Павелдың Коринфтағы имандаштарға яҙған икенсе хаты

1

1 Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Павелдан һәм имандашыбыҙ Тимофейҙан Коринфтағы имандаштар берҙәмлектәренә, шулай уҡ тотош Ахаия өлкәһендәге барлыҡ изгеләргә сәләм. 2 Һеҙгә Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек булһын.

Аллаға шөкөр итеү

3 Һәр яҡлап йыуатыусы Аллаға һәм шәфҡәтлелек күрһәтеүсе Атаға – Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһы һәм Атаһына дан! 4 Алла беҙҙе барлыҡ ҡайғыларыбыҙҙа йыуата. Шуға күрә Ул беҙгә биргән йыуаныс менән үҙебеҙ ҙә һәр төрлө ҡайғылары булғандарҙың күңелен күтәрә алабыҙ. 5 Беҙҙә Мәсих ғазаптары арта барған һайын, Уның аша йыуанысыбыҙ ҙа арта. 6 Ҡайғырабыҙ икән, был һеҙҙең күңелегеҙ күтәрелеүе һәм ҡотолоуығыҙ өсөн; йыуаныуыбыҙ ҙа һеҙҙең күңелегеҙ күтәрелеү хаҡына. Ә күңелегеҙ күтәрелеүе беҙ кисергән шул уҡ ғазаптарға һеҙгә лә түҙергә көс бирә. 7 Һеҙгә булған өмөтөбөҙ ныҡ, сөнки Мәсих ғазаптарын нисек уртаҡлашһағыҙ, Алла йыуанысын да шулай уртаҡлашҡанығыҙҙы беләбеҙ.

8 Имандаштар, Асия өлкәһендә кисергән михнәттәребеҙ тураһында белеүегеҙҙе теләйбеҙ. Беҙ түҙгәндәр көс етмәҫлек һәм сиктән тыш ауыр ине, хатта иҫән ҡалыуға ла өмөтөбөҙҙө юғалтҡайныҡ. 9 Үҙебеҙгә үҙебеҙ түгел, ә үлгәндәрҙе терелтеүсе Аллаға таяныу өсөн беҙ үҙебеҙҙе үлемгә хөкөм ителгәндәр кеүек хис иттек. 10 Алла беҙҙе үлем дәһшәтенән ҡотҡарҙы һәм тағы ла ҡотҡарасаҡ әле. Киләсәктә лә ҡотҡарасағына ышанып, Уға өмөт бағлайбыҙ, 11 тик ҡылған доғаларығыҙ менән һеҙ ҙә беҙгә ярҙам итеп тороғоҙ. Шул саҡта күптәрҙең доғаларына яуап итеп бирелгән мәрхәмәт бүләге хаҡына күптәр беҙҙең өсөн Аллаға рәхмәт уҡыр.

Ниәттәрҙең үҙгәреүе

12 Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө. 13 Беҙ бит һеҙ уҡый һәм аңлай алған нәмәләрҙе генә яҙабыҙ. Беҙҙе өлөшләтә аңлайһығыҙ инде, ә мин тулыһынса аңлауығыҙға өмөт бағлайым. Шул саҡ, беҙ һеҙҙең ғорурлығығыҙ булған кеүек, Раббыбыҙ Ғайса килгән көндә һеҙ ҙә беҙҙең ғорурлығыбыҙ икәнлеген аңлаясаҡһығыҙ.

15 Сәйәхәтем башында янығыҙға ошондай ышаныс менән барырға теләгәйнем. Шулай Алла фатихаһын һеҙгә ҡабатлап тапшырыр инем. 16 Һеҙҙең аша Македония өлкәһенә, Македониянан тағы һеҙгә килергә һәм һеҙҙең ярҙамығыҙ менән Йәһүҙиәгә барырға ниәтләнгәйнем. 17 Әллә бындай ниәт ҡороп, уйламайынса эш иттемме? Йә файҙа алыу маҡсаты менән бер үк ваҡытта «эйе» һәм «юҡ» тип әйтәмме? 18 Алла тоғролоғо хаҡ булған кеүек, һеҙгә тәүҙә «эйе», аҙаҡ иһә «юҡ» тип әйтмәйбеҙ. 19 Беҙ, йәғни мин, Силуан һәм Тимофей һеҙгә вәғәзләгән Алла Улы Ғайса Мәсихтә бер юлы «эйе һәм юҡ»ҡа урын юҡ, Унда «эйе» генә бар. 20 Сөнки Алла тарафынан бирелгән бөтә вәғәҙәләр Ғайса Мәсихтә – «эйе» тип раҫлана. Шуға күрә Алланы данлау өсөн беҙ әйтә торған «амин» да Уның аша әйтелә. 21 Алла, Мәсих менән берләштереп, һеҙҙе һәм беҙҙе Үҙе нығыта. Ул беҙгә зәйтүн майы һөртөп, 22 Үҙ мисәте менән тамғаланы, беҙгә биреләсәк нәмәләр өсөн йөрәктәребеҙгә ышаныслы билдә булараҡ Рух бирҙе.

23 Әгәр дөрөҫөн әйтмәһәм, Алла үҙемде һәләк итһен: мин Коринфҡа һеҙҙе ҡыҙғанғанға күрә бығаса барманым. 24 Был иһә иманығыҙ өҫтөнән хакимлыҡ итәбеҙ тигән һүҙ түгел, киреһенсә, беҙ шатланыуығыҙҙы теләп һеҙҙең менән бергә хеҙмәт итәбеҙ: сөнки һеҙ иманығыҙҙа ныҡ тораһығыҙ.

2

1 Шуға күрә был юлы минең килеүем һеҙҙең күңелегеҙҙе төшөрөргә тейеш түгел, тип ҡарар иттем. 2 Әгәр һеҙҙе көйөндөрәм икән, ул ваҡытта аҙаҡ мине кем һөйөндөрөр һуң? Эйе, көйөндөргән һеҙҙән башҡа мине кем һөйөндөрөр?! 3 Килгәс, ҡыуандырырға тейешле кешеләр мине көйөндөрмәһен өсөн, һеҙгә нәҡ шул турала яҙғайным да инде. Ҡыуанысымдың бөтөнөгөҙ өсөн дә уртаҡ ҡыуаныс булыуына ышанам. 4 Оло ҡайғы һәм йөрәк әрнеүе менән, күҙ йәштәремә мансылып яҙҙым мин уны, тик күңелегеҙҙе төшөрөргә тип түгел, ә һеҙгә булған көслө мөхәббәтемде белдерер өсөн.

Гонаһ ҡылған кешене кисереү

5 Кемдер берәү көйөндөргән икән, мине генә түгел, ә һеҙҙең бөтөнөгөҙҙө лә – һәр хәлдә ниндәйҙер кимәлдә (быны арттырып күрһәтмәҫ өсөн әйтәм) көйөндөргән. 6 Ундай кешегә күптәр биргән яза етә. 7 Әле иһә уны ғәфү итегеҙ һәм йыуатығыҙ. Юғиһә артыҡ ныҡ көйөнөү уны өмөтһөҙлөккә һалыр. 8 Шуның өсөн уға үҙ мөхәббәтегеҙҙе иҫбат итеүегеҙҙе үтенәм. 9 Һеҙгә мин теге хатты һынауҙы үтә алдығыҙмы, йәғни бөтөн нәмәлә лә тыңлаусанһығыҙмы икәнен белеү өсөн яҙҙым. 10 Һеҙ кемделер ғәфү итәһегеҙ икән, мин дә уны ғәфү итәм. Ғәфү иткәнемде (әгәр быға сәбәп ысынлап та булһа), мин Мәсих алдында һеҙҙең хаҡҡа ғәфү иттем. 11 Шулай итеп, Иблис хәйләлә беҙҙе уҙҙыра алмаҫ. Уның ниәттәрен беҙ бит беләбеҙ.

Павелдың борсолоуы

12 Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләргә тип Троада ҡалаһына килгәс, Раббы миңә ишектәрен асып ҡуйған булһа ла, 13 унда имандашым Титты таба алмағанлыҡтан, күңелем тыныслана алманы. Шуға күрә, имандаштар менән хушлашып, Македонияға юл алдым.

Мәсих илсеһенең хеҙмәте

14 Беҙҙе һәр ваҡыт Мәсихтең еңеүле тантаналы йөрөшөндә йөрөтөүсе һәм беҙҙең аша һәр ерҙә Мәсих хаҡында хуш еҫтәй белем таратыусы Аллаға рәхмәт яуһын. 15 Ҡотолоусылар араһында ла, һәләк булыусылар араһында ла беҙ – Мәсихтең Аллаға күтәрелгән хуш еҫе. 16 Берәүҙәргә беҙ – һәләкәткә илтеүсе үлем еҫе, ә икенселәргә – тереклек биреүсе йәшәүҙең хуш еҫе. Бындай эшкә кем һәләтле һуң? 17 Беҙ, күптәрҙән айырмалы рәүештә, Алла һүҙе менән һатыу итмәйбеҙ, ә Алла тарафынан ебәрелгән булараҡ, Уның Үҙе алдында Мәсих аша ихлас күңелдән вәғәзләйбеҙ.

3

Яңы килешеү хеҙмәтселәре

1 Һеҙгә үҙебеҙҙе яңынан маҡтап тәҡдим итергәме? Ҡайһы берәүҙәргә кәрәк булған кеүек, һеҙгә йәки һеҙҙән беҙгә хуплау хаттары кәрәкме ни? 2 Һеҙ үҙегеҙ – беҙҙең хатыбыҙ. Ул беҙҙең күңелдәребеҙгә яҙылған һәм уны бөтөн кешеләр таный һәм уҡый ала. 3 Һеҙҙең хеҙмәтебеҙ аша яҙылған Мәсих хаты булыуығыҙҙы барыһы ла күрә. Ул яҙа торған ҡара менән түгел, ә мәңге тере Алланың Рухы менән, таш таҡталарға түгел, ә кеше күңеленең таҡталарына яҙылған.

4 Алла алдында Мәсих аша бына шундай ышанысыбыҙ бар. 5 Был үҙебеҙҙән үҙебеҙ шулай һәләтле булғанға һәм нимәнелер үҙ иҫәбебеҙгә индергәндән түгел. Һәләтебеҙ Алланан килә. 6 Ул беҙгә яңы килешеү хеҙмәтселәре булыу һәләтен бирҙе. Яңы килешеү – яҙылған ҡанунға түгел, ә Рухҡа нигеҙләнгән, сөнки яҙылған ҡанун үлтерә, Рух иһә йәшәү бүләк итә.

7 Таштарға соҡоп яҙылған ҡанунға хеҙмәт итеүҙең үлем килтереүен хәтерләгеҙ. Ул шундай дан менән балҡып килгән, израилдәр Мусаның йөҙөнә, хатта уның балҡып торған даны юғалып барһа ла, ҡарай алмағандар. Был хеҙмәт шундай дан менән килгән икән, 8 Рух менән билдәләнгән хеҙмәт тағы ла данлыраҡ түгелме? 9 Кешене хөкөмгә килтереүсе хеҙмәт бөйөк булһа, аҡланыуға килтереүсе хеҙмәте күпкә данлыраҡ. 10 Ҡасандыр данлы булған тәртиптең бөйөклөгө, өҫтөнлөк алған яңыһыныҡы менән сағыштырғанда, әллә ни түгел инде. 11 Әгәр юғалырға насип булған тәртип данлы булған икән, мәңге ҡала торған яңы тәртип күпкә бөйөгөрәк!

12 Ошондай өмөтөбөҙ булғанға, беҙ ҙур тәүәккәллек менән эш итәбеҙ. 13 Израилдәр юғала барған данға ҡарамаһын өсөн, йөҙөн бөркәнсек менән ҡаплаған Муса кеүек түгелбеҙ. 14 Әммә уларҙың аҡылы томаланған, сөнки был бөркәнсек боронғо килешеү яҙмаларын уҡыған саҡтарында бөгөнгө көнгә тиклем уларҙың күңелендә асылмайынса ҡала. Ул Мәсих арҡылы ғына алып ташланасаҡ. 15 Бөгөнгә тиклем, Муса ҡануны уҡылғанда, уларҙың күңелдәрендә бөркәнсек ята. 16 Әммә Раббыға мөрәжәғәт иткән саҡта был бөркәнсек алып ташлана. 17 Раббы – ул Рух, ә Раббы Рухы булған ерҙә – азатлыҡ. 18 Ә беҙ барыбыҙ ҙа, йөҙөбөҙҙө бөркәнсек менән ҡапламайынса, Раббының балҡыусы данын көҙгөләге кеүек күрәбеҙ һәм был дандың бер дәрәжәһенән икенсе юғарыраҡ дәрәжәһенә – Раббыға оҡшағандан оҡшай барып үҙгәртеләбеҙ. Ундай үҙгәреү Раббынан килә, ә Раббы ул – Рух.

4

Балсыҡ һауыттарҙағы хазина

1 Шуға күрә, беҙгә Алла мәрхәмәте аша шундай хеҙмәт тапшырылғанлыҡтан, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйбеҙ. 2 Уның урынына, йәшерен хурлыҡлы эштәрҙән баш тартып, хәйлә юлына баҫмайынса һәм Алла һүҙен боҙмайынса, киреһенсә, хәҡиҡәтте асып, Алла алдында яуаплы булып, үҙебеҙҙе һәр кешенең намыҫ хөкөмөнә тәҡдим итәбеҙ. 3 Беҙ вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәр бөркәнсек менән йәшерелгән кеүек булһа, ул һәләкәт юлынан барыусылар өсөн генә йәшерелгән. 4 Был донъяның илаһы уларҙың аҡылын томаланы һәм улар, иманға килмәйенсә, Алланың ҡиәфәте булған Мәсихтең балҡыусы данын күрһәтеүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙең яҡтылығын күрмәйҙәр. 5 Беҙ бит үҙебеҙҙе түгел, ә Ғайса Мәсихте Раббы булараҡ вәғәзләйбеҙ, үҙебеҙ иһә Мәсих хаҡына һеҙҙең хеҙмәтселәрегеҙ генә. 6 «Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», – тигән Алла Үҙе күңелдәребеҙҙә нурланды. Шулай Ғайса Мәсих йөҙөндә балҡыған Алла бөйөклөгө беҙгә билдәле булды.

7 Әммә беҙ ни бары хазина һаҡлаған балсыҡ һауыттар ғына. Бының менән саманан тыш ҙур ҡөҙрәттең беҙҙеке түгел, ә Алланыҡы икәне күрһәтелә. 8 Беҙҙе һәр яҡлап ҡыҫырыҡлайҙар, әммә бирешмәйбеҙ; йыш ҡына ни эшләргә белмәй аптырашта ҡалабыҙ, әммә өмөтһөҙлөккә бирелмәйбеҙ; 9 беҙҙе эҙәрлекләйҙәр, ләкин Алла беҙҙе ташламай; беҙҙе аяҡтан йыҡтылар, ләкин һәләк булмайбыҙ. 10 Ғайсаның тормошо ла тәнебеҙҙә күренһен өсөн, Уның үлемен һәр ваҡыт тәнебеҙҙә йөрөтәбеҙ. 11 Эйе, фани тәнебеҙҙә Уның тормошо ла күренһен өсөн беҙ, тереләр, Ғайса хаҡына бер туҡтауһыҙ үлемгә дусар ителәбеҙ. 12 Шулай итеп, үлем – беҙҙә, ә йәшәү һеҙҙә эш итә.

13 Изге Яҙмала: «Мин ышандым, шуға күрә һөйләнем», – тип әйтелгән. Шундай уҡ иманға эйә булараҡ, беҙ ҙә ышанабыҙ, шуға күрә һөйләйбеҙ. 14 Сөнки Раббы Ғайсаны үленән терелткән Алланың беҙҙе лә Ғайса менән бергә терелтәсәген һәм һеҙҙең менән бергә Үҙенең алдына килтереп баҫтырасағын беләбеҙ. 15 Беҙ быларҙың бөтөнөһөн дә һеҙҙең өсөн эшләйбеҙ. Шулай итеп, мәрхәмәт торған һайын күберәк кешеләргә таралыр һәм шуның менән Алла данына торған һайын күберәк рәхмәт яуыр.

Килә торған мәңгелек дан

16 Бына шуның өсөн беҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйбеҙ. Киреһенсә, тәнебеҙ сереп тарҡала барһа ла, асылыбыҙ көндән-көн яңыра бара. 17 Ҡыҫҡа ғына ваҡытлы еңелсә ғазап кисереүебеҙ сиктән тыш ҙур һәм хайран ҡалырлыҡ мәңгелек дан килтерер. 18 Шуға ла беҙ әле күренгәнгә түгел, ә күренмәгәнгә иғтибарыбыҙҙы туплайбыҙ, сөнки күренгәне – ваҡытлыса, күренмәгәне иһә – мәңгелек.

5

1 Был донъяла беҙ йәшәгән тән ҡасан да булһа емереләсәк ҡыуышҡа оҡшаған. Был ҡыуыш емерелгәс, беҙгә Алла тарафынан күктәрҙә, ҡул менән төҙөлмәгән мәңгелек торлаҡ биреләсәген беләбеҙ. 2 Беҙ, был «ҡыуыш»та саҡта, ошо тәнебеҙ өҫтөнән күктән килгән яңы кейем кейергә ашҡынып, ыңғырашабыҙ, 3 сөнки был кейемдә беҙ сисенгән килеш тә яланғас булмаҫбыҙ. 4 Эйе, беҙ донъялағы «ҡыуыш»ыбыҙҙа саҡта, күңелгә ауыр булғанлыҡтан ыңғырашабыҙ, сөнки ошо тәнебеҙҙән ҡотолорға теләмәйбеҙ, әммә үлемесле тормош мәңгелек йәшәү тарафынан йотолһон өсөн, ошо тәнебеҙ өҫтөнән күктән килгән яңы кейемгә кейенергә теләйбеҙ. 5 Тап бына шуның өсөн Алла беҙҙе әҙерләне һәм беҙгә ышаныслы билдә итеп Рухты бирҙе.

6 Шуның өсөн, ошо тәнебеҙҙә саҡта Раббынан алыҫ булыуыбыҙҙы белһәк тә, һәр ваҡыт ышаныс менән йәшәйбеҙ. 7 Беҙ күҙ күргән нәмәләр менән түгел, ә иман менән йәшәйбеҙ бит. 8 Ҡабатлайым, ышаныс менән йәшәйбеҙ һәм, тәндән сыға һалып, тиҙерәк Раббы янына урынлашырға теләйбеҙ. 9 Шуға ла тәндә булһаҡ та, тәндән сыҡһаҡ та, Уны ҡыуандырырға ынтылабыҙ. 10 Сөнки тәндә ваҡытта яҡшылыҡ эшләһәк тә, яманлыҡ ҡылһаҡ та, ҡылғандарыбыҙға күрә һәр береһе үҙенә тейеште алыу өсөн, бөтөнөбөҙ ҙә Мәсихтең хөкөмө алдына килергә тейеш буласаҡбыҙ.

Мәсих аша Алла менән татыулаштырыу

11 Шулай итеп, Раббынан ҡурҡыуҙың нимә икәнен белеп, беҙ кешеләрҙе Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итергә күндерергә тырышабыҙ. Аллаға беҙҙең кемлегебеҙ билдәле, һеҙҙең выжданығыҙ ҙа беҙҙең кем булыуыбыҙҙы беләлер тип өмөт итәм. 12 Алдығыҙҙа маҡтап, һеҙгә үҙебеҙҙе яңынан тәҡдим итмәйбеҙ, әммә йөрәктәрендә булған менән түгел, ә тыштан күренгән нәмәләр менән генә маҡтаныусыларға яуап бирә алыуығыҙ өсөн, беҙҙең менән маҡтанырға мөмкинлек бирәбеҙ. 13 Әгәр беҙ үҙ аҡылыбыҙҙа түгел икән, был – Алла хаҡына, үҙ аңыбыҙҙа булһаҡ – һеҙҙең хаҡҡа. 14 Бөтөн нәмәлә беҙҙе Мәсих мөхәббәте йөрөтә, сөнки беҙ, бер Кеше бөтөнөһө өсөн үлгән икән, тимәк, бөтөнөһө лә үлде, тип ышанғанбыҙ. 15 Тереләр үҙҙәре өсөн түгел, ә үҙҙәре хаҡына үлгән һәм үленән терелтелгән Зат өсөн йәшәһендәр тип, Мәсих барыһы хаҡына үлде.

16 Шуға күрә хәҙер беҙ бер кемде лә кеше үлсәме менән үлсәмәйбеҙ. Мәсихкә лә элек кеше үлсәме менән ҡараһаҡ та, хәҙер инде улай ҡарамайбыҙ. 17 Шулай итеп, кем Мәсихтеке, ул яңы зат итеп яратылған. Боронғо тәртип үтте, хәҙер яңы тәртип башланды. 18 Быларҙың һәммәһе лә Алланан, Ул иһә беҙҙе Мәсих аша Үҙе менән татыулаштырҙы һәм татыулаштырыу хеҙмәтен беҙгә тапшырҙы. 19 Йәғни кешеләрҙең ҡылған енәйәттәрен ғәйепкә һанамайынса, Алла донъяны Мәсих аша Үҙе менән татыулаштырҙы һәм татыулашыу тураһындағы Хәбәрҙе башҡаларға еткереүҙе беҙгә йөкмәтте. 20 Шулай итеп, беҙ – Мәсих илселәре, һәм Алла беҙҙең аша ялбарғандай, Мәсих исеменән үтенәбеҙ: Алла тәҡдим иткән татыулыҡты ҡабул итегеҙ. 21 Беҙ Мәсих аша Алла алдында хаҡ тип иғлан ителә алһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды.

6

1 Беҙ иһә, Алла хеҙмәтселәре булараҡ, һеҙгә бүләк ителгән Алла мәрхәмәте бушҡа булмаһын, тип үтенеп һорайбыҙ. 2 Сөнки Алла:

«Уңайлы ваҡытта һине ишеттем,

һәм ҡотолоу көнөндә ярҙам иттем», – ти.

Бына хәҙер уңайлы ваҡыт, ҡотолоу көнө. 3 Беҙ бер кемгә лә кәртә ҡуйырға теләмәйбеҙ, сөнки Алла тарафынан бирелгән хеҙмәтебеҙ ғәйепкә алынырға тейеш түгел. 4 Киреһенсә, бөтөн нәмәлә беҙ үҙебеҙҙе Алла хеҙмәтселәре тип тәҡдим итәбеҙ: оло түҙемлектә лә, ҡайғы-ғазап, бәлә-ҡаза, ҡыйынлыҡтарҙа ла, 5 туҡмалыуҙарҙа, төрмәләрҙә, фетнә-сыуалыштарҙа, ауыр хеҙмәттә, йоҡо һәм ашауҙан тыйылып торғанда ла, 6 сафлыҡ, ғилем, сабырлыҡ менән дә, изгелек күрһәтеү, Изге Рух емештәре, эскерһеҙ мөхәббәт менән дә, 7 хәҡиҡәтте вәғәзләү, Алла ҡөҙрәте менән, уң һәм һул ҡулдарыбыҙҙағы хаҡлыҡ ҡоралы менән дә, 8 намыҫта һәм намыҫһыҙлыҡта ла, ғәйбәт һәм абруй арҡылы ла. Беҙҙе алдаҡсы тип иҫәпләйҙәр, шулай ҙа беҙ хәҡиҡәткә таянабыҙ; 9 билдәһеҙ тип һанайҙар, шулай ҙа танылғанбыҙ; беҙгә даими рәүештә үлем янай, шулай ҙа, күреүегеҙсә, теребеҙ; яза бирәләр, шулай ҙа үле түгелбеҙ; 10 көйөндөрәләр, шулай ҙа һәр ваҡыт һөйөнәбеҙ; ярлыбыҙ, шулай ҙа күптәрҙе байытабыҙ; бер нәмәбеҙ ҙә юҡ, шулай ҙа бөтөн нәмәгә лә эйәбеҙ.

11 Коринфтағы имандаштарыбыҙ! Һеҙгә асыҡтан-асыҡ өндәштек, йөрәктәребеҙ һеҙҙең өсөн киң асыҡ. 12 Беҙҙең йөрәктәребеҙҙә һеҙҙең өсөн урын тар түгел, ул һеҙҙең йөрәктәрегеҙ беҙҙең өсөн тар. 13 Һеҙгә балаларыма һөйләгән кеүек әйтәм: яуап итеп һеҙ ҙә үҙегеҙҙең йөрәктәрегеҙҙе асығыҙ.

Яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡтың уртаҡлығы юҡ

14 Иманһыҙҙар менән бер тәртәгә егелмәгеҙ. Хаҡлыҡ менән яманлыҡтың ниндәй уртаҡлыҡлығы бар? Йәки яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡ араһында ниндәй уртаҡлыҡ булһын? 15 Мәсих менән Иблис араһында ниндәй ризалыҡ булыуы мөмкин? Йәки иманлылар менән иманһыҙҙар араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар? 16 Алла Йорто менән ялған илаһтар араһында ла уртаҡлыҡ була аламы? Беҙ – мәңге тере Алланың Йорто. Алла бит:

«Улар араһында урынлашасаҡмын һәм йәшәйәсәкмен;

уларҙың Аллаһы буласаҡмын,

ә улар Минең халҡым буласаҡ», – тип әйткән.

17 Шуға күрә,

«Иманһыҙҙар араһынан сығығыҙ

һәм уларҙан айырылығыҙ, – ти Раббы. –

Таҙа булмағанға йоғонмағыҙ,

һәм Мин һеҙҙе ҡабул итермен.

18 Һеҙгә Ата булырмын,

ә һеҙ Миңә улдар һәм ҡыҙҙар булырһығыҙ, –

ти сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы».

7

1 Ҡәҙерлеләрем, беҙгә ошондай вәғәҙәләр бирелде! Алла алдында ҡурҡҡан хәлдә үҙебеҙҙе тулыһынса Уға бағышлап, әйҙәгеҙ тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы тап төшөүҙән сафландырайыҡ.

Павелдың Титтан бирелгән хәбәргә ҡыуаныуы

2 Йөрәгегеҙҙә беҙгә урын бирегеҙ. Беҙ бер кемде лә рәнйетмәнек, бер кемгә лә зыян эшләмәнек, алдап, бер кемдән дә файҙа эҙләмәнек. 3 Быны мин һеҙҙе хөкөм итеп әйтмәйем: элек әйткәнемсә, һеҙ бит беҙҙең йөрәгебеҙҙә. Үлемдә лә, тормошта ла беҙҙе бер нәмә лә һеҙҙән айыра алмай. 4 Мин һеҙҙең менән асыҡтан-асыҡ һөйләшәм, һеҙгә ныҡ ышанам, һеҙҙең менән бик ғорурланам. Күңелем йыуаныс менән тулы, һәр төрлө ҡайғы-хәсрәттәребеҙгә ҡарамаҫтан, ҡыуанысым сикһеҙ ҙур.

5 Беҙ бит хатта Македонияға килгән саҡта ла бер ниндәй йән тыныслығы тапманыҡ. Киреһенсә, төрлө яҡлап – тыштан ыҙғыш-талаш, эстән – шом-хәүеф ҡыҫымында ҡалдыҡ. 6 Әммә, Титтың килеүе менән, рухтары төшкәндәргә ярҙам итеүсе Алла беҙҙең дә күңелдәребеҙҙе күтәрҙе. 7 Беҙҙе уның килеүе генә түгел, ә уның күңелен күтәреүегеҙ ҙә йыуатты. Ул мине һағыныуығыҙ, булып үткән хәлдәргә үкенеүегеҙ, мине яҡларға атлығып тороуығыҙ тураһында һөйләп, тағы ла нығыраҡ ҡыуандырҙы. 8 Шул хатым менән һеҙҙе көйөндөргәнемә үкенмәйем. Тәүҙә иһә, хатымдың һеҙҙе ваҡытлыса ғына булһа ла көйөндөргәнен күреп, үкенгәйнем, 9 хәҙер иһә ҡыуанам – күңелегеҙ төшкәнгә түгел, ә көйөнөүегеҙҙең һеҙҙе тәүбәгә килтереүенә ҡыуанам; һеҙ Алла ихтыяры менән көйөндөгөҙ, шулай булғас, беҙ һеҙгә бер ниндәй ҙә зыян килтермәнек. 10 Алла ихтыяры менән көйөнөү бер ҡасан да үкенмәй торған ҡотолоуға илтеүсе тәүбәгә килтерә, быға үкенергә кәрәкмәй; ә был донъя килтергән көйөнөү иһә үлемгә илтә. 11 Алла ихтыяры менән һеҙ кисергән көйөнөстөң ниндәй тойғолар уятыуын ҡарағыҙ: хаталарҙы төҙәтергә ынтылыш, аҡланыу теләге, булып уҙғандарға ҡарата асыу, ҡурҡыу эҙемтәләре, мине һағыныу, тәүәккәллек һәм ғәйеплегә яза биреү теләге. Был эштә һеҙ һәр яҡтан да үҙегеҙҙең саф булыуығыҙҙы күрһәттегеҙ. 12 Шулай итеп, мин һеҙгә рәнйетеүсе хаҡына ла түгел, рәнйетелгән өсөн дә түгел, ә Алла алдында беҙҙең өсөн тоғролоғоғоҙҙоң ни тиклем ихлас икәнен күрһәтеү өсөн яҙҙым. 13 Шуның өсөн күңелдәребеҙ күтәрелде. Ә инде Титтың шатлығына тағы ла нығыраҡ ҡыуандыҡ: һеҙ бөтөнөгөҙ ҙә уның рухын тынысландырғанһығыҙ бит. 14 Шулай итеп, уның алдында һеҙҙе күпмелер маҡтағанмын икән, мин оятҡа ҡалманым. Киреһенсә, беҙ һеҙгә һөйләгән бөтә нәмә дөрөҫ булған кеүек, Тит алдында маҡтаныуыбыҙ ҙа дөрөҫ булып сыҡты. 15 Уны нисек ихтирам һәм тәрән хөрмәт менән ҡабул итеүегеҙҙе, барығыҙҙың да итәғәтлелеген иҫтә тотоп, уның йөрәге һеҙгә тағы ла нығыраҡ ынтыла. 16 Һәр нәмәлә һеҙгә таяна алыуым өсөн ҡыуанам.

8

Иерусалимдағы имандаштар өсөн хәйер биреү

1 Имандаштар, һеҙгә Македониялағы имандаштар берҙәмлектәренә бирелгән Алла мәрхәмәте тураһында һөйләргә теләйбеҙ. 2 Уларҙың, ауыр һынау ебәрелһә лә, ҡыуаныстары сиктән ашҡан, үтә фәҡирлектә йәшәһәләр ҙә, йомартлыҡтары иҫ киткес. 3 Хәлдәренән килгәнсә, һәм мөмкинлектәренән тыш та, үҙ теләктәре менән ярҙам иттеләр – быға мин шаһит. 4 Улар беҙҙән Иерусалимдағы изгеләргә ярҙам итеүҙә ҡатнаштырырға рөхсәт итеүебеҙҙе, оло мәрхәмәт һанап, ныҡышмалы рәүештә һоранылар. 5 Беҙ өмөтләнгәнсә генә эшләп ҡалманылар, ә үҙҙәрен Алла ихтыяры менән иң элек Раббыға, унан һуң беҙгә лә тапшырҙылар. 6 Шуға күрә беҙ Титтан, был изгелекле эште нисек башлаған булһа, арағыҙҙа шулай уҡ тамамлап ҡуйыуын үтендек. 7 Ә һеҙ һәр нәмәлә: иманда ла, һүҙҙә, белемдә, һәр төрлө тырышлыҡта, беҙгә булған мөхәббәтегеҙҙә лә өҫтөн булған кеүек, ошо изгелекле эштә лә өҫтөн булығыҙ.

8 Быны әмер итеп түгел, ә башҡаларҙың тырышлығы тураһында һөйләп, мөхәббәтегеҙҙең ихласлығын һынарға теләп әйтәм. 9 Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәтен беләһегеҙ: һеҙ Уның фәҡирлеге аша байыһын өсөн, Ул бай булһа ла, һеҙҙең хаҡҡа фәҡир булды. 10 Мин был мәсьәләгә ҡарата кәңәш кенә бирәм: һеҙ былтыр уҡ изгелекле эш башҡарып ҡына ҡалманығыҙ, хатта үҙ теләгегеҙ менән хәйер йыйҙығыҙ. 11 Шул уҡ эште хәҙер ҙә атҡарып сығығыҙ. Эшегеҙгә бик теләп тотонған кеүек, хәлегеҙгә күрә шундай уҡ тырышлыҡ менән атҡарып сығығыҙ. 12 Әгәр бүләк биргән кешенең тырышлығы булһа, был бүләк Алла тарафынан нимәһе булмағанға ҡарап түгел, ә нимәһе булғанға ҡарап хуплана. 13 Башҡаларға еңеллек, ә һеҙгә ауырлыҡ булыуы талап ителмәй, дөрөҫөрәге, бында тигеҙлек булыуы күҙ уңында тотола. 14 Әле һеҙҙең муллығығыҙ уларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерһен, аҙаҡ уларҙың муллығы һеҙҙекен ҡәнәғәтләндерер. Шулай итеп тигеҙлек урынлашыр. 15 Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Күп йыйған кешенең артығы булманы, аҙ йыйғандың мохтажлығы булманы».

Титтың Коринфҡа ебәрелеүе

16 Һеҙҙең хаҡҡа Титтың күңеленә шундай уҡ тырышлыҡ һалған Аллаға рәхмәт. 17 Тит үтенесемде хуплап ҡына ҡалманы, ә янығыҙға үҙ ихтыяры менән бик ашҡынып барырға булды. 18 Уның менән бергә бөтөн берҙәмлектәрҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгәне өсөн маҡталған тағы бер имандашыбыҙҙы ебәрәбеҙ. 19 Ул, өҫтәүенә, Раббының даны һәм тырышлығыбыҙҙы күрһәтеү хаҡына башҡара торған изгелекле эшебеҙҙә берҙәмлектәр тарафынан беҙгә юлдаш итеп тә һайланған. 20 Хеҙмәтебеҙҙә шундай йомарт бүләктәр менән эш иткәнгә күрә, бер кем дә һүҙ әйтә алмаһын өсөн, һаҡ булырға тырышабыҙ. 21 Алдан уҡ уйлап, беҙ Раббы алдында ғына түгел, кешеләр алдында ла һүҙ тейҙермәҫлек булһын өсөн тырышабыҙ. 22 Улар менән бергә тағы бер имандашыбыҙҙы ебәрәбеҙ. Уның тырышлығы күп тапҡырҙар һәм байтаҡ эштәрҙә һыналған һәм хәҙер, һеҙгә тулыһынса ышанып, тағы ла нығыраҡ тырыша. 23 Титҡа килгәндә иһә, ул – минең иптәшем һәм һеҙҙең арағыҙҙа хеҙмәттәшем. Уны оҙатып барасаҡ ҡалған имандаштарыбыҙға килгәндә, улар – имандаштар берҙәмлектәренең вәкилдәре, Мәсихтең даны. 24 Шулай итеп, мөхәббәтегеҙҙе һәм һеҙҙең менән маҡтаныуыбыҙҙың ғәҙел икәнен уларға берҙәмлектәр алдында иҫбат итегеҙ.

9

Алла шатланып биреүсене ярата

1 Асылда, Иерусалимдағы изгеләргә ярҙам итеү тураһында һеҙгә яҙып тороу артыҡтыр, 2 сөнки мин тырышлығығыҙҙы беләм һәм Македониялағы имандаштарыбыҙ алдында: «Ахаияла улар былтыр уҡ ярҙам итергә әҙер ине инде», тип һеҙҙе маҡтайым. Һеҙҙең тырышлығығыҙ улар араһындағы күптәрҙе дәртләндереп ебәрҙе. 3 Шулай ҙа, был эштә һеҙҙең менән бушҡа маҡтанмаҫ, ә әйткәнемсә, килгәнемдә йыйған иғәнәгеҙ әҙер булһын өсөн, имандаштарҙы янығыҙға ебәрҙем. 4 Бәлки, ҡайһы бер Македония кешеләре минең менән килер. Шул саҡта әҙер булмаһағыҙ, беҙ был эштә – һеҙҙең турала әйтеп торорға ла түгел – оятҡа ҡалырбыҙ. 5 Шуға күрә имандаштарҙан янығыҙға алдан уҡ барыуҙарын һәм килеүемә күптән вәғәҙә иткән иғәнәгеҙҙе әҙерләп ҡуйыуҙарын үтенеп һорауҙы кәрәк тип таптым. Шул рәүешле һаранлыҡ тойғоһо уятҡан меҫкен йыйым түгел, ә йомарт бүләк йыйыласаҡ.

6 Наҡыҫ сәсеүсенең уңышты аҙ, мул сәсеүсенең күп алырын күҙ уңында тотам. 7 Һәр кем теләр-теләмәҫ йәки мәжбүри рәүештә түгел, ә йөрәге ҡушҡанса бирһен, сөнки Алла шатланып биргән кешене ярата. 8 Ул, һеҙ һәр ваҡыт кәрәк нәмәләрҙең барыһына ла эйә һәм бар изгелекле эштәрҙә йомарт булһын өсөн, һәр төрлө бүләктәрен мул итеп бирә ала. 9 Изге Яҙмала әйтелгәнсә:

«Ул үҙ бүләктәрен ярлыларға йомарт өләште.

Уның изгелеге мәңгелек».

10 Сәсеүсегә орлоҡ һәм кешеләргә туҡланырға икмәк Биреүсе һеҙҙе орлоҡ менән тәьмин итеп уны ишәйтер һәм изгелек емештәрегеҙҙе мул итеп үҫтерер. 11 Һәр осраҡта ла йомартлығығыҙ өсөн төрлө яҡлап байытылырһығыҙ һәм беҙҙең аша тапшырылған иғәнәгеҙ өсөн кешеләр Аллаға рәхмәт яуҙырыр. 12 Сөнки һеҙ башҡарған был хеҙмәт изгеләрҙең ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп кенә ҡалмаҫ, ә күптәрҙең Аллаға рәхмәтен дә ишәйтер. 13 Ышанысығыҙҙың ихласлығын иҫбат иткән был хеҙмәтегеҙҙе күреп, һеҙ асыҡтан-асыҡ һөйләп биргән Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәргә итәғәтле булыуығыҙ, үҙҙәре һәм башҡалар менән йомарт уртаҡлашыуығыҙ өсөн, кешеләр Алланы данлай. 14 Һеҙҙең өсөн доға ҡылғанда, Алла һеҙгә мул итеп яуҙырған мәрхәмәт арҡаһында, улар күңелдәре менән янығыҙға ашҡыныр. 15 Әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур бүләге өсөн Аллаға рәхмәт!

10

Павелдың үҙ хеҙмәтен яҡлауы

1 Мин, арағыҙҙа «баҙнатһыҙ», ә ситтән тороп һеҙҙең менән аралашҡанда «ҡыйыу» булған Павел, Мәсихтең баҫалҡылығы һәм эскерһеҙлеге менән һеҙгә мөрәжәғәт итәм. 2 Янығыҙға килгәс, беҙҙе был донъя кешеһе кеүек үҙ файҙалары өсөн йәшәүселәр тип һанаған ҡайһы берҙәрегеҙгә ҡыйыулығымды бөтә көсөндә файҙаланырға тура килмәһен ине, тип үтенәм. 3 Беҙ был донъяла йәшәһәк тә, донъя алымдары ҡулланып көрәшмәйбеҙ. 4 Беҙ ҡулланған ҡоралдар ҙа был донъя ҡоралдары түгел, улар Алла ҡөҙрәте менән дошман ҡәлғәләрен емереүгә һәләтле. Ул ҡоралдар менән беҙ ялған уй-ниәттәрҙе, 5 Алланы танып белеүгә ҡаршы тәкәббер рәүештә ҡалҡҡан һәр төрлө ҡаршылыҡтарҙы емерәбеҙ һәм һәр төрлө уй-ниәтте эләктереп алып, Мәсихкә буйһондорабыҙ. 6 Һеҙ тулыһынса күндәмлек күрһәткәндән һуң, һәр баш бирмәүсене язаға тарттырырға әҙербеҙ.

7 Күҙ алдығыҙҙағы нәмәгә ҡарағыҙ һуң! Кем, мин – Мәсихтеке, тип ышана, үҙ алдына уйлаһын: ул Мәсихтеке булған кеүек, беҙ ҙә шулай уҡ Мәсихтеке. 8 Емереү өсөн түгел, ә һеҙҙе нығытыу өсөн Раббының беҙгә биргән вәкәләте менән аҙ ғына артығыраҡ маҡтанһам да, оятҡа ҡалмам. 9 Шуға ла мин быларҙы, хаттары менән беҙҙе ҡурҡытырға уйлай икән, тигән фекер ҡалмаһын өсөн әйттем. 10 Кемдер: «Ул үҙенең хаттарында ҡырыҫ һәм көслө, үҙе иһә кеше алдында көсһөҙ, телмәре лә әһәмиәтһеҙ», – ти. 11 Ундай кеше белһен: ситтән яҙған хаттарыбыҙҙа ниндәйбеҙ, ғәмәлдә, арағыҙҙа булғанда ла шундайбыҙ.

12 Дөрөҫ, үҙебеҙҙе үҙҙәрен маҡтаусылар менән бер рәткә ҡуйырға йәки сағыштырырға ҡыймайбыҙ. Улар бит аҡыл менән эш итмәй, үҙҙәрен үҙ үлсәмдәре менән үлсәйҙәр һәм үҙҙәрен үҙҙәре менән сағыштыралар. 13 Беҙ иһә саманан тыш маҡтанмаясаҡбыҙ, әммә маҡтаныуыбыҙ самаһы итеп беҙгә Алла билдәләгән хеҙмәт сиген аласаҡбыҙ. Унда һеҙҙең аралағы эшебеҙ ҙә инә. 14 Һеҙгә килмәгән булһаҡ, саманан арттырып маҡтаныр инек. Әммә беҙ Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәр менән һеҙгә лә беренселәрҙән булып килеп еттек. 15 Башҡаларҙың хеҙмәте менән беҙ самаһыҙ маҡтанмайбыҙ, ләкин, иманығыҙ арта барған һайын, Алла тарафынан беҙгә билдәләнгән хеҙмәт сиктәре буйынса, һеҙҙең ярҙамығыҙ менән эшебеҙҙе тағын да нығыраҡ киңәйтергә өмөтләнәбеҙ. 16 Шулай итеп, һеҙ йәшәгән ерҙәрҙән ситтә лә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Беҙ башҡаларҙың хеҙмәт сиктәрендә улар башҡарған эш менән маҡтанырға теләмәйбеҙ. 17 «Маҡтанырға теләүсе Раббы менән маҡтанһын». 18 Үҙ-үҙен маҡтаусы түгел, ә Раббы маҡтаған кеше генә Уның тарафынан хуплана.

11

Павел һәм ялған илселәр

1 Бер аҙ аҡылһыҙ кеше кеүек һөйләргә рөхсәт итеп, миңә ҡарата түҙемле булһағыҙ ине! Эйе, миңә ҡарата түҙемле булығыҙ! 2 Мин һеҙҙе Алла көнсөллөгө менән көнләшәм. Һеҙҙе бер генә иргә – Мәсихкә йәрәштем, һәм һеҙҙе Уның алдына саф ҡыҙ кеүек килтерергә теләйем. 3 Әммә хәүефем бар: йылан Һауаны үҙенең хәйләһе менән алдаған кеүек, һеҙҙең уй-фекерҙәрегеҙ ҙә, Мәсихкә ҡарата ихласлыҡтан һәм сафлыҡтан нисектер тайпылып, боҙолоп ҡуймаһын ине. 4 Ни өсөн тигәндә, берәйһе килеп беҙ вәғәзләмәгән башҡа берәй Ғайса тураһында һөйләй башлаһа, йәки һеҙгә бирелгән Рухтан башҡа рух бирелһә, йәки үҙегеҙ ҡабул иткән Һөйөнөслө Хәбәрҙән башҡа «һөйөнөслө хәбәрҙе» ҡабул итергә өгөтләй икән, һеҙ ундайҙарға тиҙ ҡолаҡ һалаһығыҙ. 5 Мин бындай «самаһыҙ бөйөк илселәрҙән» һис тә кәм түгелмен, тип уйлайым. 6 Һөйләргә оҫта булмаһам да, белемгә эйәмен. Беҙ быны һеҙгә бар нәмәлә һәм бөтә яҡлап күрһәттек.

7 Һеҙҙе күтәрергә теләп, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен бушлай вәғәзләүем менән үҙемде түбәнһетеп, гонаһ ҡылдыммы әллә? 8 Һеҙгә бушлай хеҙмәт итеү өсөн, башҡа берҙәмлектәр иҫәбенә йәшәп, уларҙы таланым, тип әйтергә мөмкин. 9 Янығыҙҙа булғанда ла, мохтажлыҡ кисергән сағымда ла берегеҙгә лә ауырлыҡ һалманым. Барлыҡ кәрәк-яраҡ менән мине Македониянан килгән имандаштарыбыҙ тәьмин итте. Бер нәмәлә лә һеҙгә йөк булмаҫҡа тырыштым һәм артабан да тырышасаҡмын. 10 Ахаия өлкәләрендә бер кем дә был маҡтауымды тартып алмаҫ – һеҙҙе миндәге Мәсих хәҡиҡәте менән ышандырам. 11 Ни өсөн шулай эшләйем һуң? Әллә һеҙҙе яратмағанғамы? Әммә һеҙҙе яратыуым Аллаға билдәле!

12 Ләкин Алла эшен беҙҙең һымаҡ уҡ башҡарам тип маҡтанырға теләүселәргә юл ҡуймаясаҡмын. Быға тиклем дә шулай эшләнем, бынан һуң да шулай эшләүемде дауам итәсәкмен. 13 Ундайҙар – ялған илселәр, Мәсихтең илселәре булып күренергә тырышыусы алдаҡсы хеҙмәтселәр. 14 Был аптырарлыҡ та түгел, сөнки Иблис үҙе яҡтылыҡ фәрештәһе ҡиәфәтенә инә. 15 Шунлыҡтан уның хеҙмәтселәренең хаҡлыҡ хеҙмәтселәре ҡиәфәтенә инеүе ғәжәп түгел. Әммә ахыр сиктә улар ҡылған эштәргә ҡарап лайыҡлы язаһы ла буласаҡ.

Павелдың Һөйөнөслө Хәбәр өсөн михнәт сиккәне

16 Тағы шуны әйтәм: бер кем дә мине аҡылһыҙ тип һанамаһын. Әгәр шулай һанаһағыҙ инде, миңә, аҡылһыҙға, бер аҙ маҡтанып алырға рөхсәт итегеҙ. 17 Хәҙер әйтәсәк һүҙҙәремде Раббы ҡушыуы буйынса түгел, ә аҡылһыҙ кеше кеүек маҡтаныуым. 18 Күптәр донъя кешеләре кеүек маҡтана, шуға күрә мин дә маҡтанайым. 19 Һеҙ, шундай аҡыллы кешеләр, аҡылһыҙҙарға ҙур теләк менән түҙемлек күрһәтәһегеҙ. 20 Берәйһе үҙегеҙҙе ҡоллоҡҡа төшөргәндә, һеҙҙең иҫәбегеҙгә йәшәгәндә, һеҙҙең менән файҙаланғанда, үҙен күктәргә күтәргәндә, битегеҙгә һуҡҡанда һеҙ түҙемлек күрһәтәһегеҙ бит. 21 Оят булһа ла әйтәйем, быларына инде «көсөбөҙ» етмәне. Ә кемдеңдер нимәгә булһа ла маҡтанырға батырсылығы етә икән, ул саҡта – аҡылһыҙ кеше һымаҡ әйтәйем – мин дә батырсылыҡ итәм.

22 Улар еврейҙармы? Мин дә! Израилдәрме? Мин дә! Ибраһим нәҫеленәнме? Мин дә! 23 Мәсих хеҙмәтселәреме? Былай тиеү аҡылһыҙлыҡ булһа ла әйтәм: мин уларҙан артығыраҡ. Күпкә ауырыраҡ эштәр башҡарҙым, төрмәләргә лә йыш ябылдым, туҡмалыуҙарымдың иҫәбе юҡ һәм үлем хәлендә лә күп мәртәбәләр булдым. 24 Йәһүдтәрҙән биш тапҡыр утыҙ туғыҙар мәртәбә ҡамсы менән һуғылдым. 25 Өс тапҡыр таяҡ менән туҡмалдым, бер тапҡыр таш менән бәргесләнеләр, өс тапҡыр карап һәләкәтенә осраным, бер тәүлекте асыҡ диңгеҙ уртаһында үткәрҙем. 26 Күп тапҡырҙар сәйәхәттәрҙә йөрөп, йылғаларҙа ҡурҡыныстарға дусар булдым, юлбаҫарҙарҙан да хәүеф-хәтәргә юлыҡтым, ырыуҙаштарымдан, бүтән халыҡ кешеләренән дә ҡурҡыныс янаны, ҡалаларҙа, сүллектә, диңгеҙҙә лә хәүеф һағаланы, ялған имандаштар араһында ла. 27 Хәлдән тайғансы һәм йонсоғансы эшләнем, төндәремде йыш ҡына йоҡоһоҙ үткәрҙем, асығып һәм һыуһап яфаландым, ашау-эсеүҙән тыйылып торорға ла тура килде, һыуыҡтарҙа ла булдым, яланғаслыҡта ла йәшәнем. 28 Бынан тыш, көн һайын барлыҡ берҙәмлектәр хаҡында хәстәрлек күреүем мине баҫа. 29 Берәү көсһөҙ булһа, уның янында мин дә көсһөҙ түгелме? Берәү гонаһҡа төшөрөлһә, уның өсөн асыу менән янмайыммы?

30 Маҡтанырға тура килһә, көсһөҙлөгөмдө күрһәтеүсе нәмәләр менән маҡтанырмын. 31 Раббыбыҙ Ғайсаның мәңге мөбәрәк Аллаһы һәм Атаһы белә: мин алдамайым. 32 Дамаск ҡалаһында Арета батшаның өлкә башлығы, мине эләктереү өсөн, ҡалаға һаҡ ҡуйҙы; 33 ә мине кәрзингә һалып, ҡала диуарындағы тишек аша төшөрҙөләр, шулай уның ҡулына эләкмәнем .

12

«Мин көсһөҙ саҡта ҡеүәтлемен»

1 Маҡтаныуҙың файҙаһы булмаһа ла, маҡтанырға тура килә. Хәҙер Раббы тарафынан ебәрелгән илаһи күренмештәр һәм асылыштар тураһында һөйләйем. 2 Мин Мәсихкә инаныусы бер кешене беләм, ул бынан ун дүрт йыл элек (тик тәнендәме, тәненән башҡамы – белмәйем, ул Аллаға ғына билдәле) күктең иң юғары ҡатына тиклем күтәрелеп алынды. 3 Һәм шул кешенең (тик тәнендәме, тәненән башҡамы – белмәйем, ул Аллаға ғына билдәле) ожмахҡа алыныуы һәм кешегә һөйләргә тыйылған тел менән әйтеп бирә алмаҫлыҡ һүҙҙәр ишетеүен беләм. 5 Ундай кеше менән маҡтанам, үҙем менән иһә, көсһөҙлөктәремдән башҡа бер ни менән дә маҡтана алмайым. 6 Башҡа нәмәләр менән маҡтанырға теләһәм инде, аҡылһыҙ булмам, сөнки дөрөҫтө һөйләйәсәкмен. Әммә берәйһе минең турала эшләгәнемде күргәненән йәки әйткәнемде ишеткәненән артығыраҡ уйламаһын өсөн, маҡтаныуҙан тыйылам.

7 Миңә ғәҙәттән тыш асылыштар бирелгәнлектән, мин маһайып китмәһен өсөн, тәнемә «сәнскәк» ҡаҙалды, ул – Иблис фәрештәһе. Артыҡ маһаймаһын тип, мине яфаларға ебәрелде. 8 Сәнскәкте тәнемдән тартып алыуын теләп, Раббыға өс тапҡыр үтендем. 9 Әммә Раббы: «Мәрхәмәтем һиңә етә, сөнки Һин көсһөҙ булған һайын, Минең ҡөҙрәтем көслөрәк тәьҫир итә», – тине. Шуға ла мин, Мәсих ҡөҙрәте миндә торһон өсөн, көсһөҙлөгөм менән теләп маҡтанам. 10 Шуның өсөн Мәсих хаҡына тип түҙгән көсһөҙлөккә лә, кәмһетеүҙәргә, мохтажлыҡҡа, эҙәрлекләүҙәргә, ҡыйынлыҡтарға ла ризамын, сөнки мин көсһөҙ саҡта ҡеүәтлемен.

Коринфтағы имандаштар хаҡында хәстәрлек

11 Мин иҫәр кеүек ҡыландым, быға мине һеҙ мәжбүр иттегеҙ. Мине һеҙ маҡтарға тейеш инегеҙ, сөнки, әһәмиәтһеҙ булһам да, «самаһыҙ бөйөк илселәрҙән» бер ерем дә кәм түгел. 12 Минең илселек билдәм иһә илаһи билдәләр, мөғжизәләр һәм ҡөҙрәтле эштәр аша арағыҙҙа ҙур ныҡышлыҡ менән күрһәтелде. 13 Башҡа берҙәмлектәр менән сағыштырғанда, һеҙҙең менән нимәлә насар мөғәләмә иттем һуң? Һүҙ һеҙгә үҙемдең йөк булмауым тураһында ғына барырға мөмкин. Бындай ғәйебем өсөн ғәфү итегеҙ!

14 Бына өсөнсө тапҡыр һеҙгә барырға әҙермен, был юлы ла һеҙгә йөк булмаясаҡмын. Миңә һеҙҙә булған нәмә түгел, ә һеҙ үҙегеҙ кәрәк. Балалар атай-әсәйҙәренә түгел, ә атай-әсәйҙәр балаларына байлыҡ тупларға тейеш бит. 15 Һеҙҙең өсөн мин үҙемдә булғандың бөтөнөһөн, хатта үҙемде лә ҙур теләк менән сарыф итермен. Мин һеҙҙе нығыраҡ яратып, һеҙ мине кәмерәк яратаһығыҙмы? 16 Ярай, нисек кенә булмаһын, һеҙгә йөк булманым. Әллә, хәйләкәр булараҡ, мәкерлек менән һеҙҙе үҙ ҡулдарыма алғанмынмы? 17 Һеҙгә ебәрелгән кешеләрҙең берәйһе аша һеҙҙе файҙаландыммы әллә? 18 Мин Титтың янығыҙға барыуын үтендем һәм уның менән бер имандашыбыҙҙы ебәрҙем. Тит һеҙҙе файҙаландымы әллә? Беҙ бер үк рух менән эш иттек түгелме ни? Бер үк юлда йөрөмәнекме?

19 Һеҙ, моғайын, әле һаман алдығыҙҙа аҡланабыҙ тип уйлайһығыҙҙыр. Юҡ, беҙ Мәсихтеке булараҡ, Алла алдында әйтәбеҙ, быларҙың бөтөнөһө лә, ҡәҙерлеләрем, һеҙҙе рухи яҡтан нығытыу өсөн башҡарыла. 20 Мин, барғас, һеҙҙе үҙем теләгән хәлдә күрмәҫмен тип ҡурҡам, һәм һеҙ ҙә мине үҙегеҙ теләгән хәлдә, бәлки, тап итмәҫһегеҙ. Арағыҙҙа ғауғалар, көнсөллөк, асыу, бер-береһен уҙырға тырышыу, яла яғыуҙар, ғәйбәттәр, тәкәбберлек, тәртипһеҙлектәр табыуҙан ҡурҡам. 21 Барған саҡта Аллам мине һеҙҙең алда тағы ла кәмһетер тип шөрләйем һәм элекке гонаһтары – ҡылған әшәкелектәре, фәхешлек һәм аҙғынлыҡтары өсөн әлегә тиклем тәүбә итмәгән күптәр арҡаһында күҙ йәштәремде ағыҙырға тура килмәһен ине, тип хәүефләнәм.

13

Нәсихәттәр һәм сәләмләүҙәр

1 Һеҙгә өсөнсө тапҡыр киләсәкмен. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Һәр эш ике йәки өс шаһиттың күрһәтеүе менән раҫланырға тейеш». 2 Мин һеҙгә икенсе тапҡыр килгәндә, элек ҡылған гонаһтарын ҡылыуҙарын дауам иткәндәргә лә, башҡаларҙың барыһына ла киҫәтеү яһағайным. Хәҙер, һеҙҙән алыҫта булып, элек гонаһ ҡылғандарҙы, шулай уҡ һеҙҙе лә, тағы ла бер тапҡыр киҫәтәм: яңынан янығыҙға ҡайтҡас, йәлләмәйәсәкмен. 3 Һеҙ бит Мәсихтең минең аша һөйләгәненә дәлил эҙләйһегеҙ. Ул һеҙгә ҡарата көсһөҙ түгел, ә арағыҙҙа көслө. 4 Ул, ысынлап та, көсһөҙ килеш арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, хәҙер иһә Алла ҡөҙрәте менән йәшәй. Беҙ ҙә, шулай уҡ, Уның көсһөҙлөгөн уртаҡлашабыҙ, әммә, Алла ҡөҙрәте арҡаһында Уның тормошон да уртаҡлашып, һеҙҙең менән үҙебеҙҙең эштәребеҙҙә көслө буласаҡбыҙ.

5 Мине түгел, үҙегеҙҙе һынағыҙ: иман менән йәшәйһегеҙме? Үҙегеҙҙе тикшерегеҙ! Ғайса Мәсихтең үҙегеҙҙә булыуын белмәйһегеҙме әллә? Әгәр, әлбиттә, һынауҙы күтәрә алһағыҙ. 6 Ул ваҡытта беҙҙең дә һынауҙы күтәрә алыуыбыҙҙы танырһығыҙ тип өмөт итәм. 7 Һеҙҙең бер ниндәй яман эш ҡылмауығыҙҙы һорап Аллаға доға ҡылабыҙ. Быны беҙ һынауҙы уңышлы үткәнебеҙҙе күрһәтергә түгел, ә һынауҙы үтә алмаған кеүек күренһәк тә, һеҙҙең изгелекле эш башҡарыуығыҙ өсөн доға ҡылабыҙ.

8 Беҙ хәҡиҡәткә ҡаршы бер нәмә лә ҡыла алмайбыҙ, ә уның хаҡына ҡыла алабыҙ. 9 Шуға күрә, беҙ көсһөҙ, ә һеҙ көслө булғанда һөйөнәбеҙ һәм һеҙҙең камиллашыуығыҙ хаҡына доға ҡылабыҙ. 10 Шунлыҡтан мин быларҙы һеҙҙән ситтә ваҡытта яҙам. Янығыҙға килгәс, Раббының емерергә түгел, ә нығытырға тип миңә биргән вәкәләтен ҡаты рәүештә ҡулланмауҙы өмөт итәм.

11 Ахыр килеп, имандаштар, ҡыуанығыҙ, үҙегеҙҙе үҙгәртергә юл ҡуйығыҙ, нәсихәттәремде ҡабул итеп алығыҙ, фекерҙәш булығыҙ һәм бер-берегеҙ менән татыу йәшәгеҙ. Шул ваҡытта мөхәббәт һәм именлек Аллаһы һеҙҙең менән булыр. 12 Бер-берегеҙҙе изге үбеү менән сәләмләгеҙ. Һеҙҙе бөтөн изгеләр сәләмләй.

13 Раббы Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте, Алланың мөхәббәте һәм Изге Рухта аралашыу һеҙҙең бөтөнөгөҙ менән булһын .