ЯХЪЯ БӘЙӘН ИТКӘН ҺӨЙӨНӨСЛӨ ХӘБӘР

1

«Һүҙ Кеше булды»

1 Иң элек Һүҙ булған. Һүҙ Алла менән булған һәм Һүҙ Алла булған. 2 Һүҙ иң элек үк Алла менән булған.

3 Бар нәмә Һүҙ аша яратылған, һәм яратылған бер нәмә лә Унан башҡа барлыҡҡа килмәгән. 4 Ул тормош сығанағы булып торған, ә тормош кешеләргә яҡтылыҡ булған. 5 Яҡтылыҡ ҡараңғылыҡта балҡығанлыҡтан, ҡараңғылыҡ уны һүндерә алмаған.

6 Алла тарафынан Яхъя исемле кеше ебәрелгәйне. 7 Ул, бөтәһе лә уның шаһитлыҡ ҡылыуы аша иманға килһендәр тип, Яҡтылыҡ тураһында һөйләргә килде. 8 Ул үҙе Яҡтылыҡ түгел ине, әммә Яҡтылыҡ тураһында шаһитлыҡ ҡылырға ебәрелде.

9 Һәр кемде яҡтыртыусы ысын Яҡтылыҡ донъяға килде. 10 Ул донъяла бар ине, ләкин донъя, Уның аша яратылыуына ҡарамаҫтан, Уны таныманы. 11 Ул Үҙ халҡына килде, әммә Үҙенекеләр Уны ҡабул итмәне. 12 Ә Үҙен ҡабул итеп, Үҙенә инанғандарға Ул Алла балалары булырға хоҡуҡ бирҙе. 13 Улар ҡандан да, тәндең көҫәүенән һәм кешенең теләгенән дә түгел, ә Алланан тыуҙы.

14 Һүҙ кеше булды ла, беҙҙең арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның бөйөклөгөн – Атаның берҙән-бер Улында булған данлы бөйөклөгөн күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине.

15 Яхъя Уның хаҡында шаһитлыҡ ҡылып: «Минән һуң Килеүсе минән өҫтөнөрәк, сөнки Ул миңә тиклем үк бар ине», – тип ҡысҡырып иғлан итте.

16 Уның мәрхәмәт байлығынан беҙ барыбыҙ ҙа мәрхәмәт өҫтөнә мәрхәмәт алдыҡ. 17 Ҡанун Муса арҡылы бирелгәйне, ә мәрхәмәт менән хәҡиҡәт Ғайса Мәсих аша килде. 18 Алланы бер кем дә, бер ҡасан да күрмәгән. Уны беҙгә Ата янындағы берҙән-бер Улы асып бирҙе.

Яхъяның шаһитлыҡ ҡылыуы

19 Йәһүд хакимдары Иерусалимдан руханиҙарҙы һәм левиттарҙы Яхъяға уның кемлеген һорарға ебәргәс, ул шундай шаһитлыҡ ҡылды: 20

– Мин Мәсих түгел, – тип йәшермәйенсә, асыҡтан-асыҡ белдерҙе ул.

21 Улар:

– Кем һуң һин? Ильясмы? – тип һораны.

– Юҡ, – тине Яхъя.

– Вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәрме?

– Юҡ, – тип яуапланы ул йәнә.

22 – Улайһа, кем һуң һин? – тип һаман ныҡышты тегеләр. – Беҙҙе бында ебәргән кешеләргә беҙ һинең яуабыңды еткерергә тейешбеҙ. Үҙең тураһында ни әйтерһең?

23 – Мин – Ишағыя пәйғәмбәр әйткәнсә: «Раббыға юл турайтығыҙ!» – тип сүлдә яңғыраған тауыш, – тине Яхъя.

24 Улар араһындағы фарисей вәкилдәре:

25 – Һин Мәсих тә, Ильяс та, вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәр ҙә булмағас, ни өсөн һыуға сумдырыу йолаһын башҡараһың? – тип һоранылар.

26 Яхъя уларға:

– Мин һыуға ғына сумдырам, әммә арағыҙҙа һеҙ белмәгән Берәү бар. 27 Минән һуң килгән Кеше – Ул, ә мин иһә Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡлы түгелмен, – тип яуап бирҙе.

28 Был ваҡиғалар Яхъя һыуға сумдыра торған урында – Иордан йылғаһы аръяғындағы Вифанияла булды. 29 Икенсе көндө Яхъя, үҙенә табан килгән Ғайсаны күреп:

– Бына донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе! – тине. 30 – «Минән һуң Берәү килер, Ул минән өҫтөнөрәк, сөнки Ул миңә тиклем үк бар ине», – тип һөйләгәнем – Ул Үҙе. 31 Мин Уның кем икәнлеген белмәй инем, ләкин, Уны Израиль халҡы белһен тип, һыуға сумдырырға килдем.

32 Яхъя шаһитлыҡ ҡылды:

– Мин Уға күктән күгәрсен рәүешендә Алла Рухының төшөүен һәм Уның өҫтөндә ҡалыуын күрҙем. 33 Уның кем икәнлеген белмәй инем, әммә мине һыуға сумдырырға Ебәреүсе: «Кемдең иңенә Рух төшә һәм Уның өҫтөндә ҡала, Изге Рухҡа сумдырыусы Шул булыр», – тигәйне. 34 Мин быны күрҙем һәм шаһитлыҡ ҡылам: Ул – Алла Улы.

Ғайсаның беренсе шәкерттәре

35 Икенсе көндө Яхъя, ике шәкерте менән шул уҡ урында торғанда, 36 үтеп барған Ғайсаны күреп:

– Ҡарағыҙ, ана Алла Бәрәсе, – тине.

37 Уның был һүҙҙәрен ишеткәс, шәкерттәрҙең икеһе лә Ғайса артынан китте. 38 Ғайса боролоп ҡарағас, уларҙың эйәреп килеүен күрҙе.

– Һеҙгә нимә кәрәк? – тип һораны уларҙан.

– Рабби (Рабби – «Остаз» тигән мәғәнәлә), һин ҡайҙа йәшәйһең? – тип һораны тегеләр.

39 – Әйҙәгеҙ Минең менән, үҙегеҙ күрерһегеҙ, – тине Ғайса уларға.

Сәғәт дүрт тирәһе ине. Шәкерттәр, Ғайса менән барып, Уның ҡайҙа йәшәгәнен күрҙеләр һәм кискәсә Уның янында булдылар.

40 Яхъяның һүҙҙәрен ишетеп, Ғайса артынан эйәргән икәүҙең береһе Симон Петрҙың ҡустыһы Андрей ине. 41 Ул, иң тәүҙә ағаһы Симонды эҙләп табып, уға:

– Беҙ Мәсихте (Мәсих – «Май һөртөлгән Зат» тигәнде аңлата) таптыҡ, – тине.

42 Ул Симонды Ғайса янына алып килде. Ғайса Симонға текләп ҡарап:

– Һин Яхъя улы Симон, әммә Кифа (арамей телендәге был исем «Петр», йәғни «ҡая» тигән мәғәнәне аңлата) тип аталырһың, – тине.

43 Икенсе көндө Ғайса Галилеяға барырға булды. Ул Филипты осратып:

– Миңә эйәр! – тине.

44 Филипп та, Андрей менән Петр кеүек үк, Вифсаида ҡалаһынан ине.

45 Ул Нафанаилды эҙләп табып:

– Беҙ Муса ҡанунда яҙып ҡалдырған һәм пәйғәмбәрҙәр әйткән Затты таптыҡ! Ул Назаранан, Йософ улы Ғайса, – тине.

46 Нафанаил иһә быға ҡаршы:

– Назаранан ниндәй ҙә булһа яҡшы нәмә сығыуы мөмкинме ни? – тип яуапланы.

– Барайыҡ, үҙең күрерһең.

47 Ғайса, Үҙенә табан килгән Нафанаилды күреп, уның хаҡында:

– Бына ысын Израиль кешеһе, ул алдаша белмәй, – тине.

48 – Һин мине ҡайҙан беләһең?

– Мин һине үҙеңде Филипп саҡырғанға тиклем үк инжир ағасы төбөндә күргәйнем, – тип яуап бирҙе Ғайса.

49 Нафанаил Уға:

– Остаз! Һин – Алла Улы! Һин – Израиль Батшаһы! – тине.

50 – Минең: «Мин һине инжир ағасы төбөндә күрҙем», тигәнем өсөн ышанаһыңмы? Бынан ҙурыраҡ нәмәләрҙе лә күрерһең әле, – тип Ғайса 51 һүҙен дауам итте. – Мин һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Күктәрҙең асылыуын да, Алла фәрештәләренең Әҙәм Улы янына төшөүен һәм Уның яңынан Күккә күтәрелеүен дә күрерһегеҙ.

2

Ғайсаның һыуҙы шарапҡа әйләндереүе

1 Ике көндән һуң Галилея өлкәһенең Кана ҡалаһында туй булды. Унда Ғайсаның әсәһе лә ҡатнашты. 2 Ғайса ла үҙенең шәкерттәре менән шул туйға саҡырылғайны. 3 Шарап етмәгәс, Уға әсәһе:

– Быларҙың шарабы бөткән, – тине.

4 Ғайса:

– Ниңә һин быны Миңә әйтәһең әле, ханым? Минең әлегә ваҡытым етмәгән, – тип яуап бирҙе.

5 – Ул нимә әйтһә, шуны эшләгеҙ, – тине әсәһе хеҙмәтселәргә.

6 Унда йәһүдтәрҙең йолаһы буйынса пакланырға тип ҡуйылған һәр береһе ике йәки өс үлсәм һыу һыйҙырышлы алты таш киҫмәк бар ине. 7 Ғайса:

– Киҫмәктәргә һыу тултырығыҙ, – тигәс, хеҙмәтселәр киҫмәктәрҙе мөлдөрәмә тултырып ҡуйҙы.

8 Шунан һуң Ғайса уларға:

– Ә хәҙер һоҫоп алығыҙ ҙа туй башлығына илтеп бирегеҙ, – тине. Улар шулай эшләне.

9 Туй башлығы һыуҙы тәмләп ҡараны: ул шарапҡа әйләнгәйне. Башлыҡҡа был шараптың ҡайҙан икәнлеге мәғлүм түгел ине, быны һыуҙы һоҫоп алған хеҙмәтселәр генә белде, шуға күрә ул кейәүҙе янына саҡырып алып:

10 – Башта кеше яҡшы шарап бирә, ә инде етерлек эселгәс, насарырағын килтерә. Ә һин яҡшы шарапты иң аҙаҡҡа ҡалдырғанһың, – тине.

11 Был Ғайсаның мөғжизәле ғәмәлдәренең тәүгеһе ине, Ул уны Галилеяның Кана ҡалаһында ҡылды. Бының менән Ул Үҙенең бөйөклөгөн һәм ҡөҙрәтен күрһәтте. Шәкерттәре Уға инанды.

12 Бынан һуң Ул әсәһе, ҡустылары һәм шәкерттәре менән бергә Капернаум ҡалаһына барҙы. Унда улар бер нисә көнгә туҡталды.

Алла Йортоноң таҙарыныуы

13 Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашҡас, Ғайса Иерусалимға килде. 14 Ул, Алла Йортонда үгеҙ, һарыҡ, күгәрсен һатып тороусыларҙы һәм өҫтәл артында ултырған аҡса алмаштырыусыларҙы күргәс, 15 бауҙан сыбыртҡы ишеп алып, уларҙың бөтәһен дә үгеҙ-һарыҡтары менән бергә Алла Йортонан ҡыуа башланы; аҡса алмаштырыусыларҙың аҡсаларын сәсеп ебәрҙе, өҫтәлдәрен ауҙарҙы. Күгәрсен һатыусыларға:

16 – Быларҙы бынан алығыҙ! Минең Атамдың Йортон баҙарға әйләндермәгеҙ! – тине.

17 Шунда уның шәкерттәре Изге Яҙмала әйтелгән: «Мине Һинең Йортоңа булған мөхәббәт ғазап сиктерә», – тигән һүҙҙәрҙе иҫтәренә төшөрҙө.

18 Йәһүд башлыҡтары Ғайсанан:

– Бындай эшкә вәкәләтең барлығын Һин беҙгә ниндәй мөғжизә менән иҫбат итә алаһың? – тип һораны.

19 – Бынау Алла Йортон емереп ташлағыҙ, Мин уны өс көндә торғоҙасаҡмын, – тине Ғайса.

20 Йәһүдтәр:

– Был Йорт ҡырҡ алты йыл төҙөлдө, Һин уны өс көндә генә торғоҙмаҡсы булаһыңмы? – тинеләр.

21 Әммә Ғайса, «бынау Алла Йортон» тигәндә Үҙенең тәнен күҙ уңында тотҡайны. 22 Ул үленән терелеп торғандан һуң, шәкерттәре Уның ошо хаҡта әйткәнен иҫтәренә төшөрөп, Изге Яҙмаға ла, Ғайсаның һүҙҙәренә лә ышанды. 23 Ҡотҡарылыу байрамында Уның Иерусалимда күрһәткән мөғжизәләрен күреп, күптәр Ғайсаға инанды. 24 Әммә Ул, бар кешене белеп торғанлыҡтан, уларға ышанманы. 25 Кемдең дә булһа берәйһе тураһында һөйләүенә Уның ихтыяжы булманы. Кеше күңелендә ни барлығын Ул Үҙе белә ине.

3

Ғайса һәм Никодим

1 Йәһүд башлыҡтары араһында Никодим атлы бер фарисей бар ине.

2 Бер ваҡыт ул төндә Ғайса янына килеп:

– Остаз! Беҙ һинең Алла тарафынан ебәрелгән Остаз икәнлегеңде беләбеҙ. Һин ҡылған мөғжизәләрҙе, Алланың ярҙамы булмаһа, бер кем дә эшләй алмаҫ ине, – тине.

3 Ғайса уға:

– Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше юғарынан тыумаһа, ул Алла Батшалығын күрә алмаҫ, – тип яуап бирҙе.

4 – Кеше инде ҡартайып бөткәс нисек итеп яңынан тыуа алһын? – тип аптыраны Никодим. – Ул әсәһе ҡарынына ҡабат инеп, икенсе тапҡыр тыуа аламы ни?

5 Ғайса былай тип яуапланы:

– Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше һыуҙан һәм Рухтан тыумаһа, Алла Батшалығына инә алмаҫ! 6 Тәндән тыуған – тән; Рухтан тыуған – рух. 7 Минең һиңә: «Һеҙ юғарынан тыуырға тейеш», – тип әйтеүемә ғәжәпләнмә. 8 Ел ҡайҙа теләй, шунда иҫә , һин уның тауышын ишетәһең, ләкин ҡайҙан килеп ҡайҙа киткәнен белмәйһең. Рухтан тыуған һәр кем менән дә шулай була.

9 Никодим Унан:

– Нисек улай була алһын? – тип һораны.

10 – Һин, Израиль халҡы мөғәллиме була тороп, шуларҙы белмәйһеңме ни? – тине Ғайса. – 11 Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: беҙ ни белһәк, шуны һөйләйбеҙ; ни күрһәк, шуға шаһитлыҡ ҡылабыҙ; ә һеҙ беҙҙең шаһитлығыбыҙҙы ҡабул итмәйһегеҙ. 12 Ерҙәге хәлдәр тураһында һөйләгәнемә ышанмайһығыҙ икән, күктәгеләре хаҡында һөйләһәм, нисек ышанырһығыҙ? 13 Ә бит күккә күтәрелгән һәм күктән төшкән Әҙәм Улынан башҡа берәүҙең дә унда күтәрелгәне юҡ.

14 Әҙәм Улына инанған һәр кем мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Муса сүлдә баҡыр йыланды күтәргән кеүек , Әҙәм Улы ла шулай күтәрелергә тейеш. 16 Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе.

17 Алла Үҙенең Улын донъяны хөкөм итергә тип түгел, ә донъя Уның аша ҡотолһон өсөн донъяға ебәрҙе. 18 Улына инаныусы хөкөм ителмәй, ә инанмаусы хөкөм ителде инде, сөнки ул Алланың берҙән-бер Улына ышанманы. 19 Ә хөкөм бына шул: донъяға яҡтылыҡ килде, әммә кешеләр, эштәре яман булғанлыҡтан, яҡтылыҡ урынына ҡараңғылыҡты яратты.

20 Яуызлыҡ ҡылған һәр кем яҡтылыҡҡа нәфрәтле һәм, үҙенең яман эштәре асылыуҙан ҡурҡып, яҡтылыҡҡа килмәй. 21 Ә дөрөҫлөк буйынса эш итеүсе, эштәренең Алла аша башҡарылғаны күренеп торһон өсөн, яҡтылыҡҡа килә.

Яхъяның Ғайса хаҡындағы шаһитлығы

22 Шунан һуң Ғайса шәкерттәре менән бергә Йәһүҙиә еренә китте. Унда бер ни тиклем ҡалып, халыҡты һыуға сумдырҙы. 23 Яхъя ла Сәлим янындағы мул һыулы Енонда килгән кешеләрҙе һыуға сумдыра ине. 24 Ул ваҡытта Яхъя төрмәгә ябылмағайны әле.

25 Яхъяның шәкерттәре менән бер йәһүд кешеһе араһында таҙарыныу йолаһы хаҡында бәхәс сыҡты. 26 Улар Яхъяға килде:

– Остаз, Иордан аръяғында һинең менән булған һәм һин Уның тураһында шаһитлыҡ ҡылған Кеше – Ул да халыҡты һыуға сумдыра, һәм бөтәһе лә Уның янына бара.

27 Яхъя былай тип яуапланы:

– Күктән бирелмәһә, кеше бер нәмә лә ала алмай. 28 Һеҙ минең: «Мин Мәсих түгел, әммә мин Уның алдынан ебәрелдем», – тип әйткәнемде ишеткән шаһиттар. 29 Кейәүҙең кәләше бар. Дуҫы ла янында тора һәм, уның тауышын ишетеп, дуҫы ыңғайына ҡыуана. Мин дә быға һөйөнәм, шуға күрә күңелем шатлыҡҡа тулған. 30 Ул үҫергә, мин кесерәйергә тейеш.

31 Юғарынан Килеүсе һәр кемдән өҫтөн. Ерҙә тыуған иһә ерҙеке, уның һүҙе лә ерҙәгесә. Әммә күктән Килеүсе – һәммәһенән өҫтөн. 32 Ул Үҙе күргән һәм ишеткәндәре хаҡында шаһитлыҡ ҡыла, ләкин Уның һүҙҙәрен бер кем дә ҡабул итмәй. 33 Уның һүҙҙәрен ҡабул иткән кеше иһә бының менән Алланың хаҡ булыуын раҫлай. 34 Алла ебәргән Зат Алланың һүҙҙәрен һөйләй, сөнки Ул Рухты самаһыҙ бирә. 35 Ата Үҙенең Улын ярата һәм барыһын да Уның ҡулына тапшырған. 36 Улына инанған кешенең мәңгелек тормошо бар, ә Уға буйһонмаусы инде тормош күрмәйәсәк: уның өҫтөндә Алланың асыуы тора.

4

Ғайса һәм Самария ҡатыны

1 Фарисейҙар Ғайсаның Яхъяға ҡарағанда күберәк шәкерттәр йыйғаны һәм уларҙы һыуға сумдырғаны тураһында ишетте 2 (ысынында Ғайса Үҙе түгел, ә шәкерттәре һыуға сумдыра ине). 3 Ғайса, был хаҡта белгәс, Йәһүҙиәне ҡалдырып ҡабат Галилеяға китте. 4 Уға Самария өлкәһе аша уҙырға тура килде.

5 Ул Самарияның Сихарь тигән ҡалаһына килеп етте. Был ҡала Яҡубтың үҙенең улы Йософҡа биргән биләмәнән алыҫ түгел ине. 6 Унда Яҡуб ҡоҙоғо бар ине. Юлда арыған Ғайса шул ҡоҙоҡ янына килеп ултырҙы. 7 Төш ваҡыты ине. Шәкерттәре ризыҡ һатып алырға ҡалаға киткәйне. Шунда һыу алырға тип бер Самария ҡатыны килде.

– Миңә эсергә һыу бир әле, – тине уға Ғайса.

9 Ҡатын:

– Нисек итеп Һин, йәһүд була тороп, минән, Самария ҡатынынан, эсергә һорайһың? – тине (Был һүҙҙәрҙе ул йәһүдтәр менән самарияндарҙың үҙ-ара ҡатышмауынан сығып әйтте).

10 Ғайса:

– Әгәр ҙә һин Алла бүләгенең нимә икәнен һәм үҙеңдән: «Миңә эсергә һыу бир әле», – тип һораусының кем икәнлеген белһәң, үҙең Унан һорар инең һәм Ул һиңә тере һыу бирер ине, – тип яуапланы.

11 – Әфәндем, – тине ҡатын, – Һинең бит һоҫоп алырға һауытың юҡ, ә ҡоҙоҡ тәрән. Тере һыуҙы ҡайҙан алырһың икән? 12 Был ҡоҙоҡто беҙгә атабыҙ Яҡуб ҡалдырған. Ул үҙе лә, балалары ла, мал-тыуары ла шунан эскән. Һин Яҡубтан бөйөгөрәкме ни?

13 Ғайса уға былай тине:

– Был һыуҙы эскән һәр кем йәнә һыуһар, 14 ә Мин биргән һыуҙы эскән кеше бер ҡасан да һыуһамаҫ. Мин биргән һыу ул кешелә мәңгелек тормошҡа аға торған шишмәгә әүереләсәк.

15 – Әфәндем! Миңә шул һыуҙы бир әле! Ул ваҡытта һыуһамаҫ та, бында һыу алырға килеп тә йөрөмәҫ инем, – тине ҡатын.

16 Ғайса уға:

– Бар, иреңде саҡырып кил, – тине.

17 – Минең ирем юҡ, – тип яуапланы ҡатын.

– Ирем юҡ, тип дөрөҫөн әйттең. 18 Һинең биш ирең булды, ә хәҙер бергә йәшәп ятҡан кешең һиңә ир түгел, һин дөрөҫ әйттең.

19 – Әфәндем! Күрәм, Һин пәйғәмбәр. 20 Ата-бабаларыбыҙ Аллаға ошо тауҙа табынған, ә һеҙ, йәһүдтәр, Уға табыныу урыны бары тик Иерусалимда ғына, тиһегеҙ.

21 Ғайса уға былай тине:

– Ышан Миңә, ханым, ваҡыт етеп килә: Атаға был тауҙа ла, Иерусалимда ла табынмаясаҡһығыҙ. 22 Һеҙ – самарияндар – кемгә табыныуығыҙҙы белмәйһегеҙ, ә беҙ беләбеҙ, сөнки ҡотолоу йәһүдтәрҙән килә. 23 Әммә ваҡыт етеп килә – етте лә инде – ул саҡта Атаға ысынлап табыныусылар Уға рух һәм хәҡиҡәт менән табыныр, сөнки Алла ана шундайҙарҙы эҙләй. 24 Алла Ул – Рух, һәм Уға табынғандар рух һәм хәҡиҡәт менән табынырға тейеш.

25 Ҡатын Уға:

– Мәсихтең (йәғни Май һөртөлгән Заттың ) килерен беләм. Ул килгәс, беҙгә бөтәһен дә аңлатып бирер, – тине.

26 – Һинең менән һөйләшкән Мин – ул Үҙе, – тине Ғайса.

27 Шул ваҡыт шәкерттәре әйләнеп ҡайтты. Уның ҡатын менән һөйләшеп тороуын күреп, ғәжәпкә ҡалдылар, ләкин береһе лә: «Һиңә унан нимә кәрәк?» – тип йәки: «Ниңә был ҡатын менән һөйләшәһең?» – тип һораманы.

28 Ҡатын, һыу көршәген ҡалдырып, ҡалаға ҡайтып китте. Ундағы кешеләргә:

29 – Барығыҙ әле, минең бөтә ҡылған эштәремде һөйләп биргән Кешене күрегеҙ. Бәлки Ул Мәсихтер? – тине.

30 Кешеләр, ҡаланан сығып, Ғайса янына юл тотто.

31 Ул арала шәкерттәре Ғайсаны:

– Остаз, ашап ал инде, – тип ҡыҫтаны.

32 – Минең һеҙ белмәй торған ризығым бар, – тине Ул.

33 Шәкерттәр үҙ-ара:

– Әллә Уға берәйһе ашарға килтерҙеме икән? – тиеште.

34 Ғайса уларға былай тине:

– Минең ризығым – Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәү һәм Уның эшен теүәлләү. 35 Һеҙ: «Тағы дүрт айҙан ураҡ өҫтө етәсәк», – тиһегеҙ түгелме? Ә Мин һеҙгә әйтәм: күтәрелеп ҡарағыҙ, баҫыуҙар ағарып, ураҡҡа өлгөргән инде! 36 Ураҡсы эш хаҡы ала һәм мәңгелек тормош өсөн уңыш йыя. Шуға күрә сәскән кеше лә, урғаны ла берҙәй ҡыуана. 37 Шулай итеп, был осраҡта: «Берәү сәсә, икенсеһе ура», – тигән әйтем тап килә. 38 Мин һеҙҙе үҙегеҙ көс түкмәгән хеҙмәтте урырға ебәрәм, унда башҡалар эшләне, ә һеҙ уларҙың хеҙмәт емештәрен йыйырһығыҙ.

39 Теге ҡатындың: «Ул минең бөтә ҡылған эштәремде һөйләп бирҙе», – тигән һүҙен ишеткәс, әлеге ҡалалағы Самария кешеләренең күбеһе Ғайсаға инанды. 40 Самариялылар, Уның янына килеп, эргәләрендә ҡалыуын үтенгәс, Ғайса унда йәнә ике көнгә туҡталды. 41 Уның һүҙҙәрен ишетеп, тағы ла күберәк кешеләр Уға инанды. 42 Ҡатынға иһә: «Беҙ инде һинең һөйләүең буйынса ғына түгел, ә әйткән һүҙҙәрен үҙебеҙ ишетеп, Уның ысынлап та донъяны Ҡотҡарыусы икәнен белгәнгә күрә ышанабыҙ», – тинеләр.

Һарай әһеленең улын һауыҡтырыу

43 Ике көндән һуң, Ғайса был ҡаланан Галилеяға юл тотто. 44 «Пәйғәмбәргә үҙ илендә ихтирам юҡ», – тип Ул Үҙе әйткәйне. 45 Ләкин Галилеяға килгәс, кешеләр Уны ихлас ҡабул итте. Улар, Иерусалимдағы байрамда булып, Ғайса унда ҡылған барлыҡ мөғжизәләрҙе күргәйне.

46 Шунан һуң Ул теге саҡта һыуҙы шарапҡа әйләндергән урынға – Галилеяның Кана ҡалаһына килде. Капернаумда улы ауырып ятҡан бер һарай әһеле бар ине. 47 Һарай әһеле, Ғайсаның Йәһүҙиәнән Галилеяға килгәнен ишетеп, Уның янына килде һәм үлем түшәгендә ятҡан улын һауыҡтырыуын һораны.

48 Ғайса уға:

– Хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрмәһәгеҙ, һеҙ ышанмаясаҡһығыҙ, – тине.

49 – Әфәндем! Балам үлгәнсе бара күр инде, – тип үтенде һарай әһеле.

50 – Бар, өйөңә ҡайт, улың тере, – тине Ғайса.

Ул Ғайсаның ошо һүҙенә ышанып ҡайтып китте. 51 Ҡайтып барғанында хеҙмәтселәре ҡаршы осраны һәм улының һауығыуын хәбәр итте. 52 «Уға ҡайһы сәғәттә хәл инде?» тип һорауына тегеләр:

– Кисә көндөҙгө сәғәт берҙәр тирәһендә ҡыҙыуы төштө, – тип яуапланы.

53 Атай кеше Ғайсаның: «Улың тере», тигән һүҙҙәренең нәҡ ана шул сәғәткә тап килеүен аңлағас, ул үҙе лә, өйөндәгеләрҙең бөтәһе лә Ғайсаға инанды. 54 Был Ғайсаның Йәһүҙиәнән Галилеяға килгәс күрһәткән икенсе мөғжизәһе ине.

5

Быуа буйында һауыҡтырыу

1 Бынан һуң Ғайса йәһүдтәрҙең Иерусалимда үткән байрамына китте.

2 Иерусалимда Һарыҡ Ҡапҡаһы янында йәһүдсә Вифезда тип аталған бер быуа бар ине. Уның тирәләй урынлашҡан бағаналы биш залында 3 бик күп ауырыуҙар – һуҡырҙар, аҡһаҡтар, паралич һуҡҡан кешеләр [һыу ҡуҙғалыуын көтөп] ятҡан. 4 [Ваҡыты-ваҡыты менән Раббының бер фәрештәһе быуаға төшөп һыуҙы болғатҡан, һыу болғаныу менән уға беренсе булып төшкән кеше теләһә ниндәй сирҙән һауыҡҡан булған.] 5 Унда утыҙ һигеҙ йыл буйы ауырыған берәү бар ине. 6 Ғайса, ул кешене күреп һәм уның шул тиклем оҙаҡ ауырығанын белеп, унан:

– Һауығырға теләйһеңме? – тип һораны.

7 – Эйе, Әфәндем, – тип яуапланы ауырыу, – ләкин һыу болғанған ваҡытта мине быуаға төшөрөр кешем юҡ шул. Мин унда барып еткәнсе, башҡа берәү төшөп өлгөргән була.

8 – Тор, түшәгеңде ал да атлап кит, – тине уға Ғайса.

9 Теге кеше шунда уҡ һауыҡты ла, түшәген алып атлап китте. Был хәл шәмбе көнөндә булды.

10 Шунлыҡтан йәһүдтәр уға:

– Бөгөн шәмбе, ҡанун һиңә түшәк күтәреп йөрөргә рөхсәт итмәй, – тинеләр.

11 Әммә ул:

– Мине һауыҡтырған Кеше: «Түшәгеңде ал да атлап кит», – тип әйтте, – тине.

12 – Һиңә: «Түшәгеңде ал да атлап кит», – тигән кем Ул? – тип һоранылар.

13 Ләкин һауыҡҡан кеше Уның кемлеген белмәй ине, сөнки Ғайса халыҡ араһына инеп юғалғайны.

14 Аҙаҡ Ғайса уны Алла Йортонда осратып:

– Бына һин һауыҡтың. Тағы ла насарыраҡ хәлгә тарымаҫ өсөн, башҡаса гонаһ ҡылма, – тине.

15 Ул кеше йәһүдтәрҙең башлыҡтары ҡаршыһына барып, үҙен Ғайсаның һауыҡтырыуын һөйләп бирҙе.

«Атаһы ни ҡылһа, Улы шуны эшләр»

16 Был эште шәмбе көн башҡарғаны өсөн, йәһүд башлыҡтары Ғайсаны эҙәрлекләй башланы.

17 – Минең Атам һәр ваҡыт эш өҫтөндә булғанға күрә, Мин дә эшләйем, – тип яуап бирҙе Ул.

18 Был һүҙҙәрҙән һуң йәһүдтәр Уны тағы ла нығыраҡ үлтерергә теләне, сөнки Ул шәмбе көнөн боҙоп ҡына ҡалманы, ә Алланы Үҙенең Атаһы тип атап, Үҙен Аллаға тиңләне.

19 Ғайса уларға былай яуапланы:

– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Атаһының ни эшләгәнен күрмәй тороп, Улы Үҙе һис ни башҡара алмаҫ. Атаһы ни ҡылһа, Улы ла шуны эшләр. 20 Сөнки Ата Үҙенең Улын ярата һәм Үҙе эшләгән һәр эшен уға күрһәтеп башҡара. Ул һеҙҙең иҫегеҙ китерлек бынан да ҙурыраҡ эштәрҙе күрһәтер. 21 Ата, үлгәндәрҙе терелтеп, уларға ғүмер биргән кеүек, Улы ла кемгә теләй, шуға ғүмер бирә. 22 Ата бер кемде лә хөкөм итмәй, ә Үҙенә хөрмәт күрһәткән кеүек Улын да һәр кем ихтирам итһен өсөн, Ул бөтә хөкөмдө Улына тапшырҙы. Кем Улын ихтирам итмәй – шул Уны ебәргән Атаға ла хөрмәт күрһәтмәй.

24 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Һүҙемде тыңлап, Мине Ебәреүсегә инанған кеше мәңгелек тормошҡа эйә була. Ул Хөкөм ҡаршыһына баҫмаясаҡ, сөнки ул инде үлемдән тормошҡа күсте. 25 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Улының тауышын ишеткәс, үлеләр тереләсәк ваҡыт етеп килә һәм ул килеп етте лә инде!

26 Үҙендә тормош булған кеүек, Улына ла Үҙ-Үҙендә тормошҡа эйә булыу ҡөҙрәте бирҙе 27 һәм хөкөм итеү вәкәләтен бирҙе, сөнки Ул – Әҙәм Улы. 28 Быға ғәжәпләнмәгеҙ, сөнки ҡәберҙәгеләрҙең һәммәһенең Алла Улының тауышын ишетәсәк ваҡыт етеп килә. 29 Улар ҡәберҙәренән сығасаҡ: яҡшылыҡ эшләгәндәр – йәшәү өсөн, ә яуызлыҡ эшләгәндәр – хөкөм ителеү өсөн тереләсәк.

30 Мин Үҙемдән-Үҙем бер ни ҙә эшләй алмайым. Нисек ишетәм, шулай хөкөм итәм, һәм Минең хөкөмөм – ғәҙел, сөнки Мин Үҙ ихтыярымды түгел, ә Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәргә тырышам.

Ғайса хаҡында шаһитлыҡтар

31 – Әгәр ҙә Үҙем хаҡымда Үҙем шаһитлыҡ ҡылам икән, Минең һүҙҙәрем бер ни ҙә тормаҫ ине. 32 Ләкин Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылған башҡа Берәү бар, Мин беләм: Уның шаһитлығы хаҡ. 33 Һеҙ Яхъя ҡаршыһына үҙегеҙҙең кешеләрегеҙҙе ебәрҙегеҙ һәм ул хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ ҡылды. 34 Ләкин Мин кешеләрҙең шаһитлығына мохтаж түгел, быларҙы һеҙҙең ҡотолоуығыҙ өсөн һөйләйем.

35 Яхъя янып һәм балҡып торған яҡтыртҡыс ине, ә һеҙ уның яҡтылығына аҙ ваҡытҡа ғына ҡыуанырға теләнегеҙ. 36 Әммә Минең шаһитлығым Яхъяныҡынан ҙурыраҡ: ул – Атамдың Миңә башҡарырға биргән эштәре. Башҡарған шул эштәрем Минең Атам тарафынан ебәрелеүемде раҫлай. 37 Мине ебәргән Атам Үҙе лә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылды. Һеҙ Уның тауышын бер ҡасан да ишетмәнегеҙ, йөҙ-ҡиәфәтен күрмәнегеҙ 38 һәм күңелдәрегеҙҙә Уның һүҙе юҡ, сөнки Ул ебәргән Затҡа ышанмайһығыҙ. 39 Һеҙ, мәңгелек тормошто табырға уйлап, Изге Яҙмаларҙы тикшерәһегеҙ. Ә бит уларҙа Минең хаҡта һүҙ бара! 40 Әммә, тормош алыр өсөн, Минең яныма килергә теләмәйһегеҙ.

41 Мин кешеләрҙең данлауына мохтаж түгел. 42 Шуны беләм: һеҙҙә Аллаға ҡарата мөхәббәт юҡ! 43 Мин Атам исеменән килдем – һеҙ Мине ҡабул итмәйһегеҙ, әммә үҙ исеменән килгән башҡа берәүҙе ҡабул итерһегеҙ. 44 Һеҙ бер-берегеҙҙән дан ҡаҙанырға тырышаһығыҙ, берҙән-бер Алланан булған маҡтауҙы эҙләмәйһегеҙ. Шулай булғас, нисек итеп иман тота алырһығыҙ?

45 Атам алдында һеҙҙе ғәйепләр тип уйламағыҙ. Һеҙҙең ғәйепләүсегеҙ бар – үҙегеҙ өмөт бағлаған Муса. 46 Әгәр ҙә Мусаға ышанһағыҙ, Миңә лә ышаныр инегеҙ, сөнки ул Минең хаҡта яҙҙы. 47 Уның яҙғандарына ышанмағас, Минең һүҙҙәремә нисек ышанырһығыҙ?

6

Биш мең кешене туйҙырыу

1 Шунан һуң Ғайса Галилея күле аръяғына китте. Ул Тивериада күле тип тә атала ине. 2 Ғайсаның ауырыуҙарҙы һауыҡтырған мөғжизәләрен күреп, Уның артынан бик күп халыҡ эйәрҙе. 3 Ғайса шәкерттәре менән бергә тауға менеп ултырҙы. 4 Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашып килә ине.

5 Ғайса күтәрелеп ҡараны ла, Үҙенә табан ҙур халыҡ төркөмө килеүен күреп, Филипҡа:

– Уларҙы ашатырға ҡайҙан икмәк һатып алырбыҙ икән? – тине.

6 Ул был һүҙҙәрҙе уны һынар өсөн генә әйтте, сөнки нимә эшләйәсәген белә ине инде.

7 – Уларҙың һәр береһенә аҙлап ҡына бүлеп бирергә лә ике йөҙ динарлыҡ икмәк етмәҫ, – тип яуапланы Филипп.

8 Шәкерттәрҙең береһе, Симон Петрҙың ҡустыһы Андрей:

9 – Бында бер малайҙың биш арпа икмәге һәм ике балығы бар, әммә был тиклем күп халыҡҡа ул нимә генә инде? – тине.

10 – Уларға ултырырға ҡушығыҙ, – тине Ғайса.

Был ерҙә үлән ҡуйы үҫкәйне. Шулай итеп, барыһы ла үләнгә ултырҙы. Унда ирҙәр генә биш мең самаһы ине. 11 Ғайса икмәкте алып, Аллаға рәхмәт уҡығандан һуң, ултырған кешеләргә өләште; балыҡтарҙы ла шулай һәр кемгә теләгәне тиклем бирҙе. 12 Бөтәһе лә туйғансы ашағас, Ул шәкерттәренә:

– Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып алығыҙ, бер нәмә лә әрәм булмаһын, – тине.

13 Улар, биш арпа икмәгенән ҡалған һыныҡтарҙы йыйып, ун ике кәрзингә тултырҙы.

14 Ғайса ҡылған мөғжизәне күреп, кешеләр:

– Донъяға килергә тейеш булған Пәйғәмбәр ысынлап та Ул икән! – тиешә башланы.

15 Ғайса иһә, уларҙың Уны көслөк менән батша итеп ҡуйырға теләүҙәрен белеп, ҡабаттан яңғыҙы ғына тауға менеп китте.

Ғайсаның күл өҫтөнән атлап килеүе

16 Кис еткәс, шәкерттәре күл буйына төштө лә, 17 кәмәгә ултырып аръяҡтағы Капернаумға табан йөҙөп китте. Ҡараңғы төштө, ә Ғайса һаман күренмәне. 18 Күлдә ҡаты ел ҡупты, тулҡындар көсәйҙе. 19 Шәкерттәр инде биш-алты саҡрым ара үткәйне, шунда улар күл өҫтөнән атлап кәмәгә яҡынлашып килгән Ғайсаны күреп, ҡурҡып киттеләр.

20 – Был Мин, ҡурҡмағыҙ! – тине Ғайса.

21 Шәкерттәре Уны кәмәгә алырға теләгәйне, тап ошо мәлдә кәмә улар бара торған ярға килеп туҡтаны.

Ғайса – тормош икмәге

22 Икенсе көндө лә халыҡ күл ярында тора ине әле. Улар бында бер генә кәмә булыуын, ул кәмәгә шәкерттәрҙең генә ултырып китеүен, ә Ғайсаның унда юҡлығын күргәйне.

23 Кешеләр Раббы Ғайса шөкөрана итеп биргән икмәкте ашаған урындан алыҫ булмаған Тивериада ҡалаһынан бүтән кәмәләр ҙә килеп туҡтаны. 24 Халыҡ, унда Ғайсаның да, шәкерттәренең дә юҡлығын күргәс, кәмәләргә ултырып, Капернаумға Ғайсаны эҙләп китте. 25 Уны күлдең аръяҡ ярында эҙләп тапҡас:

– Остаз! Һин бында ҡасан килдең? – тип һоранылар.

26 Ғайса уларға:

– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ Мине мөғжизәләремдең мәғәнәһен аңлаған өсөн түгел, ә туйғансы икмәк ашаған өсөн эҙләйһегеҙ! 27 Фани ризыҡты түгел, мәңгелек тормош бирә торған фани булмаған ризыҡты табырға тырышығыҙ. Уны һеҙгә Әҙәм Улы бирәсәк, сөнки Аллабыҙ Ата Үҙенең хуплаулы тамғаһын Уға һалды, – тине.

28 – Аллаға яраҡлы эштәрҙе ҡылыр өсөн беҙ нимә эшләргә тейеш? – тип һораны кешеләр.

29 – Аллаға яраҡлы эш шул: Ул Кемде ебәргән булһа, Шуға инанығыҙ.

30 Улар Ғайсаға:

– Беҙ Һиңә ышанырлыҡ ниндәй билдә күрһәтерһең? Ни ҡылырһың? – тинеләр. – 31 Изге Яҙмала: «Ул уларға ашарға күктән икмәк бирҙе», – тиелгән кеүек, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ сүлдә саҡта манна ашаған.

32 – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: икмәкте күктән һеҙгә Муса бирмәне, ысын икмәкте күктән һеҙгә Минең Атам бирә. 33 Күктән төшөп, донъяға тормош Биреүсе – Алла икмәге ул, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса.

34 – Әфәндем, беҙгә һәр ваҡыт шундай икмәк биреп торсо!

35 Ғайса уларға былай тине:

– Мин – тормош икмәге. Миңә килеүсе бер ҡасан да асыҡмаҫ. Миңә инаныусы бер ҡасан да һыуһамаҫ. 36 Ләкин, әйткәнемсә, Мине күрһәгеҙ ҙә, барыбер ышанмайһығыҙ. 37 Атам Миңә юллаған һәр кем Миңә килер, ә Мин Үҙ яныма килгәндәрҙең береһен дә ҡыуып ебәрмәйәсәкмен. 38 Сөнки Мин күктән ни теләйем, шуны эшләргә түгел, ә Мине Ебәреүсенең ихтыярын башҡарырға килдем. 39 Ә Мине Ебәреүсенең ихтыяры шул: Ул Миңә биргән кешеләрҙең береһен дә һәләк итмәйенсә, аҙаҡҡы көнөндә үленән терелтергә тейешмен. 40 Атам Улын күргән һәм Улына инанған һәр кемдең мәңгелек тормош алыуын теләй, Мин уны аҙаҡҡы көнөндә терелтәсәкмен.

41 Йәһүдтәр араһында Уның: «Мин – күктән килгән икмәк», – тигән һүҙҙәренә ҡарата ризаһыҙлыҡ ауаздары ишетелде. Улар үҙ-ара:

42 – Был Йософ улы Ғайса түгелме һуң? Беҙ Уның атаһын да, әсәһен дә беләбеҙ бит, шулай булғас, нисек итеп Ул: «Мин күктән килдем», – тип әйтә ала икән? – тиеште.

43 – Һуҡранмағыҙ, – тине Ғайса. 44 – Мине ебәргән Атам алып килмәһә, Минең яныма бер кем дә килә алмай. Мин ул кешене аҙаҡҡы көнөндә терелтәсәкмен. 45 Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларында: «Һәммәһе лә Алла тарафынан өйрәтеләсәк», – тиелгән. Атамды тыңлаған һәм Унан өйрәнгән һәр кем Миңә килә. 46 Был кем дә булһа Атаны күргән тигән һүҙ түгел әле. Бары тик Алланан Килеүсе генә Атаны күрҙе. 47 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: иман юлындағы кешенең генә мәңгелек тормошо бар. 48 Мин – тормош икмәге. 49 Һеҙҙең ата-бабаларығыҙ сүлдә манна ашаһа ла, аҙаҡ барыбер үлде. 50 Күктән килгән икмәк иһә ундай түгел: уны ашағандар үлмәҫ. 51 Мин – күктән килгән тере икмәк: уны ашаған кеше мәңге йәшәйәсәк. Мин бирәсәк икмәк – ул Минең тәнем. Уны Мин донъя йәшәһен өсөн бирәм.

52 Шул һүҙҙәр айҡанлы йәһүдтәр араһында:

– Был Кеше ризыҡ итеп беҙгә нисек Үҙ тәнен бирә алыр икән? – тип ҡаты бәхәс ҡупты.

53 Ғайса иһә уларға:

– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Әҙәм Улының тәнен ашамаһағыҙ һәм Уның ҡанын эсмәһәгеҙ, һеҙҙә йәшәү булмаясаҡ, – тине. – 54 Минең тәнемде ашап, Минең ҡанымды эскән кеше мәңгелек тормошҡа эйә булыр. Мин уны аҙаҡҡы көнөндә терелтәсәкмен. 55 Минең тәнем – ысын ризыҡ, ҡаным – ысын эсемлек. 56 Тәнемде ашап, ҡанымды эскән кеше Миндә ҡала, Мин унда ҡалам. 57 Мине Атам – мәңге тере Алла ебәрҙе һәм Мин Уның арҡаһында йәшәйем. Шулай уҡ Минең тәнемде ашаусы ла Минең арҡала йәшәйәсәк. 58 Был – күктән килгән икмәк. Ул һеҙҙең ата-бабаларығыҙ ашаған икмәк кеүек түгел. Улар үлгән, ә был икмәкте ашаусы мәңге йәшәйәсәк.

59 Ғайса быларҙы Капернаумдағы ғибәҙәтханала өйрәткән саҡта һөйләне.

«Һеҙ ҙә китергә теләйһегеҙҙер?»

60 Ғайсаның күп шәкерттәре был һүҙҙәрҙе ишеткәс:

– Уның һөйләгәндәре ҡолаҡҡа ятмаҫлыҡ! Быны тыңлау мөмкин түгел! – тиеште.

61 Ғайса, һүҙҙәренең шәкерттәр күңелендә ризаһыҙлыҡ тыуҙырғанын белеп:

– Былар һеҙҙе рәнйетәме? 62 Әҙәм Улының элекке урынына күтәрелеүен күрһәгеҙ, ни булыр? 63 Бары тик Рух ҡына тормош бирә, кеше бында көсһөҙ. Минең һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрем дә Рухтан килә һәм тормош бирә. 64 Әммә һеҙҙең арағыҙҙа иман тотмағандар ҙа бар, – тине.

Ул кемдең Уға ышанмауын һәм кемдең хыянат итәсәген тәүҙән үк белә ине.

65 Ғайса һүҙен дауам итте:

– Бына шуның өсөн дә Мин һеҙгә: «Атам ебәрмәһә, Минең яныма бер кем дә килә алмай», – тинем.

66 Шул ваҡыттан Ғайсаның күп шәкерттәре, айырылып китеп, башҡаса Уның менән бергә йөрөмәне.

67 – Бәлки, һеҙ ҙә китергә теләйһегеҙҙер? – тип һораны Ғайса ун ике шәкертенән.

68 Симон Петр:

– Хужам, беҙ кемгә барайыҡ? Һин генә мәңгелек тормош һүҙҙәре һөйләйһең бит. 69 Беҙ Һиңә ышанабыҙ, Һине Алланың Изгеһе итеп таныйбыҙ, – тип яуап бирҙе.

70 – Мин Үҙем һеҙҙе – ун икегеҙҙе һайлап алдым түгелме? Әммә арағыҙҙағы берәү – иблис. – 71 Ғайса быны аҙаҡ Үҙенә хыянат итәсәк ун икәүҙең береһе булған Симон Искариот улы Йәһүҙә тураһында әйтте.

7

Ғайса һәм Уның ҡустылары

1 Бынан һуң Ғайса Галилея буйлап йөрөнө. Йәһүд башлыҡтары Уны үлтерергә ниәтләгәнлектән, Йәһүҙиәгә бармаҫҡа булды.

2 Йәһүдтәрҙең Сатыр Ҡороу байрамы яҡынлашҡас, 3 ҡустылары Уға:

– Был ерҙән кит, Йәһүҙиәгә бар! Эштәреңде ундағы шәкерттәрең дә күрһен. 4 Әгәр кеше үҙен танытырға теләй икән, ул эшен йәшереп башҡармай. Һин шундай эштәр ҡылаһың икән, Үҙеңде донъяға күрһәт! – тинеләр.

5 Уға хатта ҡустылары ышанмай ине.

6 – Минең ваҡытым етмәгән әле, ә һеҙҙең өсөн һәр ҡасан да ваҡыт. 7 Донъя һеҙгә нәфрәт менән ҡарамай, ә Мине күрә алмай, сөнки Мин уның эштәренең яуыз булғанын күрһәтеп торам. 8 Һеҙ был байрамға барығыҙ, ә Мин йөрөмәйем, ваҡытым етмәне әле. – 9 Ғайса, шулай итеп, Галилеяла ҡалды.

Ғайса Сатыр Ҡороу байрамында

10 Әммә ҡустылары киткәс, Үҙенә иғтибар йәлеп итмәйенсә, йәшерен рәүештә Ғайса ла байрамға китте. 11 Йәһүд башлыҡтары иһә: «Ул ҡайҙа икән?» – тип һорашып, Уны байрам ваҡытында эҙләп йөрөнө.

12 Уның тураһында халыҡ араһында күп һүҙҙәр таралды. «Ул яҡшы Кеше», – тине берәүҙәр, ә икенселәр: «Юҡ, Ул халыҡты юлдан яҙҙыра», – тип ҡаршы төштө. 13 Әммә, башлыҡтарҙан ҡурҡып, бер кем дә Уның хаҡында асыҡ ҡына итеп һөйләмәне.

14 Байрамдың уртаһы еткәндә Ғайса Алла Йортона инеп өйрәтә башланы. 15 Йәһүдтәр:

– Был Кеше, бер ерҙә лә уҡымайынса, Яҙмаларҙы ҡайҙан шул тиклем яҡшы белә икән? – тип ғәжәпләнде.

16 Ғайса:

– Өйрәткәндәрем Үҙемдән түгел, ә Мине Ебәреүсенән. 17 Кем дә кем Уның ихтыярын башҡарырға теләй, был өйрәтеүҙәрем Аллананмы әллә Минең Үҙемдән һөйләнеләме икәнен белер. 18 Үҙ исеменән һөйләгән үҙенә дан эҙләй, ә үҙен ебәреүсенең данын эҙләгән кеше иһә эскерһеҙ, һәм уның күңелендә ялғанға урын юҡ. 19 Муса һеҙгә ҡанун бирҙе түгелме? Әммә берегеҙ ҙә ҡанунды үтәмәйһегеҙ. Юғиһә ни өсөн һеҙ Мине үлтерергә теләйһегеҙ? – тип һораны.

20 – Һиңә ен эйәләшкәнме әллә? – тине кешеләр. – Кем Һине үлтерергә теләй?

21 Ғайса һүҙен дауам итте:

– Мин шәмбе көндө бер генә эш ҡылдым, һеҙ шуға аптырайһығыҙ. 22 Муса һеҙгә сөннәт бирҙе (дөрөҫ, был Мусанан түгел, атай-олатайҙарҙан килә), һәм һеҙ шәмбе көндө лә ир баланы сөннәткә ултыртаһығыҙ. 23 Әгәр ҙә, Муса ҡануны боҙолмаһын тип, шәмбе көндө лә ир бала сөннәтләнә икән, ниңә һеҙ шәмбе көндө бер кешене тулыһынса һауыҡтырғаным өсөн Миңә асыу тотаһығыҙ? 24 Тыш яҡтан нисек күренеүенә ҡарап хөкөм итмәгеҙ, хаҡлыҡ менән хөкөм итегеҙ!

Ғайса – Мәсихме?

25 Шунда ҡайһы бер Иерусалим кешеләре:

– Йәһүд башлыҡтары үлтерергә теләгән Кеше түгелме һуң был? 26 Ана, Ул асыҡтан-асыҡ һөйләй, ә тегеләр Уға ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтмәй. Әллә башлыҡтар Уны ысынлап та Мәсих тип уйлаймы икән? 27 Ләкин беҙ был кешенең кемлеген беләбеҙ. Ә инде Мәсихкә килгәндә, Уның ҡайҙан икәнен бер кем дә белмәҫ, – тинеләр.

28 Ғайса, Алла Йортонда өйрәтеүен дауам итеп, көслө тауыш менән:

– Һеҙ Минең кем икәнлегемде лә, ҡайҙан килеүемде лә беләһегеҙ. Ләкин Мин Үҙ белдегем менән килмәнем, Мине Ебәреүсе – ысын Алла ул. Уны һеҙ белмәйһегеҙ. 29 Ә Мин беләм, сөнки Мин Унан килдем, Мине Ул ебәрҙе! – тине.

30 Улар Ғайсаны тотоп алырға теләне, ләкин береһе лә Уға ҡул да тейҙермәне, сөнки Уның ваҡыты килеп етмәгәйне әле. 31 Халыҡ араһында иһә күптәр Уға ышанды һәм: «Мәсих килгәс, был Кешегә ҡарағанда күберәк мөғжизәләр күрһәтә алырмы икән?» – тиеште.

32 Фарисейҙар халыҡтың Ғайса тураһында шулай бәхәсләшкәнен ишетте. Улар, баш руханиҙар менән бергәләп, Уны ҡулға алырға Алла Йорто һаҡсыларын ебәрҙе.

33 Шунда Ғайса:

– Мин һеҙҙең арағыҙҙа оҙаҡ булмам, тиҙҙән Үҙемде Ебәреүсе янына кире ҡайтасаҡмын. 34 Мине эҙләрһегеҙ, ләкин тапмаҫһығыҙ. Ә Мин буласаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ, – тине.

35 Йәһүдтәр:

– Беҙ таба алмаҫлыҡ ниндәй урынға китмәксе була икән? Бәлки, Ул гректар араһында йәшәгән беҙҙең кешеләр янына барырға һәм унда гректарҙы өйрәтергә йыйыналыр? 36 Уның: «Мине эҙләрһегеҙ, ләкин тапмаҫһығыҙ. Ә Мин буласаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ», – тигән һүҙҙәре нимәне аңлата икән? – тип үҙ-ара һөйләштеләр.

37 Байрамдың аҙаҡҡы – иң бөйөк көнөндә Ғайса тороп баҫып көслө тауыш менән иғлан итте:

– Кем һыуһай, Миңә килһен һәм эсһен! 38 Кем Миңә инана, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Уның күңел түренән йылғалар булып тере һыу ағасаҡ».

39 Ул быны Үҙенә инанғандар аласаҡ Рух хаҡында әйтте. Был ваҡытта уларға Изге Рух бирелмәгәйне әле, сөнки Ғайса күккә тиклем күтәрелмәгәйне һәм Уға данлы бөйөклөк бирелмәгәйне.

40 Уның һүҙҙәрен ишеткән кешеләрҙең ҡайһы берҙәре:

– Был ысынлап та вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәр!

41 Икенселәре:

– Ул – Мәсих, – тине.

Башҡалары уларға ҡаршы төштө:

– Мәсих Галилеянан килер микән? 42 Изге Яҙмала: «Мәсих Дауыт нәҫеленән буласаҡ һәм Дауыттың йәшәгән ҡалаһы Вифлеемдан киләсәк», тип яҙылған бит.

43 Шулай итеп, Ғайса хаҡында халыҡ араһында бәхәс ҡупты. 44 Ҡайһы берҙәре Уны тотоп алырға ла теләне, ләкин береһе лә Уға ҡул тейҙермәне.

45 Һаҡсылар Ғайсаһыҙ ғына әйләнеп ҡайтҡас, баш руханиҙар һәм фарисейҙар:

– Ни өсөн Уны тотоп алып килмәнегеҙ? – тип һораны.

46 – Ул Кеше кеүек берәүҙең дә һөйләгәне юҡ, – тип яуап бирҙе һаҡсылар.

47 – Әллә һеҙ ҙә алдандығыҙмы? – тине фарисейҙар. 48 – Башлыҡтарҙың йәки фарисейҙарҙың берәйһе Уға инандымы ни? 49 Ә ҡанунды белмәгән был халыҡ ҡарғалған.

50 Араларынан береһе – элегерәк Ғайса янында булып киткән Никодим – уларҙан:

51 – Беҙҙең ҡанун кешене тәүҙә тыңламайынса һәм уның нимә ҡылғанын асыҡламайынса уны хөкөм итергә рөхсәт бирәме ни? – тип һораны.

52 Уға:

– Әллә һин дә Галилеянанмы? Яҙмаларҙы тикшереп ҡараһаң, аңларһың: Галилеянан бер ниндәй ҙә пәйғәмбәр сыҡмаясаҡ, – тип яуап бирҙеләр.

53 Шунан барыһы ла өйҙәренә таралышты.

8

Зина ҡылып тотолған ҡатын

1 Ғайса Зәйтүн тауына китте. 2 Иртә менән яңынан Алла Йортона килгәс, Уның янына бик күп халыҡ йыйылды. Ул, ултырып, уларҙы өйрәтә башланы. 3 Шул саҡта ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар, зина ҡылып тотолған бер ҡатынды алып килеп, халыҡ алдына баҫтырып ҡуйҙылар ҙа 4 Ғайсаға:

– Остаз! Был ҡатын зина ҡылғанда тотолдо. 5 Ҡанунда Муса бындайҙарҙы таш менән бәреп үлтерергә ҡушҡан. Һин ни әйтерһең? – тинеләр.

6 Улар быны Ғайсаны һынар өсөн, бәлки, ғәйепләргә берәй һылтау табырбыҙ, тигән уйҙан сығып әйтте. Әммә Ғайса, түбән эйелеп, бармағы менән ергә ниҙер яҙа башланы. 7 Тегеләр һорау биреүен дауам иткәс, күтәрелеп уларға:

– Һеҙҙең ҡайһығыҙ бер ҡасан да гонаһ ҡылмаған, шул башлап уға таш атһын, – тине 8 һәм, эйелеп, ергә яҙыуын дауам итте.

9 Быны ишеткәс, өлкәндәренән башлап бер-бер артлы сығып киттеләр. Ғайса Үҙенең алдында баҫып торған ҡатын менән яңғыҙ ҡалды.

10 Ғайса уға күтәрелеп ҡараны:

– Ханым, ҡайҙа улар? Һине бер кем дә хөкөм итмәнеме?

11 Ҡатын:

– Бер кем дә, Әфәндем, – тип яуапланы.

– Мин дә һине хөкөм итмәйем. Бар, бүтәнсә гонаһ ҡылма, – тине Ғайса .

Ғайса – донъяға яҡтылыҡ

12 Ғайса йәнә халыҡҡа өндәште:

– Мин донъяға яҡтылыҡ бирәм. Миңә эйәргәндәр ҡараңғыла аҙашып йөрөмәҫ, сөнки уларҙың тормошҡа алып барыусы яҡтылығы буласаҡ.

13 – Һин Үҙ хаҡыңда Үҙең шаһитлыҡ ҡылаһың. Һинең шаһитлығың хаҡ түгел, – тине фарисейҙар Уға.

14 Ғайса уларға:

– Үҙ хаҡымда Үҙем шаһитлыҡ ҡылһам да, әйткәндәрем ысын, сөнки Мин ҡайҙан килеп ҡайҙа барыуымды беләм, ә һеҙ Минең ҡайҙан килеп ҡайҙа барыуымды белмәйһегеҙ, – тип яуап бирҙе. – 15 Һеҙ кешеләр үлсәме менән хөкөм йөрөтәһегеҙ, ә Мин бер кемде лә хөкөм итмәйем. 16 Иткән хәлдә лә, хөкөмөм хаҡ, сөнки яңғыҙ түгелмен: Мин Үҙемде ебәргән Атам менән бергәмен. 17 Һеҙҙең ҡанунығыҙҙа: «Ике шаһиттың һүҙе хаҡ», – тиелгән. 18 Беҙ – ике шаһит, Мин һәм Мине ебәргән Атам, икебеҙ ҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылабыҙ.

19 Ғайсанан:

– Һинең Атаң ҡайҙа һуң? – тип һоранылар.

Ғайса:

– Һеҙ Мине лә, Минең Атамды ла белмәйһегеҙ. Әгәр Мине белһәгеҙ, Атамды ла белер инегеҙ, – тип яуап бирҙе.

20 Ғайса был һүҙҙәрҙе Алла Йортонда саҙаҡа һандығы янында өйрәткәндә әйтте. Бер кем дә Үҙен ҡулға алып маташманы, сөнки Уның ваҡыты килеп етмәгәйне әле.

«Мин барасаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ»

21 Ғайса уларға йәнә:

– Мин китермен. Һеҙ Мине эҙләрһегеҙ, әммә ышанмау гонаһы менән үлерһегеҙ. Мин барасаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ, – тине.

22 – Уның: «Мин барасаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ», – тигәне нимәне аңлата икән? Әллә Ул Үҙен Үҙе үлтермәксеме? – тиеште йәһүдтәр.

23 Ғайса:

– Һеҙ бынан, ерҙән, Мин – юғарынан. Һеҙ был донъяныҡы, ә Мин был донъяныҡы түгел, – тип яуапланы. 24 – Мин һеҙгә: «Үҙ гонаһтарығыҙ менән үлерһегеҙ», – тинем. Быны әйттем, сөнки, әгәр ҙә һеҙ Минең – Шул булыуыма ышанмаһағыҙ, гонаһлы булып үлерһегеҙ.

25 – Кем һуң Һин? – тип һоранылар Унан.

– Быны һеҙгә күптән әйтә киләм, – тине Ғайса. – 26 Һеҙҙең хаҡта күпте һөйләп, һеҙҙе хөкөм итә алыр инем. Әммә Мин донъяға бары тик Үҙемде Ебәреүсенән ишеткәнемде генә һөйләйем, ә Ул дөрөҫтө әйтә.

27 Улар Ғайсаның Ата хаҡында һөйләүен аңламаны. 28 Ә Ғайса һүҙен дауам итте:

– Һеҙ, Әҙәм Улын юғары күтәргәнегеҙҙән һуң , Минең Шул булыуымды аңларһығыҙ. Ул ваҡытта Үҙ белдегем менән бер ни ҙә ҡылмауымды һәм, Атам нисек өйрәткән булһа, шулай ғына һөйләүемде лә белерһегеҙ. 29 Мине Ебәреүсе янымда, Ул Мине яңғыҙ ҡалдырманы, сөнки һәр ваҡыт Ул хуп күргәнде эшләйем.

30 Ул быларҙы һөйләгән ваҡытта күптәр Уға инанды.

Ибраһимдың балаларымы, Иблистекеме?

31 Ғайса Үҙенә инанған йәһүдтәргә:

– Минең һүҙемде тотһағыҙ, ысын шәкерттәрем булырһығыҙ. 32 Ана шунда хәҡиҡәтте белерһегеҙ һәм ул һеҙҙе ирекле итер, – тине.

33 Уға ҡаршы:

– Беҙ Ибраһим нәҫеленән, – тинеләр, – һәм һис ҡасан да бер кемдең дә ҡоло булманыҡ. Шулай булғас нисек Һин: «Ирекле булырһығыҙ», – тиһең?

34 – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: гонаһ ҡылыусы һәр кем – гонаһтың ҡоло, – тип яуап бирҙе Ғайса. – 35 Ҡол ғаиләлә ваҡытлыса ғына тора, ә атаның улы мәңгегә ғаилә ағзаһы була. 36 Шуға күрә, әгәр ҙә Ата Улы һеҙҙе ирекле итһә, һеҙ ысындан да ирекле буласаҡһығыҙ. 37 Мин һеҙҙең Ибраһим нәҫеленән икәнегеҙҙе беләм. Шуға ҡарамаҫтан, Мине үлтерергә теләйһегеҙ, сөнки һүҙҙәремә күңелегеҙҙә урын юҡ. 38 Мин Атам янында күргәндәрем тураһында һөйләйем, ә һеҙ үҙ атағыҙҙан ишеткәнде ҡылаһығыҙ.

39 Улар:

– Беҙҙең атабыҙ – Ибраһим! – тип яуап бирҙе.

– Әгәр ҙә һеҙ ысынлап та Ибраһим балалары булһағыҙ, уның кеүек эшләр инегеҙ. 40 Һеҙ, киреһенсә, Мине, Алланан ишеткән хәҡиҡәтте һөйләгән кешене, үлтерергә теләйһегеҙ. Ибраһим шулай эшләнеме ни?! 41 Юҡ, һеҙ үҙегеҙҙең ысын атағыҙҙың эшен ҡылаһығыҙ, – тине Ғайса.

Тегеләр:

– Беҙ уйнаштан тыумағанбыҙ, беҙҙең атабыҙ бер генә: Ул – Алла, – тинеләр.

42 Ғайса уларға былай тине:

– Атағыҙ Алла булһа, һеҙ Мине яратыр инегеҙ, сөнки Мин янығыҙға Алланан килдем. Мин Үҙ белдегем менән килмәнем, Мине Ул ебәрҙе. 43 Ниңә һеҙ Минең нимә тураһында һөйләүемде аңламайһығыҙ? Һеҙ бит Һүҙҙәремде тыңларға теләмәйһегеҙ. 44 Һеҙҙең атағыҙ – Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ. Ул баштан уҡ кеше үлтереүсе булған һәм хәҡиҡәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, сөнки унда хәҡиҡәт юҡ. Ул ялғанды һөйләгәндә үҙ асылы буйынса эшләй, ул – ялғансы һәм ялғандың атаһы. 45 Мин хәҡиҡәтте һөйләгәнгә күрә, һеҙ Миңә ышанмайһығыҙ. 46 Минең гонаһ ҡылғанымды ҡайһығыҙ фашлай алыр? Әгәр хәҡиҡәт һөйләйем икән, ни өсөн Миңә ышанмайһығыҙ? 47 Кем Алланан, шул Уның һүҙен тыңлар; ә һеҙ, Алланан булмағанға күрә, тыңламайһығыҙ.

Ғайса һәм Ибраһим

48 – «Һин Самария кешеһе, һиңә ен эйәләшкән», – тип әйтеүебеҙ дөрөҫ икән, – тине йәһүдтәр.

49 Ғайса:

– Миңә ен эйәләшмәгән. Мин Атамды хөрмәт итәм, ә һеҙ Мине хурлайһығыҙ. 50 Мин Үҙемә дан эҙләмәйем, Миңә дан Эҙләүсе башҡа Берәү, һәм Ул хөкөм итә. 51 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем Минең һүҙемде тота, шул бер ҡасан да үлем күрмәйәсәк, – тип яуап бирҙе.

52 – Бына хәҙер һиңә ен эйәләшкәнлегенә бер шигебеҙ ҙә ҡалманы, – тине йәһүдтәр. – Ибраһим да, пәйғәмбәрҙәр ҙә үлде, ә һин: «Кем Минең һүҙемде тота, шул бер ҡасан да үлмәйәсәк», – тиһең. 53 Һин атабыҙ Ибраһимдан да бөйөгөрәкме ни? Ул үлгән, пәйғәмбәрҙәр ҙә үлгән. Үҙеңде кем тип һанайһың?

54 Ғайса:

– Мин Үҙемде Үҙем данлаһам, даным бер ни ҙә тормаҫ ине. Миңә һеҙ ҙә «Аллабыҙ» тип атаған Атам данлы бөйөклөк бирә. 55 Һеҙ Уны белмәйһегеҙ, ә Мин беләм. Әгәр ҙә Мин Уны белмәйем тиһәм, һеҙҙең кеүек үк ялғансы булыр инем. Әммә Мин Уны беләм һәм Уның һүҙен тотам. 56 Атағыҙ Ибраһим Мин килгән көндө күрәсәгенә шатланды һәм уны күреп ҡыуанды, – тип яуап бирҙе.

57 Йәһүдтәр Уның был һүҙҙәренә:

– Һиңә әле илле йәш тә юҡ. Нисек итеп Һин Ибраһимды күрҙең? – тинеләр.

58 Ғайса уларға:

– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Ибраһим тыуғанға тиклем үк Мин бар инем инде , – тип яуап бирҙе.

59 Шул саҡта йәһүдтәр Уға бәреү өсөн ҡулдарына таш алды, әммә Ғайса йәшеренде һәм Алла Йортонан сығып китте.

9

Тыумыштан һуҡырҙың күрә башлауы

1 Китеп барғанда Ғайса тыумыштан уҡ һуҡыр бер кешене күрҙе. 2 Шәкерттәре Унан:

– Остаз! Ниңә был кеше һуҡыр булып тыуған икән? Ул үҙе гонаһ ҡылғанмы, әллә ата-әсәһеме? – тип һораны.

3 – Ул үҙе лә, ата-әсәһе лә ғәйепле түгел, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Уның ауырыуы аша Алланың ҡөҙрәте күренһен өсөн һуҡыр булып тыуған ул. 4 Көн үткәнсе Мин Үҙемде Ебәреүсенең эшен башҡарырға тейешмен. Төн етеп килә, ул саҡта һис кем бер нәмә лә эшләй алмаҫ. 5 Донъяла булған ваҡытымда Мин – донъяға яҡтылыҡ.

6 Шулай тигәндән һуң, Ул ергә төкөрҙө, төкөрөгөн тупраҡҡа ҡушып иҙеп, шул лайланы һуҡырҙың күҙҙәренә һөрттө лә 7 уға:

– Силоам быуаһына барып йыуын, – тине (Силоам – «ебәрелгән» тигән мәғәнәлә).

Һуҡыр барып йыуынды һәм күҙҙәре күреп килде.

8 Күршеләре һәм элек уның хәйер һорашҡанын күргән кешеләр:

– Был теге хәйер һорап юл ситендә ултырған кеше түгелме һуң? – тиештеләр.

9 Ҡайһы берәүҙәре:

– Эйе, был тап үҙе.

Икенселәре:

– Юҡ, ул шул кешегә оҡшаған ғына, – тине.

Ул үҙе иһә:

– Мин шул кеше, – тине.

10 – Күҙҙәрең нисек асылды һуң? – тип һоранылар унан.

11 Ул:

– Ғайса исемле Кеше лайла яһап күҙҙәремә һөрттө лә: «Силоам быуаһына барып йыуын», – тине. Барып йыуынғайным, күҙҙәрем асылды, – тип яуап бирҙе.

12 – Ул Кеше ҡайҙа? – тип һорағастар:

– Белмәйем, – тип яуапланы.

13 Элек һуҡыр булған кешене фарисейҙар янына алып барҙылар, 14 сөнки Ғайса лайла яһап уны һауыҡтырған көн шәмбе ине. 15 Фарисейҙар ҙа унан нисек күрә башлауы тураһында һорашты.

– Ул тәүҙә минең күҙҙәремә лайла һөрттө, аҙаҡ йыуынғайным, күрә башланым, – тип яуап ҡайтарҙы һауыҡҡан кеше.

16 Ҡайһы бер фарисейҙар:

– Был Кеше Алланан түгел, сөнки Ул шәмбе көндөң ҡағиҙәһен тотмай, – тинеләр.

– Гонаһлы кеше бындай мөғжизә ҡыла алыр инеме ни? – тип икенселәре ҡаршы төштө. Улар араһында бәхәс ҡупты.

17 Элекке һуҡырҙан:

– Һин, Ул минең күҙҙәремде асты, тиһең. Кем Ул, һинеңсә? – тип тағы ла һораштылар.

– Пәйғәмбәр, – тине теге кеше.

18 Әммә йәһүд башлыҡтары уның һуҡыр булғанына һәм күрә башлауына ышанырға теләмәне, ата-әсәһен саҡырып, 19 уларҙан:

– Тыумыштан һуҡыр тигән улығыҙ ошомо? Ни эшләп ул хәҙер күрә һуң? – тип һоранылар.

20 – Уның беҙҙең улыбыҙ икәнен дә, һуҡыр булып тыуғанын да беләбеҙ, – тип яуапланы ата-әсә. – 21 Ә әле нисек күрә башлағанын һәм күҙҙәрен кем асҡанын белмәйбеҙ. Ул инде бәлиғ булған, үҙенән һорағыҙ, үҙе хаҡында үҙе һөйләһен.

22 Һуҡырҙың ата-әсәһе, йәһүд башлыҡтарынан ҡурҡҡанлыҡтан, шулай яуап бирҙе. Сөнки башлыҡтар Ғайсаның Мәсих икәнлеген таныған һәр кемде ғибәҙәтхананан айырырға ҡарар иткәйне. 23 Шунлыҡтан уның ата-әсәһе: «Ул инде бәлиғ булған, үҙенән һорағыҙ», – тине.

24 Шулай итеп, элек һуҡыр булған кеше икенсе тапҡыр саҡыртылды. Башлыҡтар уға:

– Алла алдында дөрөҫөн әйт! Һин әйткән кешенең гонаһлы икәнен беләбеҙ, – тинеләр.

25 – Гонаһлымы, түгелме, уныһы миңә билдәһеҙ, – тип яуап бирҙе элекке һуҡыр. – Шуны ғына беләм: мин һуҡыр инем, ә хәҙер күрәм.

26 Унан тағы ла:

– Ул нимә эшләне һуң? Һинең күҙҙәреңде нисек асты? – тип һораштылар.

27 – Мин һеҙгә һөйләгәйнем инде, ләкин һеҙ тыңламанығыҙ. Ниңә тағы бер тапҡыр ишеткегеҙ килә? Әллә һеҙ ҙә Уның шәкерттәре булырға ниәтләйһегеҙме? – тип яуап бирҙе ул.

28 Тегеләр ныҡ асыуланып:

– Уның шәкерте – һин, ә беҙ – Мусаның шәкерттәре! 29 Беҙ Алланың Муса менән һөйләшкәнен беләбеҙ. Ә был Ғайса тигән Әҙәмдең ҡайҙан икәнлеге билдәһеҙ, – тип ҡысҡырҙылар.

30 – Шуныһы ғәжәп тә: һеҙ Уның ҡайҙан икәнлеген белмәйһегеҙ, ә Ул минең күҙҙәремде асты! – тине күрә башлаған кеше. – 31 Алланың гонаһлыларҙы тыңламауын беҙ беләбеҙ. Ул бары тик Үҙенә табыныусыны һәм Уның ихтыярын үтәүсене генә тыңлай. 32 Берәйһенең тыумыштан һуҡыр кешенең күҙҙәрен асҡаны тураһында ғүмерҙә лә ишетелгәне юҡ ине. 33 Әгәр ҙә ул Кеше Алланан булмаһа, бер нәмә лә эшләй алмаҫ ине бит.

34 – Һин бөтөн булмышың менән гонаһтан яралып тыуғанһың. Һинме беҙҙе өйрәтәһең! – тип уны ҡыуып сығарҙылар.

Рухи һуҡырлыҡ

35 Ғайса, элекке һуҡырҙы ҡыуып сығарғандарын ишеткәс, уны эҙләп табып:

– Һин Әҙәм Улына ышанаһыңмы? – тип һораны.

36 – Әфәндем, мин Уға ышанһын өсөн, Уның кем икәнен әйт миңә, – тип яуап бирҙе теге.

37 Ғайса:

– Һин Уны күрҙең. Хәҙер һинең менән Ул һөйләшә, – тине.

38 – Әфәндем, мин ышанам! – Күҙҙәре асылған кеше ергә йығылды һәм тубыҡланып Уға баш эйҙе.

39 Ғайса:

– Мин был донъяға күрмәгәндәр күрһен, ә күргәндәр һуҡырайһын тип, хөкөм итеү өсөн килдем, – тине.

40 Уның янында торған ҡайһы бер фарисейҙар быны ишеткәс:

– Беҙҙе лә һуҡырға һанамайһыңдыр бит? – тип һоранылар.

41 – Әгәр һеҙ ысынлап та һуҡыр булһағыҙ, гонаһлы булмаҫ инегеҙ. Ә һеҙ, күрәбеҙ, тиһегеҙ, тимәк, гонаһығыҙ үҙегеҙҙә ҡала, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса.

10

Ғайса – яҡшы көтөүсе

1 – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем һарыҡ аҙбарына ҡапҡанан түгел, ә башҡа юл менән инә, ул ҡараҡ һәм юлбаҫар. 2 Ә ҡапҡанан инеүсе һарыҡтарға көтөүсе була. 3 Һаҡсы уға ҡапҡа аса, һарыҡтар уның тауышын таный һәм ул, һарыҡтарын исемдәре менән саҡырып, уларҙы алып сыға. 4 Үҙенең бөтә һарыҡтарын алып сыҡҡас, ул алдан атлай, ә һарыҡтар артынан эйәреп бара, сөнки улар уның тауышын таный. 5 Ә ят кешегә улар эйәрмәй, тауышы таныш булмағанлыҡтан, унан ҡасып китәләр.

6 Ғайса ошо кинәйәне һөйләне, ләкин фарисейҙар Уның нимә хаҡында һөйләгәнен аңламаны.

7 Ғайса иһә һүҙен дауам итте:

– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Мин – һарыҡтарға ҡапҡа. 8 Минән алда килгәндәрҙең бөтәһе лә ҡараҡ һәм юлбаҫар ине, һарыҡтар уларҙы тыңламаны. 9 Мин – ҡапҡа. Минең аша инеүсе ҡотоласаҡ, иркен инеп-сығып йөрөйәсәк һәм үҙенә көтөүлек табасаҡ. 10 Ҡараҡ ул урлау, үлтереү һәм һәләк итеү өсөн генә килә. Мин иһә уларға тормош, тулы мәғәнәһендә тормош бирергә килдем.

11 Мин – яҡшы көтөүсе: яҡшы көтөүсе һарыҡтары өсөн йәнен фиҙа ҡыла. 12 Ә ялланғаны – ысын көтөүсе түгел. Ул, һарыҡтар үҙенеке булмағанлыҡтан, уларҙы ҡайғыртмай: бүре килгәнен күреп, һарыҡтарҙы ташлап ҡаса; бүре, һөжүм итеп, һарыҡтарҙы тамаҡлап китә.

14 Мин – яҡшы көтөүсе. Ата – Мине, Мин Атаны таныған кеүек, Мин Үҙемдең һарыҡтарымды таныйым, улар Мине таный. Мин һарыҡтарым өсөн ғүмеремде бирәм. 16 Минең был аҙбарҙа булмаған бүтән һарыҡтарым да бар. Уларҙы ла алып килергә тейешмен. Улар Минең тауышымды тыңлаясаҡ, һәм бер көтөү, бер көтөүсе булыр. 17 Атам Мине шуның өсөн ярата: Мин Үҙ ғүмеремде уны яңынан алыу өсөн бирәм. 18 Уны Минән бер кем дә тартып алмай, Мин уны Үҙем бирәм. Уны бирергә лә, кире алырға ла хакимлығым бар. Был бойороҡто Миңә Атам бирҙе.

19 Был һүҙҙәр һөҙөмтәһендә йәһүдтәр араһында йәнә бәхәс ҡупты.

20 – Уға ен эйәләшкән, Ул һаташа. Ниңә Уны тыңлайһығыҙ? – тине күптәре.

21 Башҡалары иһә:

– Былар ен эйәләшкән кеше һүҙҙәре түгел. Ен һуҡырҙың күҙен аса аламы ни? – тип ҡаршы төштө.

Йәһүдтәрҙең Ғайсаны ҡабул итмәүе

22 Ҡыш килеп етте. Иерусалимда Яңырыу байрамы ине. 23 Ғайса Алла Йортонда Сөләймән бағаналы залы буйлап йөрөгән саҡта, 24 йәһүдтәр Уның тирәһенә йыйылды.

– Һин түҙемлегебеҙҙе ҡасанға тиклем һынарға уйлайһың? Мәсих булһаң, беҙгә асыҡ итеп әйт, – тинеләр Уға.

25 Ғайса былай тип яуап бирҙе:

– Мин һеҙгә әйткәйнем инде, ә һеҙ ышанмайһығыҙ. Атам исеменән башҡарған эштәрем Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡыла. 26 Әммә һеҙ ышанмайһығыҙ, сөнки Минең һарыҡтарым түгелһегеҙ. 27 Минең һарыҡтарым Минең тауышымды ишетә, Мин дә уларҙы таныйым һәм улар Минең артымдан бара. 28 Мин уларға мәңгелек тормош бирәм. Улар бер ҡасан да һәләк булмаясаҡ һәм уларҙы бер кем дә Минән тартып ала алмаясаҡ. 29 Уларҙы Миңә биргән Атам һәммәһенән бөйөк. Атамдың ҡулынан тартып алырға бер кемдең дә хәленән килмәй. 30 Мин һәм Ата – бербеҙ.

31 Йәһүдтәр, Уны үлтерергә теләп, тағы ҡулдарына таш алды.

32 – Мин һеҙгә Атам тарафынан күп яҡшы эштәр күрһәттем. Шуларҙың ҡайһыһы өсөн Мине таш менән бәреп үлтерергә теләйһегеҙ? – тине Ғайса.

33 Йәһүдтәр Уға:

– Беҙ Һине яҡшы эштәрең өсөн түгел, ә көфөр һөйләүең, кеше булыуыңа ҡарамаҫтан, Үҙеңде Алла итеп күрһәтеүең өсөн үлтерергә теләйбеҙ, – тинеләр.

34 Ғайса уларға шулай яуап бирҙе:

– Алланың: «„Һеҙ – илаһтар“, – тинем Мин», тигән һүҙҙәре ҡанунығыҙҙа яҙылған түгелме? 35 Ә Изге Яҙманы юҡҡа сығарып булмай. Әгәр ҙә Алла һүҙе бирелгәндәр илаһ тип аталған икән, 36 «Мин – Алла Улы», тигән мәлдә нисек һеҙ Миңә «Көфөр һөйләйһең» тип әйтә алаһығыҙ? Мине Алла Үҙе изге хеҙмәткә айырып, был донъяға ебәрҙе бит. 37 Атамдың эштәрен башҡармаһам, Миңә ышанмағыҙ. 38 Ә инде башҡарам икән, Минең Үҙемә ышанмаһағыҙ, ҡылған эштәремә ышанығыҙ! Ана шунда инде һеҙ Атамдың Миндә, ә Минең Атамда икәнлеген аңларһығыҙ һәм белерһегеҙ.

39 Уны тағы ҡулға алырға тырыштылар, әммә Ул ҡасып китте.

40 Ғайса ҡабат Иордан аръяғына, элек Яхъя һыуға сумдырып йөрөгән урынға юл тотто һәм шунда ҡалды. 41 Уның янына күптәр килеп бер-береһенә:

– Яхъя бер генә мөғжизә лә күрһәтмәне, әммә Яхъяның Уның тураһында бөтә әйткәндәре лә дөрөҫ, – тиештеләр.

42 Һәм унда күптәр Ғайсаға инанды.

11

Ғайсаның үлгән Лазарҙы терелтеүе

1 Мәрйәм менән уның апаһы Марфа йәшәгән Вифания ауылында Лазарь исемле бер кеше ауырып китте. 2 Мәрйәм – Раббының аяҡтарына хуш еҫле май һылап, сәстәре менән һөртөп алған ҡатын, ә сирле уларҙың ҡустылары ине.

3 Апалы-һеңлеле Ғайсаға хәбәр ебәрҙе: «Хужам, Һин яратҡан Лазарь ауырып китте».

4 Ғайса быны ишеткәс:

– Был сир үлемгә килтермәй. Алла даны өсөн уның аша Алла Улының данлы бөйөклөгө күрһәтеләсәк, – тине.

5 Ғайса Марфаны ла, уның һеңлеһе менән Лазарҙы ла ярата ине. 6 Әммә Ул, Лазарҙың ауырығанын ишеткән хәлдә лә, булған урынында тағы ике көнгә тотҡарланды. 7 Шунан һуң шәкерттәренә:

– Яңынан Йәһүҙиәгә барайыҡ, – тине.

8 Шәкерттәре Уға:

– Остаз, әле күптән түгел генә йәһүдтәр Һине таш бәреп үлтерергә йөрөгәйне, тағы шунда бараһыңмы ни? – тинеләр.

9 Ғайса:

– Көндөң оҙонлоғо ун ике сәғәт түгелме һуң? Көндөҙ йөрөүсе абынмай, сөнки ул донъя яҡтылығын күрә. 10 Ә төндә йөрөүсе абына, сөнки унда яҡтылыҡ юҡ, – тип яуапланы.

11 Шунан һуң:

– Беҙҙең дуҫыбыҙ Лазарь йоҡлап киткән, Мин уны уятырға барам, – тип өҫтәне.

12 Шәкерттәре:

– Хужабыҙ, йоҡлағас, һауығыр! – тинеләр.

13 Ғайса уның үлеүе тураһында әйткәйне, шәкерттәр иһә ғәҙәттәге йоҡо хаҡында һөйләй тип уйланы. 14 Шунлыҡтан Ғайса уларға асыҡ итеп:

– Лазарь үлгән. 15 Мин унда булмауыма һеҙҙең өсөн шатмын, сөнки шул рәүешле иманығыҙ нығынасаҡ ҡына. Әйҙәгеҙ, уның янына барайыҡ, – тине.

16 Игеҙәк ҡушаматлы Фома шәкерттәргә:

– Әйҙәгеҙ, барайыҡ та, Уның менән бергә үләйек, – тине.

17 Ғайса, Вифанияға килеп еткәс, Лазарҙың дүрт көн инде ҡәберҙә ятыуын белде. 18 Вифания Иерусалимдан өс саҡрым ғына булғанлыҡтан, 19 унан ҡустыларын юғалтып ҡайғырған Марфа менән Мәрйәмде йыуатырға күп йәһүдтәр йыйылғайны.

20 Марфа, Ғайсаның килә ятҡанын ишеткәс, Уны ҡаршы алырға сыҡты. Мәрйәм иһә өйҙә ҡалды.

21 – Хужам, Һин бында булһаң, ҡустыбыҙ үлмәгән булыр ине, – тип өндәште Марфа. – 22 Әммә мин хәҙер ҙә беләм: Алланан ни генә һораһаң да, Ул Һиңә бирәсәк.

23 – Ҡустығыҙ тереләсәк, – тине уға Ғайса.

24 – Беләм, ул ҡиәмәт көнөндәге терелеү ваҡытында тереләсәк.

25 Ғайса:

– Мин – терелеү һәм тормош. Миңә ышанған кеше үлһә лә йәшәйәсәк. 26 Ә йәшәгән һәм Миңә ышанған һәр кем бер ҡасан да үлмәйәсәк. Һин быға ышанаһыңмы? – тине.

27 – Эйе, Хужам! – тип яуапланы Марфа. – Мин Һинең донъяға килергә тейеш булған Мәсих, Алла Улы икәнлегеңә ышанам.

28 Шулай тине лә Марфа китеп барҙы һәм һеңлеһе Мәрйәмде саҡырып алды:

– Остаз бында, Ул һине саҡыра.

29 Мәрйәм быны ишеткәс тә, тиҙ генә урынынан тороп, Ғайса янына сыҡты. 30 Ғайса, ауылға инмәйенсә, Марфа менән осрашҡан ерҙә тора ине әле. 31 Өйҙә бергә булып, Мәрйәмде йыуатҡан йәһүдтәр, уның йәһәт кенә тороп сығып киткәнен күргәс, илар өсөн ҡәбер янына китте тип уйлап, уның артынан эйәрҙе.

32 Мәрйәм иһә, Ғайса торған ергә килеп еткәс, Уны күреп:

– Хужам! Һин бында булһаң, ҡустыбыҙ үлмәгән булыр ине, – тип Уның аяғына йығылды.

33 Ғайса, Мәрйәмдең дә, уға эйәреп килгән йәһүдтәрҙең дә илағанын күреп, Үҙе лә бик ныҡ көйөндө һәм тулҡынланған тауыш менән:

34 – Һеҙ уны ҡайҙа ерләнегеҙ? – тип һораны.

Улар:

– Әфәндем! Әйҙә барайыҡ, Үҙең күрерһең, – тинеләр.

35 Ғайсаның күҙҙәренән йәш тәгәрәне.

36 – Ҡарағыҙ, Ул Лазарҙы нисек яратҡан икән! – тиеште йәһүдтәр.

37 Араларынан береһе:

– Ул бит һуҡырҙың күҙҙәрен асты. Лазарҙы ла үлемдән һаҡлап ҡалыр өсөн ниҙер эшләй алмаҫ инеме икән? – тине.

38 Ғайса тағы ла нығыраҡ көйөнгән хәлдә ҡәбер янына килде. Ҡәбер мәмерйә булып, уға инеү юлы таш менән ҡаплап ҡуйылғайны.

39 Ғайса:

– Ташты ситкә шылдырығыҙ! – тине.

– Хужам, мәрхүм инде еҫләнгәндер, үлгәненә дүрт көн уҙҙы бит инде, – тине үлгән кешенең апоһы Марфа.

40 Ғайса уға:

– Мин һиңә: «Әгәр ҙә ышанһаң, Алланың данлы бөйөклөгөн күрерһең», – тимәгәйнемме ни? – тип яуап бирҙе.

41 Мәмерйә ауыҙынан ташты алып ҡуйҙылар. Ғайса юғарыға ҡарап:

– Атам! Мине ишеткәнең өсөн рәхмәт! – тине. – 42 Тауышымды һәр ваҡыт ишетеүеңде беләм, ләкин был һүҙҙәремде бында баҫып торған кешеләр өсөн, Мине Һинең ебәргәнеңә ышанһындар өсөн әйтәм!

43 Шулай тигәндән һуң Ул көслө тауыш менән:

– Лазарь, сыҡ! – тине.

44 Бына үлгән кеше килеп сыҡты. Уның аяҡ-ҡулы кәфенгә уралған, йөҙөнә битлек ябылғайны. Ғайса:

– Тағатығыҙ уны, атлап китһен! – тине.

Фарисейҙарҙың Ғайсаны үлтерергә ниәтләүе

45 Мәрйәм янына килгән йәһүдтәрҙең күбеһе, Ғайсаның ни эшләгәнен күргәс, Уға инанды. 46 Ә ҡайһы берҙәре, фарисейҙарға барып, Ғайса ҡылған эштәр тураһында һөйләп бирҙе.

47 Шунда баш руханиҙар һәм фарисейҙар кәңәшмәгә йыйылды. Улар:

– Беҙгә нимә эшләргә? – тиештеләр. – Был кеше күп мөғжизәләр күрһәтә. 48 Әгәр ҙә шулай дауам итергә юл ҡуйһаҡ, һәммәһе Уға инанасаҡ. Аҙаҡ иһә римлылар килеп, Изге урыныбыҙҙы ла, халыҡты ла юҡ итәсәк.

49 Араларынан береһе, ул йылда иң баш рухани булған Каиафа:

– Һеҙ бер ни ҙә белмәйһегеҙ! 50 Бөтә халыҡ һәләк булыуға ҡарағанда, халыҡ өсөн бер кешенең үлеүе һеҙҙең өсөн хәйерлерәк бит. Шуны аңламайһығыҙмы ни? – тине.

51 Ул быны үҙенән һөйләмәне, ә шул йылда иң баш рухани булараҡ, Ғайсаның халыҡ өсөн, йәһүд халҡы өсөн генә түгел, ә барса ерҙәргә таралған Алла балаларын бергә йыйыр өсөн үләсәген алдан әйтеп бирҙе.

53 Ошо көндән алып улар Ғайсаны нисек үлтереү тураһында уйлай башланы. 54 Шул сәбәпле Ғайса инде йәһүдтәр араһында асыҡтан-асыҡ йөрөмәҫ булды. Ул бынан сүллек янындағы Ефраим тигән ҡалаға китте һәм Үҙенең шәкерттәре менән шунда ҡалды.

55 Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашҡайны. Байрам алдынан таҙарыныу йолаһын башҡарырға тип, Иерусалимға илдең төрлө төбәктәренән күп кеше килде. 56 Халыҡ Ғайсаны эҙләне. Улар Алла Йортонда бер-береһенән: «Нисек уйлайһығыҙ, Ул байрамға килмәҫ микән ни?» – тип һораштылар.

57 Баш руханиҙар һәм фарисейҙар иһә, Ғайсаны ҡулға алыр өсөн, Уның ҡайҙалығын белгән кешеләр беҙгә килеп әйтергә тейеш, тип әмер бирҙе.

12

Вифанияла Ғайсаға май һөртөү

1 Ҡотҡарылыу байрамына алты көн ҡалғас, Ғайса Вифанияға килде. Ул Ғайса үлемдән терелткән Лазарь йәшәгән ауыл ине. 2 Унда Ғайса хөрмәтенә мәжлес ҡорҙолар. Марфа хеҙмәт күрһәтеп йөрөнө, ә Лазарь Ғайса һәм башҡа ҡунаҡтар менән бергә табында ултырҙы. 3 Мәрйәм бер ҡаҙаҡ бик ҡиммәтле хуш еҫле саф нард майы алып, Ғайсаның аяҡтарына һыланы һәм үҙенең сәсе менән һөртөп алды. Өй эсе майҙың хуш еҫе менән тулды.

4 Шунда Ғайсаның шәкерттәренең береһе – Уға хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариот:

5 – Ниңә был майҙы өс йөҙ динарға һатып, фәҡирҙәргә өләшеп бирмәҫкә ине инде? – тип ҡуйҙы.

6 Ул быны фәҡирҙәр хаҡында ҡайғыртҡандан түгел, ә ҡараҡ булғаны өсөн әйтте. Уртаҡ аҡса янсығын йөрөтөү уның вазифаһында ине һәм ул йыш ҡына унан үҙ ихтыяжына аҡса ала торғайны.

7 Ғайса былай яуап бирҙе:

– Мәрйәмде тыныслыҡта ҡалдыр! Ул был хуш еҫле майҙы Мине ерләү көнөнә һаҡларға тейеш ине. 8 Фәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән булыр, Мин иһә һәр ваҡыт янығыҙҙа булмам.

9 Ошо ваҡыт күп йәһүдтәр, Ғайсаның Вифанияла икәнлеген белеп, шунда килде. Улар Ғайса өсөн генә түгел, Ул терелткән Лазарҙы күрергә тип тә килгәйне. 10 Шунлыҡтан баш руханиҙар Лазарҙы ла үлтерергә ҡарар итте, 11 сөнки уның арҡаһында күп йәһүдтәр килеп, Ғайсаға инана башлағайны.

Ғайсаның тантаналы рәүештә Иерусалимға инеүе

12 Икенсе көндө байрамға йыйылған күп һанлы халыҡ төркөмө, Ғайсаның Иерусалимға килеүен ишеткәс, 13 хөрмә ағасы ботаҡтары тотоп Уны ҡаршыларға сыҡты һәм:

– «Осанна!

Раббы исеме менән Килеүсе,

Израиль Батшаһы мөбәрәк булһын!» –

тип ҡысҡырҙы.

14 Ғайса бер ишәк табып шуға атланды, һәм эш Изге Яҙмала әйтелгәнсә тормошҡа ашты:

15 «Ҡурҡма, Сион ҡыҙы .

Күрәһеңме, йәш ишәккә атланып,

һинең Батшаң килә».

16 Шәкерттәре ул саҡта быны аңламаны, ә инде Ғайса данлы бөйөклөккә өлгәшкәндән һуң, Изге Яҙмала Уның хаҡында шулай яҙылған булыуын һәм Уны шулай ҡаршы алыуҙарын хәтерҙәренә төшөрҙө.

17 Ғайса Лазарҙы ҡәберҙән сығарып терелткән саҡта Уның менән булған кешеләр күргән хәл тураһында һөйләне. 18 Халыҡ Ғайсаның ошондай мөғжизә ҡылғанын ишеткәйне, шуға күрә Уны ҡаршы алырға сыҡты.

19 Фарисейҙар иһә үҙ-ара:

– Күрәһегеҙме, беҙ бер нәмәгә лә өлгәшә алмайбыҙ. Бөтә кеше Уға эйәрә, – тиеште.

Ғайсаның Үҙенең нисек үләсәген белгертеүе

20 Байрамда Аллаға табынырға килеүселәр араһында гректар ҙа бар ине. 21 Улар, Галилеялағы Вифсаиданан булған Филипп янына килеп:

– Әфәндем, беҙ Ғайсаны күрергә теләйбеҙ, – тип үтенде.

22 Филипп был хаҡта Андрейға әйтте, икәүләп был үтенесте Ғайсаға еткерҙеләр. 23 Ғайса:

– Әҙәм Улына данлы бөйөклөк бирелә торған ваҡыт етте! – тип яуапланы. – 24 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ергә төшкән бойҙай бөртөгө үлмәһә, шул килеш ҡалыр, ә үлһә, ҙур уңыш килтерер. 25 Үҙ йәнен яратыусы уны юғалтыр; ә был донъяла үҙ йәнен һанға һуҡмаусы уны мәңгелек тормош өсөн һаҡлар. 26 Кем Миңә хеҙмәт итә, шул Миңә эйәрһен. Мин ҡайҙа, хеҙмәтсем дә шунда буласаҡ. Миңә хеҙмәт итеүсегә Атам ихтирам күрһәтәсәк.

27 Күңелем Минең хәҙер борсоулы. Нимә тип әйтәйем? «Атам! Мине был сәғәттән ҡотҡар!» – типме? Ләкин Мин ошо сәғәт өсөн килдем дә инде. 28 Атам! Исемеңдең данлы бөйөклөгөн күрһәт.

Шул ваҡыт күктән:

– Күрһәттем һәм күрһәтәсәкмен! – тигән ауаз ишетелде.

29 Шунда торған һәм быны ишеткән халыҡ: «Күк күкрәне», – тиеште. Ҡайһы берҙәре иһә: «Уның менән фәрештә һөйләште», – тине.

30 Быға ҡаршы Ғайса:

– Был ауаз Минең өсөн түгел, һеҙҙең өсөн булды, – тине. – 31 Был донъяны хөкөм итер ваҡыт етте, хәҙер был донъяның хакимы ҡыуыласаҡ. 32 Мин, ерҙән күтәрелгәс, барлыҡ кешеләрҙе Үҙемә тартасаҡмын.

33 Ул быны Үҙенең ниндәй үлем менән үләсәген белгертеп әйтте. 34 Халыҡ Уға былай яуапланы:

– Беҙгә ҡанундан Мәсихтең мәңге ҡаласағы билдәле. Нисек Һин, Әҙәм Улы күккә күтәрелергә тейеш, тип әйтә алаһың? Кем Ул – Әҙәм Улы?

35 Ғайса:

– Яҡтылыҡтың һеҙҙең менән булырына бик аҙ ваҡыт ҡалды. Үҙегеҙҙе ҡараңғылыҡ баҫҡанғаса, яҡтыла йөрөп ҡалығыҙ, сөнки ҡараңғыла йөрөүсе ҡайҙа барғанын белмәй. 36 Яҡтылыҡ һеҙҙең менән булғанда, яҡтылыҡҡа ышанығыҙ, шул саҡта һеҙ яҡтылыҡ балалары булырһығыҙ, – тине.

Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, Ғайса уларҙың күҙенән юғалды.

Халыҡтың Ғайсаға ышанмауы

37 Ғайса халыҡ алдында шул тиклем күп илаһи мөғжизәләр күрһәтһә лә, Уға ышанманылар. 38 Сөнки Ишағыя пәйғәмбәрҙең:

«Раббым! Беҙҙең хәбәргә кем ышанды?

Раббының ҡөҙрәте кемгә асылды?» –

тигән һүҙҙәре тормошҡа ашырға тейеш ине.

39 Улар ышана алманы, сөнки, Ишағыя йәнә әйткәнсә:

40 «Алла уларҙың күҙҙәрен күрмәҫ итте,

йөрәктәрен ҡатырҙы.

Күҙҙәре менән бер ни ҙә күрергә,

йөрәктәре менән бер ни ҙә аңларға теләмәйҙәр.

Әгәр шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар

һәм Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».

41 Ишағыя был һүҙҙәрҙе Ғайсаның данлы бөйөклөгөн алдан күргәнгә әйткән; ул быны Уның тураһында һөйләгән.

42 Хәйер, башлыҡтарҙың да күбеһе Уға инанғайны инде, ләкин үҙҙәрен фарисейҙар ғибәҙәтхананан айырыр тип ҡурҡып, быны белдермәнеләр. 43 Улар Алланан килгән данға ҡарағанда, кешеләр алдындағы данды артығыраҡ күрҙе.

44 Ғайса көслө тауыш менән:

– Миңә инанған кеше Минең Үҙемә түгел, ә Мине Ебәреүсегә инана, – тине. – 45 Мине күргән Мине Ебәреүсене күрә. 46 Мин, Миңә инаныусылар ҡараңғылыҡта ҡалмаһын өсөн, донъяға яҡтылыҡ булып килдем. 47 Кемдер Минең һүҙҙәремде ишетеп тә, үтәмәй икән, уны хөкөм итмәйем, сөнки Мин донъяға хөкөм итергә түгел, ә донъяны ҡотҡарырға килдем. 48 Мине кире ҡағып, һүҙемде ҡабул итмәүсенең үҙ хөкөмсөһө бар: уны ҡиәмәт көнөндә Мин әйткән Һүҙ хөкөм итәсәк. 49 Сөнки Мин Үҙемдән һөйләмәнем, ә нимә һөйләргә, нимә әйтергә кәрәклеге хаҡында Мине ебәргән Атам әмер бирҙе. 50 Мин Уның әмере мәңгелек тормош килтереүен беләм. Шулай итеп, нимә һөйләһәм дә, һәр һүҙҙе нәҡ Атам ҡушҡанса һөйләйем.

13

Ғайсаның шәкерттәренең аяҡтарын йыуыуы

1 Ҡотҡарылыу байрамы алдынан Ғайса Үҙенең был донъянан Ата хозурына китер сәғәте еткәнлеген белде. Ул был донъялағы Үҙенекеләрҙе һәр ваҡыт яратты һәм һуңғы сиккә тиклем уларҙы яратыуын күрһәтте.

2 Иблис Симон Искариот улы Йәһүҙәнең күңеленә Ғайсаға хыянат итеү фекерен һалғайны инде. Киске аш ваҡытында 3 Атаның бөтә нәмәне Уның ҡулына биргәнен һәм Үҙенең Алланан килеп Алла хозурына китәсәген белеп, 4 Ғайса өҫтәл артынан торҙо ла, өҫ кейемен сисеп, биленә таҫтамал һалды. 5 Шунан тасҡа һыу ҡойоп, шәкерттәренең аяҡтарын йыуа башланы, йыуған береһен билендәге таҫтамал менән һөртә барҙы.

6 Сират Симон Петрға еткәс, Петр Уға:

– Хужам! Минең аяҡтарымды Һин йыуаһыңмы?! – тине.

7 – Һин әле Минең нимә эшләүемде аңламайһың. Әммә аҙағыраҡ төшөнөрһөң, – тип яуап бирҙе Ғайса.

8 – Һин бер ҡасан да минең аяҡтарымды йыуырға тейеш түгел! – тине Петр.

– Әгәр йыумаһам, Миндә һинең өлөшөң булмаҫ, – тип яуапланы Ғайса.

9 – Хужам! – тине Симон Петр. – Улайһа, аяҡтарымды ғына түгел, ҡулдарымды ла, башымды ла йыуа күр.

10 – Бығаса йыуынған кешенең бөтә тәне таҙа була. Шуға күрә уның аяҡтарынан башҡа ерен йыуырға кәрәкмәй. Һеҙ таҙа, әммә бөтәгеҙ ҙә түгел, – тине Ғайса. 11 Үҙенә кемдең хыянат итәсәген белгәнгә күрә: «Һеҙҙең бөтәгеҙ ҙә таҙа түгел», – тигән һүҙҙәрҙе әйтте Ул.

12 Ғайса, шәкерттәренең аяҡтарын йыуып бөткәс, кейемен кейеп, яңынан урынына барып ултырҙы һәм шәкерттәренән:

– Минең һеҙҙең өсөн нимә эшләгәнемде аңлайһығыҙмы? – тип һораны. – 13 Мине Остаз һәм Хужа тип атайһығыҙ. Һеҙ хаҡлы: Мин шулмын. 14 Әгәр ҙә Мин, һеҙҙең Хужағыҙ һәм Остазығыҙ, аяҡтарығыҙҙы йыуғанмын икән, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙең аяҡтарын йыуырға тейешһегеҙ. 15 Минең кеүек эшләрһегеҙ тип, үрнәк күрһәттем. 16 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хеҙмәтсе үҙенең хужаһынан ҙурыраҡ түгел, ебәрелгән кеше лә үҙен ебәреүсенән ҙур түгел. 17 Һеҙ хәҙер быны беләһегеҙ һәм, белгәнегеҙҙе үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ.

18 Мин бөтәгеҙ тураһында ла һөйләмәйем. Кемдәрҙе һайлап алыуымды беләм, ләкин Изге Яҙмала: «Минең менән бергә икмәк ашаған кеше Миңә ҡул күтәрҙе», – тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашырға тейеш. 19 Ул хәлдәр булған ваҡытта һеҙ Минең Шул икәнлегемә ышанһын өсөн, Мин һеҙгә уларҙы алдан уҡ һөйләйем. 20 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Мин ебәргән кешене ҡабул итеүсе Мине лә ҡабул итә; Мине ҡабул иткән кеше иһә Мине Ебәреүсене ҡабул итә.

Ғайсаның хыянатсы Йәһүҙәне фаш итеүе

21 Быны һөйләгәндән һуң Ғайса ныҡ борсоуға төштө һәм шәкерттәренә:

– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙҙең берегеҙ Миңә хыянат итәсәк, – тине.

22 Шәкерттәре, Уның кем хаҡында һөйләүен аңламайынса, бер-береһенә ҡарашты. 23 Ғайсаның янында шәкерттәренең береһе, Уның яратҡан бер шәкерте ултыра ине. 24 Симон Петр уға, Ғайсаның кем хаҡында һөйләүен һорарға ҡушып, ишара яһаны. 25 Ә теге шәкерт, Ғайсаға тағы ла нығыраҡ яҡынайып, Унан:

– Хужам, ул кем? – тип һораны.

26 – Мин бер һыныҡ икмәкте кемгә манып бирәм, ул – шул, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса һәм, бер һыныҡ икмәкте ашына манып, Симон Искариот улы Йәһүҙәгә бирҙе. 27 Йәһүҙә һыныҡты ҡулына алыуға, уның эсенә Иблис инде. Ғайса уға:

– Ҡылаһы эшеңде тиҙерәк ҡыл, – тине.

28 Әммә Ғайсаның нилектән шулай тип әйткәнен табындағыларҙың береһе лә аңламаны. Аҡса янсығы Йәһүҙәлә булғанлыҡтан, ҡайһы берәүҙәр, Ғайса уға байрамға ризыҡ һатып алырға йәки фәҡирҙәргә берәй нәмә таратып бирергә ҡушҡандыр, тип уйланы. 30 Һыныҡты алыу менән Йәһүҙә сығып китте. Төн ине.

«Яңы әмер бирәм: бер-берегеҙҙе яратығыҙ»

31 Ул сығып киткәс, Ғайса былай тине:

– Бына хәҙер Әҙәм Улына данлы бөйөклөк бирелде һәм Уның аша Алла Үҙ бөйөклөгөндә күрһәтелде. 32 Әгәр ҙә Алла Уның аша Үҙ бөйөклөгөндә күрһәтелгән икән, Ул Әҙәм Улының бөйөклөгөн Үҙендә күрһәтәсәк, һәм был тиҙ арала буласаҡ. 33 Балаларым, Мин инде янығыҙҙа оҙаҡ булмам. Мине эҙләрһегеҙ, ләкин, йәһүдтәргә әйткән һүҙҙәремде хәҙер һеҙгә лә ҡабатлайым: «Мин китә торған урынға һеҙ бара алмаҫһығыҙ».

34 Һеҙгә яңы әмер бирәм: бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Мин һеҙҙе нисек яратһам, һеҙ ҙә шулай бер-берегеҙҙе яратығыҙ. 35 Бер-берегеҙҙе яратыуығыҙҙан барыһы ла һеҙҙең Минең шәкерттәрем булыуығыҙҙы белер.

36 Симон Петр Унан:

– Хужам, Һин ҡайҙа китәһең? – тип һораны.

Ғайса:

– Мин китә торған урынға һин хәҙергә эйәреп бара алмайһың, әммә аҙаҡ барасаҡһың, – тип яуап бирҙе.

37 – Хужам, ниңә Һинең артыңдан хәҙер бара алмайым? Мин Һинең өсөн йәнемде фиҙа ҡылырға әҙер! – тине Петр.

38 Ғайса уға:

– Минең өсөн йәнеңде фиҙа ҡылырға әҙерһеңме? Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: әтәс ҡысҡырғанға тиклем, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең, – тине.

14

«Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош»

1 – Борсолмағыҙ! Аллаға ышанаһығыҙ икән, Миңә лә ышанығыҙ! 2 Атам йортонда йәшәр урын күп. Шулай булмаһа, һеҙгә урын эҙләргә китәм, тип әйтмәҫ инемме ни? 3 Барып урын әҙерләгәс, һеҙ ҙә Минең менән бергә булһын өсөн, яңынан килеп, һеҙҙе Үҙ яныма аласаҡмын. 4 Мин бара торған урынға юлды беләһегеҙ.

5 – Хужам! Һинең ҡайҙа китеүең беҙгә билдәһеҙ, шулай булғас, унда барыр юлды ҡайҙан беләйек? – тине Фома.

6 Ғайса уға:

– Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша үтеп кенә Атам янына барып була. 7 Мине беләһегеҙ икән, Атамды ла белерһегеҙ. Ошо ваҡыттан башлап һеҙ Уны беләһегеҙ һәм күрҙегеҙ ҙә инде, – тип яуап бирҙе.

8 – Хужам! Беҙгә Атаны күрһәтһәң, беҙ ҡәнәғәт булырбыҙ, – тине Филипп.

9 – Филипп, ни тиклем ваҡыт һеҙҙең менән бергәмен, ә һин Мине белмәйһеңдәме ни? – тине Ғайса. – Мине күргән кеше Атаны ла күргән була. Нисек инде һин: «Беҙгә Атаны күрһәт», – тиһең? 10 Минең – Атала, Атаның Миндә булыуына ышанмайһыңмы ни? Ә бит һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрҙе Мин Үҙемдән һөйләмәйем, Миндәге Атам Үҙенең эштәрен башҡара. 11 Ышанығыҙ: Мин – Атала, Атам – Миндә. Әйткәндәремә ышанмайһығыҙ икән, ҡылған эштәрем арҡылы ышанығыҙ. 12 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Миңә инанған кеше Мин башҡарған эштәрҙе, хатта уларға ҡарағанда ҙурыраҡтарын да башҡарыр, сөнки Мин Атам янына китәм. 13 Исемемде әйтеп нимә генә һораһағыҙ ҙа, эшләрмен; шулай итеп Ата Үҙ данлы бөйөклөгөн Улы аша күрһәтер. 14 Исемемде әйтеп нимә һораһағыҙ ҙа, эшләрмен.

Ғайса вәғәҙә иткән Изге Рух

15 – Әгәр Мине яратһағыҙ, әмерҙәремде үтәрһегеҙ. 16 Мин Атамдан һорармын һәм Ул һеҙгә бүтән Яҡлаусы бирер, ә Ул мәңге һеҙҙең менән булыр. 17 Ул Яҡлаусы – Хәҡиҡәт Рухы. Донъя Уны күрмәгәнгә һәм белмәгәнгә күрә ҡабул итә алмай, ә һеҙ Уны беләһегеҙ, ул һеҙҙең менән ҡалыр һәм күңелегеҙҙә булыр. 18 Мин һеҙҙе етем ҡалдырмам, яңынан янығыҙға килермен. 19 Тағы аҙ ғына ваҡыт үткәс, донъя Мине күрмәйәсәк, ә һеҙ күрәсәкһегеҙ. Мин йәшәйем икән, һеҙ ҙә йәшәйәсәкһегеҙ. 20 Шул көндө һеҙ Минең – Атамда, үҙегеҙҙең – Миндә һәм Минең һеҙҙә икәнлегемде белерһегеҙ. 21 Әмерҙәремде ҡабул итеп, уларҙы үтәгән кеше Мине ярата. Ә Мине яратҡан кешене Атам да яратыр, Мин дә яратырмын һәм уға Үҙемде күрһәтермен.

22 Йәһүҙә (Искариот түгел) Унан:

– Хужам! Ни өсөн Һин Үҙеңде донъяға түгел, ә беҙгә күрһәтергә теләйһең? – тип һораны.

23 Ғайса уға былай тип яуап бирҙе:

– Мине яратҡан кеше Минең Һүҙемде тотор. Ул саҡта Атам да уны яратыр һәм Беҙ, уның янына килеп, уның менән бергә йәшәрбеҙ. 24 Мине яратмаған кеше һүҙемде лә тотмай. Ә бит һеҙ ишетә торған һүҙ Минән түгел, ә Мине ебәргән Атанан.

25 Мин быларҙы һеҙҙең менән бергә булғанда уҡ әйткәйнем. 26 Ә Минең исемемдән Атам ебәрәсәк Яҡлаусы – Изге Рух – һеҙҙе һәр нәмәгә өйрәтер һәм Мин һөйләгәндәрҙең бөтәһен дә хәтерегеҙгә төшөрөр.

27 Мин һеҙгә тыныслыҡ ҡалдырып, Үҙемдең тыныслығымды һеҙгә бирәм, әммә Мин биргән тыныслыҡ кешеләр биргән кеүек түгел. Күңелегеҙҙе хәүеф биләмәһен! Ҡурҡмағыҙ! 28 Һеҙ Минең: «Һеҙҙән китәм һәм һеҙгә киләсәкмен», – тигәнемде ишеттегеҙ. Әгәр ҙә Мине яратһағыҙ, Атам янына китеүемә ҡыуаныр инегеҙ, сөнки Атам Минән бөйөгөрәк. 29 Мин һеҙгә был һүҙҙәрҙе буласаҡ хәлдәр тормошҡа ашҡанда һеҙ ышанһын өсөн хәҙер һөйләйем. 30 Инде һеҙҙең менән бүтәнсә һөйләшә алмам, сөнки был донъяның хакимы килә. Уның Минең өҫтөмдән хакимлығы юҡ, 31 әммә донъя белһен: Мин Атамды яратам һәм Уның Миңә ҡушҡан әмерҙәренең барыһын да башҡарам. Тороғоҙ, бынан китәйек!

15

Ғайса – ысын йөҙөм һабағы

1 – Мин – ысын йөҙөм һабағы, Атам – йөҙөм үҫтереүсе. 2 Ул Миндәге емеш бирмәй торған һәр ботаҡты киҫеп ташлай, ә емеш бирерҙәйҙәрен, уңыш мулыраҡ булһын тип, таҙарта. 3 Минең еткергән һүҙем аша һеҙ инде таҙарындығыҙ. 4 Мин һеҙҙә йәшәгән кеүек, һеҙ ҙә Миндә йәшәгеҙ. Йөҙөм һабағында булмаған ботаҡ үҙенән-үҙе емеш бирә алмаған кеүек, Миндә булмаһағыҙ, һеҙ ҙә бирә алмаҫһығыҙ.

5 Мин – йөҙөм һабағы, ә һеҙ – ботаҡтар. Кем Миндә йәшәй һәм Мин унда йәшәйем – шул ғына күп емеш бирер. Минән башҡа бер ни ҙә эшләй алмаҫһығыҙ. 6 Кемдәр Миндә йәшәмәй, уларҙы ағас ботағы кеүек ҡырҡып ырғыталар һәм улар ҡорой. Ундай ботаҡтарҙы йыйып, утҡа ташлап яндыралар. 7 Ә инде Миндә йәшәһәгеҙ һәм Минең һүҙҙәрем һеҙҙә йәшәһә, ул саҡта теләгәнегеҙҙе һорағыҙ һәм һеҙгә бөтәһе лә бирелер. 8 Һеҙ күп емеш килтерәһегеҙ һәм Минең шәкерттәрем булаһығыҙ икән, Атам данланыр.

9 Атам Мине яратҡан кеүек, Мин дә һеҙҙе яраттым. Минең мөхәббәтемдә йәшәгеҙ. 10 Мин Атамдың әмерҙәрен үтәп, Уның мөхәббәтендә йәшәйем, һәм һеҙ ҙә, әмерҙәремде үтәһәгеҙ, Минең мөхәббәтемдә йәшәрһегеҙ. 11 Ҡыуанысымды һеҙ татыһын һәм ул бар булмышығыҙҙы биләп алһын тип, һеҙгә ошоларҙы һөйләнем.

12 Минең әмерем шул: Мин һеҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе яратығыҙ. 13 Дуҫтары өсөн үҙенең йәнен фиҙа ҡылған кешенең яратыуынан да бөйөк яратыу юҡ. 14 Әмерҙәремде үтәһәгеҙ, һеҙ – Минең дуҫтарым. 15 Мин инде һеҙҙе хеҙмәтселәрем тип атамайым, сөнки хеҙмәтсе хужаһының ни эшләүен белмәй. Мин һеҙҙе дуҫтарым тип атаным, сөнки Атамдан ишеткәндәремдең барыһын да һеҙгә еткерҙем. 16 Мине һеҙ һайламанығыҙ, ә Мин һеҙҙе һайлап алдым; емеш килтерегеҙ һәм емешегеҙ һәр ваҡыт булып торһон тип, һеҙҙе Мин тәғәйенләп ҡуйҙым. Шулай итеп, Минең исемемдән нимә һораһағыҙ ҙа, Атам һеҙгә бирер. 17 Минең һеҙгә әмерем шул: бер-берегеҙҙе яратығыҙ!

Донъяның нәфрәте

18 – Әгәр ҙә донъя һеҙгә нәфрәтләнә икән, иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ул һеҙҙән элек Миңә нәфрәтле. 19 Был донъяныҡы булһағыҙ, ул һеҙҙе үҙенекеләре кеүек итеп яратыр ине. Ләкин һеҙ был донъяныҡы түгел, Мин һеҙҙе, һайлап алып, был донъянан айырҙым, шунлыҡтан донъя һеҙгә нәфрәтләнгән. 20 «Хеҙмәтсе үҙенең хужаһынан ҙурыраҡ түгел», – тигән һүҙҙәремде хәтерләгеҙ. Мине эҙәрләгәндәр икән, һеҙҙе лә эҙәрләрҙәр. Минең һүҙемде тотһалар, һеҙҙекен дә тоторҙар. 21 Улар быларҙың барыһын да Минеке булғанығыҙ өсөн эшләр, сөнки Мине Ебәреүсене белмәйҙәр. 22 Мин донъяға килеп уларға һөйләмәгән булһам, ғәйепле булмаҫтар ине, ә хәҙер ғәйептән аҡланыр саралары юҡ. 23 Миңә нәфрәтле Минең Атама ла нәфрәтле. 24 Башҡа бер кем дә эшләй алмаған эштәрҙе эшләп күрһәтмәгән булһам, улар ғәйепле булмаҫ ине; ә хәҙер, күрһәләр ҙә, барыбер Миңә лә, Атама ла нәфрәтлеләр. 25 Әммә уларҙың ҡанунында «Улар Миңә бер сәбәпһеҙҙән нәфрәтләнде» тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн шулай булды.

26 Мин Атанан һеҙгә Яҡлаусы ебәрәсәкмен. Ул – Атанан сыҡҡан Хәҡиҡәт Рухы – килгәс, Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡыласаҡ. 27 Һеҙ ҙә Минең шаһиттарым, сөнки баштан уҡ Минең менән бергә булдығыҙ.

16

1 – Мин быларҙы иманығыҙ ҡаҡшамаһын өсөн һөйләнем. 2 Һеҙҙе ғибәҙәтханаларҙан айырырҙар. Хатта шундай ваҡыт килер: һеҙҙе үлтергән һәр кем, Аллаға шуның менән хеҙмәт итәм, тип уйлар. 3 Ә былай эшләүҙәре Атаны ла, Мине лә белмәүҙәренән. 4 Мин быны шуның өсөн әйттем: уларҙың ваҡыты еткәс, ошо хаҡта һөйләгәндәремде иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ. Элек быларҙы һөйләмәнем, сөнки һеҙҙең менән бергә инем.

Яҡлаусының килеүе

5 Ә хәҙер Мин Үҙемде Ебәреүсе янына китәм, инде берегеҙ ҙә Минән: «Ҡайҙа бараһың?» – тип һорамай, 6 сөнки Минең һүҙҙәремдән күңелдәрегеҙҙе хәсрәт биләп алды. 7 Әммә һеҙгә дөрөҫөн әйтәм: Минең китеүем һеҙҙең өсөн хәйерлерәк, әгәр китмәһәм, һеҙгә Яҡлаусы килмәйәсәк; ә китһәм, Мин Уны һеҙгә ебәрәсәкмен. 8 Ул, килгәс, гонаһҡа, ғәҙеллеккә һәм хөкөмгә ҡарата дөрөҫ фекер йөрөтмәгән донъяны фашлаясаҡ: 9 гонаһ – Миңә ышанмауҙарында; 10 ғәҙеллек – Минең Атам янына китеүемдә һәм һеҙҙең Мине бүтәнсә күрмәүегеҙҙә; 11 хөкөм – был донъяның хакимы инде хөкөм ителеүҙә.

12 Һеҙгә әйтәһе һүҙҙәрем бик күп, әммә хәҙер һеҙ уларҙы ҡабул итә алмаҫһығыҙ. 13 Хәҡиҡәт Рухы килгәс инде, Ул һеҙгә тулы хәҡиҡәткә барыу юлын күрһәтер. Ул һеҙгә Үҙенән сығып түгел, ә ишеткәнен һөйләр һәм киләсәк тураһында хәбәр итер. 14 Ул Минән алғанын һөйләр һәм Мине бөйөк итеп күрһәтер. 15 Атамдың нимәһе бар – бөтәһе лә Минеке. Шуға күрә: «Минән алғанын һеҙгә һөйләр», – тинем.

«Ҡайғығыҙ шатлыҡҡа әйләнер»

16 Күп тә үтмәҫ, һеҙ Мине күрмәҫһегеҙ, ә йәнә бер аҙҙан ҡабат күрерһегеҙ.

17 Шунан һуң ҡайһы бер шәкерттәре бер-береһенә:

– «Күп тә үтмәҫ, һеҙ Мине күрмәҫһегеҙ, ә йәнә бер аҙҙан ҡабат күрерһегеҙ» һәм: «Мин Атам янына китәм» тип әйтеүе нимә аңлата икән? 18 «Бер аҙҙан» тигәне ни икән? Беҙ Уның нимә һөйләүен аңламайбыҙ! – тиештеләр.

19 Ғайса, уларҙың ни хаҡта һорарға теләүен белеп, былай тине:

– Һеҙ бер-берегеҙҙән: «Күп тә үтмәҫ, һеҙ Мине күрмәҫһегеҙ, ә йәнә бер аҙҙан ҡабат күрерһегеҙ», – тигән һүҙҙәремдең нимә аңлатыуын һорашаһығыҙмы? 20 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ иларһығыҙ, көйөнөрһөгөҙ, ә донъя шатланыр. Һеҙ ҡайғырырһығыҙ, әммә ҡайғығыҙ шатлыҡҡа әйләнер. 21 Сәғәте еткәс, бала тыуҙырыусы ҡатын яфа сигә, әммә балаһын тыуҙырғас, донъяға кеше тыуҙырыу шатлығынан, кисергән ғазаптарын онота. 22 Шуның һымаҡ, һеҙ ҙә хәҙер ҡайғыраһығыҙ; әммә Мин һеҙҙе тағы күрәсәкмен, күңелегеҙҙе шатлыҡ биләп алыр һәм ул шатлыҡты һеҙҙән бер кем дә тартып ала алмаҫ. 23 Ул көндә Минән бер нәмә тураһында ла һорамаҫһығыҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең исемемдән Атанан нимә генә һораһағыҙ ҙа, Ул һеҙгә бирер. 24 Бығаса һеҙ Минең исемемдән бер ни ҙә һораманығыҙ. Һорағыҙ һәм алырһығыҙ, күңелдәрегеҙ шатлыҡ менән тулыр.

«Ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем»

25 – Әлегәсә Мин быларҙы һеҙгә кинәйә менән һөйләнем; ләкин сәғәте еткәс, һеҙгә Атам хаҡында кинәйәләп түгел, асыҡ итеп әйтермен. 26 Ул көндә Унан Минең исемемдән һорарһығыҙ. Мин: «Һеҙҙең өсөн Атамдан үтенермен», – тимәйем, 27 сөнки Мине яратҡанығыҙға һәм Минең Алланан килеүемә ышанғанығыҙға күрә, Атам Үҙе һеҙҙе ярата. 28 Мин донъяға Атамдан килдем һәм бына, донъяны яңынан ҡалдырып, Атам янына китәм.

29 Шәкерттәре:

– Бына хәҙер Һин кинәйә менән түгел, ә асыҡ итеп һөйләйһең, – тинеләр. – 30 Хәҙер беҙ Һинең бар нәмәне белеүеңде һәм хатта һорағанға тиклем үк белеп тороуыңды аңланыҡ. Шуға күрә беҙ Һинең Алланан килеүеңә ышанабыҙ.

31 Ғайса уларға былай яуапланы:

– Хәҙер ышандығыҙмы инде? 32 Бына ваҡыт етә, эйе, ул етте инде: һеҙ барығыҙ ҙа, Мине яңғыҙ ҡалдырып, өйҙәрегеҙгә таралырһығыҙ. Ләкин Мин яңғыҙ түгел, сөнки Атам Минең менән. 33 Мин быны һеҙ Миндә тыныслыҡ тапһын өсөн әйттем. Донъяла һеҙ күп ҡайғылар кисерерһегеҙ, ләкин ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем!

17

Ғайсаның доғаһы

1 Ғайса ошо һүҙҙәрҙән һуң күккә күтәрелеп ҡараны ла:

– Атам! Минең ваҡытым етте. Улың Һинең данлы бөйөклөгөңдө күрһәтһен өсөн, Улыңдың бөйөклөгөн күрһәт, – тине. – 2 Ул Һин ышанып тапшырған кешеләргә мәңгелек тормош бирһен тип, Уға барлыҡ кешеләр өҫтөнән хакимлыҡ бирҙең бит. 3 Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү – ана шул мәңгелек тормош.

4 Мин, Һин тапшырған эште башҡарып сығып, ерҙә һинең данлы бөйөклөгөңдө күрһәттем. 5 Ә хәҙер, Атам, донъя яратылғанға тиклем Һинең менән бергә булғандағы данлы бөйөклөгөмдө Үҙ ҡаршыңда кире ҡайтарып бир.

6 Һин донъянан алып Миңә тапшырған кешеләргә Һинең исемеңде асып бирҙем. Улар Һинеке ине, Һин уларҙы Миңә бирҙең. Улар Һинең һүҙеңде тотто һәм 7 хәҙер Һин Миңә биргән бар нәмәнең Һинән килгәнен беләләр. 8 Һин әйткән һүҙҙәрҙе Мин уларға еткерҙем, улар ҡабул итте. Минең ысынлап та Һинән килеүемде танып, Мине Һин ебәргәнгә ышандылар.

9 Мин улар өсөн үтенәм. Донъя өсөн түгел, ә Һин Миңә биргән кешеләр өсөн үтенәм, сөнки улар Һинеке. 10 Минең нимәм бар, улар – Һинеке, ә Һинең булған нәмәң – Минеке. Шулар арҡылы Минең бөйөклөгөм күрһәтелде.

11 Мин инде донъяла түгел, Мин Һинең яныңа китәм, ә улар донъяла ҡала. Изге Атам! Беҙ бер булған кеүек, улар ҙа бер булһындар өсөн, уларҙы Үҙ исемеңдең – Миңә биргән исемеңдең ҡөҙрәте менән һаҡла. 12 Улар менән бергә булған саҡта Мин уларҙы Һинең исемеңдең – Миңә биргән исемеңдең ҡөҙрәте менән һаҡлап тоттом. Мин уларҙы һаҡланым һәм, Изге Яҙмала әйтелгән һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн, һәләк булырға тейешлеһенән башҡа береһе лә юғалманы.

13 Хәҙер инде Мин Һинең яныңа киләм. Был һүҙҙәрҙе, улар Минең шатлығымды тулыһынса уртаҡлашһын өсөн, донъяла ваҡытымда һөйләйем. 14 Мин уларға Һинең һүҙеңде еткерҙем һәм донъя уларға нәфрәтләнде, сөнки Мин донъяныҡы булмаған кеүек, улар ҙа донъяныҡы түгел. 15 Мин Һинән уларҙы донъянан алыуыңды түгел, ә Иблистән һаҡлауыңды үтенәм. 16 Мин донъяныҡы булмаған кеүек, улар ҙа донъяныҡы түгел. 17 Уларҙы Үҙ хәҡиҡәтең менән Үҙеңә бағышла , ә хәҡиҡәт – Һинең һүҙең. 18 Һин Мине донъяға ебәргән кеүек, Мин дә уларҙы донъяға ебәрҙем. 19 Һиңә хәҡиҡәт юлы аша бағышланһындар өсөн, улар хаҡына Һиңә Үҙемде бағышлайым.

20 Ләкин Мин улар өсөн генә түгел, ә уларҙың һүҙе аша Миңә инаныусылар өсөн дә үтенәм. 21 Бөтәһе бер булһын, Һин Миндә һәм Мин Һиндә булған кеүек, Һинең Мине ебәреүеңә донъя инанһын өсөн, улар ҙа беҙҙә булһын. 22 Миңә Һин биргән данды уларға еткерҙем: Беҙ бер булған кеүек, улар ҙа бер булһын: 23 Мин – уларҙа, Һин – Миндә. Шулай, Мине ебәргән булыуыңды һәм Мине яратҡан кеүек уларҙы ла яратыуыңды донъя таныһын өсөн, тулыһынса бер булһындар.

24 Атам! Һин Миңә биргән кешеләрҙең Мин барасаҡ урында Минең менән бергә булыуҙарын теләйем. Улар Һин биргән данлы бөйөклөгөмдө күрһен: Һин бит Миңә донъя яратылғанға тиклем үк мөхәббәтеңде бирҙең. 25 Ғәҙел Атам! Донъя Һине белмәй, ә Һине Мин беләм һәм улар Мине Һин ебәргәнде белә. 26 Һинең Миңә булған яратыуың уларҙа ла йәшәһен һәм Үҙем дә уларҙа йәшәйем тип, Мин Һинең исемеңде уларға белдерҙем һәм белдерәсәкмен.

18

Ғайсаны ҡулға алыу

1 Ошо һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң, Ғайса Үҙенең шәкерттәре менән Кедрон үҙәнен үтеп, шундағы баҡсаға барып инде. 2 Ғайса шәкерттәре менән йыш ҡына шунда йыйылғанлыҡтан, был урынды хыянатсы Йәһүҙә лә белә ине. 3 Бына ул, римлыларҙың ғәскәри төркөмөн һәм Алла Йортоноң баш руханиҙар менән фарисейҙар тарафынан ебәрелгән һаҡсыларын эйәртеп, шунда килде. Улар факелдар, яҡтыртҡыстар һәм ҡоралдар тотҡайны.

4 Ғайса, Үҙе менән ни буласағын белеп, улар алдына сыҡты.

– Кемде эҙләйһегеҙ? – тип һораны.

5 Тегеләр Уға:

– Назаралы Ғайсаны, – тип яуап бирҙе.

– Ул – Мин, – тине Ғайса.

Хыянатсы Йәһүҙә лә улар менән шунда тора ине. 6 Ғайса: «Ул – Мин», – тигәс, тегеләр артҡа сигенеп, ергә йығылып китте.

7 Ғайса йәнә:

– Кемде эҙләйһегеҙ? – тип һораны.

Улар:

– Назаралы Ғайсаны, – тине.

8 – Мин һеҙгә: «Ул – Мин», – тип әйттем бит инде, – тине Ғайса. – Әгәр ҙә һеҙгә Мин кәрәк икән, янымдағы кешеләрҙе сығарып ебәрегеҙ.

9 Ул быларҙы: «Һин Миңә биргәндәрҙең береһен дә юғалтманым», – тигән һүҙҙәре тормошҡа ашһын өсөн әйтте.

10 Симон Петрҙың ҡылысы бар ине. Ул уны һурып сығарҙы ла, иң баш руханиҙың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның уң ҡолағын сабып өҙҙө. Хеҙмәтсенең исеме Малх ине.

11 Ғайса Петрға:

– Ҡылысыңды ҡынына тығып ҡуй. Атам биргән кәсәнән эсмәҫ инемме ни? – тине.

12 Рим ғәскәриҙәре, уларҙың башлығы һәм йәһүдтәр тарафынан ебәрелгән Алла Йорто һаҡсылары Ғайсаны тотоп бәйләне. 13 Тәүҙә Уны шул йылда иң баш рухани булған Каиафаның ҡайныһы Аннас янына алып барҙылар. 14 Йәһүдтәргә: «Бөтөн халыҡҡа ҡарағанда, бер кешенең үлеүе хәйерлерәк булыр», – тип кәңәш биргән кеше шул Каиафа ине.

15 Симон Петр һәм тағы бер шәкерт Ғайса артынан эйәрҙе. Был шәкерт, баш рухани менән таныш булғанлыҡтан, Ғайса менән бергә баш руханиҙың ихатаһына инә алды, 16 ә Петр ҡапҡа янында тышта тороп ҡалды. Бер аҙҙан баш руханиҙың танышы булған теге шәкерт кире сыҡты. Ҡапҡа һаҡлаусы ҡыҙ менән һөйләшеп, ул Петрҙы эскә алып инде. 17 Шунда ҡапҡа һаҡлаусы хеҙмәтсе ҡыҙ Петрҙан:

– Һин дә анау Кешенең шәкертеме әллә? – тип һорағас, ул:

– Юҡ, – тине.

18 Һалҡын булғанлыҡтан, хеҙмәтселәр усаҡ яғып йылынып тора ине. Петр ҙа килеп улар менән бергә йылынды.

19 Иң баш рухани Ғайсанан шәкерттәре һәм Уның өйрәтеүҙәре тураһында һорашты.

20 – Мин асыҡ итеп, бөтә кеше алдында һөйләнем, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Йәһүдтәр һәр ваҡыт йыйылған ғибәҙәтханала һәм Алла Йортонда өйрәттем, йәшеренеп бер ни ҙә һөйләмәнем. 21 Ниңә Минән һорайһығыҙ? Минең һүҙемде ишеткән кешеләрҙән һорағыҙ. Улар Минең нимә һөйләгәнемде белә.

22 Ғайса шулай тигәс, Уға яҡын торған һаҡсыларҙың береһе Уның яңағына килтереп һуҡты:

– Иң баш руханиға Һин шулай яуап бирәһеңме?

23 Ғайса Уға:

– Ялған һөйләгән булһам, ялғанлығын иҫбат ит. Әгәр дөрөҫөн һөйләйем икән, ниңә Миңә һуғаһың? – тине.

24 Шунан Аннас Уны бәйләнгән хәлдә иң баш рухани Каиафа ҡаршыһына ебәрҙе.

25 Шунда йылынып торған Симон Петрҙан:

– Һин Уның шәкерттәренең береһе түгелме? – тип һоранылар.

– Юҡ, – тип ваз кисте Петр.

26 Иң баш руханиҙың хеҙмәтселәренең береһе, ҡолағын Петр сабып өҙгән кешенең туғаны:

– Мин һине ул Кеше менән бергә баҡсала күрҙем түгелме һуң? – тип һораны.

27 Петр тағы ваз кисте. Тап ошо ваҡытта әтәс ҡысҡырып ебәрҙе.

28 Ғайсаны Каиафа янынан Рим ҡайсары тарафынан ебәрелгән идарасы һарайына алып килделәр. Был иртә менән булды. Йәһүдтәр һарайға инмәне, сөнки инһәләр, таҙарыныуҙары боҙолоп, Ҡотҡарылыу байрамында ҡатнаша алмаҫтар ине.

29 Пилат үҙе улар янына сыҡты:

– Был Кешене нимәлә ғәйепләп минең ҡаршыма килтерҙегеҙ?

30 Тегеләр уға:

– Әгәр ҙә Ул енәйәтсе булмаһа, беҙ Уны һинең хөкөмөңә тотоп килтермәгән булыр инек, – тип яуап бирҙе.

31 – Уны алығыҙ һәм ҡанунығыҙ буйынса үҙегеҙ хөкөм итегеҙ, – тине Пилат.

Йәһүдтәр:

– Беҙгә кемде лә булһа үлем язаһына дусар итеү хоҡуғы бирелмәгән, – тинеләр.

32 Был иһә Ғайсаның Үҙенең ниндәй үлем менән үләсәгенә ишара итеп әйткән һүҙе тормошҡа ашһын өсөн әйтелде.

33 Пилат, һарайына ҡабат инеп, Ғайсаны саҡырып алды:

– Һин йәһүдтәр Батшаһымы?

34 – Һин быны үҙеңдән генә әйтәһеңме, әллә Минең хаҡта башҡалар һөйләнеме? – тине Ғайса.

35 Пилат Унан:

– Мин йәһүдме ни? Һине миңә Үҙ халҡың һәм баш руханиҙар тапшырҙы. Һин нимә ҡылдың? – тип һораны.

36 – Минең Батшалығым был донъяныҡы түгел. Әгәр был донъяныҡы булһа, ҡул аҫтымдағы кешеләр, Мине йәһүдтәргә бирмәҫ өсөн, яу күтәрерҙәр ине. Юҡ, Минең Батшалығым бындағы түгел, – тип яуапланы Ғайса.

37 – Тимәк, Һин Батша?

Ғайса уға:

– Һин үҙең Мине Батша тиһең. Мин хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ ҡылыу өсөн тыуҙым, донъяға ла шуның өсөн килдем. Хәҡиҡәт яҡлы һәр кем Мине тыңлай, – тине.

38 – Нимә ул – хәҡиҡәт? – тип һораны Пилат һәм, ошо һүҙҙе әйткәс, яңынан йәһүдтәр алдына сыҡты. Уларға: – Мин был кешелә бер ниндәй ҙә ғәйеп күрмәйем. 39 Йолағыҙ буйынса Ҡотҡарылыу байрамында бер тотҡондо азат итергә тейешмен. Йәһүдтәр Батшаһын азат итеп биреүемде теләйһегеҙме?

40 Шунда барыһы ла:

– Уны түгел! Варавваны сығар! – тип ҡысҡырҙы.

Варавва иһә юлбаҫар ине.

19

Ғайсаны үлемгә хөкөм итеү

1 Шунан һуң Пилат Ғайсаны ҡамсы менән һуҡтырырға ҡушты. 2 Ғәскәриҙәр, сәнскәк ботаҡтарынан таж үреп, Уның башына һалдылар, өҫтөнә ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге кейем кейҙерҙеләр һәм 3 янына килеп:

– Йәшәһен йәһүдтәр Батшаһы! – тип яңаҡтарына һуҡтылар.

4 Пилат йәнә сығып, халыҡҡа:

– Ҡарағыҙ! Уның бер ниндәй ҙә ғәйебен тапмауымды белдереү өсөн, Уны һеҙҙең алдығыҙға сығарам, – тине.

5 Башына сәнскеле таж, өҫтөнә ҡыҙыл кейем кейгән Ғайса сығып баҫты.

– Бына Кеше! – тине Пилат.

6 Баш руханиҙар һәм һаҡсылар Уны күргәс:

– Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип ҡысҡырҙылар.

Пилат уларға:

– Алығыҙ ҙа үҙегеҙ ҡаҙаҡлағыҙ, сөнки мин Уның бер ғәйебен дә күрмәйем, – тине.

7 Йәһүдтәр:

– Беҙҙең ҡануныбыҙ бар. Был ҡанун буйынса Ул үлергә тейеш, сөнки Үҙен Алла Улы тип атаны, – тип яуап бирҙеләр.

8 Быны ишеткәс, Пилат бигерәк тә ныҡ ҡурҡыуға төштө 9 һәм, йәнә һарайға инеп, Ғайсанан:

– Һин ҡайҙан булаһың? – тип һораны. Әммә Ғайса яуап бирмәне.

10 – Һөйләшергә теләмәйһеңме? – тине Пилат. – Һине азат итергә лә, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатырға ла хаҡым барлығын белмәйһеңме ни?

11 Ғайса уға яуап итеп:

– Һиңә юғарынан бирелмәһә, Минең өҫтән бер ниндәй хакимлығың булмаҫ ине. Шунлыҡтан Мине һиңә тапшырған кешенең гонаһы һинекенән ҙурыраҡ, – тине.

12 Был һүҙҙәренән һуң Пилат Уны азат итергә тырышып ҡараны. Йәһүдтәр иһә:

– Уны ҡотҡараһың икән, һин ҡайсарҙың дуҫы түгел! Үҙен үҙе батша тип иғлан иткән һәр кем – ҡайсарҙың дошманы! – тип ҡысҡырҙылар.

13 Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Пилат Ғайсаны сығарып, «Таш баҫма» (йәһүдсә «Габбата») тип аталған ҡалҡыу ерҙәге хөкөм итеү урынына барып ултырҙы. 14 Ҡотҡарылыу байрамы алды көнөнөң төш тирәһе ине. Пилат йәһүдтәргә:

– Бына һеҙҙең Батшағыҙ! – тине.

15 Ә улар:

– Олаҡтыр Уны! Олаҡтыр! Арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип һөрәнләне.

– Батшағыҙҙы ҡаҙаҡлатайыммы? – тине Пилат.

Баш руханиҙар:

– Беҙҙең ҡайсарҙан башҡа батшабыҙ юҡ! – тип яуапланы.

16 Шунда Пилат Уны, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыр өсөн, уларға тапшырҙы. Ғайсаны алып киттеләр.

Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлау

17 Ғайса, Үҙенең арҡысағын күтәреп, ҡаланың «Баш һөйәге урыны», йәғни йәһүдсә «Голгофа» тип аталған урынға килде. 18 Уны һәм Уның ике яғынан тағы ике кешене арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар, Ғайса уртаға тура килде. 19 Пилат ҡушҡанса яҙыу яҙып, арҡысаҡҡа ҡаҡтылар. Унда «Назаралы Ғайса – йәһүдтәр Батшаһы» тип яҙылғайны. 20 Ул яҙыуҙы күп йәһүдтәр уҡыны, сөнки Ғайса арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған ер ҡалаға яҡын һәм ул яҙыу йәһүд, латин һәм грек телдәрендә ине. Йәһүдтәрҙең баш руханиҙары Пилатҡа:

21 – «Йәһүдтәр Батшаһы» тип түгел, ә «Был кеше Үҙен „Мин йәһүдтәр Батшаһы“ тине» тип яҙ, – тинеләр.

22 Пилат:

– Ни яҙһам, шул яҙылды инде, – тип яуап бирҙе.

23 Ғәскәриҙәр, Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлағас, Уның кейемдәрен һәр ғәскәригә бер өлөш тейерлек итеп дүрткә бүлделәр. Сапанын да алдылар, сапан иһә тегелмәгән, ә бер бөтөн туҡыма ине.

24 Улар бер-береһенә:

– Быны йыртмайыҡ, йәрәбә һалайыҡ, кемебеҙгә булһа ла сығыр, – тиеште.

Был хәл Изге Яҙмалағы:

«Улар Минең кейемдәремде бүлешеп алды,

өҫ кейемемә йәрәбә һалды», –

тигән һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн булды. Ғәскәриҙәр тап шулай эшләне лә.

25 Ғайса ҡаҙаҡланған арҡысаҡ янында Уның әсәһе, әсәһенең һеңлеһе, Клеопа ҡатыны Мәрйәм һәм Магдала ҡалаһынан Мәрйәм баҫып торалар ине. 26 Ғайса, Үҙенең әсәһен һәм шунда уҡ торған яратҡан шәкертен күреп, әсәһенә:

– Ханым! Бына был – һинең улың, – тине. 27 Унан шәкерткә: – Бына был – һинең әсәйең, – тине.

Шул ваҡыттан шәкерт Мәрйәмде үҙ өйөнә алды.

Ғайсаның үлеме

28 Шунан һуң Ғайса, барыһы ла үтәлгәнен белгәнлектән, Изге Яҙмала әйтелгәндәр тормошҡа ашһын өсөн:

– Мин һыуһаным! – тине.

29 Шунда әсе шарап тултырылған көршәк тора ине. Ғәскәриҙәр һыу һеңдергесте әсе шарапҡа мандылар ҙа, уны майағас сыбығына элеп, Ғайсаның ирененә терәнеләр. 30 Ғайса әсе шарапты аҙ ғына эскәс:

– Тормошҡа ашты! – тине лә, башын эйеп йән бирҙе.

31 Был хәлдәр йома көнө булды. Йәһүдтәр язалап үлтерелгәндәрҙең кәүҙәләрен шәмбегәсә арҡысаҡта ҡалдырырға теләмәне, сөнки шәмбе бөйөк байрам көнө ине. Шунлыҡтан, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған ирҙәрҙең үлемдәрен йәһәтләү өсөн, Пилаттан уларҙың аяҡтарын һындыртыуын һоранылар. Шулай итеп мәйеттәрҙе ваҡытында арҡысаҡтан алып ташлай алырҙар ине.

32 Ғәскәриҙәр килеп, Ғайса менән бергә ҡаҙаҡланғандарҙың тәүҙә береһенең, унан икенсеһенең аяҡтарын һуғып һындырҙы. 33 Әммә Ғайса янына килгәс, Уның инде үлгән булыуын күреп, аяҡтарына теймәнеләр. 34 Ә бер ғәскәри Уның ҡабырғаһына һөңгө менән сәнсте, унан шунда уҡ ҡан ҡатыш һыу ағып сыҡты.

35 Быларҙы, һеҙ ҙә иманға килегеҙ тип, бөтәһен дә үҙ күҙе менән күргән кеше һөйләп бирҙе. Уның шаһитлығы хаҡ һәм ул үҙенең хәҡиҡәт һөйләүен белә. 36 Был хәлдәр Изге Яҙмала: «Уның һис бер һөйәге һындырылмаҫ», – тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн булды. 37 Ә Изге Яҙманың башҡа бер урынында: «Улар үҙҙәре сәнскән Затҡа ҡарар», – тип тә әйтелгән.

Ғайсаны ҡәбергә һалыу

38 Шунан һуң Аримафейҙан булған Йософ Пилаттан Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт һораны. Йософ Ғайсаның шәкерте ине, әммә, йәһүд башлыҡтарынан ҡурҡыуы арҡаһында, ул быны йәшереп йөрөнө. Пилат рөхсәт биргәс, Йософ Ғайсаның кәүҙәһен арҡысаҡтан төшөрөп алды. 39 Алдағы бер төндә Ғайса янында булған Никодим да килде һәм йөҙ ҡаҙаҡҡа яҡын мирра менән алоэ ҡушып яһалған хуш еҫле май килтерҙе. 40 Улар Ғайсаның кәүҙәһен, йәһүдтәрҙең үлгәндәрҙе ерләү йолаһы буйынса, хушбуй һибелгән кәфенгә уранылар. 41 Ғайса арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған ерҙә бер баҡса, ә баҡсала бығаса һис кем һалынмаған яңы ҡәбер бар ине. 42 Йәһүдтәрҙең байрамға әҙерләнә торған йома көнө булғанға һәм ҡәбер яҡын булғанлыҡтан, Ғайсаны шунда һалдылар.

20

Ғайсаның үленән терелеүе

1 Аҙнаның беренсе көнөндә таң менән, әле ҡараңғы ваҡытта уҡ, магдалалы Мәрйәм ҡәбер янына килде һәм ауыҙына терәтелгән таштың ситкә алып ташланыуын күрҙе. 2 Ул Симон Петрға һәм Ғайсаның теге яратҡан шәкерте янына йүгереп барып уларға:

– Хужабыҙҙы ҡәберҙән алып киткәндәр. Ҡайҙа һалғандарын белмәйбеҙ, – тине.

3 Петр менән әлеге шәкерт ҡәбер янына китте. 4 Улар икеһе лә йүгереп барҙы, әммә шәкерт Петрға ҡарағанда шәберәк йүгерҙе, алданыраҡ барып етте. 5 Эйелеп эскә ҡарағас, ул унда ятҡан кәфенде күрҙе, ләкин ҡәбер эсенә инмәне. 6 Уның артынса Симон Петр ҙа килеп етте. Ул, мәмерйә эсенә инеп, унда ятҡан кәфенде 7 һәм Ғайсаның башына уралған яулыҡты күрҙе. Әммә яулыҡ кәфен менән бергә түгел, ә урап ҡуйылғанса, үҙ урынында айырым ята ине. 8 Шунда ҡәбер янына алданыраҡ йүгереп килгән шәкерт тә эскә инде, ул барыһын да күрҙе һәм ышанды. 9 Улар Ғайсаның үленән тереләсәге тураһында Изге Яҙмала әйтелгәнде аңламайҙар ине әле. 10 Шунан һуң шәкерттәр өйҙәренә ҡайтты.

11 Ә Мәрйәм тышта ҡәбер янында илап ҡалды. Ул илай-илай ҡәбер эсенә эйелеп ҡараны һәм 12 унда аҡтан кейенгән ике фәрештәне күрҙе. Уларҙың береһе Ғайсаның кәүҙәһе ятҡан урындың баш осонда, икенсеһе аяҡ осонда ултыра ине. Улар:

13 – Ханым! Ниңә илайһың? – тип һораны.

– Хужамды алып киткәндәр, ә ҡайҙа ҡуйғандарын белмәйем, – тине Мәрйәм. 14 Шулай тигәндән һуң артына боролоп ҡараны, унда баҫып торған Ғайсаны күрҙе, әммә Уны таныманы.

15 – Һеңлем, ниңә илайһың? Кемде эҙләйһең? – тине уға Ғайса.

Мәрйәм Уны баҡсасы тип уйлап:

– Әфәндем! Уны һин алып киткән булһаң, ҡайҙа ҡуйғаныңды әйт, мин барып алырмын, – тине.

16 Ғайса уға:

– Мәрйәм! – тип өндәште.

Мәрйәм, әйләнеп ҡарап, йәһүдсә:

– Раббуни (йәғни Остаз)! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.

17 – Мине тотма! – тине Ғайса, – Мин әле Атам янына күтәрелмәнем. Шәкерттәремә ҡайтып әйт: «Мин Үҙемдең һәм һеҙҙең Атағыҙ янына, Үҙемдең һәм һеҙҙең Аллағыҙ янына күтәреләм».

18 Магдалалы Мәрйәм шәкерттәргә барып:

– Мин Хужабыҙҙы күрҙем, – тине һәм Ғайсаның әйткәндәрен һөйләп бирҙе.

19 Шәкерттәр шул көндө, йәғни аҙнаның беренсе кисендә, йәһүдтәрҙән ҡурҡып, өй ишектәрен бикләп йыйылып ултыралар ине. Шунда Ғайса килеп инде. Ул уртаға баҫып:

– Именлек һеҙгә! – тине. 20 Быны әйткәс, ҡулдарын һәм ҡабырғаһын күрһәтте. Шәкерттәр Раббыларын күреп бик ҡыуанды.

21 Ғайса тағы:

– Именлек һеҙгә! – тип ҡабатланы. – Атам Мине ебәргән кеүек, Мин дә һеҙҙе ебәрәм.

22 Шулай тигәс, һулышын уларға өрөп:

– Изге Рухты ҡабул итегеҙ! 23 Кемдең гонаһтарын кисерһәгеҙ, шуныҡы кисерелер; кемдекен кисермәйһегеҙ, уныҡы кисерелмәҫ, – тине.

«Күрмәйенсә иман тотоусылар бәхетле»

24 Ғайса килгәндә ун икенең береһе, Игеҙәк ҡушаматлы Фома, улар янында юҡ ине.

25 Башҡа шәкерттәр уға:

– Беҙ Хужабыҙҙы күрҙек! – тинеләр.

Ә ул уларға:

– Уның ҡулдарындағы ҡаҙаҡтан алған яраларын күрмәйенсә, шул яраларға бармағымды, ҡабырғаһындағы йәрәхәткә ҡулымды тейҙереп ҡарамайынса, ышанмаясаҡмын, – тип яуапланы.

26 Бер аҙна үткәс, шәкерттәр тағы бергә йыйылып ултырғанда, Фома ла улар янында ине. Ишек бикле булһа ла, Ғайса килеп инде һәм уларҙың уртаһына баҫып:

– Именлек һеҙгә! – тине. 27 Унан Фомаға: – Бармағыңды бында һуҙ ҙа ҡулдарыма ҡара. Ҡулың менән ҡабырғамдағы йәрәхәткә тей! Башҡаса шикләнмә һәм ышан, – тине.

28 – Минең Раббым һәм минең Аллам! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Фома.

29 Ғайса уға:

– Һин Мине күргәнгә күрә ышандың. Мине күрмәйенсә иман тотоусылар бәхетле, – тине.

30 Ғайса шәкерттәре алдында был китапта яҙылмаған башҡа бик күп мөғжизәләр ҙә күрһәтте. 31 Былары иһә Ғайсаның Алла Улы, Мәсих булыуына һеҙ инанһын өсөн һәм, Уға инаныу арҡаһында, Уның исеменән һеҙгә тормош булһын өсөн яҙылды.

21

Ғайсаның шәкерттәре менән осрашыуы

1 Ошо хәлдәрҙән һуң Ғайса Тивериада күле буйында шәкерттәренә тағы күренде. Уның күренеүе былай булды: 2 Симон Петр, Игеҙәк ҡушаматлы Фома, Галилеяның Кана ҡалаһынан Нафанаил, Зеведейҙың улдары һәм йәнә ике шәкерт бергә йыйылғайны. 3 Симон Петр:

– Мин балыҡ тоторға барам, – тигәс:

– Беҙ ҙә һинең менән барабыҙ, – тине бүтән шәкерттәр.

Улар кәмәгә ултырып йөҙөп китте, ләкин ул төндә бер нәмә лә тота алманылар.

4 Таң атҡанда яр буйында Ғайса баҫып тора ине, әммә шәкерттәре Уны таныманы.

5 – Дуҫтар! Ашарлыҡ берәй нәмә тота алдығыҙмы? – тип һораны Ғайса уларҙан.

– Юҡ, – тине тегеләр.

6 Ғайса:

– Ауҙы кәмәнең уң яғына һалығыҙ, тоторһоғоҙ, – тине.

Улар шулай итте һәм эләккән балыҡтың күплегенән ауҙы тартып сығара алманылар.

7 Шунда Ғайсаның яратҡан шәкерте:

– Был – беҙҙең Раббыбыҙ! – тине Петрға.

«Раббыбыҙ» тигән һүҙҙе ишеткәс, Симон Петр өҫ кейемен тәненә урап (ул кейенмәгән ине), кәмәнән һыуға һикерҙе. 8 Ә бүтән шәкерттәр, балыҡ тулған ауҙы йөҙ утыҙ аршын самаһы ғына алыҫлыҡтағы ярға һөйрәп сығарып, уның артынан кәмәлә йөҙөп китте. 9 Ярға сыҡҡас, улар усаҡтағы ҡуҙ өҫтөндә ятҡан балыҡты күрҙе. Усаҡ янында икмәк тә бар ине. 10 Ғайса уларға:

– Тотҡан балыҡтарығыҙҙың аҙырағын бында алып килегеҙ, – тине.

11 Симон Петр кәмәгә инеп, эре-эре балыҡ тулған ауҙы ярға тартып сығарҙы. Унда йөҙ ҙә илле өс балыҡ бар ине. Шул тиклем күп балыҡ булыуға ҡарамаҫтан, ау йыртылманы.

12 Ғайса шәкерттәренә:

– Ашарға ултырығыҙ, – тине.

Уларҙың береһе лә Унан: «Һин кем?» – тип һорарға баҙнат итмәне, сөнки Уның Раббы Ғайса икәнен аңлағайнылар инде.

13 Ғайса, яҡыныраҡ килеп, икмәкте ҡулына алды һәм уларға өләшеп сыҡты, шулай уҡ балыҡты ла таратып бирҙе. 14 Был инде Ғайсаның үлеп терелгәндән һуң шәкерттәренә өсөнсө тапҡыр күренеүе ине.

15 Улар ҙа ашап туйғас, Ғайса Симон Петрҙан:

– Яхъя улы Симон! Һин Мине башҡа шәкерттәремә ҡарағанда нығыраҡ яратаһыңмы? – тип һораны.

Петр:

– Эйе, Раббым! Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде беләһең, – тип яуапланы.

Ғайса:

– Минең бәрәстәремде ашатып тор, – тине 16 һәм икенсе тапҡыр: – Яхъя улы Симон! Һин Мине яратаһыңмы? – тип һораны.

Петр Уға:

– Эйе, Раббым! Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде беләһең, – тип яуапланы.

Ғайса:

– Минең һарыҡтарымды көт, – тине 17 һәм өсөнсө тапҡыр ҙа унан:

– Яхъя улы Симон! Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме? – тип һораны.

Петр Уның: «Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме?» тип өсөнсө тапҡыр һорауына көйөнөп:

– Раббым! Һиңә бөтәһе лә билдәле. Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде лә беләһең, – тип яуап бирҙе.

Ғайса уға йәнә:

– Минең һарыҡтарымды ашатып тор, – тине. – 18 Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: йәш сағыңда һин, үҙ-үҙеңде билбаулап, теләгән ереңә бара инең. Ә ҡартайғас, ҡулдарыңды ситкә һуҙырһың һәм, башҡа берәү һине билбаулап, теләмәгән ереңә алып китер.

19 Ул был һүҙҙәрҙе Петрҙың ниндәй үлем менән Алланы данлаясағын белдереп әйтте. Шунан һуң Ғайса уға:

– Минең арттан бар! – тине.

20 Петр боролоп ҡараны ла арттарынан Ғайсаның яратҡан шәкерте килеүен күрҙе. Был – киске аш табынында Ғайсаның эргәһендә ултырған һәм: «Хужам! Һиңә кем хыянат итәсәк?» – тип һораған шәкерт ине. 21 Петр уны күргәс:

– Раббым! Уның менән ни буласаҡ? – тип һораны.

22 – Мин яңынан килгәнсе уның йәшәүен теләһәм дә, унда һинең ни эшең бар? Һин Минең артымдан бар, – тине Ғайса.

23 Бына нилектән имандаштар араһында: «Ул шәкерт үлмәйәсәк», тигән һүҙ таралды. Әммә Ғайса «ул үлмәйәсәк» тимәне, бары тик: «Мин яңынан килгәнсе уның йәшәүен теләһәм дә, унда һинең ни эшең бар?» – тип кенә әйтте.

24 Был ваҡиғалар тураһында һөйләп биргән һәм уларҙы яҙып алған шәкерт шуның үҙе ине. Һәм беҙ уның шаһитлығы хаҡ икәнлеген беләбеҙ.

25 Ғайса быларҙан башҡа ла күп эштәр башҡарҙы. Әгәр ҙә уларҙың һәммәһе бәйнә-бәйнә яҙылһа, ул китаптар донъяға һыймаҫ ине, тип уйлайым.