеяға ҡаршы урынлашҡан Гераса еренә килеп еткән. 27 Ғайса ярға сыҡҡас, шундағы ҡаланың ен эйәләшкән бер кешеһе Уға ҡаршы килгән. Ул байтаҡтан бирле кейем кеймәй йөрөгән һәм өйөндә түгел, ә ҡәбер мәмерйәһендә йәшәгән. 28 Был кеше Ғайсаны күреп, ҡапыл ҡысҡырып ебәргән, Уның алдына йығылып, көслө тауыш менән:
– Эй, Ғайса, Аллаһы Тәғәләнең Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Үтенеп һорайым, яфалама мине, – тигән.
29 Сөнки Ғайса шаҡшы рухҡа ул кешенең эсенән сығырға бойорған икән. Шаҡшы рух был кешене күптән яфалаған. Сылбырҙар һәм бығауҙар менән бәйләп тотҡанда ла ул бығауҙарҙы өҙгән, эйәләшкән ене уны сүлдәргә ҡыуып алып китә торған булған. 30 Ғайса унан:
– Исемең кем? – тип һораған.
– Ғәскәр , – тип яуап биргән ул, сөнки был кешенең эсенә эйәләшкән ендәр бик күп булған. 31 Ендәр Ғайсанан үҙҙәрен төпһөҙ упҡынға ебәрмәүен үтенгән.
32 Шул тирәләге тау битендә ҙур сусҡа көтөүе утлап йөрөгән. Ендәр Ғайсанан шул сусҡалар эсенә инергә рөхсәт һораған. Ғайса рөхсәт иткән. 33 Теге кешенең эсенән сыҡҡан ендәр сусҡаларҙың эсенә барып ингән. Көтөү сабып киткән дә, текә ярҙан күлгә ташланып, батып үлгән.
34 Барыһын да күреп торған көтөүселәр тороп йүгергәндәр һәм ҡалала ла, ауылдарҙа ла барыһы тураһында һөйләп биргәндәр. 35 Кешеләр нимә булғанын күрергә тип Ғайса янына килгән. Эсенән ендәре сыҡҡан әҙәмдең кейенгән һәм аҡылына килгән хәлдә Ғайсаның аяҡ осонда ултырғанын күреп, ҡурҡыуға ҡалғандар. 36 Ен эйәләшкән ирҙең нисек һауыҡтырылғанын күргән кешеләр бының тураһында бәйән иткән. 37 Гераса ере тирәһендәге бөтә халыҡты ҡурҡыу солғап алған, шуның өсөн улар Ғайсаның үҙҙәренең еренән китеүен һораған. Ул кәмәгә ултырып ҡайтырға ҡуҙғалғанда, 38 эсенән ендәре сыҡҡан кеше Уның менән бергә барырға теләк белдереп ялбарған. Әммә Ғайса уны ҡайтарып ебәргән:
39 – Өйөңә ҡайт та, Алла һинең өсөн нимә эшләгәнде һөйлә, – тигән уға.
Ул кеше Ғайсаның уның өсөн нимә эшләгәнен бөтә ҡала буйлап һөйләп йөрөгән.
Яирҙың ҡыҙы һәм Ғайсаның кейеменә ҡағылған ҡатын
40 Ғайса әйләнеп ҡайтҡас, халыҡ Уны шатланып ҡаршы алған. Уны бөтөнөһө лә көткән. 41 Шул саҡ ғибәҙәтхана башлығы, Яир исемле кеше, Ғайса янына килгән. Ул, Ғайсаның аяҡтарына йығылып, өйөнә барыуын үтенгән. 42 Яирҙың ун ике йәштәр тирәһендәге берҙән-бер ҡыҙы үлем хәлендә ята икән.
Яирҙың өйөнә барған саҡта, Ғайсаны төрлө яҡтан халыҡ ҡыҫырыҡлап алған.
43 Улар араһында ун ике йыл буйы ҡан китеүҙән яфаланған бер ҡатын булған. Бар мөлкәтен табиптарға сарыфлап бөтөрһә лә, бер кем дә уны һауыҡтыра алмаған. 44 Ул арттан килеп Ғайсаның кейеменең салғыйына ҡағылыуға, шунда уҡ ҡан ағыуы туҡтаған.
45 – Кем ҡағылды Миңә? – тип һораған Ғайса.
Бөтәһе лә баш тартҡас, Петр:
– Остаз, халыҡ Һине уратып алған һәм төрлө яҡтан ҡыҫа, – тигән.
46 – Миңә кемдер ҡағылды. Мин Үҙемдән көс сыҡҡанын тойҙом, – тигән Ғайса.
47 Теге ҡатын, йәшеренеп ҡала алмаясағын аңлағас, ҡалтырана-ҡалтырана Ғайса янына килгән дә, Уның алдына йығылған. Ни өсөн ҡағылыуы һәм ҡағылғас та шунда уҡ һауығыуы тураһында бөтөн халыҡ алдында һөйләп биргән. 48 Ғайса уға:
– Ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы. Бар, имен йөрө, – тигән.
49 Ғайса ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта ғибәҙәтхана башлығының өйөнән кемдер килеп башлыҡҡа:
– Ҡыҙың вафат булды, остазды бүтән мәшәҡәтләмә, – тип әйткән.
50 Ғайса иһә был һүҙҙәрҙе ишетеү менән башлыҡҡа:
– Ҡурҡма, ышан ғына һәм ҡыҙың һауығасаҡ, – тигән.
51 Яирҙың өйөнә килеп еткәс, Ғайса Петрҙан, Яхъянан һәм Яҡубтан, ҡыҙҙың атаһынан һәм әсәһенән башҡа бер кемгә лә Үҙе менән инергә рөхсәт итмәгән. 52 Бөтөнөһө лә үкһеп илаған. Әммә Ғайса уларға:
– Иламағыҙ, ул үлмәгән, йоҡлай ғына, – тигән.
53 Ҡыҙҙың үлгәнлеген белгәс, барыһы ла Ғайсанан көлгән. 54 Ғайса иһә ҡыҙҙың ҡулынан тотҡан да:
– Балам, тор! – тип өндәшкән.
55 Ҡыҙға йән ҡайтҡан һәм ул шунда уҡ урынынан торған. Ғайса уға ашарға бирергә ҡушҡан. 56 Ҡыҙҙың атаһы менән әсәһе таң ҡалған. Ғайса иһә уларға был хаҡта бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушҡан.
9Ғайсаның ун ике илсеһен хеҙмәткә ебәреүе
1 Ғайса ун ике шәкертен саҡырып алып, уларға бөтә ендәрҙе ҡыуып сығарырлыҡ, ауырыуҙарҙы дауаларлыҡ ҡеүәт һәм вәкәләт биреп, 2 Алла Батшалығы хаҡында вәғәз һөйләргә һәм ауырыу кешеләрҙе һауыҡтырырға оҙатҡан. 3 Ул шәкерттәренә:
– Сәфәргә үҙегеҙ менән бер ни ҙә: юл таяғы ла, биштәр ҙә, икмәк тә, аҡса ла, алмаш күлдәк тә алмағыҙ, – тигән. – 4 Ниндәй өйгә инһәгеҙ ҙә, ул ерҙән киткәнгә тиклем шунда ҡалығыҙ. 5 Әгәр ҡабул итмәһәләр, был ҡаланан киткән саҡта, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ .
6 Шәкерттәр юлға сыҡҡан, һәр ерҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, ауырыуҙарҙы һауыҡтырып, ауылдан-ауылға йөрөгән.
Иродтың аптырашта ҡалыуы
7 Өлкә идарасыһы Ирод, быларҙың барыһы тураһында ишетеп, аптырашта ҡалған. Сөнки ҡайһы берәүҙәр: «Яхъя үленән терелеп торған», 8 икенселәре: «Ильяс ергә ҡайтҡан», башҡалары иһә: «Боронғо пәйғәмбәрҙәрҙең береһе терелгән», – тип һөйләгән. 9 Ә Ирод:
– Яхъяның башын мин үҙем киҫтергәйнем, шулай булғас, Уның тураһында бындай хәбәрҙәр ишетергә тура килгән был Кеше кем һуң? – тип һораған.
Ирод Уны күрергә теләгән.
Биш мең кешене туйҙырыу
10 Илселәр, әйләнеп ҡайтҡас, үҙҙәренең ҡылған эштәре тураһында Ғайсаға һөйләп биргән. Ғайса уларҙы Үҙе менән Вифсаида тигән ҡала эргәһендәге аулаҡ урынға алып киткән. 11 Ләкин халыҡ, Уның ҡайҙа киткәнен белеп, артынан эйәргән. Ғайса халыҡты ҡабул итеп, уларға Алла Батшалығы тураһында һөйләгән һәм һауығыуға мохтаждарҙы һауыҡтырған. 12 Көн кискә ауышҡанда ун ике шәкерт Уның янына килгән:
– Халыҡты ебәр, эргә-тирәләге ауылдарға, утарҙарға барып үҙҙәренә йоҡларға урын тапһындар һәм ашау яғын хәстәрләһендәр. Бында бит кеше йөрөмәй торған урын.
13 – Һеҙ уларҙы үҙегеҙ ашатығыҙ, – тигән Ғайса.
– Беҙҙең биш икмәк менән ике балыҡтан башҡа бер нәмәбеҙ ҙә юҡ. Бындағы кешеләрҙең бөтәһе өсөн дә ризыҡты беҙ һатып алайыҡмы ни? – тип һораған шәкерттәр.
14 Унда биш мең самаһы ир булған. Ғайса шәкерттәренә:
– Уларҙы иллешәр-иллешәргә бүлеп, төркөмләп ултыртығыҙ, – тигән.
15 Шәкерттәр шулай эшләгән, бөтәһен дә ултыртып сыҡҡан. 16 Ғайса биш икмәкте һәм ике балыҡты алған да күккә ҡарап улар өсөн шөкөрана ҡылған, унан икмәк менән балыҡтарҙы бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә биргән. 17 Бөтәһе лә туйғансы ашаған. Ҡалған һыныҡтарҙан тулы ун ике кәрзин йыйып алғандар.
Петрҙың Ғайсаны Мәсих тип таныуы
18 Бер ваҡыт, Ғайса аулаҡ ҡалып доға ҡылғанда, Уның янында шәкерттәре генә булған. Ғайса уларҙан:
– Халыҡ Мине кем тип иҫәпләй? – тип һораған.
19 – Берәүҙәр Һине Сумдырыусы Яхъя ти, икенселәре – Ильяс, ә ҡайһылары боронғо пәйғәмбәрҙәрҙең береһе терелеп торған тип уйлай, – тип яуап биргәндәр Уға.
20 – Ә һеҙ Мине кем тип иҫәпләйһегеҙ? – тип һораған Ул шәкерттәренән.
– Һин – Алла Мәсихе, – тип яуаплаған Петр.
21 Ғайса ҡәтғи рәүештә быны бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушҡан.
Ғайсаның Үҙенең үлеүе һәм терелеүе тураһында әйтеүе
22 – Әҙәм Улы күп ғазаптар кисерергә, аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағылырға һәм үлтерелергә тейеш, әммә өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тигән Ғайса.
23 Барыһына ла мөрәжәғәт итеп йәнә былай тигән:
– Кем Минең артымдан барырға теләй, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын алып, көн һайын Миңә эйәрһен. 24 Сөнки кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға теләй, уны юғалтыр; ә кем үҙенең йәнен Минең хаҡҡа юғалта, уны һаҡлап ҡалыр. 25 Әгәр кеше бөтә донъяға эйә булып, үҙен юғалтһа йәки үҙен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа? 26 Кем Минән һәм Минең һүҙҙәремдән ғәрләнә, Үҙенең, Атаның һәм изге фәрештәләрҙең балҡыуында килгән саҡта Әҙәм Улы ла унан ғәрләнер. 27 Һеҙгә дөрөҫөн әйтәм: бында баҫып тороусыларҙың ҡайһы берҙәре, Алла Батшалығын күргәнгә тиклем, үлем татымаясаҡ.
Ғайсаның йөҙ-ҡиәфәте үҙгәреүе
28 Ошо һүҙҙәрҙән һуң яҡынса һигеҙ көн үткәс, Ғайса Петрҙы, Яхъяны һәм Яҡубты Үҙе менән алып, доға ҡылыу өсөн тауға менгән. 29 Доға ҡылған саҡта Ғайсаның йөҙ-ҡиәфәте үҙгәреп киткән, кейеме ялтырап торған аҡ төҫкә ингән. 30 Ҡапыл күк балҡышында ике кеше пәйҙә булып, Уның менән һөйләшә башлаған. Был кешеләр Муса менән Ильяс пәйғәмбәрҙәр булған. Улар Иерусалимда ғәмәлгә ашырылырға тейеш булған Ғайсаның донъянан китеүе тураһында һөйләшкәндәр.
32 Петрҙы һәм уның менән бергә булған башҡа шәкерттәрҙе йоҡо баҫҡан. Улар, уянғас, Ғайсаны балҡып торған шөһрәтендә һәм Уның эргәһендә ике ир кешене күргәндәр. 33 Был кешеләр Ғайса эргәһенән киткән саҡта Петр:
– Остаз, беҙҙең бында булыуыбыҙ ҡайһылай яҡшы! Өс сатыр ҡорайыҡ: береһен Һиңә, береһен Мусаға, береһен Ильясҡа, – тигән, ни әйткәнен дә белмәйенсә.
34 Петр был һүҙҙәрҙе әйткән саҡта болот килеп сығып, күләгәһе менән уларҙы ҡаплап алған. Болот эсендә ҡалғас, шәкерттәр ҡурҡып киткән. 35 Болот эсенән иһә:
– Был Минең Улым, һайлап алған Улым, Уны тыңлағыҙ! – тигән тауыш ишетелгән. 36 Был тауыш яңғырағас, Ғайса яңғыҙы ҡалған. Шәкерттәр бер ни ҙә өндәшмәгән һәм ул көндәрҙә нимә күргәндәрен бер кемгә лә һөйләмәгәндәр.
Шаҡшы рух эйәләшкән малайҙы һауыҡтырыу
37 Икенсе көн, улар тауҙан төшкәс, Ғайсаны күп халыҡ ҡаршылаған. 38 Шул саҡ халыҡ араһынан берәү:
– Остаз, үтенәм, улымды килеп ҡара! Ул минең берҙән-бер улым, – тип ҡысҡырған. – 39 Шаҡшы рух уны баҫып ала ла, бала ҡапыл ҡысҡыра башлай, тәне тартыша, ауыҙынан күбектәр килеп сыға. Шаҡшы рух, уны ныҡ итеп интектергәндән һуң, көскә китә. 40 Шәкерттәреңдән уны ҡыуып сығарыуҙарын үтенгәйнем, булдыра алманылар.
41 – Эй, иманһыҙ һәм боҙоҡ быуын! Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға һәм күпме түҙергә? Улыңды бында алып кил.
42 Етеп килгән мәлдәрендә ен малайҙы ергә атып бәргән дә, баланың тәне ҡороша башлаған. Ғайса иһә шаҡшы рухҡа тыйылырға бойорған һәм, малайҙы һауыҡтырып, атаһына тапшырған. 43 Алланың бөйөклөгөн күреп, барыһы ла хайран ҡалған.
Ғайсаның Үҙенең үлеүе һәм терелеүе хаҡында ҡабат әйтеүе
Халыҡ Ғайса ҡылған эштәргә ғәжәпләнеп торған арала, Ул Үҙенең шәкерттәренә:
44 – Ошо һүҙҙәрҙе хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ: Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк, – тигән.
45 Әммә Уны аңламағандар. Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе уларҙан йәшерелгән булған, шуның өсөн дә төшөнмәгәндәр. Ә Ғайсанан һорарға ҡурҡҡандар.
Кем иң бөйөгө?
46 Шәкерттәр үҙҙәренең араһында кемеһенең иң бөйөгө булыуы тураһында бәхәсләшә башлаған. 47 Ғайса, уларҙың уйын белеп, бер баланы Үҙенең эргәһенә баҫтырған да:
48 – Был баланы Минең хаҡыма ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә, ә Мине ҡабул иткән кеше Мине Ебәреүсене ҡабул итә. Арағыҙҙағы иң түбәне – иң бөйөгө, – тигән.
«Кем һеҙгә ҡаршы түгел, шул һеҙҙең яҡлы»
49 Яхъя:
– Остаз, беҙ бер кешенең Һинең исемең менән ендәрҙе ҡыуып сығарғанын күрҙек. Беҙҙең менән бергә йөрөмәгәнгә, беҙ уны тыйҙыҡ, – тип әйткән.
50 – Тыймағыҙ, сөнки кем һеҙгә ҡаршы түгел, шул һеҙҙең яҡлы, – тигән уға Ғайса.
51 Был донъянан китеп, күккә алыныр ваҡыты яҡынайғас, Ғайса тәүәккәлләп Иерусалимға киткән. 52 Ул Үҙенең алдынан хәбәрселәр ебәргән. Улар, Ғайса килеүгә бар нәмәне әҙерләп ҡуйыр өсөн юлға сығып, Самария ерендәге бер ауылға килгән. 53 Әммә, Иерусалимға юл тотҡанлыҡтан, бында Ғайсаны ҡабул итмәгәндәр . 54 Был хәлде күреп, шәкерттәре Яҡуб менән Яхъя:
– Хужабыҙ! Күктән ут төшөп , уларҙы юҡҡа сығарһын, тип бойороуыбыҙҙы теләйһеңме? – тигәндәр.
55 Ләкин Ғайса, әйләнеп, уларҙы тыйған . 56 Улар икенсе ауылға юл тотҡан.
Ғайсаға эйәреү
57 Юлда барғанда кемдер берәү Ғайсаға:
– Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, мин Һинең артыңдан барырмын, – тип өндәшкән.
58 – Төлкөләрҙең өңдәре, ҡоштарҙың оялары бар, ә Әҙәм Улының башын терәр урыны ла юҡ, – тип яуап биргән Ғайса.
59 Ә икенсеһенә:
– Миңә эйәр! – тигән.
Уныһы:
– Әфәндем! Өйөмә ҡайтып, тәүҙә атайымды ерләп килергә рөхсәт ит, – тип һораған.
60 Әммә Ғайса уға:
– Үлеләр үҙ үлеләрен үҙҙәре ерләһен, ә һин бар, Алла Батшалығы тураһындағы Хәбәрҙе иғлан ит, – тип әйткән.
61 Тағы берәүһе:
– Мин Һинең менән барам, Әфәндем! Ләкин тәүҙә өйҙәгеләр менән хушлашып килергә рөхсәт ит, – тип үтенгән.
62 Ләкин Ғайса уға:
– Ер һөрөргә тип һуҡаға тотонғас, артына боролоп ҡараған кеше Алла батшалығы өсөн яраҡлы түгел, – тигән.
10Етмеш ике шәкертте хеҙмәткә ебәреү
1 Шунан һуң Раббы Ғайса, тағы етмеш ике шәкертте һайлап алып, барырға ниәтләгән һәр ҡала һәм ауылдарға уларҙы Үҙе алдынан икешәрләп ебәргән. 2 Шәкерттәренә Ул былай тигән:
– Ура торған ашлыҡ күп, ә ураҡсылар аҙ. Шуға күрә ашлыҡтың Хужаһына ялбарығыҙ: Үҙенең уңышын урып алырға эшселәр ебәрһен. 3 Барығыҙ! Мин һеҙҙе бүреләр араһына бәрәстәр ебәргән кеүек ебәрәм. 4 Үҙегеҙ менән бер нәмә лә: аҡса янсығы ла, артмаҡ та, аяҡ кейеме лә алмағыҙ, юлда туҡтап берәүҙе лә сәләмләмәгеҙ. 5 Ингән һәр өйөгөҙҙә иң тәүҙә: «Был йортҡа именлек булһын», – тип әйтегеҙ. 6 Унда именлеккә лайыҡлы кеше йәшәһә, әйткән теләгегеҙ тормошҡа ашыр, әгәр лайыҡлы булмаһа – тормошҡа ашмаҫ. 7 Үҙегеҙҙе ҡабул иткән өйҙә ҡалығыҙ, ни бирһәләр, шуны ашағыҙ һәм эсегеҙ, сөнки эшсе үҙенең хеҙмәтенә күрә әжерен алырға лайыҡлы. Ул төбәктә булған саҡта өйҙән-өйгә күсеп йөрөмәгеҙ.
8 Берәй ҡалаға килгәс, унда һеҙҙе ҡабул итәләр икән, алдығыҙға ҡуйылған нәмәләрҙе ашағыҙ. 9 Ундағы ауырыуҙарҙы һауыҡтырығыҙ һәм ҡалала йәшәүселәргә: «Һеҙгә Алла Батшалығы яҡынлашты», – тип әйтегеҙ. 10 Әммә, берәй ҡалаға килеп, унда һеҙҙе ҡабул итмәһәләр, урамға сығып: 11 «Ҡалағыҙҙың аяҡтарыбыҙға ҡунған туҙанын да һеҙгә ҡағып ҡалдырабыҙ. Шулай ҙа белегеҙ, Алла Батшалығы яҡынлашты», – тиерһегеҙ. 12 Һеҙгә әйтәм: ҡиәмәт көнөндә ул ҡалаға ҡарағанда Содом ҡалаһына еңелерәк булыр.
«Ҡайғы һеҙгә»
13 Ҡайғы һиңә, Хоразин! Ҡайғы һиңә, Вифсаида! Әгәр ҙә һеҙҙә ҡылынған мөғжизәләр Тир һәм Сидон ҡалаларында күрһәтелгән булһа, ундағы кешеләр шырт кейемдәр кейеп һәм көлгә ултырып, күптән инде тәүбә итерҙәр ине. 14 Әммә ҡиәмәт көнөндә Тир менән Сидонға һеҙгә ҡарағанда еңелерәк булыр. 15 Эй, Капернаум, әллә һине күккә тиклем күтәрерҙәр тип уйлайһыңмы? Юҡ, үлеләр донъяһына тиклем түбән ташланырһың!
16 Һеҙҙе тыңлаған кеше Мине тыңлай, һеҙҙе кире ҡаҡҡан кеше Мине кире ҡаға; Мине кире ҡаҡҡан иһә Мине Ебәреүсене кире ҡаға.
Етмеш ике шәкерттең ҡайтыуы
17 Етмеш ике шәкерт ҡыуана-ҡыуана Ғайса янына ҡайтҡан:
– Хужабыҙ! Һинең исемең менән эш иткәндә, беҙгә хатта ендәр ҙә буйһона!
18 – Мин Иблистең күктән йәшендәй йығылып төшкәнен күрҙем, – тип яуап биргән уларға Ғайса. – 19 Эйе, Мин һеҙгә йыландарҙың, саяндарҙың өҫтөнә баҫыу һәм дошмандарҙың көсөн еңеп сығыу өсөн хакимлыҡ бирҙем. Һеҙгә бер ни ҙә зыян килтерә алмаҫ. 20 Әммә шаҡшы рухтарҙың һеҙгә буйһоноуына түгел, ә исемдәрегеҙҙең күктә яҙылыуына шатланығыҙ.
«Атам барыһын да Миңә тапшырҙы»
21 Ошо ваҡыт Ғайса, Изге Рух тарафынан шатлыҡ менән һуғарылып, былай тигән:
– Атам, күктең һәм ерҙең Хужаһы! Быны зирәктәр һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биргәнең өсөн Һине данлайым! Эйе, Атам, шулай эшләүҙе Һин яҡшы тип таптың! 22 Атам барыһын да Миңә тапшырҙы. Улының кем икәнен Атанан башҡа һис кем белмәй, Атаның кем икәнлеген дә Улынан һәм Улы Уның тураһында асырға теләгән кешенән башҡа һис кем белмәй.
23 Ғайса аҙаҡ шәкерттәренең үҙҙәренә генә мөрәжәғәт иткән:
– Һеҙ күргәндәрҙе күргәндәр бәхетле! 24 Һеҙгә әйтәм: күп пәйғәмбәрҙәр һәм батшалар һеҙ күргәндәрҙе күрергә теләне, ләкин күрмәне; һеҙ ишеткәндәрҙе ишетергә теләне, ләкин ишетмәне.
Изге күңелле Самария кешеһе хаҡында ҡисса
25 Бына бер ҡанун белгесе урынынан торған да, Ғайсаны һынарға теләп:
– Остаз, мәңгелек тормош алыр өсөн миңә нимә эшләргә? – тигән.
26 – Ҡанунда нимә тип яҙылған? Һин унан нимә уҡыйһың? – тип һораған унан Ғайса.
27 – «Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең, бөтә көсөң һәм бөтә аҡылың менән ярат» һәм «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат», – тип яуаплаған ҡанун белгесе.
28 – Дөрөҫ яуап бирҙең, шулай эшлә һәм йәшәрһең, – тигән Ғайса.
29 Ҡанун белгесе, үҙен аҡларға теләп, артабан:
– Ә Минең яҡыным кем? – тип һораған.
30 Ғайса уға ҡисса менән яуап биргән:
– Берәү Иерусалимдан Иерихонға китеп барғанда юлбаҫарҙар ҡулына эләккән. Улар уның кейемен һалдырып алған һәм, туҡмап, үлем хәлендә ҡалдырып киткән. 31 Шулай тура килгән: шул уҡ юлдан бер рухани үтеп барған, әммә, әлеге кешене күргәс, уны урап үткән. 32 Шулай уҡ бер левит та ошо ерҙән үтеп барышлай был кешене күргән, әммә ул да туҡталмаған.
33 Бер Самария кешеһе лә уҙып барышлай был әҙәмгә тап булған; уны күреп, йәлләгән. 34 Эргәһенә килеп, яраһын шарап менән йыуған, май һөртөп бәйләгән. Шунан һуң ишәгенә ултыртып, ҡунаҡханаға алып килгән, тәрбиәләгән. 35 Ә икенсе көнөнә, юлға сығырға йыйынғанда, ҡунаҡхана хужаһына ике динар аҡса сығарып биргән дә: «Был кеше тураһында хәстәрлек күр, аҡсаны күберәк тотонорға тура килһә, ҡайтышлай түләрмен», – тигән.
36 Был өсәүҙең ҡайһыныһы юлбаҫарҙар ҡулына эләккән әҙәмдең яҡыны була тип уйлайһың? – тип һораған Ғайса.
37 – Уға шәфҡәт күрһәткәне, – тип яуаплаған ҡанун белгесе.
– Бар, һин дә шулай эшлә, – тигән уға Ғайса.
Ғайса Марфа менән Мәрйәм янында
38 Ғайса, юлын дауам итеп, шәкерттәре менән бер ауылға килгән. Уны унда Марфа исемле бер ҡатын үҙ өйөндә ҡабул иткән. 39 Уның Мәрйәм исемле һеңлеһе булған. Ул Раббы Ғайсаның аяҡ осона ултырып, Уның һүҙҙәрен тыңлаған. 40 Марфа иһә ашарға бешереүҙе хәстәрләгән һәм Ғайса янына килеп:
– Хужам! Һеңлемдең бөтөн эште миңә генә ҡалдырып ҡуйыуына бошонмайһыңмы? Уға әйт әле, миңә ярҙам итһен, – тип үтенгән.
41 – Эй Марфа, Марфа! Һин күп нәмә тураһында хәстәрләп, ығы-зығы килеп йөрөйһөң, – тигән уға Раббы, – 42 ә бит бары бер генә нәмә кәрәк. Мәрйәм һәйбәт өлөштө һайлаған һәм ул унан тартып алынмаҫ.
11Ғайсаның доға ҡылырға өйрәтеүе
1 Бер ваҡыт Ғайса ниндәйҙер урында доға ҡылған. Ул доға ҡылып бөткәндән һуң, шәкерттәренең береһе:
– Хужам, Яхъя үҙенең шәкерттәрен өйрәткән кеүек, беҙҙе лә доға ҡылырға өйрәт әле, – тип һораған.
2 Ғайса уларға:
– Доға ҡылғанда былай тип әйтегеҙ:
Атабыҙ!
Исемең мөҡәддәс тип танылһын,
Һинең Батшалығың килһен.
3 Был көнгә кәрәкле икмәгебеҙҙе беҙгә һәр көн бир.
4 Гонаһтарыбыҙҙы кисер,
сөнки беҙ ҙә үҙебеҙгә яҙыҡ эш ҡылған һәр кемде кисерәбеҙ.
Беҙҙе һынауға дусар итмә, – тигән.
5 Ғайса һүҙен дауам иткән:
– Әйтәйек, һеҙҙең берегеҙ төн уртаһында дуҫына барып, унан: «Дуҫ! Миңә бурысҡа өс икмәк биреп тор әле, 6 үтеп барышлай бер дуҫым ингәйне, табынға ҡуйырға бер нәмәм дә юҡ», – тип һорай. 7 Ә эстән былай тип яуаплайҙар: «Мине борсоп йөрөмә, ишектәр бикләнгән, балаларым да янымда йоҡлап ята, тороп, һин һорағанды бирә алмайым». 8 Мин һеҙгә шуны әйтәм: ул кеше дуҫлыҡ хаҡына икмәк биреп ебәрмәһә лә, тегенең ныҡышмалылығы арҡаһында барыбер тороп, күпме һорала, шул тиклем бирер.
9 Шулай булғас, һеҙгә әйтәм: һорағыҙ – һәм һеҙгә бирерҙәр; эҙләгеҙ – һәм табырһығыҙ; шаҡығыҙ – һәм һеҙгә асырҙар. 10 Сөнки һәр һораған кеше ала, эҙләгән таба һәм шаҡығанға асалар. 11 Арағыҙҙан ҡайһы атай балыҡ һораусы улына балыҡ урынына йылан тотторор? 12 Йәки йомортҡа һораған саҡта саян бирер? 13 Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яуыз кеше булып та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, Күктәге Атағыҙ Үҙенән һораусыларға уғата Изге Рух бирәсәк.
Ғайса һәм Веельзевул
14 Ғайса телһеҙ берәүҙең эсенән енде ҡыуып сығарған. Ен сыҡҡандан һуң, был кеше һөйләшә башлаған. Халыҡ быға хайран ҡалған. 15 Уларҙың ҡайһы берҙәре:
– Ул ендәрҙе ендәр башлығы Веельзевулдың көсө менән ҡыуып сығара, – тигән.
16 Ә бәғзеләре, Ғайсаны һынап ҡарарға теләп, Уның күктән илаһи билдә күрһәтеүен талап иткән. 17 Әммә Ғайса, уларҙың уйҙарын белеп, халыҡҡа былай тигән:
– Халҡы үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышҡан батшалыҡ тар-мар ителер, кешеләре бер-береһенә ҡаршы торған һәр ғаилә тарҡалыр. 18 Иблис Иблисте ҡыуып сығарып, үҙ-үҙенә ҡаршы һөжүмгә барһа, уның батшалығы нисек имен тороп ҡала алыр? Ә һеҙ миңә: «Ендәрҙе Веельзевул көсө менән ҡыуып сығараһың», – тиһегеҙ! 19 Әгәр Мин ендәрҙе Веельзевул көсө менән ҡыуып сығарам икән, һеҙҙең кешеләрегеҙ кемдең көсө менән ҡыуып сығара һуң? Шунлыҡтан, хаҡлы булмауығыҙҙы улар үҙҙәре күрһәтер. 20 Ә инде Мин ендәрҙе Алла көсө менән ҡыуып сығарам икән, тимәк, һеҙгә Алла Батшалығы килеп етте.
21 Көслө кеше үҙ өйөн ҡорал менән һаҡлаған саҡта уның милке хәүефһеҙлектә булыр. 22 Ә инде көслөрәк берәү һөжүм итеп был кешене еңә ҡалһа, уның таянысы булған бөтөн ҡоралын тартып алыр, табышын бүлгеләр. 23 Кем Минең менән түгел, шул Миңә ҡаршы. Кем Минең менән бергә йыймай, шул таратып ташлай.
Шаҡшы рухтың ҡайтыуы
24 – Шаҡшы рух, кешенең эсенән сыҡҡандан һуң, һыуһыҙ ерҙәрҙә үҙенә һыйыныр урын эҙләп йөрөй, ләкин таба алмай. «Элекке өйөмә әйләнеп ҡайтайым әле», – тип уйлай ул. 25 Кире ҡайтҡас, ул уны һеперелгән һәм йыйыштырылған хәлдә таба. 26 Бынан һуң ул үҙенән дә яуызыраҡ ете рухты эйәртеп ҡайта һәм улар шунда йәшәй башлай. Ахырҙа был кешенең хәле баштағыға ҡарағанда ла нығыраҡ насарая.
27 Ғайса быны һөйләгән саҡта халыҡ араһынан бер ҡатын тороп:
– Һине ҡарынында йөрөткән һәм имеҙгән әсәйең бәхетле! – тип ҡысҡырған.
28 Ә Ғайса уға:
– Дөрөҫөрәге, Алла һүҙен тыңлаған һәм үтәгән кешеләр бәхетле, – тигән.
Илаһи билдә тураһында
29 Ғайса тирәһенә кешеләр тағы күберәк йыйылғас, Ул һөйләй башлаған:
– Был замандың кешеләре – яуыз, улар илаһи билдә талап итә, әммә уларға Юныс пәйғәмбәр билдәһенән башҡа билдә бирелмәйәсәк. 30 Юныс Ниневия кешеләренә илаһи билдә булған кеүек, Әҙәм Улы ла был заман кешеләре өсөн илаһи билдә булыр. 31 Ҡиәмәт көнөндә көньяҡ батшабикәһе лә, ошо быуын кешеләре менән бер рәттән тороп, уларҙы хөкөм итәсәк, сөнки ул Сөләймән батшаның аҡыллы һүҙҙәрен тыңлар өсөн ер сигенән килгән булған. Ә Алдығыҙҙағы – Сөләймәндән бөйөгөрәк. 32 Ниневия кешеләре ҡиәмәт көнөндә был заман кешеләре менән бер рәттән тороп, уларҙы хөкөм итәсәк, сөнки Ниневия кешеләре Юныс пәйғәмбәрҙең вәғәзен тыңлап, тәүбәгә килгән. Ә Алдығыҙҙағы – Юныстан бөйөгөрәк.
Тән яҡтыртҡысы
33 Бер кем дә шәм тоҡандырып, уны йәшерен урынға ҡуймай, ә өйгә килеп инеүселәр яҡтылыҡты күрһен өсөн, шәмдәлгә ултырта. 34 Тәндең яҡтыртҡысы – һинең күҙең. Күҙең һау булғанда бөтә тәнең нурлы була, ә инде күҙең насар булғанда тәнең дә ҡараңғы була. 35 Шуға күрә һаҡ бул: эсеңдәге яҡтылыҡ ҡараңғылыҡҡа әйләнмәһен. 36 Ә инде бөтә тәнең нурлы һәм унда бер генә ҡараңғы урын да юҡ икән, яҡтыртҡыс балҡыуы һине яҡтыртҡан кеүек, тәнең дә яҡты булыр.
Фарисейҙар менән ҡанун белгестәрен киҫәтеү
37 Ғайса һүҙен тамамлағандан һуң, фарисейҙарҙың берәүһе Уны ашҡа саҡырған. Ғайса, килгәс, табын артына ултырған. 38 Фарисей, Уның ашар алдынан йола буйынса тейешлесә ҡулдарын йыумауын күреп, ғәжәпкә ҡалған. 39 Әммә Раббы Ғайса уға былай тигән:
– Һеҙ, фарисейҙар, кәсәнең һәм табаҡтың тышын таҙартаһығыҙ, ә үҙегеҙҙең эсегеҙ ҡомһоҙлоҡ һәм яуызлыҡ менән тулы. 40 Аңһыҙҙар! Тышҡы яҡты бар иткән Алла эске яҡты ла бар иткән түгелме һуң? 41 Һауыт-һабаларығыҙҙағы бар нәмәне фәҡирҙәргә өләшегеҙ, шул саҡта бөтә нәмә һеҙҙең өсөн таҙа булыр.
42 Ҡайғы һеҙгә, фарисейҙар! Һеҙ бөтнөктөң, рутаның һәм бөтөн баҡса йәшелсәһенең ундан бер өлөшөн бирәһегеҙ, ә ғәҙеллеккә, Алланы яратыуға иғтибар итмәйһегеҙ. Быларҙы үтәргә һәм бүтән талаптарҙы ла ситтә ҡалдырмаҫҡа кәрәк ине. 43 Ҡайғы һеҙгә, фарисейҙар! Һеҙ ғибәҙәтханаларҙа алғы урындарҙа ултырырға һәм баҙар майҙандарында үҙегеҙҙе ололап сәләмләгәндәрен яратаһығыҙ. 44 Ҡайғы һеҙгә! Һеҙ билдәләнмәгән ҡәбер һымаҡ: кешеләр унда ҡәбер икәнен белмәйенсә, уларҙың өҫтөнән тапап йөрөй.
45 Ғайсаның был һүҙҙәренә ҡарата ҡанун белгестәренең берәүһе:
– Остаз! Был һүҙҙәрең менән Һин беҙҙе рәнйетәһең, – тип әйткән.
46 Ғайса былай тигән:
– Һеҙгә лә, ҡанун белгестәре, ҡайғы! Һеҙ кеше елкәһенә күтәргеһеҙ ауыр йөктәр һалаһығыҙ, ә үҙегеҙ ул йөктәргә бармаҡ менән дә ҡағылмайһығыҙ. 47 Ҡайғы һеҙгә! Һеҙ пәйғәмбәрҙәр ҡәберенә һәйкәлдәр төҙөйһөгөҙ, ә уларҙы ата-бабаларығыҙ үлтергән бит! 48 Бының менән һеҙ ата-бабаларығыҙ ҡылған эштәр менән риза булыуығыҙҙы күрһәтәһегеҙ, сөнки улар пәйғәмбәрҙәрҙе үлтергән, ә һеҙ уларға ҡәбер һәйкәлдәре төҙөйһөгөҙ. 49 Шуның өсөн Алла зирәклеге былай тигән: «Мин уларға пәйғәмбәрҙәр һәм илселәр ебәрәм, уларҙың ҡайһы берҙәрен үлтерерҙәр, ә ҡайһыларын эҙәрлекләрҙәр». 50 Шуға күрә, донъя яратылғандан алып, бөтөн пәйғәмбәрҙәрҙең түгелгән ҡаны өсөн ошо быуын кешеләре яуап тотасаҡ, 51 Һабил ҡанынан алып ҡорбан килтереү урыны менән Изге йорт араһында үлтерелгән Зәкәриә ҡанына тиклем. Эйе, һеҙгә әйтәм: ошо быуын кешеләре быларҙың бөтәһе өсөн дә яуап тотасаҡ.
52 Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре! Һеҙ белем асҡысын үҙ ҡулығыҙға алдығыҙ: үҙегеҙ ҙә инмәнегеҙ, инергә теләгәндәргә лә ҡамасауланығыҙ.
53 Ғайса фарисейҙың өйөнән сыҡҡас, ҡанун белгестәре менән фарисейҙар Уны тәнҡитләп, күп һорауҙарға яуап бирергә мәжбүр итә башлаған. 54 Улар Ғайсаға тоҙаҡ ҡороп, Уның һүҙҙәренән ғәйеп табырға тырышҡан.
12Ике йөҙлөлөк тураһында иҫкәртеү
1 Был ваҡытта меңәрләгән кеше йыйылған, улар бер-береһен ҡыҫырыҡлаған. Ғайса иң тәүҙә Үҙенең шәкерттәренә мөрәжәғәт итеп һүҙ башлаған:
– Фарисейҙар әсеткеһенән, йәғни ике йөҙлөлөктән һаҡ булығыҙ. 2 Асылмайынса ҡалыр бер ҡапланған нәмә лә һәм беленмәйенсә ҡалыр бер йәшерен сер ҙә юҡ. 3 Шуға күрә ҡараңғыла ни һөйләһәгеҙ, көн яҡтыһында ишетелер, өй эсендә ҡолаҡҡа шыбырлап әйткәнегеҙ ҡыйыҡтан иғлан ителер.
Кемдән ҡурҡырға кәрәк?
4 Һеҙгә иһә, дуҫтарыма, шуны әйтәм: тәнде үлтереүҙән тыш бер ни ҡыла алмаусыларҙан ҡурҡмағыҙ. 5 Һеҙгә кемдән ҡурҡырға кәрәклеген әйтәм. Йәнегеҙҙе алғандан һуң йәһәннәмгә ташларға хакимлығы булған Алланан ҡурҡығыҙ: эйе, һеҙгә әйтәм, Унан ҡурҡығыҙ. 6 Биш турғай ике баҡыр тәңкәгә һатыла түгелме ни? Ләкин уларҙың береһе лә Алла тарафынан онотолмаған. 7 Хатта башығыҙҙағы һәр сәс бөртөгө һанаулы. Ҡурҡмағыҙ, һеҙ күп турғайҙарға ҡарағанда ла ҡәҙерлерәк.
8 Һеҙгә әйтәм: Мине кешеләр алдында ҡабул иткән һәр кемде Әҙәм Улы ла Алла фәрештәләре алдында ҡабул итер. 9 Ә кем кешеләр алдында Минән ваз кисә, Алла фәрештәләре алдында унан ваз кисер. 10 Әҙәм Улына ҡаршы һүҙ әйткән һәр кем кисерелер, әммә Изге Рухҡа ҡаршы көфөр һүҙ һөйләүсе кисерелмәҫ.
11 Ғибәҙәтханаларға, башлыҡтар йәки хакимиәт кешеләре алдына килтергән ваҡытта, үҙебеҙҙе нисек яҡларға, нимә тип яуап бирергә тип борсолмағыҙ. 12 Нимә һөйләргә кәрәклеге тураһында һеҙгә шул сәғәттә Изге Рух кәңәш итер.
Аҡылһыҙ бай хаҡында ҡисса
13 Халыҡ араһынан берәү Ғайсаға:
– Остаз, ағайыма әйт әле, атайҙан ҡалған мираҫты минең менән уртаҡлашһын, – тигән.
14 Ғайса теге кешенән:
– Һеҙҙең бәхәстәрегеҙҙе хәл итеүсе йәки мөлкәтегеҙҙе бүлеүсе итеп Мине кем билдәләне? – тип һораған һәм 15 барыһына ла былай тип мөрәжәғәт иткән:
– Ҡомһоҙлоҡтан һаҡланығыҙ, кеше нисек кенә бай булһа ла, уның ғүмере байлыҡҡа бәйле түгел.
16 Бынан һуң Ғайса ҡисса һөйләгән:
– Бер байҙың баҫыуҙа игене бик уңған. 17 Бай эстән генә: «Нимә эшләйем икән? Ашлығымды ҡайҙа һаҡларға?» – тип уйлаған. 18 Ул шундай ҡарарға килгән: «Келәттәрҙе һүтеп, ҙурырағын һалайым да бөтә ашлығымды, бөтә байлығымды шунда йыяйым. 19 Шунан инде үҙемә: „Минең күп йылдарға етерлек байлығым бар, йәнем ял итһен, ашаһын, эсһен, күңел асһын“, – тип әйтермен». 20 Әммә Алла уға: «Аҡылһыҙ! Ошо төндә йәнеңде кире аласаҡтар, йыйған байлығың кемгә ҡалыр һуң?» – тигән.
21 Үҙе өсөн генә хазина туплаған, әммә Алла алдында бай булмаған һәр кем менән шулай булыр.
Алла Батшалығы һәм донъя мәшәҡәттәре
22 Шунан һуң Ғайса шәкерттәренә былай тигән:
– Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: йәшәү өсөн нимә ашарға, тәнегеҙгә нимә кейергә тип борсолмағыҙ. 23 Йән ризыҡтан, тән кейемдән мөһимерәк бит. 24 Ҡарғаларға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа; уларҙың келәттәре лә, буралары ла юҡ. Шулай ҙа Алла уларҙы туйындыра. Ә һеҙ ҡоштарға ҡарағанда әллә күпмегә ҡәҙерлерәк бит. 25 Арағыҙҙан кем, борсолоп, үҙ ғүмерен бер сәғәткә булһа ла оҙонайта ала? 26 Шулай булғас, хатта бәләкәй генә нәмәне лә эшләй алмайһығыҙ икән, ни эшләп башҡа нәмә тураһында ҡайғырырға?
27 Ләләләрҙең нисек үҫкәнен ҡарағыҙ: улар эшләмәй ҙә, еп тә иләмәй. Әммә һеҙгә шуны әйтәм: Сөләймән батша, үҙенең бөтә мөһабәтлелегенә ҡарамаҫтан, сәскәләрҙең береһе кеүек тә кейенмәгән. 28 Әгәр ҙә бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде Алла шулай кейендерә икән, һеҙҙе бигерәк тә кейендерер, эй һеҙ, имандары аҙҙар.
29 Шулай булғас, нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ тип ҡайғырмағыҙ. Бының өсөн хафаланмағыҙ. 30 Ул турала был донъя кешеләре ҡайғырта. Ә Атағыҙ һеҙҙең был нәмәләргә мохтаж икәнлегегеҙҙе белә. 31 Һеҙ, киреһенсә, Алла Батшалығын эҙләгеҙ һәм былар бирелер.
Күктәге хазина тураһында
32 Эй бәләкәй көтөү, ҡурҡмағыҙ! Батшалыҡты һеҙгә биреүҙе Атағыҙ яҡшы тип тапты. 33 Мөлкәтегеҙҙе һатығыҙ ҙа, ярлыларға өләшегеҙ. Үҙегеҙгә мәңге туҙмай торған янсыҡтар әҙерләгеҙ, күктәрҙә һис кәмемәҫ хазина туплағыҙ: унда ҡараҡ та теймәҫ, көйә лә төшмәҫ. 34 Хазинағыҙ ҡайҙа булһа, күңелегеҙ ҙә шунда булыр.
Ышаныслы һәм ышанысһыҙ хеҙмәтселәр
35 Яҡтыртҡыстарығыҙҙы һүндермәйенсә, эш итергә әҙер тороғоҙ. 36 Хужаһының никах туйынан ҡайтыуын көтөп, ул ҡайтып шаҡыу менән ишек асырға әҙер торған хеҙмәтселәй булығыҙ. 37 Хужа ҡайтҡас, хеҙмәтселәрен уяу хәлдә күрһә, шул хеҙмәтселәр бәхетле. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хужа, алъяпҡыс бәйләп, хеҙмәтселәрен өҫтәл янына ултыртыр һәм уларға үҙе үк хеҙмәт итер. 38 Ихтимал, хужа төн уртаһында йәки таң атҡас ҡайтып инер. Әгәр ул хеҙмәтселәрен уяу хәлдә күрһә, шул хеҙмәтселәр бәхетле.
39 Белегеҙ: әгәр ҙә өй хужаһына ҡараҡтың ҡайһы ваҡытта килере мәғлүм булһа, үҙ өйөнә инергә юл ҡуймаҫ ине. 40 Һеҙ ҙә әҙер булығыҙ: Әҙәм Улы һеҙ көтмәгән сәғәттә килер.
41 Шул саҡ Петр:
– Хужам, был ҡиссаны һин беҙҙең өсөн генә һөйләнеңме, әллә башҡалар өсөн дәме? – тип һораған.
42 Раббы Ғайса иһә былай тигән:
– Ә ышаныслы һәм аҡыллы идарасы ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты үҙ ваҡытында өләшеү өсөн, хужа бер хеҙмәтсеһен башҡалары өҫтөнән ҡуя. 43 Хужаһы ҡайтып, үҙе әйткәнсә эшләүен күрһә, шул хеҙмәтсе бәхетле. 44 Һеҙгә дөрөҫөн әйтәм: хужаһы уны бөтә мөлкәте өҫтөнән башлыҡ итеп ҡуясаҡ.
45 Ләкин ул хеҙмәтсе: «Хужам тиҙ генә ҡайтмаҫ әле», – тип уйлап, башҡа хеҙмәтселәрҙе – ирҙәрҙе лә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла туҡмарға тотонһа һәм ашап-эсеп, иҫереп йөрөһә, 46 хужаһы ул көтмәгән көндә һәм уйламаған сәғәттә ҡайтып төшөр ҙә, уны ҡаты язаға тарттырыр, имандары юҡтар менән бер яҙмышҡа дусар итер.
47 Хужаһының ихтыярын белеп тә, әҙер булмаған һәм уның ихтыярынса эшләмәгән хеҙмәтсе ҡаты туҡмалыр. 48 Ә инде хужаһының ихтыярын белмәйенсә язаға тарттырыла торған эш эшләгән хеҙмәтсе аҙыраҡ туҡмалыр. Кемгә күп бирелә, унан күп талап ителер һәм кемгә күберәк ышанып тапшырыла, унан күберәк һоралыр.
Ғайса килтергән бүленеш
49 Мин ергә ут алып килдем һәм ул уттың тиҙерәк янып китеүен теләйем! 50 Мин ғазап күленә сумдырылырға тейешмен. Был хәл булғанға тиклем нисек интегәм әле! 51 Мине ергә тыныслыҡ килтерергә килде тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, һеҙгә әйтәм, Мин бүлергә килдем. 52 Ошо мәлдән башлап, бер өйҙә биш кеше йәшәһә, өсөһө – икәүһенә һәм икәүһе өсөһөнә ҡаршы булыр. 53 Атаһы – улына, улы – атаһына; әсәһе – ҡыҙына, ҡыҙы – әсәһенә; ҡәйнәһе – килененә, килене – ҡәйнәһенә ҡаршы булыр.
Заман билдәләре
54 Ғайса йәнә халыҡҡа өндәшкән:
– Һеҙ көнбайышта болот күтәрелгәнен күргәс, шунда уҡ: «Ямғыр яуыр», – тиһегеҙ һәм шулай була ла. 55 Көньяҡтан ел иҫһә: «Эҫе булыр», – тиһегеҙ һәм шулай була ла. 56 Ике йөҙлөләр! Ерҙе һәм күк йөҙөн күҙәтеп, һауа торошон билдәләйһегеҙ, әммә был заманды ни эшләп төшөндөрөп бирә алмайһығыҙ?
57 Ни эшләп һеҙ нимәнең дөрөҫ икәнлеген үҙегеҙ билдәләй алмайһығыҙ? 58 Дәғүәсең һине хөкөмдарға алып барһа, юлда саҡта уҡ уның менән килешергә тырыш. Юғиһә ул һине хөкөмдарға алып барыр, ә хөкөмдар һаҡсыға тапшырыр. Һаҡсы иһә төрмәгә ябыр. 59 Һиңә шуны әйтәм: бурысыңды аҙаҡҡы тәңкәһенә тиклем түләп бөтөрмәйенсә, унан сыҡмаясаҡһың.
13«Тәүбәгә килмәһәгеҙ, һәләк булырһығыҙ»
1 Ошо ваҡытта Ғайса янына ниндәйҙер кешеләр килеп, ҡорбан килтергән саҡтарында Пилаттың әмере буйынса үлтерелгән Галилея кешеләре тураһында һөйләгән. Уларҙың ҡаны килтерелгән ҡорбан ҡанына буталған. 2 Ғайса ул хәлгә ҡарата былай тип әйткән:
– Был хәл Галилеяның ошо кешеләре менән булып уҙғанлыҡтан, улар башҡа галилеялыларға ҡарағанда гонаһлыраҡ тип уйлайһығыҙмы? 3 Һеҙгә әйтәм: юҡ! Әммә, тәүбәгә килмәһәгеҙ, бөтәгеҙ ҙә улар кеүек һәләк булырһығыҙ. 4 Йәки Силоам манараһы ауып, уның аҫтында баҫылып үлгән ун һигеҙ кеше Иерусалимда йәшәгән бөтәһенән дә ғәйеплерәк ине тип уйлайһығыҙмы? 5 Һеҙгә әйтәм: юҡ! Әммә, тәүбәгә килмәһәгеҙ, барығыҙ ҙа улар кеүек һәләк булырһығыҙ.
Емешһеҙ инжир ағасы хаҡында ҡисса
6 Ғайса ошондай ҡисса һөйләгән:
– Берәүҙең йөҙөм баҡсаһында инжир ағасы үҫкән. Бер ваҡыт был кеше баҡсаға килгән дә, ағастан емеш эҙләй башлаған, ләкин таба алмаған. 7 Шунан һуң баҡсасыға: «Бына мин өс йыл инде ошо инжир ағасының емешен йыйырға тип киләм, ләкин таба алмайым. Һин уны ҡырҡып ташла. Ни эшләп ул урын биләп тора?» – тигән. 8 Баҡсасы былай тип яуаплаған: «Хужам, һин уны тағы бер йылға ҡалдырып тор, мин уның тирә-яғын ҡаҙып йомшартайым, тиреҫ һалайым. 9 Алдағы йылда емеш бирмәҫме икән? Бирмәһә, ул саҡта ҡырҡып ташларһың».
Шәмбе көнө ауырыу ҡатынды һауыҡтырыу
10 Ғайса шәмбе көнө бер ғибәҙәтханала өйрәткән. 11 Унда бер ҡатын булған. Уның эсендә ун һигеҙ йыл буйы шаҡшы рух йәшәгән. Был рух уны ғәрипләндергән, ҡатын бөкрәйеп төшкән һәм бөтөнләй турая алмаған. 12 Ғайса, уны күреп, Үҙе янына саҡырып алған да:
– Апай! Һин сиреңдән ҡотолдоң! – тигән.
13 Ғайса был ҡатынға ҡулдарын ҡуйған, ҡатын шунда уҡ турайып баҫҡан һәм Алланы данлай башлаған. 14 Ғибәҙәтхана башлығы, Ғайсаның шәмбе көнө һауыҡтырыуына асыуланып, халыҡҡа:
– Эшләү өсөн аҙнаның алты көнө бар, сирҙәрегеҙҙән һауығырға шәмбе түгел, ә шул ҡалған көндәрҙең береһендә килегеҙ, – тигән.
15 Раббы Ғайса:
– Ике йөҙлөләр! Һеҙҙең ҡайһынығыҙ шәмбе көнө үгеҙен йәки ишәген утлыҡсанан айырып, һыу эсерергә алып бармай? 16 Был ҡатын Ибраһим нәҫеленән бит! Иблис уны ун һигеҙ йыл буйына бәйҙә тотҡан. Бөгөн шәмбе көнө булһа ла, уны әсирлектән азат итергә ярамаймы ни? – тип яуаплаған.
17 Ғайса был һүҙҙәрҙе әйткәс, Уға ҡаршы төшөүселәрҙең барыһы ла оялған, бөтөн халыҡ иһә Ул ҡылған бар данлы эштәргә шатланған.
Горчица орлоғо һәм әсетке
18 Шунан һуң Ғайса былай тип һөйләгән:
– Алла Батшалығы нимәгә оҡшаған һәм Миңә Уны нимә менән сағыштырырға?
19 Ул кешенең үҙ баҡсаһына ултыртҡан горчица орлоғона оҡшаған: үҫеп еткәс ағасҡа әүерелә һәм ҡоштар уның ботаҡтарында оя ҡора.
20 Ғайса һүҙен дауам иткән:
– Алла Батшалығын йәнә нимә менән сағыштырайым? 21 Ул әсеткегә оҡшаған: ҡатын кеше аҙ ғына әсетке менән бер тоҡ ондан ҡамыр баҫып ҡуя, ахырҙа бөтә ҡамыр әсеп ҡабара.
Тар ҡапҡалар хаҡында ҡисса
22 Ғайса, ҡалалар һәм ауылдар буйлап вәғәзләп, Иерусалимға юл тотҡан. 23 Кемдер Унан:
– Әфәндем, аҙҙар ғына ҡотолоп ҡалырмы икән? – тип һораған.
Ғайса иһә ундағы кешеләргә былай тип яуаплаған:
24 – Бөтә көсөгөҙҙө һалып тар ишек аша инергә тырышығыҙ, сөнки, һеҙгә әйтәм: күптәр тырышыр, тик үтә алмаҫ. 25 Өй хужаһы урынынан тороп ишекте бикләгәндән һуң, һеҙ тышҡы яҡта ҡалып ишек ҡаға башларһығыҙ һәм: «Әфәндем, беҙгә ишек ас әле!» – тип үтенерһегеҙ. Ә Ул һеҙгә: «Мин һеҙҙең кем икәнлегегеҙҙе лә, ҡайҙан икәнлегегеҙҙе лә белмәйем», – тип яуаплар. 26 Шул саҡ һеҙ: «Беҙ һинең менән бергә ашаныҡ, эстек, Һин урамдарыбыҙҙа беҙҙе өйрәттең», – тип әйтә башларһығыҙ. 27 Әммә Ул: «Һеҙҙең ҡайҙан икәнлегегеҙҙе белмәйем, яуызлыҡ ҡылыусылар, бөтәгеҙ ҙә Минең янымдан китегеҙ», – тип әйтер.
28 Һеҙ Ибраһимдың, Исхаҡтың, Яҡубтың һәм бөтөн пәйғәмбәрҙәрҙең Алла Батшалығында булыуын, ә үҙегеҙҙең унан ҡыуып сығарылыуығыҙҙы күреп, һыҡтарһығыҙ һәм тештәрегеҙҙе шығырлатырһығыҙ. 29 Көнсығыштан һәм көнбайыштан, төньяҡтан һәм көньяҡтан килерҙәр һәм Алла Батшалығында мәжлес өҫтәле артына ултырырҙар. 30 Әлеге ваҡытта аҙаҡҡы булғандарҙың ҡайһы берҙәре – беренсе, беренсе булғандарҙың ҡайһы берҙәре аҙаҡҡы булыр.
Ғайсаның Иерусалим хаҡында көйөнөүе
31 Шул ваҡыт фарисейҙарҙың ҡайһы берҙәре килеп Ғайсаға:
– Бынан кит, Ирод Һине үлтерергә теләй, – тигән.
32 Ғайса уларға былай тип яуаплаған:
– Барығыҙ, ул төлкөгә: «Бөгөн һәм иртәгә ендәрҙе ҡыуырмын, ауырыуҙарҙы һауыҡтырырмын, өсөнсө көнгә эшемде тамамлармын», – тип әйтегеҙ. 33 Улай ғына ла түгел, Мин бөгөн дә, иртәгә лә, өсөнсө көндә лә Үҙ юлымды дауам итергә тейешмен, сөнки пәйғәмбәрҙең Иерусалимдан ситтә үлтерелеүе күҙ алдына килмәй.
34 Иерусалим! Пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе, Алла тарафынан үҙенә ебәрелгәндәрҙе таштар менән бәреп һәләк итеүсе Иерусалим! Ҡош үҙенең ҡошсоҡтарын ҡанат аҫтына йыйған кеүек, Мин дә һинең балаларыңды нисә тапҡыр шулай бергә йыйырға теләнем, ләкин һеҙ килергә теләмәнегеҙ! 35 Хәҙер иһә һеҙҙең Изге Йортоғоҙ ташланыласаҡ. Һеҙгә әйтәм: «Раббы исеменән Килеүсе мөбәрәк!» – тип әйтер ваҡытығыҙ етмәй тороп, Мине күрмәйәсәкһегеҙ!
14Ғайсаның шәмбе көнө тураһында яуабы
1 Шәмбе көнө Ғайса фарисей башлыҡтарының береһенең өйөнә ашҡа барған. Фарисейҙар Уны күҙәткән. 2 Уның алдына һары һыу ауырыуынан яфа сигеүсе бер кеше килеп баҫҡан.
3 – Ҡанун буйынса, шәмбе көнө дауаларға яраймы? – тип һораған Ғайса ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙан.
4 Тегеләре өндәшмәгән. Ә Ғайса, ауырыу кешене ҡосағына алып, уны һауыҡтырған, өйөнә ҡайтарып ебәргән. 5 Ғайса уларҙан:
– Берегеҙҙең улы йәки үгеҙе ҡоҙоҡҡа ҡолап төшһә, шәмбе көн булһа ла шунда уҡ тартып сығармаҫ инегеҙме? – тип һораған.
6 Тегеләр Ғайсаның был һорауына яуап бирә алмаған.
Саҡырылған ҡунаҡтар хаҡында ҡисса
7 Саҡырылған ҡунаҡтарҙың үҙҙәренә урынды түрҙән алыуҙарын күреп, Ғайса уларға былай тигән:
8 – Берәү һине мәжлескә саҡырһа, түрҙәге урынға ултырма, сөнки һиңә ҡарағанда хөрмәтлерәк кешенең саҡырылған булыуы ихтимал. 9 Һине лә, уны ла саҡырған хужа эргәңә килеп: «Урыныңды был кешегә бир», – тип әйтер. Шул саҡта һин, оятҡа ҡалып, ишек төбөндәге урынға барып ултырырға мәжбүр булырһың. 10 Киреһенсә, мәжлескә саҡырылһаң, килгәс ишек янынан урын ал, шунда хужа эргәңә килеп: «Дуҫ, түргәрәк күсеп ултыр», – тип әйтер. Шул саҡ һинең менән бергә мәжлестә ултырыусыларҙың бөтәһе алдында ихтирамың артыр. 11 Үҙен башҡаларға ҡарағанда өҫтөн ҡуйған һәр кем түбәнһетелер, ә үҙен түбәнһеткән – күтәрелер.
12 Ғайса үҙен ашҡа саҡырған кешегә лә өндәшкән:
– Төшкө йәки киске ашҡа дуҫтарыңды ла, ағай-энеләреңде лә, туғандарыңды ла, бай күршеләреңде лә саҡырма. Юҡһа улар ҙа һине үҙҙәренә ашҡа саҡырыр һәм шуның менән яҡшылығың кире ҡайтарылыр. 13 Табын йыяһың икән, фәҡирҙәрҙе, ғәриптәрҙе, аҡһаҡтарҙы, һуҡырҙарҙы саҡыр, 14 ул саҡта инде һин бәхетле булырһың, сөнки улар һиңә ҡайтарып түләй алмай, ә тәҡүә кешеләр үленән тереләсәк көндө иһә һиңә ҡайтарылып бирелер.
15 Ғайсаның был һүҙҙәрен ишеткәс, Уның менән ултырғандарҙың береһе:
– Алла Батшалығындағы табындан ашаясаҡ кеше бәхетле! – тигән.
16 Ғайса иһә уға былай тип яуап биргән:
– Бер кеше ҙур табын әҙерләп күп ҡунаҡ саҡырған. 17 Ашар мәл еткәс, үҙенең хеҙмәтсеһен ҡунаҡтарға: «Килегеҙ, табын әҙер инде», – тип әйтергә ебәргән. 18 Бөтәһе лә, һүҙ ҡуйышҡан кеүек, ғәфү үтенә башлаған. Беренсеһе: «Ер һатып алғайным, шуны барып ҡарарға кәрәк, зинһар, мине ғәфү ит», – тигән. 19 Икенсеһе: «Биш пар эш үгеҙе һатып алғайным, уларҙы һынап ҡарарға кәрәк, зинһар, мине ғәфү ит», – тигән. 20 Өсөнсөһө: «Мин өйләндем, шуның өсөн бара алмайым», – тигән. 21 Хеҙмәтсе, ҡайтҡас, был хаҡта хужаһына һөйләп биргән. Хужа асыуланған һәм хеҙмәтсеһен: «Бар, йәһәт кенә ҡала майҙандарынан һәм тыҡрыҡтарҙан фәҡирҙәрҙе, ғәриптәрҙе, һуҡырҙарҙы һәм аҡһаҡтарҙы йыйып алып ҡайт», – тип сығарып ебәргән. 22 Хеҙмәтсе әйләнеп ҡайтҡас: «Хужам, һинең әмерең үтәлде, әммә буш урындар ҡалды әле», – тигән. 23 Хужа хеҙмәтсеһенә: «Бар, ҡала ситендәге юлдарға, һуҡмаҡтарға сыҡ, кешеләрҙе бында килергә күндер, өйөм тулы булһын, – тип бойорған. – 24 Һеҙгә шуны әйтәм: тәүге саҡырылғандарҙың береһе лә минең табынымдағы ризыҡтан татый алмаҫ» .
Ғайсаға эйәреү хаҡы
25 Ғайса артынан күп халыҡ эйәргән, Ул былай тип мөрәжәғәт иткән:
26 – Минең яныма килгән кеше атаһы менән әсәһен, ҡатыны менән балаларын, ағай-энеһе һәм апай-һеңлеләрен, хатта үҙ йәнен Мине яратҡандан нығыраҡ яратһа, шәкертем була алмай. 27 Үҙенең арҡысағын күтәреп, артымдан эйәреп бармаған кеше шәкертем була алмай. 28 Әйтәйек, арағыҙҙан берәйһе манара төҙөргә теләй ти. Ул иң элек, ултырып, уның күпмегә төшәсәген хисаплап, төҙөлөштө аҙағына тиклем еткерә алыу-алмауын самаламаймы ни? 29 Юғиһә, нигеҙен һалып та, уны төҙөп бөтөрә алмаһа, быны күргәндәрҙең барыһы ла: 30 «Был кеше төҙөй башланы ла, тамамлап ҡуя алманы», – тип көлөр.
31 Йәки берәй батша икенсе бер батшаға ҡаршы һуғышҡа әҙерләнгән саҡта, ултырып, кәңәш ҡороп, ун меңлек ғәскәре менән егерме меңлек ғәскәргә ҡаршы торорлоҡ көскә эйәме, түгелме икәнлеге тураһында уйлап ҡарамаҫ инеме? 32 Көсө етмәҫлек булһа, теге батша алыҫта саҡта уҡ солох шарттары хаҡында килешер өсөн, илселәрен ебәрәсәк.
33 Шулай уҡ һеҙҙең һәр берегеҙ барлыҡ нәмәһенән баш тартмаһа, Минең шәкертем була алмаясаҡ.
Тәмен юғалтҡан тоҙ
34 Тоҙ яҡшы нәмә. Әммә үҙенең тәмен юғалтһа, уның тәмен нисек ҡайтарырһың? 35 Ул баҫыу өсөн дә, тиреҫ өсөн дә яраҡһыҙға әйләнер һәм уны сығарып ташларҙар. Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!
15Юғалған һарыҡ хаҡында ҡисса
1 Һалым йыйыусылар менән башҡа гонаһлыларҙың байтағы, Ғайсаны тыңлау өсөн, Уның янына йыйылған. 2 Фарисейҙар менән ҡанун белгестәре иһә:
– Был Кеше гонаһлыларҙы ҡабул итә, хатта улар менән бер табындан ашай, – тип һуҡранған.
3 Ғайса уларға ошондай ҡисса һөйләгән:
4 – Әйтәйек, берегеҙҙең йөҙ һарығы булып, шуларҙың береһе юғалды ти. Ул туҡһан туғыҙын көтөүлектә ҡалдырып, юғалған берәүһен тапҡансы эҙләмәҫме ни? 5 Ә инде тапҡас, ҡыуанып, уны елкәһенә һалыр, 6 өйөнә ҡайтҡас, дуҫтары менән күршеләрен саҡырып: «Шатлығымды уртаҡлашығыҙ, мин юғалған һарығымды таптым», – тиер. 7 Һеҙгә шуны әйтәм: шул рәүешле, тәүбә итеүгә мохтаж булмаған туҡһан туғыҙ тәҡүә кеше өсөн шатланыуға ҡарағанда, тәүбә иткән гонаһлы бер кеше өсөн күктә шатлыҡ ҙурыраҡ булыр.
Көмөш тәңкә хаҡында ҡисса
8 – Әгәр берәй ҡатындың ун көмөш тәңкәһе булып, береһен юғалтһа, майшәм яндырып, иҙәнен һепереп, уны тапҡансы ентекләп эҙләмәҫме? 9 Ә инде тапҡас, әхирәттәре менән күршеләрен саҡырып: «Шатлығымды уртаҡлашығыҙ, юғалтҡан тәңкәмде таптым», – тиер. 10 Һеҙгә шуны әйтәм: Алла фәрештәләре лә тәүбә иткән бер гонаһлы өсөн шулай уҡ шатланыр.
Юғалған улдың кире ҡайтыуы хаҡында ҡисса
11 Ғайса һөйләүен дауам иткән:
– Бер кешенең ике улы булған. 12 Кесе улы атаһына: «Атай, мөлкәттең миңә тейешле өлөшөн бүлеп бир», – тигән. Атаһы мөлкәтен улдарына бүлеп биргән. 13 Бер нисә көн үткәс, кесе улы үҙ өлөшөн һатып, бөтә аҡсаһын алып, алыҫ юлға сығып киткән һәм, унда аҙғынлыҡҡа бирелеп, байлығын туҙҙырып бөтөргән. 14 Бөтөнөһөн пыран-заран килтергәндән һуң, был илгә ҡаты аслыҡ килгән һәм ул мохтажлыҡ кисерә башлаған. 15 Шул саҡ ул ошо илдең бер кешеһенә эшкә ялланған, был кеше уны яланға сусҡа көтөргә ебәргән. 16 Кесе ул шул тиклем асыҡҡан, хатта сусҡаларҙың аҙығын ашарға ла риза булыр кимәлгә еткән, әммә уға уныһын да бирмәгәндәр.
17 Шул саҡ ул аҡылына килеп: «Атайымдың ялсылары күп һәм уларҙың бөтәһенең дә туйғансы ашарлыҡ ризығы бар, ә мин бында астан үлеп барам. 18 Хәҙер үк ҡайтайым да уға: „Атай, мин күктәге Алла ҡаршыһында һәм һинең алдыңда гонаһ ҡылдым. 19 Инде һинең улың тип аталырға лайыҡ түгелмен, мине ялсы итеп эшкә ал“, – тип әйтәйем», – тип уйлаған. 20 Шунан һуң атаһы янына ҡайтып киткән. Алыҫта килә ятҡанында уҡ уны атаһы күреп ҡалған һәм бик йәлләгән, ҡаршыһына йүгереп барып, ҡосаҡлап үбеп алған. 21 Улы уға: «Атай, мин күктәге Алла ҡаршыһында һәм һинең алдыңда гонаһ ҡылдым: инде һинең улың тип аталырға лайыҡ түгелмен», – тигән. 22 Ә атаһы үҙенең хеҙмәтселәренә: «Иң һәйбәт кейемдәр алып килеп уны кейендерегеҙ, бармағына йөҙөк кейҙерегеҙ, аяҡтарына ҡаталар бирегеҙ, 23 һимертелгән берәй быҙауҙы салығыҙ, ашап-эсеп, күңел асайыҡ! 24 Минең улым үлгәйне – хәҙер терелде, юғалғайны – хәҙер табылды», – тип әйткән. Шунан улар күңел аса башлаған.
25 Атаның өлкән улы иһә ҡырҙа булған. Ҡайтышлай, өйөнә яҡынайып килгәндә, йыр һәм бейеү тауыштары ишеткән. 26 Хеҙмәтселәрҙең береһен саҡырып: «Бында нимә бара?» – тип һораған. 27 «Һинең ҡустың ҡайтты, атайың уны һау-сәләмәт күреүенә ҡыуанып, һимертелгән быҙау салдырҙы», – тигән уға хеҙмәтсе. 28 Өлкән улдың быға асыуы килгән һәм өйгә инергә теләмәгән. Атаһы сығып саҡырғас, 29 уға ул былай тигән: «Бына мин һиңә нисә йылдар инде хеҙмәт итәм. Бойороғоңдо бер тапҡыр ҙа үтәмәй ҡалғаным юҡ. Шулай булһа ла, дуҫтарым менән күңел асырға бер тапҡыр кәзә бәрәсе лә бирмәнең. 30 Ә милкеңде аҙғын ҡатындар менән туҙҙырған был улың ҡайтҡас, уның өсөн хатта һимертелгән быҙау салғанһың!» 31 Атаһы уға: «Улым, һин һәр ваҡыт янымда, минең бар нәмәм – һинеке. 32 Был ҡустың үлгәйне – терелде, юғалғайны – табылды. Бына ошо ҡыуаныстан күңел асырға булдыҡ», – тигән.
16Ышанысһыҙ идара итеүсе хаҡында ҡисса
1 Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тигән:
– Бер бай хужалығы менән идара итеүсе тотҡан. Байға был кешенең уның мөлкәтен туҙҙырыуы тураһында әйткәндәр. 2 Бай идарасыһын саҡырып ала: «Һинең турала нимәләр генә ишетмәйем! Үҙеңдең идаралыҡ эшмәкәрлегеңә иҫәп-хисап яһа, сөнки артабан минең хужалығыма идарасы була алмайһың». 3 Идарасы шул саҡ үҙ алдына былай тип уйлаған: «Нимә эшләйем икән? Хужам мине идаралыҡ итеү эшенән ҡыуа, ер ҡаҙырға көсөм юҡ, хәйер һорарға оялам. 4 Әһә! Шулай ҙа, хужалыҡ менән идаралыҡ итеү эшенән сығарылғас, кешеләр мине үҙ йорттарына ҡабул итһендәр өсөн нимә эшләргә кәрәклеген беләм». 5 Шунан ул хужаһына бурысы булған кешеләрҙе берәм-берәм саҡырып алған. Тәүгеһенән: «Минең хужама күпме бурысың бар?» – тип һораған. 6 Тегенеһе уға: «Йөҙ мискә май тейешмен», – тигән. Идара итеүсе: «Бына бурыс тураһындағы ҡағыҙың. Уны ал да тиҙ генә ултырып, илле мискә, тип яҙ», – тигән. 7 Шунан икенсеһен саҡырып: «Ә һинең бурысың күпме?» – тип һораған. «Йөҙ тоҡ бойҙай». Идара итеүсе: «Бына бурыс тураһындағы ҡағыҙың. Уны ал да һикһән тоҡ тип яҙ», – тигән. 8 Хужа намыҫһыҙ идарасыны отҡорлоғо өсөн маҡтаған. Сөнки был донъя кешеләре үҙ-ара эш иткәндә, яҡтылыҡ кешеләренә ҡарағанда отҡорораҡ.
9 Һеҙгә әйтәм: хаҡ булмаған донъяның байлығын, изгелек итеп, үҙегеҙгә дуҫтар булдырыу өсөн файҙаланығыҙ. Шулай эшләһәгеҙ, байлыҡтың файҙаһы бөткәс, мәңгелек йәшәү йорттарына ҡабул ителерһегеҙ.
10 Бәләкәй нәмәлә ышаныслы кеше ҙур нәмәлә лә ышаныслы булыр, бәләкәй нәмәлә ышанысһыҙ кеше ҙурында ла ышанысһыҙ булыр. 11 Шулай итеп, хаҡ булмаған донъяның байлығы менән эш итеүҙә ышаныслы түгелһегеҙ икән, ысын байлыҡты һеҙгә кем аманат итер? 12 Әгәр башҡаларҙың һеҙгә тапшырылған мөлкәте менән ышаныслы эш итмәйһегеҙ икән, үҙегеҙгә тәғәйенләнгәне Алла тарафынан нисек бирелер? 13 Бер ниндәй хеҙмәтсе лә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: йә береһен яратыр, икенсеһен күрә алмаҫ, йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ.
Фарисейҙар һәм ҡанун
14 Фарисейҙар быларҙың бөтәһен дә ишеткән һәм, үҙҙәре аҡса яратҡанлыҡтан, Ғайсанан мыҫҡыллап көлгәндәр. 15 Ғайса уларға былай тигән:
– Һеҙ кешеләр алдында үҙегеҙҙе хаҡ итеп күрһәтәһегеҙ, әммә Алла һеҙҙең күңелегеҙҙә ни ятҡанын белә. Кешеләр юғары баһалаған нәмә – Алла өсөн ерәнес.
16 Ҡанундың һәм пәйғәмбәрҙәрҙең заманы Яхъя килгәнгә тиклем булды, шунан бирле Алла Батшалығы тураһында Һөйөнөслө Хәбәр вәғәз ителә һәм һәр кем унда инергә ҙур тырышлыҡ һала. 17 Әммә, күк менән ер юҡҡа сыҡҡан осраҡта ла, ҡанундың бер генә һыҙығы ла юҡҡа сыҡмаясаҡ.
18 Ҡатынын айырып башҡаға өйләнгән ир ҡатынына ҡарата зина ҡыла; һәм ире айырған ҡатынға өйләнеүсе лә зина ҡыла.
Бай һәм Лазарь хаҡында ҡисса
19 Ҡасандыр бер бай кеше йәшәгән. Ул ҡиммәтле кейемдәрҙә йөрөп, һәр көнө зиннәттә үткән. 20 Ә уның ҡапҡаһы төбөндә бөтә тәне һыҙлауыҡтар менән ҡапланған Лазарь исемле фәҡир ятҡан. 21 Ул байҙың табынынан төшкән һыныҡ-мыныҡтар менән туҡланыуҙан да ҡәнәғәт булыр ине, әммә эттәр уның янына килеп, һыҙлауыҡтарын ялаған.
22 Бер көн Лазарь үлгән һәм фәрештәләр уны Ибраһим янындағы түрҙәге урынға алып барған. Бай ҙа үлгән. Уны ла ерләгәндәр. 23 Бай үлеләр донъяһында ғазап сиккән ваҡытта башын күтәреп өҫкә ҡараған һәм алыҫта Ибраһимды, ә уның эргәһендә Лазарҙы күргән. 24 Шул саҡта бай: «Ибраһим атам! Миңә мәрхәмәтле булып, Лазарҙы яныма ебәр әле, ул бармаҡ осон һыуға манып, телемде сылатып һалҡынайтһын, мин ялҡында ғазапланам», – тип ҡысҡырған. 25 Әммә Ибраһим уға: «Улым! Иҫеңә төшөр, һин үҙ ғүмереңдә бар рәхәтлекте татының, ә Лазарь михнәт сикте. Хәҙер иһә ул бында йыуаныс күрә, ә һин ғазап сигәһең, – тигән. – 26 Өҫтәүенә, беҙҙең менән һеҙҙең арала ҙур упҡын ята, шунлыҡтан бынан һеҙҙең яҡҡа сығырға теләүсе лә, ул яҡтан был яҡҡа сығырға теләүсе лә үтә алмаҫ». 27 Шул саҡ бай: «Атам, улай булғас, зинһар өсөн, Лазарҙы атайымдың өйөнә ебәр. 28 Минең биш туғаным бар, был ғазапланыу урынына эләкмәһендәр өсөн, уларҙы иҫкәртһен», – тигән. 29 Ибраһим уға: «Уларҙа Муса һәм башҡа пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмалары бар. Унда яҙылғандарға ҡолаҡ һалһындар», – тип әйткән. 30 Бай иһә: «Юҡ, Ибраһим атам. Үлгәндәрҙең береһе терелеп улар янына барһа, шул мәлдә тәүбәгә килерҙәр ине», – тигән. 31 Ибраһим байға: «Улар Мусаны һәм башҡа пәйғәмбәрҙәрҙе тыңламайҙар икән, үленән терелеүгә лә ышанмаҫтар», – тип яуап биргән.
17Иман һәм гонаһ
1 Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тип һөйләгән:
– Кешеләрҙе гонаһҡа этәреүсе ҡотҡо ҡотолғоһоҙ, әммә был ҡотҡоноң сәбәпсеһенә – ҡайғы. 2 Бынау түбән заттарҙың берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене муйынына тирмән ташы аҫып диңгеҙгә ташлаһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине. 3 Нимә ҡылыуығыҙға ҡарата иғтибарлы булығыҙ. Яҡының һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, уны шелтәлә, ә инде тәүбәгә килһә, ғәфү ит. 4 Көнөнә ете тапҡыр һиңә ҡаршы гонаһ ҡылып һәм ете тапҡыр яныңа килеп: «Ҡылғаныма үкенәм!» – тиһә, уны ғәфү ит.
5 Илселәр Раббы Ғайсаға:
– Иманыбыҙҙы арттыр, – тигәндәр.
6 Раббы былай тигән:
– Әгәр һеҙҙең горчица орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, ошо тут ағасына: «Тамырың менән ҡуптарылып сыҡ та, үҙеңде диңгеҙгә күсереп ултырт», – тиһәгеҙ, ул шулай эшләр ине.
7 Ер һөрөп йәки көтөү көтөп ҡырҙан ҡайтҡан хеҙмәтсеһенә ҡайһынығыҙ: «Әйҙә, тиҙерәк өҫтәл янына ултыр», – тип әйтер икән? 8 Киреһенсә, уға: «Ең һыҙғанып киске аш әҙерлә, ашап-эскән ваҡытымда миңә хеҙмәт күрһәтеп тор, шунан һуң ғына үҙең ашап-эсерһең», – тип әйтмәҫһегеҙме? 9 Ҡушҡандарҙы үтәгәне өсөн хеҙмәтсегеҙгә рәхмәт әйтерһегеҙме икән? 10 Шулай итеп, һеҙ ҙә ҡушылғандарҙың барыһы ла үтәлгәндән һуң: «Беҙ бары тик хеҙмәтселәр генә, нимә эшләргә тейеш булһаҡ, шуны эшләнек», – тип әйтегеҙ.
Махау сирле ун кешене һауыҡтырыу
11 Ғайса, Иерусалимға барышлай, Самария һәм Галилея араһындағы ерҙәр аша үткән. 12 Бер ауылға ингәндә, Уны махау сирле ун кеше ҡаршылаған. Улар алыҫта уҡ туҡтап, 13 көслө тауыш менән:
– Ғайса Остаз! Беҙгә мәрхәмәтле булсы! – тип ҡысҡырған.
14 Ғайса уларҙы күргәс:
– Барығыҙ, руханиҙарға күренегеҙ, – тигән.
Махау сирлеләр унда барышлай уҡ таҙарынған. 15 Уларҙың береһе, һауыҡҡанын тойғас та, кире ҡайтып, ҡысҡырып Алланы данлаған, 16 Ғайсаның аяҡтарына йығылып Уға рәхмәт әйткән. Был – Самария кешеһе булған. 17 Шул саҡ Ғайса:
– Ун кеше таҙарынғайнығыҙ түгелме һуң? Туғыҙығыҙ ҡайҙа? 18 Сит халыҡтан булған был кешенән башҡалары, Аллаға рәхмәт белдереү өсөн, кире килмәнеме ни? – тип һораған. 19 Ә теге кешегә:
– Тор, юлыңда бул, һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тигән.
Алла Батшалығының килеү мәле тураһында
20 Фарисейҙар Ғайсанан Алла Батшалығының ҡасан килеүе тураһында һораған.
– Алла Батшалығы күҙгә күренеп килмәҫ, – тип яуап биргән Ғайса. – 21 «Бына, бында Ул», йәки: «Ана, тегендә», – тип тә әйтмәҫтәр. Алла Батшалығы – һеҙҙең арағыҙҙа.
22 Ғайса шәкерттәренә былай тигән:
– Әҙәм Улы көндәренең береһен генә булһа ла күргегеҙ килгән ваҡыт етер, әммә күрә алмаҫһығыҙ. 23 Һеҙгә: «Ул бына бында», йәки: «Ул тегендә», – тип әйтерҙәр – бармағыҙ ҙа, улар артынан йөрөмәгеҙ ҙә. 24 Йәшен йәшнәп, күктең бер ситенән икенсе ситенә саҡлы ут ялтырап киткән кеүек, Әҙәм Улы Үҙенең көнөндә шулай булыр. 25 Әммә тәүҙә Уға күп ғазаптар кисерергә һәм ошо быуын кешеләре тарафынан кире ҡағылырға тура килер.
26 Нух көндәрендә нисек булһа, Әҙәм Улы килгән көндәрҙә лә шулай буласаҡ. 27 Нух кәмәгә ингән көнгә тиклем кешеләр ашаған, эскән, өйләнгән, кейәүгә сыҡҡан. Шунан һуң туфан ҡалҡып, барыһын да һәләк иткән. 28 Лот көндәрендә лә шулай булған: кешеләр ашаған, эскән, һатып алған һәм һатып ебәргән, сәскән, төҙөгән. 29 Әммә Лот Содом ҡалаһынан сыҡҡан көндә күктән ут менән көкөрт ямғыры яуған һәм барыһын да һәләк иткән.
30 Әҙәм Улы килеп күренгән көндә лә шулай буласаҡ. 31 Ул көндө үҙе өй ҡыйығында булып, әйберҙәре аҫта ҡалған кеше уларҙы алырға тип төшмәһен, шулай уҡ кем баҫыуҙа булһа, өйөнә ҡайтмаһын. 32 Лоттың ҡатынын иҫегеҙҙә тотоғоҙ. 33 Кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға тырыша, ул уны юғалтыр; ә кем йәнен юғалта, уны һаҡлап алып ҡалыр. 34 Һеҙгә әйтәм: ул төндә бер түшәктә ятҡан ике кешенең береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр. 35 Бергә ашлыҡ тартыусы ике ҡатындың береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр .
37 Ғайсаның был һүҙҙәренән һуң шәкерттәре:
– Хужабыҙ, был хәл ҡайҙа булыр? – тип һораған.
– Мәйет ҡайҙа булһа, ҡоҙғондар шунда йыйылыр, – тигән Ғайса.
18Тол ҡатын һәм хөкөмдар
1 Ғайса Үҙенең шәкерттәренә, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйенсә, һәр ваҡыт доға ҡылырға кәрәклеге тураһында ошондай ҡисса һөйләгән:
2 – Бер ҡалала Алланан да ҡурҡмаған, кешеләрҙән дә тартынмаған хөкөмдар йәшәгән. 3 Ошо уҡ ҡалала бер тол ҡатын да ғүмер иткән һәм ул хөкөмдар янына килеп: «Миңә ҡаршы булған кеше менән дәғүәләшеүҙә миңә тейешле баһа бир», – тигән. 4 Әммә хөкөмдар дәғүәне оҙаҡ ваҡыт хәл итергә теләмәгән. Аҙаҡ былай тип уйлаған: «Алланан ҡурҡмаһам да, кешеләрҙән тартынмаһам да, 5 ошо тол ҡатын миңә тынғылыҡ бирмәгәнлектән, уның дәғүәһен хәл итәйем, башҡаса аптыратып килеп йөрөмәһен».
6 Раббы Ғайса былай тип тамамлаған:
– Намыҫһыҙ хөкөмдарҙың нимә уйлағанына иғтибар иттегеҙме? 7 Алла көнө-төнө Үҙен ярҙамға саҡырыусы Үҙе һайлап алған кешеләрен яҡламаҫмы һуң? Оҙаҡҡа һуҙырмы ни? 8 Һеҙгә әйтәм: Ул оҙаҡҡа һуҙмаҫ, яҡлар. Әммә Әҙәм Улы килгәс, ерҙә иман табырмы икән?
Фарисей менән һалым йыйыусы
9 Үҙҙәрен тәҡүә һанап, башҡаларға түбәнһетеп ҡараусыларҙың ҡайһы берҙәренә Ғайса ошондай ҡисса һөйләгән:
10 – Ике кеше доға ҡылыр өсөн Алла Йортона ингән: береһе – фарисей, икенсеһе – һалым йыйыусы. 11 Фарисей, тороп, былай тип доға ҡылған: «Аллам! Мин һиңә башҡалар кеүек – талаусы ла, алдаҡсы ла, зина ҡылыусы ла, йәки бына ошо һалым йыйыусы кеүек булмағаным өсөн рәхмәт белдерәм. 12 Аҙнаһына ике тапҡыр ураҙа тотам, табышымдың ундан бер өлөшөн Һиңә бирәм». 13 Һалым йыйыусы иһә ситтәрәк баҫып торған һәм күккә ҡарарға ла ҡыймаған, ә сәсен йолҡҡослап: «Аллам, миңә, гонаһлыға, мәрхәмәтле булсы!» – тип үтенгән. 14 Һеҙгә әйтәм, тәүгеһе түгел, ә быныһы Алла алдында аҡланып үҙ өйөнә ҡайтып киткән; сөнки үҙен үҙе күтәреүсе һәр кем – түбәнһетелер, үҙен түбәнһетеүсе – күтәрелер.
Ғайсаның балаларға биргән фатихаһы
15 Ғайса янына, ҡағылыуы менән Үҙ фатихаһын бирһен өсөн, кешеләр бәләкәй балаларын да алып килгән. Шәкерттәре иһә быны күреп, уларҙы шелтәләп, үткәрмәгән. 16 Ғайса балаларҙы Үҙ янына саҡырып алған да былай тигән:
– Балаларҙы Минең яныма үткәрегеҙ, уларға ҡамасауламағыҙ! Алла Батшалығы ошондайҙарҙыҡы. 17 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығын бала һымаҡ ҡабул итмәгән кеше унда инмәйәсәк.
Ғайса һәм бай
18 Башлыҡтарҙың береһе Ғайсанан:
– Изгелекле Остаз, мәңгелек тормош алыр өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораған.
19 – Ниңә һин Мине изгелекле тип атайһың? – тигән Ғайса. – Алланан башҡа һис кем изгелекле түгел. 20 Уның әмерҙәрен беләһең: «Зина ҡылма, кеше үлтермә, урлашма, ялған шаһитлыҡ итмә, атай-әсәйеңә хөрмәт күрһәт».
21 Ә башлыҡ Уға:
– Мин быларҙың бөтәһен дә йәш сағымдан уҡ үтәп килдем, – тигән.
22 Быны ишеткәс, Ғайса былай тигән:
– Һиңә бер нәмә етмәй: ниндәй мөлкәтең бар, бөтәһен дә һатып, фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Унан һуң кил дә Миңә эйәр.
23 Башлыҡ иһә, быны ишеткәс, ҡайғыға төшкән: бик бай булған ул.
24 Ғайса уның ҡайғырыуын күреп, былай тигән:
– Байлығы булған кешеләргә Алла Батшалығына инеү шул тиклем ҡыйын! 25 Бай кешегә Алла Батшалығына инеүгә ҡарағанда, дөйәгә энә күҙе аша үтеү еңелерәк.
26 Быны ишетеүселәр:
– Улай булғас, кем генә ҡотола алыр һуң? – тип һораған.
27 – Кеше эшләй алмағанды Алла булдыра ала, – тигән Ғайса.
28 Петр иһә Ғайсаға:
– Бына беҙ, бөтә булған нәмәбеҙҙе ҡалдырып, Һиңә эйәрҙек, – тип әйткән.
29 Ғайса тыңлаусыларға өндәшкән:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: өйөн, ҡатынын, ағай-энеһен, ата-әсәһен йәки балаларын Алла Батшалығы хаҡына ҡалдырған һәр кем 30 хәҙерге ваҡытта ла күп тапҡырға артығыраҡ алыр, ә инде киләсәк донъяла ул мәңгелек тормошҡа эйә булыр.
Ғайсаның Үҙенең үлеүе һәм терелеүе хаҡында өсөнсө тапҡыр әйтеүе
31 Ғайса, ун ике шәкертен ситкә саҡырып, уларға:
– Әле беҙ Иерусалимға китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы хаҡында пәйғәмбәрҙәр яҙғандың бөтөнөһө лә ғәмәлгә ашасаҡ. 32 Ул мәжүсиҙәр ҡулына тапшырыласаҡ, улар Уны мыҫҡыллаясаҡ, хурлаясаҡ һәм өҫтөнә төкөрәсәк, 33 Уны ҡамсылаясаҡтар һәм үлтерәсәктәр. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тигән.
34 Әммә шәкерттәр был һүҙҙәрҙән бер нәмә лә аңламаған, һүҙҙәрҙең мәғәнәһе улар өсөн йәшерен ҡалғанлыҡтан, Ғайса әйткәндәргә төшөнмәгәндәр.
Һуҡыр хәйерсене һауыҡтырыу
35 Ғайса Иерихонға яҡынлашып килгәндә, юл ситендә бер һуҡыр хәйер һорашып ултырған. 36 Ул, эргәһенән күп кешеләр үтеп барғанын ишетеп:
– Нимә булды? – тип һораған.
37 – Назаралы Ғайса үтеп бара, – тигәндәр уға.
38 Шунда ул:
– Дауыт Улы Ғайса, миңә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырып ебәргән.
39 Алдан барыусылар уны әрләп, өндәшмәҫкә ҡушҡан, әммә ул тағы ла көслөрәк итеп:
– Дауыт Улы, миңә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырған.
40 Ғайса туҡтап, уны Үҙ янына килтерергә ҡушҡан. Һуҡыр килгәс:
41 – Һинең өсөн нимә эшләүемде теләйһең? – тип һораған.
Һуҡыр:
– Әфәндем! Күҙҙәрем күрһен ине, – тигән.
42 Ғайса уға:
– Күҙҙәрең күрһен! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тип әйткән.
43 Һуҡыр шунда уҡ күрә башлаған һәм, Алланы данлап, Ғайсаға эйәреп киткән. Ундағы кешеләрҙең бөтәһе лә, быны күреп, Алланы маҡтаған.
19Ғайса һәм Закхей
1 Ғайса Иерихонға инеп, уның аша үтеп барған. 2 Бында һалым йыйыусыларҙың башлығы Закхей исемле бай кеше йәшәгән. 3 Ул Ғайсаны нисек булһа ла күреп ҡалырға тырышҡан. Ләкин, буйға тәпәш булғанлыҡтан, халыҡ араһынан Уны күрә алмаған. 4 Шунлыҡтан, Ғайсаны күрергә тип алға йүгереп сығып, ҡырағай инжир ағасына менеп ултырған. Ғайса ошо урындан үтергә тейеш булған. 5 Ғайса, килеп еткәс, Закхейҙы күреп ҡалып:
– Закхей! Төш тиҙерәк, Мин бөгөн һиндә ҡунаҡ булырға тейешмен, – тип өндәшкән.
6 Закхей тиҙ генә төшкән дә, Ғайсаны шатланып ҡабул иткән. 7 Быны күреп торған бөтәһе лә:
– Был тиклем дә гонаһлы кешегә нисек итеп ҡунаҡҡа бармаҡ кәрәк! – тип һуҡранған.
8 Закхей иһә тороп, Раббы Ғайсаға:
– Хужам! Мөлкәтемдең яртыһын фәҡирҙәргә өләшермен, әгәр ҙә берәйһен алдаған булһам, дүртләтә ҡайтарып бирермен, – тигән.
9 – Бөгөн был өйгә ҡотолоу килде, – тигән Ғайса, – был кеше лә Ибраһим нәҫеленән бит. 10 Әҙәм Улы юғалғанды эҙләп табырға һәм ҡотҡарырға килде.
Хеҙмәтселәргә бирелгән аҡсалар хаҡында ҡисса
11 Быны тыңлап торған кешеләргә Ғайса, һүҙен дауам итеп, тағы ла бер ҡисса һөйләгән. Ул Иерусалимдан алыҫ булмаған инде, шуға халыҡ оҙаҡламай Алла Батшалығы етергә тейеш тип уйлаған. 12 Ғайса былай тигән:
– Затлы нәҫелдән булған бер кеше, үҙ иле өҫтөнән батшалыҡ ҡабул итеү өсөн, алыҫ юлға сыҡҡан. Шунан һуң ул кире әйләнеп ҡайтырға тейеш булған. 13 Юлға сығыр алдынан ун хеҙмәтсеһен саҡырып алған да берәр көмөш тәңкә биреп: «Мин ҡайтҡансы быларҙы файҙаланығыҙ һәм табыш алығыҙ», – тигән. 14 Халыҡ иһә уны яратмаған һәм: «Беҙ уның батшалыҡ итеүен теләмәйбеҙ», – тип, быны белдерергә артынса уҡ илселәр ебәргән.
15 Теге кеше, батшалыҡты ҡабул итеп ҡайтыу менән, аҡса бирелгән хеҙмәтселәренең күпме табыш алғандарын белеү өсөн, үҙ янына саҡырырға ҡушҡан. 16 Беренсе хеҙмәтсе килеп: «Хужам, һинең көмөш тәңкәң ун тәңкә килтерҙе», – тигән. 17 Хужа уға: «Яҡшы эшләгәнһең, һин – һәйбәт хеҙмәтсе. Бәләкәй эштә ышаныслы булғаның өсөн, ун ҡала менән идаралыҡ итеүҙе һиңә тапшырам», – тигән. 18 Икенсе хеҙмәтсе килеп: «Хужам, һинең көмөш тәңкәң биш тәңкә килтерҙе», – тигән. 19 Хужа уға: «Һин биш ҡала менән идаралыҡ ит», – тигән. 20 Ә өсөнсө хеҙмәтсе килеп: «Хужам, бына тәңкәң, һинән ҡурҡҡанға күрә, уны мин яулыҡҡа төрөп һаҡлап тоттом, 21 һин ҡаты бәғерле кеше – һалмағаныңды алаһың, сәсмәгәнеңде ураһың», – тигән. 22 Хужа уға былай тигән: «Мин һине үҙ һүҙҙәрең менән хөкөм итәм, булдыҡһыҙ хеҙмәтсе! Минең ҡаты бәғерле булыуымды, һалмағанды алыуымды, сәсмәгәнде урыуымды белә инең бит! 23 Шулай булғас, ни өсөн мин биргән тәңкәне әйләнешкә индермәнең һуң? Ҡайтҡас та уны табышы менән бергә алған булыр инем».
24 Ул янында торғандарға: «Унан тәңкәне алығыҙ ҙа ун көмөшө булғанға бирегеҙ», – тип ҡушҡан. 25 Ярҙамсылары уға: «Хужабыҙ! Ул хеҙмәтсенең ун тәңкәһе бар бит инде», – тигән. 26 Хужа иһә уларға: «Һеҙгә әйтәм: кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, ә кемдеке юҡ, уның булғаны ла тартып алыныр. 27 Ә инде үҙҙәренә батша булыуымды теләмәгән дошмандарымды бында килтерегеҙ һәм күҙ алдымда үлтерегеҙ», – тип яуаплаған.
Ғайсаның тантаналы рәүештә Иерусалимға инеүе
28 Ғайса, был ҡиссаны һөйләгәндән һуң, Иерусалимға табан юл тотҡан. 29 Ул, Зәйтүн тауы тип аталған тау янындағы Виффагия менән Вифанияға яҡынлашҡас, ике шәкертен алдан ебәргән:
30 – Ҡаршылағы анау ауылға барығыҙ, унда ингәс, бәйҙә торған һәм бығаса һис кем атланмаған йәш ишәкте күрерһегеҙ. Уны ысҡындырып, бында алып килегеҙ. 31 Әгәр берәйһе һеҙҙән: «Ниңә уны бәйҙән ысҡындыраһығыҙ?» – тип һораһа: «Ул Хужаға кәрәк», – тип әйтегеҙ.
32 Шәкерттәре Ғайса әйткән ишәкте барып тапҡан. 33 Улар йәш ишәкте бәйҙән ысҡындырған саҡта ишәктең хужалары:
– Ниңә ишәкте бәйҙән ысҡындыраһығыҙ? – тип һораған.
34 Шәкерттәр:
– Ул Хужабыҙға кәрәк, – тип яуап биргән.
35 Ишәкте Ғайса янына алып килгәндәр ҙә, өҫ кейемдәрен ишәк өҫтөнә һалып, Ғайсаны уға атландырғандар. 36 Ғайса ишәк өҫтөндә барған саҡта, кешеләр өҫ кейемдәрен сисеп юлға түшәгән.
37 Ғайса Зәйтүн тауынан Иерусалимға табан төшә торған юлға яҡынлашҡас, күп һанлы шәкерттәр төркөмө ҡыуанышып, үҙҙәре күргән бөтөн мөғжизәләр өсөн көслө тауыштар менән Алланы данлай башлағандар:
38 – Раббы исеме менән килеүсе Батша мөбәрәк булһын!
Күктә – именлек, бейек күктәрҙә – дан!
39 Шунда халыҡ араһындағы ҡайһы бер фарисейҙар Ғайсаға:
– Остаз, шәкерттәреңде тый! – тип өндәшкән.
40 Ғайса иһә:
– Һеҙгә шуны әйтәм: улар тымһа, таштар ҡысҡыра башлаясаҡ, – тип яуаплаған.
Ғайсаның Иерусалим өсөн илауы
41 Ғайса, Иерусалимға яҡынайғас, ҡаланы күреп, уның яҙмышы өсөн илай башлаған:
42 – Һин дә ошо көндә үҙ именлегең өсөн нимә кәрәклеген белһәң икән! Әммә был әле күҙҙәреңдән йәшерелгән. 43 Һиңә шундай көндәр килер: дошмандарың тирә-яғыңа тупраҡ өйөп, һине ҡамап алыр һәм һәр яҡлап ҡыҫырыҡлар. 44 Һине емерерҙәр, һиндә йәшәүселәрҙе ҡырырҙар, таш өҫтөндә таш ҡалдырмаҫтар, сөнки һин яныңа Алла килеп ҡотҡарған ваҡытты белмәнең.
Алла Йортоноң таҙарыныуы
45 Ғайса, Алла Йортона инеп, ундағы һатыусыларҙы ҡыуып сығара башлаған.
46 – Изге Яҙмала: «Минең Йортом – доға ҡылыу йорто буласаҡ», – тип яҙылған, ә һеҙ уны юлбаҫарҙар ояһына әйләндергәнһегеҙ! – тигән уларға.
47 Ғайса көн һайын Алла Йортонда өйрәткән. Баш руханиҙар, ҡанун белгестәре һәм халыҡ башлыҡтары иһә Уны үлтереү әмәлен эҙләгән, 48 әммә ни эшләргә икәнлеген белмәгән, сөнки бөтә халыҡ Уның артынан ҡалмай эйәреп йөрөп, һүҙен тыңлаған.
20Ғайсаның вәкәләте кемдән?
1 Бер көндө, Ғайса халыҡты Алла Йортонда өйрәтеп, Һөйөнөслө Хәбәр иғлан иткәндә, Уның эргәһенә аҡһаҡалдар менән баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре килгән. 2 Улар Ғайсанан:
– Әйт әле, быларҙы эшләргә Һинең ни хаҡың бар? Был вәкәләтте Һиңә кем бирҙе? – тип һораған.
3 – Мин дә һеҙгә бер һорау бирәм, – тигән Ғайса уларға. – Әйтегеҙ әле Миңә: 4 Яхъяның һыуға сумдырыуы күктән инеме, әллә кешеләрҙәнме?
5 Тегеләр иһә үҙ-ара фекер алышҡан:
– Әгәр: «Күктән», – тиһәк, Ул: «Ниңә һуң һеҙ уға ышанманығыҙ?» – тип һораясаҡ. 6 Ә инде: «Кешеләрҙән», – тиһәк, бөтә халыҡ беҙҙе таш менән бәргесләр, сөнки барыһы ла Яхъяның пәйғәмбәр булыуына ышана.
7 Ахырҙа:
– Ҡайҙан икәнен белмәйбеҙ, – тип яуап ҡайтарғандар.
8 – Улай булғас, Мин дә һеҙгә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарыуымды әйтмәйем, – тигән Ғайса.
Йөҙөм үҫтереүселәр хаҡында ҡисса
9 Ғайса халыҡҡа ошондай ҡисса һөйләгән:
– Бер кеше йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан һәм уны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, оҙаҡ ваҡытҡа сит яҡҡа китеп барған. 10 Емеш йыйыр мәл еткәс, уңышынан үҙ өлөшөн алдырырға хеҙмәтсеһен ебәргән. Ә йөҙөм үҫтереүселәр хеҙмәтсене туҡмап, буш ҡул ҡайтарған. 11 Хужа икенсе хеҙмәтсеһен ебәргән, әммә улар быныһын да туҡмап, мыҫҡыл итеп, бер нәмәһеҙ кире ҡыуғандар. 12 Хужа өсөнсө хеҙмәтсеһен ебәргән – уныһын да яралап, ҡыуып ҡайтарғандар.
13 Йөҙөм баҡсаһының хужаһы: «Нимә эшләйем икән? Ғәзиз улымды ебәрәйем әле, бәлки, уға хөрмәт күрһәтерҙәр», – тип уйлаған. 14 Әммә йөҙөм үҫтереүселәр, уның улын күргәс, үҙ-ара: «Был – вариҫ. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек һәм уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тип һөйләшкәндәр. 15 Улар уны йөҙөм баҡсаһынан алып сығып үлтергән. Инде баҡса хужаһы уларҙы ни эшләтер? 16 Ул килеп йөҙөм үҫтереүселәрҙе үлтерер ҙә баҡсаны башҡаларға бирер.
Был һүҙҙәрҙе тыңлаусылар:
– Улай булып ҡуймаһын инде! – тип һөйләшкәндәр.
17 Ғайса иһә, уларға ҡарап алғас, былай тигән:
– Төҙөүселәр, яраҡһыҙ, тип кире ҡаҡҡан таш
иң мөһим мөйөш ташы булды, –
тип Изге Яҙмала яҙылған һүҙҙәр нимә аңлата һуң? 18 Был таш өҫтөнә йығылған һәр кем селпәрәмә киләсәк, ә инде таш кемдең өҫтөнә төшә, шуны иҙәсәк.
19 Баш руханиҙар менән ҡанун белгестәре Ғайса һөйләгән ҡиссаның үҙҙәре тураһында икәнен аңлап, шунда уҡ Уны ҡулға алырға теләгән, әммә баҙнат итмәгән, сөнки халыҡтан ҡурҡҡан.
Ҡайсарға – ҡайсарҙыҡы, Аллаға – Алланыҡы
20 Улар Ғайса артынан ныҡлап күҙәтергә үҙ кешеләрен ебәргән. Былары иһә, үҙҙәрен тәҡүә кеше итеп күрһәткән булып, Ғайсанан бәйләнерлек һүҙ әйттереп, хөкөм итеү өсөн идарасы ҡулына тотоп бирергә ниәтләгәндәр.
21 – Остаз, беҙ Һинең хаҡ һүҙ һөйләүеңде һәм өйрәтеүеңде беләбеҙ. Кешеләрҙе айырмай ҡарайһың һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтәһең. 22 Әйтсе, ҡайсарға һалым түләргә рөхсәт ителәме, әллә юҡмы? – тип һорағандар Ғайсанан.
23 Ғайса иһә, быларҙың мәкерле ниәттәрен аңлап:
24 – Бер динар күрһәтегеҙ әле Миңә. Бында кемдең һүрәте төшөрөлгән һәм кемдең исеме яҙылған? – тип һораған.
– Ҡайсарҙыҡы, – тип яуап биргән тегеләр.
25 Ғайса уларға:
– Шулай булғас, ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, Алланыҡын – Аллаға бирегеҙ, – тигән.
26 Тегеләр, Ғайсаның халыҡ алдында һөйләгән һүҙҙәренә бәйләнерлек урын тапмайынса һәм, Уның яуабына хайран ҡалып, бер ни өндәшә алмаған.
Үленән терелеү тураһында һорау
27 Ғайса эргәһенә бер нисә саддукей килгән. Улар үленән терелеүҙе инҡар иткән һәм Ғайсаға шундай һорау биргән:
28 – Остаз, Муса беҙгә ҡанунда: «Әгәр ҙә кемдеңдер өйләнгән туғаны балаһы булмайынса үлеп китһә, ул тол ҡалған ҡатынға өйләнһен һәм үлгән туғанының нәҫелен дауам итһен», – тип яҙып ҡалдырған. 29 Ете бер туған була. Беренсеһе, өйләнгәс, балаһы булмайынса үлеп китә. 30 Уның ҡатынына икенсеһе лә, 31 өсөнсөһө лә, ҡалғандары ла өйләнә, әммә ете туғандың береһе лә бала ҡалдырмай үлеп ҡала. 32 Аҙаҡ ҡатын да вафат була. 33 Шулай булғас, үлеләр терелгән ваҡытта ул ҡайһыныһының ҡатыны буласаҡ? Етеһе лә уның ире булған бит!
34 Ғайса уларға былай тип яуаплаған:
– Был донъя кешеләре өйләнә лә, кейәүгә лә сыға. 35 Ә үленән терелергә һәм киләсәк донъяла йәшәргә лайыҡлы иҫәпләнгәндәр өйләнмәҫ тә, кейәүгә лә сыҡмаҫ. 36 Улар үлә алмай, сөнки фәрештә кеүек буласаҡтар һәм, үленән терелеп торғанға күрә, Алла балалары буласаҡтар. 37 Ә үленән терелеүҙе Муса инде күрһәткән. Янып торған күгән ҡыуағы тураһындағы хикәйәлә ул Раббыны Ибраһим Аллаһы тип тә, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуб Аллаһы тип тә атаған. 38 Алла – үлеләр Аллаһы түгел, ә тереләрҙеке. Алла өсөн бөтөнөһө лә тере.
39 Был яуапҡа ҡарата ҡанун белгестәренең ҡайһы берҙәре:
– Остаз, Һин яҡшы әйттең, – тигән.
40 Бынан һуң бер кем дә Ғайсаға бер нәмә тураһында ла һорау бирергә баҙнат итмәгән.
Дауыт тоҡомо һәм Дауыт хужаһы
41 Ғайса иһә уларға:
– Мәсихте Дауыт Тоҡомо тип нисек әйтә алалар? 42 Дауыт үҙе үк Зәбур китабында:
«Раббы-Аллам Хужама әйтте:
„Мин дошмандарыңды
аяҡтарың аҫтына баҫҡыс итеп һалғанға тиклем,
уң яғымда ултыр“».
44 Дауыт Мәсихте Хужам тип исемләй. Шулай булғас, Мәсих нисек итеп Дауыт Тоҡомо була ала?
Ҡанун белгестәренән һаҡланырға ҡушыу
45 Бөтә халыҡ тыңлап торған саҡта Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тигән:
46 – Ҡанун белгестәренән һаҡ булығыҙ! Улар оҙон кейемдәр кейеп йөрөй, баҙар майҙандарында үҙҙәрен ололап сәләмләгәндәрен, ғибәҙәтханаларҙа алғы урындарҙа һәм мәжлестәрҙә иң түрҙә ултырырға ярата. 47 Улар тол ҡатындарҙың мөлкәтен үҙҙәренә ала, кешеләр күрһен өсөн оҙаҡ итеп доға ҡыла. Ундайҙар тағы ла ҡатыраҡ хөкөм ителәсәк.
21Тол ҡатындың биргән хәйере
1 Ғайса саҙаҡа һандығына ҡарап алған да, унда ҡайһы бер байҙарҙың хәйер һалыуын күргән. 2 Ул ярлы ғына бер тол ҡатындың да ике ваҡ аҡса һалғанын күреп ҡалып:
3 – Һеҙгә дөрөҫөн әйтәм: был ярлы тол ҡатын бөтәһенән дә күберәк һалды. 4 Тегеләрҙең барыһы ла үҙҙәренән артҡанын бирҙе, ә ул, ярлы булыуына ҡарамаҫтан, үҙенә йәшәү өсөн нимә кәрәк, шуның береһен дә йәлләмәне, – тигән.
Алла Йортоноң емерелеүе
5 Ҡайһы берәүҙәр Алла Йортоноң матур таштар һәм Аллаға бағышланған бүләктәр менән биҙәлеүе тураһында һөйләгәндә, Ғайса:
6 – Килер көндәр, һеҙ бында күргәндәрҙең барыһы ла ҡыйраласаҡ – таш өҫтөндә таш та ҡалмаясаҡ, – тигән.
Ахырызаман билдәләре
7 Ғайсанан:
– Остаз, әйткәндәрең ҡасан булыр? Быларҙың тиҙҙән етәсәген ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һорағандар.
8 Ғайса былай тигән:
– Һаҡ булығыҙ, һеҙҙе алдап ҡуймаһындар! Күптәр Мин булып килеп: «Мин – Ул», «Ул ваҡыт яҡын инде», – тип әйтер. Ундайҙарға эйәрмәгеҙ. 9 Һуғыштар һәм баш күтәреүҙәр тураһында ишеткәндә, ҡурҡмағыҙ. Бындай ваҡиғалар алдан булырға тейеш, ләкин заман ахыры шунда уҡ килеп етмәҫ.
10 Ғайса һүҙен дауам иткән:
– Халыҡ халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер, 11 көслө ер тетрәүҙәр булыр, урыны-урыны менән аслыҡ, ҡурҡыныс йоғошло сирҙәр хөкөм һөрөр, ҡот осҡос күренмештәр ҙә, күктә ҡөҙрәтле билдәләр ҙә күренер.
12 Әммә быларҙың барыһынан элек һеҙҙе ҡулға алырҙар һәм эҙәрлекләрҙәр, хөкөмгә тапшырыу өсөн ғибәҙәтханаларға алып барырҙар һәм төрмәләргә ултыртырҙар, Минең исемем арҡаһында батшалар һәм идарасылар алдына баҫтырырҙар. 13 Был һеҙгә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырға мөмкинлек бирер. 14 Күңелегеҙгә һалып ҡуйығыҙ: «Үҙебеҙҙе яҡлау өсөн нимә тип яуап бирербеҙ», – тип алдан уйламағыҙ. 15 Мин Үҙем һеҙгә тейешле һүҙҙәр һәм зирәклек бирермен, дошмандарығыҙ уларға ҡаршы бер ни әйтә лә, ҡаршы тора ла алмаҫ.
16 Атай-әсәйҙәрегеҙ ҙә, ағай-энеләрегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙ, дуҫтарығыҙ ҙа һеҙгә хыянат итер, ҡайһы берҙәрегеҙҙе үлтерерҙәр ҙә. 17 Бөтәһе лә һеҙҙе Минең арҡала күрә алмаҫ. 18 Шулай ҙа башығыҙҙағы сәсегеҙҙең бер генә бөртөгө лә юғалмаҫ. 19 Сыҙамлығығыҙ менән ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалырһығыҙ.
Иерусалимдың емерелеүе
20 Иерусалимдың ғәскәр менән ҡамап алыныуын күргән мәлдә белеп тороғоҙ: уның емерелеү ваҡыты яҡынлаша. 21 Шул саҡта Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын, ҡалалағылар унан сыға һалһын, тирә-яҡтағылар ҡалаға инмәһен. 22 Был мәлдәр – үс алыу көндәре булыр һәм ул көндәрҙә Изге Яҙмала әйтелгәндәрҙең барыһы ла тормошҡа ашыр. 23 Ул көндәрҙә йөклө булған йәки бала имеҙгән ҡатындар ҡайғы күрер! Сөнки был ергә ҙур афәт һәм был халыҡҡа асыу киләсәк. 24 Берәүҙәр ҡылыстан һәләк булыр, ҡайһыларын әсир итеп төрлө илдәргә алып китерҙәр. Мәжүсиҙәр иһә, ваҡыты үткәнсе, Иерусалимды тапар.
Әҙәм Улының килеүе
25 Ҡояшта ла, айҙа ла, йондоҙҙарҙа ла билдә-күренмештәр булыр, ә ерҙә иһә диңгеҙ тулҡындарының көслө шаулауынан халыҡтар аптыранып ҡалыр һәм өмөтһөҙлөккә бирелер. 26 Донъяға киләсәк афәттәрҙе көтөп, кешеләр ҡурҡыштарынан аңдарын юғалтыр, сөнки хатта күк көстәре тетрәр. 27 Шул мәлдә ҡөҙрәт һәм бөйөк балҡыш менән болотта килеүсе Әҙәм Улын күрерҙәр. 28 Былар ғәмәлгә аша башлағас, ҡурҡмайынса һындарығыҙҙы турайтып баҫығыҙ, баштарығыҙҙы күтәрегеҙ, сөнки һеҙҙең ҡотолоуығыҙ яҡынлашыр.
Инжир ағасы хаҡында ҡисса
29 Ғайса уларға бер ҡисса һөйләгән:
– Инжир ағасына йәки ниндәй ҙә булһа башҡа берәй ағасҡа ҡарағыҙ: 30 уларҙың япраҡ яра башлауын күреп, һеҙ йәйҙең инде яҡын икәнлеген беләһегеҙ. 31 Шулай уҡ, быларҙың ғәмәлгә ашыуын күргәндә, Алла Батшалығының яҡын икәнлеген белерһегеҙ. 32 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: быларҙың барыһы ла ғәмәлгә ашҡанға тиклем был быуын алмашынып өлгөрмәйәсәк. 33 Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем юҡҡа сыҡмаясаҡ.
«Уяу булығыҙ»
34 Һаҡ булығыҙ! Саманан тыш ашамағыҙ, эсеп иҫермәгеҙ һәм көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ. Юғиһә, башығыҙ томаланыр һәм ул көн һеҙгә аңғармаҫтан килер, үҙегеҙҙе тоҙаҡҡа аулаған кеүек эләктерер. Ул көн ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең бөтәһенә лә килер. 36 Шулай булғас, һәр ваҡыт уяу булығыҙ һәм, буласаҡ бәлә-ҡазаларға түҙерлек һәм Әҙәм Улы ҡаршыһында торорлоҡ көсөгөҙ булһын өсөн, доға ҡылығыҙ.
37 Ғайса көндөҙ Алла Йортонда өйрәткән, төндәрен иһә, ҡаланан китеп, Зәйтүн тауы тип аталған тауҙа үткәргән. 38 Иртә менән бөтә халыҡ Уны тыңлау өсөн Алла Йортона йыйылған.
22Ғайсаны үлтерергә ниәтләү
1 Ҡотҡарылыу байрамы тип тә аталған Сөсө күмәс байрамы яҡынлашҡан. 2 Баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре, халыҡтан ҡурҡҡанға, Ғайсанан ҡотолоу өсөн уңайлы әмәл эҙләгән.
Йәшерен килешеү
3 Шул ваҡытта ун ике шәкерттең береһе Искариот ҡушаматлы Йәһүҙәнең эсенә Иблис ингән. 4 Йәһүҙә, баш руханиҙар һәм Алла Йортон һаҡлаусылар башлыҡтары эргәһенә барып, Ғайсаны уларҙың ҡулына тапшырыу тураһында һөйләшкән. 5 Тегеләре ҡыуанып киткән һәм Йәһүҙәгә аҡса вәғәҙә иткән. 6 Йәһүҙә, бының менән килешеп, Ғайса янында халыҡ булмағанда Уны тегеләрҙең ҡулына тапшырыр өсөн уңайлы мәл эҙләгән.
Ҡотҡарылыу байрамы мәжлесе
7 Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсе салынырға тейеш булған Сөсө күмәс көнө килеп еткән. 8 Ғайса Петр менән Яхъяны ҡалаға ебәреп, уларға:
– Барығыҙ, беҙгә Ҡотҡарылыу байрамы ашын әҙерләгеҙ, – тигән.
9 – Ашты ҡайҙа әҙерләүебеҙҙе теләйһең? – тип һораған улар Ғайсанан.
10 Ғайса былай тигән:
– Ҡалаға ингән саҡта һеҙгә һыулы көршәк күтәргән кеше осрар. Уның артынан барығыҙ һәм ул ингән өйгә инегеҙ. 11 Өй хужаһына: «Остазыбыҙ һинән: „Шәкерттәрем менән Ҡотҡарылыу байрамы ашын Мин ҡайһы бүлмәлә ашармын икән?“ – тип һорарға ҡушты», – тип әйтегеҙ. 12 Ул һеҙгә өҫкө ҡатта әҙерләнгән ҙур бүлмәне күрһәтер, ашты шунда яраштырығыҙ.
13 Шәкерттәр киткән һәм, бөтәһен дә Ғайса әйткәнсә табып, байрам ашын әҙерләгән.
Ҡотҡарылыу байрамы ашы
14 Ашарға ваҡыт еткәс, Ғайса илселәре менән табын артына ултырған 15 һәм уларға былай тигән:
– Ғазап сиккәнгә тиклем ошо Ҡотҡарылыу байрамы табынында һеҙҙең менән бергә ашарға тигән теләгем бик ҙур ине. 16 Һеҙгә әйтәм: был байрам ашы Алла батшалығында тулы мәғәнәгә эйә булғанға тиклем Мин уны ашамаясаҡмын.
17 Ғайса ҡулына кәсә алған һәм, шөкөр иткәндән һуң, һүҙен дауам иткән:
– Быны алығыҙ ҙа үҙ-ара бүлешеп эсегеҙ. 18 Һеҙгә әйтәм: бөгөндән алып, Алла батшалығы килгәнгә тиклем, Мин йөҙөм шарабын эсмәйәсәкмен.
19 Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр иткән дә, уны һындырып, шәкерттәренә өләшкән:
– Был – Минең һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ.
20 Шулай уҡ, киске аштан һуң Ғайса кәсә алған да былай тигән:
– Был кәсә – Минең һеҙҙең өсөн түгелә торған ҡаным менән раҫланған яңы килешеү. 21 Әммә Миңә хыянат итеүсенең ҡулы Минең ҡулым менән бер өҫтәлдә ята. 22 Әҙәм Улы алдан билдәләнгән юл менән бара, әммә Уға хыянат итәсәк кешегә ҡайғы!
23 Шәкерттәр:
– Арабыҙҙан кемебеҙ был эште ҡылыр һуң? – тип бер-береһенән һораша башлағандар.
Бөйөклөк тураһында бәхәс
24 Шәкерттәр араһында ҡайһыныһының иң бөйөк булып иҫәпләнергә тейешлеге тураһында бәхәс сыҡҡан. 25 Ғайса уларға былай тигән:
– Батшалар халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итә һәм хакимдар «яҡшылыҡ ҡылыусылар» тип атала. 26 Һеҙҙә улай булмаһын! Киреһенсә, арағыҙҙа иң олоһо – иң кесе, ә башлыҡ – хеҙмәтсе кеүек булһын. 27 Кем олораҡ: өҫтәл янында ултырған кешеме, әллә уға хеҙмәт итеүсеме? Өҫтәл янында ултырыусы түгелме һуң? Ә Мин һеҙҙең арала хеҙмәт итеүсе кеүек.
28 Һеҙ Минең бар һынауҙарымда ла Минең менән бергә ҡала бирҙегеҙ 29 һәм Мин, Атам Миңә биргән кеүек үк, һеҙгә батшалыҡ итеү хоҡуғын бирәм. 30 Һеҙ Минең Батшалығымдағы табындан ашарһығыҙ, эсерһегеҙ һәм, тәхеттәрҙә ултырып, Израилдең ун ике ҡәбиләһен хөкөм итерһегеҙ.
Ғайсаның Петрҙың ваз кисеүе тураһында алдан әйтеүе
31 – Симон! Симон! Иблис һеҙҙе бойҙай иләгән кеүек иләргә рөхсәт алды. 32 Әммә Мин, һин иманыңды юғалтмаһын тип доға ҡылдым, һәм һин, Миңә кире ҡайтҡас, имандаштарыңды ла нығыт, – тигән Раббы Ғайса Петрға.
33 Петр Уға:
– Хужам, мин төрмәгә лә, үлемгә лә Һинең менән бергә барырға әҙер, – тигән.
34 Ғайса иһә:
– Һиңә әйтәм, Петр: бөгөн әтәс ҡысҡырғанға тиклем Мине белеүеңдән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең, – тигән.
35 Ә шәкерттәренән:
– Мин һеҙҙе янсыҡһыҙ, артмаҡһыҙ, аяҡ кейемһеҙ ебәргән саҡта берәй нәмәгә мохтажлығығыҙ булдымы? – тип һораған.
– Бер ниндәй ҙә мохтажлыҡ кисермәнек, – тип яуап биргән шәкерттәр.
36 Ғайса һүҙен дауам иткән:
– Ә хәҙер аҡса янсыҡтары булғандар янсығын, шулай уҡ артмағын да үҙе менән алһын, ә булмағандары өҫ кейемдәрен һатһын да ҡылыс алһын. 37 Һеҙгә әйтәм, Изге Яҙманың: «Ул енәйәтселәргә тиң һаналды», – тип яҙылған урыны Миңә ҡарата ғәмәлгә ашырылырға тейеш. Минең хаҡта яҙылғандар үтәләсәк.
38 – Хужабыҙ! Бында ике ҡылыс бар, – тигән шәкерттәр.
Ғайса уларға:
– Етер. Был турала һүҙҙе туҡтатайыҡ! – тип әйткән.
Ғайсаның Зәйтүн тауында доға ҡылыуы
39 Ғайса, ғәҙәте буйынса, ҡаланан Зәйтүн тауына киткән, Уның артынан шәкерттәре лә эйәргән. 40 Унда барып еткәс, Ғайса уларға:
– Ҡотортолоуға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ, – тигән.
41 Ғайса Үҙе, уларҙан таш бәреме алыҫлығындай ситкә китеп, тубыҡланып доға ҡылған:
42 – Атам! Әгәр теләһәң, был ғазаптар кәсәһен Минән үткәреп ебәр. Әммә был Минең ихтыярымса түгел, ә Һинең ихтыярыңса булһын!
43 Шунда күктән Ғайса янына бер фәрештә килеп, Уға ҡеүәт өҫтәгән.
44 Ғайса, күңеле ғазапланғанлыҡтан, айырыуса тырышып доға ҡылған, Унан аҡҡан тир ҡан тамсылары кеүек ергә тамған . 45 Ул доға ҡылған урынынан тороп шәкерттәре янына әйләнеп килгәндә, улар ҡайғынан талсығып йоҡлаған була.
46 – Ни эшләп йоҡлап ятаһығыҙ? Тороғоҙ ҙа, ҡотортолоуға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ! – тигән уларға Ғайса.
Ғайсаны ҡулға алыу
47 Ғайса һүҙен әйтеп тә бөтөрмәгән, халыҡ төркөмө килеп еткән. Иң алда ун ике шәкерттең береһе, Йәһүҙә исемлеһе килгән. Ул үбергә тип Ғайсаға яҡынлаған . 48 Ғайса иһә уға:
– Йәһүҙә, Әҙәм Улына үбеүең менән хыянат итәһеңме ни? – тигән.
49 Ғайса эргәһендәгеләр, нимә буласағын аңлап, Ғайсанан:
– Хужабыҙ, ҡылыстарҙы эшкә ҡушайыҡмы әллә? – тип һорағандар.
50 Уларҙың береһе иң баш руханиҙың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның уң ҡолағын сабып өҙгән.
51 – Туҡтағыҙ, етте! – тигән дә Ғайса, хеҙмәтсенең яраһына ҡулы менән ҡағылып, уны һауыҡтырған.
52 Ғайса Үҙен ҡулға алырға килгән баш руханиҙарға, Алла Йорто һаҡсылары башлыҡтарына һәм аҡһаҡалдарға:
– Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыстар һәм суҡмарҙар күтәреп сыҡҡанһығыҙ? Юлбаҫармы ни Мин? – тигән. – 53 Мин көн һайын Алла Йортонда һеҙҙең менән бергә булдым һәм һеҙ Миңә ҡул күтәрмәнегеҙ. Ә хәҙер – һеҙҙең ваҡыт, ҡараңғылыҡ хаҡимлыҡ итә.
Петрҙың Ғайсанан ваз кисеүе
54 Улар, Ғайсаны тотоп, иң баш руханиҙың өйөнә алып килгән. Петр иһә, арттараҡ ҡалып, уларға эйәреп барған. 55 Ихата уртаһында усаҡ яғылған, уны тирәләп ултырған кешеләр араһынан Петр ҙа урын алған. 56 Бер хеҙмәтсе ҡыҙ, уның усаҡ янында ултырғанын күреп, уға текләп ҡарап:
– Был да Уның менән булды! – тигән.
57 Петр иһә ҡыҙға:
– Эй, ҡыҙ кеше! Мин Уны белмәйем, – тип, Ғайсанан ваз кискән.
58 Бер аҙҙан һуң икенсе берәү Петрҙы абайлап ҡалған:
– Һин дә уларҙың береһе бит!
Әммә Петр был кешегә лә:
– Юҡ, – тип яуап биргән.
59 Бер сәғәт самаһы ваҡыт үткәс, тағы берәү:
– Ысынлап та, был да Уның менән ине, ул да Галилея кешеһе, – тип ныҡышып раҫлаған.
60 Әммә Петр уға ла:
– Мин һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тигән.
Тап ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта әтәс ҡысҡырып ебәргән.
61 Раббы Ғайса боролоп Петрға ҡараған һәм Петр Уның: «Бөгөн әтәс ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөргән. 62 Ул, урамға сығып, әрнеп илаған.
Ғайсаны мыҫҡыл итеү
63 Ғайсаны һаҡлап тороусылар уны мыҫҡыл иткән һәм туҡмаған. 64 Күҙҙәрен ҡаплап:
– Һин пәйғәмбәр бит, әйт: Һиңә кем һуҡты? – тип һорағандар.
65 Бынан башҡа ла Уға ҡаршы күп мыҫҡыллау һүҙҙәре әйткәндәр.
Ғайса Юғары кәңәшмә алдында
66 Таң менән халыҡ аҡһаҡалдары, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре Юғары кәңәшмә йыйылышына килгән һәм Ғайсаны йыйылыш алдына баҫтырып:
67 – Әйт әле беҙгә: Һин Мәсихме? – тип һорағандар.
Ғайса уларға:
– Әгәр әйтһәм, ышанмаясаҡһығыҙ. 68 Ә инде һеҙҙән һораһам, Миңә яуап бирмәйәсәкһегеҙ . 69 Ошо мәлдән башлап Әҙәм Улы Ҡөҙрәтле Алланың уң яғында ултырыр, – тигән.
70 – Улай булғас, Һин Алла Улымы? – тигән бөтәһе лә.
– Һеҙ үҙегеҙ Минең Ул икәнлегемде әйтәһегеҙ, – тип яуап биргән Ғайса уларға.
71 – Беҙгә тағы бер шаһитлыҡ нимәгә кәрәк? Быны беҙ Уның Үҙ ауыҙынан ишеттек, – тигән тегеләр.
23Ғайса Пилат алдында
1 Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тороп, Ғайсаны Пилат янына алып килгән.
2 – Беҙ был кешене халҡыбыҙҙы аҙҙырыусы тип иҫәпләйбеҙ. Ул Үҙен Мәсих, батша тип атай һәм ҡайсарға һалым түләүҙе тыя, – тип ғәйепләй башлағандар.
3 Пилат Ғайсанан:
– Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораған.
Ғайса иһә:
– Быны һин үҙең әйтеп тораһың, – тип яуаплаған.
4 Пилат баш руханиҙарға һәм халыҡҡа:
– Мин был кешене ғәйепләрлек бер сәбәп тә күрмәйем, – тигән.
5 Әммә кешеләр:
– Ул Галилеянан башлап бында килеп еткәнсе, бөтөн Йәһүҙиәлә вәғәзләп, халыҡҡа ҡотҡо һалып йөрөнө, – тип ныҡышҡан.
Ғайса Ирод алдында
6 Пилат, Галилея тураһында ишеткәс:
– Ул Галилеянанмы ни? – тип һораған.
7 Ғайсаның Ирод батша идара иткән өлкәнән икәнен белгәс, Пилат Уны Ирод янына ебәргән. Был көндәрҙә Ирод үҙе лә Иерусалимда булған. 8 Ирод Ғайсаны күреп ныҡ ҡыуанған, сөнки Уның тураһында ишетеп, күптәнән бирле Уны күргеһе килеп йөрөгән һәм Унан ниндәй ҙә булһа мөғжизә күрергә өмөтләнгән. 9 Ғайсаға ул күп һорауҙар биргән, әммә Ғайса бер ни тип тә яуап ҡайтармаған. 10 Шунда торған баш руханиҙар менән ҡанун белгестәре иһә Ғайсаны ныҡ ғәйепләгән. 11 Ә Ирод үҙенең ғәскәриҙәре менән Ғайсаны кәмһетеп, Уны мыҫҡыллап, ҡупшы кейемдәр кейҙереп, Пилат янына кире ебәргән. 12 Быға тиклем бер-береһенә дошман булған Пилат менән Ирод шул көндө үк дуҫлашҡан.
Ғайсаның үлемгә хөкөм ителеүе
13 Пилат иһә, баш руханиҙарҙы, башлыҡтарҙы һәм халыҡты йыйып, 14 былай тигән:
– Һеҙ миңә был Кешене халыҡты ҡоторта тип алып килдегеҙ. Мин һеҙҙең алдығыҙҙа Унан һорау алдым, ләкин һеҙ таҡҡан ғәйептәрҙең береһендә лә Уны ғәйепле тип тапманым. 15 Ирод та ғәйеп тапманы, сөнки ул Уны беҙгә кире ҡайтарған. Бына шулай, Ул үлем язаһы бирерлек бер нәмә лә эшләмәгән. 16 Шулай булғас, Уны сыбыртҡылайым да иреккә ебәрәм .
18 Халыҡ бер тауыштан:
– Быныһына – үлем! Беҙгә Варавваны азат ит! – тип ҡысҡырған.
19 Варавва иһә ҡалалағы ихтилалда ҡатнашҡаны һәм кеше үлтергәне өсөн төрмәгә ултыртылған булған. 20 Пилат, Ғайсаны иреккә сығарырға теләп, халыҡҡа тағы мөрәжәғәт иткән. 21 Ләкин йәһүдтәр:
– Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип ҡысҡыра биргән. 22 Пилат иһә өсөнсө тапҡыр:
– Ул ниндәй яуызлыҡ эшләгән һуң? Үлем язаһына тарттырырлыҡ бер ғәйебе лә юҡ бит. Шулай булғас, Уны сыбыртҡылайым да иреккә ебәрәм, – тигән.
23 Әммә тегеләре ныҡышып, көслөрәк тауыш менән Ғайсаның арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланыуын талап иткән һәм уларҙың тауышы өҫтөнлөк алған. 24 Пилат, улар теләгәнсә булһын, тип хәл иткән. 25 Ихтилалда ҡатнашыуы һәм кеше үлтереүе өсөн төрмәгә ултыртылған Варавваны халыҡ һорауы буйынса азат иткән, ә Ғайсаны улар ихтыярына тапшырған.
Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлау
26 Ғәскәриҙәр Ғайсаны алып китеп барғанда, баҫыуҙан ҡайтып килгән Симон исемле бер Киринея кешеһен туҡтатып, арҡысаҡты уның елкәһенә һалғандар ҙа, Ғайса артынан барырға ҡушҡандар. 27 Күп халыҡ Уның артынан эйәреп барған, араларында Уны йәлләп үкһеп илаған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа булған. 28 Ғайса иһә әйләнеп, уларға былай тигән:
– Иерусалим ҡатын-ҡыҙҙары! Минең өсөн иламағыҙ, ә үҙегеҙ һәм балаларығыҙ өсөн илағыҙ. 29 «Бала таба алмаған һәм бала тапмаған, шулай уҡ бала имеҙмәгән ҡатындар бәхетле!» – тип әйтер көндәр етеп килә. 30 Шул көндәрҙә кешеләр тауҙарға: «Беҙҙең өҫтөбөҙгә ауығыҙ!», ҡалҡыулыҡтарға: «Беҙҙе ҡаплағыҙ!» – тип әйтер. 31 Әгәр йәшелләнеп ултырған ағас менән шулай ҡылалар икән, ҡороғандарына ни булыр?
32 Ғайса менән бергә ике енәйәтсене лә үлем язаһына алып барғандар. 33 «Баш һөйәге» тип аталған урынға еткәс, Ғайсаны ла, ике енәйәтсене лә – береһен Уның уң яғына, икенсеһен һул яғына – арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлағандар. 34 [Ғайса:
– Атам! Кисер уларҙы! Улар ни эшләгәндәрен үҙҙәре лә аңламай бит! – тигән.]
Ғәскәриҙәр йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешкән. 35 Ә халыҡ ҡарап торған. Башлыҡтар иһә мыҫҡыл итеп:
– Башҡаларҙы ҡотҡара ине бит. Әгәр Ул Мәсих – Алла тарафынан һайланған икән, Үҙен дә ҡотҡарһын, – тигәндәр.
36 Ғәскәриҙәр ҙә мыҫҡыллаған. Ғайсаға яҡын килеп, улар әсе шарап тәҡдим иткән 37 һәм:
– Әгәр Һин йәһүдтәр Батшаһы булһаң, Үҙеңде ҡотҡар! – тигәндәр.
38 Уның баш осона: «Был – йәһүдтәр Батшаһы» тип яҙып ҡуйғандар.
39 Арҡысаҡта эленеп торған енәйәтселәрҙең береһе Ғайсаны мыҫҡыл итеп:
– Һин Мәсих түгелме ни? Үҙеңде лә, беҙҙе лә ҡотҡар, – тигән.
40 Икенсеһе иһә, киреһенсә:
– Һин үҙең дә Уның кеүек үк хөкөм ителгәнһең, хәҙер ҙә Алланан ҡурҡмайһыңмы ни? – тип тегене тыйған. – 41 Беҙҙе ғәҙел хөкөм иттеләр, ҡылған эштәребеҙгә ҡарата тейешлеһен алдыҡ. Ә Ул бер насарлыҡ та ҡылмаған, – тигән 42 һәм Ғайсаға:
– Ғайса, Үҙ Батшалығыңа ингәс, мине иҫкә ал, – тип өндәшкән.
43 Ғайса уға:
– Хаҡ һүҙ әйтәм: һин бөгөн үк Минең менән бергә ожмахта булырһың, – тигән.
Ғайсаның үлеме
44 Көн үҙәге була инде. Шул ваҡыт бөтә ер йөҙөн ҡараңғылыҡ ҡаплап алған һәм ул көндөҙгө сәғәт өскә тиклем дауам иткән. 45 Ҡояш тотолған һәм Алла Йортондағы шаршау уртаға йыртылған. 46 Ғайса көслө тауыш менән:
– Атам! Рухымды Һинең ҡулыңа тапшырам, – тип ҡысҡырған да йән биргән.
47 Ошо хәлдәрҙе күреп торған йөҙбашы Алланы данлап:
– Был Кеше, ысынлап та, тәҡүә Кеше булған икән, – тип әйткән.
48 Язаны ҡарарға килгән бөтә халыҡ, булып үткән ваҡиғаларҙан һуң, ҡайғынан күкрәктәренә һуға-һуға ҡалаға ҡайтып киткән. 49 Ғайсаның таныштарының бөтәһе лә, шулай уҡ Галилеянан Уға эйәреп килгән ҡатындар ҙа, йыраҡтан был хәлдәрҙе күҙәтеп торған.
Ғайсаны ҡәбергә һалыу
50 Юғары кәңәшмә ағзалары араһында Йософ исемле бер изгелекле һәм тәҡүә кеше булған. 51 Башҡа ағзаларҙың ҡарарын һәм эшен хупламаған. Ул Йәһүҙиә ерендәге Аримафей ҡалаһынан булған һәм Алла Батшалығы килеүен көткән. 52 Йософ, Пилат янына барып, Ғайсаның кәүҙәһен һораған. 53 Унан, кәүҙәне арҡысаҡтан төшөргән дә, етен туҡымаға урап, таш ҡаяны өңөп яһалған һәм бығаса бер кем һалынмаған ҡәбергә алып барып һалған. 54 Байрамға әҙерләнә торған йома көн булған был, шәмбе көн яҡынлашҡан.
55 Галилеянан уҡ Ғайсаға эйәреп килгән ҡатындар Йософ артынан барған һәм Ғайсаның кәүҙәһен нисек итеп ҡәбергә һалғанын ҡарап торғандар. 56 Ҡалаға ҡайтҡас, Ғайсаның кәүҙәһенә һөртөү өсөн хуш еҫле майҙар әҙерләгәндәр ҙә, Муса ҡанунында ҡушылғанса, шәмбе көнө ял иткәндәр.
24Ғайсаның үленән терелеүе
1 Аҙнаның беренсе көнөндә ҡатындар, алдан әҙерләп ҡуйған хуш еҫле майҙарын алып, иртән иртүк ҡәбергә киткән. 2 Ҡәбер янына килгәс, уға ҡапланған таштың ситкә шылдырылғанын күргәндәр. 3 Ә эскә ингәс, Раббы Ғайсаның кәүҙәһен тапмағандар. 4 Был хәлгә аптырашып торған саҡта, ҡапыл улар алдында ялтырап торған кейем кейгән ике ир пәйҙә булған. 5 Ҡатындар ҡурҡыштарынан күтәрелеп ҡарарға баҙнат итмәгән. Ә теге ирҙәр:
– Һеҙ ни эшләп Терене үлеләр араһынан эҙләйһегеҙ? 6 Ул бында юҡ; Ул терелде. Галилеяла саҡта Уның үҙегеҙгә әйткән һүҙҙәрен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: 7 «Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тотоп бирелергә, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланырға һәм өсөнсө көндә терелеп торорға тейеш», – тигәйне бит һеҙгә.
8 Шул саҡ Ғайса әйткән һүҙҙәр ҡатындарҙың иҫтәренә төшкән. 9 Улар, ҡалаға ҡайтҡас, был хәл тураһында ун бер шәкерткә һәм ҡалғандарға ла һөйләп биргән. 10 Илселәргә был турала магдалалы Мәрйәм, Иоанна, Яҡубтың әсәһе Мәрйәм һәм улар менән ҡәбер янында булған башҡа ҡатындар хәбәр иткән. 11 Әммә уларҙың һүҙҙәре илселәргә буш хәбәр булып тойолған һәм улар ышанмаған. 12 Шулай ҙа Петр ҡәбергә ҡарай тороп йүгергән һәм, эйелеп эскә ҡарағас, кәфенде генә күргән. Был хәлгә таң ҡалып, кире ҡайтып киткән.
Эммаус юлында
13 Ғайсаның ике шәкерте шул уҡ көндә Иерусалимдан ун бер саҡрым самаһы алыҫлыҡтағы Эммаус тигән ауылға табан юл алған. 14 Улар булып үткән ботә ваҡиғалар тураһында һөйләшеп барған. 15 Һөйләшеп, фекер алышып барған саҡтарында Ғайса Үҙе килеп сыҡҡан һәм улар менән бергә атлаған, 16 әммә, шәкерттәрҙең күҙҙәре томаланғандай булған да, Ғайсаны танымағандар. 17 Ғайса иһә:
– Һеҙ нимә тураһында һөйләшеп бараһығыҙ? – тип һораған. Шәкерттәр, ҡайғырышып, туҡтағандар. 18 Клеопа исемле берәүһе:
– Ошо көндәрҙә Иерусалимда булып уҙған хәл тураһында бында килгәндәрҙән бер Һин генә белмәйһеңме ни? – тип яуаплаған.
19 – Ниндәй хәл?
Шәкерттәр Уға:
– Назаралы Ғайса менән булған хәл, Ул Алла алдында ла, бөтә халыҡ алдында ла, һүҙҙә лә, ғәмәлдә лә ҡөҙрәтле пәйғәмбәр ине. 20 Баш руханиҙарыбыҙ менән башлыҡтарыбыҙ Уны үлемгә хөкөм итер өсөн тотоп бирҙеләр һәм арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар. 21 Ә беҙ Уны, Израилде азат итергә тейешле Кешелер, тип өмөтләнгәйнек. Әммә шуның өҫтәүенә, был хәлдәр булып үткәнгә бөгөн өсөнсө көн инде, 22 арабыҙҙағы ҡайһы бер ҡатындар бөтәбеҙҙе лә таң ҡалдырҙы. Улар иртә менән ҡәбер янына барған, 23 әммә Уның кәүҙәһен тапмаған. Ҡайтҡас, фәрештәләрҙең пәйҙә булыуы һәм уларҙың: «Ғайса тере», тип әйтеүҙәре тураһында һөйләнеләр. 24 Унан һуң арабыҙҙан ҡайһы бер кешеләр ҡәбер янына барған һәм улар хәлдең ҡатын-ҡыҙҙар һөйләгәнсә булыуын күргән, Ғайса унда булмаған.
25 Шул саҡ Ғайса уларға былай тигән:
– Ниңә аңламайһығыҙ? Пәйғәмбәрҙәр әйткәндәрҙең барыһына ла ышаныуы ҡайһылай ҡыйын һеҙгә! 26 Мәсих Үҙенең данлы бөйөклөгөнә өлгәшер алдынан ошондай ғазаптар аша үтергә тейеш булмағанмы ни?
27 Шунан Ул Мусаның һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан башлап Изге Яҙмалағы Үҙе тураһында әйтелгән урындарҙы аңлатып биргән.
28 Улар бара торған ауылға яҡынайған һәм Ғайса юлын дауам итергә теләгән ҡиәфәт яһаған. 29 Ләкин шәкерттәре:
– Кис яҡынлашып килә, тиҙҙән ҡараңғы төшә, беҙҙең менән ҡал, – тип Уны алып ҡалғандар. Ғайса өйгә ингән һәм улар менән бергә булған. 30 Ашап ултырған саҡта Ул икмәк алып шөкөрана ҡылған, бүлеп шәкерттәренә биргән. 31 Шул саҡта шәкерттәрҙең күҙҙәре асылған һәм улар Ғайсаны таныған. Әммә Ғайса күренмәҫ булған. 32 Шәкерттәр бер-береһенә:
– Ул юл буйлап беҙгә һөйләп барғанда һәм Изге Яҙманың мәғәнәһен аңлатҡанда йөрәктәребеҙ ялҡынланманымы ни? – тигәндәр.
33 Шунда уҡ тороп, Иерусалимға ҡайтҡандар һәм унда ун бер шәкерттең һәм улар менән бергә башҡаларҙың йыйылышып тороуын күргәндәр. 34 Былар бөтәһе лә:
– Раббы, ысынлап та, үленән терелеп торған һәм Симонға күренгән, – тип һөйләгән.
35 Шәкерттәр иһә юлда булған хәл һәм икмәк бүлеп биргән саҡта Ғайсаны таныуҙары тураһында һөйләп биргән.
Ғайсаның шәкерттәр янына килеүе
36 Был хаҡта һөйләшеп торғанда, Ғайса Үҙе улар араһында пәйҙә була.
– Именлек һеҙгә! – тигән Ул. 37 Шәкерттәр ҡурҡыуҙан ҡатып ҡалған, Уның өрәген күрәбеҙ икән, тип уйлағандар. 38 Әммә Ғайса уларға:
– Ни эшләп ҡурҡып ҡалдығыҙ? Ниңә күңелегеҙҙә шундай шик тыуҙы? 39 Минең ҡулдарыма һәм аяҡтарыма ҡарағыҙ, был – Мин Үҙем! Ҡулдарығыҙҙы Миңә тейҙерегеҙ һәм ҡарағыҙ! Өрәктең тәне лә, һөйәге лә булмай, ә, күреп тороуығыҙса, Миндә – бар, – тигән.
40 Быны әйткәс, Ул уларға ҡулдарын һәм аяҡтарын күрһәткән. 41 Тегеләр шатлыҡтан ышана алмайынса ғәжәпкә ҡалған. Ғайса уларҙан:
– Һеҙҙең бында ашарға берәй ризығығыҙ бармы? – тип һораған.
42 Уға бешкән балыҡ киҫәге биргәндәр. 43 Ғайса уны күҙ алдарында ашаған. 44 Унан һуң:
– Мин һеҙҙең менән бергә булған саҡта былар тураһында һөйләгәйнем. Муса ҡанунында, пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында һәм Зәбурҙа Минең хаҡта яҙылғандарҙың барыһы ла тормошҡа ашырылырға тейеш, тип әйткәйнем, – тигән.
45 Бынан һуң Ғайса уларға Изге Яҙманы аңларға ярҙам иткән. 46 Ул уларға былай тигән:
– Изге Яҙмала былай тиелгән: Мәсих ғазап сигергә, өсөнсө көндә үленән терелергә 47 һәм, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеү Иерусалимдан башлап Уның исеменән барса халыҡтарға вәғәзләнергә тейеш. 48 Һеҙ быларҙың шаһиты. 49 Мин Атам вәғәҙә иткәнде һеҙгә ебәрермен. Һеҙ иһә, күктәрҙән үҙегеҙгә ҡөҙрәт бирелгәнгә тиклем, Иерусалимда ҡалығыҙ.
Ғайсаның күккә ашыуы
50 Ғайса, шәкерттәрен ҡаланан ситкә алып сығып, Вифания тирәһенә тиклем улар менән бергә барған. Шунда Ул ҡулдарын күтәреп уларға фатихаһын биргән. 51 Фатиха биргәндә, алыҫая барып, күккә алынған. 52 Шәкерттәр Уға баш эйгән һәм ҙур шатлыҡ менән Иерусалимға ҡайтҡан. 53 Бынан һуң Алланы данлап, һәр ваҡыт Алла Йортонда булғандар.