Павелдың Галатиялағы имандаштарға яҙған хаты

1

Сәләмләү

1 Кешеләрҙән дә, әҙәм балаһы аша ла түгел, ә Ғайса Мәсих һәм Уны үленән терелткән Атабыҙ Алла тарафынан һайланған илсе Павелдан, 2 минең менән бергә булған бөтөн имандаштарҙан Галатиялағы имандаштар берҙәмлектәренә сәләм. 3 Һеҙгә Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек булһын. 4 Атабыҙ Алла ихтыяры менән әлеге насар замандан ҡотҡарам тип, Мәсих беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн Үҙен ҡорбан итте. 5 Аллаға мәңгенән мәңгегә дан. Амин.

Һөйөнөслө Хәбәр берәү генә

6 Һеҙҙең, Мәсихтең мәрхәмәте менән саҡырып алған Саҡырыусығыҙҙы тиҙ арала ташлап, ниндәйҙер икенсе бер «һөйөнөслө хәбәр»гә күсеүегеҙ ғәжәпләндерә. 7 Әммә башҡа төрлө Һөйөнөслө Хәбәр юҡ! Һеҙҙең башығыҙҙы бутап, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе боҙорға теләүсе кешеләр генә бар. 8 Хатта беҙ ҙә йәки күктәге берәй фәрештә лә беҙ вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәрҙән башҡа икенсе берәй Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итә башлаһа, ләғнәт төшһөн. 9 Элек әйткәйнек инде, хәҙер яңынан ҡабатлайым: берәйһе һеҙ бығаса ҡабул иткән Һөйөнөслө Хәбәрҙән башҡаны иғлан итә ҡалһа, уға ләғнәт яуһын! 10 Мин хуплауҙы кешеләрҙән эҙләйемме, әллә Аллананмы? Бәлки, кешеләргә ярарға тырышамдыр? Шулай булһа, Мәсихкә хеҙмәт итмәҫ инем.

Павелдың илселеге

11 Имандаштар, мин вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәрҙең кеше уйҙырмаһы булмауын белегеҙ, 12 мин уны кешеләрҙән ҡабул итмәнем һәм уларҙан өйрәнмәнем, уны миңә Ғайса Мәсих асып бирҙе. 13 Һеҙ минең йәһүд динендәге элекке йәшәү рәүешем хаҡында ишеттегеҙ. Ул саҡта мин Алла берҙәмлеген аяуһыҙ эҙәрлекләнем һәм юҡҡа сығарырға тырыштым. 14 Ата-бабаларыбыҙ тәғлимәттәренә мөкиббән бирелеп, үҙ халҡым араһында йәһүд динен тотҡан байтаҡ йәштәштәремә ҡарағанда күпкә алдараҡ булдым. 15 Әсәм ҡарынынан уҡ мине һайлап алған Алла, Үҙенең мәрхәмәте менән, Улын миндә асып, йәһүд булмаған халыҡтар араһында Уның тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләү өсөн билдәләгән. Тик мин бер кем менән дә кәңәшләшмәйенсә 17 һәм Иерусалимға, миңә тиклем үк илсе булғандар янына бармайынса, Ғәрәбстанға киттем, унан тағы Дамаск ҡалаһына ҡайттым. 18 Шунан һуң өс йыл үткәс кенә, Иерусалимға Кифа менән танышырға барҙым һәм уның янында ун биш көн булдым. 19 Әммә Раббының бер туған ҡустыһы Яҡубтан башҡа бер илсене лә күрмәнем. 20 Алла ҡаршыһында әйтәм: яҙғандарым ялған түгел. 21 Шунан һуң мин Сүриә һәм Киликия ерҙәренә киттем. 22 Мәсихкә инаныусыларҙың Йәһүҙиәләге берҙәмлектәре иһә мине танып белмәйҙәр ине. 23 Минең турала улар, ҡасандыр үҙҙәрен эҙәрлекләгән кеше үҙе юҡ итергә тырышҡан иманды хәҙер үҙе үк вәғәзләй, тип кенә ишеткәндәр. 24 Һәм минең өсөн Алланы данлағандар.

2

Павел һәм Иерусалим берҙәмлеге етәкселәре

1 Ун дүрт йыл үткәндән һуң Варнава менән тағы Иерусалимға юлландым. Титты ла үҙебеҙ менән алдыҡ. 2 Унда мин Алла ҡушыуы буйынса барҙым. Һәм әлеге тырышлыҡтарым юҡҡа түгелме, элеккеләре лә бушҡа булманымы, тип борсолоп, йәһүд булмаған халыҡтар араһында үҙем таратҡан Һөйөнөслө Хәбәрҙе ундағы абруйлы кешеләргә айырым әйтеп бирҙем. 3 Әммә бушҡа хәүефләнгәнмен. Улар, минең менән булған Титты, грек булыуына ҡарамаҫтан, сөннәтләнергә мәжбүр итмәне. 4 Тик, шул уҡ ваҡытта, Ғайса Мәсихтәге азатлығыбыҙҙы күҙәтеү һәм беҙҙе ҡанун ҡоллоғона төшөрөү өсөн, арабыҙға һиҙҙермәй генә ялған имандаштар килеп инде, был мәсьәләне улар күтәрҙе лә инде. 5 Беҙ иһә, Һөйөнөслө Хәбәрҙең хәҡиҡәте һеҙҙә һаҡланһын өсөн, аҙ ғына ваҡытҡа ла баш бирмәнек һәм буйһонманыҡ. 6 Абруйлы кешеләр ҙә бәйән иткәндәремә ни ҙә булһа өҫтәүемде талап итмәне. Ә уларҙың ниндәй булыуы минең өсөн мөһим түгел ине: Алла кешенең кемлегенә ҡарамай. 7 Киреһенсә улар, сөннәтлеләр араһында Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу Петрға йөкмәтелгән кеүек, сөннәтһеҙҙәр араһында вәғәзләү миңә тапшырылғанды күрҙеләр. 8 Сөнки Петрҙы сөннәтлеләрҙең илсеһе итеп, уның аша эш иткән Алла, йәһүд булмағандар араһындағы хеҙмәтен башҡарыу өсөн миңә көс бирҙе. 9 Хеҙмәт итеү миңә Алла мәрхәмәте буйынса бирелгәнен аңлағас, имандаштар берҙәмлегенең терәге булған Яҡуб, Кифа һәм Яхъя, уртаҡ хеҙмәттәшлек билдәһе итеп, Варнава менән минең ҡулды ҡыҫты. Беҙ – мәжүсиҙәргә, ә улар сөннәтлеләргә барырға килештек. 10 Улар фәҡирҙәргә ярҙам итергә онотмауыбыҙҙы ғына һораны. Мин был үтенесте теүәл үтәргә тырыштым.

Кифаға ҡаршы сығыу

11 Кифа Антиохияға килгәс, мин уға асыҡтан-асыҡ ҡаршы сыҡтым, сөнки ул хаҡлы түгел ине. 12 Яҡуб янынан ҡайһы берәүҙәр килгәнгә тиклем, Петр иман ҡабул иткән мәжүсиҙәр менән бергә ашаны, ә тегеләр килгәс ул, сөннәтләү яҡлы булғандарҙан ҡурҡып, ҡаса һәм ситләшә башланы. 13 Уның менән бергә башҡа имандаш йәһүдтәр ҙә ике йөҙлөлөк күрһәтте, хатта Варнава ла улар яғына ауҙы. 14 Ә мин уларҙың Һөйөнөслө Хәбәр хәҡиҡәте буйынса хаҡ юлдан бармауҙарын күргәс, бөтөнөһө алдында Кифаға: «Һин үҙең, йәһүд була тороп, йәһүдтәрсә түгел, ә мәжүсиҙәрсә йәшәйһең. Ни өсөн һуң мәжүсиҙәрҙе йәһүдтәрсә йәшәргә мәжбүр итәһең?» – тип әйттем.

Иман юлы менән ҡотолоу

15 Беҙ тыумышыбыҙ менән йәһүд, ә гонаһлы мәжүсиҙәр түгел. 16 Шулай ҙа кешеләрҙең ҡанун талаптарын үтәп түгел, ә Ғайса Мәсихкә инаныуыбыҙ аша ғына аҡланғанлығын беләбеҙ. Шуға күрә ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Мәсихкә инаныу аша аҡланыу өсөн, Ғайса Мәсихкә инандыҡ. Ҡанун талаптарын үтәү менән генә бер кем дә аҡлана алмаясаҡ.

17 Әгәр ҙә Мәсихтәге аҡланыуға ынтылып та, үҙебеҙ үк гонаһлы булып сыҡһаҡ, Мәсих гонаһ хеҙмәтсеһе буламы ни? Улай түгел! 18 Сөнки үҙем емергән нәмәләрҙе яңынан күтәрәм икән, бының менән мин үҙемдән енәйәтсе яһайым. 19 Алла өсөн йәшәү хаҡына, ҡанун күҙлегенән ҡарағанда, мин ҡанун өсөн үлгәнмен. Мәсих менән бергә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡландым. 20 Инде мин үҙем түгел, миндә Мәсих йәшәй. Әле хәҙерге тәнемдә йәшәйем икән, мине яратҡан һәм минең өсөн Үҙен ҡорбан иткән Алла Улына иманым арҡаһында йәшәйем. 21 Алла мәрхәмәтен кире ҡаҡмайым. Әгәр кеше ҡанунды үтәү юлы менән аҡланыу таба икән, Мәсих юҡҡа үлгән булып сыға.

3

Ҡанунмы, иманмы?

1 Эй Галатияның аҡылһыҙ кешеләре! Һеҙҙең аңығыҙҙы кем сихырланы? Ғайса Мәсих күҙ алдығыҙҙа арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған һымаҡ асыҡ баҫтырылғайны бит! 2 Һеҙҙән шуны ғына белгем килә: Алла Рухын ҡанун талаптарын үтәү аша алдығыҙмы, әллә беҙҙән ишеткән Һөйөнөслө Хәбәргә ышаныу ашамы? 3 Һеҙ шул тиклем аҡылһыҙмы ни? Изге Рух менән башлағайнығыҙ бит, ә хәҙер маҡсатығыҙға үҙ көсөгөҙ менән өлгәшергә уйланығыҙмы? 4 Бар кисергәндәрегеҙ бушҡа булдымы ни? Юҡ, бының булыуы мөмкин түгел. 5 Алла һеҙгә, Рух биреп, ҡанун үтәгәнегеҙ өсөн арағыҙҙа мөғжизәләр тыуҙырамы, әллә ишеткән Һөйөнөслө Хәбәргә ышаныу ашамы?

6 Ибраһимды иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: «Ибраһим Аллаға ышанды, һәм бының менән ул хаҡ һаналды». 7 Ибраһимдың ысын балалары иманға таяныусылар икәнлеген аңлағыҙ. 8 Изге Яҙмала: «Алланың бүтән халыҡтарҙы иман аша аҡлаясағын алдан күреп, Ибраһимға: „Бөтөн халыҡтар ҙа һинең аша фатиха алыр“, – тип Һөйөнөслө Хәбәр белдергән», – тиелгән. 9 Тимәк, иманға таяныусылар Аллаға инанған Ибраһим менән бергә фатиха ала. 10 Ә ҡанун талаптарына ғына таянып йәшәүселәр ләғнәт аҫтында буласаҡ. Изге Яҙмала: «Ҡанун китабында яҙылғандарҙың бөтөнөһөн дә теүәл үтәп бармаусы һәр кемгә ләғнәт төшкән», – тип яҙылған. 11 Бер кемдең дә Алла алдында ҡанун аша аҡлана алмауы билдәле, сөнки «хаҡлы кешегә йәшәү биргән нәмә – уның иманы». 12 Ҡанун иһә иманға нигеҙләнмәгән, шуның өсөн «ҡанун талаптарын үтәүсе – шул талаптар менән йәшәйәсәк». 13 Мәсих беҙҙең өсөн Үҙе ләғнәт алып, ҡанун ҡәһәренән йолоп алып ҡалды. Изге Яҙмала: «Ағасҡа күтәртеп язаланған һәр кемгә ләғнәт төшкән», – тип яҙылған бит. 14 Был Ибраһимға бирелгән фатиха Ғайса Мәсих аша башҡа халыҡтарға ла килһен һәм вәғәҙә ителгән Рухты иман аша беҙ ҙә ала алһын өсөн эшләнде.

Ҡанун һәм вәғәҙә

15 Имандаштар! Көндәлек тормоштан шундай миҫал килтерәм: хатта кеше тарафынан раҫланған васыятты ла һис кем юҡҡа сығара йәки бер ни өҫтәй ҙә алмай. 16 Вәғәҙәләр иһә Ибраһимға һәм уның нәҫеленән булғанға бирелгән. Әйткәндәй, Изге Яҙмала «нәҫеленән булғандарға» тип күптәр тураһында түгел, ә «нәҫеленән булғанға» тип берәү тураһында әйтелгән. Һүҙ Мәсих хаҡында бара. 17 Шуны әйтергә теләйем: боронғо заманда уҡ Алла тарафынан Ибраһим менән төҙөп раҫланған килешеүҙе дүрт йөҙ утыҙ йылдан һуң сыҡҡан ҡанун ғәмәлдән сығара ла, вәғәҙәне кире ала ла алмай. 18 Әгәр ҙә мираҫ ҡанун аша икән, ул вәғәҙәгә бәйле түгел. Алла иһә уны Ибраһимға вәғәҙә аша биргән.

19 Ә ҡанун ни өсөн кәрәк һуң? Ҡанун енәйәтселек булған өсөн һуңғараҡ барлыҡҡа килгән һәм Ибраһим нәҫеленең вәғәҙә тәғәйенләнгән Кешеһе килгәнгә тиклем ғәмәлдә булған. Ҡанун фәрештәләр тарафынан аралашсы аша тапшырылған. 20 Әммә берәүгә аралашсы кәрәкмәй. Ә Алла – бер!

Ҡанундың маҡсаты

21 Улайһа, ҡанун Алланың вәғәҙәләренә ҡаршы сығамы ни? Юҡ! Әгәр ҙә беҙгә бирелгән ҡанун тере итә алһа, кешеләрҙең аҡланыуы, ысынлап та, ҡанунды үтәү аша булыр ине. 22 Әммә Изге Яҙма бөтөн донъяның гонаһ тотҡононда булғанлығын белдерә, шуның өсөн дә әйтелгән вәғәҙә иман тотоусыларға Ғайса Мәсихкә инаныу аша бирелә. 23 Ә инде ошо иман килгәнсе һәм ул асылғансы, беҙ ҡанун һағы аҫтында тотҡонлоҡта йәшәнек. 24 Шулай итеп, Мәсих килгәс иман аша аҡланыу алыр өсөн, Ул килгәнгә тиклем беҙ ҡанун тәрбиәһе аҫтында булдыҡ. 25 Ә инде иман килгәндән һуң, беҙ башҡаса тәрбиәсе ҡулы аҫтында түгелбеҙ. 26 Ғайса Мәсихкә булған иманығыҙ аша һеҙ барығыҙ ҙа – Алла балалары. 27 Һеҙ бөтөнөгөҙ ҙә сумдырылыу йолаһы үтеп, Мәсихкә кейендегеҙ, тип әйтеп була. 28 Хәҙер йәһүд менән йәһүд булмаған, ҡол менән ирекле, ир менән ҡатын араһында айырма юҡ – бөтәгеҙ ҙә Ғайса Мәсихтә берһегеҙ. 29 Мәсихтеке икән, тимәк, һеҙ – Ибраһим тоҡомдары һәм, Алла вәғәҙәһе буйынса, вариҫтарһығыҙ.

4

1 Тағы шуны әйтәм: вариҫ сабый сағында бөтөн нәмәнең хужаһы булһа ла, ҡолдан бер ни менән дә айырылмай. 2 Атаһы билдәләгән ваҡытҡа тиклем ул тәрбиәселәренә һәм йорт идарасыларына буйһона. 3 Шуның кеүек, беҙ ҙә бала саҡта донъя менән идара итеүсе көстәр ҡоллоғонда инек. 4 Әммә, билдәләнгән ваҡыт еткәс, Алла беҙгә Үҙенең Улын ебәрҙе, Ул иһә ҡатын-ҡыҙҙан тыуған һәм ҡанунға буйһонған. 5 Ул ҡанун аҫтындағыларҙы ҡанундан йолоп алып, Алла балалары итеү өсөн килде. 6 Ә һеҙ Уның балалары булғанға, Алла Үҙ Улының «Абба , Атам!» – тип саҡырыусы Рухын йөрәктәрегеҙгә ебәрҙе. 7 Шуға күрә һин инде ҡол түгел, ә Алла балаһы. Уның балаһы булараҡ, Алла һине вариҫы итеп тә билдәләне.

Галатия кешеләре тураһында хәстәрлек

8 Элек һеҙ, Алланы белмәгән саҡта, Алла тип, асылда, ялған илаһтарҙың ҡоло инеғеҙ. 9 Хәҙер инде, Алланы танып белгәс, дөрөҫөрәге, Алла тарафынан танылыу алғас, көсһөҙ һәм файҙаһыҙ көстәргә кире ҡайтып, ни өсөн уларҙың ҡоло булырға теләйһегеҙ? 10 Һеҙ билдәле көндәргә, айҙарға, йылдарға һәм башҡа ваҡыт бүленештәренә әһәмиәт бирәһегеҙ. 11 Һеҙҙең өсөн һалған хеҙмәтем бушҡа ғына булманымы икән, тип борсолам.

12 Имандаштар, үтенеп һорайым, минең кеүек булығыҙ, сөнки мин дә һеҙҙең кеүек булдым. Һеҙ мине бер ни менән дә үпкәләтмәнегеҙ. 13 Ауырып китеүем сәбәпле һеҙҙә туҡталып, Һөйөнөслө Хәбәрҙе беренсе тапҡыр һеҙгә вәғәзләүемде беләһегеҙ. 14 Ауырыуым һеҙҙең өсөн һынау булһа ла, мине кире ҡаҡманығыҙ, вәғәздәремде һанға һуҡмай торманығыҙ, ә Алла фәрештәһен ҡабул иткәндәй, хатта Ғайса Мәсихтең Үҙен ҡабул иткәндәй ҡаршыланығыҙ. 15 Ул саҡтағы ҡыуанысығыҙ ҡайҙа булды һуң? Һеҙгә әйтәм, һеҙ бит хатта үҙ күҙҙәрегеҙҙе һурып алып, миңә бирергә әҙер инегеҙ. 16 Һеҙгә хәҡиҡәт асҡаным өсөн дошманығыҙға әйләндемме әллә? 17 Ҡанунға буйһоноп йәшәүегеҙҙе теләүселәр һеҙҙең турала ҡайғырталар, әммә яҡшы ниәт менән түгел, улар һеҙҙе минән айырып алып, үҙҙәре тураһында хәстәрлек күреүегеҙҙе теләйҙәр. 18 Яҡшы ниәт менән хәстәрлек күреү һәйбәт, тик мин янығыҙҙа булғанда ғына түгел, ә һәр ваҡыт шулай булһын ине. 19 Балаларым, һеҙҙең тормошоғоҙҙа Мәсих сағыла башлағанға тиклем, һеҙҙең өсөн йәнә тулғаҡ ғазаптары кисерәм. 20 Әле янығыҙҙа булырға һәм башҡасараҡ һөйләргә теләр инем, сөнки мин һеҙҙең хаҡта ишетеп, аптырауҙа ҡалдым.

Хәжәр менән Сараның өлгөһө

21 Ҡанунға буйһонорға теләүселәр, әйтегеҙ әле, һеҙ ҡанун һүҙҙәрен тыңламайһығыҙмы әллә? 22 Унда: «Ибраһимдың ике улы булған, уларҙың береһе ҡолдан, икенсеһе ирекле ҡатындан тыуған», – тип яҙылған. 23 Әммә ҡолдан тыуғаны тәбиғи рәүештә донъяға килһә, ирекле ҡатындан Алла вәғәҙәһе буйынса тыуған. 24 Бында шундай кинәйә бар: был ҡатындар ике килешеүҙе сағылдыра. Береһе Синай тауынан булып, ҡолдар тыуҙыра, ул – Хәжәр. 25 Хәжәр Ғәрәбстандағы Синай тауын аңлата һәм хәҙерге Иерусалимға тап килә, сөнки хәҙерге Иерусалим үҙ балалары менән ҡоллоҡта. 26 Ә күктәге Иерусалим ирекле, ул беҙҙең әсәбеҙ. 27 Изге Яҙмала былай тип яҙылған:

«Балаға уҙа алмаған, бала тапмаған ҡатын, һөйөн!

Бер ҡасан да бала табыу ғазаптарын кисермәгән ҡатын, ҡыуанып ҡысҡыр,

сөнки ире ташлаған ҡатындың балалары

ире булғаныныҡына ҡарағанда күберәк».

28 Һеҙ иһә, имандаштар, Исхаҡ кеүек, вәғәҙә буйынса тыуған балалар. 29 Әммә тәбиғи рәүештә донъяға килгәне теге ваҡытта Рух аша тыуғанды нисек эҙәрлекләгән булһа, хәҙер ҙә шулай. 30 Изге Яҙмала нимә тип әйтелгән һуң? «Ҡол ҡатынды һәм уның улын ҡыуып сығар, сөнки ҡол ҡатындың улы бер ҡасан да ирекле ҡатындың улы менән бергә вариҫ булмаясаҡ». 31 Беҙ иһә, имандаштар, ҡол ҡатындың балалары түгел, ә ирекле ҡатын балалары.

5

Иреккә саҡырыу

1 Мәсих беҙҙе ирекле булыр өсөн азат итте, шуға күрә ныҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе ҡабаттан ҡоллоҡҡа дусар итмәгеҙ. 2 Тыңлағыҙ, мин, Павел, һеҙгә әйтәм: әгәр сөннәткә ултыртылаһығыҙ икән, Мәсихтән һеҙгә бер ниндәй ҙә файҙа булмаҫ. 3 Ә сөннәтләнеүсе һәр кешенең Муса ҡанунының бөтөн талаптарын да үтәргә тейешлеген тағы бер тапҡыр раҫлайым. 4 Һеҙ, үҙегеҙҙе ҡанун менән аҡларға тырышыусылар, Мәсихтән айырылдығыҙ, Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалдығыҙ. 5 Әммә беҙ Рух аша Алла алдында иман менән аҡланыуыбыҙҙы ышаныс менән көтәбеҙ. 6 Ғайса Мәсихтә сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтһеҙ булыуҙың да бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, мөхәббәт аша эш итеүсе иман ғына әһәмиәткә эйә.

7 Иманда саҡта эшегеҙ яҡшы бара ине. Хәҡиҡәткә буйһонорға һеҙгә кем ҡамасауланы? 8 Бындай ышандырыу бит һеҙгә Саҡырыусынан килмәй. 9 Аҙ ғына әсетке лә бөтөн ҡамырҙы әсетә. 10 Мин Раббыға таянып, һеҙҙең башҡа төрлө фекер йөрөтмәҫегеҙгә ышанам, ә арағыҙҙағы баш ҡатырып йөрөүселәр, кем булыуына ҡарамаҫтан, хөкөмгә дусар ителер. 11 Имандаштар, әгәр сөннәткә ултыртылыуҙың кәрәклеген әле лә вәғәзләйем икән, ни өсөн мине һаман эҙәрлекләйҙәр? Ул ваҡытта арҡысаҡ тураһында өйрәтеүем дә кәртә булып тормаҫ ине. 12 Һеҙҙең аралағы баш ҡатырып йөрөүселәрҙе сөннәтләү урынына тулыһынса бестереп ырғытһындар ине.

13 Имандаштар, һеҙ иреккә саҡырылдығыҙ, әммә һеҙҙең азатлығығыҙ тәндең нәфселәрен ҡәнәғәтләндереү өсөн һылтау булмаһын, бер-берегеҙгә мөхәббәт менән хеҙмәт итегеҙ. 14 Бөтөн ҡанундың асылын бер һүҙ менән аңлатып була: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат». 15 Әгәр бер-берегеҙгә йыртҡыс хайуандар кеүек этләшеүегеҙҙе дауам итәһегеҙ икән, бер-берегеҙҙе ҡырып бөтөүегеҙ бар. Һаҡ булығыҙ!

Рух буйынса йәшәү

16 Һеҙгә әйтәм: Рух буйынса йәшәһәгеҙ, гонаһлы тәбиғәт теләктәренә бирешмәҫһегеҙ. 17 Гонаһлы тәбиғәт – Рухҡа, ә Рух гонаһлы тәбиғәткә ҡаршы. Улар бер-береһенә ҡаршы тора бит, шуға күрә һеҙ үҙегеҙ теләгәндәрҙе үтәй алмайһығыҙ. 18 Һеҙҙең менән Рух етәкселек итә икән, ҡанун аҫтында түгелһегеҙ. 19 Гонаһлы тәбиғәттең ҡылған эштәре билдәле, был – фәхешлек, шаҡшылыҡ, аҙғынлыҡ, 20 ялған илаһтарға табыныу, сихырсылыҡ, дошманлашыу, ыҙғыш, көнсөллөк, ярһыу, мин-минлек, талаш, ялған тәғлимәттәр таратыу, 21 хөсөтлөк, эскеселек, ҡоторонҡо мәжлестәр һәм башҡа шундай яманлыҡтар. Быға тиклем дә иҫкәртә килдем, йәнә иҫкәртәм: бындай юлға баҫыусылар Алла батшалығын мираҫ итеп алмаясаҡ.

22 Рухтың емештәре иһә: мөхәббәт, шатлыҡ, именлек, сабырлыҡ, итәғәтлек, изгелек, тоғролоҡ, 23 баҫалҡылыҡ, тотанаҡлыҡ. Бындай сифаттарға бер ниндәй ҡанун да ҡаршы килмәй. 24 Ә Ғайса Мәсихтеке булғандар үҙҙәренең гонаһлы тәбиғәтен ынтылыштары һәм аҙғын нәфселәре менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлап ҡуйҙы. 25 Рух менән йәшәйбеҙ икән, Рух буйынса эш итергә тейешбеҙ. 26 Мәғәнәһеҙ данға ынтылмайыҡ, бер-беребеҙҙең йәнен көйҙөрмәйек, бер-беребеҙҙән көнләшмәйек.

6

Бер-берегеҙгә ярҙамсыл булығыҙ

1 Имандаштар, берәйһе ниндәйҙер гонаһ өҫтөндә тотола икән, һеҙ, Рухҡа таяныусылар, ипле генә итеп уны төҙәтегеҙ. Әммә, ҡотҡоға бирелмәҫ өсөн, һәр берегеҙ үҙ-үҙен күҙәтһен. 2 Бер-берегеҙгә тормоштоң ауыр йөгөн күтәрешегеҙ – шулай итеп Мәсих ҡанунын үтәрһегеҙ. 3 Әгәр ҙә кемдер үҙе тураһында ысынына ҡарағанда һәйбәтерәк фекерҙә булып, үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуя икән, ул фәҡәт үҙ-үҙен алдай. 4 Һәр кем үҙ эшен һынап ҡараһын, шул саҡта үҙен башҡалар менән сағыштырмайынса үҙ хеҙмәте менән ғорурлана алыр. 5 Һәр кем үҙ йөгөн үҙе күтәрергә тейеш бит.

6 Өйрәнеүсе өгөт-нәсихәт биреүсеһе менән булған яҡшылығын уртаҡлашһын. 7 Алданмағыҙ: Алланы алдаштырыу мөмкин түгел – кеше ни сәсһә, шуны ура. 8 Үҙенең гонаһлы тәбиғәтенә ярарға тырышып сәсеүсе – һәләкәт урыр, Рух яланында сәсеүсе Рухтан мәңгелек тормош алыр. 9 Изгелек ҡылыуҙан арымайыҡ, әгәр туҡталмаһаҡ, шул саҡ уңышты ваҡытында урып алырбыҙ. 10 Шуға күрә яйы сыҡҡан һайын һәр кешегә, бигерәк тә имандаштарға изгелек ҡылайыҡ.

Изге теләктәр һәм иҫкәртеүҙәр

11 Күрәһегеҙме, хатымдың ҙур хәрефтәр менән яҙылған өлөшөн үҙ ҡулдарым менән яҙам. 12 Тирә-яҡтағыларға тышҡы яҡтан ғына яҡшы тәьҫир ҡалдырырға теләүселәр, Мәсих арҡысағы хаҡына үҙҙәрен эҙәрлекләмәһендәр өсөн генә, һеҙҙе сөннәтле булырға мәжбүр итергә тырышалар. 13 Сөннәткә ултыртылғандар араһында ла ҡанунды тотмаусылар бар бит, әммә, һеҙҙе был йолаға дусар итеп һәм шуның менән маҡтаныр өсөн, сөннәтле булыуығыҙҙы теләйҙәр. 14 Ә минең Раббыбыҙ Ғайса Мәсих арҡысағынан башҡа бер ни менән дә маҡтанғым килмәй, минең өсөн был донъя шул арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, ә мин донъя өсөн ҡаҙаҡландым. 15 Сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтләнмәүҙең дә бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, яңы зат булып яратылыу ғына мөһим. 16 Ошо ҡағиҙә буйынса йәшәгәндәргә һәм Алланың Израиль халҡына именлек һәм шәфҡәт булһын. 17 Мине бер кем дә бүтәнсә бындай ҡайғыларға һалмаһын, сөнки мин тәнемдә Ғайсаға хеҙмәт итеүемдең билдәһе булған яра эҙҙәрен йөрөтәм. 18 Имандаштар, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте һеҙҙең рухығыҙ менән булһын. Амин.