Павелдың Тимофейға яҙған икенсе хаты

1

1 Алла тарафынан беҙгә вәғәҙә ителгән Ғайса Мәсих менән берҙәм тормош тураһындағы хәбәрҙе еткереү өсөн Алла ихтыяры менән ебәрелгән илсе Павелдан 2 ҡәҙерле улым Тимофейға хат. Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән һиңә мәрхәмәт, шәфҡәт һәм именлек булһын.

Эскерһеҙ иман

3 Көнө-төнө доға ҡылып, һине туҡтауһыҙ иҫкә төшөргәндә, ата-бабаларым кеүек саф намыҫ менән үҙем дә хеҙмәт иткән Аллаға рәхмәт әйтәм. 4 Хушлашҡан саҡтағы күҙ йәштәреңде иҫкә төшөрәм дә, һине күргем килеп китә, ул ваҡытта үҙемдең дә күңелем шатлыҡ менән тулыр ине. 5 Лоида өләсәйеңдә һәм Евника әсәйеңдә булған һәм уларҙан һиңә күскән шундай уҡ эскерһеҙ иманды хәтерләйем дә, был имандың һиндә йәшәүенә ышанам. 6 Шуға күрә хәтереңә төшөрәм: өҫтөңә ҡулдарымды ҡуйған саҡта үҙеңә Алла тарафынан бирелгән рухи бүләкте үҫтер. 7 Алла беҙгә ҡурҡыу рухы түгел, ә ҡеүәт, мөхәббәт һәм айыҡ аҡыл биргән бит.

8 Шулай итеп, Раббыбыҙ тураһында шаһитлыҡ биреүҙән дә, Уның хаҡына тотҡон булған минән дә оялма; ә минең менән бергә Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына Алланың көс-ҡеүәтенә таянып ғазаплан. 9 Ул беҙҙе ҡылған эштәребеҙгә ҡарап түгел, ә Үҙенең ниәте һәм мәрхәмәте менән ҡотҡарҙы, изге тормошҡа саҡырҙы. Уның был мәрхәмәте донъя яратылғансы уҡ Ғайса Мәсих аша еткерелде. 10 Хәҙер беҙ был мәрхәмәтте Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсих килгәс күрҙек. Ул үлемде юҡ итте һәм Һөйөнөслө хәбәр аша йәшәү менән үлемһеҙлекте күрһәтте. 11 Мин ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүсе илсе һәм остаз итеп ҡуйылдым. 12 Шул сәбәпле мин әле төрмәлә ғазап сигәм, ләкин оялмайым, сөнки Кемгә инанғанымды беләм һәм Уның миңә ышанып тапшырғанды килгән көнөнә тиклем һаҡлай алырына ышанам. 13 Ғайса Мәсих аша бирелгән мөхәббәттә һәм иманда тороп, минән ишеткән хаҡ тәғлимәтте өлгө итеп тот. 14 Һиңә ышанып тапшырылған яҡшылыҡты күңелдәребеҙҙә йәшәгән Изге Рух ярҙамы менән һаҡла.

15 Асия өлкәһендәгеләрҙең бөтөнөһөнөң дә мине ташлап киткәнен беләһең. Фигелл менән Ермоген да улар араһында. 16 Онисифор ғаиләһенә Раббы шәфҡәт бирһен, ул күп тапҡыр күңелемде йыуатты, төрмәлә ултырыуымдан да оялманы. 17 Улай ғына ла түгел, Римға килгәс, ҙур тырышлыҡ һалып мине эҙләп тапты. 18 Раббы килгән көндә ул Уның ярҙамы менән Алла шәфҡәтен алһын. Уның Ефеста саҡта миңә нисек хеҙмәт иткәнен үҙең беләһең.

2

Ғайса Мәсихтең тоғро көрәшсеһе

1 Улым, һин Ғайса Мәсих аша бирелгән мәрхәмәткә таянып нығын. 2 Минән күп шаһиттар алдында ишеткәндәреңде башҡаларҙы ла өйрәтерлек ышаныслы кешеләргә ышанып тапшыр. 3 Өлөшөңә төшкән ғазаптарҙы Ғайса Мәсихтең тоғро көрәшсеһе һымаҡ үҙ өҫтөңә алырға әҙер бул. 4 Бер ниндәй хәрби хеҙмәткәр ҙә үҙен донъяуи мәшәҡәттәр менән бәйләмәй, ул фәҡәт етәксеһенә ярарға тырыша. 5 Шулай уҡ ҡағиҙәне тотмаған ярышыусы еңеү тажына лайыҡ булмай. 6 Тир түгеп эшләгән игенсе үҙенең хеҙмәт емешен беренсе булып алырға тейеш. 7 Мин әйткәндәр тураһында уйла. Раббы һиңә быларҙың барыһын да аңларға ярҙам итәсәк.

8 Дауыт нәҫеленән булған Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте иҫеңдә тот. Ул үленән терелтеп торғоҙолдо. Был хаҡта мин һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәрҙә әйтелә. 9 Ошо вәғәздәрем өсөн мин ғазап сигәм, мине хатта енәйәтсе һымаҡ бығаулап ҡуйҙылар. Ләкин Алла һүҙен бығаулап булмай. 10 Шуға ла Алла тарафынан һайланып алынғандар хаҡына, улар ҙа Ғайса Мәсих аша бирелгән мәңгелек дан менән ҡотолоу ала алһындар өсөн, барыһына ла түҙәм.

11 Уның менән үлгәнбеҙ икән,

Уның менән бергә йәшәрбеҙ.

12 Түҙәбеҙ икән,

Уның менән бергә батшалыҡ итербеҙ.

Унан баш тартабыҙ икән,

Ул да беҙҙән баш тартыр.

13 Беҙ тоғролоҡ һаҡламаһаҡ та,

Ул тоғро булып ҡалыр,

сөнки Ул Үҙенән баш тарта алмай, –

тигән һүҙҙәр хаҡ.

Лайыҡлы хеҙмәткәр

14 Быларҙы бөтә кешеләрҙең дә иҫенә төшөр, һәм, һүҙ бәхәсенә инмәһендәр өсөн, Алла алдында иҫкәрт, сөнки бәхәстәрҙең бер файҙаһы ла юҡ, улар тыңлаусыларҙы һәләкәткә илтә. 15 Алла алдында үҙеңде һыналған, намыҫлы хеҙмәткәр, хәҡиҡәт һүҙен тоғро өйрәтеүсе итеп күрһәтергә тырыш. 16 Ә Алланы һанға һуҡмаған буш һүҙҙәрҙән ситтә тор, сөнки уларҙы һөйләүселәр Алланан алыҫлаштыра, 17 ундай һүҙҙәр яман шеш кеүек таралыр. Именей менән Филит та шундайҙар араһында, 18 үлемдән терелеү булды инде, тип дөрөҫлөктән баш тартып, ҡайһы берәүҙәрҙең имандарын ҡаҡшаталар. 19 Ләкин Алла һалған нигеҙ ныҡлы, унда бындай һүҙҙәр яҙылған: «Раббы Үҙенекеләрҙе белә» һәм: «Раббының исемен телгә алған һәр кем яуызлыҡтан ситләшһен».

20 Ҙур йортта алтындан һәм көмөштән яһалған һауыттар ғына түгел, ағас менән балсыҡтан эшләнгәндәре лә бар; уларҙың ҡайһылары ҡәҙерләп тотонола, икенселәре көндәлек ҡулланылышта йөрөй. 21 Шулай итеп, кем үҙен бысраҡлыҡтан таҙарындыра, шул йорт хужаһы өсөн файҙалы, изгеләштерелгән һәм бөтөн яҡшы эштәргә лә яраҡлы һауыт кеүек буласаҡ.

22 Йәштәргә хас булған мауығыуҙарҙан ситтә тор, ә Раббыға саф намыҫ менән мөрәжәғәт итеүселәр менән бергә тәҡүәлеккә, иман, мөхәббәт, именлеккә ынтыл. 23 Наҙан кешеләрҙең аҡылһыҙ бәхәстәренән ситтә тор, уларҙың талаш ҡына тыуҙырыуҙарын беләһең. 24 Раббыға хеҙмәт итеүсе талашырға тейеш түгел. Ул бөтәһенә ҡарата ла яғымлы, өйрәтеүгә маһир, түҙемле булырға, 25 өйрәтеүҙәргә ҡаршы сығыусыларҙы ипле генә төҙәтергә тейеш, Алла тарафынан бәлки уларға ла хәҡиҡәтте танып белеү өсөн тәүбә бирелер, 26 шулай иткәндә, улар иҫкә килеп үҙ ихтыярына буйһондорған Иблис тоҙағынан ҡотолор.

3

Ахырызаман килгәндә боҙоҡ кешеләр артыр

1 Һин шуны бел: ахырызаман килгәндә ауыр ваҡыттар етер. 2 Үҙҙәрен генә яратҡан, аҡсаға табынған, тәкәббер, һауалы, әсе телле, ата-әсәһенә буйһонмаған, изгелекте баһалай белмәгән, тәҡүәһеҙ, 3 ҡаты бәғерле, кеше менән һыйыша алмаған, яла яғыусан, тотанаҡһыҙ, аяуһыҙ, яҡшылыҡҡа нәфрәтле, 4 хыянатсыл, дыуамал, ҡупыҡ, Алланы яратыуға ҡарағанда кәйеф-сафаға нығыраҡ бирелгән, 5 Аллаға ихлас табынған булып күренеп, иман көсөн кире ҡаҡҡан кешеләр артыр. Ундайҙарҙан алыҫ тор. 6 Ундайҙар өйҙәргә шым ғына үтеп инә һәм гонаһҡа батҡан, төрлө кәйеф-сафаға бирелгән бисәләрҙе үҙенә ылыҡтыра. 7 Бындай ҡатындар һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтыла, әммә бер ваҡытта ла хәҡиҡәткә төшөнә алмай. 8 Ианний менән Иамврий Муса пәйғәмбәргә ҡарышҡан кеүек, ошо аҡылдары боҙоҡ, ялған иманлы кешеләр ҙә хәҡиҡәткә ҡаршы сыға. 9 Әммә улар ҙур уңышҡа өлгәшә алмаҫ, сөнки уларҙың аҡылһыҙлығы, тегеләрҙеке кеүек үк, барыһына ла асылыр.

Иманыңда ныҡ тор

10 Ә һин минең өйрәтеүемдә лә, йәшәйешемдә, маҡсатымда, иманымда, сабырлығымда, мөхәббәттә, ҡаҡшамаҫлыҡта ла минән өлгө алдың. 11 Антиохияла, Иконияла, Листрала эҙәрлекләүҙәргә һәм ғазаптарға дусар булыуымды беләһең бит. Ниндәй эҙәрлекләүҙәр аша үттем, барыһынан да Раббы мине ҡотҡарҙы! 12 Әйткәндәй, Ғайса Мәсих менән берлектә булған тормош алып барырға, ысын иман менән йәшәргә теләгәндәрҙең бөтөнөһө лә эҙәрлекләнер. 13 Яуыздар һәм алдаҡсылар иһә, үҙҙәре лә яңылышып, кешеләрҙе лә юлдан яҙҙырып, уҫалланғандан-уҫаллана барыр. 14 Ә һин, эйә булған һәм инанған тәғлимәтеңде кемдән өйрәнгәнеңде белеп, артабан дауам ит. 15 Өҫтәүенә, Изге Яҙмаларҙы һин бала саҡтан уҡ беләһең бит, Ғайса Мәсихкә инаныу аша ҡотолорға улар һиңә аҡыл бирер. 16 Изге Яҙма тотош Алла тарафынан рухландырылған һәм өйрәтеү, фашлау, төҙәтеү, хаҡ тормош өсөн тәрбиәләүгә файҙалы, 17 шулай итеп, Алла кешеһе барыһына ла маһир һәм бөтөн яҡшы эшкә лә әҙер.

4

1 Тереләрҙе һәм үлеләрҙе хөкөм итәсәк Ғайса Мәсих Батша булып килер, шуға күрә Аллабыҙ һәм Ғайса Мәсих алдында һинән талап итәм: 2 Алла һүҙен вәғәзлә, быны уңайлы ла, уңайһыҙ ҙа ваҡытта эшләргә әҙер тор, гонаһтарҙы фаш ит, иҫкәрт, өйрәткәндә һәр ваҡыт сабырлыҡ менән өгөтлә. 3 Шундай ваҡыт килер, хаҡ тәғлимәтте тыңламайынса, фәҡәт үҙҙәренең күңеленә ятҡан һүҙҙәрҙе һөйләгән вәғәзләүселәрҙе үҙ теләктәре буйынса һайлап алырҙар; 4 улар хәҡиҡәтте инҡар итеп, уйҙырма хәбәрҙәр тыңлар. 5 Һин бөтөн нәмәгә лә һиҙгер, ҡайғыларға түҙемле бул, Һөйөнөслө Хәбәр вәғәзләүеңде дауам ит, хеҙмәтеңде камил рәүештә башҡар.

Павелдың хеҙмәте

6 Минең ҡаным оҙаҡламай ҡорбан булып түгелер, был донъянан китер ваҡытым етте. 7 Мин яҡшы көрәш алып барҙым, аҙағына тиклем был юлды үтеп, иманымды һаҡланым; 8 ә хәҙер хаҡлыҡтың еңеү тажы көтә. Уны, көнө еткәс, ғәҙел Хөкөмдар Раббы тапшырасаҡ, миңә генә түгел, Уның килеүен һағынып көткәндәрҙең бөтөнөһөнә лә бирер.

Кәңәштәр һәм үтенестәр

9 Минең янға мөмкин тиклем тиҙерәк килергә тырыш, 10 сөнки Димас был донъяны өҫтөн күреп, мине ташлап Фессалоникаға юлланды, Крискент – Галатияға, Тит Далматияға китте, 11 янымда Лука бер үҙе генә ҡалды. Үҙең менән бергә Маркты ла алып кил, ул миңә хеҙмәтемдә ярҙам итә алыр. 12 Тихикты мин Ефесҡа ебәрҙем. 13 Килгән саҡта Троада ҡалаһында Карптарҙа ҡалдырған сәкмәнемде һәм яҙмаларымды, бигерәк тә күнгә яҙылғандарын, алып кил. 14 Баҡыр ҡойоу оҫтаһы Искәндәр миңә күп яуызлыҡ эшләне. Раббы уға ҡылған эштәренә ҡарап түләр. 15 Һин үҙең дә унан һаҡлан, сөнки ул беҙ һөйләгәндәргә ҡырҡа ҡаршы килгәйне.

16 Хөкөм алдында тәү тапҡыр яуап тотҡанда, янымда береһе лә булманы, бөтөнөһө лә ташлап китте. Был уларға ғәйеп һаналмаһын. 17 Раббы иһә янымда булды һәм, Һөйөнөслө Хәбәр минең аша тулыһынса иғлан ителһен һәм бар халыҡтарға ишетелһен өсөн, миңә ҡеүәт бирҙе, арыҫлан ауыҙынан ҡотҡарҙы. 18 Раббы мине бөтөн яуызлыҡтарҙан йолоп алыр һәм Үҙенең Күктәге Батшалығы өсөн һаҡлар. Уға мәңгенән мәңгегә дан булһын! Амин.

Өҫтәлмә сәләмдәр

19 Прискилла менән Акилаға һәм Онисифорҙар ғаиләһенә сәләмемде тапшыр. 20 Ераст Коринфта ҡалды; ауырып киткән Трофимды мин Милитта ҡалдырҙым. 21 Ҡыш еткәнсе килергә тырыш. Һиңә Еввул, Пуд, Лин, Клавдия һәм башҡа имандаштарың да сәләм ебәрә. 22 Раббыбыҙ һинең рухың менән. Уның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.