ЯХЪЯНЫҢ БЕРЕНСЕ ХАТЫ

1

Тормош Һүҙе

1 Беҙ баштан уҡ булған, беҙ ишеткән, үҙ күҙҙәребеҙ менән күргән, күҙәткән һәм ҡулдарыбыҙ менән ҡағылған нәмә – тормош Һүҙе тураһында вәғәзләйбеҙ. 2 Тормош беҙгә асылды: беҙ уны күрҙек. Атабыҙ менән булған, үҙебеҙгә асылған мәңгелек тормош хаҡында шаһитлыҡ ҡылабыҙ һәм иғлан итәбеҙ. 3 Һеҙ ҙә беҙҙең менән аралаша алһын өсөн, үҙебеҙҙең күргән һәм ишеткәндәребеҙҙе һеҙгә лә иғлан итәбеҙ. Беҙ иһә Ата һәм Уның Улы Ғайса Мәсих менән аралашып йәшәйбеҙ 4 һәм, ҡыуанысыбыҙ тулы булһын өсөн, һеҙгә ошоларҙы яҙабыҙ.

Алла – яҡтылыҡ

5 Беҙ Ғайса Мәсихтән ишеткән һәм һеҙгә иғлан итә торған Хәбәр шул: Алла – яҡтылыҡ һәм Унда һис ниндәй ҡараңғылыҡ юҡ. 6 Әгәр ҙә беҙ: «Алла менән аралашып йәшәйбеҙ», – тип әйтәбеҙ, әммә ҡараңғылыҡта ғүмер кисерәбеҙ икән, тимәк, беҙ ялғанлайбыҙ һәм хәҡиҡәт буйынса йәшәмәйбеҙ. 7 Әгәр инде Алла яҡтылыҡта булған кеүек, беҙ ҙә яҡтылыҡта йәшәһәк, тимәк, бер-беребеҙ менән аралашып йәшәйбеҙ һәм Уның Улы Ғайсаның ҡаны беҙҙе һәр төрлө гонаһтарыбыҙҙан таҙарындыра.

8 Әгәр: «Гонаһыбыҙ юҡ», – тибеҙ икән, беҙ үҙ-үҙебеҙҙе алдайбыҙ һәм беҙҙә хәҡиҡәт юҡ. 9 Ә гонаһтарыбыҙҙы таныйбыҙ икән, Алла гонаһтарыбыҙҙы кисерер һәм һәр төрлө яуызлыҡтарҙан арындырыр, сөнки Ул тоғро һәм ғәҙел. 10 Әгәр: «Беҙ гонаһ ҡылманыҡ», – тиһәк, Алланы ялғансы итәбеҙ һәм беҙҙә Уның һүҙе юҡ.

2

Мәсих – беҙҙең Яҡлаусыбыҙ

1 Балаларым! Мин быларҙы һеҙгә, бүтәнсә гонаһ ҡылмағыҙ, тип яҙам. Әгәр инде берәйһе гонаһ ҡылһа, Ата алдында беҙҙең Яҡлаусыбыҙ бар, Ул – һәр ваҡыт ғәҙел эш итеүсе Ғайса Мәсих. 2 Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙҙың, беҙҙең генә түгел, бәлки бөтөн донъя гонаһтарының кисерелеүе хаҡына Үҙен ҡорбан итте. 3 Алланы белеүебеҙҙе беҙ бына нисек аңлай алабыҙ: Уның әмерҙәрен үтәйбеҙ икән, тимәк, беҙ Уны беләбеҙ. 4 Берәйһе: «Мин Алланы беләм», – ти, әммә Уның әмерҙәрен үтәмәй икән, ул ялғансы һәм унда хәҡиҡәт юҡ. 5 Уның һүҙен үтәгән кешелә иһә Алла мөхәббәте ысынлап та камиллыҡҡа өлгәшкән була. Шуның аша беҙ Уның менән аралашып йәшәүебеҙҙе беләбеҙ ҙә инде. 6 Кем дә кем: «Мин Аллаламын», – ти, ул кеше Ғайса һымаҡ йәшәргә тейеш.

Яңы әмер

7 Ҡәҙерлеләрем! Мин һеҙгә ниндәйҙер яңы әмер яҙмайым, юҡ, ул – һеҙгә баштан уҡ билдәле иҫке әмер. Ә иҫке әмер – һеҙ ишеткән Хәбәр ул. 8 Шулай ҙа минең яҙғандарым яңы әмер ҙә, сөнки уны тәүләп Мәсих үтәне һәм хәҙер һеҙ уның буйынса йәшәйһегеҙ. Ҡараңғылыҡ сигенә, ә ысын яҡтылыҡ инде балҡый.

9 Кем дә кем үҙен яҡтылыҡтамын ти, әммә имандашына нәфрәтләнә, ул һаман ҡараңғылыҡта әле. 10 Имандашын яратҡан кеше иһә яҡтылыҡта йәшәй һәм уға абыныу ҡурҡынысы янамай. 11 Ә кем үҙенең имандашына нәфрәт тота, шул ҡараңғылыҡта була, ҡараңғылыҡта йөрөй һәм үҙенең ҡайҙа китеп барғанын белмәй, сөнки ҡараңғылыҡ уны һуҡырайтҡан.

12 Балаларым, һеҙгә яҙам,

сөнки һеҙҙең гонаһтарығыҙ

Ғайса арҡаһында кисерелде.

13 Аталар, һеҙгә яҙам,

сөнки һеҙ баштан уҡ Булыусыны танып беләһегеҙ.

Егеттәр, һеҙгә яҙам,

сөнки һеҙ Иблисте еңдегеҙ.

14 Балалар, һеҙгә яҙҙым,

сөнки һеҙ Атаны танып белдегеҙ.

Аталар, мин һеҙгә яҙҙым,

сөнки һеҙ баштан уҡ Булыусыны танып белдегеҙ.

Егеттәр, мин һеҙгә яҙҙым,

сөнки һеҙ көслө,

Алла һүҙе һеҙҙең күңелегеҙҙә йәшәй,

һәм һеҙ Иблисте еңдегеҙ.

15 Донъяны һәм унда булған нәмәләрҙе яратмағыҙ. Донъяны яратҡан кешенең күңелендә Атаны яратыу юҡ. 16 Сөнки донъялағы бөтөн нәмә: гонаһлы тәбиғәтебеҙ нимә теләй, күҙҙәребеҙ нимә күрергә зарыға һәм тормошта тәкәбберлеккә нимә килтерә – улар Атанан түгел, фәҡәт донъянан. 17 Донъя һәм уның теләктәре үтеп китә, ә Алла ихтыярын үтәгән кеше мәңге йәшәй.

Мәсих дошмандары тураһында киҫәтеү

18 Балаларым! Һуңғы мәл етте. Донъя ахырынаса Мәсих дошманының килере хаҡында һеҙ ишеттегеҙ. Хәҙер Мәсихтең күп дошмандары пәйҙә булды. Һуңғы мәл еткәнен шунан беләбеҙ ҙә инде. 19 Улар арабыҙҙан китте, әммә был беҙҙеке булдылар тигәнде аңлатмай. Әгәр беҙҙеке булһалар, беҙҙең менән ҡалырҙар ине. Уларҙың беҙҙән китеүҙәре беҙҙеке түгеллектәрен күрһәтте лә инде.

20 Һеҙгә иһә изге булған Мәсих май һөрткән, һәм һеҙ бөтәгеҙ ҙә хәҡиҡәтте беләһегеҙ. 21 Мин һеҙгә хәҡиҡәтте белмәйһегеҙ тип түгел, ә уны һәм хәҡиҡәттән һис ниндәй ялған килмәгәнен белгәнегеҙ өсөн яҙҙым. 22 Кем ялғансы? Ул – Ғайсаның Мәсих икәнен инҡар итеүсе. Мәсихтең дошманы шундай. Ул Атаны ла, Улы Ғайсаны ла инҡар итә. 23 Алла Улын инҡар итеүсенең Атаһы ла юҡ. Алла Улын таныусының иһә Атаһы бар.

24 Баштан уҡ ни ишеткән булһағыҙ, ана шуны күңелегеҙҙә һаҡлағыҙ. Әгәр ҙә баштан ишеткәндәр күңелегеҙҙә йәшәһә, һеҙ ҙә Атаның Улында һәм Улының Атаһында булырһығыҙ. 25 Быны, мәңгелек тормошто, беҙгә Мәсих Үҙе вәғәҙә иткән.

26 Мин быларҙы һеҙҙе тура юлдан яҙҙырырға тырышыусылар хаҡында яҙам. 27 Ә һеҙҙең үҙегеҙҙә Мәсихтән бирелгән Изге Рух тора, һәм һеҙ һис кемдең өйрәтеүенә мохтаж түгелһегеҙ. Мәсих Рухы һеҙгә бөтөнөһөн дә өйрәтә, һәм Уның өйрәткәндәре хәҡиҡи, ялған түгел. Рух һеҙгә өйрәткәнсә Мәсихтә йәшәгеҙ.

Алла балалары

28 Шулай итеп, балаларым, Мәсих килгәндә Уның алдында ҡыйыу һәм оялыуһыҙ баҫып тора алыр өсөн, Мәсихтә йәшәгеҙ. 29 Әгәр ҙә һеҙ Уның хаҡ булыуын беләһегеҙ икән, тимәк, хаҡлыҡ ҡылыусы һәр кемдең Алланан тыуған булыуын да беләһегеҙ.

3

1 Ҡарағыҙ, Ата беҙҙе ҡайһылай ныҡ яратҡан: беҙҙе «Алла балалары» тип атайҙар! Эйе, беҙ – Уның балалары. Ә донъя, Алланы танымағанға күрә, беҙҙе лә белмәй. 2 Ҡәҙерлеләрем, беҙ хәҙер Алла балалары, әммә ниндәй буласағыбыҙ асылманы әле. Шуны ғына беләбеҙ: Мәсих килгәндә, беҙ Уға оҡшаш булырбыҙ, сөнки ысынында Ул ниндәй булһа, беҙ Уны шундай итеп күрербеҙ. 3 Уға ошо өмөттө бағлаған һәр кем, Мәсих пак булған кеүек, үҙен пакландыра.

4 Гонаһ ҡылған һәр кем Алла ҡанунын боҙа: гонаһ бит ул – ҡанунһыҙлыҡ. 5 Мәсихтең кеше гонаһтарын алып китер өсөн килеүен һеҙ беләһегеҙ. Ә Уның Үҙендә гонаһ юҡ. 6 Мәсихтә йәшәүсе бер кем дә гонаһ ҡылмай. Гонаһ ҡылыусы иһә Мәсихте күрмәгән һәм Уны танымаған.

7 Балаларым, һеҙҙе һис кем алдамаһын. Хаҡ эш иткән кеше Мәсих кеүек үк хаҡ була. 8 Гонаһ ҡылыусы иһә Иблистән, сөнки Иблис тәүҙән үк гонаһ ҡыла. Ә Алла Улы нәҡ Иблис эштәрен емерергә килде. 9 Алланан тыуған гонаһ ҡылмай, сөнки унда Алла орлоғо бар. Ул гонаһ ҡыла алмай, сөнки ул Алланан тыуған. 10 Алла балалары һәм Иблис балалары былай таныла: хаҡ эш итмәгән, шулай уҡ үҙенең имандашын яратмаған һәр кем Алланан түгел.

Бер-берегеҙҙе яратығыҙ

11 Бына был иһә һеҙ тәүҙән үк ишеткән Хәбәр: беҙ бер-беребеҙҙе яратырға тейешбеҙ. 12 Беҙгә Иблистән булған һәм үҙенең ҡустыһын үлтергән Ҡабил кеүек булырға ярамай. Ул ни өсөн ҡустыһын үлтергән? Сөнки Ҡабилдың эштәре яуыз, ә ҡустыһыныҡы хаҡ булған. 13 Имандаштарым, шуның өсөн, донъя һеҙгә нәфрәтләнә икән, быға ғәжәпләнмәгеҙ. 14 Беҙ үлемдән тормошҡа күскәнебеҙҙе беләбеҙ, сөнки имандаштарыбыҙҙы яратабыҙ. Яратмаған кеше үлем хакимлығында тора. 15 Үҙенең имандашына нәфрәтләнгән һәр кем кеше үлтереүсе ул. Ә кеше үлтереүсенең мәңгелек тормошо булмағанын һеҙ беләһегеҙ.

16 Беҙ мөхәббәтте шулай танып белдек: Мәсих Үҙенең йәнен беҙҙең өсөн бирҙе. Беҙ ҙә имандаштарыбыҙ өсөн йәнебеҙҙе бирергә әҙер торорға тейешбеҙ. 17 Етеш йәшәп һәм имандашының мохтажлығын күрә тороп, уға шәфҡәт күрһәтмәгән кешелә Алла мөхәббәтенә урын булырмы? 18 Балаларым, һүҙ һәм тел менән түгел, эштәребеҙ менән ихлас яратайыҡ. 19 Шулай итеп беҙ үҙебеҙҙең хәҡиҡәткә ҡарауыбыҙҙы белербеҙ һәм йөрәктәребеҙҙе Алла ҡаршыһында тынысландыра алырбыҙ, 20 сөнки, йөрәгебеҙ беҙҙе ниҙәлер ғәйепләһә, беләбеҙ. Ул беҙҙең йөрәгебеҙҙән ҙурыраҡ һәм бөтә нәмәне белә.

21 Ҡәҙерлеләрем! Әгәр ҙә йөрәгебеҙ беҙҙе ғәйепләмәй икән, Алла янына ышаныс менән бара алабыҙ 22 һәм Унан ни һораһаҡ та алырбыҙ, сөнки Уның әмерҙәрен үтәйбеҙ, Уның күңеленә хуш килгән эштәр ҡылабыҙ. 23 Ә Уның әмере шунан ғибәрәт: беҙ Уның Улы Ғайса Мәсихкә инанырға һәм Ул биргән әмер буйынса бер-беребеҙҙе яратырға тейешбеҙ. 24 Алланың әмерҙәрен үтәүсе Унда йәшәй һәм Алла Үҙенең әмерҙәрен үтәүселәрҙә йәшәй. Уның беҙҙә йәшәүен иһә Алланың беҙгә биргән Рухы арҡаһында белербеҙ.

4

Хәҡиҡәт рухы һәм ялғанлыҡ рухы

1 Ҡәҙерлеләрем! Һәр бер рухҡа ышанмағыҙ, әммә рухтың ысынлап та Аллананмы икәнлеген һынап ҡарағыҙ, сөнки донъяла ялған пәйғәмбәрҙәр бик күп. 2 Алла Рухын һеҙ былай танырһығыҙ: Ғайса Мәсихтең кеше булараҡ килгәнлеген таныусы һәр рух Алланан була. 3 Ғайсаны танып белмәгән бер рух та Алланан түгел, ул – һеҙ уның килере тураһында ишеткән һәм хәҙер инде донъяла булған Мәсих дошманының рухы.

4 Һеҙ иһә, балаларым, Алланан, һәм һеҙ ялған пәйғәмбәрҙе еңдегеҙ, сөнки һеҙҙәге Алла Рухы донъяла булған рухтан ҙурыраҡ. 5 Улар был донъяныҡы, шуға күрә донъя һөйләшкән телдә һөйләйҙәр, һәм донъя кешеләре уларҙы тыңлай. 6 Беҙ – Алланан. Алланы танып белеүсе беҙҙе тыңлай. Алланан булмағандар иһә беҙҙе тыңламай. Шуның аша беҙ хәҡиҡәт Рухын һәм ялғанлыҡ рухын таныйбыҙ.

Алла – мөхәббәт

7 Ҡәҙерлеләрем! Бер-беребеҙҙе яратайыҡ, сөнки мөхәббәт Алланан килә. Һәр яратыусы Алланан тыуған һәм Алланы танып белә. 8 Яратмаусы Алланы танып белмәй, сөнки Алла – мөхәббәт ул. 9 Алла беҙгә мөхәббәтен бына нисек күрһәтте: Ул Үҙенең берҙән-бер Улын, Уның аша беҙгә тормош булһын өсөн, донъяға ебәрҙе. 10 Мөхәббәт шунан ғибәрәт: беҙ Алланы яратыуыбыҙҙа түгел, бәлки, Уның беҙҙе яратыуында һәм гонаһтарыбыҙҙың кисерелеүенә килтереүсе ҡорбан итеп Үҙенең Улын ебәреүендә. 11 Ҡәҙерлеләрем, Алла беҙҙе шулай яратҡан икән, беҙ ҙә бер-беребеҙҙе яратырға тейешбеҙ. 12 Алланы бер кем һис ҡасан күрмәгән. Әгәр бер-беребеҙҙе яратабыҙ икән, Алла беҙҙә йәшәй һәм Уның мөхәббәте беҙҙә камиллашҡан була.

13 Беҙҙең Аллала булыуыбыҙҙы һәм Уның беҙҙә булыуын Уның беҙгә биргән Үҙ Рухынан беләбеҙ. 14 Ата Үҙенең Улын донъяны Ҡотҡарыусы итеп ебәргәнен беҙ күрҙек һәм быға шаһитлыҡ ҡылабыҙ. 15 Кем дә кем Ғайсаның Алла Улы булыуын таный, ул кешелә Алла бар һәм ул үҙе лә Аллала. 16 Беҙ Алланың беҙгә булған мөхәббәтен таныныҡ һәм уға инандыҡ. Алла – мөхәббәт. Мөхәббәттә йәшәүсе Аллала булыр һәм Алла унда булыр. 17 Шулай итеп, мөхәббәтебеҙ камиллашты, һәм беҙ хөкөм көнөн ышаныс менән ҡаршыларбыҙ, сөнки Ғайса ниндәй булһа, беҙ ҙә был донъяла шундайбыҙ. 18 Мөхәббәттә ҡурҡыу юҡ, камил мөхәббәт ҡурҡыуҙы ҡыуа. Ҡурҡыу яза менән бәйле һәм кем ҡурҡа, ул мөхәббәттә камиллыҡҡа өлгәшмәгән әле.

19 Беҙ яратабыҙ, сөнки беренсе булып беҙҙе Алла яратты. 20 Әгәр берәү: «Мин Алланы яратам», – тиһә, ә үҙе имандашына нәфрәтләнһә, ул – ялғансы. Үҙе күргән имандашын яратмаған кеше күрмәгән Алланы ярата алмай. 21 Алла беҙгә: «Алланы яратҡан кеше үҙенең туғанын да яратһын», – тип әмер бирҙе.

5

Мәңгелек тормош – Алла Улында

1 Ғайсаның Мәсих булыуына инанған һәр кем Алланан тыуған. Һәм Атаны яратҡан һәр кем Унан тыуған баланы ла ярата. 2 Беҙ Алла балаларын яратабыҙмы икәнде бына нисек беләбеҙ: Алланы яратабыҙ һәм Уның әмерҙәрен үтәйбеҙ икән, тимәк, беҙ уларҙы яратабыҙ. 3 Алланың әмерҙәрен үтәүебеҙ Уны яратыуыбыҙҙы күрһәтә лә инде. Ә Уның әмерҙәре ауыр түгел, 4 сөнки Алланан тыуған һәр кем донъяны еңә. Донъяны еңеү – беҙҙең иманыбыҙ ул. 5 Кем донъяны еңә һуң? – Ғайсаның Алла Улы булыуына инаныусылар ғына.

6 Ул, Ғайса Мәсих, Үҙенең сумдырылыу һыуы һәм үлеменең ҡаны аша килгән. Был хаҡта Рух шаһитлыҡ ҡыла, сөнки Рух – хәҡиҡәт ул. 7 Өс шаһит бар: 8 Рух, һыу һәм ҡан. Улар өсөһө лә бер үк төрлө шаһитлыҡ ҡыла. 9 Беҙ кешеләр шаһитлығын ҡабул итәбеҙ, ә Алланың шаһитлығы бөйөгөрәк. Бигерәк тә был – Алланың Үҙенең Улы тураһындағы шаһитлығы. 10 Алла Улына инаныусының күңелендә ошо шаһитлыҡ бар. Аллаға инанмаған кеше Уны ялғансы итеп күрһәтә, сөнки ул кеше Алланың Үҙ Улы хаҡында биргән шаһитлығына ышанмаған. 11 Был шаһитлыҡ иһә шунан ғибәрәт: Алла беҙгә мәңгелек тормош бирҙе, һәм беҙ был тормошто Уның Улы аша алабыҙ. 12 Алла Улы барҙың тормошо бар, Алла Улы булмағандың тормошо юҡ.

13 Мин быны һеҙгә, Алла Улына инаныусыларға, мәңгелек тормошоғоҙ барлығын белһен өсөн яҙҙым. 14 Һәм беҙ шуға ышанабыҙ: беҙ Алланың ихтыяры буйынса ниҙер һорайбыҙ икән, Ул беҙҙе ишетә. 15 Нимә генә һораһаҡ та, Уның ишетеүен беләбеҙ икән, һорағаныбыҙҙың беҙҙеке икәнен дә беләбеҙ.

16 Әгәр берәү имандашының гонаһ ҡылғанын, әммә ул гонаһтың үлем килтермәүен күрә икән, ул кеше доға ҡылһын, һәм Алла уның имандашына тормош бирәсәк. Быны мин үлемгә килтермәүсе гонаһ ҡылыусылар хаҡында әйтәм. Үлемгә килтереүсе гонаһ бар: был гонаһ хаҡында доға ҡылһындар тимәйем. 17 Һәр яуызлыҡ – гонаһ, әммә бөтөн гонаһ та үлемгә килтермәй.

18 Алланан тыуғандарҙың гонаһ ҡылмауын беҙ беләбеҙ. Алланан тыуған Ул уны һаҡлай һәм Иблис уларға ҡағыла алмай. 19 Беҙ үҙебеҙҙең Алланан булыуыбыҙҙы, бөтөн донъяның иһә Иблис хакимлығы аҫтында булыуын беләбеҙ. 20 Беҙ Алла Улының килгәнен һәм хәҡиҡи Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен беләбеҙ. Һәм беҙ хәҡиҡи Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хәҡиҡи Алла һәм мәңгелек тормош.

21 Балаларым, үҙегеҙҙе ялған илаһтарҙан һаҡлағыҙ.