Павелдың Фессалоникалағы имандаштарға яҙған икенсе хаты
11 Фессалоникалағы имандаштар берҙәмлегенә, Атабыҙ Алла һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтеке булғандарға Павелдан, Силуандан һәм Тимофейҙан хат. 2 Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын!
Раббының ғәҙел хөкөм менән киләсәге
3 Беҙ, имандаштар, Аллаға һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт лайыҡлы рәүештә рәхмәттәр әйтергә тейешбеҙ, сөнки һеҙҙең иманығыҙ сикһеҙ арта бара һәм һәр берегеҙҙең үҙ-ара һөйөүе үҫә. 4 Шунлыҡтан, әле кисергән бөтөн эҙәрлекләүҙәр һәм бөтөн ғазаптар эсендә ҡаҡшамауығыҙ һәм һаҡлап ҡалынған тоғролоғоғоҙ өсөн Алла берҙәмлектәренең барыһы алдында ла һеҙҙең менән маҡтанабыҙ. 5 Быларҙың барыһы ла Алла хөкөмөнөң ғәҙел икәнлеген күрһәтә, һөҙөмтәлә һеҙ Алла батшалығына инергә лайыҡлы тип һаналырһығыҙ, шуның өсөн ғазаптар кисерәһегеҙ ҙә инде. 6 Алла ғәҙел: Ул һеҙҙе ғазаптарға дусар итеүселәргә яза бирер, 7 ә һеҙгә, яфа сигеүселәргә, беҙҙең менән бергә шатлыҡ бүләк итер. Был Раббы Ғайса күктән Үҙенең ҡеүәтле фәрештәләре менән ут ялҡынында килгәнендә һәм Алланы һанға һуҡмаған, Раббы Ғайса тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәргә ҡолаҡ һалмаған кешеләрҙе язаға тарттырғанында булыр. 9 Улар, Раббы янынан һәм Уның бөйөк ҡөҙрәтенән ситләтелеп, язаға, мәңгелек һәләкәткә дусар ителер. 10 Раббы Үҙенең изгеләренән дан алыу, Үҙенә инанғандарҙың барыһынан да маҡтау ҡабул итеү өсөн килгән көндә һеҙ ҙә улар араһында булырһығыҙ, сөнки беҙ һөйләгән хәбәргә ышандығыҙ.
11 Шуға күрә беҙ, Алла һеҙҙе Үҙе саҡырған мәңгелек тормошҡа лайыҡлы итһен, имандан килгән һәр яҡшы ниәтегеҙҙе Үҙенең көсө менән бойомға ашырһын тип, һеҙҙең өсөн гел доға ҡылабыҙ. 12 Шулай итеп, Раббы Ғайса һеҙҙең аша данланыр, һәм һеҙ үҙегеҙ ҙә Уның аша данланырһығыҙ. Был Аллабыҙ һәм Раббы Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте аша булыр.
2Ҡанунһыҙлыҡ кешеһе тураһында
1 Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең килеүе һәм Уның янына тупланыуыбыҙға килгәндә, имандаштар, үтенеп һорайбыҙ: 2 Раббының көнө етеүе тураһында Рухтан килгән кеүек тойолған хәбәргә лә, кемдер әйткән һүҙгә лә, йәнәһе беҙҙән тип еткерелгән хатҡа ла ышана һалып, аҡылығыҙҙы юғалтмағыҙ һәм борсолмағыҙ. 3 Бер кемгә лә бер нисек тә башығыҙҙы бутарға юл ҡуймағыҙ: сөнки тәүҙә кешеләр Алланан баш тартып, шунан Аллаға ҙур ҡаршылыҡ булмайынса һәм һәләкәткә дусар ителгән ҡанунһыҙлыҡ кешеһе килмәйенсә, Раббы көнө етмәйәсәк. 4 Ул, Алла йәки изге тип аталған бөтөн нәмәгә лә ҡаршы сығып, үҙен уларҙан юғары ҡуйып, Алла Йортона инеп ултырыр һәм үҙен Алламын тип иғлан итер. 5 Мин һеҙҙең янығыҙҙа булғанда, шул турала һөйләгәнде хәтерләмәйһегеҙме ни? 6 Үҙ ваҡытын көтөп, билдәле булыуҙан уны нимә тотҡарлағанын һеҙ инде беләһегеҙ. 7 Ҡанунһыҙлыҡтың йәшерен көсө хәрәкәттә инде, ләкин уны тотҡарлаусы юлдан алынмайынса, был көс бойомға ашмаясаҡ. 8 Ҡанунһыҙлыҡ кешеһе асылғандан һуң, Раббы Ғайса уны Үҙенең тыны менән үлтерер һәм Үҙе килгән саҡтағы балҡышы менән юҡ итер. 9 Ҡанунһыҙлыҡ кешеһе Иблис тәьҫире менән килер, ул ҡеүәтле көс, ялған билдәләр һәм мөғжизәләр күрһәтер, 10 төрлө яуыз ялғандар файҙаланыр. Ул быларҙы үҙҙәрен ҡотҡара алырлыҡ хәҡиҡәтте яратыуҙан ваз кисеп, кире ҡағыу арҡаһында һәләкәткә дусар ителгәндәргә ҡарата ҡулланыр. 11 Алла уларға ныҡ яңылышыуҙар ебәрер һәм улар ялғанға ышаныр, 12 шул арҡала, хәҡиҡәткә ышанмайынса, ғәҙелһеҙлектән кинәнеүселәр бөтөнөһө лә хөкөм ителер.
Ҡотҡарылыу өсөн һайланылғандар
13 Беҙ иһә һеҙҙең өсөн, Раббының ҡәҙерлеһе булған имандаштар, һәр ваҡыт Аллаға рәхмәтле булырға тейешбеҙ, сөнки Рухтың һеҙҙе изге итеүе һәм хәҡиҡәткә ышаныуығыҙ аша ҡотҡарыу өсөн Алла һеҙҙе тәүҙән һайланы. 14 Беҙ һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәр аша Алла һеҙҙе Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең шөһрәтенә өлгәшеү өсөн саҡырҙы. 15 Шуға күрә, имандаштар, ныҡ тороғоҙ, беҙ һеҙгә һөйләгән йәки хаттар аша өйрәткәндәрҙе тотоғоҙ.
16 Беҙгә мөхәббәтен күрһәткән, мәрхәмәте менән мәңгелек йыуатыу һәм яҡты өмөт биргән Раббы Ғайса үҙе һәм Атабыҙ Алла 17 һеҙҙең күңелдәрегеҙҙе йыуатһын, һәр төрлө яҡшы һүҙҙәр һөйләргә һәм изге эштәр башҡарырға ҡеүәт бирһен.
3Доға ҡылырға саҡырыу
1 Тағы ла шул, имандаштар, Раббы хәбәре башҡа ерҙәрҙә лә һеҙҙәге кеүек үк тиҙ таралһын һәм ихтирам ителһен, тип беҙҙең өсөн доға ҡылығыҙ, 2 боҙоҡ һәм яуыз кешеләрҙән арыныуыбыҙ өсөн дә доға ҡылығыҙ, сөнки бөтөн кешеләр ҙә иманлы түгел бит. 3 Ә Раббы тоғро, Ул һеҙгә ҡеүәт өҫтәр һәм һеҙҙе Иблистән һаҡлар. 4 Беҙ ҡушҡандарҙы башҡарыуығыҙға һәм киләсәктә лә үтәүегеҙгә Раббы беҙгә ышаныс бирә. 5 Ул һеҙҙең йөрәктәрегеҙҙе Алланы яратыуға һәм Мәсих кеүек ҡаҡшамаҫ булыуға йүнәлтһен.
Ялҡаулыҡ тураһында иҫкәртеү
6 Имандаштар, беҙҙең өйрәткәндәребеҙ буйынса йәшәмәйенсә, ялҡаулыҡҡа баш һалған һәр имандаштан ары тороғоҙ, тип Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме менән талап итәбеҙ. 7 Нисек йәшәргә кәрәклекте беҙҙең өлгө буйынса үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. Беҙ һеҙҙең менән йәшәгән саҡта ялҡауланманыҡ, 8 бер кемдең икмәген дә бушлай ашаманыҡ, берегеҙгә лә йөк булмаҫ өсөн, көнө-төнө эшләнек, көс түктек, 9 талап итергә хаҡыбыҙ булмаған кеүек түгел, ә беҙгә эйәреп эшләгеҙ тип, һеҙгә өлгө күрһәттек. 10 Янығыҙҙа булған сағыбыҙҙа уҡ, кем эшләргә теләмәй, шул ашамай, тигән бойороҡ бирҙек. 11 Беҙ ҡайһы берҙәрегеҙҙең эшләргә теләмәүе, ялҡауланыуы, фәҡәт кеше эшенә ҡыҫылып көн үткәреүе тураһында ишетеп торабыҙ бит. 12 Ундайҙарға беҙ, үҙ ризыҡтарын үҙҙәре баш баҫып эшләп тапһындар тип, Раббы Ғайса Мәсих исеменән талап итәбеҙ һәм өндәйбеҙ. 13 Һеҙ иһә, имандаштар, яҡшылыҡ эшләүҙән арымағыҙ.
14 Әгәр ҙә берәйһе был хатҡа яҙылған һүҙҙәребеҙгә ҡолаҡ һалмаһа, ул кешегә иғтибарығыҙҙы йүнәлтегеҙ һәм, уға оят булып китһен өсөн, уның менән аралашмағыҙ. 15 Ләкин ул кешене дошман тип иҫәпләмәгеҙ, ә имандашығыҙ һымаҡ иҫкәртегеҙ.
Сәләмдәр
16 Раббы Үҙе – именлек сығанағы, һеҙгә һәр ваҡыт һәм һәр төрлө эштә именлек бирһен. Раббы бөтөнөгөҙ менән бергә булһын. 17 Мин, Павел, был хаттың минән икәнлеген күрһәтеү өсөн, башҡа хаттарҙағы кеүек үк, сәләмләү һүҙҙәрен үҙ ҡулдарым менән яҙам. 18 Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте барығыҙ менән дә булһын.