Петрҙың беренсе хаты
11 Ғайса Мәсихтең илсеһе Петрҙан Понтта, Галатияла, Каппадокияла, Асия һәм Вифиния өлкәләрендә килмешәк булып таралып йәшәгән һайлап алынғандарға сәләм! 2 Атабыҙ Алла һеҙҙе алдан Үҙе хәл иткән ниәт буйынса һайланы. Ул һеҙҙе, Ғайса Мәсихкә итәғәтле булғанығыҙ һәм Уның ҡаны өҫтөгөҙгә бөркөлөү аша таҙарынғанығыҙ өсөн, Үҙенең Рухы аша изге иткән.
Һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек мул бирелһен!
Яңы өмөт
3 Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһына һәм Атаһына дан! Ул Үҙенең бөйөк мәрхәмәте менән Ғайса Мәсихте үленән терелтеү аша беҙҙе яңынан тыуҙырҙы 4 һәм беҙгә серемәҫ, бысранмаҫ, шиңмәҫ мираҫҡа тере өмөт бирҙе. Ул уны күктә һеҙҙең өсөн һаҡлай. 5 Ваҡыт аҙағында асылырға әҙер торған ҡотолоу өсөн Алла һеҙҙе иманығыҙ аша Үҙенең ҡөҙрәте менән һаҡлап тора. 6 Шуға күрә, әле һәр төрлө һынауҙарҙан әҙ генә ваҡытҡа ғазап сигергә тейеш булһағыҙ ҙа, ҡыуанығыҙ. 7 Был һынауҙар иманығыҙҙың хаҡлығын раҫлай. Алтын да бит утта яндырылып һынала, ләкин барыбер юҡҡа сыға. Ә һеҙҙең иманығыҙ алтындан ҡәҙерлерәк. Шулай һыналған иманығыҙ Ғайса Мәсих килгәндә маҡтау, дан һәм хөрмәт килтерер. 8 Һеҙ Уны күрмәгән булһағыҙ ҙа, яратаһығыҙ; хәҙер ҙә, күрмәһәгеҙ ҙә, Уға ышанаһығыҙ һәм иманығыҙҙың маҡсатына – йәнегеҙҙең ҡотолоуына өлгәшеп, әйтеп бөтөргөһөҙ һәм иҫ киткес ҙур ҡыуаныс менән шатланаһығыҙ.
10 Һеҙгә биреләсәк мәрхәмәт тураһында алдан күреп әйткән пәйғәмбәрҙәр был ҡотолоу хаҡында эҙләнгәндәр һәм ентекләп тикшергәндәр. 11 Улар үҙҙәрендәге Мәсих Рухы, алдан күреп, Мәсихтең ғазап сигәсәге һәм һуңынан киләсәк бөйөклөк тураһында әйткән һүҙҙәрҙең ниндәй хәлдәргә һәм ҡайһы мәлгә күрһәтеүен тикшергән. 12 Уларға үҙҙәренә түгел, ә һеҙҙең өсөн хеҙмәт итеүҙәре асыҡлап бирелде. Улар иғлан иткәндәрҙе бит аҙаҡ, күктән ебәрелгән Изге Рух аша, Һөйөнөслө Хәбәр таратыусылар һеҙгә һөйләп бирҙе. Быларға хатта фәрештәләр ҙә күҙ һалырға теләй.
13 Шуға күрә аҡылығыҙ айыҡ булһын һәм эшкә әҙер тороғоҙ. Ғайса Мәсих килгәндә һеҙгә биреләсәк Алла мәрхәмәтенә тулыһынса өмөт бағлағыҙ. 14 Тыңлаусан балалар һымаҡ булығыҙ, Алланы белмәгән ваҡытығыҙҙағы элекке мин-минле теләктәрегеҙгә үҙегеҙ өҫтөнән хакимлыҡ итергә юл ҡуймағыҙ. 15 Киреһенсә, һеҙҙе саҡырған Алла изге булған кеүек, һеҙ ҙә бар ғәмәлдәрегеҙҙә изге булығыҙ. 16 Изге Яҙмала: «Изге булығыҙ, сөнки Мин изге», – тип әйтелгән. 17 Һәр кемде эшенә ҡарап тигеҙ күргән Хөкөм итеүсене доға ҡылғанда Атам тип атайһығыҙ икән, был ерҙә килмешәк булып йәшәгән саҡта ғүмер юлығыҙҙы ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән үтегеҙ. 18 Ата-бабаларҙан мираҫ итеп бирелгән мәғәнәһеҙ тормоштан алтын-көмөш кеүек фани нәмәләр менән түгел, ә ғәйепһеҙ һәм пак бәрәс кеүек булған Мәсихтең ҡәҙерле ҡаны менән түләп алынғанлығығыҙҙы беләһегеҙ. 20 Ул донъя яратылғансы уҡ һайланғайны, әммә һеҙҙең өсөн һуңғы ваҡытта ғына асылды. 21 Мәсихте үленән терелткән һәм Уға дан биргән Аллаға һеҙ Мәсих аша иман тотаһығыҙ ҙа инде. Шулай итеп, һеҙҙең иманығыҙ һәм өмөтөгөҙ Аллала булыр.
22 Хәҡиҡәткә итәғәт итеп, һеҙ, имандаштарығыҙҙы туғандарса эскерһеҙ яратыр өсөн, йәндәрегеҙҙе пакланығыҙ, шулай булғас, бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ! 23 Һеҙҙең яңы тормошоғоҙҙоң инеше иҫкерә торған орлоҡ түгел, ә иҫкермәй торған орлоҡ. Был – Алланың тере һәм мәңгелек һүҙе! 24 Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Бөтә кеше – үлән кеүек,
уның бөтә даны – ялан сәскәһе ише.
Үлән ҡорой,
сәскәһе ҡойола,
25 ә Раббы һүҙе мәңгегә ҡала».
Был һүҙ һеҙгә иғлан ителгән Һөйөнөслө Хәбәрҙең үҙе.
2Тере таш һәм изге халыҡ
1 Шулай итеп, һәр төрлө яуызлыҡты һәм мәкерҙе, ике йөҙлөлөктө һәм көнсөллөктө, һәр төрлө ғәйбәтте ситкә ташлағыҙ! 2 Һеҙ ҙә, ышаныста үҫеп, ҡотолоуға өлгәшеү өсөн, яңы тыуған сабый һөт һораған кеүек, саф рухи һөткә ынтылығыҙ. 3 Һеҙ бит Раббының изгелеген татынығыҙ. 4 Уға – кешеләр кире ҡаҡҡан, әммә Алла тарафынан һайлап алынған ҡиммәтле мәңге тере Таш янына килеп, 5 һеҙ үҙегеҙ ҙә, тере таштар кеүек, рухи йорт булып төҙөлөгөҙ. Шулай итеп Ғайса Мәсих аша Аллаға хуш килерлек рухи ҡорбандар килтереүсе изге руханиҙар булырһығыҙ. 6 Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Бына Мин, һайлап алып,
Сионда нигеҙҙең ҡиммәтле мөйөш ташын һалам.
Уға инаныусы һис кем оятҡа ҡалмаясаҡ».
7 Шулай итеп, Ул һеҙ – иманлылар өсөн намыҫ билдәһе, ә иман тотмаусылар өсөн:
«Төҙөүселәр, яраҡһыҙ, тип кире ҡаҡҡан таш
иң мөһим мөйөш ташы булды.
8 Ул – кешеләр абынасаҡ таш,
улар абынып йығыласаҡ ҡая».
Был ташҡа абыналар, сөнки Уға буйһонмайҙар. Был улар өсөн алдан билдәләнгән. 9 Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша руханиҙары, изге халыҡ, Алланың Үҙ халҡы. 10 Элегерәк һеҙ хатта халыҡ түгел инегеҙ, ә хәҙер Алла халҡы булдығыҙ. Ҡасандыр һеҙгә шәфҡәт күрһәтелмәгәйне, хәҙер иһә шәфҡәт күрһәтелде.
Алланың ҡолдары кеүек йәшәгеҙ
11 Ҡәҙерлеләрем! Һеҙ был донъяла – илгиҙәрҙәр һәм мосафирҙар. Шуға күрә һеҙҙе йәнгә ҡаршы көрәшеүсе гонаһлы теләктәрҙән йыраҡ торорға саҡырам. 12 Мәжүсиҙәр араһында ҡылығығыҙға һүҙ тейҙермәҫлек булһын. Шул ваҡытта, хәҙер һеҙҙе яуызлыҡ ҡылыусылар тип яманлаһалар ҙа, игелекле эштәрегеҙҙе күреп, Алла килгән көндө Уны данларҙар.
13 Раббы хаҡы өсөн, кешеләр тарафынан урынлаштырылған һәр тәртипкә: барыһынан өҫтөн булған батшаға 14 шулай уҡ енәйәтселәрҙе язаларға, изгелек ҡылыусыларҙы дәртләндерергә ебәрелгән идарасыларға буйһоноғоҙ. 15 Алланың ихтыяры шундай: изгелек ҡылыуығыҙ менән һеҙ аҡылһыҙ һәм наҙан кешеләрҙең ауыҙын томаларға тейеш. 16 Ирекле кешеләр булараҡ, ирегегеҙҙе яуызлыҡты йәшереү өсөн файҙаланмағыҙ, Алланың ҡолдары кеүек йәшәгеҙ, 17 һәммә кешеләрҙе ихтирам итегеҙ, имандаштарҙы яратығыҙ, хөрмәт итеп, Алланан ҡурҡығыҙ, батшаны ололағыҙ.
Мәсихтең ғазап сигеүе – беҙгә үрнәк
18 Ҡолдар, яҡшы күңелле һәм әҙәпле хужаларығыҙға ғына түгел, аяуһыҙҙарына ла ҡурҡыу ҡатыш тәрән хөрмәт менән буйһоноғоҙ. 19 Берәйһе нахаҡҡа ғазап сиккәндә, намыҫы менән Аллаға бәйле булһа, Алла быны хуш күрә. 20 Ғәйеп эш ҡылған өсөн туҡмалған саҡта түҙемлек күрһәтәһегеҙ икән, ниндәй маҡтау өмөт итәһегеҙ? Әммә изгелек ҡылып та ғазап сигәһегеҙ һәм шул саҡта түҙемлек күрһәтәһегеҙ икән, Алла быны хуш күрә. 21 Һеҙ бит шуға саҡырылдығыҙ. Мәсих тә, Үҙенең эҙенән барырға һеҙгә үрнәк ҡалдырып, һеҙҙең өсөн ғазап сикте. 22 Изге Яҙмала яҙылғанса:
«Ул гонаһ ҡылманы,
һәм Уның телендә мәкерлек табылманы».
23 Мыҫҡыл ителгән ваҡытта Ул мыҫҡыл менән яуап ҡайтарманы, ғазап сиккәндә янаманы, ә Үҙен ғәҙел Хөкөм итеүсегә тапшырҙы. 24 Беҙ гонаһтар өсөн үлһен һәм хаҡлыҡ өсөн йәшәһен тип, Ул Үҙе беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы Үҙ тәнендә арҡысаҡҡа күтәрҙе. Һеҙ Уның яраларынан һауыҡтырылдығыҙ. 25 Һеҙ аҙашып йөрөгән һарыҡтар һымаҡ инегеҙ, әммә хәҙер Көтөүсегеҙ һәм йәндәрегеҙҙе Һаҡлаусы янына әйләнеп ҡайттығыҙ.
3Ҡатындар һәм ирҙәр
1 Шулай уҡ, ҡатындар, һеҙ ҙә ирҙәрегеҙгә буйһоноғоҙ. Шуның менән, әгәр ирҙәрегеҙ араһында ҡайһы берәүҙәр Алла һүҙен кире ҡаҡһа, уларҙы бер ниндәй һүҙҙәрһеҙ Алла ҡаршыһына баҫтырырһығыҙ. Һеҙҙең саф һәм Аллаға хөрмәт менән йәшәүегеҙҙе күргәнгә, улар иманға килер. 3 Һеҙҙең гүзәллегегеҙ сәстәрегеҙҙе ҡабартып ҡуйыуҙа һәм алтын биҙәүестәр тағыуҙа йәки ҡупшы кейемдәр кейеү кеүек тышҡы матурлыҡта түгел, 4 ә ысын йөрәктән сыҡҡан, баҫалҡы һәм тыныс холҡоноң һулымаҫ эске матурлығында. Алла алдында бына шул ҡиммәтле. 5 Ҡасандыр Аллаға өмөт бағлаған изге ҡатындар ҙа, ирҙәренә буйһоноп, үҙҙәрен шулай биҙәгән. 6 Миҫалға, Сара ла Ибраһимды әфәндем тип атап, уға күндәм булған. Һеҙ ҙә изгелек ҡылып, һәм һис ниҙән ҡурҡмайынса, Сараның балалары булғанһығыҙ.
7 Шулай уҡ, ирҙәр, һеҙ ҙә ҡатындарығыҙға, уларҙың көсһөҙ зат икәнен иҫкә алып, иғтибарлы булығыҙ. Ҡатындарығыҙҙы хөрмәт итегеҙ, улар ҙа һеҙҙең кеүек үк Алланан тормош бүләге алды бит. Шулай итеп, доғаларығыҙға тотҡарлыҡ булмаҫ.
Ғәҙеллек өсөн ғазап сигеү
8 Ниһайәт, һәммәгеҙ бер фекерҙә, миһырбанлы, туған йәнле, шәфҡәтле, тыйнаҡ булығыҙ. 9 Яманлыҡҡа яманлыҡ менән йәки мыҫҡыллауға мыҫҡыллау менән яуап ҡайтармағыҙ. Киреһенсә, фатиха бирегеҙ, сөнки һеҙ шуның өсөн, фатиха ҡабул итһен өсөн саҡырылғанһығыҙ.
Изге Яҙмала әйтелгән:
10 «Кем тормошто яратырға
һәм яҡшы көндәрҙе күрергә теләй,
телен яманлыҡтан,
ауыҙын мәкерле һүҙҙәрҙән тыйһын.
11 Яуызлыҡтан ситләшһен һәм яҡшылыҡ ҡылһын,
тыныслыҡ эҙләһен һәм шуға ынтылһын.
12 Сөнки Раббының күҙҙәре тәҡүә кешеләргә,
ҡолаҡтары уларҙың доғаһына йүнәлгән,
әммә Раббының йөҙө яманлыҡ ҡылыусыларға
ҡаршы тора».
13 Әгәр ҙә яҡшылыҡ эшләргә ынтылһағыҙ, һеҙгә кем яуызлыҡ ҡылыр? 14 Ә ғәҙеллек өсөн ғазап сикһәгеҙ, һеҙ бәхетле! Бер кемдән дә ҡурҡмағыҙ һәм борсолмағыҙ. 15 Әммә йөрәктәрегеҙҙә Мәсихте Хужа итеп изгеләп ололағыҙ. Өмөтөгөҙ хаҡында һеҙҙән хисап талап итеүсе һәр кемгә яуап бирергә һәр ваҡыт әҙер булығыҙ, 16 әммә быны баҫалҡылыҡ һәм ихтирам, саф выждан менән эшләгеҙ. Шул ваҡытта һеҙгә яла яғыусылар һәм тел тейҙермәҫ йәшәү рәүешегеҙҙе Мәсихтеке булғанығыҙ өсөн хурлаусылар оятҡа ҡалыр. 17 Алла ихтыяры буйынса, изгелекле эш ҡылып ғазапланыу яманлыҡ ҡылып ғазапланыуға ҡарағанда яҡшыраҡ. 18 Мәсих тә бит, беҙҙе Алла янына алып барыу өсөн, ғәҙелһеҙ кешеләр урынына ғәҙел Кеше булараҡ, гонаһтарыбыҙ өсөн бер тапҡыр һәм мәңгегә ғазап сикте. Шулай итеп Уның тәне үлтерелде, әммә Рух ярҙамында Ул терелтелде. 19 Рухы менән Ул тотҡондағы рухтар янына барып вәғәз әйтте. 20 Был рухтар боронғо замандарҙа – Нух көндәрендә – Аллаға итәғәтһеҙ булған. Ә Алла, сабырлыҡ күрһәтеп, кәмә төҙөлгән ваҡытта, Нух көндәрендә уларҙың тәүбәгә килеүен көткән. Ул карапта бик аҙҙар, һигеҙ кеше генә, һыу аша ҡотолоп сыҡҡан. 21 Һыу аша – һыуға сумдырылыу йолаһы аша – хәҙер һеҙ ҙә ҡотҡарылырһығыҙ. Һыуға сумдырылыу – тәндең керен йыуып төшөрөү түгел, ә саф выждан тураһында Аллаға үтенес. Был Ғайса Мәсихтең үленән терелеп тороуы аша мөмкин булды. 22 Ул, күккә ашып, мөһим урынҙа, Алланың уң яғына ултырған, һәм Уға барлыҡ фәрештәләр ҙә, күктәге хакимлыҡтар ҙа, ҡөҙрәттәр ҙә буйһонған.
4Гонаһлы тормоштан баш тартыу
1 Шулай итеп, Мәсих тән ғазабы кисергәс, был донъялағы ҡалған ваҡытын инде әҙәм нәфсеһе буйынса түгел, Алла ихтыяры буйынса йәшәр өсөн, һеҙ ҙә Уныҡы кеүек үк фекерләү рәүеше менән ҡоралланығыҙ, сөнки тән ғазабы кисереүсе гонаһлы тормош алып барыуҙан баш тартты. 3 Ғүмерегеҙҙең шаҡтай өлөшөн мәжүсиҙәр кеүек аҙғынлыҡҡа, боҙоҡлоҡҡа, эскелеккә, тотанаҡһыҙ кисәләргә, кәйеф-сафаға бирҙегеҙ һәм ерәнгес ялған илаһтарға етерлек табындығыҙ. 4 Шуға күрә мәжүсиҙәр һеҙҙең бүтәнсә үҙҙәре менән бергә шул аҙғынлыҡтарҙа ҡатнашмауығыҙға ғәжәпләнә һәм һеҙҙе яманлай. 5 Улар тереләрҙе һәм үлеләрҙе хөкөм итергә әҙер Аллаға яуап бирәсәктәр әле. 6 Шуға күрә, был донъяла тәндәре менән хөкөм ителһәләр ҙә, рухтары менән Алла һымаҡ йәшәһендәр өсөн, Һөйөнөслө Хәбәр үлеләргә лә иғлан ителде.
7 Донъяның ахыры яҡын. Шуға күрә доға ҡыла алыу өсөн тотанаҡлы һәм айыҡ аҡыллы булығыҙ. 8 Бөтәһенән дә бигерәк бер-берегеҙҙе ысын йөрәктән яратығыҙ, сөнки мөхәббәт булған ерҙә күп гонаһтар кисерелә. 9 Бер-берегеҙгә аһ-зарһыҙ ҡунаҡсыл булығыҙ. 10 Алланан ниндәй һәләт алған булһағыҙ, һәр ҡайһығыҙ шул һәләт менән бер-берегеҙгә хеҙмәт итегеҙ. Яҡшы идарасылар кеүек, Алла тарафынан бирелгән төрлө һәләттәрҙе ҡулланығыҙ. 11 Кемгәлер һөйләү оҫталығы бирелгән икән, Алланан килгән һүҙҙәр менән һөйләһен; кемгәлер хеҙмәт итеү оҫталығы бирелгән икән, Алла биргән көс менән хеҙмәт итһен. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша һәр ниҙә Алла данланыр. Мәсихкә мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын! Амин!
Мәсих исеме өсөн ғазап сигеү
12 Ҡәҙерлеләрем! Һынау уты үтергә тура килгәнгә ғәжәпләнмәгеҙ, бында сәйер бер ни ҙә юҡ. 13 Киреһенсә, Мәсихтең ғазаптарында ҡатнашыуығыҙ өсөн ҡыуанығыҙ һәм Уның бөйөклөгө асылғанда шатлығығыҙҙың сиге булмаҫ. 14 Әгәр ҙә һеҙҙе Мәсих исеме өсөн мыҫҡыллайҙар икән, һеҙ бәхетле, сөнки дан Рухы, Алла Рухы һеҙҙең менән. 15 Арағыҙҙан һис кем кеше үлтереүсе йәки ҡараҡ, яуызлыҡ ҡылыусы йәки башҡалар эшенә ҡыҫылыусы булараҡ ғазап сикмәһен. 16 Әгәр ҙә инде ул мәсихсе булараҡ ғазап сигә икән, оялмаһын, ә был исемде йөрөтөүе өсөн Алланы данлаһын. 17 Алланың хөкөм итеү ваҡыты етте һәм хөкөм Уның йортондағыларҙан башланасаҡ. Был беҙҙән башланһа, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен кире ҡағыусыларҙы нимә көтә? Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
18 «Әгәр тәҡүә кеше саҡ ҡотола икән,
аллаһыҙҙар һәм гонаһлылар ҡайҙа барыр?»
19 Шулай итеп, Алла ихтыяры буйынса ғазап сигеүселәр, изгелек ҡылып, үҙ йәндәрен тоғро Булдырыусыға ышанып тапшырһындар.
5Өлкәндәргә һәм йәштәргә нәсихәт
1 Үҙем дә өлкән, Мәсих ғазаптарының шаһиты һәм киләсәктә асыласаҡ бөйөклөктө уртаҡлашыусы булараҡ, арағыҙҙағы өлкәндәргә мөрәжәғәт итәм: 2 үҙегеҙҙәге ышанып тапшырылған Алла көтөүен мәжбүриҙән түгел, ә үҙ теләгегеҙ менән, Алла ихтыяры буйынса, хурлыҡлы табыш артынан ҡыумайынса, ә күңел ҡушҡанса тырышлыҡ, хәстәрлек менән көтөгөҙ. 3 Һеҙгә ышанып тапшырылғандар өҫтөнән хакимлыҡ итмәгеҙ, ә көтөүегеҙгә өлгө булығыҙ. 4 Һәм Баш Көтөүсе килгәс, һеҙ һулымай торған дан тажын алырһығыҙ.
5 Йәштәр, һеҙ шулай уҡ өлкәндәргә буйһоноғоҙ. Һәр берегеҙ бер-берегеҙгә ҡарата баҫалҡылыҡ күрһәтегеҙ, сөнки, Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора,
ә тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бирә».
6 Шулай итеп, Алланың ҡөҙрәтенә буйһоноғоҙ, һәм Ул Үҙ ваҡытында һеҙҙе юғары күтәрер. 7 Үҙегеҙҙең бөтә мәшәҡәттәрегеҙҙе Аллаға йөкмәтегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта. 8 Айыҡ аҡыллы һәм уяу булығыҙ, һеҙҙең дошманығыҙ Иблис, үкереүсе арыҫлан һымаҡ, кемде йоторға тип эҙләнеп йөрөй. 9 Имандаштарығыҙҙың донъяла шундай уҡ ғазаптарға дусар ителеүен белеп, Иблискә ныҡлы иман менән ҡаршы баҫығыҙ. 10 Бар мәрхәмәттең сығанағы булған һәм Ғайса Мәсих аша һеҙҙе Үҙенең мәңгелек данына саҡырып алған Алла, һеҙ бер аҙ ғазап сиккәндән һуң, көсөгөҙҙө ҡайтарасаҡ, ҡеүәт бирәсәк, нығытасаҡ һәм ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк. 11 Уға мәңге-мәңгегә ҡөҙрәт булһын, Амин!
12 Мин һеҙгә үҙем ышаныслы тип һанаған имандашыбыҙ Силуан аша һеҙҙе дәртләндереп, һәм Алланың ысын мәрхәмәте хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, ҡыҫҡаса ғына яҙҙым. Шул мәрхәмәт менән ныҡ тороғоҙ. 13 Вавилондағы һеҙҙең кеүек үк һайлап алынған имандаштар берҙәмлеге һәм шулай уҡ улым Марк һеҙгә сәләм ебәрә. 14 Бер-берегеҙҙе туғандарса яратып үбеп сәләмләгеҙ.
Мәсихтеке булған һәммәгеҙгә именлек булһын.