ИЛСЕЛӘРҘЕҢ ҒӘМӘЛДӘРЕ

1

Ғайса Мәсихтең күккә ашыуы

1 1 Мин һиңә, Феофил, беренсе китабымда Ғайсаның хеҙмәт итә башлаған көндәренән алып күккә ашҡан көнөнә тиклем ҡылған барса ғәмәлдәре һәм өйрәткәндәре тураһында яҙғайным инде. Күккә ашҡансы, Ул Үҙе һайлап алған илселәргә Изге Рух аша бойороҡтар бирҙе. 3 Ғазап сиккәненән һәм үлгәненән һуң, Үҙенең тере икәнлеген күп һанлы хаҡ дәлилдәр килтереп иҫбат итте, ҡырҡ көн буйына илселәренә күренде һәм Алла Батшалығы тураһында һөйләне. 4 Шулай бер ваҡыт, илселәре менән бергә ашап ултырғанда, Ғайса уларға шундай бойороҡ бирҙе:

– Иерусалимдан китмәгеҙ, Ата вәғәҙә иткәнде көтөгөҙ. Мин һеҙгә ул хаҡта һөйләгәйнем. 5 Яхъя һеҙҙе һыуға сумдырҙы, ә бер нисә көндән һеҙ Изге Рухҡа сумдырылырһығыҙ.

6 Бергә йыйылғас, илселәр Ғайсанан:

– Раббыбыҙ! Һин Израиль батшалығын хәҙер яңынан тергеҙәсәкһеңме? – тип һоранылар.

7 Ул иһә:

– Ата Үҙ хакимлығы менән билдәләгән ваҡыттарҙы йәки миҙгелдәрҙе белеү һеҙҙең эшегеҙ түгел, – тине уларға. – 8 Әммә һеҙ үҙегеҙгә Изге Рух ингәндән һуң ҡөҙрәт аласаҡһығыҙ һәм Иерусалимда, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла һәм, хатта донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ.

9 Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, Ғайса илселәрҙең күҙ алдында күккә алынды һәм болот Уны уларҙың ҡарашынан йәшерҙе. 10 Ғайсаның күтәрелеүен күҙәтеп, күккә текәлеп ҡарап торғанда, ҡапыл илселәр янында аҡтан кейенгән ике ир заты пәйҙә булды. 11 Улар:

– Галилея ир-уҙамандары! Ниңә һеҙ күккә текәлеп тораһығыҙ? Ғайса, үҙегеҙ күргәнсә, һеҙҙең янығыҙҙан нисек күтәрелгән булһа, шул рәүештә үк яңынан киләсәк, – тине.

12 Шунан аҙаҡ илселәр Зәйтүн тауы тип аталған тауҙан Иерусалимға ҡайтты. Зәйтүн тауы Иерусалимдан бер саҡрым самаһы юлда ине. 13 Ҡайтып еткәс, улар үҙҙәре туҡталған өҫкө ҡаттағы бүлмәгә инде. Унда Петр, Яхъя, Яҡуб, Андрей, Филипп, Фома, Варфоломей, Матфей, Алфей улы Яҡуб, көрәшеүсе Симон һәм Яҡуб улы Йәһүҙә бар ине. 14 Ҡайһы бер ҡатындар ҙа, Ғайсаның әсәһе Мәрйәм һәм Уның ҡустылары ла улар менән булды һәм һәр ваҡыт берҙәм рәүештә доға ҡылдылар.

Йәһүҙә урынына Матфейҙы һайлау

15 Шулай бер көн, иман тотоусылар йыйылғас, Петр улар алдына тороп баҫты. 16 Унда йөҙ егермегә яҡын кеше бар ине.

– Имандаштар, – тип һүҙ башланы ул. – Ғайсаны ҡулға аласаҡ кешеләрҙе Уның янына алып килгән Йәһүҙә хаҡындағы һүҙҙәрҙе Изге Рух беҙгә Дауыт аша алдан әйткән. Яҙмалағы ул һүҙҙәр тормошҡа ашырға тейеш ине. 17 Йәһүҙә беҙҙең арабыҙҙа һаналды, ул шул хеҙмәттә ҡатнашыу өсөн һайланғайны. 18 Харам аҡсаға ер һатып алды, әммә шул ерҙә йығылып, уның эсе ярылды һәм бөтә эске ағзалары тышҡа ағып сыҡты. 19 Был барлыҡ Иерусалим халҡына билдәле булды, шунлыҡтан ул ер уларҙың телендә «Акелдама», йәғни «Ҡанлы ер» тип атала башланы.

20 – Зәбур китабында иһә:

«Уның өйө буш торһон,

эсендә йәшәүсе булмаһын»,

һәм:

«Уның хеҙмәтен башҡа берәү үҙенә алһын», –

тип яҙылған.

21 Шул сәбәпле, Раббы Ғайса арабыҙҙа саҡта – Яхъя Уны һыуға сумдырған көндән алып яныбыҙҙан күккә алынған көнөнәсә – гел генә үҙебеҙ менән бергә йөрөгәндәрҙең береһе Уның үленән терелгәнлеге тураһында беҙҙең менән бер рәттән шаһитлыҡ ҡылырға тейеш, – тине Петр.

23 Ике кешене: Варсава тип аталған Йософто (уны Иуст тип тә атайҙар) һәм Матфийҙы тәҡдим иттеләр.

24 – Раббыбыҙ! Һин һәр береһенең йөрәгендә ни ятҡанын беләһең. Йәһүҙә үҙенә тейеш булған урынға китте инде. Ул ҡалдырған вазифаны һәм илселекте ҡабул итеү өсөн Һин был икәүҙең ҡайһыһын һайлаған булһаң, шуны күрһәт, – тип доға ҡылдылар.

26 Шунан һуң улар йәрәбә һалды. Йәрәбә Матфийға төштө һәм ул, бүтән ун бер кеүек, илселәр иҫәбенә индерелде.

2

Изге Рухтың инеүе

1 Уңыш байрамы еткәндә иман тотоусыларҙың барыһы ла бергә ине. 2 Күктән ҡапыл көслө ел иҫкәндәге кеүек тауыш ишетелде һәм улар булған йорт шул тауыш менән тулды. 3 Иман тотоусылар араһында ялҡын телдәре һымаҡ телдәр күренде, ул телдәр айырылып, уларҙың һәр ҡайһыһына берәмләп ҡунды. 4 Бөтәһе лә Изге Рух менән һуғарылып, башҡа телдәрҙә һөйләшә башланы: был һәләтте уларға Алла Рухы бирҙе. 5 Иерусалимда иһә ер йөҙөндәге төрлө илдәрҙән килгән диндар йәһүдтәр йәшәй ине. 6 Тауышҡа йыйылған халыҡтың иҫе китте, сөнки һәр кем иман тотоусыларҙың уның үҙенең телендә һөйләүен ишетте. 7 Улар тамам аптырап:

– Был һөйләүселәрҙең барыһы ла Галилеянан түгелме һуң? – тинеләр. – 8 Нисек инде һәр кемебеҙ уларҙың үҙ туған телебеҙҙә һөйләүен ишетә? 9 Беҙҙең арала Парфия, Мидия, Елам кешеләре, Месопотамияла, Йәһүҙиәлә, Каппадокияла, Понтта, Асия өлкәһендә, 10 Фригияла, Памфилияла, Мысырҙа һәм Ливияның Киринеяға яҡын өлөштәрендә һәм Римда йәшәүселәр, 11 крит һәм ғәрәбстандар, йәһүдтәр, йәһүд диненә күскәндәр ҙә бар. Беҙ барыбыҙ ҙа Алланың бөйөк эштәре тураһында үҙебеҙҙең телдә һөйләгәндәрен ишетәбеҙ!

12 Бөтәһе лә хайран ҡалды һәм, аптырашып, бер-береһенә:

– Был нимәне аңлата икән? – тиеште.

13 Ә ҡайһы берҙәре:

– Улар шарап эсеп иҫергән, – тип көлдө.

Петрҙың Уңыш байрамында һөйләгән вәғәзе

14 Петр иһә ун бер илсеһе менән бергә тороп баҫты ла ҡысҡырып һөйләй башланы.

– Йәһүд халҡы һәм Иерусалимда йәшәгән барлыҡ кешеләр! Мин һеҙгә бының ни икәнен аңлатып бирермен. Һүҙемде иғтибар менән тыңлағыҙ, – тине ул халыҡҡа. – 15 Улар, һеҙ уйлағанса, иҫерек түгел, әле сәғәт иртәнге туғыҙынсы ғына. 16 Был хәлдәр хаҡында Алла Иоиль пәйғәмбәр аша алдан әйткән:

17 «Ахырызаман килгәндә

барлыҡ кешеләргә

Үҙ Рухымды яуҙырырмын.

Улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ

пәйғәмбәрлек ҡылыр.

Йәштәрегеҙ илаһи күренмештәр,

ҡарттарығыҙ әүлиә-төштәр күрер.

18 Ул көндәрҙә Мин Үҙ Рухым менән

ҡолдарымды һуғарырмын –

ир-атты һәм ҡатын-ҡыҙҙы.

Һәм улар пәйғәмбәрлек ҡылыр.

19 Юғарыла – күктә – мөғжизәләр,

ә түбәндә – ерҙә – хикмәттәр күрһәтермен.

Ҡан, ут һәм ҡуйы төтөн булыр:

20 Ҡояш ҡараңғылыҡҡа, ә ай ҡанға әйләнер.

Һәм дә Раббының көнө –

бөйөк һәм шөһрәтле көн килер.

21 Раббыға мөрәжәғәт иткән

һәр кем ҡотолор».

22 – Израилдәр! – тип дауам итте һүҙен Петр. – Тыңлағыҙ: белеүегеҙсә, Алла һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа Ғайса арҡылы ҡөҙрәтле эштәр, мөғжизәләр, хикмәттәр ҡылды һәм шул эштәре менән назаралы Ғайсаның һеҙҙең өсөн билдәләнгән Зат икәнен иҫбат итте. 23 Алланың билдәләнгән маҡсаты һәм алдан белеп тороуы менән һеҙҙең ҡарамаҡҡа бирелгән ошо Кешене Алла ҡанунын белмәүселәр ҡулы менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатып үлтерҙегеҙ. 24 Әммә Алла, үлем бығауҙарын өҙөп, Ғайсаны терелтте, сөнки үлем Уның алдында көсһөҙ ине. 25 Дауыт Уның тураһында былай тине:

«Мин Раббыны һәр ваҡыт үҙ алдымда күрҙем.

Ул минең уң яғымда,

шуға күрә мин икеләнмәйем.

26 Йәнемде үлеләр донъяһында

ҡалдырмаҫһың,

Үҙ Изгеңдең тәнен

серетмәҫһең.

Шуға күрә күңелем ҡыуана,

йырым шатлыҡлы,

тәнем өмөт бағлап йәшәр.

28 Һин миңә тормош юлын күрһәттең.

Мине Үҙ ҡаршыңда

шатлыҡҡа сорнарһың».

29 – Туғандар! – тип дауам итте Петр. – Ырыуыбыҙ башлығы Дауыт тураһында ҡыйыу рәүештә шуны әйтә алам: ул үлде һәм күмелде. Билдәле булыуынса, уның ҡәбере бөгөнгө көнгәсә һаҡланған. 30 Алла Дауыт урынына тәхеткә уның нәҫеленән береһен ултыртасағы тураһында ант иткән. Дауытҡа был ант хаҡында билдәле ине һәм, пәйғәмбәр булараҡ, 31 Мәсихтең үленән тереләсәген алдан белеп, Уның үлеләр донъяһында ҡалдырылмаясағы, тәненең серемәйәсәге тураһында әйтте. 32 Алла шул Ғайсаны үленән терелтте, беҙ бөтәбеҙ ҙә бының шаһиттары. 33 Шулай итеп, Ул Алланың уң яғына күккә күтәрелде һәм Атаһы вәғәҙә иткән Изге Рухты алып, Уны беҙгә яуҙырҙы. Һеҙ әле тап шуны күрҙегеҙ һәм ишеттегеҙ. 34 Дауыт үҙе күккә ашманы, әммә ул:

«Раббы-Аллам Хужама әйтте:

„Мин дошмандарыңды

аяҡтарың аҫтына баҫҡыс итеп һалғанға тиклем

Минең уң яғымда ултыр“», – тине.

36 Шулай итеп, бөтөн Израиль халҡы ышанһын: Алла һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлаған ошо Ғайсаны Хужа һәм Мәсих итте.

Иман тотоусыларҙың артҡандан-артыуы

37 Ишеткән был һүҙҙәр уларҙың йөрәктәренә үтеп инде:

– Туғандар, беҙгә ни эшләргә һуң? – тине улар Петрға һәм башҡа илселәргә.

38 – Һәр берегеҙ, гонаһтарығыҙ кисерелһен өсөн, тәүбә итеп Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ һәм Алланың бүләген – Изге Рухты ҡабул итерһегеҙ. 39 Был вәғәҙә – Аллабыҙ Раббы Үҙенә саҡырған һәр кемгә: һеҙгә, һеҙҙең балаларығыҙға һәм алыҫта йәшәүсе барса кешеләргә лә, – тип яуап бирҙе Петр.

40 Ул тағы ла күберәк һүҙҙәр менән уларҙы киҫәтеп:

– Ошо быуындың боҙоҡлоғонан ҡотолоғоҙ, – тип өндәне.

41 Уның һүҙҙәрен ҡабул итеүселәр һыуға сумдырылыу йолаһын үтәне һәм шул көндө иман тотоусыларға өс меңгә яҡын кеше ҡушылды.

42 Иман юлындағы был кешеләр илселәрҙең өйрәтеүе яҡлы булды, берҙәм йәшәнеләр, икмәк һындырҙылар һәм бергә доға ҡылдылар. 43 Илселәр арҡылы күп мөғжизәләр һәм хикмәттәр күрһәтелеп, һәр кемдең күңелендә һағайыу хисе уянды. 44 Барлыҡ иман тотоусылар бергә булды, уларҙың бөтә нәмәһе уртаҡ ине. 45 Ерҙәрен һәм мөлкәттәрен һатып, һәр кемдең хәжәтенә ҡарап, бүлеп бирҙеләр. 46 Көн һайын берҙәм рәүештә Алла Йортонда булдылар, Алланы маҡтап, шат һәм ихлас йөрәктән өйҙәрендә икмәк һындырып, ризыҡты бергәләп ашанылар. Бөтөн халыҡ уларҙы яратты, Раббы иһә ҡотҡарылыусылар һанын көн һайын арттырып торҙо.

3

Аҡһаҡ кешенең йөрөй башлауы

1 Шулай бер көн, көндөҙгө өстәр тирәһендә, доға ҡылыу ваҡытында, Петр менән Яхъя Алла Йортона килде. 2 Тыумыштан уҡ аҡһаҡ бер кешене һәр көн Алла Йортоноң Матур тип аталған ҡапҡаһы янына алып килеп, инеүселәрҙән саҙаҡа һорарға ултыртып китәләр ине. 3 Шул кеше, Петр менән Яхъяның Алла Йортона инеүен күреп, уларҙан хәйер һораны. 4 Былары уға иғтибар менән ҡарап алғас, Петр:

– Беҙгә ҡара, – тине. 5 Теге кеше, ни ҙә булһа алырға өмөтләнеп, уларға баҡты. 6 Әммә Петр:

– Минең алтын-көмөшөм юҡ, әммә нимәм бар, шуны һиңә бирәм. Назаралы Ғайса исеменән бойорам: тор һәм йөрөп кит! – тип, 7 уны уң ҡулынан тотоп торғоҙҙо. Шунда уҡ ғәрип кешенең аяҡтары һәм бәкәлдәре нығынды. 8 Ул һикереп тороп атлай башланы, Алланы маҡтай-маҡтай, ырғып-һикереп йөрөнө, улар менән бергә Алла Йортона инде. 9 Бөтөн халыҡ был кешенең атлап киткәнен һәм Алланы маҡтағанын күрҙе. 10 Кешеләр уның Матур ҡапҡа янында хәйер һорашып ултырған әҙәм икәнен танығайны, шуға уның менән булған хәлгә хайран ҡалды.

Петрҙың Алла Йортонда һөйләгән вәғәзе

11 Әлеге һауыҡҡан кеше Петр менән Яхъянан ҡалмағас, тамам аптыраған кешеләр улар янына Сөләймәндең бағаналы залы тип аталған залға йүгереп инде. 12 Петр, быны күргәс, халыҡҡа:

– Израиль халҡы! Ниңә быға ғәжәпләнәһегеҙ? – тине. – Нилектән һеҙ беҙгә текләп ҡарап тораһығыҙ? Әллә уны беҙ үҙ ҡөҙрәтебеҙ йәки диндарлығыбыҙ менән һауыҡтырған тип уйлайһығыҙмы? 13 Ибраһимдың, Исхаҡтың һәм Яҡубтың Аллаһы, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙенең Хеҙмәтсеһе Ғайсаның данлы бөйөклөгөн шулай күрһәтте, ә һеҙ Уны тотоп бирҙегеҙ һәм, Пилат Уны азат итергә уйлағанда, Пилат алдында Унан баш тарттығыҙ. 14 Һеҙ Изгенән һәм Хаҡ булғандан ваз кистегеҙ һәм кеше үлтереүсене иреккә сығарыуҙы һоранығыҙ. 15 Һеҙ тормошто Булдырыусыны үлтерҙегеҙ, әммә Алла Уны терелтте. Беҙ – бының шаһиттары. 16 Ғайса һеҙ күреп белгән был кешегә ҡеүәт бирҙе, сөнки ул Ғайса исеменең ҡөҙрәтенә ышанды. Ғайса арҡылы килгән иман һәммәгеҙҙең күҙ алдында уны тулыһынса һауыҡтырҙы.

17 – Хәҙер, туғандар, мин беләм: һеҙ, башлыҡтарығыҙ кеүек үк, белмәйенсә эшләнегеҙ, – тип дауам итте Петр. – 18 Алла Үҙ Мәсихенең ғазап сигәсәге тураһында барса пәйғәмбәрҙәр аша алдан әйткән хәбәрен шулай тормошҡа ашырҙы. 19 Ә һеҙ, гонаһтарығыҙ кисерелһен өсөн, тәүбә итегеҙ һәм Аллаға табан боролоғоҙ. 20 Шулай итһәгеҙ, Раббынан йыуаныслы замандар килер, Ул һеҙгә алдан билдәләнгән Мәсихте – Ғайсаны ебәрер. 21 Алла күптән үк Үҙенең изге пәйғәмбәрҙәре аша әйткән барлыҡ һүҙҙәр ғәмәлгә ашҡансы, Ғайса күктә ҡалырға тейеш.

22 Муса әйткән: «Раббы Аллағыҙ һеҙгә халҡығыҙ араһынан минең кеүек Пәйғәмбәр күтәрәсәк. Ул ни генә һөйләһә лә, һеҙ һәммәһен тыңларға тейешһегеҙ. 23 Ул Пәйғәмбәрҙең һүҙен тыңламаған кеше Алла халҡы араһынан юҡ ителәсәк».

24 Самуилдан башлап унан һуңғы бөтә пәйғәмбәрҙәр был көндәр хаҡында алдан хәбәр итте. 25 Һеҙ – пәйғәмбәрҙәрҙең вариҫтары. Алла Ибраһимға: «Ер йөҙөндәге барлыҡ ҡәбиләләр һинең нәҫелең аша фатиха алыр», – тип аталарығыҙ менән килешеү төҙөгән. Ошо килешеүгә һеҙ ҙә инәһегеҙ. 26 Алла һеҙҙең һәр ҡайһығыҙҙы яҙыҡ эштәрегеҙҙән аралап, фатихалау өсөн Үҙенең Хеҙмәтсеһен терелтте һәм Уны иң тәүҙә һеҙгә ебәрҙе, – тине Петр.

4

Петр менән Яхъя Юғары кәңәшмә алдында

4 1 Петр менән Яхъя халыҡты өйрәткән ваҡытта, улар янына руханиҙар, Алла Йортон һаҡлаусылар башлығы һәм саддукейҙар килде. Уларҙың Ғайсаның терелеүен миҫалға килтереп, үлеләрҙең тереләсәге тураһында вәғәз һөйләп торған илселәргә асыуҙары килеп, 3 теге икәүҙе ҡулға алдылар. Инде кис булғанлыҡтан, иртәгәһе көнгәсә уларҙы һаҡ аҫтында тоттолар. 4 Тыңлап тороусыларҙың күбеһе илселәр һөйләгән вәғәзгә ышанды һәм иманға килеүсе ирҙәрҙең һаны биш меңгә етте.

5 Икенсе көндө Иерусалимда йәһүдтәрҙең башлыҡтары, аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгестәре йыйылды. 6 Иң баш рухани Аннас, Каиафа, Яхъя, Искәндәр һәм баш рухани ырыуынан булған бүтәндәр ҙә шунда ине.

7 Петр менән Яхъяны уртаға баҫтырып, уларҙан:

– Һеҙ быларҙың барыһын да ниндәй ҡөҙрәт менән һәм кем исеменән эшләнегеҙ? – тип һоранылар.

8 Шул ваҡыт Петр, Изге Рух менән һуғарылып:

– Халыҡ башлыҡтары, аҡһаҡалдар! – тине. – 9 Әгәр ҙә ауырыу кешегә яҡшылыҡ күрһәтеү һәм уның нисек итеп сирҙән ҡотолоуы хаҡында бөгөн беҙҙән яуап алына икән, 10 һеҙҙең һәммәгеҙгә һәм бөтә Израиль халҡына мәғлүм булһын: ҡаршығыҙҙа баҫып торған кеше, һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатҡан, Алла тарафынан үленән терелтелгән назаралы Ғайса Мәсих исеме менән һауыҡтырылды. 11 Ғайса ул

«һеҙ, төҙөүселәр, кире ҡаҡҡан һәм

иң мөһим мөйөш ташына әйләнгән таш».

12 Башҡа бер кемдән дә ҡотолоу килмәҫ. Ер йөҙөндә кешеләргә бирелгән исемдәр араһында беҙҙе ҡотҡара алырҙай бүтән исем юҡ, – тине Петр.

13 Белемдәре аҙ булған был ябай ғына ике кешенең – Петр менән Яхъяның ҡыйыулығын күреп, Юғары кәңәшмәлә ултырыусылар бик ғәжәпләнде. Уларҙың Ғайса менән бергә йөрөгән кешеләр икәнлегенә хәҙер генә иғтибар иттеләр. 14 Һауыҡҡан кешенең дә улар янында тороуын күргәс, ҡаршы һүҙ әйтә алманылар һәм 15 уларға Кәңәшмәнән сығып торорға ҡуштылар.

16 – Был кешеләр менән нимә эшләргә? Улар ҡылған асыҡтан-асыҡ мөғжизә Иерусалимда йәшәүселәрҙең һәммәһенә билдәле, һәм беҙ быны инҡар итә алмайбыҙ. 17 Әммә ошо хаҡта халыҡ араһында артыҡ һүҙ таралмаһын өсөн, уларҙы киҫәтәйек: был исем тураһында бер ҡасан да кешеләргә һөйләмәһендәр, – тип үҙ-ара кәңәшләштеләр.

18 Петр менән Яхъяны саҡырып индерҙеләр ҙә, Ғайса исеменән һис ни һөйләмәҫкә һәм өйрәтмәҫкә ҡуштылар. 19 Әммә тегеләр:

– Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, Алланың һүҙен тыңлауға ҡарағанда һеҙҙең һүҙҙе күберәк тыңлау Алла ҡаршыһында дөрөҫ булырмы икән? 20 Беҙ күргәндәребеҙ һәм ишеткәндәребеҙ тураһында һөйләмәй булдыра алмайбыҙ, – тип яуап бирҙе.

21 Тегеләр иһә, яза бирерлек сәбәп таба алмайынса, тағы бер тапҡыр янап, Петр менән Яхъяны сығарып ебәрҙе. Сөнки булған хәл айҡанлы бөтөн халыҡ Алланы данлай ине. 22 Һауығыу мөғжизәһен татыған теге кеше ҡырҡ йәштән уҙғайны инде.

Иман тотоусыларҙың доғаһы

23 Азат ителгәндән аҙаҡ Петр менән Яхъя, иптәштәре янына килеп, баш руханиҙар һәм аҡһаҡалдар әйткән һүҙҙәрҙе һөйләп бирҙе. 24 Иман тотоусылар иһә, быны ишеткәс, берҙәм рәүештә Аллаға доға ҡылды:

– Хакимыбыҙ! Һин – күкте, ерҙе, диңгеҙҙе һәм уларҙағы бөтә нәмәне барлыҡҡа килтереүсе! 25 Изге Рух аша Үҙеңдең хеҙмәтсең, беҙҙең атабыҙ Дауыттан Һинең ошо һүҙҙәрең әйттерелде:

«Ни өсөн мәжүсиҙәр ҡоторона,

халыҡтар булмаҫтайҙы ниәт итә?

26 Ерҙәге батшалар, башлыҡтар,

бергә йыйылып,

Раббыға һәм Уның Мәсихенә

ҡаршы күтәрелделәр».

27 Ысынлап та, Ирод һәм Понтий Пилат, мәжүсиҙәр һәм Израиль халҡы менән бергә, Изге Хеҙмәтсең Ғайсаға – Үҙең майлаған Мәсихкә ҡаршы, Һинең ҡөҙрәтең һәм ихтыярың арҡаһында буласағы алдан билдәләнгән эште ҡылыу өсөн ошо ҡалаға йыйылдылар. 29 Хәҙер, Раббыбыҙ, уларҙың янауҙарын ишет һәм беҙ ҡолдарыңа Һинең һүҙеңде ҙур ҡыйыулыҡ менән һөйләргә көс бир. 30 Ҡулыңды һуҙ һәм Изге Хеҙмәтсең Ғайса исеме менән һауыҡтыр, хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәт.

31 Доға ҡылғандан һуң улар йыйылған урын һелкенеп китте һәм бөтәһе лә Изге Рух менән һуғарылды. Ошо хәлдән аҙаҡ иман тотоусылар Алла һүҙен ҡыйыулыҡ менән һөйләй башланы.

Иман юлындағы кешеләрҙең тормошонда бөтә нәмә уртаҡ

32 Барлыҡ иман юлындағы кешеләр йөрәктәре һәм күңелдәре менән берҙәм булды. Уларҙың береһе лә үҙ милкен минеке тип әйтмәне, бөтөн нәмә уртаҡ ине. 33 Илселәр иһә Раббы Ғайсаның үленән терелеп тороуына ҙур көс һалып шаһитлыҡ ҡылды һәм Алла уларҙың һәммәһенә Үҙенең мәрхәмәтен мул итеп биреп торҙо. 34 Иман тотоусылар араһында бер кем дә мохтажлыҡ кисермәне, сөнки ерҙәре йәки өйҙәре булғандары, уларҙы һатып, аҡсаһын 35 илселәр ҡарамағына тапшыралар ине. Һәр кемгә ихтыяжына ҡарап бирелде. 36 Мәҫәлән, илселәр Варнава (йәғни «Йыуаныс улы») тип йөрөткән, Кипрҙа тыуған Йософ исемле бер левит, 37 үҙенең ерен һатып, аҡсаһын илселәргә алып килеп бирҙе.

5

Анания менән Сапфираның алдашыуы

1 Анания исемле берәү, ҡатыны Сапфира менән бергә ер-мөлкәтен һатып, 2 һатыуҙан килгән аҡсаның бер өлөшөн ҡатынының ризалығы менән йәшереп ҡалдырҙы, ә ҡалғанын илселәргә килтереп бирҙе. 3 Әммә Петр:

– Анания! Ни өсөн һин Иблискә йөрәгең менән идара итергә ирек бирҙең? Аҡсаның бер өлөшөн йәшереп ҡалдырып, Изге Рухты алдарға уйланың, – тине. – 4 Һатылмаған хәлдә был ер үҙеңдеке булып ҡалмаҫ инеме ни? Һатҡандан һуң да аҡсаһы һинеке була ине бит. Ни өсөн алдашырға уйланың? Һин кешеләрҙе түгел, Алланы алданың. 5 Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, Анания йығылып китте лә йән бирҙе. Был хәл тураһында хәбәрҙар булған кешеләрҙең ҡото осто. 6 Ананияның үле кәүҙәһен егеттәр кәфенгә урап алып сығып, күмеп ҡуйҙы.

7 Өс сәғәт самаһы ваҡыт уҙғас, уның ҡатыны ла килде. Ул булған хәлде белмәй ине әле. 8 Петр унан:

– Әйт әле миңә, ерегеҙҙе ошо хаҡҡа һаттығыҙмы? – тип һораны.

– Эйе, ошо хаҡҡа, – тип яуап бирҙе уға ҡатын.

9 Әммә Петр:

– Ни өсөн һеҙ Раббының Рухын һынап ҡарарға булдығыҙ? Ана иреңде күмгән кешеләр инеп килә. Улар һине лә алып сығасаҡ, – тине.

10 Ҡатын шунда уҡ, уның аяғына йығылып, йән бирҙе. Егеттәр ингәс, ҡатындың үлгәнлеген күрҙеләр һәм алып сығып ире янына күмеп ҡуйҙылар.

11 Имандаштар берҙәмлеген һәм был хәбәрҙе ишетеүселәрҙең бөтәһен дә көслө ҡурҡыу хисе биләп алды.

Илселәр күрһәткән хикмәттәр

12 Илселәр халыҡ араһында күп хикмәттәр һәм мөғжизәләр ҡылды. Иман тотоусылар берҙәм рәүештә Сөләймәндең бағаналы залында осрашып торҙо. 13 Халыҡ уларҙы хөрмәт итте, ләкин ят кешеләрҙән бер кем дә уларға ҡушылырға баҙнат итмәне. 14 Бик күп ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ Раббыға инанды һәм уларҙың һаны арта барҙы. 15 Петр үтеп барғанда, һис юғы уның күләгәһе булһа ла төшһөн ине, тигән теләк менән ауырыуҙарҙы урамға сығарып, күтәреп йөрөтөү ҡоролмаларына һәм түшәктәргә һалдылар. 16 Иерусалимға яҡын-тирәләге ҡалаларҙан бик күп халыҡ килде. Улар алып килгән ауырыуҙар һәм ен эйәләшеүҙән ғазап сигеүселәрҙең бөтәһе лә һауыҡты.

Илселәр Юғары кәңәшмә алдында

17 Иң баш рухани һәм уның яҡлылар, йәғни саддукей төркөмөндәгеләр, көнләшеп 18 илселәрҙе ҡулға алды һәм дөйөм төрмәгә ябып ҡуйҙы. 19 Әммә төндә Раббының бер фәрештәһе төрмә ишектәрен асты ла:

20 – Барығыҙ, был яңы тормош тураһындағы хәбәрҙең бөтәһен дә Алла Йортонда халыҡҡа һөйләгеҙ, – тип уларҙы сығарып ебәрҙе.

21 Илселәр уны тыңлап иртә таңдан Алла Йортона килде һәм өйрәтә башланы.

Ә иң баш рухани һәм уның яҡлылар, Израиль халҡының аҡһаҡалдарын саҡырып, Юғары кәңәшмә йыйҙы. Илселәрҙе алып килергә бойорҙолар. 22 Әммә хеҙмәтселәр, төрмәлә уларҙы тапмайынса, кире ҡайтты.

23 – Беҙ барғанда төрмә ныҡлы бикләнгән, ишектәр янында һаҡсылар баҫып тора ине. Ләкин эскә ингәс, бер кемде лә тапманыҡ, – тине улар.

24 Алла Йортон һаҡлаусылар башлығы һәм баш руханиҙар быны ишеткәс, тағы ни булыр икән инде, тип аптырашта ҡалдылар. 25 Шул мәлдә берәү килеп:

– Ана, ҡарағыҙ, һеҙ төрмәгә ултыртҡан кешеләр Алла Йортонда халыҡты өйрәтә, – тип хәбәр итте.

26 Ошонан һуң тәртип һаҡсылары менән бергә уларҙың башлығы ла шунда барҙы һәм, халыҡ таш бәрә башлар тип ҡурҡып, илселәрҙе алып килгәндә көс ҡулланманы. 27 Уларҙы Юғары кәңәшмә ҡаршыһына баҫтырғас, иң баш рухани:

28 – Беҙ һеҙгә ҡәтғи рәүештә был исемдән өйрәтмәҫкә бойорғайныҡ түгелме? Ә һеҙ үҙегеҙҙең тәғлимәтегеҙҙе бөтә Иерусалимға тараттығыҙ һәм ул Кешенең үлеме өсөн беҙҙе ғәйепләйһегеҙ, – тине.

29 Петр һәм бүтән илселәр:

– Кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға кәрәк. 30 Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы һеҙ ағас бағанаға ҡаҙаҡлап үлтергән Ғайсаны терелтте. 31 Израилгә тәүбә итеү һәм гонаһтары кисерелеү мөмкинлеген бирһен өсөн, Алла Уны Хаким һәм Ҡотҡарыусы итеп Үҙенең уң яғына күтәрҙе. 32 Беҙ – был эштәрҙең шаһиты. Шулай уҡ Алла Үҙенә буйһоноусыларға биргән Изге Рух та был эштәргә шаһит, – тип яуап бирҙеләр.

33 Быны ишеткәс, Юғары кәңәшмә ағзалары ярһып китеп илселәрҙе үлтерергә теләне. 34 Ошо ваҡыт бөтә халыҡ хөрмәт иткән ҡанун өйрәтеүсе, Кәңәшмә ағзаһы Гамалиил исемле фарисей аяғүрә баҫты ла илселәрҙе аҙ ғына ваҡытҡа сығарып торорға әмер бирҙе. 35 Илселәр сығып киткәс:

– Израилдәр! – тип һүҙ башланы. – Был кешеләр менән ни эшләргә йыйыныуығыҙ тураһында яҡшы уйлағыҙ. 36 Бынан элегерәк үҙен бик бөйөк итеп күрһәтергә тырышҡан Февда тигән берәү пәйҙә булғайны, уға дүрт йөҙгә яҡын кеше эйәрҙе. Әммә, ул үлтерелеү менән, уға эйәреүселәр төркөмө тарҡалып юҡҡа сыҡты. 37 Унан һуң иҫәп алыу көндәрендә Галилеянан Йәһүҙә пәйҙә булды һәм күпмелер халыҡты фетнәгә ҡотортто. Әммә ул һәләк булғандан һуң, уға эйәргән кешеләр ҙә таралды. 38 Шуға күрә хәҙер һеҙгә әйтәм: был кешеләргә теймәгеҙ. Уларҙы ебәрегеҙ. Ниәттәре-эштәре бәндәләрҙән булһа, ул юҡҡа сығасаҡ. 39 Әгәр инде Алланан булһа, һеҙ уны юҡ итә алмаясаҡһығыҙ. Ә үҙегеҙ Аллаға ҡаршы көрәшеүселәр булып ҡуймағайығыҙ, – тине ул. Аҡһаҡалдар уның һүҙенә ҡолаҡ һалды.

40 Илселәрҙе саҡырып индерҙеләр ҙә, уларҙы туҡмап, Ғайса исеменән өйрәтмәҫкә бойороп, иреккә сығарҙылар. 41 Илселәр иһә, Ғайса исеме өсөн кәмһетелеүгә лайыҡ булыуҙарына шатланып, Юғары кәңәшмәнән сығып киттеләр. 42 Һәр көн улар Алла Йортонда һәм өйҙәрҙә Ғайсаның Мәсих икәнлеге хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләүҙән һәм өйрәтеүҙән туҡтаманы.

6

Ете ярҙамсыны һайлап алыу

1 Шәкерттәрҙең һаны арта барҙы. Шул көндәрҙә грек телле йәһүдтәр, көндәлек ризыҡты бүлгән ваҡытта беҙҙең тол ҡатындарҙы иҫәпкә алмайҙар, тип йәһүд телендә һөйләшеүселәргә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. 2 Шуға күрә ун ике илсе, бөтә шәкерттәрҙе йыйып:

– Беҙ, Алла һүҙен вәғәзләүҙе кәметеп, ризыҡ бүлеү менән шөғөлләнергә тейеш түгелбеҙ, – тинеләр. – 3 Шулай булғас, имандаштар, үҙ арағыҙҙан абруйлы исем йөрөткән, Изге Рух менән тулы һәм аҡыл эйәһе булған ете кешене һайлап алығыҙ. Ризыҡ бүлеүҙе шуларға тапшырырбыҙ. 4 Ә беҙҙең эшебеҙ доға ҡылыу һәм артабан да һүҙ менән хеҙмәт итеү булыр.

5 Был тәҡдим бөтәһенә лә оҡшаны. Иман һәм Изге Рух менән тулы булған Стефанды, шулай уҡ Филипты, Прохорҙы, Никанорҙы, Тимонды, Парменды һәм мәжүсилектән йәһүд диненә ҡабул ителгән антиохиялы Николайҙы һайлап, 6 уларҙы илселәр алдына баҫтырҙылар. Илселәр доға ҡылып, уларҙың баштарына ҡулдарын ҡуйҙы.

7 Шулай итеп, Алла һүҙе киң таралды, Иерусалимда шәкерттәр һаны байтаҡҡа артты, руханиҙарҙың да бик күптәре Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итте.

Стефандың ҡулға алыныуы

8 Ә Алланың мәрхәмәте һәм ҡөҙрәте менән тулған Стефан иһә халыҡ араһында бөйөк мөғжизәләр һәм хикмәттәр ҡылды. 9 Шулай бер ваҡыт «Ҡоллоҡтан азат ителгәндәр ғибәҙәтханаһы»ның Киринея һәм Искәндәриәнән булған ҡайһы бер ағзалары, шулай уҡ Киликия һәм Асия өлкәләренән булған ҡайһы берәүҙәр Стефан менән бәхәскә инде, 10 әммә уның һүҙҙәрендәге аҡылға һәм Изге Рухҡа ҡаршы тора алманы. 11 Шул мәлдә улар ҡотортҡан ҡайһы берәүҙәр:

– Беҙ уның Мусаға һәм Аллаға ҡаршы көфөр һүҙ һөйләгәнен ишеттек, – тинеләр.

12 Халыҡты, аҡһаҡалдарҙы һәм ҡанун белгестәрен Стефанға ҡаршы ҡотортоп, һөжүм итеп, ҡулға алдылар һәм Юғары кәңәшмәгә алып киттеләр. 13 Улар Кәңәшмәлә ялған шаһиттарға һүҙ бирҙе. Тегеләре иһә:

– Был кеше ошо изге Йортҡа һәм ҡанунға ҡаршы көфөр һөйләүҙән туҡтамай, – тинеләр. – 14 Беҙ уның: «Назаралы Ғайса был Йортто емерәсәк һәм Муса биргән йолаларҙы үҙгәртәсәк», – тигәнен ишеттек.

15 Кәңәшмәлә ултырыусы бөтә кеше Стефанға текләп ҡараны. Уның йөҙө фәрештәнеке кеүек ине.

7

Юғары кәңәшмә алдында Стефандың телмәре

1 Иң баш рухани Стефандан:

– Был ғәйепләүҙәр дөрөҫмө? – тип һораны.

2 – Туғандар һәм аҡһаҡалдар! – тип һүҙ башланы Стефан. – Тыңлағыҙ. Атабыҙ Ибраһим Харран ҡалаһына күсеп килгәнгә тиклем, Месопотамияла йәшәгән сағында, уға Алла Үҙенең балҡып торған шөһрәтендә күренгән. 3 Ул: «Үҙең йәшәгән ерҙе һәм үҙ нәҫел-нәсәбеңде ҡалдыр ҙа Мин күрһәтәсәк ергә кит», – тигән. 4 Ибраһим, халдейҙар еренән сығып, Харранға күсеп килгән. Атаһы вафат булғандан һуң уны Алла хәҙер һеҙ йәшәгән бына ошо яҡтарға күсергән. 5 Бында уның үҙенә аяҡ баҫырлыҡ та ер бирмәгән, ләкин уға һәм уның киләсәк быуындарына был ерҙе вәғәҙә иткән. Ә ул ваҡытта әле Ибраһимдың балалары ла булмаған. 6 Алла уға: «Һинең киләсәк быуындарың сит ерҙә килмешәк буласаҡ, дүрт йөҙ йыл ҡоллоҡта иҙелеп йәшәйәсәк, – тип әйткән. 7 – Әммә Мин, – тигән Алла, – уларҙы ҡоллоҡта тотасаҡ халыҡты хөкөм итәсәкмен. Шунан һуң улар ул илдән сығасаҡ һәм был ерҙә Миңә хеҙмәт итәсәк». 8 Алла Ибраһим атабыҙ менән килешеү төҙөгән һәм, шул килешеүҙең билдәһе итеп, сөннәткә ултыртыу йолаһын биргән. Шулай итеп, Исхаҡ тыуғандың һигеҙенсе көнөндә атаһы Ибраһим уны сөннәткә ултыртҡан. Ошо рәүештә Исхаҡ Яҡубты, ә Яҡуб буласаҡ ун ике ырыу башлығын сөннәтләгән.

9 Шул ырыу башлыҡтары, көнләшеп, Йософто Мысырға һатып ебәргән. Әммә Алла уның менән булған, 10 уны барлыҡ бәләләренән ҡотҡарып торған. Алла, Йософто зирәк аҡыллы итеп, уға Мысыр батшаһы фирғәүендең яҡшы мөнәсәбәтен яуларға мөмкинлек биргән. Фирғәүен иһә уны Мысырға һәм үҙенең һарайына идара итергә тәғәйенләгән. 11 Бөтә Мысырға һәм Ханаан еренә ҙур афәт килгән – аслыҡ башланған. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ризыҡ таба алмаған. 12 Яҡуб Мысырҙа ашлыҡ барлығын ишеткәс, ул илгә ата-бабаларыбыҙҙы ебәргән. 13 Улар икенсе тапҡыр барғас, Йософ ағай-энеләренә үҙенең кемлеген асҡан һәм фирғәүен Йософтоң ғаиләһе тураһында белгән. 14 Йософ, хәбәр ебәреп, атаһы Яҡубты һәм бөтә ғаиләһен – етмеш биш йәнде үҙ янына саҡырған. 15 Яҡуб Мысырға күсеп барған һәм үҙе лә, ата-бабаларыбыҙ ҙа үлгәнсе шунда йәшәгән. 16 Үлгәс, уларҙы Сихем ҡалаһына алып килеп, унда йәшәгән Еммор улдарынан көмөш аҡса түләп, Ибраһим һатып алған ҡәбергә һалғандар.

17 Ибраһимға Алла биргән вәғәҙәнең ғәмәлгә ашыу ваҡыты яҡынлашҡан һайын Мысырҙа беҙҙең халыҡтың һаны арта барған. 18 Был хәл Йософто белмәгән бүтән бер батша хакимлыҡ итә башлағанға тиклем дауам иткән. 19 Ул батша беҙҙең нәҫелгә ҡарата мәкер тотҡан, ата-бабаларыбыҙҙы йәберләгән һәм яңы тыуған сабыйҙарын йәшәтмәҫ өсөн, ташларға мәжбүр иткән. 20 Шул ваҡытта Муса тыуған. Ул бик матур бала булған, өс ай буйы үҙ атаһы йортонда тәрбиәләнгән. 21 Ә сығарып ташланғас, Мусаны фирғәүен ҡыҙы табып ала һәм үҙ улылай күреп тәрбиәләй. 22 Муса Мысыр иленең бөтә ғилемдәренә өйрәтелә, һүҙҙә лә, эштә лә ҡеүәтле була.

23 Ҡырҡ йәш тулғас, уның күңелендә үҙ туғандары – Израиль халҡы янына барыу теләге уяна. 24 Улар янында булғанда бер мысырлының Израиль кешеһен рәнйетеүен күрә һәм уны яҡлай. Ул Мысыр кешеһен үлтереп, уның өсөн үс ала. 25 «Алла минең аша уларға ҡотолоу бирәсәген туғандарым аңлар», – тип уйлай Муса. Ләкин улар аңламай. 26 Икенсе көндө, ике Израиль кешеһенең һуғышҡанын күреп, яндарына килгән. Тегеләрҙе татыулаштырырға теләп: «Һеҙ туғандар бит, ниңә бер-берегеҙҙе туҡмайһығыҙ?» – тигән. 27 Әммә үҙенең иптәшен рәнйетеүсе, Мусаны төртөп ебәреп: «Һине беҙҙең өҫтән етәксе һәм хөкөмдар итеп кем билдәләне? 28 Кисә Мысыр кешеһен үлтергән кеүек, мине лә үлтерергә теләйһеңме әллә?» – тигән. 29 Муса был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡасып киткән һәм Мадиам ерендә килмешәк булып йәшәй башлаған. Унда уның ике улы тыуған.

30 Ҡырҡ йыл үткәс, Синай тауынан алыҫ булмаған сүлдә янып торған күгән ҡыуағы ялҡынында уға бер фәрештә күренгән. 31 Муса быны күреп бик ғәжәпләнгән. Ә инде ҡарарға тип яҡыныраҡ барғас, Раббының: 32 «Мин һинең ата-бабаларың табынған Алла. Мин – Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡубтың Аллаһы», – тигән ауазын ишеткән. Муса, ҡурҡыуынан ҡалтыранып, күтәрелеп ҡарарға ла батырсылыҡ итә алмаған. 33 Раббы уға: «Аяҡ кейемеңде сис, сөнки һин баҫып торған ер – изге урын. 34 Мин халҡымдың Мысырҙа йәберләнгәнен күрҙем. Эйе, Мин быны күрҙем, халҡымдың иңрәүен ишеттем һәм уны ҡотҡарырға тип ергә төштөм. Юлға сыҡ, Мин һине Мысырға ебәрәм», – тигән.

35 «Һине беҙҙең өҫтән етәксе һәм хөкөмдар итеп кем билдәләне?» – тип израилдәр кире ҡаҡҡан шул уҡ Мусаны Алла күгән ҡыуағында күренгән фәрештә арҡылы башлыҡ һәм азат итеүсе итеп ебәргән дә инде. 36 Мысыр ерҙәрендә, Ҡыҙыл диңгеҙендә һәм ҡырҡ йыл буйына сүлдәрҙә мөғжизәләр, хикмәттәр күрһәтеп, уларҙы Мысырҙан алып сыҡҡан. 37 Израиль халҡына: «Алла һеҙгә нәҫелегеҙҙән минең кеүек Пәйғәмбәр сығарасаҡ», – тип әйткән дә шул Муса. 38 Синай тауында фәрештә менән булып, ул әйткән һүҙҙәрҙе сүлдә йыйылған ата-бабаларыбыҙға тап бына ошо Муса еткергән. Беҙгә тапшырыу өсөн, ул йәшәү биреүсе һүҙҙәрҙе ҡабул итеп алған.

39 Ата-бабаларыбыҙ Муса әйткәнде тыңламаған, уны кире ҡаҡҡан һәм ҡабат Мысырға китергә теләгән. 40 Муса тауҙа булғанда Һарунға: «Юлыбыҙҙа беҙҙе алып барасаҡ илаһтар яһа. Беҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан Муса менән ни булғанын да белмәйбеҙ», – тигәндәр. 41 Шунан һуң, быҙау ҡиәфәтле һын яһап, ошо һынға ҡорбан килтергәндәр һәм үҙ ҡулдары менән яһаған әйбергә ҡарап күңел асҡандар. 42 Алла иһә уларҙан йөҙ сөйөргән һәм уларҙы йондоҙҙарға табынырға ҡалдырған. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларында Алла былай тип әйтә:

«Эй, Израиль халҡы!

Ҡырҡ йыл буйы сүлдә малдар һуйып,

Миңә тип ҡорбан килтерҙегеҙме?

43 Юҡ, табыныр өсөн үҙегеҙ яһаған шул һындарҙы –

Вавилондың Молох илаһының сатырын һәм

Ремфан илаһығыҙ йондоҙон –

һеҙ күтәреп йөрөнөгөҙ.

Шуға күрә Мин һеҙҙе

Вавилондан да арыраҡ һөрәсәкмен».

44 Ата-бабаларыбыҙҙың сүлдә шаһитлыҡ сатыры булған, – тип һүҙен дауам итте Стефан. – Ул сатыр, Алла Мусаға бойорғанса, уға күрһәтелгән өлгө буйынса яһалған булған. 45 Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ уны үҙҙәренең ата-бабаларынан ҡабул итеп алған. Улар, Ешуа етәкселегендә, сатырҙы халыҡтарын Алла ҡыуып сығарған ергә алып барған. Сатыр Дауыт батша көндәренә тиклем шунда ҡалған. 46 Алла Дауытты яҡын күргән һәм Дауыт, израилдәр өсөн изге торлаҡ йорт һалырға тип, Унан рөхсәт һораған. 47 Был йортто Аллаға Сөләймән һалған. 48 Әммә Аллаһы Тәғәлә ҡул менән яһалған ҡоролмаларҙа йәшәмәй. Пәйғәмбәр әйткәнсә:

49 «Күк – Минең тәхетем,

Ә ер – Минең аяҡ терәү урыным.

Һеҙ Миңә ниндәй йорт һала алырһығыҙ? –

ти Раббы.

Минең йәшәй торған урыным ниндәй?

50 Быларҙың һәммәһен дә

Минең ҡулдарым бар итмәнеме ни?»

51 Тиҫкәре халыҡ! – тине Стефан. – Сөннәтте ҡабул итһәгеҙ ҙә, йөрәктәрегеҙ ҙә, ҡолаҡтарығыҙ ҙа бикле! Һеҙ, аталарығыҙ кеүек үк, Изге Рухҡа һәр ваҡыт ҡаршы киләһегеҙ. 52 Һеҙҙең ата-бабаларығыҙ эҙәрлекләмәгән берәй пәйғәмбәр ҡалдымы икән? Улар Хаҡ булған Заттың килерен алдан хәбәр итеүселәрҙе үлтергән, ә хәҙер һеҙ Уның Үҙенә хыянат иттегеҙ һәм Уны үлтерҙегеҙ. 53 Һеҙ фәрештәләр аша Алланан бирелгән ҡанунды ҡабул итеп алдығыҙ, ләкин уны үтәмәнегеҙ.

Стефандың үлтерелеүе

54 Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, Юғары кәңәшмәлә ултырыусылар асыуҙан тештәрен шығырлатты. 55 Изге Рух менән тулы булған Стефан иһә, күккә текләп, Алланың балҡыусы шөһрәтен һәм Уның уң яғында торған Ғайсаны күрҙе.

56 – Мин асылған күктәрҙе һәм Алланың уң яғында торған Әҙәм Улын күрәм, – тине ул.

57 Ә Кәңәшмәләгеләр, ҡолаҡтарын ҡаплап, аҡыра-аҡыра бөтәһе бергә Стефанға ташланды. 58 Ҡаланан ҡыуып сығарып, уға таш бәрә башланылар. Шаһиттар иһә үҙҙәренең өҫ кейемен Савл исемле бер йәш егет янына ҡуйып торҙо. 59 Улар таш бәргән ваҡытта Стефан доға ҡылды ла:

– Раббым Ғайса, минең рухымды ҡабул ит, – 60 тигән һүҙҙәр менән тубыҡланып, көслө тауыш менән: – Раббым! Был эште уларға гонаһ итеп һанама, – тип йән бирҙе.

8

1 Савл иһә Стефандың үлтерелеүен хупланы.

Шул көндә Иерусалимдағы имандаштар берҙәмлектәрен ныҡ эҙәрлекләй башланылар һәм илселәрҙән башҡалар бөтөнөһө Йәһүҙиәнең һәм Самарияның төрлө урындарына таралдылар.

2 Алланы ололаусы кешеләр Стефанды ерләне, уның өсөн бик ныҡ ҡайғырып иланы. 3 Ә Савл имандаштар берҙәмлеген йәберләй башланы. Ул өйҙән-өйгә йөрөнө, ир-атты һәм ҡатын-ҡыҙҙы һөйрәп алып сығып төрмәгә япты.

Илселәр Самарияла

4 Таралышҡан иман тотоусылар, ҡайҙа ғына булһалар ҙа, Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнөләр. 5 Филипп, Самарияға барып, бер ҡала халҡына Мәсих тураһында бәйән итте. 6 Халыҡ төркөмдәре, Филиптың һүҙҙәре һәм ул ҡылған хикмәттәр тәьҫирендә булараҡ, уның һүҙҙәрен диҡҡәт менән тыңланы. 7 Ен эйәләшкән күптәрҙең эсенән, көслө тауыш менән үкереп, шаҡшы рухтар сыҡты. Күп кенә паралич һуҡҡан, аҡһаҡ кешеләр һауыҡты. 8 Ҡала халҡы был эштәргә бик ҡыуанды.

9 Шул уҡ ҡалала күпмелер ваҡыт сихырсылыҡ ҡылып Самария халҡын хайран ҡалдырған, үҙен бөйөк тип танытырға теләгән Симон исемле берәү бар ине. 10 Барыһы ла – олоһо ла, кесеһе лә уға ышанды. «Был кеше – бөйөк тип аталған илаһи ҡөҙрәт эйәһе», – тинеләр уның хаҡында. 11 Ул байтаҡ ваҡыттан бирле кешеләрҙе үҙенең сихырҙары менән хайран ҡалдырып килгәнлектән, уны диҡҡәт менән тыңлайҙар ине. 12 Әммә Филипп һөйләгән Алла Батшалығы һәм Ғайса Мәсих исеме хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәргә ышанғас, ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үтте. 13 Симон үҙе лә иманға килде һәм был йоланы ҡабул итте. Ул Филипп янынан бер аҙымға ла китмәне. Уның ҙур хикмәттәр һәм ҡөҙрәтле мөғжизәләр ҡылыуын күреп, хайран ҡалды.

14 Иерусалимдағы илселәр, Самария халҡының Алла һүҙен ҡабул итеүен ишетеп, Петр менән Яхъяны улар янына ебәрҙе. 15 Петр менән Яхъя, Самарияға килгәс, бындағы иман тотоусылар Изге Рухты алһын өсөн доға ҡылды. 16 Сөнки Раббы Ғайса исеме менән улар бары тик һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгән, ләкин береһенә лә Изге Рух инмәгән була әле. 17 Ошонда Петр менән Яхъя уларҙың баштарына ҡулдарын ҡуйҙы һәм кешеләр Изге Рухты алды. 18 Симон иһә, Рухтың илселәр ҡулынан бирелгәнен күреп, уларға аҡса тәҡдим итте.

19 – Мин ҡулдарымды ҡуйған һәр кешегә Изге Рух бирелһен өсөн, миңә лә шундай вәкәләт бирегеҙ әле, – тине ул.

20 Әммә Петр уға:

– Әгәр Алла бүләген аҡсаға һатып алырға мөмкин, тип уйлайһың икән, аҡсаларың менән бергә һәләк булырһың! – тине. – 21 Һин был эштә бер нисек тә ҡатнаша алмайһың, сөнки Алла ҡаршыһында күңелең саф түгел. 22 Шуға күрә үҙеңдең был яуызлығыңдан тәүбә ит һәм Раббыға доға ҡыл. Бәлки күңелеңдәге яуыз уйың кисерелер. 23 Мин һинең әсе көнсөллөккә тулышҡанлығыңды һәм гонаһ бығауында икәнлегеңде күрәм.

24 – Һеҙ әйткәндәрҙең береһе лә миңә ҡағылмаһын өсөн, Раббыға доға ҡылығыҙ, – тип яуап бирҙе Симон.

25 Петр менән Яхъя үҙҙәренең шаһитлығын биреп Раббы һүҙен иғлан иткәндән һуң, кире Иерусалимға китте. Юлайҡан Самарияның күп кенә ауылдарында Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан иттеләр.

Филипп һәм хәбәш кешеһе

26 Раббының бер фәрештәһе Филипҡа:

– Тор ҙа көньяҡҡа, Иерусалимдан Газаға бара торған юлға сыҡ, – тине.

Ул юл аулаҡ ине.

27 Филипп шул юлға сыҡты һәм бында бер хәбәш кешеһен осратты. Ул кеше алашар , кәндәкиҙең, йәғни Хәбәшстан батшабикәһенең ҡарамағындағы бөтөн хазинаны һаҡлаусы юғары дәрәжәле түрә ине. Аллаға табынырға тип Иерусалимға килгән, 28 әле үҙ иленә ҡайтып бара һәм үҙенең арбаһында Ишағыя пәйғәмбәр китабын уҡып ултыра ине. 29 Рух Филипҡа:

– Арбаға яҡыныраҡ барып, эргәһенән атла, – тине.

30 Филипп арба янына йүгерҙе һәм хәбәштең Ишағыя пәйғәмбәр яҙған китапты ҡысҡырып уҡығанын ишетте.

– Уҡығаныңды аңлайһыңмы һуң? – тип һораны унан.

31 – Берәй кеше төшөндөрөп бирмәһә, нисек аңлайым инде? – тип, Филипҡа үҙ янына ултырырға тәҡдим итте.

32 Хәбәш Изге Яҙманың ошо урынын уҡый ине:

«Ул һарыҡ кеүек салырға килтерелде.

Йөнөн ҡырҡыусы алдында

өнһөҙ торған бәрәс һымаҡ,

ауыҙын да асманы.

33 Ул кәмһетелде,

ғәҙел хөкөмдән мәхрүм ителде.

Уның киләсәк быуындары тураһында кем һөйләр?

Тормошо ерҙән алынды бит».

34 Хәбәш иһә Филиптан:

– Зинһар өсөн, әйт әле, бында пәйғәмбәр кем хаҡында һөйләй? Үҙе хаҡындамы, әллә бүтән берәү тураһындамы? – тип һораны.

35 Филипп уға Ғайса хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе шул урындан башлап һөйләп бирҙе. 36 Ошолай бара торғас, улар ниндәйҙер һыу буйына килеп етте.

– Бына бит, бында һыу бар, сумдырылыу йолаһын үтергә миңә нимә ҡамасаулай? – тине хәбәш .

38 Ул арбаны туҡтатырға ҡушты. Икеһе лә һыуға инде һәм Филипп уны һыуға сумдырып алды. 39 Улар һыуҙан сыҡҡас, Раббы Рухы Филипты алып китте , хәбәш уны бүтәнсә күрмәне, шатланып юлын дауам итте. 40 Филипп иһә Азот ҡалаһында пәйҙә булды. Ул Кесарияға барып еткәнсе ҡалаларҙа Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө.

9

Раббының Савлды саҡырыуы

1 Савлдың иһә Раббының шәкерттәренә ҡарата һарыуы ҡайнап, уларға үлем менән янаны. Ул иң баш руханиҙан 2 шул юлдан барыусы ир-атты ла, ҡатын-ҡыҙҙы ла ҡулға алыу һәм Иерусалимға алып килеү вәкәләтен бирә торған хат һорап алды. Хат Дамаск ғибәҙәтханалары өсөн ине.

3 Юлда барғанда, инде Дамаскыға яҡынлашып килгәндә, ҡапыл Савлдың тирә-яғы күктән төшкән яҡтылыҡтан балҡып китте. 4 Ул ергә йығылды һәм:

– Савл, Савл! Ниңә Мине эҙәрлекләйһең? – тигән тауыш ишетте.

5 – Һин кем, Әфәнде? – тип һораны Савл.

– Мин – һин эҙәрлекләгән Ғайса, – тип яуап бирҙе тауыш. – 6 Тор ҙа ҡалаға бар. Нимә эшләргә кәрәклеге һиңә унда әйтелер.

7 Савл менән бергә булған кешеләр өнһөҙ ҡатып ҡалды. Улар тауышты ишетте, әммә һис кемде күрмәне.

8 Савл ерҙән торҙо, ләкин, күҙҙәре асыҡ булһа ла, бер нәмә лә күрмәне. Шунлыҡтан Дамаскыға уны етәкләп алып килделәр. 9 Өс көн буйы уның күҙҙәре күрмәне, ул ашаманы ла, эсмәне лә.

Ананияның Савлды һауыҡтырыуы

10 Дамаскыла Анания исемле бер шәкерт бар ине. Ул күргән илаһи күренмештә Раббы:

– Анания! – тип өндәште.

– Эйе, Раббым, – тине ул.

11 – Тор ҙа Тура урам тип аталған урамға бар. Йәһүҙә йәшәгән өйгә инеп, Савл исемле тарслыны һора. Ул әлеге мәлдә доға ҡыла. 12 Савлға илаһи күренмеш килде. Унда Анания исемле берәү уның янына килде лә, Савлдың күҙҙәре йәнә күрә башлаһын өсөн, уға ҡулдарын ҡуйҙы, – тине Раббы.

13 – Раббым! Мин ул кешенең Иерусалимда Һинең изгеләреңә ҡаршы ни тиклем яуызлыҡтар эшләүе тураһында күптәрҙән ишеттем. 14 Һиңә табыныусыларҙың бөтөнөһөн бында ла ҡулға алырға уның баш руханиҙарҙан вәкәләте бар, – тип яуапланы Анания.

15 Әммә Раббы уға:

– Бар, сөнки Мин уны, Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылһын өсөн, башҡа халыҡтарға һәм уларҙың батшаларына, шулай уҡ Израиль халҡына Үҙемдең хеҙмәтсем итеп һайланым. 16 Уға Минең хаҡҡа күпме ғазап сигергә тейешлеген күрһәтермен, – тине.

17 Анания, шул йортҡа барып, Савлға ҡулдарын ҡуйҙы. «Савл имандаш! Күҙҙәрең күрә башлаһын өсөн һәм һине Изге Рух менән һуғарырға тип Раббы – һиңә юлда күренгән Ғайса – мине яныңа ебәрҙе», – тине ул.

18 Шунда уҡ, күҙҙәрен ҡаплап торған тәңкәләргә оҡшаған нимәлер ҡойолоп төшкәндәй, Савл тағы күрә башланы. Ул урынынан торҙо ла һыуға сумдырылыу йолаһын үтте. 19 Ашап алғас, уға йәнә хәл инде.

Савлдың Дамаскыла вәғәз һөйләп йөрөүе

Савл бер нисә көн шәкерттәр менән бергә Дамаскыла булды.

20 – Ғайса – Алла Улы, – тип һөйләй башланы ул шунда уҡ ғибәҙәтханаларҙа.

21 Уның һөйләгәнен ишеткән барса кеше хайран ҡалып:

– Иерусалимда шул Кешегә табыныусыларҙы юҡ иткән әҙәм түгелме һуң был? Бында ла, уларҙы бығаулап, баш руханиҙарға тапшырырға тип килмәнеме икән ул? – тиештеләр.

22 Ә Савлдың вәғәзләү ҡеүәте артҡандан-артты. Ғайсаның Мәсих икәнлеген иҫбат итеп йөрөп, ул Дамаскыла йәшәүсе йәһүдтәрҙе аптырашҡа һалды.

23 Байтаҡ ваҡыт үткәс, йәһүдтәр уны үлтерергә һүҙ беркетте. 24 Уны үлтереү өсөн, ҡала ҡапҡаларын көнө-төнө күҙәттеләр. Әммә Савл уларҙың был ниәтен белеп алды. 25 Төндә шәкерттәр уны кәрзингә ултыртып, ҡала диуарындағы тишек аша тышҡа төшөрҙө.

Савл Иерусалимда

26 Савл Иерусалимға килгәс, шәкерттәргә ҡушылырға тырышты, әммә улар барыһы ла, Савлдың Ғайса шәкерте булыуына ышанмайынса, унан ҡурҡтылар. 27 Варнава уны илселәр янына алып барҙы һәм Савлдың юлда Раббыны күреүен, Раббының уға ниҙәр әйтеүен, уның Дамаскыла Ғайса тураһында ҡыйыулыҡ менән вәғәзләүен һөйләп бирҙе.

28 Савл илселәр менән бергә булды һәм бөтөн Иерусалим буйлап Раббы хаҡына шундай уҡ ҡыйыулыҡ менән вәғәзләп йөрөнө. 29 Күп тапҡырҙар грек телле йәһүдтәр менән осрашып һөйләште, бәхәстәр ҡорҙо. Ә улар уны үлтерергә тырышты. 30 Имандаштар был хаҡта белеп ҡалғас, уны Кесарияға оҙатты, ә унан Тарсҡа ебәрҙе.

31 Бөтә Йәһүҙиәлә, Галилеяла һәм Самарияла имандаштар берҙәмлеге өсөн тыныс замандар килде. Берҙәмлек нығынды, Раббыға ҡарата тәрән хөрмәт таралды һәм Изге Рухтың дәртләндереүе арҡаһында иман юлындағыларҙың һаны арта барҙы.

Энейҙың һауығыуы

32 Петр иһә, ҡала артынан ҡалала булғандан һуң, Лиддала йәшәүсе изгеләр янына килде. 33 Унда ул паралич һуғып һигеҙ йыл буйы ауырып ятҡан Эней исемле бер кешене күрҙе.

34 – Эней! Һине Ғайса Мәсих һауыҡтыра. Ятҡан урыныңдан тор ҙа түшәгеңде йүнәтеп һал, – тине уға Петр.

Ул кеше шунда уҡ торҙо. 35 Лиддала һәм Сарон тигеҙлегендә йәшәүсе бар халыҡ, уның һауыҡҡанын күреп, Раббыға инанды.

Тавифаны үленән терелтеү

36 Иоппия ҡалаһында күп яҡшы эштәр ҡылған һәм фәҡирҙәргә ярҙам иткән Тавифа (грекса «Доркас») исемле Ғайсаға инанған бер ҡатын бар ине. 37 Шул көндәрҙә ул ҡатын ауырып китте һәм вафат булды. Уны йыуып, өҫкө ҡаттағы бер бүлмәгә урынлаштырҙылар.

38 Лидда Иоппияға яҡын булғанлыҡтан, шәкерттәр Петрҙың ундалығын ишетте, уның үҙҙәре янына тиҙерәк килеүен үтенеп, ике кешене ебәрҙеләр. 39 Петр тороп, улар менән бергә Иоппияға килде. Уны өҫкө ҡаттағы бүлмәгә алып инделәр. Бөтә тол ҡатындар Петр янына килеп, илай-илай уға Доркас тере сағында теккән күлдәктәрҙе, кейемдәрҙе күрһәттеләр.

40 Бүлмәнән бөтә кешене сығарып ебәргәс, Петр тубыҡланып доға ҡылды ла мәйеткә табан боролдо:

– Тавифа, тор!

Ҡатын күҙҙәрен асты ла, Петрҙы күргәс, тороп ултырҙы. 41 Петр уны ҡулынан тотоп торғоҙҙо, тол ҡатындарҙы һәм бүтән изгеләрҙе саҡырып, Тавифаны улар ҡаршыһына тере килеш баҫтырып ҡуйҙы.

42 Был хәл бөтә Иоппия халҡына мәғлүм булды һәм күптәр Раббыға инанды. 43 Петр байтаҡ көндәр Иоппияла Симон исемле күн оҫтаһының өйөндә йәшәне.

10

Йөҙбашы Корнилий

1 Кесарияла Италия полкы тип аталған ғәскәрҙә йөҙбашы булып хеҙмәт иткән Корнилий исемле бер кеше бар ине. 2 Ул үҙе лә, уның бөтә ғаиләһе лә диндар булып, Алланы ололанылар. Ул йәһүдтәргә күп хәйер-саҙаҡа бирҙе һәм һәр ваҡыт Аллаға ғибәҙәт ҡылды.

3 Бер көн, көндөҙгө өстәр тирәһендә, Корнилийға ап-асыҡ булып Алланың бер фәрештәһе күренде. Фәрештә уның янына килеп:

– Корнилий! – тип өндәште.

4 Корнилий ҡурҡып китте, уға күҙҙәрен төбәне:

– Нимә, әфәнде?

– Доғаларыңды һәм хәйерҙәреңде ҡорбанға һанап, Алла һине иҫкә алды, – тип яуап бирҙе фәрештә. – 5 Хәҙер Петр тип тә йөрөтөлгән Симонды алып килергә Иоппияға кешеләр ебәр. 6 Ул күн оҫтаһы Симонда ҡунаҡта, ә уның өйө диңгеҙ буйында урынлашҡан.

7 Фәрештә киткәс, Корнилий хеҙмәтселәренең икеһен һәм шәхси ғәскәриҙәре араһынан диндар булған берәүһен саҡырып алды. 8 Һәммәһен аңлатып, уларҙы Иоппияға ебәрҙе.

Петр күргән илаһи күренмеш

9 Икенсе көндө был кешеләр ҡалаға яҡынлашып килгән мәлдә, көндөҙгө ун икеләр тирәһендә, Петр доға ҡылыр өсөн яҫы түбәле өйҙөң башына менде. 10 Ул асыҡҡайны, ашағыһы килде. Өйҙә табын әҙерләнгән арала, зиһене томаланып, Петрға илаһи күренмеш килде. 11 Ул күктең асылыуын һәм ҙур туҡымаға оҡшаған бер нәмәнең дүрт мөйөшөнән тотоп ергә төшөрөлөүен күрҙе. 12 Уның эсендә ерҙә йәшәгән һәр төрлө дүрт аяҡлы хайуандар, һөйрәлеүселәр һәм ҡоштар бар ине.

13 Ул:

– Тор, Петр, быларҙы һуйып аша, – тигән һүҙҙәр ишетте.

14 Әммә Петр:

– Юҡ, Раббым! Минең бер ҡасан да шаҡшы йәки харам нәмә ашағаным булманы, – тине.

15 Шунда ул йәнә:

– Алла таҙа тип иғлан иткәнде шаҡшыға һанама, – тигән тауыш ишетте.

16 Өс тапҡыр шулай ҡабатланды ла туҡыма шунда уҡ күккә күтәрелде. 17 Петр үҙе күргән был илаһи күренмештең ни аңлатҡанын уйлап, аптырап торған арала, Корнилий ебәргән кешеләр Симондың өйөн эҙләп табып, ҡапҡа төбөнә барып баҫтылар:

18 – Петр тип тә йөрөтөлгән Симон бында туҡталдымы? – тип ҡысҡырҙылар.

19 Үҙенә килгән илаһи күренмеш тураһында уйланып торғанда, Рух Петрға:

– Һине өс кеше эҙләй. 20 Төш тә, һис тә шикләнмәйенсә, улар менән бар. Уларҙы Мин ебәрҙем, – тине.

21 Петр Корнилий ебәргән кешеләр янына төштө:

– Һеҙ эҙләгән кеше – мин. Ниндәй эш менән килдегеҙ?

22 – Беҙҙе тәҡүә һәм Алланы ололаусы, бөтөн йәһүд халҡы алдында хөрмәтле булған йөҙбашы Корнилий ебәрҙе. Ул изге фәрештәнән һине үҙ өйөнә саҡырырға һәм һин һөйләйәсәк һүҙҙәрҙе тыңларға бойороҡ алды, – тине улар.

Петр менән Корнилийҙың осрашыуы

23 Петр был кешеләрҙе алып инеп ҡунаҡ итте. Ә иртәгеһен улар менән бергә китте, Иоппиянан булған ҡайһы бер имандаштар ҙа уларға эйәрҙе. 24 Икенсе көндө Кесарияға килеп еттеләр. Корнилий иһә, үҙенең туғандарын һәм яҡын дуҫтарын йыйып, уларҙы көтөп тора ине. 25 Петр ихатаға ингәндә Корнилий ҡаршы сыҡты һәм уның аяҡтарына йығылды.

26 – Тор, мин дә кеше бит, – тип Петр уны торғоҙҙо.

27 Улар һөйләшә-һөйләшә өйгә инде. Петр унда күп кеше йыйылғанын күреп:

28 – Һеҙ, әлбиттә, йәһүдкә башҡа халыҡ кешеләре менән аралашырға, ҡунаҡҡа йөрөргә рөхсәт ителмәгәнен беләһегеҙ. Әммә Алла миңә бер кемде лә шаҡшы йәки харам тип иҫәпләмәҫкә кәрәклеген күрһәтте. 29 Шунлыҡтан, һеҙ мине саҡырыу менән, һис һүҙһеҙ янығыҙға килдем. Инде әйтегеҙ: мине ни өсөн саҡырттығыҙ? – тине.

30 – Өс көн элек ошо ваҡытта, сәғәт өстә үҙ өйөмдә доға ҡыла инем, – тине Корнилий. – Ҡапыл алдымда аҡһыл-ялтырауыҡ кейем кейгән бер кеше пәйҙә булды 31 һәм миңә: «Корнилий, Алла һинең доғаңды ишетте һәм хәйерҙәреңде иҫкә алды. 32 Иоппиянан Петр тип тә йөрөтөлгән Симонды алып килергә кешеләр ебәр. Ул хәҙер диңгеҙ буйында йәшәгән күн оҫтаһы Симондың өйөндә ҡунаҡта», – тине. 33 Мин шунда уҡ һиңә кешеләр ебәрҙем, һәм һин килеп яҡшы эшләнең. Хәҙер беҙ һәммәбеҙ, Раббы һиңә һөйләргә ҡушҡан һүҙҙәрҙе тыңлар өсөн, Алла алдында торабыҙ.

Корнилийҙың өйөндә Петрҙың вәғәз һөйләүе

34 – Алланың кеше айырмауын мин хәҙер ысынлап та аңлайым, – тип һүҙен башланы Петр. – 35 Һәр халыҡ араһында Алланы ололаусылар һәм тәҡүә булыу яҡлылар Уға ҡулай. 36 Алла, Ғайса Мәсих килтергән тыныслыҡ хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләп, Израиль халҡына Үҙенең һүҙен ебәрҙе. Ғайса – һәммәбеҙҙең Хужаһы. 37 Яхъя, һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ, тип иғлан иткәндән һуң, Галилеянан башлап бөтөн Йәһүҙиәлә ниҙәр булғанын һеҙ беләһегеҙ: 38 Алла назаралы Ғайсаны Изге Рух менән һуғарып, Уға ҡөҙрәт бирҙе. Ғайса, яҡшылыҡ ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды. 39 Беҙ йәһүдтәр илендә һәм Иерусалимда Ул ҡылған барса эштәрҙең шаһиты. Уны ағас бағанаға аҫып үлтерҙеләр, 40 ә өсөнсө көндә Алла Уны терелтеп торғоҙҙо. 41 Үҙ ихтыяры буйынса, Ғайсаны бөтә халыҡҡа түгел, ә Үҙе алдан уҡ һайлаған шаһиттарына күрһәтте. Ул шаһиттар – беҙ, Ғайса үленән терелеп торғандан һуң Уның менән бергә ашаған-эскән кешеләр. 42 Ғайса тереләргә һәм үлеләргә Алла тарафынан билдәләп ҡуйылған Хөкөмдар. Ул беҙгә ошо хаҡта халыҡҡа вәғәз әйтергә һәм шаһитлыҡ ҡылырға бойороҡ бирҙе. 43 Барса пәйғәмбәрҙәр, Уға инанған һәр кемдең Уның арҡылы гонаһтары кисереләсәк, тип Уның тураһында һөйләнеләр, – тине Петр.

Мәжүсиҙәргә Изге Рух бирелеү

44 Петр нотоғон һөйләгән ваҡытта уҡ тыңлаусыларға Изге Рух инде. 45 Петр менән бергә килгән сөннәтле иман тотоусылар Изге Рухтың мәжүсиҙәргә лә бирелеүенә бик ғәжәпләнде. 46 Улар бүтән телдәрҙә Алланы ололап маҡтағандарын ишетте. Шул ваҡыт Петр:

47 – Был кешеләргә, беҙҙең кеүек үк, Изге Рух бирелде. Шуға күрә уларҙы һыуға сумдырыуҙан кем тыя алыр? – тине.

48 Ул уларҙы Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырырға ҡушты. Шунан һуң Петрҙың үҙҙәре янында бер нисә көнгә ҡалыуын үтенделәр.

11

Иерусалимда Петрҙың аҡланыуы

1 Илселәр һәм Йәһүҙиә буйлап йәшәгән иман тотоусылар башҡа халыҡтарҙың да Алла һүҙен ҡабул иткәнен ишетте. 2 Петр Иерусалимға килгәс, сөннәтле иман тотоусылар уны:

– Һин сөннәтһеҙ кешеләр янына инеп, улар менән бергә ашағанһың, – тип әрләнеләр.

4 Петр уларға эҙмә-эҙлекле аңлатып бирҙе:

5 – Мин Иоппия ҡалаһында доға ҡыла инем һәм, зиһенем томаланып, миңә илаһи күренмеш килде: ҙур туҡымаға оҡшаған бер нәмә дүрт мөйөшөнән тотолған килеш күктән минең яныма төшөрөлдө. 6 Эсенә диҡҡәт менән ҡарағас, унда ерҙә йәшәүсе дүрт аяҡлы хайуандарҙы, йәнлектәрҙе, һөйрәлеүселәрҙе һәм ҡоштарҙы күрҙем. 7 Шунан һуң: «Тор, Петр, быларҙы һуй ҙа аша», – тигән тауыш ишеттем. 8 «Юҡ, Раббым! Бер ҡасан да минең ауыҙыма шаҡшы йәки харам нәмәнең ингәне юҡ», – тинем мин. 9 Күктән килгән ауаз миңә икенсе тапҡыр: «Алла таҙа тип иғлан иткәнде шаҡшыға һанама», – тине. 10 Был һүҙҙәр өс тапҡыр ҡабатланғандан һуң бөтөнөһө йәнә күккә тартып алынды.

11 Нәҡ шул саҡта мин торған йорт алдына Кесариянан яныма ебәрелгән өс кеше килеп баҫты. 12 Изге Рух миңә, һис тә шикләнмәйенсә улар менән бар, тине. Әле янымда торған бынау алты имандаш та минең менән бергә китте. Беҙ уның өйөнә барып индек. 13 Ул нисек итеп үҙ өйөндә фәрештәне күреүе хаҡында һөйләне. Фәрештә уға: «Петр тип тә йөрөтөлгән Симонды саҡырыу өсөн Иоппияға кешеләр ебәр. 14 Ул һиңә һөйләгән һүҙҙәр аша һин үҙең дә, бөтөн йортоң да ҡотоласаҡһығыҙ», – тип әйткән.

15 Мин һөйләй башлағас, тәүҙә беҙгә ингән кеүек, уларға ла Изге Рух инде. 16 Шул ваҡыт мин Раббының: «Яхъя кешеләрҙе һыуға сумдырҙы, ә һеҙ Изге Рухҡа сумдырылырһығыҙ», – тигән һүҙҙәрен хәтергә төшөрҙөм. 17 Шулай итеп, әгәр ҙә беҙ Раббы Ғайса Мәсихкә инанғас, беҙгә биргән бүләкте Алла уларға ла биргән икән, Аллаға ҡаршы торорға мин кем? – тине Петр.

18 Быны ишеткәс, бөтәһе лә тынысланды һәм Алланы данлап:

– Тимәк, тормош бирә торған тәүбә итеү юлын Алла башҡа халыҡтарға ла асҡан, – тине.

Антиохияла имандаштар берҙәмлеге

19 Стефандың үлеменән һуң булған эҙәрлекләүҙәр һөҙөмтәһендә таралышҡан иман тотоусылар, йәһүдтәр алдында ғына вәғәз һөйләп, Финикия өлкәһенә, Кипрға һәм Антиохия ҡалаһына тиклем барып етте. 20 Әммә улар араһындағы ҡайһы бер Кипр һәм Киринея кешеләре, Антиохияға килгәс, башҡа халыҡ кешеләренә лә Раббы Ғайса хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткерҙе. 21 Раббының көсө улар менән булды һәм бик күптәр инанып Раббыға табан боролдо.

22 Был туралағы хәбәр Иерусалимдағы имандаштар берҙәмлегенә барып етте. Варнаваны Антиохияға ебәрҙеләр. 23 Антиохияға килгәс, ул Алла мәрхәмәтенең емештәрен күреп шатланды һәм ундағы кешеләрҙе Раббыға ысын күңелдән тоғро булып ҡалырға өндәне. 24 Варнава Изге Рух һәм иман менән тулы изгелекле кеше ине, күптәр Раббыға инанып, иман юлындағылар төркөмөнә ҡушылды.

25 Шунан һуң Варнава Савлды эҙләп Тарсҡа барҙы, уны табып 26 Антиохияға алып килде. Улар, бер йыл буйы имандаштар берҙәмлеге менән осрашып, күп кешеләрҙе өйрәтте. Шәкерттәрҙе мәсихселәр тип иң тәүҙә Антиохия ҡалаһында исемләй башланылар.

27 Шул көндәрҙә Антиохияға Иерусалимдан пәйғәмбәрҙәр килде. 28 Уларҙың Агав исемле береһе тороп баҫты һәм, Рух арҡылы алдан күреүенә таянып, бөтөн донъя буйлап ҙур аслыҡ буласағын әйтте (Ул аслыҡ ҡайсар Клавдий заманында булды). 29 Шунан һуң шәкерттәр, һәр береһенең хәленән килгәнсә, Йәһүҙиәлә йәшәүсе имандаштарына ярҙам ебәрергә булды. 30 Шулай эшләнеләр ҙә: йыйылған бүләктәрҙе берҙәмлек өлкәндәренә алып барып тапшырырға Варнава менән Савлды ебәрҙеләр.

12

Петрҙың ҡулға алыныуы һәм азат ителеүе

1 Шул ваҡыттарҙа Ирод батша имандаштар берҙәмлегендәге ҡайһы бер кешеләрҙе эҙәрлекләй башланы. 2 Яхъяның ағаһы Яҡубты ҡылыс менән сабып үлтертте. 3 Был эштең йәһүдтәргә оҡшауын күреп, Петрҙы ла ҡулға алды – ул ваҡытта Сөсө күмәс байрамы көндәре ине – 4 уны төрмәгә ултыртты һәм, Ҡотҡарылыу байрамынан һуң халыҡ алдына сығарырға уйлап, дүртәр ғәскәриҙән торған дүрт төркөмгә уны һаҡларға әмер бирҙе. 5 Петр төрмәлә һаҡ аҫтында булған ваҡытта имандаштар берҙәмлегендә уның өсөн Аллаға бик тырышып доға ҡылдылар.

6 Ирод Петрҙы хөкөм алдына сығарырға теләгән көндөң төнөндә Петр, ике бығау менән бығауланған хәлдә ике ғәскәри уртаһында йоҡлап ята ине. Ә ишек янында ҡарауылсылар һаҡта торҙо. 7 Ҡапыл Раббының бер фәрештәһе пәйҙә булды һәм бүлмә эсе яҡтырып китте. Фәрештә Петрҙы төртөп уятты:

– Тора һал!

Шул ваҡыт Петрҙың ҡулдарынан бығауҙары шыуып төштө.

8 – Билеңде быу ҙа аяғыңа кей, – тине фәрештә.

Ул шулай эшләне.

– Өҫтөңә кей ҙә миңә эйәр, – тине фәрештә.

9 Петр, фәрештә ҡылған был эштәрҙең ысынбарлыҡта булыуын да аңламайынса, сығып уның артынан китте. Илаһи күренмеш күрәмдер, тип уйланы ул. 10 Беренсе һәм икенсе һаҡсыны үтеп, ҡалаға сыға торған тимер ҡапҡа янына килделәр. Ҡапҡа үҙенән-үҙе асылды, улар урамға сыҡты, урам буйлап әҙерәк барғас, ҡапыл фәрештә уның бер үҙен ҡалдырҙы.

11 Шул ваҡыт Петр иҫенә килде:

– Хәҙер мин ысынлап та беләм: Раббы Үҙенең фәрештәһен ебәргән. Ул мине Ирод ҡулынан һәм йәһүд халҡы күрергә теләгән язанан ҡотҡарҙы, – тип уйланы.

12 Бөтәһен дә аңлағас, ул Марк тип тә йөрөтөлгән Яхъяның әсәһе Мәрйәм йортона килде. Унда йыйылған кешеләр доға ҡыла ине. 13 Петрҙың ҡапҡа шаҡыуына Рода исемле хеҙмәтсе ҡыҙ килеп сыҡты. 14 Петрҙы тауышынан танығас ул, шатлығынан ишекте асырға ла онотоп йүгереп инеп китте, йорттағыларға Петрҙың ишек төбөндә тороуын хәбәр итте.

15 – Һин үҙ аҡылыңдамы! – тинеләр уға.

Әммә ҡыҙ үҙ һүҙендә ныҡ торҙо. Ә тегеләр:

– Ул уның фәрештәһелер , – тине.

16 Петр иһә һаман шаҡыны. Ишекте асҡас, уны күреп хайран ҡалдылар. 17 Ул тауышланмаҫҡа ҡушып ҡулы менән ишара яһаны һәм Раббының нисек итеп уны төрмәнән сығарыуы тураһында һөйләп бирҙе.

– Был хаҡта Яҡубҡа ла, бөтә имандаштарға ла әйтегеҙ, – тине ул.

Шунан һуң Петр башҡа урынға китте.

18 Көн тыуғас, Петр менән ни булды икән, тип ғәскәриҙәр борсола башланы. 19 Ирод иһә, уны эҙләтеп тә таптыра алмағас, һаҡсыларҙан һорау алды һәм уларҙы үлтерергә әмер бирҙе.

Ирод батшаның үлеме

Бынан аҙаҡ Ирод Йәһүҙиәнән Кесарияға китте һәм шунда ҡалды. 20 Ул Тир һәм Сидон ҡалаларында йәшәүселәргә бик асыулы ине. Тегеләр иһә, үҙ-ара һүҙ беркетеп, уның алдына вәкилдәр ебәрҙеләр һәм, батша һарайына идара иткән Власты үҙ тарафтарына ауҙарып, килешеү төҙөргә өндәнеләр, сөнки уларҙың өлкәһе батша өлкәһенән туйына ине. 21 Билдәләнгән көндө Ирод, батша кейемдәре кейеп, хөкөм итеү урынына ултырҙы һәм улар алдында нотоҡ тотто. 22 Ә халыҡ уның һүҙен хуплап:

– Был тауыш – кеше тауышы түгел, был – илаһ тауышы, – тип ҡысҡырҙы.

23 Аллаға тәғәйен дан-шөһрәтте бирмәгән өсөн, Раббының бер фәрештәһе ҡапыл Иродҡа килтереп һуҡты. Бер нисә көндән һуң Ирод ҡортлап үлеп ҡалды.

24 Алла һүҙе иһә киң таралды һәм уны ҡабул итеүселәрҙең һаны артҡандан-артты. 25 Ә Варнава менән Савл, Иерусалимда тапшырылған эште башҡарғас, Марк тип тә йөрөтөлгән Яхъяны ла алып, Антиохияға ҡайттылар.

13

Варнава менән Савлға изге хеҙмәт йөкмәтелеү

1 Антиохиялағы имандаштар берҙәмлегендә Варнава, Симон (уны тағы Нигер тип тә атайҙар), Киринеянан Луций, өлкә идарасыһы Ирод менән бергә тәрбиәләнгән Манаил һәм Савл исемле пәйғәмбәрҙәр, остаздар бар ине. 2 Улар Раббыға хеҙмәт иткән һәм ураҙа тотҡан ваҡытта, Изге Рух:

– Хеҙмәтемде башҡарыу өсөн Үҙем һайлап алған Варнава менән Савлды Миңә бирегеҙ, – тине.

3 Доға ҡылып, ураҙа тотҡандан һуң, Варнава менән Савлдың баштарына ҡулдарын ҡуйып, уларҙы оҙатып ебәрҙеләр.

Илселәр Кипрҙа

4 Изге Рух тарафынан ебәрелгән Варнава һәм Савл Селевкия ҡалаһына килде, унан һыу юлы менән Кипр утрауына киттеләр. 5 Утрауҙағы Саламин ҡалаһына килгәс, йәһүдтәрҙең ғибәҙәтханаларында Алла һүҙен вәғәзләнеләр. Улар менән бергә ярҙамсы сифатында Яхъя ла бар ине. 6 Бөтә утрауҙы үтеп, улар Паф ҡалаһына килде. Унда сихырсы һәм ялған пәйғәмбәр Бариисус исемле йәһүд кешеһенә тап булдылар. 7 Ул өлкә башлығы Сергий Павел янында ине. Сергий Павел аҡыллы кеше ине, ул, Алла һүҙен тыңларға теләп, Варнава менән Савлды үҙ һарайына саҡырҙы. 8 Ә Елима (был Бариисустың икенсе исеме – «сихырсы»), өлкә башлығының иманға килеүенә аяҡ салырға тырышып, уларға ҡаршы торҙо. 9 Әммә Изге Рух менән һуғарылған Савл, уны Павел тип тә атайҙар, Елимаға туп-тура ҡарап:

10 – Һинең эсең тулы ялған һәм мәкер. Һин – Иблис улы, һәр төрлө хаҡлыҡтың дошманы! Раббының тура юлын боҙоп күрһәтергә тырышыуҙан туҡтайһыңмы, юҡмы? – тине. – 11 Әле Раббының ҡулы һинең өҫтөңдә: һин һуҡыраясаҡһың һәм Алла билдәләгән бер ваҡытҡаса ҡояшты күрмәйәсәкһең.

Шунда уҡ Бариисусты томан һәм ҡараңғылыҡ ҡаплап алды, һәм ул, берәйһе етәкләмәҫме икән тип, әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа табан атланы.

12 Өлкә башлығы, был хәлде күреп, Раббы тураһындағы тәғлимәттең ҡөҙрәтенә таң ҡалды һәм Раббыға инанды.

Павелдың Писидия өлкәһендәге Антиохияла сығышы

13 Павел һәм уның менән бергә булғандар, Пафтан китеп, һыу юлы менән Памфилия өлкәһендәге Пергия ҡалаһына килде. Яхъя уларҙан айырылып Иерусалимға ҡайтты, 14 ә бүтәндәре Пергиянан Писидия өлкәһендәге Антиохияға килде.

Шәмбе көндө улар ғибәҙәтханаға инеп ултырҙы. 15 Ҡанундан һәм пәйғәмбәрҙәр яҙған китаптарҙан өҙөктәр уҡығандан һуң, ғибәҙәтхана башлыҡтары уларға хеҙмәтсе аша:

– Туғандар! Халыҡҡа еткерергә теләгән нәсихәт һүҙегеҙ булһа, әйтегеҙ, – тинеләр.

16 Павел, ҡулы менән ишара яһап, һүҙ башланы:

– Израилдәр һәм Алланы ололаусы башҡа кешеләр, тыңлағыҙ! 17 Был халыҡтың – Израилдең Аллаһы беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙы һайлап алған һәм был халыҡ Мысыр ерендә булған саҡта уның һанын арттырған, Үҙенең ҡөҙрәте менән уларҙы Мысырҙан сығарған. 18 Сүлдә ваҡыттарында, ҡырҡ йыл самаһы, Ул уларға ҡарата түҙемлек һаҡлаған. 19 Ханаан ерендә ете халыҡты юҡ иттергәндән һуң, шул ерҙе Израиль халҡына мираҫ итеп биргән. 20 Шулай дүрт йөҙ илле йыл үткән. Шунан һуң, Самуил пәйғәмбәр йәшәгән осорға тиклем, уларға хөкөмдарҙар биреп торған. 21 Шунан улар батша һораған һәм Алла Вениамин нәҫеленән булған Кис улы Саулды биргән. Ул ҡырҡ йыл идара иткән. 22 Уны тәхеттән төшөргәс, батша итеп Дауытты ҡуйған һәм уның хаҡында: «Мин күңелемә оҡшаған бер ирҙе, Иессей улы Дауытты таптым. Ул Мин теләгән һәр эште башҡарасаҡ», – тигән.

23 Үҙенең вәғәҙәһе буйынса, Алла Дауыт нәҫеленән Израилгә Ҡотҡарыусы Ғайсаны бирҙе. 24 Ҡотҡарыусы килерҙән алда Яхъя, тәүбәгә килеү билдәһе булған һыуға сумдырылыу йолаһын үтәргә өндәп, бөтә Израиль халҡына вәғәз һөйләне. 25 Үҙ хеҙмәтенең аҙағында Яхъя: «Һеҙ мине кем тип уйланығыҙ? Мин Ул түгел, Минең арттан Берәү килә, мин Уның аяҡ кейеменең бауын сисергә лә лайыҡлы түгелмен», – тине.

26 – Туғандар! – тип дауам итте һүҙен Павел. – Ибраһим нәҫеленең балалары һәм Алланы ололаусы башҡа кешеләр! Ҡотҡарылыу хаҡындағы был хәбәр беҙгә ебәрелде. 27 Иерусалимда йәшәүселәр һәм уларҙың башлыҡтары Мәсихте таныманы, Уны хөкөм итеп, пәйғәмбәрҙәрҙең һәр шәмбе уҡыла торған һүҙҙәрен ғәмәлгә ашырҙы. 28 Уның үлемгә дусар итерлек һис бер ғәйебен тапмаһалар ҙа, Пилаттан ҡәтғи рәүештә Уны үлтереүҙе һоранылар. 29 Уның хаҡында Изге Яҙмала яҙылғандарҙың бөтәһе лә тормошҡа ашҡас, Уны арҡысаҡтан төшөрөп, ҡәбергә һалдылар. 30 Әммә Алла Уны үленән терелтте. 31 Ул Үҙе менән Галилеянан Иерусалимға килгән кешеләргә күп көндәр дауамында күренде. Хәҙер ул кешеләр – халыҡ алдында Уның шаһиттары.

32 Беҙ һеҙгә Һөйөнөслө Хәбәр алып килдек: Алла Ғайсаны терелтеп торғоҙоуы менән, аталарыбыҙға биргән вәғәҙәне беҙҙең өсөн, йәғни уларҙың балалары өсөн, ғәмәлгә ашырҙы. Был Зәбур китабының икенсе мәҙхиәһендә яҙылғанса булды:

«Һин – Минең Улым,

бөгөн Мин Һине тыуҙырҙым».

34 Тәнен серетмәйенсә Уны үленән терелтеп торғоҙоуы тураһында иһә былай тигән:

«Дауытҡа бирелгән изге һәм ышаныслы вәғәҙәне

һеҙҙең өсөн тормошҡа ашырасаҡмын».

35 Һәм бүтән бер урында ла:

«Үҙ Изгеңдең тәнен

серетмәҫһең», –

тип яҙылған.

36 Үҙ дәүерендә Алла ихтыяры буйынса хеҙмәт итеп йәшәгән Дауыт иһә вафат булды һәм үҙенең аталары янына ерләнде. Уның тәне серене. 37 Ә Алла терелтеп торғоҙған Зат серемәне.

38 Шулай итеп, туғандар, һеҙгә мәғлүм булһын! – тип һүҙен дауам итте Павел. – Ғайса аша һеҙгә гонаһтарығыҙҙың кисерелеүе хаҡында иғлан ителә. Муса ҡануны тормошҡа ашыра алмағанды Ғайса атҡарҙы: Уға инанған һәр кем Уның аша Алла тарафынан аҡланыр. 40 Һаҡ булығыҙ, пәйғәмбәрҙәрҙең һүҙҙәре һеҙгә ҡарата әйтелгән булып сыҡмаһын. Пәйғәмбәрҙәр әйткән:

41 «Тәкәбберҙәр, ҡарағыҙ!

Таң ҡалығыҙ һәм юҡ булығыҙ.

Һеҙ йәшәгән көндәрҙә

Мин бер эш башҡарырмын.

Ул эш тураһында

һеҙгә һөйләһәләр ҙә,

бер ҡасан да ышанмаҫ инегеҙ».

42 Павел менән Варнава ғибәҙәтхананан сыҡҡанда, кешеләр:

– Киләһе шәмбелә лә ошо хаҡта һөйләгеҙ әле, – тинеләр.

43 Йыйылыш таралғандан һуң күп йәһүдтәр һәм йәһүд диненә күскән диндар кешеләр Павел менән Варнава артынан барҙы. Илселәр, улар менән әңгәмә ҡороп, уларҙы Алла мәрхәмәтендә ҡалырға өгөтләне.

44 Икенсе шәмбелә бөтә ҡала тиерлек Раббы һүҙен тыңларға йыйылды. 45 Ә йәһүдтәр халыҡтың күплеген күреп көнләште һәм Павелдың һүҙҙәренә ҡаршы әсе телләште. 46 Ә Павел менән Варнава ҡыйыу рәүештә:

– Алла һүҙе иң элек һеҙгә иғлан ителергә тейеш ине, – тинеләр. – Әммә һеҙ уны кире ҡағаһығыҙ һәм шуның менән үҙегеҙҙе мәңгелек тормошҡа лайыҡһыҙ итеп күрһәтәһегеҙ. Шунлыҡтан беҙ башҡа халыҡтарға боролабыҙ. 47 Раббы бит беҙгә:

«Ҡотолоу Һинең аша

ерҙең бөтә сиктәренә тиклем килһен тип,

Мин Һине башҡа халыҡтарға

яҡтылыҡ итеп ҡуйҙым», –

тигән әмер бирҙе.

48 Мәжүсиҙәр Павел менән Варнава әйткән һүҙҙәрҙе ишетеп ҡыуанды һәм Раббы һүҙен данланы. Мәңгелек тормош өсөн һайлап алынғандарҙың барыһы ла иманға килде.

49 Раббы һүҙе шул тирәләге барса ерҙәргә таралды.

50 Әммә йәһүдтәр, мәшһүр ғаиләләрҙән булған диндар ҡатындарҙы һәм ҡаланың етәксе кешеләрен Павел менән Варнаваға ҡаршы ҡотортоп, уларҙы эҙәрлекләне, үҙ ерҙәренән ҡыуҙыртты. 51 Павел менән Варнава иһә, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарындағы туҙанды ҡағып төшөрҙө һәм Икония ҡалаһына китте.

52 Ә шәкерттәрҙең күңеле ҡыуаныс һәм Изге Рух менән тулы ине.

14

Павел менән Варнава Икония ҡалаһында

1 Иконияла Павел менән Варнава, ғәҙәттәгесә, йәһүдтәр ғибәҙәтханаһына инде. Уларҙың тәьҫирле итеп һөйләүенән бик күп йәһүдтәр һәм башҡа халыҡ кешеләре Раббыға инанды. 2 Ә Уға инанмаған йәһүдтәр, йәһүд булмағандарҙы иман тотоусыларға ҡаршы ҡотортоп, уларға ҡарата асыу һеңдерҙе. 3 Павел менән Варнава унда шаҡтай оҙаҡ ваҡыт булды. Раббы тураһында тәүәккәллек менән вәғәзләнеләр һәм Раббы, Үҙенең мәрхәмәте хаҡындағы хәбәрҙе раҫлап, уларҙың ҡулы менән хикмәттәр һәм мөғжизәләр ҡылды. 4 Ҡала халҡы икегә бүленде: бер өлөшө йәһүдтәр, икенселәре илселәр яғында булды. 5 Ахырҙа йәһүд булмағандар һәм йәһүдтәр, үҙҙәренең башлыҡтары менән бергә илселәргә ташланып, уларҙы таш менән бәреп үлтерергә ниәтләне. 6 Илселәр, был хаҡта ишеткәс, Ликаония өлкәһенә ҡасып китте. Ундағы Листра, Дервия ҡалаларында һәм шул тирәләге ерҙәрҙә 7 халыҡҡа Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләүҙәрен дауам иттеләр.

Листра ҡалаһында булған хәлдәр

8 Листра ҡалаһында аяҡтары йөрөмәгән бер кеше бар ине. Ул, тыумыштан уҡ ғәрип булып, бер ҡасан да атлай алмаған. 9 Ул да Павел һөйләгән һүҙҙәрҙе тыңлап ултырҙы. Павел уға туп-тура ҡараны ла, ғәриптең шифа аласағына ышанысы барлығын күреп, көслө тауыш менән:

10 – Аяҡтарыңа тура баҫ, – тип әйтте.

Теге һикереп торҙо ла йөрөй башланы. 11 Халыҡ иһә, Павелдың ни ҡылғанын күреп, ликаон телендә:

– Беҙҙең яныбыҙға кеше ҡиәфәтендә илаһтар инде! – тип ҡысҡыра башланы.

12 Варнаваны гректар аллаһы Зевс тип, ә Павелды Гермес тип атанылар, сөнки башлыса ул һөйләй ине. 13 Ҡала ситендә урынлашҡан Зевс ғибәҙәтханаһының ҡаһины иһә, ҡапҡа алдына үгеҙҙәр алып килеп һәм сәскә бәйләмдәре килтереп, халыҡ менән бергә ҡорбан килтерергә теләне.

14 Илселәр, был хаҡта белеп ҡалғас, өҫтәрендәге кейемдәрен йыртып ебәреп халыҡ араһына йүгереп килеп инделәр һәм бар тауыштарына:

15 – Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? – тип ҡысҡырҙылар. – Беҙ ҙә һеҙҙең кеүек үк кешеләр! Һеҙҙе был файҙаһыҙ илаһтарығыҙҙан арындырыу, күкте, ерҙе, диңгеҙҙе һәм уларҙағы һәр нәмәне яратҡан мәңге тере Аллаға табан бороу өсөн беҙ һеҙгә Һөйөнөслө Хәбәр тураһында һөйләйбеҙ. 16 Уҙған быуындарҙа Ул бөтә халыҡтарға үҙ юлдарынан барырға ирек бирҙе. 17 Әммә, яҡшылыҡтар ҡылып, Үҙен күрһәтеп торҙо: ваҡытында күктәрҙән ямғыр яуҙырып, мул уңыш биреп, һеҙҙе ризыҡ менән тәьмин итте һәм йөрәктәрегеҙҙе ҡыуаныс менән тултырҙы.

18 Ошо һүҙҙәр менән дә улар көскә-көскә генә халыҡты үҙҙәренә ҡорбан килтермәҫкә күндерә алды.

Сүриә Антиохияһына ҡайтыу

19 Антиохиянан һәм Икониянан килгән ҡайһы бер йәһүдтәр, халыҡты илселәргә ҡаршы ҡотортоп, Павелға таш бәрә башланы һәм, үлде тип уйлап, уны ҡала ситенә сығарып ташланы. 20 Янына шәкерттәр йыйылғас, ул торҙо ла ҡалаға китте.

Икенсе көндө Павел менән Варнава Дервия ҡалаһына юл тотто. 21 Унда Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп байтаҡ кешене шәкерт иттеләр. Ҡайтҡанда Листра, Икония һәм Антиохия ҡалалары аша уҙҙылар. 22 Шәкерттәрҙең рухын күтәреп, иманда ныҡ торорға өндәнеләр.

– Алла Батшалығына инеү күп михнәттәр аша буласаҡ, – тине улар.

23 Һәр берҙәмлектә өлкәндәр тәғәйенләнеләр һәм, ураҙа тотоп доға ҡылғандан һуң, уларҙы үҙҙәре лә инанған Раббының ҡулына тапшырҙылар.

24 Бынан аҙаҡ улар, Писидия аша үтеп, Памфилияға килде. 25 Пергияла Алла һүҙен бәйән иткәс, Атталия ҡалаһына йүнәлделәр. 26 Атталиянан һыу юлы менән Антиохияға киттеләр. Ошо ҡалала Павел менән Варнава, үҙҙәренә тәғәйенләнгән эште атҡарыу өсөн, Алланың мәрхәмәтенә тапшырылғайны. 27 Улар, Антиохияға ҡайтып еткәс, имандаштар берҙәмлеген йыйып, Алланың үҙҙәре аша ниҙәр ҡылғанын, Уның йәһүд булмағандарға иман ишеген асҡанын – бөтәһен дә һөйләп бирҙеләр. 28 Павел менән Варнава шәкерттәр янында шаҡтай оҙаҡ ваҡытҡа туҡталды.

15

Иерусалимда илселәр йыйылышы

1 Йәһүҙиәнән Антиохияға килгән ниндәйҙер кешеләр иман тотоусыларҙы:

– Муса ҡануны ҡушҡанса сөннәткә ултырмаһағыҙ, ҡотола алмаясаҡһығыҙ, – тип өйрәтә башланы.

2 Павел һәм Варнава теге кешеләр менән ризалашманы һәм улар араһында бәхәс тыуҙы. Шунлыҡтан Павел менән Варнаваны һәм тағы бер нисә кешене, был мәсьәләне асыҡлау өсөн, Иерусалимға илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре янына ебәрергә булдылар.

3 Шулай итеп, берҙәмлек уларҙы юлға оҙатты. Финикия һәм Самария өлкәләрен үткәндә улар, йәһүд булмаған халыҡтарҙың Аллаға табан боролоуҙары тураһында һөйләп, бөтә имандаштарҙың күңелендә ҙур ҡыуаныс уятты. 4 Иерусалимға килеп еткәс, берҙәмлек тә, уның өлкәндәре лә, илселәр ҙә асыҡ йөҙ менән ҡабул итте. Павел менән Варнава уларға Алланың үҙҙәре аша ниндәй эштәр башҡарыуы тураһында һөйләп бирҙе. 5 Шунан һуң фарисейҙар араһынан иманға килгән ҡайһы берәүҙәр урындарынан тороп:

– Йәһүд булмағандарҙы сөннәткә ултыртырға һәм уларҙан Муса ҡанунын тотоуҙы талап итергә кәрәк, – тинеләр.

6 Был мәсьәләне тикшереү өсөн илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре бергә йыйылды. 7 Оҙаҡ бәхәсләшкәндән һуң Петр урынынан тороп:

– Имандаштар! – тип һүҙ башланы. – Йәһүд булмаған халыҡтар Һөйөнөслө Хәбәрҙе минән ишетеп иманға килһен өсөн, Алла мине һеҙҙең арағыҙҙан күптән инде һайлағанын беләһегеҙ. 8 Кеше күңелен белеп торған Алла, беҙгә биргән кеүек уларға ла Изге Рухты биреп, уларҙы ҡабул итеүен күрһәтте. 9 Улар менән беҙҙең арала бер ниндәй ҙә айырма ҡалдырмайынса, йөрәктәрен иман аша сафландырҙы. 10 Шулай булғас, беҙҙең аталарыбыҙ ҙа, беҙ үҙебеҙ ҙә күтәрә алмаған йөктө шәкерттәр иңенә һалып, ни өсөн һеҙ хәҙер Алланы һынайһығыҙ? 11 Ә бит беҙ ҙә, улар кеүек үк, Раббы Ғайса мәрхәмәте аша ҡотолоуыбыҙға ышанабыҙ.

12 Бөтә йыйылыш тынып ҡалды. Варнава менән Павел үҙҙәре аша Алланың башҡа халыҡтар араһында ҡылған хикмәттәре һәм мөғжизәләре тураһында һөйләне, халыҡ уларҙы тыңланы. 13 Улар һөйләп бөткәс, Яҡуб һүҙ алды:

– Имандаштар, мине тыңлағыҙ! 14 Алланың йәһүд булмаған халыҡтар тураһында хәстәрлек күрһәтә башлап, улар араһынан Үҙ халҡын булдырыуы тураһында Симон һөйләне. 15 Пәйғәмбәрҙәрҙең Изге Яҙмала яҙған һүҙҙәре лә быға тап килә:

16 «Шунан һуң, – тигән Раббы, –

Минеке булырға саҡырған

барлыҡ халыҡтар һәм ҡалған кешеләр

Миңә табан боролһон тип,

элеккене ҡайтарырмын.

Дауыттың емерелгән йортон

яңынан тергеҙермен,

емереклектән торғоҙоп,

уны яңыртырмын».

Шулай тип әйтә Раббы!

18 Ул борондан билдәле булған

ошо эштәрҙе ҡыла.

19 Шуға күрә башҡа халыҡтар араһынан Аллаға табан боролоусыларға ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫҡа, 20 ә ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелеп хур ителгән нәмәләрҙән, енси аҙғынлыҡтан, быуып үлтерелгән хайуан итенән һәм ҡандан тыйылығыҙ, тип яҙырға кәрәк, минеңсә. 21 Сөнки элек-электән Муса ҡануны һәр ҡалала вәғәз ителә, һәр шәмбе һайын ғибәҙәтханала уҡыла, – тине Яҡуб.

Йәһүд булмағандарға яуап

22 Бынан аҙаҡ илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре, бөтә берҙәмлек менән үҙҙәре араһынан бер нисә кешене һайлап, уларҙы Павел һәм Варнаваға эйәртеп Антиохияға ебәрергә ҡарар ҡылды. Бының өсөн иман тотоусыларға етәкселек итеүсе Варсава тип тә аталған Йәһүҙәне һәм Силаны һайланылар, 23 улар аша ошондай хат ебәрҙеләр:

«Илселәрҙән, берҙәмлек өлкәндәренән – Антиохиялағы, Сүриәләге һәм Киликиялағы бүтән халыҡтарҙан булған имандаштарға сәләм.

24 Беҙҙән барған ҡайһы бер кешеләр, уларға шундай эште йөкмәтмәгән булһаҡ та, һеҙҙе борсоғандар һәм күңелегеҙҙе тынысһыҙлағандар, тип ишеттек. 25 Шунлыҡтан беҙ, барыбыҙҙың ризалығы буйынса, бер нисә кешене һайларға һәм уларҙы һеҙҙең янға ебәрергә тигән фекергә килдек. Улар һеҙҙең янға үҙ ғүмерҙәрен Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә бағышлаған, яратҡан имандаштарыбыҙ Варнава һәм Павел менән бергә барыр. 27 Улар, Йәһүҙә менән Сила, һеҙгә был хатта яҙылғандарҙы телдән аңлатып бирер.

28 Изге Рух ихтыяры менән беҙ шундай ҡарарға килдек: хәҙер яҙыласаҡ талаптарҙан башҡа һеҙҙең өҫкә һис ниндәй йөк һалынмаясаҡ. 29 Ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡтан, ҡандан, быуып үлтерелгән хайуан итенән һәм енси аҙғынлыҡтан тыйылығыҙ. Үҙегеҙҙе ошо эштәрҙән һаҡлаһағыҙ, бик яҡшы булыр.

Иҫән-һау булығыҙ!»

30 Шулай итеп, ебәрелгән кешеләр Антиохияға килде һәм, берҙәмлекте йыйып, хатты тапшырҙы. 31 Хатты уҡығас, бөтәһе лә был йыуаныслы хәбәргә ҡыуанды. 32 Йәһүҙә менән Сила, үҙҙәре лә пәйғәмбәр булараҡ, бик күп һүҙҙәр менән өгөтләп, имандаштарҙың рухын нығытты. 33 Йәһүҙә менән Сила Антиохияла күпмелер ваҡыт булғас, имандаштар уларҙы именлек теләп Иерусалимға, үҙҙәрен ебәргән кешеләр янына оҙатты . 35 Павел менән Варнава иһә Антиохияла ҡалды. Улар күп кешеләрҙе бергә йыйып, Раббы һүҙен өйрәтте, вәғәз уҡыны.

Павел менән Варнаваның юлдары айырылыуы

36 Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Павел Варнаваға, үҙҙәре Раббы һүҙен вәғәзләп йөрөгән барса ҡалаларҙағы имандаштар янына барып, уларҙың хәлен белергә тәҡдим итте. 37 Варнава Марк тип тә йөрөтөлгән Яхъяны ла үҙҙәре менән алырға теләне. 38 Әммә Павел тапшырылған эшен теүәлләмәйенсә уларҙан айырылып Памфилияла тороп ҡалған Яхъяны алырға ризалашманы. 39 Павел менән Варнава араһында етди ризаһыҙлыҡ тыуҙы һәм улар икеһе ике яҡҡа китергә булды: Варнава Маркты алып һыу юлы менән Кипрға китте. 40 Ә Павел үҙенә Силаны һайланы һәм, имандаштар Павелды Раббы мәрхәмәтенә тапшырғандан һуң, юлға сыҡты, 41 берҙәмлектәрҙе нығытып, Сүриә һәм Киликия өлкәләре аша үтте.

16

Тимофейҙың Павелды оҙатып барыуы

1 Шунан һуң Павел Дервияға, ә унан Листраға барып етте. Унда Тимофей исемле бер шәкерт бар ине. Уның әсәһе йәһүд булып, улы кеүек үк Ғайсаға инана, ә атаһы грек ине. 2 Листралағы һәм Икониялағы иман тотоусылар Тимофей тураһында яҡшы һүҙҙәр генә һөйләне. 3 Павел уның үҙе менән юлға сығыуын теләне, шунлыҡтан уны сөннәткә ултыртты. Ул быны шунда йәшәүсе йәһүдтәр хаҡына эшләне, сөнки бөтәһе лә Тимофейҙың атаһы грек икәнлеген белә ине. 4 Ҡалалар аша үткәндә улар иман тотоусыларға Иерусалимдағы илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре тарафынан сығарылған ҡарарҙарҙы тапшырҙы һәм уларҙы үтәргә өндәне.

5 Берҙәмлектәрҙең иманы нығынды һәм көндән-көн иманға килеүселәрҙең һаны арта барҙы.

Павелдың Македония өлкәһенә саҡырылыуы

6 Павел һәм уның менән булған кешеләр Фригия һәм Галатия ерҙәре аша китте, сөнки Изге Рух уларҙан Асия өлкәһендә Алла һүҙен һөйләтмәне. 7 Мисия төбәгенә килгәс, улар Вифинияға барырға булды, әммә Ғайсаның Рухы уларҙы ебәрмәне. 8 Улар Мисия аша үтеп, Троада ҡалаһына килде.

9 Төндә Павелға шундай бер илаһи күренмеш килде: бер македон, Павелдың Македонияға барыуын һәм ярҙам итеүен ялбарып, уның ҡаршыһында баҫып тора. 10 Ошо күренмештән һуң, Алла беҙҙе шунда Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләргә саҡыра, тигән фекергә килеп, шунда уҡ Македонияға китергә булдыҡ.

Лидиәнең иманға килеүе

11 Троаданан һыу юлы менән китеп, беҙ туп-тура Самофракия утрауына, ә икенсе көндө Неаполь ҡалаһына еттек. 12 Унан Македонияның ул өлөшөндәге төп ҡала, Рим колонияһы булған Филипҡа юл тоттоҡ. Беҙ был ҡалала бер нисә көн булдыҡ. 13 Шәмбе көндө, ҡаланан сығып йылға буйына барҙыҡ, сөнки доға ҡылыу урыны шундалыр тип уйланыҡ. Йылға буйында йыйылған ҡатын-ҡыҙ менән һөйләшеп ултырҙыҡ. 14 Унда Фиатир ҡалаһында ҡуйы-ҡыҙыл төҫтәге ҡыйбатлы туҡымалар һатыусы, Аллаға хөрмәт күрһәтеүсе Лидиә исемле бер ҡатын бар ине. Раббы уның йөрәген Павел һөйләгән һүҙҙәрҙе аңлау өсөн асты. 15 Үҙе һәм өйөндәге туғандары һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгәс, ул беҙгә:

– Мине Раббыға инаныусы тип һанаһағыҙ, өйөмә инеп ҡунаҡ булығыҙ, – тине.

Ул беҙҙе күндерҙе.

Филипта тотҡонлоҡта

16 Бер көндө доға ҡылыу урынына барғанда беҙгә күрәҙәселек ене эйәләшкән бер хеҙмәтсе ҡыҙ осраны. Ул, күрәҙәлек ҡылып, үҙенең хужаларына күп табыш килтерә икән. 17 Ҡыҙ Павел менән беҙҙең артыбыҙҙан:

– Был кешеләр – Аллаһы Тәғәлә ҡолдары, улар һеҙгә ҡотолоу юлын күрһәтә, – тип ҡысҡырып барҙы.

18 Был бер нисә көн шулай дауам итте. Павелдың асыуы килде һәм боролоп енгә:

– Ғайса Мәсих вәкәләте менән һиңә уның эсенән сығырға бойорам, – тине.

Ен шунда уҡ сыҡты. 19 Ҡыҙҙың хужалары, табыш алырға булған өмөттөң юҡҡа сығыуын күреп, Павел менән Силаны тотоп алдылар ҙа майҙанға ҡала башлыҡтары янына һөйрәп алып киттеләр. 20 Уларҙы идарасылар ҡаршыһына килтерҙеләр һәм:

– Был кешеләр – йәһүдтәр. Улар беҙгә, римлыларға, ҡабул итергә лә, башҡарырға ла ярамаған йолаларҙы вәғәзләп, ҡалала тынысһыҙлыҡ тыуҙыра, – тинеләр.

22 Халыҡ та Павел менән Силаға ҡаршы сыҡҡан кешеләргә ҡушылды. Ҡала идарасылары йолҡҡослап уларҙың кейемдәрен систерҙе һәм таяҡ менән һуҡтырырға бойорҙо. 23 Ныҡ ҡына туҡмағандан һуң, уларҙы төрмәгә ташланылар һәм төрмә ҡарауылсыһына тотҡондарҙы бик ҡаты һаҡларға бойорҙолар. 24 Шундай әмер алғас, ҡарауылсы уларҙы төрмәнең эске бүлмәһенә япты һәм аяҡтарын ағас ҡыҫмаға һуғып ҡуйҙы.

25 Төн уртаһындараҡ Павел менән Сила доға ҡылды, Алланы данлап мәҙхиәләр йырланы, ә тотҡондар уларҙы тыңлап ултырҙы. 26 Ҡапыл бик ныҡ итеп ер тетрәне, хатта төрмәнең нигеҙе һелкенеп ҡуйҙы. Шунда уҡ бөтә ишектәр асылды, барыһының да аяҡтарындағы бығауҙары ишелеп төштө. 27 Зиндан ҡарауылсыһы йоҡонан уянды, ишектәрҙең асыҡ булғанын күреп, тотҡондар ҡасҡан, тип уйланы һәм, ҡылысын сығарып, үҙен үҙе үлтерергә теләне. 28 Әммә Павел:

– Үҙеңә һис бер яуызлыҡ эшләмә, беҙ барыбыҙ ҙа бында, – тип ҡысҡырҙы.

29 Ҡарауылсы ут һорап алды ла бүлмә эсенә йүгереп инде һәм, ҡалтыранып, Павел менән Сила алдына йығылды. 30 Шунан уларҙы тышҡа алып сыҡты.

– Әфәнделәрем! Ҡотолоуға өлгәшеү өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораны.

31 – Раббы Ғайсаға инан. Шулай эшләһәң, үҙең дә ҡотолорһоң, бөтә өйөң дә ҡотолор.

32 Павел менән Сила уға һәм уның өйөндәгеләрҙең барыһына Раббы һүҙен вәғәзләне. 33 Шул уҡ сәғәттә, төндә, төрмә ҡарауылсыһы уларҙың йәрәхәттәрен йыуҙы. Шунда уҡ ул үҙе һәм өйөндәгеләрҙең бөтәһе лә һыуға сумдырылыу йолаһын үтәне. 34 Үҙенең өйөнә алып килеп, ул уларға табын әҙерләне һәм Аллаға инаныуы өсөн бөтә ғаиләһе менән ҡыуанды.

35 Көн тыуғас, ҡала идарасылары ярҙамсылары аша, уларҙы азат итергә, тигән хәбәр ебәрҙеләр. 36 Төрмә ҡарауылсыһы был хаҡта Павелға:

– Ҡала идарасылары һеҙҙе азат итергә тигән хәбәр ебәргән. Барығыҙ, именлек һеҙгә, – тине.

37 Ләкин Павел:

– Беҙҙе, Рим граждандарын, халыҡ алдында хөкөмһөҙ туҡманылар, төрмәгә яптылар, ә хәҙер йәшерен рәүештә сығарырға теләйҙәрме? Юҡ! Килһендәр ҙә беҙҙе үҙҙәре сығарһындар, – тине.

38 Ярҙамсылар был һүҙҙәрҙе ҡала идарасыларына еткерҙе, ә идарасылар, Павел менән Силаның Рим граждандары икәнен ишеткәс, ҡурҡып ҡалдылар. 39 Яндарына килеп ғәфү үтенделәр, уларҙы иреккә сығарҙылар һәм ҡаланан китеүҙәрен һоранылар.

40 Улар иһә, төрмәнән сыҡҡас, Лидиәнең өйөнә барҙы. Унда имандаштарын осратып, уларға өгөт-нәсихәт бирҙеләр һәм юлға сыҡтылар.

17

Фессалоника ҡалаһында боларыш

1 Илселәр, Амфиполь һәм Аполлония ҡалалары аша үтеп, Фессалоника ҡалаһына килеп етте. Унда йәһүдтәр ғибәҙәтханаһы бар ине. 2 Павел, ғәҙәттәгесә, ғибәҙәтханаға килде һәм өс шәмбе рәттән йәһүдтәр менән Изге Яҙмаларҙа әйтелгәндәр тураһында әңгәмә ҡорҙо. 3 Уларға Мәсихтең ғазап сигергә һәм үленән терелергә тейешлеген аңлатты һәм иҫбат итте.

– Мин һеҙгә Ғайса хаҡында вәғәз әйтәм һәм шул Ғайса – Мәсих, – тине Павел.

4 Йәһүдтәрҙең ҡайһы берҙәре, шулай уҡ Аллаға хөрмәт күрһәтеүсе бик күп гректар һәм уларҙың күп кенә күренекле ҡатын-ҡыҙҙары иманға килде һәм Павел менән Силаға ҡушылды. 5 Ләкин бүтән йәһүдтәр быға көнләшеп, баҙар майҙанындағы йүнһеҙ кешеләрҙе йыйып, ҡалала бола ҡуптарҙы. Павел менән Силаны халыҡ алдына алып сығыу өсөн, уларҙы Иасондың өйөнә барып эҙләнеләр. 6 Илселәрҙе тапмағас, Иасонды һәм иман тотоусы ҡайһы бер кешеләрҙе ҡала башлыҡтары янына һөйрәп алып килделәр.

– Бөтә ерҙә бола күтәреп, тыныслыҡты боҙоп йөрөүселәр бында ла килгән. 7 Ә Иасон уларҙы үҙ өйөнә индергән. Улар барыһы ла ҡайсарҙың әмерҙәренә ҡаршы сығып, башҡа берәүҙе – Ғайсаны батша тип иҫәпләй, – тип ҡысҡырҙылар.

8 Был һүҙҙәр халыҡты һәм ҡала башлыҡтарын хафаға һалды. 9 Ә Иасонды һәм башҡаларҙы, иреккә сығыу өсөн билдәләнгән күләмдә аҡса түләттергәс, ҡайтарып ебәрҙеләр.

Илселәр Верия ҡалаһында

10 Шул төндә үк имандаштары Павел менән Силаны Верия ҡалаһына оҙатты. Верияға барып еткәс, Павел менән Сила йәһүдтәр ғибәҙәтханаһына китте. 11 Бындағы кешеләр Фессалоника ҡалаһындағыларға ҡарағанда инсафлыраҡ ине. Улар Алла һүҙен бик теләп ҡабул итте һәм һәр көн, Павел һөйләгән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн тикшереү өсөн, Изге Яҙманы өйрәнде. 12 Күп кенә йәһүдтәр иманға килде, шулай уҡ мөхтәрәм грек ҡатындары һәм ирҙәре араһында ла иманға килеүселәр аҙ булманы.

13 Әммә, Павелдың Верия ҡалаһында ла Алла һүҙен вәғәзләүе тураһында белеп ҡалғас, Фессалоникала йәшәүсе йәһүдтәр бында ла килде һәм, ҡотҡо һалып, халыҡта асыу тыуҙырҙы. 14 Тиҙ арала имандаштары Павелды диңгеҙ буйына ебәрҙе, ә Сила менән Тимофей Верияла ҡалды. 15 Павелды оҙатыусылар уның менән Афинаға тиклем барҙы, шунан һуң ғына ҡайтып киттеләр. Павел улар аша Силаға һәм Тимофейға мөмкин тиклем тиҙерәк килеп етергә ҡушты.

Павел Афинала

16 Сила менән Тимофейҙы көткәндә, был ҡалала һындарҙың күп булыуын күреп, Павел бик ныҡ әсенде. 17 Ул ғибәҙәтханала йәһүдтәр һәм Аллаға хөрмәт күрһәтеүсе бүтән кешеләр менән әңгәмәләр ҡороп ултырҙы, шулай уҡ көн һайын баҙар майҙанында осраған кешеләр менән һөйләште.

18 Шулай бер көн ҡайһы бер фәлсәфә әһелдәре – эпикурсылар һәм стоиктар – Павел менән бәхәскә инде. Ул Ғайса тураһында һәм үленән терелеү хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткергәс, фәлсәфәселәрҙең ҡайһы берҙәре:

– Был тел биҫтәһе ни әйтергә теләй? – тине, ә икенселәре:

– Ул сит илаһтар тураһында вәғәз һөйләй булһа кәрәк, – тиеште. 19 Улар Павелды үҙҙәре менән Ареопагҡа алып барҙы.

– Һин вәғәзләгән был яңы тәғлимәт тураһында белә алабыҙмы? 20 Һин бит сәйер һүҙҙәр һөйләйһең. Беҙ бының ни икәнен белергә теләйбеҙ, – тинеләр.

21 Ниндәй ҙә булһа яңы фекерҙәр тураһында һөйләшеү йәки тыңлау афиналыларҙың һәм унда йәшәүсе сит ил кешеләренең иң яратҡан шөғөлө ине.

22 Павел Ареопаг кәңәшмәһе алдына баҫты.

– Афина халҡы! Һеҙҙең бөтә яҡлап бик тә диндар булыуығыҙҙы күреп торам, – тине ул. – 23 Һеҙҙең изге ҡоролмаларығыҙҙы ҡарап йөрөгәндә «Билдәһеҙ аллаға» тип яҙылған ҡорбан килтереү урынын да күрҙем. Мин үҙегеҙ белмәгән, ләкин һеҙ табына торған шул Алла тураһында вәғәз һөйләйем.

24 Донъяны һәм уның эсендәге һәммә нәмәне бар иткән Алла – Ул күктәрҙең һәм ерҙең Хужаһы. Ул кеше төҙөгән һарайҙарҙа йәшәмәй, 25 кешеләрҙең Уға хеҙмәт итеүенә лә мохтаж түгел. Ул Үҙе һәр кемгә тормош, һулыш һәм бөтә нәмәне бирә. 26 Бөтөн ер йөҙөндә йәшәһендәр тип, Ул берәүҙән бар халыҡтарҙы барлыҡҡа килтерҙе, ваҡытты һәм йәшәү урындарының сиктәрен билдәләне. 27 Ул быны кешеләр Алланы эҙләһендәр һәм Уға һиҙемләп юл тапмаҫтармы икән тип эшләне. Ә бит Ул беҙҙең беребеҙҙән дә йыраҡ түгел. 28 Һеҙҙең ҡайһы бер шағирҙарығыҙ: «Беҙ ҙә Уның нәҫеленән», – тип әйткән кеүек, «беҙ Уның мәрхәмәте арҡаһында йәшәйбеҙ, хәрәкәт итәбеҙ һәм көн күрәбеҙ». 29 Шуға күрә беҙ, Алла нәҫеленән булараҡ, Алла оҫта кешенең ҡулы һәм хыялы менән яһалған алтын, көмөш йәки таш һынға оҡшаш, тип уйларға тейеш түгелбеҙ. 30 Шулай итеп, хәҡиҡәтте белмәйенсә йәшәгән замандарҙы Алла ғәйеп итмәне, ләкин хәҙер Ул бөтә ерҙәге барлыҡ кешеләргә тәүбә итергә әмер бирә. 31 Алла ғаләмдәге бар халыҡты ғәҙел хөкөм итеү көнөн билдәләне бит. Хөкөмдө Ул Үҙе билдәләгән Зат аша башҡарыр. Алла, ул Затты үленән терелтеп, бының ысынлығын һәр кемгә иҫбат итте, – тине Павел.

32 Үлеләрҙең терелеүе тураһында ишеткәс, ҡайһы берәүҙәр көлдө, ә икенселәре:

– Был хаҡта һине тағы бер тапҡыр тыңларбыҙ, – тине.

33 Шунан һуң Павел Ареопагтан сыҡты. 34 Ҡайһы бер кешеләр уға эйәреп иманға килде. Улар араһында Ареопаг ағзаһы Дионисий, Дамарь исемле бер ҡатын һәм башҡалар бар ине.

18

Павел Коринф ҡалаһында

1 Бынан һуң Павел Афинанан китте һәм Коринф ҡалаһына килде. 2 Ул унда Акила атлы бер йәһүдте һәм уның Прискилла исемле ҡатынын осратты. Клавдий ҡайсар бөтөн йәһүдтәргә Римдан китергә әмер биргәнлектән, сығышы менән Понт өлкәһенән булған Акила ҡатыны менән күптән түгел Италиянан килгәйне. Павел улар янына барҙы. 3 Һөнәрҙәре бер үк булыу сәбәпле, Павел шунда ҡалды һәм улар менән бергә эшләне. Кәсептәре сатыр яһау ине. 4 Һәр шәмбе көндө ул ғибәҙәтханала, йәһүдтәрҙе һәм гректарҙы ышандырырға тырышып, улар менән әңгәмә ҡорҙо.

5 Сила менән Тимофей Македониянан килгәс, Павел бөтә ваҡытын, Ғайсаның Мәсих икәнлеге хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, йәһүдтәргә вәғәз һөйләүгә бағышланы. 6 Әммә йәһүдтәр уға ҡаршы сығып, яман телләшә башлағас, кейемендәге туҙанды ҡағып:

– Һәләкәтегеҙгә үҙегеҙ ғәйепле булырһығыҙ. Минең намыҫым таҙа, инде башҡа халыҡтар араһына китәм, – тине.

7 Ул, сығып, Аллаға хөрмәт күрһәткән һәм ғибәҙәтханаға йәнәш кенә йәшәгән Титий Иуст исемле кешенең өйөнә барҙы. 8 Ғибәҙәтхана башлығы Крисп иһә үҙенең бөтә ғаиләһе менән Раббыға инанды. Павелдың һөйләгәндәрен ишетеп, күп кенә коринфтар ҙа иманға килде һәм һыуға сумдырылыу йолаһын үтте.

9 Бер ваҡыт төндә Павелға илаһи күренмеш килде. Унда Раббы:

– Ҡурҡма! Һөйләүеңде дауам ит, туҡтама. 10 Мин һинең менән, бер кем дә һиңә һөжүм итеп, яманлыҡ ҡыла алмаҫ. Был ҡалала Миңә тоғро кешеләр күп, – тине.

11 Павел, иман тотоусыларҙы Алла һүҙенә өйрәтеп, Коринфта йыл ярым йәшәне.

12 Ахаияла Галлион өлкә башлығы булған ваҡытта йәһүдтәр, берләшеп, Павелға ҡаршы күтәрелде һәм уны тотоп хөкөм йортона алып барҙы.

13 – Ул кешеләрҙе Аллаға табынырға ҡанунда әйтелмәгәнсә өйрәтә, – тинеләр.

14 Павел һүҙен башларға ғына теләгәйне, Галлион йәһүдтәргә:

– Йәһүд халҡы! Әгәр ҙә ниндәйҙер яуыз эш йәки енәйәт ҡылынһа, һеҙҙе түҙемлек менән тыңларға сәбәп булыр ине. 15 Әммә мәсьәлә һүҙҙәргә, фекер айырымлығына һәм ҡанунығыҙға бәйле, шуға күрә уны үҙегеҙ хәл итегеҙ. Мин бындай эштә хөкөмдар булырға теләмәйем, – тип 16 уларҙы хөкөм йортонан ҡыуып сығарҙы.

17 Шунан һуң ундағы кешеләр хөкөм йорто алдында ғибәҙәтхана башлығы Сосфенды тотоп туҡманы. Ә Галлиондың быға иҫе лә китмәне.

Павелдың Антиохияға ҡайтыуы

18 Павел, Коринфта тағы байтаҡ көндәр булғандан һуң, имандаштары менән хушлашып, һыу юлы менән Сүриәгә юлланды. Прискилла һәм Акила ла уның менән китте. Юлға сығыр алдынан, әйткән нәҙере буйынса, Павел Кенхрейҙа сәсен алдырҙы.

19 Ефесҡа килеп еткәс, Павел юлдаштарынан айырылып ғибәҙәтханаға барҙы һәм унда йәһүдтәр менән һөйләшеп ултырҙы. 20 Йәһүдтәр уның үҙҙәре янында оҙағыраҡ ваҡытҡа ҡалыуын һораһалар ҙа, Павел риза булманы. 21 Улар менән һаубуллашып:

– Алла ихтыярында булһа, мин һеҙҙең янығыҙға тағы килермен, – тине.

Бынан һуң ул һыу юлы менән Ефестан китте . 22 Кесарияға барып еткәс, караптан төшөп Иерусалимға килде, ундағы берҙәмлекте сәләмләгәндән һуң Антиохияға китте. 23 Унда бер аҙ ваҡыт торғас, Павел юлға сыҡты. Бөтә шәкерттәрҙе иманда нығытып, Галатия һәм Фригия аша үтте.

Аполлостың Ефеста вәғәз һөйләүе

24 Ефесҡа сығышы менән Искәндәриәнән булған Аполлос исемле бер йәһүд килде. Ул телгә оҫта, Яҙманы белә 25 һәм Раббы юлына өйрәтелгән ине. Яхъя ҡалдырған һыуға сумдырылыу йолаһын ғына белһә лә, ялҡынлы рух менән Раббы тураһында ысынын бәйән итте һәм өйрәтте. 26 Ул ғибәҙәтханала бик ҡыйыу һөйләй башланы. Прискилла менән Акила, Аполлостың һөйләгәндәрен ишетеп, уны үҙҙәре янына саҡырып алдылар һәм Алла юлы тураһында тулыраҡ итеп аңлаттылар. 27 Аполлос Ахаияға китергә ниәт белдергәс, имандаштары быны хупланы һәм ундағы шәкерттәргә, уны ҡабул итеүҙәрен һорап, хат яҙҙылар. Аполлос унда барғас, Алла мәрхәмәте менән иман тотоусыларға күп ярҙам күрһәтте. 28 Ул, Изге Яҙма аша Ғайсаның Мәсих икәнлеген ышандырырлыҡ итеп иҫбатлап, бөтә халыҡ алдында йәһүдтәрҙең ҡарашын юҡҡа сығарҙы.

19

Павел Ефеста

1 Аполлос Коринфта саҡта, Павел илдең таулы өлөштәре аша үтеп, Ефесҡа килде. Унда бер нисә шәкертте осратты.

2 – Һеҙ иманға килгәндә Изге Рухты ҡабул иттегеҙме? – тип һораны ул уларҙан.

– Изге Рух тураһында беҙҙең ишеткәнебеҙ ҙә юҡ, – тинеләр уға.

3 – Һеҙ ниндәй һыуға сумдырылыу йолаһын үттегеҙ һуң?

– Яхъя ҡылған һыуға сумдырыуҙы, – тип яуап бирҙе шәкерттәр.

4 – Яхъя ҡылған һыуға сумдырыу гонаһтарҙан тәүбә итеү өсөн булды. Ул кешеләрҙе үҙенән һуң Килеүсегә, йәғни Ғайсаға инанырға өндәне, – тине Павел.

5 Быны ишеткәс, улар Раббы Ғайса исеме менән һыуға сумдырылды. 6 Павел ҡулдарын уларҙың баштарына ҡуйғас, шәкерттәргә Изге Рух инде, улар таныш булмаған телдәрҙә һөйләй һәм Алла әйткән һүҙҙәрҙе иғлан итә башланы. 7 Унда ун икеләп шәкерт бар ине.

8 Павел өс ай буйы ғибәҙәтханаға йөрөп, тәүәккәллек менән вәғәзләне, әңгәмәләр ҡороп, кешеләрҙе Алла Батшалығы тураһындағы хәҡиҡәткә ышандырырға тырышты. 9 Әммә ҡайһы берәүҙәр, уҫаллашып һәм иманға килеүҙән баш тартып, йыйылған халыҡ алдында Раббының юлын яманланы. Шул сәбәпле Павел улар янынан китте. Шәкерттәрҙе айырып алып, Тиранн тигән берәүҙең уҡыу йортонда көн һайын әңгәмә ҡороп ултырҙы.

10 Ике йыл буйы ошолай дауам итте. Шунлыҡтан Асия өлкәһендә йәшәүселәрҙең һәммәһе – йәһүдтәр ҙә, йәһүд булмағандар ҙа Раббы тураһындағы хәбәрҙе ишетте.

Скева улдары

11 Алла иһә Павелдың ҡулдары менән иҫ китерлек ҡөҙрәтле эштәр ҡылды. 12 Павел ҡағылған ҡулъяулыҡтарҙы, билбауҙарҙы алып ҡайтып, ауырыуҙарҙың өҫтөнә һалғандан һуң, улар һауыҡты, эстәренән шаҡшы рухтар сыҡты. 13 Ҡайһы бер бағымсы илгиҙәр йәһүдтәр ҙә ен эйәләшкән кешеләрҙән шаҡшы рухтарҙы ҡыуып сығарырға теләп:

– Мин һеҙгә Павел бәйән иткән Ғайса вәкәләте менән бойороҡ бирәм, – тип Раббы Ғайса исемен ҡулланырға тырышты.

14 Йәһүд кешеһе Скева атлы баш руханиҙың ете улы ла шулай эшләне. 15 Әммә шаҡшы рух:

– Ғайсаны беләм, Павел да миңә таныш, ә һеҙ кем? – тип яуап бирҙе.

16 Шаҡшы рухлы кеше бағымсыларға ташланды һәм, уларҙы бик ныҡ итеп туҡмағас, тегеләр ул йорттан яраланған һәм кейемдәре йыртылған хәлдә сығып ҡасты. 17 Был ваҡиға Ефеста йәшәүсе бөтөн йәһүдтәргә һәм башҡа милләт кешеләренә мәғлүм булды. Барыһы ла ҡурҡыуға төштө, һәм Раббы Ғайсаның исеме тағы ла нығыраҡ ихтирам ителә башланы. 18 Иманға килгән күптәр ҡылған насар эштәрен таныны. 19 Ә сихырсылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең күбеһе бөтәһе алдында үҙҙәренең китаптарын йыйып яндырҙы. Яндырылған китаптарҙың хаҡын иҫәпләнеләр: барлығы илле мең көмөш тәңкә сыҡты.

20 Раббы һүҙе бына шундай көс менән таралды һәм нығынды.

Ефеста боларыш

21 Ошо ваҡиғаларҙан һуң Павел Македония һәм Ахаия аша Иерусалимға ҡайтырға фекер төйнәне.

– Иерусалимдан һуң мин Римға барырға тейешмен, – тине ул.

22 Ике ярҙамсыһын, Тимофей менән Ерасты Македонияға ебәреп, ул үҙе бер аҙ ваҡытҡа Асия өлкәһендә ҡалды.

23 Шул көндәрҙә Раббы юлына ҡаршы ҙур боларыш сыҡты. 24 Гректарҙың алиһәһе Артемида ғибәҙәтханаһының өлгөләрен көмөштән ҡойған Димитрий тигән көмөшсө бар ине. Ошо эш менән һөнәрселәр унан байтаҡ табыш алды. Үҙ тирәһенә 25 көмөшсөләрҙе һәм башҡа һөнәрселәрҙе йыйып:

– Дуҫтар! Мул тормошобоҙҙоң ошо кәсепкә бәйле икәнлеген һеҙ беләһегеҙ, – тине ул. – 26 Хәлбуки, күреп-ишетеп йөрөйһөгөҙ, шул Павел, кеше ҡулы менән яһалған нәмәләр илаһ түгел, тип һөйләп, Ефеста ғына түгел, бөтөн Асия өлкәһендә тиерлек күп кешеләрҙе ышандырҙы һәм юлдан яҙҙырҙы. 27 Бының хәүефе беҙҙең кәсептең яманаты сығыу менән генә сикләнмәй: Бөйөк алиһә Артемида ғибәҙәтханаһының әһәмиәте бөтөр, барлыҡ Асия өлкәһе һәм бөтә донъя табына торған алиһә үҙенең бөйөклөгөнән мәхрүм ителер.

28 Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, һөнәрселәрҙең асыуы ҡабарҙы. Улар:

– Ефестар Артемидаһы бөйөк! – тип ҡысҡырырға кереште.

29 Бөтөн ҡалала боларыш башланды. Павелдың юлдаштарын – македон кешеләре Гайҙы һәм Аристархты тотоп алып, бөтәһе бергә тамаша урынына ынтылды. 30 Павел халыҡҡа сығырға теләне, ләкин шәкерттәр уны ебәрмәне. 31 Шулай уҡ Павелдың дуҫтары булған Асия өлкәһенең күренекле әһелдәре лә, кешеләр артынан хәбәр ебәреп, уның тамаша урынында күренмәүен үтенде.

32 Халыҡ йыйылған ерҙә берәүҙәр бер, икенселәре бүтән нәмә ҡысҡырҙы. Йыйылышта тәртипһеҙлек хөкөм һөрҙө, йыйылғандарҙың күбеһе ни өсөн килгәнен дә белмәне. 33 Ҡайһы берәүҙәр Искәндәр исемле бер кешене ғәйепле тип уйланы, сөнки йәһүдтәр уны халыҡ алдына сығырға мәжбүр иткәйне. Искәндәр, халыҡҡа һүҙ әйтергә теләп, ҡулы менән ишара яһаны. 34 Уның йәһүд икәнлеген белеп алғас, һәммәһе бер тауыштан:

– Ефестар Артемидаһы бөйөк! – тип һөрәнләй башланылар.

Улар шулай тип ике сәғәт тиерлек ҡысҡырышты. 35 Ниһайәт, ҡала етәкселәренең береһе халыҡты тынысландырып:

– Ефес халҡы! Ефестың бөйөк алиһә Артемида ғибәҙәтханаһын һәм күктән төшкән изге ташты һаҡлаусы ҡала икәнен кем генә белмәй? – тине. – 36 Бының шулай булыуы бәхәсһеҙ икән, ул саҡта тыныс булырға, ҡыҙыулыҡ менән нимәлер ҡылырға тейеш түгелһегеҙ. 37 Һеҙ тотоп килтергән был кешеләр Артемида ғибәҙәтханаһын да таламаған, беҙҙең алиһәбеҙҙе лә хурламаған. 38 Димитрийҙың һәм уның янындағы башҡа һөнәрселәрҙең берәйһенә дәғүәһе булһа, бының өсөн хөкөм йорттары һәм өлкә башлыҡтары бар. Бер-береһенә ана шунда барып ялыу итһендәр. 39 Тағы һорауҙарығыҙ булһа, һеҙ уларҙы законлы халыҡ йыйылышында күтәрә алаһығыҙ. 40 Беҙ хәҙер бөгөнгө ваҡиға өсөн фетнә сығарыуҙа ғәйепләнеү ҡурҡынысы алдында торабыҙ. Ә бит бындай йыйынды аҡларлыҡ һис бер дәлилебеҙ юҡ.

Шул һүҙҙәрҙе әйтеп ҡала башлығы йыйылышты таратты.

20

Павелдың Македонияға һәм Грецияға сәфәре

1 Боларыш туҡталғандан һуң Павел шәкерттәрҙе үҙ янына саҡырып алды, уларҙың күңелдәрен күтәрҙе һәм, һаубуллашып, Македония өлкәһенә китте. 2 Шул ерҙәрҙән үткәндә, иман тотоусыларҙы дәртләндереп, күп нәсихәттәр бирҙе. Павел Грецияла туҡталды. 3 Унда өс ай булғандан һуң һыу юлы менән Сүриәгә китергә тип торғанда, йәһүдтәр уға ҡаршы этлек ҡылырға һүҙ ҡуйышты. Шунлыҡтан ул Македония аша ҡайтырға тигән фекергә килде. 4 Уны Пирр улы вериялы Сосипатр, фессалоникаларҙан Аристарх һәм Секунд, Дервиянан Гай, шулай уҡ Тимофей һәм асиялылар Тихик менән Трофим оҙата барҙы. 5 Улар алдан китеп, беҙҙе Троада ҡалаһында көтөп торҙо. 6 Ә беҙ Сөсө күмәс байрамынан һуң Филиптан һыу юлы менән киттек һәм, биш көн тигәндә, улар янына Троадаға барып еттек. Беҙ унда ете көн булдыҡ.

Павелдың үлгән егетте терелтеүе

7 Аҙнаның беренсе көнөндә икмәк һындырып ашау йолаһына бергә йыйылдыҡ. Павел иман тотоусылар менән әңгәмә ҡороп ултырҙы һәм, икенсе көндө китергә ниәтләгәнлектән, һөйләшеү төн уртаһына тиклем һуҙылды. 8 Беҙ йыйылған өҫкө ҡаттағы бүлмәлә күп яҡтыртҡыстар яна ине. 9 Павел һөйләгән ваҡытта тәҙрә төбөндә ултырған Евтих исемле йәш егетте йоҡо баҫты һәм ул, йоҡлап китеп, өсөнсө ҡаттан йығылып төштө. Уны күтәреп алдылар – ул үле ине.

10 Павел урамға сығып егетте эйелеп ҡосаҡланы ла:

– Борсолмағыҙ, уның йәне үҙендә әле, – тине.

11 Павел, йәнә бүлмәгә күтәрелеп, икмәк һындырып ашаны, унан тағы бик оҙаҡ, таң атҡансы шәкерттәр менән һөйләшеп ултырғандан һуң, иртә таңдан юлға сыҡты. 12 Ә теге йәш егетте өйөнә алып киткәндә, ул тере ине. Был хәлгә бар кеше ҡыуанды.

Павелдың Милит ҡалаһына китеүе

13 Беҙ карапҡа ултырып Асс ҡалаһына табан юл алдыҡ, унда Павел үҙен ултыртып алырға ҡушҡайны. Үҙе иһә ҡоро ерҙән барырға һәм шул ҡалала беҙгә ҡушылырға булды. 14 Асс ҡалаһында осрашҡас, Павелды алып, Митилина ҡалаһына барҙыҡ. 15 Унан киткәндең икенсе көнөндә Хиос утрауы ҡаршыһында туҡталдыҡ, ә иртәгәһен Самос утрауында инек һәм тағы бер көндән Милит ҡалаһына килеп еттек. 16 Павел, Асия өлкәһендә тотҡарланмаҫ өсөн, Ефесты ситләтеп уҙырға булды, сөнки ул мөмкинлек булғанда Уңыш байрамы еткәнсе Иерусалимға барып етергә ашыға ине. 17 Ул, Милиттан Ефесҡа кешеләр ебәреп, берҙәмлектәге өлкәндәрҙе саҡыртты. 18 Улар килеп еткәс:

– Асия өлкәһендә һеҙҙең менән беренсе көндән үк нисек йәшәгәнемде үҙегеҙ беләһегеҙ, – тине уларға. – 19 Ҙур күндәмлек менән һәм күҙ йәштәремде күп түгеп, йәһүдтәрҙең яуыз ниәттәре арҡаһында килеп тыуған һынауҙар эсендә Раббыға хеҙмәт иттем. 20 Һеҙгә файҙалы булырҙай бер нәмәне лә бәйән итмәй ҡалдырманым, һеҙҙе халыҡ алдында ла, өйҙән-өйгә йөрөп тә өйрәттем. 21 Тәүбә итеп Аллаға табан боролоуҙың һәм Раббыбыҙ Ғайсаға инаныуҙың зарурлығы тураһында йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла етди рәүештә иғлан иттем.

22 Ә хәҙер, Рух ихтыярына буйһоноп, Иерусалимға барам. Мине унда нимә көтә? Мин белмәйем. 23 Фәҡәт шуны беләм: бөтә ҡалаларҙа мине бығауҙар һәм хәсрәт көтә. Изге Рух шулай раҫлай. 24 Ләкин минең өсөн үҙ тормошомдоң ҡәҙере юҡ, тик хеҙмәтемде һәм Раббы Ғайсанан ҡабул итеп алған эште – Алланың мәрхәмәте тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәз итеү вазифаһын теүәлләп ҡуйырға теләйем.

25 Хәҙер беләм: һеҙҙең арағыҙҙа йөрөп, Алла Батшалығын вәғәзләүемде ишеткән һәммәгеҙ ҙә мине бүтәнсә күрмәҫ. 26 Шуға күрә бөгөн һеҙгә әйтәм: әгәр берәйегеҙ һәләк булһа, бында минең ғәйебем юҡ. 27 Мин һеҙгә Алланың ихтыярын тулыһынса бәйән иттем.

28 Шулай итеп, үҙегеҙ һәм Изге Рух һеҙҙе көтөүсе итеп ҡуйған көтөү тураһында ҡайғыртығыҙ. Үҙ Улының ҡаны аша Алла Үҙенеке иткән берҙәмлеккә көтөүселәр булығыҙ. 29 Мин киткәндән һуң арағыҙға көтөүгә ҡарата рәхимһеҙ, аяуһыҙ бүреләрҙең киләсәген беләм. 30 Иман тотоусыларҙы үҙҙәренә эйәртеү өсөн һеҙҙең арағыҙҙан да ялған һөйләүселәр сығасаҡ. 31 Шуға күрә һаҡ булығыҙ, өс йыл буйы һеҙҙең һәр берегеҙгә күҙ йәштәрем аша көнө-төнө биргән нәсихәттәремде хәтерегеҙҙән сығармағыҙ. 32 Хәҙер һеҙҙе Алла ҡулына һәм Уның мәрхәмәтенә тапшырам. Уның һүҙе һеҙҙе тағы ла нығытырға һәм мираҫ аласаҡ барса изге ителгәндәр араһында үҙегеҙгә урын бирергә һәләтле.

33 Мин һис кемдең алтын-көмөшөнә лә, кейеменә лә ҡыҙыҡманым. 34 Үҙегеҙ беләһегеҙ, минең ихтыяждарымды һәм янымда булғандарҙың хәжәттәрен бына ошо ҡулдарым ҡәнәғәтләндерҙе. 35 Раббы Ғайсаның: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк», – тигән һүҙҙәрен иҫтә тотоп, тырышлыҡ һалып хәлһеҙҙәргә ярҙам итеү фарыз. Шулай эшләргә кәрәклекте мин һәр эштә күрһәттем, – тине Павел.

36 Һөйләп бөткәс, тубыҡланып, улар менән бергә доға ҡылды. 37 Бөтөнөһө илап, Павелды ҡосаҡлап үпте. 38 Бигерәк тә уның «Мине ҡабат күрмәҫһегеҙ инде» тигән һүҙҙәренә ҡайғырҙылар. Бынан һуң уны карапҡаса оҙата барҙылар.

21

Павелдың Милиттан Иерусалимға барыуы

1 Беҙ, улар менән һаубуллашып, юлға сыҡтыҡ һәм туп-тура Кос утрауындағы ҡалаға килдек. Икенсе көндө Родоста, унан Патара утрауында булдыҡ. 2 Унда Финикия өлкәһенә барыусы карапты табып ултырҙыҡ та ҡуҙғалып киттек. 3 Кипр утрауын көньяғынан урап үтеп, Сүриә өлкәһенә табан йөҙҙөк. Тирҙа туҡталыш яһаныҡ, сөнки унда караптан йөк бушатылырға тейеш ине.

4 Шәкерттәрҙе эҙләп тапҡандан һуң, яндарында ете көн булдыҡ. Улар, Рух күрһәтеүенән сығып, Павелды Иерусалимға бармаҫҡа киҫәтте. 5 Китер ваҡыт еткәс, юлға сыҡтыҡ. Барлыҡ иман тотоусылар ҡатындары һәм балалары менән беҙҙе ҡала ситенә тиклем оҙата барҙы, ә яр буйына килеп еткәс, бөтәбеҙ бергә тубыҡланып доға ҡылдыҡ. 6 Хушлашҡандан һуң беҙ карапҡа ултырҙыҡ, ә улар өйҙәренә ҡайтып китте.

7 Юлыбыҙҙы дауам итеп, Птолемаида ҡалаһына килеп төштөк. Унда имандаштар янына барып, улар менән бер көн булдыҡ. 8 Ә икенсе көндө Павел менән беҙ Кесарияға килдек һәм Иерусалимда һайланған ете ярҙамсының береһе, Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыусы Филиптың өйөндә туҡталдыҡ. 9 Уның Алла һүҙҙәрен иғлан итеүсе пәйғәмбәр ҡыҙҙары – кейәүгә сыҡмаған дүрт ҡыҙы бар ине.

10 Беҙ килеүгә бер нисә көн уҙғас, Йәһүҙиәнән Агав исемле бер пәйғәмбәр пәйҙә булды. 11 Ул беҙҙең янға килеп, Павелдың билбауын алып, үҙенең аяҡ-ҡулын бәйләне.

– Изге Рух: «Иерусалимдағы йәһүдтәр был билбауҙың эйәһен бына шулай бәйләйәсәк һәм уны мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ», – тип әйтә, – тине Һағәб.

12 Быны ишеткәс, беҙ һәм унда булған башҡа кешеләр Павелдың Иерусалимға бармауын үтендек. 13 Әммә ул:

– Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Ниңә илайһығыҙ һәм минең йөрәгемде телгеләйһегеҙ? Мин Раббы Ғайса исеме хаҡына Иерусалимда тотҡон булырға ғына түгел, үлергә лә әҙермен, – тип яуап бирҙе.

14 Беҙ иһә, уны күндерә алмағас, тынысланып:

– Раббының ихтыярынса булһын! – тинек.

15 Кесарияла бер ни тиклем ваҡыт үткәргәс, йыйынып, Иерусалимға киттек. 16 Беҙҙең менән бергә Кесариянан бер нисә шәкерт тә барҙы. Улар беҙҙе күптән иманға килгән кипрлы Мнасон атлы шәкерт янына, беҙ туҡталасаҡ өйгә алып барҙы.

Павел Яҡуб янында

17 Иерусалимға килгәс, имандаштар беҙҙе шатланып ҡабул итте. 18 Икенсе көндө Павел Яҡуб янына килде. Беҙ ҙә уға эйәреп барҙыҡ. Унда барлыҡ берҙәмлек өлкәндәре йыйылғайны. 19 Павел уларҙы сәләмләгәндән һуң, үҙенең хеҙмәте аша Алланың башҡа халыҡтар араһында ниҙәр эшләгәнлеге тураһында ентекләп һөйләп бирҙе. 20 Уны тыңлағас, ундағылар Алланы данлап Павелға:

– Беләһеңме, имандаш, – тинеләр, – йәһүдтәр араһында инде нисә мең иманға килгән кеше бар. Уларҙың бөтәһе лә Муса ҡанунын бик ихлас яҡлай. 21 Һинең хаҡта уларға, һин, йәнәһе, бүтән халыҡтар араһында йәшәгән барлыҡ йәһүдтәрҙе улдарын сөннәткә ултыртмаҫҡа һәм йәһүд халҡының йолаларын тотмаҫҡа өндәп, Муса ҡанунынан баш тартырға өйрәтәһең икән, тип әйткәндәр. 22 Нимә эшләргә? Әлбиттә, улар һинең килеүеңде ишетер. 23 Шуға күрә, кәңәшебеҙ шул: беҙҙә нәҙер әйткән дүрт кеше бар. 24 Улар менән бергә таҙарыныу йолаһын үтә. Сәстәрен алдыра алһындар өсөн, уларҙың сығымдарын үҙ өҫтөңә ал. Бөтәһе лә һинең хаҡта ишеткәндәренең дөрөҫ түгеллеген һәм үҙеңдең дә ҡанунға буйһоноп йәшәүеңде күрер.

25 Ә инде Ғайса Мәсихкә инанған башҡа халыҡ кешеләренә килгәндә, беҙ уларға үҙебеҙҙең ҡарарҙы әйтеп хат яҙҙыҡ. «Ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡтан, ҡандан, быуып үлтерелгән хайуан итенән һәм енси аҙғынлыҡтан тыйылығыҙ», – тинек уларға.

26 Шулай итеп, икенсе көндө теге кешеләрҙе үҙе менән алып, Павел улар менән бергә таҙарыныу йолаһын үтте. Шунан һуң Алла Йортона инде. Унда ул таҙарыныу көндәренең ҡасан тамам буласағы һәм ҡасан уларҙың һәр береһе өсөн ҡорбан килтереләсәге хаҡында иғлан итте.

Павелдың ғибәҙәтханала ҡулға алыныуы

27 Ете таҙарыныу көнө үтте тигәндә Асия өлкәһенән килгән бер нисә йәһүд, Павелды Алла Йортонда күреп, уға ҡаршы бөтә халыҡты ҡотортто. Уны тотоп алып:

28 – Израилдәр, ярҙам итегеҙ! Бөтөн ерҙә беҙҙең халыҡҡа, ҡанунға һәм был урынға ҡаршы өйрәтә торған кеше ошо. Өҫтәүенә, йәһүд булмағандарҙы Алла Йортона алып килеп, был изге урынды мәсхәрә итте, – тип ҡысҡырҙылар.

29 Улар уны элегерәк ҡалала Ефес кешеһе Трофим менән бергә күргәнлектән: «Павел уны Алла Йортона ла алып ингән», – тип уйлайҙар ине.

30 Бөтә ҡалала ығы-зығы ҡупты, төрлө яҡтан халыҡ йыйылды. Павелды Алла Йортонан һөйрәп алып сыҡтылар ҙа, шунда уҡ ҡапҡаларҙы бикләп ҡуйҙылар. 31 Улар уны үлтерергә тырышҡан мәлдә, ғәскәриҙәр башлығына бөтә Иерусалимда башланған буталыш тураһында хәбәр иттеләр. 32 Ул шунда уҡ, ғәскәриҙәр һәм йөҙбашылар менән бергә, халыҡ йыйылған ергә йүгерҙе. Кешеләр, башлыҡты һәм ғәскәриҙәрҙе күреп, Павелды туҡмауҙан туҡтаны. 33 Ғәскәриҙәр башлығы яҡыныраҡ килеп Павелды ҡулға алырға, уны ике сылбыр менән бығауларға әмер бирҙе.

– Был кеше кем һәм ул нимә эшләне? – тип һораны ул.

34 Халыҡ араһында берәүҙәр бер нәмә, икенселәре башҡа нәмә ҡысҡыра башланы. Ғәскәриҙәр башлығы бындай шау-шыуҙа эштең ниҙәлеген белә алманы, шунлыҡтан Павелды нығытмаға алып барырға ҡушты. 35 Улар баҫҡысҡа килеп еткәндә, халыҡ ҡыҫырыҡлағанлыҡтан, ғәскәриҙәргә Павелды күтәреп барырға тура килде. 36 Халыҡ төркөмө:

– Үлем уға! – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра эйәреп барҙы.

37 Нығытма ишектәренә яҡынлашҡас, Павел ғәскәриҙәр башлығына:

– Һиңә бер нәмә әйтергә мөмкинме? – тине.

– Һин грекса беләһең икән дә баһа! – тип ғәжәпләнде теге. – 38 Тимәк, элегерәк фетнә күтәреп, дүрт мең юлбаҫарҙы сүлгә алып сыҡҡан Мысыр кешеһе һин түгел?

39 – Мин – йәһүд, Киликия өлкәһендәге арыу уҡ танылған Тарс ҡалаһынан. Үтенәм, халыҡҡа һөйләргә рөхсәт ит, – тине Павел уға.

40 Ғәскәриҙәр башлығы рөхсәт бирҙе. Павел баҫҡыста торған килеш халыҡҡа ишара яһаны. Тәрән тынлыҡ урынлашты һәм Павел йәһүд телендә һөйләй башланы.

22

Павелдың Иерусалимда һөйләгән телмәре

1 – Атайҙар һәм ағай-эне! Үҙемде яҡлап бер нисә һүҙ әйтергә рөхсәт итегеҙ, – тине Павел.

2 Уның үҙҙәре менән йәһүд телендә һөйләшкәнен ишетеп, халыҡ тынып ҡалды.

3 – Мин – йәһүд, – тине ул. – Киликияның Тарс ҡалаһында тыуҙым, Иерусалимда тәрбиәләндем. Хөрмәтле Гамалиилдың шәкерте булып, атайҙар ҡанунына ентекләп өйрәтелдем. Мин дә, бөгөнгө һеҙҙең һәммәгеҙ кеүек үк, Аллаға бик ныҡ бирелгән кеше.

4 Мин был юлдан барыусыларҙы үлемгә еткергәнгә тиклем эҙәрлекләнем, ир-атты ла, ҡатын-ҡыҙҙы ла бығаулап төрмәләргә ташлаттым. 5 Бының шулай икәнлеген баш рухани һәм аҡһаҡалдар кәңәшмәһе раҫлай ала. Мин уларҙан Дамаскыла йәшәүсе йәһүдтәргә хат алып, шул юлдан барыусыларҙы язалау өсөн бығаулап Иерусалимға килтерергә тип, Дамаскыға бара инем.

6 Дамаскыға яҡынлашып килгәндә, көн уртаһындараҡ, ҡапыл күктән сағыу яҡтылыҡ төштө һәм тирә-яғым яҡтырып китте. 7 Мин ергә йығылдым һәм: «Савл, Савл! Ниңә һин Мине эҙәрлекләйһең?» – тигән тауыш ишеттем. 8 «Һин кем, Әфәнде?» – тип һораным. «Мин – һин эҙәрлекләгән назаралы Ғайса», – тине Ул миңә. 9 Минең менән бергә булған кешеләр яҡтылыҡты күрҙе, ләкин миңә Һөйләүсенең тауышын ишетмәне. 10 Мин Унан: «Әфәндем, миңә нимә эшләргә?» – тип һораным. «Тор ҙа Дамаскыға бар, унда һиңә билдәләп ҡуйылған барлыҡ эштәр тураһында әйтерҙәр», – тине миңә Раббы.

11 Көслө яҡтылыҡтан һуҡырайғанға күрә, минең менән булған кешеләр мине Дамаскыға етәкләп алып барҙы. 12 Дамаскыла йәшәүсе, бөтә йәһүдтәр араһында хөрмәтле, диндар һәм ҡанунға тоғро Анания исемле берәү 13 яныма килде лә: «Савл туған! Күҙҙәрең асылһын», – тине. Шунда уҡ күҙҙәрем асылды һәм мин уны күрҙем. 14 «Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙ ихтыярын белергә, Хаҡ булғанды күреп, Уның тауышын ишетергә һине алдан билдәләне, – тине Анания. – 15 Һин бөтә кешеләргә күргәндәреңде һәм ишеткәндәреңде һөйләп, Уның тураһында шаһитлыҡ ҡылырһың. 16 Шулай итеп, тағы нимә көтөргә? Тор ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үт, Раббыға мөрәжәғәт итеп, гонаһтарыңды йыуып төшөр», – тине ул.

17 Иерусалимға ҡайтып, Алла Йортонда ғибәҙәт ҡылған ваҡытта миңә илаһи күренмеш килде һәм мин 18 Раббыны күрҙем. Ул миңә: «Тиҙерәк бул, Иерусалимдан йәһәтерәк кит, сөнки бында Минең хаҡтағы шаһитлығыңды ҡабул итмәйәсәктәр», – тине. 19 «Раббым! – тинем мин. – Ғибәҙәтхананан-ғибәҙәтханаға йөрөп, Һиңә инанған кешеләрҙе төрмәгә ултыртыуым һәм туҡмауым хаҡында улар белә. 20 Һинең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыусы Стефандың ҡаны ҡойолған ваҡытта мин шунда инем. Мин уны үлтереүҙе хупланым, үлтереүселәрҙең кейемдәрен һаҡлап торҙом», – тип яуап бирҙем. 21 Раббы миңә: «Бар, Мин һине алыҫҡа, башҡа халыҡтар янына ебәрәм», – тине.

Павел – Рим гражданы

22 Ошо һүҙҙәрҙе әйткәнсе Павелды тыңланылар, ә унан:

– Был әҙәмде ер йөҙөнән юҡ итергә! Бындай кеше йәшәргә тейеш түгел! – тип ҡысҡыра башланылар.

23 Улар аҡыра-аҡыра кейемдәрен өҫкә күтәреп болғаны. Һауала туҙан туҙҙырҙылар . 24 Ғәскәриҙәр башлығы Павелды нығытмаға алып китергә әмер бирҙе. Уға ҡаршы шул тиклем аҡырыуҙарҙың сәбәбен белер өсөн, уны ҡамсылап һорау алырға бойорҙо. 25 Ләкин уны ҡайыштар менән бәйләгән саҡта Павел үҙ янында торған йөҙбашынан:

– Рим гражданын хөкөм итмәй тороп ҡамсыларға рөхсәт ителәме ни һеҙгә? – тип һораны.

26 Йөҙбашы, быны ишеткәс, ғәскәриҙәр башлығына барып:

– Һин нимә эшләйһең? Был бит Рим гражданы, – тине.

27 Шунан һуң ғәскәриҙәр башлығы Павел янына килде:

– Әйт әле миңә, һин Рим гражданымы?

– Эйе, – тине Павел.

28 – Мин иһә был гражданлыҡты күп аҡса түләп алдым, – тип яуап бирҙе ғәскәриҙәр башлығы.

– Ә мин шул гражданлыҡта тыуҙым, – тине Павел.

29 Һорау алырға теләүселәр шунда уҡ уның янынан ситкәрәк китте, ә ғәскәриҙәр башлығы, Павелдың Рим гражданы икәнен белгәс, уны бәйләргә ҡушҡаны өсөн ҡурҡыуға төштө.

Павел Юғары кәңәшмә алдында

30 Икенсе көндө, йәһүдтәрҙең Павелды ни өсөн ғәйепләүен аныҡ белергә теләп, ғәскәриҙәр башлығы баш руханиҙарға, Юғары кәңәшмә ағзаларының бөтәһенә лә йыйылырға әмер бирҙе һәм Павелды, бығауҙарын систереп, улар алдына баҫтырҙы.

23

1 Павел Юғары кәңәшмә ағзаларына ҡарап:

– Туғандар! – тине. – Бөгөнгө көнгәсә Алла ҡаршыһында саф выждан менән йәшәнем.

2 Иң баш рухани Анания Павел янында тороусыларға уның ауыҙына һуғырға ҡушты. 3 Павел уға:

– Эй һин, ағартылған диуар , һине Алла һуғасаҡ! Һин ҡанун буйынса мине хөкөм итергә тип ултыраһың, ә үҙең ҡанунға ҡаршы килеп, миңә һуғырға әмер бирәһең, – тине.

4 – Һин Алланың иң баш руханийын мыҫҡыл итәһеңме? – тинеләр уның янында тороусылар.

5 – Мин, туғандар, уның иң баш рухани икәнен белмәнем, – тине Павел. – Изге Яҙмала: «Үҙ халҡың менән идара иткән кеше тураһында насар һөйләмә», – тип яҙылған бит.

6 Бындағыларҙың бер өлөшө саддукейҙар, икенсе өлөшө фарисейҙар икәнлеген белгәндән һуң, Павел ҡысҡырып:

– Туғандар! Минең ата-бабаларым фарисей булған, үҙем дә фарисей. Мине үлеләрҙең терелеүенә өмөт бағлауым өсөн хөкөм итәләр, – тине.

7 Ул шулай тигәс тә фарисейҙар менән саддукейҙар араһында ҡаты бәхәс ҡупты һәм йыйылыш икегә бүленде. 8 Сөнки саддукейҙар үленән терелеү ҙә, фәрештәләр ҙә, рухтар ҙа юҡ тиҙәр, ә фарисейҙар быларҙың бөтәһенә лә ышана. 9 Ҙур ғауға ҡупты, фарисейҙарҙан булған ҡанун белгестәре ҡаты бәхәсләште.

– Беҙ был кешелә һис бер насарлыҡ күрмәйбеҙ. Бәлки уға рух йәки фәрештә әйткәндер, – тине улар.

10 Ыҙғыш көсәйгәнлектән, ғәскәриҙәр башлығы, Павелды өҙгөләп ташлауҙарынан ҡурҡып, ғәскәриҙәргә аҫҡа төшөп уны ундағы кешеләр араһынан алырға һәм нығытмаға илтергә әмер бирҙе.

11 Алдағы төндә Павел янына Раббы килде.

– Ныҡ бул! Иерусалимда Минең хаҡта нисек шаһитлыҡ ҡылған булһаң, Римда ла шулай шаһитлыҡ бирергә тейешһең, – тине Раббы.

Йәһүдтәрҙең Павелды үлтерергә һүҙ ҡуйышыуы

12 Көн тыуғас, ҡайһы бер йәһүдтәр бергә йыйылып яуыз ниәт ҡорҙо һәм Павелды үлтергәнгә тиклем ашамаҫҡа-эсмәҫкә ант итте. 13 Ант итеүселәрҙең һаны ҡырҡтан ашыу ине. 14 Улар баш руханиҙар һәм аҡһаҡалдар алдына барып:

– Беҙ Павелды үлтермәй тороп бер нәмә лә ашамаҫҡа тантаналы рәүештә ант иттек. 15 Ә һеҙ хәҙер, Юғары кәңәшмә менән бергә уның хаҡындағы эште теүәлерәк тикшерергә теләйбеҙ тигән булып, ғәскәриҙәр башлығынан уны янығыҙға сығарыуын һорағыҙ. Беҙ әҙер генә торорбоҙ ҙа уны юлда саҡта үлтерербеҙ, – тинеләр.

16 Павелдың һеңлеһенең улы, уларҙың яуыз ниәт ҡороуҙары тураһында ишетеп, нығытмаға барып быны Павелға еткерҙе. 17 Павел иһә, йөҙбашыларҙың береһен саҡырып:

– Был егетте ғәскәриҙәр башлығы янына алып бар, уның әйтәһе һүҙе бар, – тине.

18 Йөҙбашы егетте ғәскәриҙәр башлығы янына алып килде:

– Тотҡон Павел мине саҡырып алды ла, был егетте һинең яныңа килтереүемде һораны. Ул һиңә ниҙер әйтергә теләй.

19 Ғәскәриҙәр башлығы егетте ҡулынан тотоп ситкәрәк алып китте.

– Һин миңә нимә әйтергә теләйһең? – тип һораны унан.

20 – Йәһүдтәр, Павел хаҡындағы эште теүәлерәк тикшереү өсөн тигән булып, иртәгә һинән Павелды Юғары кәңәшмә алдына килтереүегеҙҙе һорарға һүҙ ҡуйышҡандар, – тип яуап бирҙе егет. – 21 Ләкин һин уларҙы тыңлама, сөнки Павелды үлтергәнгә тиклем ашамаҫҡа һәм эсмәҫкә ант иткән ҡырҡтан ашыу кеше уны һағалап тора. Улар инде Павелды үлтерергә әҙер, һеҙҙең һүҙегеҙҙе генә көтәләр.

22 Шунан һуң ғәскәриҙәр башлығы:

– Быны миңә һөйләүең тураһында бер кемгә лә әйтмә, – тип егетте ҡайтарып ебәрҙе.

Павелдың идарасы Феликсҡа ебәрелеүе

23 Ғәскәриҙәр башлығы ике йөҙбашын саҡырып алды. Уларға:

– Ике йөҙ йәйәүле, етмеш һыбайлы һәм ике йөҙ уҡсы ғәскәр әҙерләгеҙ. Улар киске сәғәт туғыҙҙа Кесарияға китһен. 24 Павелды ултыртып алып барырға ла аттар әҙер булһын. Уны идарасы Феликс янына хәүеф-хәтәрһеҙ алып барып еткерегеҙ, – тине 25 һәм ошондай йөкмәткеле хат яҙҙы:

26 «Клавдий Лисийҙан мөхтәрәм идарасы Феликсҡа сәләм!

27 Йәһүдтәр был кешене тотоп, үлтерергә йыйына ине. Мин, уның Рим гражданы икәнен белгәс, ғәскәриҙәр менән барып ҡотҡарып алып ҡалдым.

28 Аҙаҡ, уны ни өсөн ғәйепләүҙәрен белергә теләп, ул кешене йәһүдтәрҙең Юғары кәңәшмәһенә алып барҙым 29 һәм ғәйепләүҙең йәһүдтәр ҡанунына ҡағылышлы икәнлеген белдем. Әммә уны үлемгә йәки бығауларға дусар итерлек ғәйеп табып булманы. 30 Был кешегә ҡарата ҡорған яуыз ниәт тураһында ишеткәс, мин уны тиҙ арала һиңә ебәрҙем, ғәйепләүселәргә һинең алда уға ҡаршы фекерҙәрен әйтергә әмер бирҙем».

31 Шулай итеп, ғәскәриҙәр, үҙҙәренә бирелгән әмерҙе үтәп, төндә Павелды Антипатридаға алып китте. 32 Ә икенсе көндө, Павелды атлы ғәскәриҙәргә тапшырып, йәйәүлеләре нығытмаға кире ҡайтты. 33 Кесарияға барып еткәс, ғәскәриҙәр идарасыға хатты биреп, Павелды уның ҡарамағына тапшырҙы. 34 Идарасы хатты уҡып сыҡҡас, Павелдың ҡайһы өлкәнән булыуын һораны. Киликиянан икәнен белгәс, 35 был эште ғәйепләүселәр килгәс кенә тыңлаясағын әйтте. Ә Павелды Ирод һарайы төрмәһендә һаҡ аҫтында тоторға ҡушты.

24

Павелға ғәйеп ташлау

1 Биш көндән, Павелға идарасы алдында ғәйеп ташлау өсөн, иң баш рухани Анания аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгесе Тертулл исемле кеше менән бергә Кесарияға килде. 2 Павелды саҡыртып алғас, Тертулл ғәйепләү һүҙҙәрен башланы:

3 – Мөхтәрәм Феликс! Һинең етәкселегең аҫтында оҙаҡ ваҡыт тыныслыҡта йәшәүебеҙҙе һәм һин ҡайғыртҡанға күрә был халыҡтың хәле яҡшы яҡҡа үҙгәреүен һәр ваҡыт һәм һәр ерҙә күп рәхмәттәр менән таныйбыҙ, – тине ул. – 4 Һине оҙаҡ мәшәҡәтләмәҫ өсөн, беҙ әйтергә теләгән бер нисә һүҙҙе асыҡ күңел менән тыңлауыңды үтенәм.

5 Был кешене «йоғошло сир» тип таптыҡ. Ул Назара төркөмөнөң башлығы һәм бөтә донъяла йәшәүсе йәһүдтәр араһында боларыш ҡуптара. 6 Ул хатта Алла Йортон хурларға тырышты. Беҙ уны ҡулға алдыҡ . Беҙҙең уны нимәлә ғәйепләүебеҙҙе унан һорау алып белә алырһың, – тине Тертулл.

9 Йәһүдтәр:

– Эйе, шулай, – тип уның һүҙен раҫлап торҙо.

Павел Феликс алдында

10 Идарасы, һөйләргә мөмкин тип, Павелға ишара яһаны.

– Һинең был халыҡ өҫтөнән күп йылдар хөкөмдар булыуыңды белгәнгә, мин үҙемде шатланып яҡлаясаҡмын, – тине Павел. – 11 Аллаға табыныу өсөн Иерусалимға килгәнемә ун ике көндән дә артыҡ түгеллеген белә алаһың. 12 Алла Йортонда ла, ғибәҙәтханаларҙа ла, ҡалала ла улар минең берәй кеше менән бәхәсләшеүемде йәки халыҡ араһында фетнә таратыуымды күрмәне. 13 Үҙҙәре хәҙер миңә ташлаған ғәйептәрен дә иҫбат итә алмай. 14 Әммә һинең алда шуны таныйым: мин, улар айырым төркөм генә тип иҫәпләгән юлдан барып, аталарым Аллаһына хеҙмәт итәм, ҡанунға һәм пәйғәмбәрҙәр тарафынан яҙылғандарҙың бөтөнөһөнә ышанам. 15 Тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән тереләсәк тип, улар кеүек үк мин дә Аллаға өмөт бағлайым. 16 Шуға күрә һәр ваҡыт Алла алдында һәм кешеләр ҡаршыһында саф выждан менән йәшәргә тырышам.

17 Бер нисә йылдан һуң, үҙ халҡыма хәйер-саҙаҡа биреү һәм ярҙам итер өсөн, Иерусалимға ҡайттым. 18 Алла Йортонда таҙарыныу йолаһын үтеп, шул эштәрҙе башҡарған саҡта минең яныма халыҡ та йыйылмағайны, үҙем дә бер кемде лә борсоманым. 19 Миңә иһә Асия өлкәһендә йәшәүсе бер нисә йәһүд осраны. Ғәйепләрлек берәй сәбәптәре булһа, улар һинең ҡаршыңа килеп баҫырға һәм мине ғәйепләргә тейеш ине. 20 Йәки, Юғары кәңәшмә алдында торған сағымда, миндә ниндәй яуызлыҡ табыуҙары хаҡында бындағы кешеләр үҙҙәре әйтһен. 21 Мин унда булғанда: «Мине хәҙер үлеләрҙең тереләсәгенә ышаныуым өсөн хөкөм итәләр», – тип ҡысҡырып әйттем, башҡа бер ни ҙә эшләмәнем, – тине Павел.

22 Раббының юлы хаҡында ярайһы уҡ белгән Феликс:

– Һеҙҙең эшегеҙ тураһында ғәскәриҙәр башлығы Лисий килгәс ҡарар ҡылырмын, – тип тикшереү эшен кисектерҙе.

23 Ә йөҙбашына Павелды һаҡ аҫтында тоторға, ләкин дуҫтарының уға хеҙмәт күрһәтеүенә ҡамасауламаҫҡа, тигән әмер бирҙе.

Павел һаҡ аҫтында

24 Бер нисә көндән Феликс үҙенең йәһүд ҡатыны Друзилла менән килде һәм Павелды саҡыртып алды. Ул Павелдың Ғайса Мәсихкә инаныуы тураһында һөйләгәнен тыңланы.

25 Әммә Павел тәҡүә булыу, нәфсене тыйыу һәм буласаҡ хөкөм хаҡында һөйләгәндә Феликс ҡурҡыуға төштө.

– Хәҙергә етте, форсат тапҡас, һине саҡыртырмын, – тине ул.

26 Шул уҡ ваҡытта Павел уға аҡса бирер тип өмөт итте. Шунлыҡтан уны йыш ҡына саҡыртып, уның менән әңгәмә ҡороп ултырҙы. 27 Әммә ике йылдан Феликс урынына Порций Фест килде. Феликс, йәһүдтәргә ярарға тырышып, Павелды тотҡонлоҡта ҡалдырҙы.

25

Павелдың ҡайсар хөкөмөн талап итеүе

1 Өлкәгә килеп өс көн торғандан һуң, Фест Кесариянан Иерусалимға китте. 2 Баш руханиҙар һәм йәһүдтәрҙең башлыҡтары уның янына килеп, Павелды ғәйепләне. 3 Үҙҙәренә мәрхәмәт күрһәтеүҙе һорап, Павелды Иерусалимға саҡыртыуын үтенделәр. Ә үҙҙәре уны юлда үлтерергә һүҙ ҡуйышты. 4 Ләкин Фест Павелды Кесарияла һаҡ аҫтында тотоуҙарын һәм тиҙҙән үҙенең дә шул ҡалаға барасағын әйтте.

5 – Шулай итеп, – тине ул, – етәкселәрегеҙ минең менән барһын һәм, ул кешенең ғәйебе булһа, был турала әйтһен.

6 Иерусалимда аҙна-ун көн булғандан һуң Фест Кесарияға ҡайтты. Икенсе көндө ул хөкөм итеү урынына ултырҙы һәм Павелды алып инергә ҡушты. 7 Павел ингәс, Иерусалимдан килгән йәһүдтәр уны уратып алды һәм Уға ҡаршы күп ауыр ғәйептәр ташланы. Ләкин ул ғәйептәрҙе иҫбат итә алманылар.

8 – Мин йәһүдтәр ҡанунына ла, Алла Йортона ла, ҡайсарға ҡаршы ла һис ниндәй яманлыҡ ҡылманым, – тине Павел үҙен яҡлап.

9 Фест, йәһүдтәргә ярарға теләп, Павелдан:

– Иерусалимға барырға һәм унда был ғәйепләүҙәрҙе тикшереү өсөн минең хөкөм алдына баҫырға ризаһыңмы? – тип һораны.

10 – Мин ҡайсар хөкөмө алдында торам һәм эшем шунда ҡаралырға тейеш. Үҙең дә яҡшы белеп тораһың, мин йәһүдтәргә ҡаршы насар бер нәмә лә ҡылманым. 11 Әгәр ҙә нимәнелер дөрөҫ эшләмәйенсә үлемгә хөкөм итерлек эш ҡылғанмын икән, үлемдән баш тартмайым. Ә инде улар миңә ташлаған ғәйепләүҙәр дөрөҫ булмаһа, бер кем дә мине уларҙың ҡулына тотоп бирә алмай. Ҡайсарға мөрәжәғәт итергә теләйем, – тине Павел.

12 Фест, кәңәшселәре менән һөйләшеп алғас:

– Һин ҡайсарға мөрәжәғәт итергә теләнең, шуның өсөн ҡайсар янына китәсәкһең, – тине.

Павелдың Агриппа батша алдына килтерелеүе

13 Бер нисә көндән, Фесты тәбрик итеү өсөн, Агриппа батша менән Вереника Кесарияға килде. 14 Улар унда байтаҡ ҡына булғанлыҡтан, Фест батшаға Павелдың эшен тыңларға тәҡдим итте:

– Бында Феликс тотҡонлоҡта ҡалдырған бер кеше бар. 15 Мин Иерусалимда булған саҡта йәһүдтәрҙең баш руханиҙары һәм аҡһаҡалдары, уны хөкөм итеүҙе талап итеп, шикәйәт менән килде. 16 Мин уларға, римлыларҙа ғәйепләнеүсе ғәйепләүсе менән осрашмайынса һәм ғәйепләүгә ҡаршы үҙен яҡлай алыу мөмкинлеге булмайынса, кешене язаға тарттырыу ғәҙәте юҡлығы тураһында әйтеп бирҙем. 17 Улар бында килгәс, һис кисектермәйенсә, икенсе көндө үк хөкөм итеү урынына ултырҙым һәм ул кешене алып килергә әмер бирҙем. 18 Павелды уратып алған ғәйепләүселәр уның яуыз эштәрен әйтеп ғәйепләрҙәр, тип уйлағайным, ләкин быны эшләй алманылар. 19 Улар үҙҙәренең диндәренә ҡағылышлы мәсьәләләр тураһында, Павел тере тип раҫлаған ниндәйҙер үлгән Ғайса хаҡында бәхәсләшә инеләр. 20 Был мәсьәләне тикшерергә ҡыйынһынып, мин унан Иерусалимға барырға һәм был эш буйынса шунда хөкөм алдына баҫырға теләмәйме икәнлеге хаҡында һораштым. 21 Әммә ул император ҡарарын һораны һәм һаҡ аҫтында ҡалырға теләне. Шунлыҡтан мин уны ҡайсар янына ебәрелгәнсе һаҡ аҫтында тоторға ҡуштым, – тине Фест.

22 Агриппа Фестҡа:

– Ул кешене мин дә тыңларға теләр инем, – тине.

– Иртәгә һин уны тыңларһың, – тип яуапланы Фест.

23 Икенсе көндө Агриппа һәм Вереника тантаналы рәүештә хәрби етәкселәр һәм ҡаланың иң күренекле кешеләре менән бергә ултырыштар залына ингәс, Фестың әмере буйынса Павелды алып килделәр.

24 – Агриппа батша һәм бында ултырыусылар! – тине Фест. – Иерусалимда ла, бында ла күп йәһүдтәр бына ошо кешегә зарланды. Ул йәшәргә тейеш түгел, тип ҡысҡырҙы улар. 25 Әммә мин, ул үлемгә хөкөм ителерлек бер нәмә лә эшләмәгән, тип таптым һәм, ул үҙе императорға мөрәжәғәт итергә теләгәнлектән, уны ҡайсар янына ебәрергә булдым. 26 Ләкин уның хаҡында императорға нимә яҙырға ла белмәйем. Шуға күрә, тикшергәндән һуң яҙырлыҡ берәй нәмә булһын ине тип, мин уны һеҙҙең алдығыҙға, бигерәк тә, Агриппа батша, һинең ҡаршыңа килтерҙем. 27 Тотҡондоң ниндәй эштә ғәйепләнеүен күрһәтмәй тороп, уны ҡайсар янына ебәреү, минеңсә, уйламайынса ҡылған эш буласаҡ.

26

Павелдың Агриппа батша алдында тотҡан телмәре

1 Агриппа Павелға:

– Һиңә үҙеңде яҡлап һөйләргә рөхсәт ителә, – тине.

Шунан һуң Павел ҡулын күтәрҙе лә үҙен яҡлап һөйләй башланы:

2 – Агриппа батша! Бөгөн һинең алдыңда йәһүдтәрҙең бөтә ғәйепләүҙәренән үҙемде яҡлай алыуыма бәхетлемен. 3 Һин, йәһүдтәрҙең барлыҡ йолаларын һәм бәхәсле фекерҙәрен бик яҡшы белгәнлектән, мине түҙемлек менән тыңларһың, тип үтенәм.

4 Минең йәштән үк үҙ халҡым араһында йәшәгәнлегем һәм Иерусалимдағы тормошом бөтөн йәһүдтәргә тәүҙән үк билдәле. 5 Улар мине күптәнән белә һәм, теләһәләр, минең фарисейҙар төркөмөндә булғанлығым – динебеҙҙең иң талапсан тәғлимәтен тотоуым хаҡында шаһитлыҡ бирә алалар. 6 Хәҙер мин Алла тарафынан аталарыбыҙға бирелгән вәғәҙәнең үтәлеүен өмөт итеүем өсөн хөкөм алдында торам. 7 Беҙҙең ун ике ҡәбилә, ул вәғәҙәнең тормошҡа ашыуына өмөт бағлап, көнө-төнө Аллаға тырышып хеҙмәт итә. Агриппа батша, йәһүдтәр мине шул өмөт өсөн ғәйепләй. 8 Кешеләр, ниңә һеҙ Алланың үлеләрҙе терелтеүен ышанмаҫлыҡ эш тип һанайһығыҙ?

9 Дөрөҫ, мин үҙем дә назаралы Ғайсаға ышаныусыларға ҡаршы мөмкин булған бөтә нәмәне эшләргә кәрәк, тип уйлай торғайным. 10 Һәм Иерусалимда шулай иттем дә: баш руханиҙарҙан вәкәләт алып, күп изгеләрҙе төрмәгә ташлаттым, башҡалар уларҙы үлтергәндә ризалығымды белдерҙем. 11 Ғибәҙәтхананан-ғибәҙәтханаға йөрөп, күп тапҡырҙар уларҙы язаланым һәм Ғайсаға булған имандарынан баш тарттырырға тырыштым. Асыуым бик көслө булғанлыҡтан, ундайҙарҙы хатта сит ҡалаларҙа ла эҙәрлекләнем.

12 Тағы шундай маҡсат ҡуйып, баш руханиҙар тапшырған эш буйынса һәм уларҙың вәкәләте менән Дамаскыға барғанда, 13 көн уртаһындараҡ, эй батша, күктән төшкән бик көслө яҡтылыҡ күрҙем. Ҡояштан да сағыуыраҡ ул ут минең һәм юлдаштарымдың тирә-яғын яҡтыртты. 14 Беҙ бөтөнөбөҙ ергә йығылдыҡ, һәм мин бер тауыш ишеттем. Ул тауыш миңә йәһүд телендә: «Савл, Савл! Ниңә һин мине эҙәрлекләйһең? Осло таяҡҡа ҡаршы торһаң, үҙеңә зыян килтерерһең», – тине. 15 «Һин кем, Әфәнде?» – тип һораным мин. Ул миңә былай тине: «Мин – һин эҙәрлекләгән Ғайса. 16 Тор, аяҡтарыңа баҫ! Мин һине хеҙмәтсем итеп, шулай ук Мине күреүеңдең һәм һиңә тағы күрһәтәсәк нәмәләрҙең шаһиты итеп ҡуйырға килдем. 17 Һине йәһүд халҡынан да, башҡа халыҡтар ҡулынан да ҡотҡарам һәм шул башҡа халыҡтар янына ебәрәм. 18 Гонаһтары кисерелһен өсөн, Миңә булған ышаныстары арҡаһында изге ителгәндәр араһында урын алһындар өсөн, һин уларҙың күҙен асырға, уларҙы ҡараңғынан яҡтыға, Иблис хакимиәтенән Аллаға табан борорға тейешһең», – тине миңә Раббы Ғайса.

19 Шунлыҡтан, Агриппа батша, мин күктән килгән күренмешкә буйһондом 20 һәм тәүҙә Дамаск һәм Иерусалим кешеләренә, унан бөтә Йәһүҙиә ерендә йәшәүселәргә һәм йәһүд булмаған башҡа халыҡтарға вәғәз һөйләнем. Мин уларҙы тәүбә итеп Аллаға табан боролорға, тәүбәгә килеүҙәрен күрһәтә торған лайыҡлы эштәр ҡылырға саҡырҙым. 21 Алла Йортонда йәһүдтәр бына шуның өсөн мине тотоп алды һәм үлтерергә тырышты. 22 Ләкин, Алланың ярҙамы менән мин бөгөнгө көнгәсә ныҡ торҙом, олоһонан кесеһенәсә шаһитлыҡ бирҙем. Бары тик пәйғәмбәрҙәр һәм Муса алдан әйткән киләсәктә булаһы хәлдәр тураһында ғына һөйләнем. 23 Ә улар Мәсихтең ғазап сигергә тейешлеген һәм үленән беренсе булып тереләсәген, йәһүдтәрҙе һәм башҡа халыҡтарҙы яҡтыртыр тигән хәбәрҙе иғлан итәсәген әйткәйнеләр, – тине Павел.

24 Ул шулай тип үҙен яҡлағанда Фест көслө тауыш менән:

– Һин, Павел, аҡылдан шашҡанһың! Ҙур ғилемлек һине аҡылдан яҙҙыра, – тине.

25 – Мөхтәрәм Фест, – тине Павел. – Мин аҡылдан шашманым, мин айыҡ аҡыл менән хәҡиҡәт һүҙҙәре һөйләйем. 26 Батша былар тураһында белә һәм мин уның алдында ҡыйыулыҡ менән бәйән итә алам. Был эштәрҙең батшаның иғтибарынан ситтә ҡалмағанлығына шигем юҡ, сөнки уларҙың береһе лә йәшерен эшләнмәне. 27 Агриппа батша, пәйғәмбәрҙәргә ышанаһығыҙмы? Беләм, ышанаһығыҙ.

28 Агриппа:

– Һин мине шулай тиҙ генә мәсихсе итергә мөмкин тип уйлайһыңмы? – тине.

29 – Тиҙ генәме, юҡмы, – тине Павел, – һинең генә түгел, ә бөгөн мине тыңлаусыларҙың бөтәһенең дә минең кеүек булыуҙарын Алланан үтенеп һорайым. Әлбиттә, был бығауҙарҙан тыш.

30 Батша һәм идарасы, Вереника һәм улар менән бергә ултырыусылар урындарынан торҙолар 31 һәм, ситкәрәк китеп:

– Был кеше үлемгә йәки тотҡонлоҡҡа хөкөм итерлек һис ни эшләмәгән, – тип һөйләштеләр.

32 Агриппа Фестҡа:

– Ҡайсарға мөрәжәғәт ҡылырға теләмәгән булһа, был кешене азат итергә мөмкин булыр ине, – тине.

27

Павелдың Римға ебәрелеүе

1 Беҙҙе Италияға оҙатырға ҡарар ҡылынғас, Павелды һәм тағы бер нисә тотҡондо император полкының Юлий атлы йөҙбашына тапшырҙылар. 2 Беҙ Асия өлкәһе ярҙары буйлап бара торған, Адрамит ҡалаһынан килгән карапҡа ултырып йөҙөп киттек. Беҙҙең менән Фессалоника ҡалаһында йәшәүсе македон Аристарх та бар ине. 3 Икенсе көндө Сидон ҡалаһына килеп еттек. Юлий, Павелға кешелеклелек күрһәтеп, уға дуҫтары янына барырға һәм уларҙың хәстәрлегенән файҙаланырға рөхсәт итте.

4 Сидондан беҙ тағы диңгеҙгә сыҡтыҡ һәм, ел ҡаршы булғанлыҡтан, Кипрҙың елдән ышыҡ яғына табан йөҙөп киттек. 5 Киликия һәм Памфилия ярҙары буйлап диңгеҙҙе кистек һәм Ликия өлкәһендәге Миры ҡалаһына барып еттек. 6 Мирыла йөҙбашы Искәндәриәнән килгән һәм Италияға китәсәк карапты табып, беҙҙе шунда ултыртты. 7 Беҙ, әллә нисә көн буйы әкрен генә йөҙгәндән һуң, ауырлыҡ менән Книд ҡалаһы тапҡырына килеп еттек. Көслө ел арҡаһында был йүнәлештә барыу мөмкин булмағанға күрә, Салмона моронон уҙып, Криттың елдән ышыҡ яғына йүнәлдек. 8 Ҡыйынлыҡ менән яр буйлап йөҙөп, Яҡшы гавандәр тигән урынға килдек. Унан йыраҡ түгел ерҙә Ласея ҡалаһы урынлашҡайны.

Диңгеҙҙә дауыл ваҡытында

9 Байтаҡ ваҡыт үтте. Ураҙа көнө лә уҙып китте һәм, диңгеҙ буйлап юлды дауам итеү хәүефле булғанлыҡтан, Павел шундай кәңәш бирҙе:

10 – Әфәнделәр! Хәҙер диңгеҙҙә булыу йөк һәм карап өсөн генә түгел, ә үҙебеҙ өсөн дә ҡурҡыныс буласағын һәм ҙур зыян килтерәсәген күрәм.

11 Ләкин йөҙбашы Павелдың кәңәшенә ҡарағанда ҡойроҡ тотоусының һәм карап хужаһының һүҙенә күберәк ҡолаҡ һалды. 12 Гавань ҡыш үткәрергә яраҡлы булмағанлыҡтан, диңгеҙселәрҙең күбеһе унан китергә һәм, мөмкин булһа, Криттың көньяҡ-көнбайышы ла, төньяҡ-көнбайыш яғы ла елдән һаҡланыулы Финик гаваненә барып, шунда ҡышларға ҡарар ҡылды.

13 Көньяҡ еле иҫә башлағас, улар, инде теләгебеҙгә өлгәштек тип уйлап, якорь күтәрҙе, һәм беҙ Крит ярын яғалап йөҙөп киттек. 14 Әммә күп тә үтмәне, төньяҡ-көнбайыш еле тип аталған бик көслө ел ҡупты. 15 Ул беҙҙең карапты эләктереп үҙ ыңғайына йөҙҙөрөп алып китте. Карап елгә ҡаршы тора алманы. 16 Клавда тигән кескәй генә утрауҙың елдән ышыҡ яғына килеп сығып, ҡыйынлыҡ менән генә ҡотҡарыу кәмәһен урынлаштырып ҡуя алдыҡ. 17 Уны палубаға күтәргәс, арҡандарҙы карап аҫтынан үткәреп, карапты бәйләп ҡуйҙылар. Сирт тип аталған һай ергә ултырыуҙан ҡурҡып, елкәнде төшөрҙөләр һәм шул хәлдә диңгеҙ буйлап йөҙөп йөрөнөк. 18 Һаман көслө дауыл булғанлыҡтан, икенсе көндө йөктәрҙе диңгеҙгә ташлай башланылар. 19 Ә өсөнсө көндө үҙ ҡулдары менән диңгеҙгә карап йыһаздарын ырғыттылар. 20 Күп көндәр ҡояш та, йондоҙҙар ҙа күренмәгәс, көслө дауыл һаман дауам иткәс, ҡотолоуға бөтә өмөтөбөҙ юғалды.

«Берегеҙ ҙә һәләк булмаясаҡ»

21 Караптағы кешеләр байтаҡтан бирле бер ни ҙә ашамағайны. Павел улар араһына тороп баҫып:

– Әфәнделәр! Минең һүҙемде тыңларға һәм Криттан ҡуҙғалмаҫҡа кәрәк ине. Шулай иткән булһаҡ, был ҡыйынлыҡтар ҙа, юғалтыуҙар ҙа тыумаған булыр ине. 22 Ә хәҙер минең һеҙгә кәңәшем шундай: күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ, сөнки берегеҙ ҙә һәләк булмаясаҡ, карапты ғына юғалтасаҡһығыҙ, – тине. – 23 Уҙған төндә миңә үҙем инанып хеҙмәт иткән Алланың бер фәрештәһе күренде. 24 Ул: «Ҡурҡма, Павел! Һин ҡайсар алдында булырға тейешһең. Һинең менән булған кешеләрҙең бөтәһенә лә Алла тормош бүләк итә», – тине. 25 Бына шуға ла, әфәнделәр, күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ, мин Аллаға инанам, барыһы ла миңә әйткәнсә буласаҡ. 26 Беҙ ниндәйҙер утрауға барып сығасаҡбыҙ, – тине Павел.

27 Адриатика диңгеҙендә йөҙөп йөрөгәндә, ун дүртенсе төндөң урталары еткәс, диңгеҙселәр ҡоро ергә яҡынлашыуыбыҙҙы һиҙә башланы. 28 Улар тәрәнлекте үлсәне – егерме сажин, ә арыраҡта ун биш сажин самаһы ине. 29 Ташлы урынға барып бәрелеүҙән ҡурҡып, караптың ҡойроҡ яғынан дүрт якорь төшөрҙөләр һәм тиҙерәк көн тыуыуын теләп доға ҡылдылар.

30 Диңгеҙселәр, караптан ҡасырға теләп, морон тарафынан якорь төшөрөргә уйлайбыҙ, тигән һылтау менән диңгеҙгә кәмә төшөргәс, 31 Павел йөҙбашыға һәм ғәскәриҙәргә:

– Улар карапта ҡалмаһа, һеҙ ҡотола алмаясаҡһығыҙ, – тине.

32 Шунан һуң ғәскәриҙәр кәмә бауҙарын сабып өҙҙө, кәмә һыуға төшөп китте.

33 Көн тыуыр алдынан Павел һәммәһен ризыҡ ашарға ҡыҫтаны.

– Һеҙ бөгөн ун дүртенсе көн инде ҡазанан ҡотолоу көтәһегеҙ һәм һис ни ашамайһығыҙ. 34 Шунлыҡтан мин һеҙҙең ашауығыҙҙы үтенәм: был һеҙҙең ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн зарур. Берегеҙҙең дә башынан бер генә бөртөк тә сәсе төшмәҫ, – тине ул.

35 Шулай тигәс, Павел икмәкте ҡулына алып, Аллаға шөкөрана ҡылды һәм һындырып ашай башланы. 36 Был мәлдә бөтәһенең дә күңеле күтәрелде һәм улар ҙа ашарға ултырҙы. 37 Беҙ карапта бөтәһе ике йөҙ етмеш алты йән инек. 38 Ашап туйғас, диңгеҙселәр карапты еңеләйтеү өсөн, бойҙайҙы диңгеҙгә ташланы.

Караптың емерелеүе, кешеләр иҫән ҡалыуы

39 Көн тыуғас, диңгеҙселәр алдарындағы әлеге ерҙе таныманы, ләкин унда һөҙәк ярлы ниндәйҙер ҡултыҡ күрҙеләр һәм, булдырып булһа, карапты тап шул яр буйына йүнәлтергә ниәтләнеләр. 40 Якорҙарҙы сабып өҙҙөләр, караптың ҡойроғонда урынлашҡан бороу ишкәктәрен ысҡындырҙылар һәм алғы елкәнде ел ыңғайына көйләнеләр. Карап ярға табан юл алды, 41 ләкин ҡомға барып ултырҙы. Караптың мороно ҡуҙғатмаҫлыҡ булып батты, ә ҡойроҡ өлөшө тулҡын көсөнән емерелә башланы.

42 Ғәскәриҙәр, тотҡондарҙан берәйһе йөҙөп ҡасып китмәһен тип, уларҙы үлтерергә ниәтләне. 43 Әммә йөҙбашы, Павелды ҡотҡарып ҡалырға теләп, уларҙы туҡтатты һәм тәүҙә йөҙә белгәндәргә һыуға ырғырға һәм ярға сығырға ҡушты.

44 – Ҡалғандарығыҙ йә таҡталарға, йә караптағы берәй нәмәгә тотоноп йөҙөгөҙ, – тине.

Шулай итеп, барыһы ла ҡотолоп ергә сыҡты.

28

Павел Мальта утрауында

1 Иҫән-имен ярға сығып еткәс, утрауҙың Мальта тип аталыуын белдек. 2 Утрау кешеләре беҙгә ғәҙәттән тыш ҡунаҡсыллыҡ күрһәтте. Ямғыр яуа башлап, һалҡын булғанлыҡтан, улар усаҡ яғып ебәрҙе һәм бөтәбеҙҙе лә усаҡ янына саҡырҙылар. 3 Павел үҙе йыйып килтергән бер ҡосаҡ сыбыҡ-сабыҡты усаҡҡа һалды, уттан атылып сыҡҡан зәһәрле йылан уның ҡулына йәбешеп ҡалды. 4 Утрау кешеләре, ҡулында аҫылынып торған йыланды күреп, бер-береһенә:

– Был әҙәм кеше үлтереүсе булырға тейеш. Диңгеҙҙән ҡотолһа ла, ғәҙеллек алиһәһе уны иҫән ҡалдырманы, – тиештеләр.

5 Әммә Павел йыланды утҡа һелкеп төшөрҙө һәм әҙ генә лә йәрәхәтләнмәне. 6 Кешеләр, ул шешенә башлар йәки кинәт йығылып үлер, тип көттө. Ләкин оҙаҡ ҡына көткәндән һуң, уға һис ниндәй зарар теймәгәнен күреп, фекерҙәрен үҙгәрттеләр:

– Ул – ниндәйҙер бер илаһ.

7 Шул урындан йыраҡ түгел ерҙә утрау башлығы Публийҙың хужалығы урынлашҡайны. Ул беҙҙе үҙ өйөнә саҡырҙы һәм өс көн буйы дуҫтарса ҡунаҡ итте. 8 Публийҙың атаһы биҙгәк һәм эс ауырыуынан яфаланып ята ине. Павел инеп доға ҡылды ла, башына ҡулдарын ҡуйып, уны һауыҡтырҙы. 9 Был хәлдән һуң утрауҙағы бүтән ауырыуҙар ҙа Павел янына килде, улар ҙа һауыҡтырылды. 10 Утрауҙа йәшәүсе кешеләр беҙгә күп хөрмәт күрһәтте, ә китергә йыйынғас, кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итте.

Павелдың Римға килеүе

11 Мальта утрауында өс ай торғас, Искәндәриә ҡалаһынан килеп, ошо утрауҙа ҡышлаған Күк игеҙәктәре исемендәге карапҡа ултырып юлға сыҡтыҡ. 12 Сиракузы ҡалаһына еткәс, унда өс көн булдыҡ. 13 Унан, яр яғалап йөҙөп, Ригия ҡалаһына килдек. Икенсе көндө ел ыңғайына Путеол ҡалаһына еттек. 14 Ул ҡалала имандаштарыбыҙҙы осраттыҡ, улар беҙҙең бер аҙнаға үҙҙәре янында ҡалыуыбыҙҙы үтенде.

Шулай итеп беҙ Римға килеп еттек. 15 Ундағы имандаштар, беҙҙең хаҡта ишетеп, Аппий юлындағы баҙар майҙанына һәм Өс ҡунаҡхана ҡасабаһына тиклем етеп, беҙҙе ҡаршы алырға сыҡҡайны. Уларҙы күргәс, Павел Аллаға шөкөрана ҡылды, уның күңеле күтәрелде. 16 Рим ҡалаһында Павелға һаҡ аҫтында айырым йәшәргә рөхсәт ителде.

Павелдың Рим йәһүдтәре менән осрашыуы

17 Римға килеп өс көн торғандан һуң Павел йәһүдтәрҙең башлыҡтарын йыйып алды. Улар килгәс:

– Туғандар! Үҙ халҡыбыҙға йәки аталарыбыҙҙың йолаларына ҡаршы һис бер нәмә эшләмәһәм дә, мин Иерусалимда тотҡон булдым һәм римлылар ҡулына тапшырылдым, – тине. – 18 Улар, минән яуап алғас, үлемгә хөкөм итерлек бер ниндәй ҙә ғәйебем булмағанлыҡтан, азат итергә теләгәйне. 19 Әммә йәһүдтәр быға ҡаршы килгәс, мин ҡайсарға мөрәжәғәт итергә мәжбүр булдым, ләкин үҙ халҡымды нимәләлер ғәйепләү маҡсаты менән түгел. 20 Шуға мин һеҙҙе осрашып һөйләшергә саҡырҙым. Мин бит бына был бығауҙарға Израиль бағлаған өмөт өсөн һуғылдым, – тине Павел.

21 – Беҙ, – тине йәһүд башлыҡтары, – Йәһүҙиәнән һинең хаҡта хаттар ҙа алманыҡ, унан килгән имандаштарыбыҙ ҙа һинең хаҡта бер нәмә лә хәбәр итмәне һәм насар һүҙ һөйләмәне. 22 Хәйер, беҙ һинең фекерҙәреңде үҙеңдән ишетергә теләр инек, беҙгә билдәле булғанса, һәр ерҙә был төркөмгә ҡаршы һөйләйҙәр.

23 Улар яңы осрашыу тураһында килеште, һәм билдәләнгән көндө Павел йәшәгән өйҙә тәүҙәгенән дә күберәк кеше йыйылды. Ул иртәнән кискә тиклем Алла Батшалығы хаҡында аңлатты, Ғайса тураһында Муса ҡанунынан һәм пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан дәлилдәр килтереп, уларҙы ышандырырға тырышты. 24 Ҡайһы берҙәре уның һүҙҙәренә ышанды, ҡайһылары иһә ышанманы 25 һәм үҙ-ара килешә алмайынса таралыша башланы. Павел уларға былай тине:

– Изге Рух һеҙҙең аталарығыҙға Ишағыя пәйғәмбәр аша бына ниндәй дөрөҫ һүҙҙәр әйткән:

26 «Был халыҡ янына бар ҙа әйт:

Тыңларһығыҙ-тыңларһығыҙ – аңламаҫһығыҙ,

Ҡарарһығыҙ-ҡарарһығыҙ – күрә алмаҫһығыҙ.

27 Сөнки был халыҡтың йөрәген май баҫты.

Ҡолаҡтары көскә генә ишетә,

күҙҙәрен дә йомғандар.

Әгәр шулай булмаһа,

күҙҙәре менән күрерҙәр,

ҡолаҡтары менән ишетерҙәр ине,

йөрәктәре менән аңларҙар,

Миңә табан боролорҙар

һәм Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».

28 Шуға күрә һеҙгә мәғлүм булһын: йәһүд булмаған халыҡтарға Алланың ҡотҡарыуы тураһындағы хәбәр ебәрелгән һәм улар уны тыңлай .

30 Ә Павел үҙе түләп торған өйҙә ике йыл буйы йәшәне һәм янына килеүселәрҙең барыһын да ҡабул итте. 31 Ул ҡыйыу рәүештә һәм ҡаршылыҡһыҙ Алла Батшалығы тураһында һөйләне һәм Раббы Ғайса Мәсих хаҡында өйрәтте.