Еврейҙарға хат

1

Алла һүҙенең Улы аша тапшырылыуы

1 Үткән замандарҙа Алла атай-олатайҙарыбыҙға пәйғәмбәрҙәр аша күп тапҡырҙар һәм төрлөләндереп мөрәжәғәт итте. 2 Әммә был һуңғы көндәрҙә Ул бөтөн нәмәнең вариҫы итеп ҡуйған һәм Уның аша бар ғаләмде бар иткән Үҙенең Улы аша һөйләне. 3 Уның Улы – Алла данының балҡышы һәм Уның асылының теүәл сағылышы. Ул бөтә нәмәне Үҙенең ҡөҙрәтле һүҙе менән тотоп тора. Кешеләрҙе гонаһтарынан таҙарындырғас, юғарыла Мөһабәт Алланың уң яғына ултырҙы. 4 Уның Алланан мираҫҡа алған Ул тигән данлы исеме фәрештәләрҙекенән ни тиклем юғарыраҡ булһа, Ул Үҙе лә уларҙан шул тиклем өҫтөнөрәк тора.

Алла Улы – фәрештәләрҙән өҫтөн

5 Ҡасан да булһа фәрештәләрҙең берәйһенә Алла:

«Һин – Минең Улым.

Бөгөн Мин Һине тыуҙырҙым», –

тип әйткәнме ни? Йә булмаһа:

«Мин – Уның Атаһы буласаҡмын,

ә Ул Минең Улым булыр», –

тигәнме? 6 Йәнә, донъяға Үҙенең тәү тыуған Улын килтергәндә, Алла:

«Алланың бөтөн фәрештәләре Уға баш эйһен», – ти.

7 Фәрештәләр тураһында Ул:

«Алла Үҙенең фәрештәләрен – ел,

хеҙмәтселәрен утлы ялҡын итә», – ти.

8 Улы тураһында иһә:

«Йә, Аллам, батшалығың Һинең мәңгелек,

батшалыҡ таяғың – ғәҙеллек таяғы, – ти.

9 – Һин хаҡлыҡты һөйҙөң,

яуызлыҡты күрә алманың.

Шуның өсөн Алла,

Һине шатлыҡ майы менән майлап,

хеҙмәттәштәреңә ҡарағанда Үҙеңде

юғарыраҡ ҡуйҙы», – ти.

10 Алла тағын:

«Һин, Раббым, иң тәүҙә ергә нигеҙ һалдың

һәм ҡулдарың күкте булдырҙы.

11 Ер ҙә, күк тә юҡҡа сығыр,

ә Һин иһә мәңге ҡалырһың.

Барыһы ла кейем һымаҡ туҙыр,

12 уларҙы һин өҫ кейемеләй төрөп алырһың,

улар кейем кеүек алмаштырылыр.

Һин иһә гел бер төрлө ҡалырһың,

ғүмер йылдарыңдың аҙағы булмаҫ», – ти.

13 Фәрештәләрҙең берәйһенә Алла ҡасан да булһа:

«Мин дошмандарыңды

аяҡ аҫтыңа баҫҡыс итеп һалғанға тиклем,

уң яғымда ултыр», –

тип әйттеме икән? 14 Фәрештәләрҙең бөтөнөһө лә ҡотолоуҙы мираҫ итеп аласаҡ заттарға хеҙмәт итеү өсөн ебәрелгән рухтар түгелме ни?

2

Бөйөк ҡотҡарылыу

1 Шуға күрә, дөрөҫ йүнәлеште юғалтмаҫ өсөн, беҙ ишеткәндәребеҙгә айырыуса иғтибарлы булырға тейешбеҙ. 2 Фәрештәләр аша еткерелгән һүҙ дөрөҫкә сыҡты, һәр төрлө енәйәт һәм тыңлашмаусанлыҡ тейешле язаһын алды. 3 Әгәр ошондай бөйөк ҡотҡарылыу менән иҫәпләшмәйбеҙ икән, әле килеп язаны нисек урап үтә алырбыҙ? Был ҡотҡарылыу тураһында бит тәүләп Раббы Үҙе асып һалды һәм Уның әйткәндәрен ишеткән кешеләр беҙгә быны раҫланы. 4 Алла Үҙе лә быны билдәләр, мөғжизәләр һәм төрлө ҡөҙрәтле эштәр ҡылыу һәм Изге Рухтан килгән бүләктәрҙе Үҙ ихтыяры буйынса бүлеп биреү юлы аша иҫбат итте.

Алла Улы һәм әҙәм балалары

5 Беҙ әле һөйләгән киләсәк донъяны Алла фәрештәләргә буйһондорманы бит. 6 Әммә кемдер Изге Яҙманың ҡайһылыр бер урынында былай тип шаһитлыҡ иткән:

«Кем ул әҙәм,

уның тураһында ниңә көйөнәһең?

Кем ул әҙәм балаһы,

уның тураһында ниңә хәстәрләйһең?

7 Һин уны бер аҙ ваҡытҡа

фәрештәләрҙән түбәнерәк ҡуйҙың;

уға дан һәм хөрмәт тажы кейҙерҙең ,

8 бар нәмәне уға буйһондороп,

уның аяҡ аҫтына һалдың».

Тимәк, Алла бөтөн нәмәне әҙәм балаһына буйһондороп, уның ихтыярына буйһондоролмаған бер нәмәне лә ҡалдырманы. Әммә беҙ әлегә бөтөн нәмәнең дә уға буйһонғанын күрмәйбеҙ. 9 Уның ҡарауы беҙ Ғайсаны күрәбеҙ – Ул Алла мәрхәмәте менән бөтөнөһө хаҡына үлем татыһын өсөн бер аҙ ваҡытҡа фәрештәләрҙән түбәнерәк ҡуйылды, тик үлем кисереүе менән дан һәм хөрмәт тажына кейенгәйне. 10 Алла – бөтөн нәмәнең маҡсаты һәм башланғысы. Үҙенә эйәреп килеүсе күп кешеләрҙе Үҙенең данына алып килгән сағында, ҡотолоуҙарына нигеҙ һалыусы Ғайсаны ғазаптар аша камил итеүе Уға ҡулай булған. 11 Кешеләрҙе изге итеүсе Ғайса ла, изге ителгән әҙәмдәр үҙҙәре лә бер Атанан. Шуның өсөн Ғайса уларҙы Үҙенең туғандары тип атауҙан уңайһыҙланмай. Ул:

12 «Исемеңде туғандарыма иғлан итермен,

ғибәҙәт ҡылырға йыйылыусылар араһында

Һиңә дан йырлармын», – ти.

13 Һәм тағы:

«Мин Аллаға ышаныс бағлайым», – ти.

Һәм:

«Бына Мин Үҙем һәм

Миңә Алла биргән балалар», – ти.

14 Был балаларҙың тәне лә, ҡаны ла бар. Шунлыҡтан Ғайса Үҙе лә кеше ҡиәфәтен алды. Ул быны үлемгә баш булған Иблистең хакимлығын Үҙ үлеме менән юҡ итеү, ғүмере буйы үлемдән ҡурҡып, ҡол булып йәшәгән кешеләрҙе азат итеү маҡсатында эшләне. 16 Ул бит, әлбиттә, фәрештәләргә түгел, ә Ибраһим тоҡомона ярҙамға килде. 17 Шуға күрә, кешеләрҙе гонаһтарынан йолоп алыу маҡсатында, Аллаға хеҙмәт итеүҙә шәфҡәтле һәм тоғро Баш Рухани булыр өсөн, бар нәмәлә туғандарына оҡшарға тейеш булды. 18 Ул Үҙе лә, һыналып ғазап кисергәнгә күрә, гонаһ ҡылырға ҡотортолоуға дусар булғандарға ярҙам итә ала.

3

Ғайсаның Мусанан өҫтөнлөгө

1 Шуға күрә һеҙ, изге имандаштар, күктәр тарафынан саҡырылған хеҙмәттәштәр, беҙ тотҡан имандың Илсеһе һәм Баш Руханийы Ғайса тураһында фекер йөрөтөгөҙ. 2 Муса Алла йортондағы эштәрҙә тоғро булған кеүек, Ғайса ла Үҙен хеҙмәткә алған Аллаға тоғро. 3 Әммә йортто төҙөүсе йорттоң үҙенә ҡарағанда күпмегә нығыраҡ хөрмәт ителһә, Ғайса Мусаға ҡарағанда шул тиклем юғарыраҡ данға лайыҡ тип һаналды. 4 Әлбиттә, һәр йорт кем тарафынандыр төҙөлә, әммә бөтөн нәмәнең төҙөүсеһе – Алла. 5 Муса, Алла йортондағы бөтөн эштәрҙә хеҙмәтсе булып, тоғро ине, бының менән ул киләсәктә Алла тарафынан әйтеләсәк нәмәләргә шаһитлыҡ ҡылды. 6 Мәсих иһә – Алла йорто өсөн яуаплы һәм Ул булараҡ тоғро; ә Уның йорто – беҙ, әммә үҙебеҙ ғорурланған ышаныс һәм өмөттә аҙаҡҡа тиклем торһаҡ ҡына.

7 Шуға күрә, Изге Рух әйткәнсә:

«Бөгөн Алла тауышын ишетәһегеҙ икән,

8 сүллектә һынау көнөндә ҡаршылыҡ

күрһәткән кеүек,

тиҫкәреләнмәгеҙ.

9 Эшемде ҡырҡ йыл дауамында күрһәләр ҙә,

унда атай-олатайҙарығыҙ Мине һынаны.

10 Шуның өсөн был быуынға асыуым килде

һәм Мин: „Уларҙың күңелдәре һәр саҡ яңылыша,

улар Мин күрһәткән юлдарҙы белмәне“, – тинем.

11 Шуның өсөн нәфрәтләнеп:

„Улар бер ҡасан да

Минең ял биреү урыныма инмәйәсәк“, –

тип ант иттем».

12 Имандаштар, һаҡ булығыҙ, берегеҙҙең дә йөрәге мәңге тере Алланан баш тартырлыҡ яуыз һәм ышанмай торған булмаһын. 13 Киреһенсә «бөгөн» тигән һүҙ әлегә ғәмәлдә булған саҡта, һеҙҙең берегеҙ ҙә гонаһ алдағына бирелеп тиҫкәреләнмәһен өсөн, бер-берегеҙҙе көн һайын ҡеүәтләп тороғоҙ. 14 Сөнки беҙ – Мәсихтең хеҙмәттәштәре, тик беҙгә баштағы ышанысыбыҙҙа аҙаҡҡаса ныҡ торорға кәрәк. 15 Изге Яҙмала былай тип әйтелгән:

«Бөгөн Алла тауышын ишетәһегеҙ икән,

ҡаршылыҡ күрһәткән саҡтағы кеүек

тиҫкәреләнмәгеҙ».

16 Алла тауышын ишетеп тә, ҡаршылыҡ күрһәтеүселәр кем һуң? Мысырҙан Муса алып сыҡҡан бөтәһе лә түгел инеме ни? 17 Ҡырҡ йыл буйы Алла кемгә асыу тотҡан һуң? Гонаһ ҡылып, үлеп, тәне сүллектә ятып ҡалған кешеләргә түгелме? 18 Улар Минең ял биреү урыныма бер ҡасан да инмәйәсәк тип, Алла кем тураһында ант итте һуң? Тыңлауһыҙҙар тураһында түгелме? 19 Тимәк, унда ышанмауҙары өсөн инә алмағанлыҡтарын күрәбеҙ.

4

Алланың ял биреү урыны

1 Алланың ял биреү урынына инә алыуыбыҙ тураһындағы вәғәҙәһе үҙ көсөндә ҡала әле, шуға ла һеҙҙең берегеҙ ҙә ошо мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмаһын өсөн, һаҡ булайыҡ. 2 Был кешеләргә еткерелгән һымаҡ уҡ, Һөйөнөслө Хәбәр беҙгә лә бирелде, әммә улар Хәбәрҙе ишетһә лә, файҙаһы булманы, сөнки улар ишеткәндәрен иман итеп ҡабул итмәне. 3 Беҙ иһә ышаныуыбыҙ менән Алланың ял биреү урынына инәбеҙ. Алла бит:

«Шуның өсөн Мин нәфрәтләнеп:

„улар бер ҡасан да

Минең ял биреү урыныма инмәйәсәк“, –

тип ант иттем», –

тигән. Эштәре донъя барлыҡҡа килгән мәлдән тамамланған булһа ла, шулай тине Алла. 4 Изге Яҙманың бер урынында етенсе көн тураһында былай тип әйтелгән: «Етенсе көндә Алла Үҙенең барлыҡ эштәренән ял итте». 5 Үрҙә ошоға бәйле: «Улар бер ҡасан да Минең ял биреү урыныма инмәйәсәк», – тип әйтелгән. 6 Һөйөнөслө Хәбәрҙе элегерәк ишеткән кешеләр, буйһонмауҙары арҡаһында, Алланың ял биреү урынына инә алманы. Әммә ҡайһы берәүҙәр унда инә аласаҡ, шуға күрә, 7 Алла тағы бер көндө – «бөгөн»гө көндө билдәләне. Байтаҡ ваҡыт үткәс, Ул үрҙә күрһәтелгән һүҙҙәрҙе Дауыт аша белдерҙе:

«Бөгөн Алла тауышын ишетәһегеҙ икән,

тиҫкәреләнмәгеҙ».

8 Ешуа уларҙы ял биреү урынына килтергән булһа, Алла башҡа, бынан һуң тыуыр ниндәйҙер икенсе көн тураһында әйтмәҫ ине. 9 Шуға күрә Алла халҡы өсөн шәмбе көнөнә оҡшаш ял көтөлә әле . 10 Алланың ял биреү урынына ингән кеше, Үҙенең эштәренән ял иткән Алла кеүек үк, ял итәсәк. 11 Шуға ла Уның ял биреү урынына инеү өсөн бөтөн көсөбөҙҙө һалайыҡ. Теге тыңлауһыҙҙар өлгөһөнә эйәреп, береһе лә ситтә тороп ҡалмаһын.

12 Алла һүҙе тере һәм ҡеүәтле. Ул ике яғы ла үткер әллә ниндәй ҡылыстарыңдан да былай үткерерәк. Ул беҙҙең эсебеҙгә шул тиклем тәрән үтеп инә, хатта йәнде рухтан, быуындарҙы һөйәк елегенән айыра. Ул күңелдәребеҙҙәге уй-фекерҙәрҙе, ниәттәрҙе хөкөм итә. 13 Яратылған бер генә йән эйәһе лә Алла күҙенән йәшеренә алмай. Уның өсөн бөтә нәмә асыҡ һәм нисек булһа, шулай күренә. Шуға ла беҙ Уның алдында яуап тоторға тейешбеҙ.

Ғайса – бөйөк Баш Рухани

14 Беҙҙең күктәрҙән юғары күтәрелгән бөйөк Баш Руханийыбыҙ – Алла Улы Ғайса булғанлыҡтан, әйҙәгеҙ үҙебеҙ тотҡан иманда ныҡ торайыҡ. 15 Баш Руханийыбыҙ етешмәгән яҡтарыбыҙҙы аңламаған, беҙгә теләктәшлек итә белмәгән Зат түгел. Ул беҙҙең кеүек үк бөтөн нәмәлә лә һыналды, тик гонаһ ҡылманы бит. 16 Шулай итеп, ярҙам кәрәк булғанда рәхимлелек һәм мәрхәмәт табыу өсөн, Алланың мәрхәмәт тәхете янына ҡыйыу рәүештә барайыҡ.

5

1 Һәр баш рухани, кешеләр араһынан һайланып, Алла алдында уларҙың вәкиле итеп ҡуйыла. Ул гонаһтар өсөн бүләктәр һәм ҡорбан килтерергә тейеш. 2 Ундай баш рухани белемһеҙҙәрҙе лә, тура юлдан тайпылыусыларҙы ла аңлай ала, сөнки ул үҙе лә көсһөҙлөккә дусар булған. 3 Шуға күрә ул халыҡ гонаһтары өсөн ҡорбан килтерергә тейеш булған кеүек, үҙ гонаһтары өсөн дә ҡорбан килтерергә тейеш.

4 Бындай хөрмәтле бурысты бер кем дә үҙ теләге менән ала алмай, ул, үҙ ваҡытында Һарун саҡырылған кеүек, был хеҙмәткә Алла тарафынан саҡырыла. 5 Мәсих тә Баш Рухани булыу хөрмәтен Үҙ өҫтөнә Үҙе алманы, ә Уға уны:

«Һин – Минең Улым.

Бөгөн Мин Һине тыуҙырҙым», –

тип әйткән Алла бирҙе. 6 Шулай уҡ Изге Яҙманың икенсе бер урынында Алла:

«Мәлик-Садиҡ ниндәй рухани булған булһа,

Һин дә мәңгегә шундай рухани буласаҡһың», –

тип әйтә.

7 Ерҙә йәшәгән сағында Ғайса Үҙен үлемдән ҡотҡара аласаҡ Аллаға, күҙ йәштәре менән илап һәм ҡысҡырып, үтенеп доға ҡылды. Оло ихтирамы арҡаһында Уның үтенесе Аллаға барып ишетелде. 8 Алла Улы булыуына ҡарамаҫтан, Ул Үҙ ғазаптары аша тыңлаусанлыҡҡа өйрәнде 9 һәм, камиллыҡҡа өлгәшкәндән һуң, Үҙенә тыңлаусан булған бөтөнөһө өсөн дә мәңгелек ҡотолоу сығанағына әйләнде. 10 Ул, Мәлик-Садиҡ ниндәй рухани булған булһа, Алла тарафынан шундай Баш Рухани итеп билдәләнде.

Хаҡ юлдан тайпылыуҙан иҫкәртеү

11 Был турала күберәк тә һөйләй алыр инек, ләкин беҙ һөйләгәндәрҙе ауыр аңлай башланығыҙ, шунлыҡтан аңлатыуы ҡыйын. 12 Ваҡыт үтеүенә ҡарағанда, күптән инде өйрәтеүсе булырға тейеш инегеҙ, әммә һеҙ үҙегеҙ кемдеңдер һеҙҙе Алла тәғлимәтенең тәү башланғыстарына өйрәтеүенә мохтажһығыҙ. Һеҙгә ҡаты ризыҡ түгел, ә һөт кәрәк. 13 Һөт менән туҡланған кеше хаҡ менән ялған араһындағы айырманы һиҙә алмай, сөнки ул – сабый. 14 Ҡаты ризыҡ иһә өлкәндәр өсөн, уларҙың тойғолары тормош тәжрибәһе аша яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға һәләтле.

6

1 Шуға күрә Мәсих тәғлимәтенең ошо башланғыс өлөштәрен ҡалдырып, камиллыҡҡа күсәйек. Үлемгә килтереүсе эштәрҙән тәүбә итеүгә, Аллаға инаныуға, шулай уҡ һыуға сумдырыу йолаларын өйрәтеү, фатихалап баштарына ҡулдарын ҡуйыу, үлгәндәрҙең терелеүе һәм мәңгелек хөкөм тураһындағы тәғлимәткә яңынан нигеҙ һалмайыҡ. 3 Алла рөхсәте менән артабан күсәйек. 4 Бер тапҡыр Алла яҡтылығы менән нурландырылған, күк бүләгенең тәмен татыған, Изге Рухта ҡатнашҡан, 5 Алланың Яҡшы һүҙен һәм киләсәк донъя көстәренең тәьҫирен тойған, 6 шунан һуң хаҡ юлдан ситкә тайпылған кешеләрҙе яңынан тәүбәгә килтереү мөмкин түгел, сөнки улар үҙҙәре Алла Улын арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлап, халыҡ алдында мәсхәрәләйҙәр.

7 Күп тапҡыр ямғыр яуып, дымды үҙенә һеңдергән ер, кем тарафынан эшкәртелеп, файҙалы уңыш бирһә, шул Алла фатихаһын ала. 8 Ә инде сәнскәк һәм башҡа ҡый үләндәре үҫкән ерҙең файҙаһы юҡ, уға ҡарғыш янай һәм аҙаҡтан ул яндырылып юҡҡа сыға.

9 Әммә, ҡәҙерлеләрем минең, беҙ ошо һүҙҙәрҙе һөйләһәк тә, һеҙгә килгәндә, хәлегеҙ һәйбәтерәк һәм ҡотҡарылыуға табан бараһығыҙ, тигән ышаныстабыҙ. 10 Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә, Уның изгеләренә ярҙам ҡылғанығыҙ һәм ярҙам ҡылыуҙы дауам итеүегеҙ аша Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ. 11 Һәр берегеҙҙең аҙаҡҡа тиклем, өмөтөгөҙ тулыһынса тормошҡа ашҡанға тиклем шундай уҡ тырышлыҡ күрһәтеүен теләйбеҙ. 12 Ялҡау булмағыҙ, ә иман һәм түҙемлек аша үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде мираҫ итеп алыусылар өлгөһөнә эйәрегеҙ.

Алланың ышаныслы вәғәҙәһе

13 Алла, Ибраһимға вәғәҙә биргәндә, ант итерлек бөйөгөрәк бер кем дә булмағанлыҡтан, Үҙе менән ант итә. 14 Ул: «Мин һиңә фатихамды йәлләмәйенсә бирәсәкмен һәм тоҡомоңдо ишәйткәндән ишәйтәсәкмен», – тигән. 15 Һәм Ибраһим, сабырлыҡ менән көткәндән һуң, вәғәҙә ителгәнде алған.

16 Кешеләр үҙҙәренән бөйөгөрәк зат менән ант итәләр, ул ант әйтелгәнде раҫлай һәм һәр төрлө бәхәстәргә сик ҡуя. 17 Шуға күрә Алла, вәғәҙә ителгәнде мираҫ итеп аласаҡ кешеләргә Үҙ ниәтенең үҙгәрешһеҙ буласағын тағы ла асығыраҡ күрһәтеү өсөн, уны ант итеп раҫлаған. 18 Ике үҙгәрешһеҙ нәмә – вәғәҙә һәм антҡа килгәндә, Алла тарафынан алдауға юл ҡуйылмай. Улар беҙҙе, Аллаға һыйынғандарҙы, алдыбыҙҙа торған өмөткә ныҡлап тотонорға дәртләндерә. 19 Был өмөт, беҙҙең йәнебеҙ өсөн ныҡлы һәм ышаныслы якорь булып, шаршау артындағы Иң изге урынға инә. 20 Унда Ғайса, Мәлик-Садиҡ ниндәй баш рухани булған булһа, Ул да мәңгегә шундай Баш Рухани булғандан һуң, беҙҙең хаҡҡа башлап йөрөүсебеҙ булараҡ инде.

7

Рухани Мәлик-Садиҡ

1 Шәлим батшаһы, Аллаһы Тәғәләнең руханийы Мәлик-Садиҡ, батшаларҙы ҡыйратып ҡайтып килгән Ибраһимды осратып, уға фатихаһын бирә. 2 Ибраһим иһә һуғыштан алып ҡайтҡан байлығының ундан бер өлөшөн уға бирә. Беренсенән, Мәлик-Садиҡ тигән исем «хаҡлыҡ батшаһы» тигәнде аңлата, икенсенән, ул Шәлимдең батшаһы ла, йәғни «именлек батшаһы». 3 Мәлик-Садиҡтың атаһы ла, әсәһе лә, шәжәрәһе лә билдәһеҙ. Уның ғүмеренең башы тураһында ла, аҙағы тураһында ла мәғлүмәт юҡ, ул Алла Улына оҡшаш булып, мәңге рухани булып ҡала.

4 Күрегеҙ, ул ни тиклем бөйөк – уға ырыу башлығы Ибраһим да һуғышта дошмандарынан тартып алған табышының ундан бер өлөшөн бирә. 5 Муса ҡануны буйынса, рухани хеҙмәтен ҡабул иткән Левий тоҡомо ағзалары ла халҡынан, йәғни үҙ кешеләренән, улар ҙа Ибраһим тоҡомонан булған хәлдә лә, табыштарының ундан бер өлөшөн йыйып алырға тейеш була. 6 Ә рухани Мәлик-Садиҡ, Левий тоҡомонан булмаһа ла, Ибраһим табышының ундан бер өлөшөн ҡабул итә һәм уға, Алла вәғәҙәһен ҡабул иткән кешегә, фатихаһын бирә.

7 Һис шикһеҙ, бәләкәйерәк кеше генә ҙурыраҡтың фатихаһын ҡабул итә. 8 Беренсе осраҡта табыштың ундан бер өлөшөн үлә торған кешеләр ала, ә икенсе осраҡта иһә уны Мәлик-Садиҡ ала, уның тере булыуы тураһында Изге Яҙмала шаһитлыҡ ителгән. 9 Ниндәйҙер мәғәнәлә Левий ҙа, үҙе халыҡтан ундан бер өлөш табыш йыйыусы булһа ла, ундан бер өлөшөн Ибраһим аша Мәлик-Садиҡҡа түләгән, тип әйтергә була. 10 Сөнки Мәлик-Садиҡ Ибраһимды осратҡан ваҡытта, Левий тыумаһа ла, ул үҙенең ата-бабаһы Ибраһимдың тәнендә була.

11 Шулай итеп, әгәр камиллыҡҡа өлгәшеү Левий руханилығы хеҙмәте аша булһа, – сөнки ҡанун халыҡҡа уның нигеҙендә бирелгән, – Һарун кеүек түгел, ә Мәлик-Садиҡ кеүек икенсе Руханиҙың килеүенә ихтыяж булыр инеме һуң? 12 Сәбәбе шунда: руханилыҡ үҙгәрһә, ҡанун да үҙгәрергә тейеш. 13 Ә беҙ һөйләгән Зат – Ғайса икенсе бер ырыуҙан булған, ул ырыуҙан бер кем дә ҡорбан килтереү урынында хеҙмәт итмәгән.

14 Билдәле булыуынса, Раббыбыҙ Йәһүҙә ырыуынан сыҡҡан, ә руханиҙар тураһында һөйләгәндә Муса был ырыу тураһында бер ни ҙә әйтмәгән.

Мәлик-Садиҡ кеүек Рухани Ғайса

15 Бының шулай икәнлеге Мәлик-Садиҡ кеүек икенсе Рухани килгәс тағы ла нығыраҡ асыҡлана. 16 Ул кешенең сығышына ҡағылған ҡанун әмере буйынса түгел, ә мәңгелек йәшәү көсө буйынса Рухани булды. 17 Изге Яҙмала Уның тураһында:

«Мәлик-Садиҡ ниндәй рухани булған булһа,

Һин дә мәңгегә шундай рухани буласаҡһың», –

тиелгән. 18 Элекке ҡарар, көсһөҙ һәм файҙаһыҙ булыу сәбәпле, кире ҡағыла. 19 Сөнки ҡанун бер нәмәне лә камиллыҡҡа алып барып еткермәне, уның урынына беҙгә яҡшыраҡ нәмә – өмөт бирелде. Уның аша беҙ Аллаға яҡынлайбыҙ. 20 Иғтибар итегеҙ, бында руханилыҡ итеү Алланың анты менән раҫланды. 21 Бүтән руханиҙар үҙҙәренең руханилығын бер ниндәй антһыҙ алды. Ләкин был икенсе Рухани Алланың анты арҡылы, йәғни Алла Уға:

«Раббы ант итте һәм ҡарарын үҙгәртмәйәсәк:

Һин – мәңгелек Рухани», –

тигәндә рухани булды. 22 Был ант Алла менән килешеүҙең – Уның ышаныслыһы Ғайса ине – ни тиклем яҡшыраҡ икәнен күрһәтә.

23 Башҡа руханиҙар күп булды, сөнки үлем арҡаһында улар үҙҙәренең хеҙмәтен дауам итә алманы. 24 Ә Ғайса мәңге тере, Уның Руханилығы ла үҙгәрешһеҙ. 25 Шуға күрә, Ул Үҙе аша Аллаға килеүселәрҙе тулыһынса ҡотҡара ала, сөнки улар тураһында ялбарыу өсөн мәңге йәшәй. 26 Беҙгә тап шундай Баш Рухани кәрәк тә инде: изге, ғәйепһеҙ, саф, гонаһлыларҙан айырылған һәм күктән юғары күтәрелгән. 27 Ул, бүтән баш руханиҙар һымаҡ, көн һайын тәүҙә үҙ гонаһтары, аҙаҡ халыҡтың гонаһтары өсөн ҡорбан килтереүгә мохтаж түгел, сөнки Үҙен ҡорбан итеп, бер һәм һуңғы тапҡыр ҡорбан килтерҙе. 28 Муса ҡануны баш рухани итеп көсһөҙ яҡтары булған кешеләрҙе билдәләй. Ә ҡанундан һуң бирелгән ант буйынса Алла Улы Баш Рухани итеп билдәләнде. Ул – мәңгелек камиллыҡҡа өлгәшкән Зат.

8

Яңы килешеүҙең Баш Руханийы

1 Һеҙгә һөйләгәндәребеҙҙең иң мөһиме – беҙҙең шундай Баш Руханийыбыҙ бар, Ул күктәрҙә Мөһабәт Алланың тәхетенең уң яғына ултырған. 2 Ул Изге йортта – кеше ҡулы менән түгел, ә Раббы Үҙе ҡорған ысын ғибәҙәт ҡылыу сатырында хеҙмәт итә. 3 Һәр баш рухани бүләк һәм ҡорбан килтереү өсөн билдәләнә. Шуға күрә беҙҙең Баш Руханийыбыҙҙың да ҡорбан килтереү өсөн нимәһелер булырға тейеш ине. 4 Әгәр ерҙә булһа, Ул рухани булмаҫ ине, сөнки ҡанун буйынса ҡорбан килтереүселәр бында бар инде. 5 Ерҙәге руханиҙар хеҙмәт иткән урын күктәге Изге йорттоң ишараты һәм күләгәһе генә. Шуға күрә Мусаға изге сатыр ҡорор алдынан Алла тарафынан: «Ҡара уны, бөтөнөһөн дә тауҙа күрһәтелгән өлгө буйынса эшлә», – тип иҫкәртелгән. 6 Ғайса аралашсы булған килешеү тәүгеһенә ҡарағанда ни тиклем яҡшыраҡ булған кеүек, Уға тапшырылған хеҙмәт ерҙәге руханиҙар хеҙмәтенән шул тиклем юғарыраҡ. Сөнки яңы килешеү яҡшыраҡ вәғәҙәләргә нигеҙләнгән.

7 Әгәр беренсе килешеүҙең етешһеҙлектәре булмаһа, икенсеһен төҙөүгә ихтыяж тыумаҫ ине. 8 Әммә Алла Үҙенең халҡын ғәйепләп, былай тип әйтә:

«Шундай көндәр килер, ти Раббы,

Мин Израиль халҡы һәм Йәһүҙә халҡы менән

яңы килешеү төҙөйәсәкмен.

9 Был килешеү Мин уларҙың атай-олатайҙарын

Мысырҙан етәкләп сығарғанда төҙөлгән

килешеүгә оҡшамаясаҡ.

Улар Минең килешеүемә тоғролоҡ һаҡламаны һәм

Мин уларҙан ситләштем, ти Раббы.

10 Израиль халҡы менән Мин ул көндәрҙән һуң

төҙөйәсәк килешеү ошо:

Үҙ ҡанундарымды Мин уларҙың зиһендәренә

һаласаҡмын,

күңелдәренә яҙып ҡуясаҡмын.

Мин – уларҙың Аллаһы,

ә улар Минең халҡым буласаҡ.

11 Бер кем дә үҙенең яҡынын һәм бер кем дә

үҙенең туғанын:

„Раббыны танып бел“, – тип өйрәтмәйәсәк.

Сөнки кесеһенән башлап олоһона тиклем

бөтөнөһө Мине беләсәк.

12 Мин уларҙың яуызлыҡтарын кисерәсәкмен,

ә ҡылған гонаһтарын бер ҡасан да

иҫемә төшөрмәйәсәкмен».

13 Был килешеүҙе «яңы» тип атап, Ул беренсе килешеүҙең иҫкереүен күрһәтте, ә иҫкергән һәм мәғәнәһе юғала барған нәмә оҙаҡҡа бармай юҡҡа сыға.

9

Беренсе килешеү ваҡытында ғибәҙәт ҡылыу

1 Беренсе килешеүҙең ғибәҙәт ҡылыу хаҡындағы күрһәтмәләре һәм ерҙәге изге йорто бар ине. 2 Изге йорт кеүек итеп сатыр ҡоролдо, уның алғы өлөшөндә шәмдәл, өҫтәл урынлаштырылды һәм Аллаға бағышланған икмәктәр ҡуйылды. Был урынды Изге урын тип атанылар. 3 Икенсе шаршау артында Иң изге урын тип аталған урын бар ине. 4 Унда хуш еҫле сайыр төтәтә торған алтындан яһалған урын һәм алтын менән көпләнгән килешеү һандығы, манна һалынған алтын һауыт, Һарундың шытым ебәргән таяғы һәм килешеү әмерҙәре яҙылған таштаҡталар урынлаштырылғайны . 5 Ә һандыҡ өҫтөндә – гонаһтарҙы юйыу урыны тип аталған ҡапҡас, уның ике яғынан Алла данын сағылдырған күктәге ҡанатлы заттарҙың һындары ҡуйылғайны. Ул хаҡта хәҙер ентекләп һөйләп тороуҙың кәрәге юҡ.

6 Бөтә әйберҙәр ошолай итеп урынлаштырылғайны. Ә сатырҙың алғы өлөшөнә руханиҙар, ғибәҙәт ҡылыу хеҙмәтен үтәү өсөн даими инеп торалар. 7 Сатырҙың икенсе өлөшөнә иһә йылына бер тапҡыр баш рухани ғына инә. Ул үҙе өсөн дә, халыҡтың белмәйенсә ҡылынған гонаһтары өсөн дә ҡорбанға үҙе менән ҡан алырға тейеш. 8 Шуның менән Изге Рух, сатырҙың алғы өлөшө бар саҡта, Иң изге урынға юлдың әлегә асыҡ булмауын күрһәтә. 9 Бының бөгөнгө көн өсөн дә мәғәнәһе бар: бүләктәр һәм ҡорбандар килтереү менән ғибәҙәт ҡылыусының выжданы сафлана алмай. 10 Уларҙа ашау-эсеү, төрлө йыуыныу йолалары ғына күҙҙә тотола, былар – тышҡы яҡты ғына иҫәпкә алған ҡағиҙәләр һәм яңы тәртип урынлаштырғансы ғына үҙ көсөнә эйә була.

Яңы килешеү ҡорбаны

11 Әммә Мәсих барлыҡ яҡшы нәмәләрҙең Баш Руханийы булып килде. Кеше ҡулы менән һалынмаған, фани донъяныҡы булмаған, бөйөгөрәк һәм камилыраҡ сатыр аша үтте. 12 Ул Иң изге урынға кәзә йәки быҙау ҡаны менән түгел, ә бер һәм һуңғы тапҡыр Үҙ ҡаны менән инде һәм кешеләр өсөн мәңгелек ҡотолоу алды. 13 Әгәр ҙә кәзә, үгеҙ ҡаны йәки ҡорбан итеп яндырылған йәш быҙау көлө бысранғандар өҫтөнә бөркөлөп, йола буйынса тәнде тышҡы яҡтан таҙарта икән, 14 Мәсих ҡанының көсө ни тиклем ҙур! Ул бит мәңгелек Рух аша Үҙен Үҙе саф ҡорбан рәүешендә Аллаға тапшырҙы. Беҙ мәңге тере Аллаға хеҙмәт итә алһын өсөн, Уның ҡаны беҙҙең выжданыбыҙҙы үлемгә илткән эштәрҙән арындырыр.

15 Шуға күрә Мәсих, кешеләрҙе тәүге килешеү ваҡытында ҡылған гонаһтарынан Үҙ үлеме менән ҡотҡарып, Алла тарафынан саҡырылғандар вәғәҙә ителгән мәңгелек мираҫты ала алһын өсөн, яңы килешеүҙең аралашсыһы булды. 16 Васыят та ниндәйҙер кимәлдә килешеү булып тора. Ул уны яҙған кешенең үлеме иҫбатланғас ҡына үҙ көсөнә инә. 17 Васыят, ысынлап та, үлем һуңынан ғына ғәмәлгә инә: уны яҙған кеше тере саҡта бер ниндәй ҙә көсө булмай. 18 Шуның өсөн тәүге килешеү ҙә ҡандан башҡа ғәмәлгә аша алманы. 19 Муса, ҡанун күрһәтмәләренең бөтөнөһөн дә халыҡ алдында уҡып сыҡҡас, ҡыҙыл йөн һәм майағас алып, шулар менән бөтөн халыҡҡа ла, ҡанун яҙылған төргәккә лә һыу һәм быҙау менән кәзә ҡаны бөркөп сыҡты. 20 Ул: «Был – Алла һеҙгә үтәргә тип әмер биргән килешеүҙе раҫлаусы ҡан», – тигән. 21 Шулай уҡ ул изге сатырға һәм унда булған, ғибәҙәт ҡылғанда ҡуллана торған барлыҡ әйберҙәргә ҡан бөрккән. 22 Ҡанун бөтөн нәмәнең дә тиерлек ҡан менән сафландырылыуын талап итә һәм ҡан түгелмәйенсә ярлыҡау булмай.

23 Күктәге өлгө буйынса, ерҙә эшләнгән нәмәләр шулай таҙартылырға тейеш ине, әммә күктәгеләр өсөн быларға ҡарағанда яҡшыраҡ ҡорбандар менән сафландырыу талап ителә. 24 Сөнки Мәсих кеше ҡулы менән күктәге ысын Изге йортҡа оҡшатып ҡына төҙөлгән ерҙәге Изге йортҡа түгел, ә беҙҙең өсөн Алла алдында баҫырға тип, күктең үҙенә инде. 25 Ул, баш рухани йыл һайын Иң изге урынға үҙенеке булмаған ҡанды алып ингән һымаҡ, Үҙен ҡат-ҡат ҡорбан итер өсөн инмәне. 26 Әгәр шулай булһа, донъя яратылғандан бирле Мәсихкә әйләнгән һайын ғазап сигергә тура килер ине. Ләкин Ул, Үҙен ҡорбан итеү аша гонаһты бөтөрөр өсөн, ошо һуңғы дәүерҙә бары бер тапҡыр ғына килде. 27 Һәр кемгә ҡасан да булһа бер үлеп, унан һуң хөкөм алдына баҫырға яҙған кеүек, 28 Мәсих тә, күптәрҙең гонаһтарын Үҙ өҫтөнә алыр өсөн, бер тапҡыр ҡорбан ителеп, икенсе тапҡырға кешеләрҙең гонаһтарын бөтөрөү өсөн түгел, ә Уны көткәндәрҙе ҡотҡарыу өсөн киләсәк.

10

1 Ҡанун – килә торған яҡшы нәмәләрҙең үҙе түгел, ә күләгәһе генә. Шуға күрә, йыл һайын бер төрлө ҡорбандар килтереп, ул Алла алдына килгән кешеләрҙе камил итә алмай. 2 Әгәр ҙә ҡанун быны эшләй алһа, артабан ҡорбан килтерелмәҫ ине, сөнки Аллаға табыныусылар бер тапҡыр таҙарыныу менән бүтәнсә үҙҙәренең гонаһтары өсөн ғәйеп тоймаҫтар ине. 3 Ләкин был ҡорбандар гонаһтар тураһында йылдың-йылы иҫкә төшөрөү булып тора. 4 Сөнки үгеҙ йәки кәзә ҡаны менән гонаһтарҙы юҡҡа сығарыу мөмкин түгел. 5 Шуға күрә Мәсих донъяға килгәс былай тине:

«Һин ҡорбандар ҙа, бүләктәр ҙә теләмәнең,

ләкин Минең өсөн тән әҙерләнең.

6 Тулыһынса яндырылған ҡорбандар ҙа,

гонаһ өсөн килтерелгән ҡорбандар ҙа

күңелеңә хуш килмәне.

7 Шул саҡта Мин: „Бына Мин.

Изге Яҙма төргәгендә яҙылғанса, Аллам,

Ихтыярыңды үтәргә тип килдем“, –

тинем».

8 Шулай итеп, Ул тәүҙә: «Һин ҡорбандар ҙа, бүләктәр ҙә, тулыһынса яндырылған ҡорбандар ҙа, гонаһ өсөн ҡорбандар ҙа теләмәнең һәм улар күңелеңә хуш килмәне», – тип әйткән. Ә был ҡанун буйынса талап ителде. 9 Унан һуң Мәсих: «Бына Мин, Һинең ихтыярыңды үтәргә тип килдем», – тигән. Ул алдағы талаптарҙы үҙ көсөнән сығарып, яңыны индерә. 10 Мәсих арҡылы атҡарылған Алла ихтыяры буйынса беҙ Ғайса Мәсихтең тәне бер тапҡыр һәм мәңгегә ҡорбан ителеүе менән изгеләндерелдек.

11 Һәр рухани, көн һайын үҙ хеҙмәтен үтәп, ҡат-ҡат бер төрлө ҡорбандар килтерә, әммә был ҡорбандар бер ваҡытта ла гонаһтарҙы юҡҡа сығара алмай, 12 Мәсих иһә, гонаһтар өсөн мәңгелек көскә эйә булған бер генә ҡорбан килтереп, мәңгегә Алланың уң яғына ултырҙы. 13 Шул ваҡыттан алып Ул дошмандарының Үҙ аяҡтарының аҫтына баҫҡыс итеп һалыныуын көтә. 14 Ул бер ҡорбан менән изге ителеүселәрҙе мәңгегә камил итте. 15 Был хаҡта беҙгә Изге Рух та шаһитлыҡ ҡыла. Башта былай тип әйткән:

16 «Ул көндәрҙән һуң

Мин улар менән төҙөйәсәк килешеү ошо, –

ти Раббы. –

Үҙ ҡанундарымды мин уларҙың күңелдәренә

һаласаҡмын

һәм зиһендәренә яҙып ҡуясаҡмын».

17 Унан Ул былай тип өҫтәй:

«Уларҙың ҡылған гонаһтарын һәм яуызлыҡтарын

бер ҡасан да иҫемә төшөрмәйәсәкмен».

18 Ә гонаһтар кисерелгән икән, ҡорбан килтереү мохтажлығы юҡ инде.

Ныҡ булығыҙ!

19 Шулай итеп, имандаштар, беҙ Ғайса ҡаны менән ҡыйыу рәүештә Иң изге урынға инә алабыҙ. 20 Ул беҙгә яңы һәм тормош биреүсе юл асты һәм был юл шаршау, йәғни Уның тәне кисергән ғазаптар аша үтә. 21 Беҙҙең Алла йорто башында тороусы бөйөк Руханийыбыҙ бар. 22 Шуға күрә ихлас күңел, иман ышаныслылығы менән күңелдәребеҙҙе бысранған выждандан ҡан бөркөп таҙарындырып, тәнебеҙҙе саф һыу менән йыуып, Аллаға яҡынлайыҡ. 23 Үҙебеҙ инанып асып һалған өмөткә тайпылышһыҙ тотонайыҡ, сөнки вәғәҙә биргән Зат – тоғро. 24 Бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ, бер-беребеҙҙе мөхәббәт менән изге эштәргә дәртләндерәйек. 25 Ҡайһы берәүҙәр кеүек, ғибәҙәт ҡылыу өсөн бергә йыйылыуҙан баш тартмайыҡ, киреһенсә, бер-беребеҙҙе тағы ла нығыраҡ ҡеүәтләп торайыҡ, сөнки Раббы көнөнөң яҡынлашыуын күрәбеҙ бит.

26 Әгәр беҙ хәҡиҡәтте танып белгәндән һуң да гонаһ ҡылыуыбыҙҙы аңлы рәүештә дауам итһәк, гонаһтарыбыҙ өсөн башҡаса ҡорбан ҡалмай. 27 Ә хөкөмдө һәм Алланың дошмандарын яндырасаҡ ҡоторонҡо утты ҡурҡып көтөргә генә ҡаласаҡ. 28 Муса ҡанунынан баш тартҡан һәр кеше, ике йәки өс шаһит күрһәтеүе буйынса, аяуһыҙ рәүештә үлемгә дусар ителә. 29 Ә Алла Улын аяҡ аҫтына һалып тапаған һәм ҡасандыр үҙе изгеләнгән килешеү ҡанын мыҫҡыл итеп мәрхәмәт Рухын кәмһеткән кеше, һеҙҙеңсә, ни ҡәҙәр ҡаты язаға лайыҡ? 30 «Үс алыу – Минең эшем, Үҙем ҡайтарып бирәсәкмен», – тигән һәм: «Раббы Үҙ халҡын хөкөм итәсәк», – тип Әйтеүсене беҙ беләбеҙ. 31 Мәңге тере Алла ҡулына эләгеү ҡот осҡос!

32 Алла яҡтылығы һеҙҙе яңы ғына яҡтыртҡандан һуң булып үткән көндәрҙе иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Һеҙ ул саҡта ғазаптарға ҡаршы көрәшеүҙә ныҡ тора инегеҙ. 33 Һеҙҙе ҡайһы саҡта халыҡ алдында мәсхәрәләнеләр, эҙәрлекләнеләр, ҡайһы саҡта һеҙ шул хәлдәрҙе кисергән кешеләр менән иңгә-иң терәшеп торҙоғоҙ. 34 Һеҙ тотҡонлоҡтағыларға шәфҡәт күрһәттегеҙ, милкегеҙҙән мәхрүм итеүҙе ҡыуаныс менән ҡабул иттегеҙ, сөнки күктә һәйбәтерәк, мәңгелек байлығығыҙ барлығын белә инегеҙ. 35 Шуға ла ҡыйыулыҡты ситкә алып ташламағыҙ, һеҙ йомарт бүләкләнәсәкһегеҙ. 36 Алла ихтыярын үтәп, шунан һуң вәғәҙә ителгәнде алыр өсөн һеҙгә сыҙамлыҡ кәрәк. 37 Изге Яҙмала әйтелгәнсә:

«Әҙ генә, бөтөнләй әҙ генә ҡалды, һәм

килергә тейешле Зат килер, Ул оҙаҡ көттөрмәҫ.

38 Минең тәҡүә кешем үҙенең иманы менән йәшәр.

Әгәр сигенә ҡалһа,

уны күңелем ҡабул итмәйәсәк».

39 Беҙ имандан сигенеп һәләк булыусыларҙан түгел, беҙ – ышанған һәм үҙенең ғүмерен һаҡлағандарҙан.

11

Иман кешеләр тормошонда

1 Иман – ул өмөтләнеп көткәндәрҙең тормошҡа ашыуына ышаныс һәм күренмәгән нәмәләрҙең барлығын раҫлау. 2 Беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙға шундай имандары өсөн Алла тарафынан хуплау бирелгән. 3 Ғаләмдең Алла һүҙе менән булдырылғанын һәм күҙгә күренеүсе нәмәләрҙең күҙгә күренмәгәндәрҙән бар булыуын беҙ иман аша аңлайбыҙ.

4 Һабил иман аша Аллаға Ҡабилға ҡарағанда яҡшыраҡ ҡорбан килтергән. Иман менән килтерелгәнлектән, уның бүләге Алла тарафынан хуплап ҡабул ителә һәм шуның менән ул хаҡ булып раҫлана. Һабил, үҙе иҫән булмаһа ла, иманы аша әлегә тиклем һөйләй. 5 Енох иман аша был донъянан үлем кисермәйенсә алынған. Уны бер ерҙән дә таба алмайҙар, сөнки уны Алла Үҙе янына ала. Уның тураһында: «Үҙенең янына алынғанға тиклем үк Алла уның менән ҡәнәғәт булған», – тип әйтелә. 6 Иманлы булмай тороп иһә Алла ризалығын алып булмай, сөнки Уға килеүсе һәр кем Алланың барлығына һәм Уны эҙләгән кешеләргә Унан әжер аласағына ышанырға тейеш. 7 Нух, иман аша, әле күрергә мөмкин булмаған нәмәләр тураһында Алланан иҫкәртеү алып, Уға буйһоноп, үҙ йортондағыларҙы ҡотҡарыу өсөн кәмә төҙөгән. Иманы аша ул бөтөн донъяны хөкөм иткән һәм иман арҡылы килә торған хаҡлыҡты алған.

8 Ибраһим да иман аша Алла тарафынан саҡырылыуға буйһоноп, ҡайҙа барғанлығын белмәһә лә, киләсәктә мираҫ итеп алырға тейеш булған ергә бара. 9 Иман менән ул үҙенә вәғәҙә ителгән ерҙә сатырҙа йәшәп, килмешәк булып килеп урынлашҡан. Уның кеүек, Исхаҡ менән Яҡуб та изге сатырҙа йәшәй. Уларға ла уның менән бергә шул уҡ мираҫ вәғәҙә ителгән була. 10 Ибраһим рәссамы һәм төҙөүсеһе Алла булған нигеҙе ныҡлы ҡаланы көткәне өсөн шулай эшләне. 11 Ауырға ҡала алмаған Сара ла иманы аша бала табырлыҡ көскә эйә була һәм, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бала таба, сөнки Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәнең тоғролоғона ышана. 12 Шуның өсөн дә бер генә кеше, ҡарыуы ҡайтҡан булһа ла, күктәге йондоҙҙар һәм диңгеҙ ярындағы ҡом бөртөгөндәй иҫәпһеҙ-һанһыҙ тоҡом биргән.

13 Бөтә был кешеләр имандарын һаҡлап үлгән. Улар үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде алмайынса, йыраҡтан ғына күргән һәм сәләмләгән. Был донъяла үҙҙәренең ваҡытлыса йәшәгән сит кешеләр һәм килмешәктәр генә икәнлектәрен танығандар. 14 Былай тип әйтеүселәр үҙҙәренең ысын йәнтөйәген эҙләүҙәрен күрһәтәләр. 15 Әгәр улар уйҙарында үҙҙәре ҡалдырып киткән төйәген йөрөтһә, кире ҡайтыу мөмкинлеген дә табырҙар ине. 16 Әммә улар яҡшыраҡҡа – күктәге төйәгенә ынтыла. Шуға ла Алла уларҙың Аллаһы тип аталыуҙан оялмай – улар өсөн ҡала әҙерләне.

17 Ибраһим, Алла тарафынан һыналғанда, иманы арҡаһында ҡорбанға Исхаҡты тәҡдим итте. Ул үҙенә вәғәҙә ителгән һәм: «Һинең нәҫелең Исхаҡ аша килә», – тип әйтелгән берҙән-бер улын ҡорбан итеп бирергә лә әҙер ине. 19 Ибраһим, Алла хатта үленән терелтергә һәләтле, тип һананы һәм Исхаҡты үлгәндән һуң кире ҡайтарып алды тиһәң дә була. 20 Иман арҡаһында Исхаҡ Яҡуб менән Исавты киләсәктәре тураһында һөйләп, фатихаланы. 21 Яҡуб үлер алдынан, Йософтоң улдарының һәр береһенә иман аша фатиха бирҙе һәм таяғына таянған килеш Аллаға табынып баш эйҙе. 22 Иман аша Йософ ғүмеренең һуңғы көндәрендә Израиль халҡының Мысырҙан сығасағы тураһында һөйләне һәм үҙ һөйәктәрен нимә эшләтергә икәнлеген әйтте.

23 Иман аша Муса ла ата-әсәһе тарафынан өс ай буйы йәшереп тотола, сөнки ата-әсәһе уның бик матур бала булыуын күрә, уларҙы батша фарманы ла ҡурҡытмай. 24 Муса, ир ҡорона ингәс, иман аша фирғәүен ҡыҙының улы тип йөрөтөлөүҙән баш тарта. 25 Гонаһтан ҡыҫҡа ваҡытлы ләззәт алыуға ҡарағанда Алла халҡы менән бергә ғазап кисереүҙе өҫтөнөрәк ҡуя. 26 Ул буласаҡ әжерҙе күрә, шуға ла Мәсих хаҡына хурлыҡ аша үтеүҙе Мысыр хазинаһынан ҡиммәтерәк байлыҡ тип иҫәпләй. 27 Муса, иман аша, батшаның асыуынан ҡурҡмайынса, Мысырҙан китә. Күҙгә күренмәҫ Алланы йәнәһе лә күргән кеше һымаҡ, ул түҙҙе. 28 Иман аша ул, баш балаларҙы һәләк итергә тейеш булған фәрештә Израиль халҡының балаларына теймәһен өсөн, ишектәргә ҡан һибеү һәм ҡотҡарылыу байрамын билдәләне. 29 Иман аша Израиль халҡы Ҡыҙыл диңгеҙҙе ҡоро ерҙән барғандай кисеп сыға, ә Мысыр кешеләре, шулай уҡ эшләп ҡарап, бөтөнөһө лә батып үлә.

30 Израиль кешеләре иман менән ете көн рәттән Иерихон ҡалаһын урап сыҡҡас, уның диуарҙары ишелеп төшә. 31 Боҙоҡ ҡатын Рахав та, Израиль шымсыларын иман аша дуҫтарса ҡабул иткәнгә күрә, тыңлауһыҙҙар менән һәләк булманы.

32 Ошоларға өҫтәп тағы нимәләр һөйләргә? Гедеон, Варак, Самсон, Иеффай, Дауыт, Самуил һәм пәйғәмбәрҙәр тураһында һөйләргә ваҡытым етмәҫ. 33 Улар иман аша батшалыҡтарҙы буйһондора, ғәҙеллек урынлаштыра, вәғәҙә ителгәндәргә өлгәшә. Арыҫландарҙың ауыҙҙарын яба, 34 ҡоторонҡо утты һүндерә, ҡылыстарҙан ҡотола. Уларҙың көсһөҙлөгө көскә әйләнә, һуғышта улар ҡеүәтле була һәм сит ил ғәскәрҙәрен ҡасырға мәжбүр итә. 35 Ҡайһы бер ҡатындар үлгән яҡындарын тере көйө ҡайтарып ала. Башҡалары иһә, яҡшыраҡ тормошҡа терелеүгә өлгәшеү өсөн, ҡотолоуҙан баш тартып, яза ҡабул итә. 36 Ҡайһы берҙәре мыҫҡыл ителә, ҡамсы менән һуғыла, ҡайһы берҙәренә хатта бығау һалынып, төрмәләргә ябыла. 37 Уларҙы таш менән бәреп үлтерәләр, кәүҙәләрен урталай бысалар, ҡылыстан үткәрәләр. Улар һарыҡ йә кәзә тиреләре ябынып йөрөй, баштары мохтажлыҡтан сыҡмай, уларҙы эҙәрлекләйҙәр, туҡмайҙар. 38 Донъя ундай кешеләргә лайыҡ түгел ине, улар сүллектәрҙә, тауҙарҙа, мәмерйәләрҙә һәм упҡындарҙа ҡаңғырып йөрөй.

39 Улар бөтөнөһө лә имандары өсөн Алланан хуплау алды, тик береһе лә фани донъяла саҡта вәғәҙә ителгәнде алмай. 40 Был кешеләр бары тик беҙҙең менән генә камиллыҡҡа өлгәшһен өсөн, Алла беҙҙең өсөн яҡшыраҡ бер нәмә ниәтләгән.

12

Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ

1 Беҙҙең тирә-яғыбыҙҙа шаһиттар шул тиклем күп, шуға күрә киләсәктә юлыбыҙҙа торған бөтөн ауырлыҡтарҙы, беҙгә сырмалып алған гонаһтарҙы алып ташлайыҡ һәм алда торған ярыш юлын сыҙамлыҡ менән йүгереп үтәйек. 2 Иманда беренсе булып барыусы һәм уны камиллыҡҡа еткереүсе Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы. 3 Гонаһлылар тарафынан ошондай дошманлыҡ хисе Кисереүсе тураһында уйлап ҡарағыҙ. Был күңелегеҙҙе төшөрмәҫкә һәм көсөгөҙҙө юғалтмаҫҡа ярҙам итер.

4 Гонаһҡа ҡаршы көрәшкәндә һеҙгә үҙегеҙҙең ҡанығыҙҙы түгергә тура килмәне әле. 5 Атай кеше Үҙ улдарына өндәшкән һымаҡ, Алланың һеҙгә:

«Улым Минең! Раббының тәрбиәһенә битараф

булма, һәм

Ул ғәйебеңде күрһәткәндә күңелеңде төшөрмә.

6 Раббы Үҙе яратҡан кешеләрҙе тәрбиәләй,

Үҙе ҡабул иткән улдарына яза бирә», –

тигән ҡеүәтләү һүҙҙәрен онотҡанһығыҙ. 7 Һынауҙарығыҙҙы тәрбиәләнеү кеүек үткәрегеҙ – бынан Алланың һеҙгә үҙ улдарына ҡараған кеүек ҡарауы күренә. Атаһы тәрбиә бирмәгән бала бармы ни? 8 Әгәр ҙә һеҙ һәр кем үтергә тейешле тәрбиәне алмайһығыҙ икән, тимәк һеҙ – Алланың ысын улдары түгел, ә үгәй балалары. 9 Унан тыш, бөтәбеҙҙең дә ерҙә беҙҙе тәрбиәләгән атайҙарыбыҙ бар ине, улар беҙҙе тәртипкә өйрәтте, һәм беҙ уларҙы ихтирам иттек. Күктәге рухи Атабыҙға иһә тағы ла нығыраҡ буйһонорға тейеш түгелбеҙме ни? Был буйһоноу беҙгә йәшәү бирә бит. 10 Атайҙарыбыҙ беҙҙе күпмелер ваҡыт үҙҙәре белгәнсә тәрбиәләне, ә Алла – үҙ файҙабыҙ хаҡына, беҙ Уның изгелегендә ҡатнаша алһын өсөн тәрбиәләй. 11 Һәр тәрбиә үҙ ваҡытында шатлыҡ булып тойолмай, ә хәсрәт килтереүсе булып күренә, әммә аҙағыраҡ был тәрбиә аша үткәндәргә ул уңыш килтерә: именлек һәм хаҡ тормош бирә.

Алланы кире ҡаҡмаҫҡа саҡырыу

12 Шуға күрә хәлһеҙләнгән ҡулдарығыҙҙы һәм быуынһыҙланған тубыҡтарығыҙҙы нығытығыҙ 13 һәм аҡһаған аяҡтарығыҙ тағы ла нығыраҡ имгәнмәһен, киреһенсә, төҙәлһен өсөн тура юлдан йөрөгөҙ.

14 Бөтөнөһө менән дә тыныс йәшәгеҙ һәм изгелеккә ынтылығыҙ: изгелеккә ынтылмайынса бер кем дә Раббыны күрмәҫ. 15 Бер кем дә Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалмаһын өсөн тырышлығығыҙҙы һалығыҙ. Берәй әсе тамырлы үлән үҫеп сығып, зыян килтереүенән һәм күптәрҙе зарарлауынан һаҡ булығыҙ. 16 Ҡарағыҙ уны, бер ултырып ашарлыҡ аш өсөн үҙенең өлкән ул булыу хоҡуғын һатҡан Исав кеүек, арағыҙҙа бер кем дә аҙғын йә иманһыҙ булмаһын. 17 Һеҙ беләһегеҙ, һуңынан ул фатиха алырға теләгән, ләкин кире ҡағылған. Был хаҡта күҙ йәштәре аша һораһа ла, хәл барышын бер нисек тә үҙгәртә алмаған.

18 Һеҙ ҡағылырға мөмкин булған дөрләп янған тауға – шыр ҡараңғыға ла, дөм ҡараңғылыҡҡа ла, дауылға ла, 19 борғо тауышына ла, һүҙҙәрҙе әйтеүсе тауышҡа ла килмәнегеҙ. Ә тауыш шундай һүҙҙәр әйтә, уларҙы ишеткән кешеләр бүтәнсә һөйләмәүҙәрен ялбара. 20 Был тыңлаусылар: «Был тауға хатта хайуан ҡағылһа ла, ул таш менән бәреп үлтерелер», – тигән әмер һүҙҙәренә түҙә алмаған. 21 Был күренмеш шул тиклем ҡурҡыныс булған, хатта Муса ла: «Мин ҡурҡам һәм тетрәнәм», – тигән .

22 Ә бит һеҙ Сион тауына, мәңге тере Алла ҡалаһына – күктәге Иерусалимға һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ фәрештәләргә килдегеҙ. 23 Һеҙ Алла кешеләренең – исемдәре күктә яҙылып ҡуйылған беренсе тыуған балаларҙың шатлыҡлы тантаналы йыйылышына, бөтөнөһөнөң Хөкөмдары булған Аллаға, камиллаштырылған тәҡүә кешеләрҙең рухтарына, 24 яңы килешеү Аралашсыһы Ғайса янына, Һабил ҡанына ҡарағанда һәйбәтерәк нәмәләр һөйләүсе Ғайсаның һирпелгән ҡаны янына килдегеҙ.

25 Тик һаҡ булығыҙ, үҙегеҙгә Һөйләүсенән ваз кисмәгеҙ. Ул ерҙә һөйләгән сағында кешеләр Уны тыңламаған өсөн язаһыҙ ҡалмаған икән, күктән тороп Киҫәтеүсенән баш тартһаҡ, беҙ инде ҡатыраҡ язаға дусар буласаҡбыҙ. 26 Ул саҡта Алланың тауышы ер һелкетте һәм Ул хәҙер: «Мин тағы бер тапҡыр ерҙе генә түгел, күкте лә тетрәтәсәкмен», – тип вәғәҙә бирә. 27 «Тағы бер тапҡыр» – тигән һүҙҙәр быны аңлата: ҡаҡшамаҫ нәмәләр генә ҡалһын өсөн, ҡаҡшай торған, йәғни бар ителгән һәр нәмә урынынан күсерелер. 28 Беҙгә ҡаҡшамаҫ батшалыҡ бирелә, шуға күрә рәхмәтле булайыҡ һәм ихтирам һәм ҡурҡыу менән Аллаға яраҡлы итеп башыбыҙҙы эйәйек һәм Уға хеҙмәт итәйек, 29 сөнки беҙҙең Аллабыҙ – яндырып юҡ итә торған ут.

13

Аллаға яраҡлы тормош

1 Бер-берегеҙҙе туғандарса яратыуығыҙҙы дауам итегеҙ. 2 Ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә онотмағыҙ, сөнки шулай эшләп, ҡайһы берәүҙәр был турала үҙҙәре лә белмәйенсә, үҙҙәрендә фәрештәләрҙе ҡабул иткәндәр. 3 Төрмәлә ултырған кешеләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ, үҙегеҙҙе лә улар менән бергә тотҡонлоҡта кеүек тойоғоҙ. Аяуһыҙ мөғәмәләгә түҙгән кешеләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ, сөнки һеҙҙең тәнегеҙ ҙә ауыртыуҙы тоя. 4 Барыһы ла никахты юғары баһалаһын һәм никах түшәктәре саф булһын. Аҙғындар менән хыянатсыларҙы Алла хөкөм итәсәк бит. 5 Байлыҡҡа нәфселе булмағыҙ, бары менән ҡәнәғәт йәшәгеҙ. Сөнки Алла: «Мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам», – тип әйткән. 6 Шулай булғас, беҙ ҡыйыу рәүештә:

«Раббым – минең Ярҙамсым,

мин бер ниҙән дә ҡурҡмаясаҡмын.

Кеше миңә нимә эшләй алһын?» –

тип әйтә алабыҙ.

7 Һеҙгә Алла һүҙен еткергән етәкселәрегеҙҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ һәм ғүмерҙәренең һөҙөмтәһен уйлап, имандарынан өлгө алып, уларға эйәрегеҙ. 8 Ғайса Мәсих үҙгәрешһеҙ – кисә лә, бөгөн дә, мәңгелектә лә Ул бер үк. 9 Төрлө ят тәғлимәттәргә үҙегеҙҙе ситкә тайпылдырырға юл ҡуймағыҙ. Йөрәгегеҙҙе ризыҡ ашау тураһындағы ҡағиҙәләр менән түгел, ә Алланың мәрхәмәте менән нығытыу яҡшы. Был ҡағиҙәләр уларҙы үтәүселәргә файҙа килтермәгән бит. 10 Беҙҙең ҡорбан килтереү урыныбыҙ бар, изге сатырҙағы хеҙмәтселәрҙең ундағы ҡорбанды ашарға хоҡуғы юҡ. 11 Гонаһтар өсөн килтерелгән ҡорбан малының ҡанын баш рухани Иң изге урынға алып инә, ә түшкәләре уларҙың ваҡытлыса йәшәгән урынынан ситтә яндырыла. 12 Шуның кеүек үк Ғайса ла, халыҡты Үҙ ҡаны менән изгеләндерер өсөн, ҡала ҡапҡаһының тышында ғазап кисергән. 13 Шуға күрә беҙ ҙә, Ул башынан үткәргән хурлыҡты күтәреп, ваҡытлы йәшәү урынынан ситкә, Уның янына сығайыҡ. 14 Сөнки бында, ерҙә, беҙҙең даими йәшәй торған ҡалабыҙ юҡ, беҙ килә торған ҡаланы көтәбеҙ. 15 Шуға күрә Ғайса аша Аллаға даими рәүештә данлау ҡорбаны килтерәйек, тимәк, Уның исемен телебеҙ менән маҡтайыҡ. 16 Кешеләргә изгелек эшләүҙе һәм башҡалар менән уртаҡлашыуҙы онотмағыҙ – нәҡ шундай ҡорбандар Алла тарафынан хуплана.

17 Етәкселәрегеҙҙе тыңлағыҙ һәм уларға буйһоноғоҙ – улар Алла алдында яуап тота торған кешеләр булғанлыҡтан, һеҙҙең йәндәрегеҙ тураһында арымай-талмай хәстәрлек күрә. Шулай булғас, был эште уларға ауырыҡһынып түгел, ә шатланып башҡарырға юл ҡуйығыҙ. Ауырыҡһынып башҡарған эштең һеҙҙең өсөн һис ниндәй файҙаһы булмаҫ. 18 Беҙҙең өсөн доға ҡылығыҙ. Беҙ намыҫыбыҙҙың саф булыуына ышанабыҙ, сөнки һәр нәмәлә дөрөҫ эш итергә тырышабыҙ. 19 Мин һеҙҙән, янығыҙға тиҙерәк ҡайтыуымды теләп доға ҡылыуығыҙҙы айырыуса үтенәм.

Доға һәм сәләмләү һүҙҙәре

20 Мәңгелек килешеүҙе раҫлаусы ҡан арҡаһында Раббыбыҙ Ғайсаны, һарыҡтарҙың бөйөк Көтөүсеһен, именлек Аллаһы үленән терелтте. 21 Үҙенең ихтыярын үтәр өсөн Алла һеҙҙе һәр яҡшы нәмә менән тәьмин итһен һәм Ғайса Мәсих аша беҙҙә Үҙенә ҡулай нәмәләрҙе эшләһен. Уға мәңгенән мәңгегә дан. Амин.

22 Имандаштарым, был хатымда яҙған өгөт-нәсихәттәремә сабырлыҡ менән ҡарауығыҙҙы үтенеп һорайым, мин һеҙгә бик күп тә яҙманым бит. 23 Имандашыбыҙ Тимофейҙың азат ителгәнен хәбәр итергә теләйем, ул тиҙҙән яныма килһә, һеҙҙе бергәләп күрербеҙ. 24 Бөтөн етәкселәрегеҙгә һәм Алланың барлыҡ изге халҡына сәләм. Италиялағы имандаштарыбыҙ һеҙҙе сәләмләй. 25 Бөтөнөгөҙгә лә Алла мәрхәмәте булһын .